Махсус биттәр
12 Декабрь 2025, 17:00

Ҡөрьән ашы (Хикәйә)

“Йәшлек”тә ҡунаҡта – Ҡырмыҫҡалы районының “Илһам” әҙәби-ижад берләшмәһе

Риф ЙӨҘЛӨКБАЙ Ҡырмыҫҡалы районының тоғро улы, бөтә ғүмерен төрлө вазифала уға хеҙмәт итеүгә арнаған. Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы.            12 китап авторы, үҙен төрлө жанрҙа һынай. 20-нән ашыу шиғырына йыр ижад ителгән. Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты.

Ғата ҡәйнеше Рәисте Ҡөрьән ашына саҡырырға килгәндә, тегеһе бер аҙ төшөргән ине.
– Ҡәйнеш, бер үк ашҡа эсеп килмә, еҫе сығып тормаһын. Ҡөрьән ашы бит, ярамаҫ. Аштың йәмен ебәреп ҡуя күрмә, – тип ҡат-ҡат киҫәтте.
– Еҙнәй, үҙең беләһең, эсмәйенсә ҡунаҡҡа йөрөмәйем бит.
– Ҡоҙағыйың хөрмәтенә, бәлки, бер көн эсмәй түҙеп торорһоң? Әсәйем рухына Ҡөрьән уҡытырға ине.
– Ә-ә, ҡоҙағый хөрмәтенә...
Ғата сығып киткәс, Рәис уйға ҡалды. “Ҡоҙағый һәйбәт кеше ине, мәрхүмәң, йәшләй генә гүр эйәһе булды. Башым ауыртып барғанда, хәлемә инеп, зәм-зәм һыуын һалып бирә торғайны. Бик һәйбәт кеше булды, уның хөрмәтенә түҙергә кәрәк”. 
Күҙҙәренә тығылған йәштәрен ҡул һырты менән һөртөп алды ла, ихатаға ашыҡты. Бик ауырлыҡ менән булһа ла, Рәис ул көндө эсмәҫкә тырышты. Бер аҙ онотолор өсөн баҡсала эшләп ҡараны. Һарай эсен тиреҫтән таҙарты, кәртә-ҡураһын төҙәткеләп сыҡты. Ҡыҫҡаһы, бик ҡыйынлыҡ менән түҙеп, көндө саҡ үткәрҙе. Икенсе көндө йоҡонан уянғас, ғәҙәт буйынса араҡы эҙләй башланы. Шул саҡ келт итеп ашҡа саҡырылғаны иҫенә төштө. “Их, ярамай бит әле!” – тип лып итеп диванға ултырҙы. Бер аҙҙан һикереп торҙо ла, көҙгөгә ҡараны. Ҡырынырға ла кәрәк икән. “Ағиҙел”ен сығарып ҡырынғас, һауыт төбөндә генә ҡалған хушбуй менән һөртөнөп алды. Ах, еҫтәре!
Уның бөтә өмөтө еҙнәһендә: мәжлес тамамланғас, йөҙ грамм һалып бирер әле. Былтыр шулай иткәйне. Яратҡан ҡәйне­шенең хәленә инмәй ҡалмаҫ. Өҫтөнә яҡшыраҡ кейемдәрен кейеп, әйтелгән сәғәткә Рәис еҙнәләре яғына атланы. Туған-тыумаса, күрше-тирә йыйылды. Мулла ла һуңламаны, өр-яңы машинаһына ултырып, күрше ауылдан килеп тә етте. Күптән күрешмәгән ҡунаҡтар бер-береһенең хәлен һорашты, донья хәлдәре тураһында һөйләшеп алды. Мулла ла һүҙгә ҡушылып, вәғәз уҡыны. Халыҡтың эскелеккә бирелә башлауы, дингә бик ауырлыҡ менән генә ҡайтыуы тураһында әйтте. Эсеү тураһында һөйләгәндә, Рәис башын аҫҡа эйеп ултырҙы. Йыйылған кешеләрҙең барыһы ла уға ҡарай төҫлө ине. Мулла үлгәндәр рухына бер нисә аят уҡыны. Өй эсендә тынлыҡ урынлашты. Сәғәттән дә артыҡ тик ултыра алмаған Рәис йоҡоһо килеүгә саҡ түҙҙе. Ләкин бер аҙҙан ниндәйҙер илаһи көс сихри донъяға алып китте уны. Күңеленә тыныслыҡ урын­лашҡандай булды. Кисәгенән ауыртып, ауырайып торған башы еңеләйгәндәй, асылып киткәндәй итте. Бик иртә үлгән атаһы иҫенә төштө. Уҡылған аяттар атайым рухына ла барып ирешһә ине, тип теләк теләргә онотманы ул. Мулла Ҡөрьән уҡып бөткәс, хужа уның артынан ҡунаҡтарға ла саҙаҡа таратып сыҡты. Рәис йыйылған аҡсаларға күҙ һалып, һыралыҡ йыйыла бит, тип һөйөнөп ҡуйҙы. Янында ултырған ҡоҙаһы усындағы аҡсаларын муллаға һуҙып:
