Киске һауындан ҡайтҡан Рәйсә апай ҙа, балаларының тамаҡтарын туйҙырып, ирен төнгө ҡарауылға оҙатҡас, клубҡа, "Өлкәндәр юлкаһына" барып килергә булды.
Һәәәйй, ҡышҡы кистең хозурлығы! Тәҙрәләрҙән төшкән эсвит яҡтыһында йәш ҡар мең-мең гәүһәр бөртөктәре шикелле емелдәй, аяҡ аҫтында күңелле бер көй сығарып, шығыр-шығыр килә! Ана, бөтә тәҙрәләренән дә яҡтылыҡ бөркөлгән клубҡа ла килеп еткән икән! Халыҡ менән шығырым тулы залдың уртаһында байрамдың төп биҙәге - шыршы урын алған. Һай-һай!!! Бына ҡайҙа ул "шыршы ҡупшы кейенгән"! Гирләнделәре бер янып, бер һүнеп торалар - күҙ ҡыҫып, шаяралар, тиерһең. Халыҡтың байтағы эскәмйәләргә теҙелешкән. Дәртлеләре, "кейенеп килгәндәре", юлка тирәләй ырғып-һикереп, күңел аса. Бәәәй, Сатан Ғарифмы әллә анау картун йәшник кейеп алғаны? Үәт, уйлап тапҡан бит әле, ищеү етмәһә арҡаһына сатай-ботай итеп "РОБЫТ" тип яҙып ҡуйған әле ул! Халыҡ көлә-көлә сәпәкәй итә бит әле үҙенә!
Кейенеп килгәндәрҙе тамаша ҡылып тора торғас, Рәйсә апай үҙе лә дәртләнеп китте. "Туҡта әле, костюмдарға бүләктәре лә матур ғына була торған, мин дә берәй нәмә йүнләйем булмаһа"-тип урамға сыҡты. Клубҡа терәлеп торған тракторсы Фәсхетдин ағайҙың өйөнә барып керҙе. Ағай менән еңгә "Өлкәндәр елкаһына" киткән, өйҙә эреле-ваҡлы бала-саға ғына геү килеп "һапалаҡ" уйнайҙар. "Туғандар, әйҙәгеҙ, мине юлкаға берәй нәмә итеп кейендереп ебәрегеҙ әле",-тине Рәйсә апай үҙенә ҡыҙыҡһынып текәлгән ҡыҙҙарға. Ҡыҙҙар ҙа аптырап ҡала торғандарҙан булмай сыҡты: шул арала аталарының эшкә кейә торған комбинезонын һөйрәп сығарып, апайға кейҙерҙеләр, йәйҙән бирле эшһеҙлектән интегеп, сөйҙә эленеп торған "фражкаға" ла урын табылды. Апайҙың яулығын һыпырып алып, сәстәрен фуражка эсенә йәшерҙеләр ҙә ярты битен ҡаплап торған оло күҙлек кейҙерҙеләр. Ҡәнәғәт булып сығып барған апайға малайҙарҙың береһе үҙе буйлыҡ трактор асҡысы тоттороп ебәрҙе.Булды былай булғас! Клубҡа килеп кергән "тракторист"ты халыҡ "геү" килеп, ҡаршы алды. Оло асҡысын баш осонда болғай-болғай, шыршы тирәләй бер-ике круг биргәс, апайыбыҙ бөтөнләй шашып китте! Тамам ролгә кереп, иҙәнгә салҡан ятты ла шыршы аҫтында теге асҡысы менән нимәлер борғослай башланы. Трактор ремонтлай, йәнәһе! Бына бер заман шыршыҡай, тәтәйҙәрен сылтыратып, ҡыйшая башланы.
"Йығылта инде хәҙер! "," Тотоғоҙ, нимә ҡарап тораһығыҙ?! " тигән борсоулы тауыштар яңғыраны. Шыршының олонона ике ҡуллап сат йәбешкән завклуб ҡыҙыҡай:"Сығығыҙ унан хәҙер үк!!! "- тип сәрелдәп ебәреүгә, "Айыу" булып кейенгән берәү теге "трахтарист"ты аяҡтарынан һөйрәп тә сығарҙы! Халыҡтың күмәк көлөүе аҫтында Рәйсә апай өҫ-башын ҡағып, һуҡты ла асҡысын баш өҫтөнә күтәреп, тағы бейергә төшөп китте.
Бына шулай, йәмәғәт, ошондай халыҡты еңеп ҡараһындар инде разнай әтрәгәләмдәр!
Миңнур БАЙҒАРИНА.