Махсус биттәр
10 Декабря 2025, 17:00

Яратам... (Хикәйә)

“Йәшлек”тә ҡунаҡта – Ҡырмыҫҡалы районының “Илһам” әҙәби-ижад берләшмәһе

Фирүзә АБДУЛЛИНА – Баймаҡ ерендә тыуып, бөтә хеҙмәт юлын Ҡырмыҫҡалы районына бағышлаған уҡытыусы-шағирә, Яҙыусылар союзы ағзаһы, алты китап һәм ике йөҙгә яҡын йыр авторы. Расих Ханнанов иҫтәлегенә үткәрелгән “Аҡ күгәрсен” конкурсында Гран-при яулаусы, башҡорт атына гимн конкурсы еңеүсеһе. Һуңғы йылдарҙа үҙен проза жанрында ла һынай.

– Нимә генә эшләйем икән? Яратам бит! Яратам шул... Башҡайымды ҡайҙа ғына алып барып тығайым? Артабан нисек йәшәргә, ҡайҙа барып терәлергә һуң?
Йөҙ төрлө һорау, бер генә лә яуап юҡ. Арыны, үҙенән-үҙе арыны Нәфисә, ләкин күңелен борсоған һорауҙарына яуап таба алмай йонсоно. Кәңәш һорар кешеһе лә юҡ бит, исмаһам! Бер уйлаһаң, ҡыҙыҡ хәл: тирә-яғыңда кешеләр мыжғып тора, ә һөйләшерлек, эс серҙәреңде асып һалырлыҡ, кәңәш һорарлыҡ берәй кеше булһасы...
...Бер кемдән дә ярҙам көтә алмағанын яҡшы белгәнгә күрә, тик үҙенә генә ышанып йәшәп өйрәнгән инде ул. Институтта тырышып уҡыуы ла юғары стипендия алып, үҙен үҙе тәьмин итер өсөн булды. Унан, ҡулында дипломы булһа, киләсәктә һөнәре лә, лайыҡлы эш  хаҡы ла булыр, тип ынтылды. Уның өсөн янып-көйөп, борсолоп  торған кешеһе юҡ, теләйме-юҡмы, үҙен үҙе ҡайғыртырға тура килә. Аныҡ аҡыл менән тормош юлын планлаштырырға, бәхетле булыр өсөн  ышаныслы юлдаш һайларға кәрәклеген дә күптән төшөнгән ул. Төшөнөү менәнме ни? Йөрәгең, өйрәтелмәгән тай кеүек, сығын­сылап, аҡылыңа баш бирмәй  алып ҡасһа, нимә эшләргә?!
Ғашиҡ булып, аҡылыңды юғалтыр­ға  ярамай, тормош ип­тәшен һынап ҡарап, һайларға, тигән ҡарар ҡабул иткәндән алып Нәфисә эргә-тирәһендә йөрөгән ир-егеттәрҙе иғтибарлыраҡ күҙәтә башланы. Маҡсаты – тыныс, ыша­ныслы, хөрмәткә лайыҡлы егетте һайлап, институтты тамамлағансы тормошҡа сығыу ине. Юғиһә, юллама буйынса берәй төпкөл районға эшкә китһә, белем һәм фекерләү кимәле буйынса үҙенә тиң кешене таба алыуы бик икеле. Аҙмы ни ауылдарына эшкә тип килеп, тороп ҡалған уҡытыусы апайҙар? Ябай колхозсы егеттәргә кейәүгә сығып, барына риза булып, көн күрәләр. Ҡайһыларының ир­ҙәре эсергә, эскәс тауыш күтәрергә әүәҫ. Донъяһын, балаларын, мал-тыуарын, мәңге иҫерек ирен үҙ иңендә һөйрәп, тештәрен ҡыҫып, түҙеп йәшәп ятҡан була бисаралар. Педсоветтан һуңлабыраҡ ҡайтһа, өйөнә индермәй, ишеген эстән бикләп ҡуйғандарын да ишеткәне бар Нәфисәнең. Ошондай яҙ­мыштан Аллам һаҡлаһын! Шуға күрә үҙе кеүек юғары белемле, тик башҡа төрлө предметтан уҡыта торған егетте табырға кәрәк. Икеһенә лә эш булһа, бергәләшеп эшкә йөрөһәләр... Эй, уйлауы ғына анһат, ә тормошта ҡайҙан табаһың   шундай бөтә яҡтан килгән егетте? Табып та, нисек мөхәббәтһеҙ кейәүгә сығаһың? Әсәһе әйтә ине лә бит: “Балам, үҙең яратҡанға барма, һине яратҡанға бар. Иң мөһиме – һәйбәт кеше булһын. Һәйбәтте яратып китеүе ҡыйын түгел. Балаларыңдың атаһына күнегәһең ул”, – тигәйне. Күнегер Нәфисә, һәйбәт кеше генә осраһын.
