Махсус биттәр
9 Декабря 2025, 17:00

ҺУҢҒЫ ЙӘЙЛӘҮ (Роман)

***

ҺУҢҒЫ ЙӘЙЛӘҮ (Роман)ҺУҢҒЫ ЙӘЙЛӘҮ (Роман)
ҺУҢҒЫ ЙӘЙЛӘҮ (Роман)

 

  1. Йүгән

— То-то-тотҡандар, Я-ап-пар ағай... Тотҡандар-ар... — Хәле бөткән, тулҡынланыуҙан әйтер һүҙен әйтә алмаған йомошсо Хәлфетдин тирмә хужаһының алдына уҡ килеп теҙләнде.

— Нишләүең ул, Хәлфетдин? Тор, йәһәтерәк, килешмәгәнде. Мә,эс. Тыныслан. Һуңынан яйлап ҡына аңлат. Нимәне, кемде тотҡандар? — Түрҙә ирәйеп, кәлсер-табын яғынан килгән ҡунаҡ менән һөйләшә-һөйләшә ҡымыҙ һемереп ултырған Яппар, ҡунағы алдында уңайһыҙланып китте. — Хәлфетдин, рөхсәтһеҙ тирмәне шар асып килеп ингәс, хәбәрең мөһимдер?

— Ә-ә... Эйе, эйе. — Шунда ғына йомошсо егет ят кеше барлығын самаланы. Һүҙен әйтергәме, юҡмы тип уйланып торҙо ла, хужаның баш ҡағыуын күргәс, теҙеп китте: — Теге, ней, алыҫтағы тибенлектәге йылҡыларҙың, ат ҡараусы малайҙарҙың хәлен белеп киләйем тип кенә сыҡһам... Улар үҙҙәре был яҡҡа һыбай килә-ә...

— Шунан ни булған, бүре һуҡҡандармы, айыу алғандармы?

— Ю-уҡ... Ат ҡарағын тураттың ҡойроғона бәйләгәндәр...

Яппар сәсәне. Кәлсер ҡунағының да күҙе шарҙай булды.

— Ни-нимә-ә?..

— Эйе, ат ҡарағы! — Хәлфетдин, әйтерһең, үҙе ҡараҡты тотҡан, ҡапыл йән ингәндәй булды, үҙ-үҙенә ышанысы артты. — Шу-лай! — тип, һүҙенә нөктә ҡуйҙы.

Уныңса булмай, тышта тауыштар яҡынайҙы.

— Ах, иблис!

— Китегеҙ, тотонмағыҙ, Яппар ағайҙы саҡырайыҡ!

Аҡ тирмәнән тәүҙә йомошсо Хәлфетдиндың башы күренде, аҙаҡ, еләнен арҡаһына һалып, хужа сыҡты. Ҡамсыһын өҫкә күтәрҙе.

— Йә, ни булды?

Йылҡы көтөүсе егеттәрҙең өлкәнерәге — Ишдәүләт алға сыҡты.

— Әссәләмәғәләйкүм, Яппар ағай. — Егет ҡыҙарҙы, теле көрмәлде. — Б-бына ошо... Ошо өйөр айғыры булырлыҡ Бөркөткә йүгән кейҙереп маташа ине...

Яппарҙың йөҙөнә йылмайыу ҡатыш нәфрәт сатҡылары йүгерҙе. Ҡулдарынан бәйләнеп, эйәр аша арҡанға эләктерелгән,ҡан ҡатыш тупраҡҡа батҡан кешегә ҡараны.

—Ни-нимә? Һин, Ишдәүләт, ошо әҙәмде нәҫел айғыры булырлыҡ Бөркөткә йүгән кейҙерә ине тиһеңме? — Һынсыл ҡарашын көтөүсегә ташланы. Һис ышанманы Яппар малайлыҡтан да сыҡмаған үҫмерҙең өйөргә яҡын бара алғанына. Ысынлап та, күгәргән, шешенгән йөҙө шешенеп, үҙен олораҡ итеп күрһәтһә лә, бик йәш ине ул. Һис ышанырлыҡ түгел. — Үҙең күрҙеңме, әллә... Ҡара уны, нахаҡ һөйләһәң, ат ҡойроғона тағып, үҙеңде алыҫ тибенлеккә тиклем һөйрәттерермен!

— Юҡсы... На-нахаҡ һөй-һөйләмәйемсе...

— Беҙ ҙә Ҡөрьән тотоп ант итә алабыҙ, Яппар ағай. Көтөүселәрҙең икенсеһе алға сыҡты. — Бына йүгәне...

