Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)
Йыл йомғаҡтары ҡәнәғәтләнерлек күренә һымаҡ. Һеҙҙең тирәлә ышанысһыҙ кешеләр булмаһа, күберәк тә булдыра алыр инегеҙ. Ҡайһы бер әҙәмдәр менән арағыҙҙы бөтөнләй өҙөргә кәрәктер.
Балыҡ ( 20.02 – 20.03)
Алда һеҙҙе ҡатмарлы һәм бер юлы уңышлы осор көтә. Апрель һәм ноябрь айҙарында шәхси тормошоғоҙға ҡағылған бик мөһим ваҡиғаларҙы фаразларға мөмкин. Йондоҙҙар аҡса мәсьәләһендә бер кемгә лә ышанмаҫҡа ҡуша.
Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)
Яҡын арала эш урынын алмаштырғандар бик тиҙ яңы һөнәргә өйрәнеп, уңышҡа өлгәшер. Элекке тәжрибәгеҙҙең мотлаҡ кәрәге тейер. Ижад һәм фән менән булышҡандар бигерәк тә уңыр. Башҡалар менән уртаҡ тел таба белеүегеҙ һәр саҡ ярҙам итер.
Буға ( 21.04 – 21.05)
Алда һеҙҙе һис тә уйламаған ҡыйынлыҡтар һағалар. Әгәр уларҙы юғалтыуҙарһыҙ үтә алһағыҙ, тормошоғоҙҙан ҡәнәғәт булырһығыҙ. Шулай ҙа яҙға табан етди һынау аша үтерһегеҙ кеүек. Ауыр саҡта күптәнге дуҫтарығыҙҙың ярҙамына таянығыҙ.
Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)
Быйыл тормошоғоҙҙо ыңғай яҡҡа үҙгәртеү өсөн мөмкинлектәр күбәйер. Ҡайһыларын күрә алырһығыҙ, күбеһе тойолмай ҙа ҡалыр, моғайын. Элек башҡарған изге эштәрегеҙҙең сауабы ҙур булыр.
Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)
Яҡын арала күптәрҙең ижади һәләттәре тулыһынса асылыр. Һиҙгер эске тауышығыҙ иң ҡатмарлы хәлдәрҙә лә ярҙам итеп торор. Яҙ айҙарында бәғзеләрҙең күңелендә һис тә кәрәкмәгән һәм файҙаһыҙ тойғолар тыуыр. Иң уңышлы осор – июль һәм август.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Яңы йыл бик өмөтлө башланыр. Тормошоғоҙҙо ыңғай яҡҡа үҙгәртеү өсөн мөмкинлектәр күп осрар. Элек алған тәжрибәгеҙ һәр саҡ ярҙам итер һымаҡ. Кемдер элекке изге эшенең мул әжерен алыр.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Яҡын арала ғаиләгеҙҙә ниндәйҙер ҡатмарлы хәл килеп сығыуы ихтимал. Ике яҡтан да түҙемлек һәм сыҙамлыҡ талап ителер. Сығымдар ҙа көтөлә. Аҙаҡ уларҙы кире ҡайтарырһығыҙ. Элекке хаталарығыҙ һәр саҡ ҡамасаулап торор.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Яңы йыл башында тормошоғоҙға яңы кешеләр инер. Күпселектә уларҙан һиҙелерлек файҙа күрерһегеҙ. Ләкин араларында башығыҙҙы бутаусылары ла булыуы мөмкин. Ундайҙарға асыу тотмағыҙ, улар ысын күңелдән тырышҡандыр.
Саян ( 24.10 – 22.11)
Яңы йыл башында уҡ ҡыйынлыҡтарға осрарһығыҙ. Ижади кешеләргә бигерәк тә ауыр буласаҡ. Бер аҙ түҙегеҙ. Май айында ыңғай осор башланырға тейеш. Артабан хатта уйламаған үрҙәргә үрләрһегеҙ.
Уҡсы ( 23.11 – 21.12)
Киләһе ике-өс ай ауырыраҡ килергә оҡшай. Һиҙелерлек уңыштарға өмөт итмәгеҙ. Иң мөһиме – элек өлгәшкәндәрҙе юғалтмау һәм һаҡлау. Артабан дөйөм хәлегеҙ һәйбәтләнеп, үҙегеҙҙе ышаныслы тоя башларһығыҙ.
ӨМӨТБАЙ.