Тик был йөрәк тигәнең бөтә пландарын селпәрәмә килтерергә итә бит әле! “Ғашиҡ булырға яра­май! Башыңды юғалтма!” – тип үҙен нығытып ҡуйһа ла, ғашиҡ булғанын һиҙмәй ҙә ҡалды Нәфисә. Нисек итеп ғашиҡ булмайһың инде оҙон, һомғол буйлы, тул­ҡынланып торған ҡара сәсле, ҡара күҙле, шаян һүҙле был егеткә? Бигерәк тә ул үҙенең хистәрен белдереп, осрашыуҙар эҙләп кенә йөрөһә? Булатты осратҡанға тиклем йәш йөрәккә мөхәббәтһеҙ йәшәү мөмкин түгеллеген аңлап етмәгән икән ул. Үҙенән юғарыраҡ курста уҡыған был егет уны сихырланы тиерһең: бөтә аҡыллы уй-фекерҙәре әллә ҡайҙа сел­пә­рәмә килеп сәселде лә, мөхәббәт упҡынына башкөллө сумды ла ҡуйҙы ҡыҙ. Осрашыуҙар, ҡайнар ирендәр, вәғәҙәләр... Бер ҡасан да үҙен улай уйһыҙ-ғәмһеҙ тотмаған ҡыҙ, йәнен иблискә һатҡандай, һөйөүенә мөкиббән  китте, сыра кеүек дөрләп тоҡанды ла, башын бөтөнләй юғалтты. Бөтә донъяла, бар йыһанда бер ул ғына ҡалды – Булат! Башҡа бер кем дә, бер нәмә лә кәрәкмәй, тик Булаты янында ғына ул йәшәй, тоя, бәхетле!
Мөхәббәт һуҡыр була, тигәндәре дөрөҫ икәнлеген тиҙ аңланы ла бит Нәфисә, тик поезд китеп өлгөргән ине шул. Ҡыҙыу ҡанлы, көнсөл, ҡаты холоҡло Булаттың йоҙроғо аҡылынан алда йөрөгәнен тө­шөнгәндә сафлығын уға бүләк итеп өлгөргәйне инде. “Яратам шул”, – тип мендәренә ҡапланып күҙ йәштәрен түкте ҡыҙ, тик кә­ңәшләшер кеше тапманы. Бүл­мәләш ҡыҙҙарына һөйләр ине – 32 теш араһынан сыҡҡан һүҙ 32 кешегә етер, ғәйбәткә сумғанын һиҙмәй ҙә ҡалыр. Туғандары күп булыу менәнме ни, береһе лә уның менән ҡыҙыҡһынмай, һәр кеме­һенең үҙ мәшәҡәте. “Нишләргә? Булатҡа кейәүгә сыҡһам, тәнемдән күк китмәйәсәк. Сыҡмаһам, кемгә кәрәкмен? Ул бит мине барыбер тыныслыҡта ҡалдырмаясаҡ. Һау­лыҡ һорашҡан өсөн дә осраған бер егеткә бәйләнә башлай, аҙаҡ нимә булыр?”