– Ата-әсәйем рухына булһын, – тине лә, Рәискә ҡарап: – Һин дә бир, атайың рухына булыр, – тип бышылданы. 
Рәис нимә эшләргә белмәй аптырап ҡалды. Бирһә – һыраға ҡалмай, бирмәһә, кеше араһында оят. Бер аҙ икеләнеп торғандан һуң, ҡулындағы аҡсаларҙы муллаға һуҙып:
– Атайым рухына булһын, – тине ул. 
Эх, был Азат ҡоҙаны! Башҡа урында булһа,  валлаһи, һалып ебәрер ине. Ҡайнар аш, баллап сәй эскәс Рәистең эсенә бер аҙ йылы ингәндәй булды, күңеле күтәрелде. Күптән был тиклем ашағаны юҡ ине. Маңлайынан бөрсөк-бөрсөк тир бәреп сыҡты. Кешеләргә ҡушылып һөйләшеп, көлөшөп тә алды. Эскеһе килеү уйы ла юғалды. Мәжлес тамамланғас, ҡунаҡтар хужаларға рәхмәт әйтеп таралышты. Ғатаның иң яҡын кешеләре генә һөйләшеп ишек алдында ҡалды. Улар араһында Рәис тә бар.
– Тәмәке тартып алайыҡ та, сәй яңыртып сығырбыҙ, – тине хужа.
Еҙнәһенең был һүҙен үҙенсә аңлап шатланған Рәис тамағын ҡырып ҡуйҙы. Бер аҙҙан хужабикә сығып:
– Ғата, инегеҙ, сәй әҙер, – тип йортҡа саҡырҙы. 
Рәис беренсе булып өйгә ашыҡты. Уның нимә көткәнен һиҙгәндәй, Ғатаның ҡустыһы Рәүеф тә:      
– Еңгәм юҡҡа ғына саҡырмағандыр, – тип шатлығынан ҡулдарын бер-береһенә ышҡып алды. 
Ҡош балаларындай теҙелешеп өҫтәл артына ултырышыуға, йәш килендәр ҡайнар сәй ташый башланы. Бер кеше лә сәйгә үрелмәне – Ғатаның шешә сығарыуын көттөләр.
– Йә, йә, сәйҙән етешегеҙ, еңгәгеҙ бешергән сәк-сәктән ауыҙ итегеҙ, – тине Ғата эҫе сәйҙе ғолт-ғолт йотоп. 
Ҡустыһы Рәүеф түҙмәне:
– Ағай, шунда һалҡын сәйең юҡмы ни, быныһы бигерәк эҫе? – тине кәсәһен ситкәрәк этеп.
– Ә, һалҡын сәй!? Әйтергә онотоп торам. Ҡөрьән уҡытҡан көндө эсергә ярамай икән. Былтыр эскән инек бит, шул көндө үк һарыҡ йығылып үлде. Мулла, эсеүегеҙ менән Ҡөрьәндең көсөн юғалтҡанһығыҙ, ҙур гонаһ эшләгәнһегеҙ, тип аңлатты.
Рәистең кәйефе юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы. Белгән булһа, тороп ҡалмаған булыр ине. Ҡабаланып сәйен бер-ике йотто ла:
– Апай, еҙнәй, рәхмәт, һау булығыҙ, – тип тороп, өйҙән сығып та китте.
– Ҡәйнеш, ашыҡма әле, – тигән һүҙҙәр ҡолағына саҡ-саҡ  ишетелеп ҡалғандай булды. 
Күмәк аяҡ кейемдәре араһынан таушала башлаған үҙенекен табып кейҙе лә ҡапҡаға табан атланы. Өй менән ҡапҡа араһын оҙағыраҡ үтергә тырышты. Еҙнәһе килеп сығыр ҙа: “Ҡәйнеш, мә инде, һиңә генә һалам”, – тип әйтер төҫлө ине. Тимер ҡапҡаны шығырҙатып асты һәм өйҙән бер кем дә сыҡмағас, уны шап итеп япты ла, ҡайтыр яҡҡа атланы. Үҙе атлай, ә күңеле өмөтләнә. Бер нисә тапҡыр боролоп та ҡараны. Ләкин артынан килеүсе лә, саҡырыусы ла булманы. Байтаҡ ҡына ара үтеп, тыҡрыҡҡа ла етте. Рәис һуңғы өмөт менән тағы бер боролоп ҡараны ла, еҙнәһенә үпкә белдереп, магазин яғына боролдо. Шул саҡ, Ҡөрьән уҡытҡан көндө араҡы эсергә ярамай, тигән һүҙҙәр иҫенә төштө. Ул да бит атаһы рухына саҙаҡа бирҙе. Атаһының рухы улының был ҡылығына һөйөнгәндер, уға изгелек теләп яталыр. Юҡ, юҡ, бөгөн эсмәҫкә! Былай ҙа атаһын бик иҫкә алғаны юҡ, ҡәберенә лә юлды онотто. Рәис кире боролдо ла, башын күтәрә биреп, күңеленән ниндәйҙер бер ғорурлыҡ менән рәхәтлек кисереп, йортона табан атланы.

Р.ЙӨҘЛӨКБАЙ

Читайте нас