Утын өҫтәп тормаһаң, усаҡ та һүнә. Нисек кенә яратһаң да, һөйгәнеңдең ҡыланыштары оҡ­шамаһа, ул һине рәнйетһә, һөйөү яйлап һүрелә икән. Юҡ, Булатты яратыуҙан туҡтаманы Нәфисә, ләкин уның менән бергә булыу икеһен дә бәхетһеҙ итәсәген ныҡлап төшөндө. Нисек тә һыуынырға, һыуындырырға! Көн­сөлгә кейәүгә сыҡҡансы, яңғыҙ йәшәүең мең артыҡ. Йән биргәнгә йүн биргән. Тик ҡотолорға кәрәк, башты ҡайҙа булһа ла алып сығып китергә! Ҡыҙ семинар, зачет, имтихан, тигән һылтау таба-таба, осрашыуҙы ҡырҡа кәметте. Мөмкин тиклем Булат менән яңғыҙ ҡалмаҫҡа, бәйләнергә сәбәп бирмәҫкә, хис-тойғоларын күр­һәтмәҫкә, үҙенән һыуындырырға ҡарар итте.
Ҡарар ҡабул итеүе ҡыйын түгел, ә үҙ мөхәббәтеңдең боғаҙына баҫыу үлем менән бер икәнен яйлап төшөндө Нәфисә. Һағынып йонсоно. Йәне-тәне менән һөй­гәненә ашҡынды, һағыныуына түҙмәй, ситтән генә Булатты күҙләп маташты. Ләкин ул күренеү менән ҡасты. Ҡыҙ йәшенгән һайын егет нығыраҡ әрһеҙләште, бүлмәһенең ишек төбөндә ҡа­рауылланы, уҡыу йортонда эҙәрлекләне. Бер нисә тапҡыр иптәштәре алдында тауыш кү­тәрҙе. “Башҡа егетем бар, һине яратмайым!” – тип алданы ҡыҙ. Егет өҙмәй-ҡуймай ныҡышҡас, уҡыу йортон алмаштырырға бул­ды. Бүлмәләш ҡыҙҙарына: “Ауылға ҡайтып, кейәүгә сығам да,  Себергә китәбеҙ”, – тигән аңлатма ғына биреп ҡалдырҙы. Ҡайҙа киткәнен бер кемгә лә өндәшмәне. Бәлә­кәйерәк ҡалаға күсеп, үҙ һөнәре буйынса уҡырға урынлашты ул. Баш ҡаланан килгән, яҡшы баһаларға ғына уҡыған студентты шатланып ҡабул иттеләр. Шулай итеп эҙ юғалтты. Эйе, ул Булаттан ҡасты, ләкин үҙ-үҙенән ҡаса алманы. Бүлмәләш ҡыҙҙары менән дә асылып һөйләшмәне, ваҡытын китапханала, уҡыу залдарында ултырып үткәрҙе. Янған йөрәген ни эшләтергә белмәй, ҡала  урамдарын ҡыҙырҙы, яңғыҙы ғына булһа ла киноларға йөрөнө. Ят ҡала, ят кешеләр... Бөтә донъяла бер үҙе генә ҡалған кеүек тойолдо уға. Ятаҡтан алыҫ булмаған ҡала паркында үҙенә аулаҡ эскәмйә табып алғас, буш ваҡытын шунда үткәрә торған булып китте. Сит кешеләргә хис-тойғоларын күр­һәтмәҫ өсөн, ҡайнар күҙ йәштәрен йәшерен генә түгер өсөн бигерәк уңайлы урын булып сыҡты был эскәмйә. 
...Яҙ, йәшеллек, ағастар япраҡ яра, емеш-еләк ҡыуаҡтары сәскә ата. Баш әйләнерлек татлы еҫ күңелде тағы ла нығыраҡ ҡуҙ­ғытып ебәрә. Әкренләп кенә эңер төшә. Көндөҙгө эҫенән һуң киске һалҡынса  еләҫлек рәхәтлек той­ғоһо бирә. Үткән бәхетле көндәрен иҫкә төшөрөп   йылмайып ултыр­ған ҡыҙ алдында көтмәгәндә бер ҡарасҡы  пәйҙә булды. Ҡурҡманы, тертләп һикереп торҙо Нәфисә. Яурындарына төшөп торған оҙон  ҡара  сәсле был егеттең  күҙҙәрендә етдилек һәм әйтелмәгән һорау бар ине. Көтөлмәгән ҡунаҡтан ҡур­ҡырға тигән уй башына ла килмәне уның, нисектер эске һиҙемләү менән унан ҡурҡыныс янамауын белде.
– Һеҙ берәйһен эҙләйһегеҙме әллә? – тип һорамай булдыра алманы ҡыҙ, һуҙылған тынлыҡты беренсе булып боҙоп.
– Ә... Эйе... Юҡ та ул. Ғәфү ите­геҙ, мин һеҙҙе ҡурҡыттым шикелле?
“Иҫерек түгел шикелле, бер ҙә насар кешегә оҡшамаған”, – тип уйлап өлгөрҙө Нәфисә.
– Ҡапыл килеп сыҡҡас, ҡурҡып киттем шул, – тип йылмайҙы.
– Ҡурҡмағыҙ. Минең өсөн был эскәмйә бик ҡәҙерле урын. Бына, вахтанан ҡайттым да, үткән­дә­ремде эҙләп килдем әле. Мин бын­да ҡайтҡан һайын килеп китәм, – тип аңлатты ул.
– Ғәжәп был донъя! Һеҙ үт­кәндәрегеҙҙе эҙләп килгәнһегеҙ, ә мин үткәндәремдән нисек ҡотолорға белмәй, онотолоу эҙләп киләм.
Нәфисәнең был һүҙҙәрен ишетеп, егет уға һораулы ҡарашын төбәне. Ҡыҙ үҙе лә аңламаны: нисек ул тәү тапҡыр күргән кешегә шулай асылды, эс серҙәрен сисеп һалды ла эңер төшкән баҡсала нисек ят кешенән ҡурҡмай тыныс ҡына һөйләшеп ултыра алды? Иллә-мәгәр ятаҡ бикләнеүгә саҡ ҡайтып өлгөрҙө. 
Үҙен Ришат тип таныштырған егет ошо ҡалала юғары белем алған, әлеге ваҡытта Себер тарафтарында вахта ысулы менән эшләй икән. Яратып өйләнгән, ләкин ҡатыны айырым йәшәү һынауын үтә алмаған. Балалары юҡ. Тыныс ҡына айырылыш­ҡандар. Ләкин Ришат һаман да ошо эскәмйәгә – кәләше менән икәүләп серләшеп ултырырға ярат­ҡан урынға килә, бәхетле мәлдәрен иҫләп һағышланып ултыра. Бөгөн ул беренсе тапҡыр йөрәген өткән һағышты тойманы. Икеһе лә үҙ яҙмыштарын тулыһынса асып һалғас, күптәнге таныштар кеүек йылы хушлаштылар. донъя яҡты­рып, йәшәү мәғәнәле булып киткәндәй тойолдо Нәфисәгә. Был егет нисектер яҡын, күптән таныш кеүек ине.
...Яраларҙы ваҡыт ямай тиҙәр. Ысынлап та шулай икән. Әле бына, ике йыл үткәс, бала арбаһы этәргән Нәфисә, яҙғы йылы көн кискә табан ауышҡанда, таныш эскәмйәгә килде. Алты айлыҡ улы тыныс ҡына мышнап йоҡлай. Иренең һыҙаттарын күрә ул сабыйында. Һағыныуы йөрәген һулҡылдатып ҡуя. Ике көндән ҡайтыр, аҙ ғына түҙергә, сабыр итергә кәрәк! Эскәмйәгә ултырып, ул ике йыл элек булған ос­ра­шыуҙан һуңғы ваҡиғаларҙы  кинофильм таҫмаһы кеүек күҙ алдынан үткәрә. Ике бәхетһеҙ йән бер-береһен табып, иң бәхетле парға әйләнеүе үҙе үк көтөлмәгән бер мөғжизә булды. Тиҙ арала өйләнешеп, матур итеп йәшәп тә киттеләр. Ысынлап та, һәйбәт кешене яратыуы бер ҙә ҡыйын түгел икән шул! Ысын мөхәббәтен табырға ярҙам иткән эскәмйәгә рәхмәтле Нәфисә. “Яратам! –  тип шыбырланы ул, эскәмйәнең шымарып бөткән таҡтаһын һыйпап. – Рәхмәт, эскәмйәм!”

Ф.Абдуллина

Читайте нас