Яппар йүгәнде күҙҙән үткәрҙе. Ныҡлы, ҡәһәрең. Бик матур ҙа яһалған. Әйтерһең, ат урларға түгел, ә ҡыҙ ҡоҙаларға,йә бәйгегә сығыр өсөн эшләнгән.

— Сисегеҙ ҡулдарын. Өҫтөнә һыу һибегеҙ...

Ат ҡарағын аяғына баҫтырырға маташтылар. Тик быуындары тотманы. Уны Яппар тәңгәленә һөйрәп килтереп ташланылар. Хужа эйелде. Барыһын аптыратып, тауышын йомшартты ла былай тине:

— Һин кем, туған?

Йыйылыусылар ыҡ-мыҡ итте, бер-береһенә төртөшөп алды. Ниткән эш был? “Туған”. Бысағым туғанлығы булмаһа меңәр баш йылҡы тотҡан бай менән берәҙәк ат ҡарағының?

— Нә-нәсибул-ла... Һыу-һы-ыу...

— Һыу бирегеҙ!

Егеттең шешенгән ирендәре кәсә ситен ҡапланы, эскән һыуы ҡанға ҡушылып эйәге, муйыны буйлап аҡты. Бер аҙ тын алды ла, тағы, тағы уртланы.

— Был кемдең йүгәне? Кем яһаны?

Әйтерһең, Яппарҙы айғырынан да бигерәк, ҡараҡтың йүгәне нығыраҡ ҡыҙыҡһындыра ине. Һорауын ул тағы ҡабатланы:

— Кемдең йүгәне, тим?

Ошо йүгән арҡылы хужа был малайҙың атаһы кемлеген белергә тырышты. Бындай сбруйҙарҙы тик уның балалыҡ дуҫы Исмәғил генә яһай ала, ул ғына! Тик Исмәғилде-е... Исмәғилде һалдаттар баструкка алып китте. Күптән. Егерме йыллап булалыр. Шунан ҡайтманы. Уның менән бергә оҙатылған тағы һигеҙ кеше ҡайтманы.

Ах, ул заман... Оноторлоҡмо һуң? Яппарҙарға ун етешәр генә йәш ине. Исмәғил килеп инде. Хәле бөткән.

— Яппар, — тине ул, — тоҙҙо бит бөтөнләй бирмәй башланы был килмешәк. Атайымдың ерҙәрен алдап алдылар ҙа, хәҙер үҙебеҙ ҙә тоҙға бара алмайбыҙ. Батша указы бар, тиҙәр, бирмәҫкә ҡуша, тиҙәр. Нимә, мин атайымдың еренән сыҡҡан тоҙҙо ла алалмайыммы хәҙер? Тоҙ алма. Тимерлек тотма. Ни-нисек йәшәргә һуң?

Яппар ни әйтергә белмәне ул саҡта. Тик:

— Һуң, Исмәғил, беҙгә етә бит, — менән сикләнде. — Түҙәйек, үҫәйек. Хәлләнеп алғас, барыһы ла үҙебеҙгә ҡалыр. Завудтары, ниҙәре менән... Ерҙәрен һалдырып алырбыҙ...

— Үҙебеҙгә ҡалғанын көтөп ятһаҡ, ҡалған ерҙәрҙе лә алып бөтәсәктәр. Ебәрергә кәрәк уларҙы бынан, ҡыуырға! — Исмәғилдең күҙҙәре зәһәр осҡон сәсте, йоҙроғо төйнәлде. — Ярай, һин атайыңдың ылҡыһына ҡарап ят, мин башҡа юлдан китәм. Хуш...

Бер ни әйтә алманы Яппар. Был сағында дуҫына өгөт-нәсихәт уҡыуҙан фәтеүә юҡ ине. Булманы түгел бит болалар. Булған. Булды. Һөҙөмтәһе бер генә — янған ауылдар, ҡоллоҡҡа оҙатылған ҡатын-ҡыҙ менән балалар, баструкта баштарын һалған ирҙәр. Яппарҙың атаһы гелән: “Улым, булған еребеҙҙәге малыбыҙға шөкөр итһәк, бер ҡатлыланып алданмаһаҡ, башҡорттан да байы булмаҫ”,— ти бит. Шул тәрбиәлә үҫте Яппар. Ә Исмәғил, киреһенсә, ҡыҙыу булды. Бәләкәй генә сағынан тимер сүкене, ҡылыс, хәнйәрҙәр эшләргә яратты. Ошо шөғөл генә уны тынысландырҙы. Тағы ла боронғо өләндәрҙе тыңларға яратты. Бигерәк тә батырҙар тураһында. Үҙе лә гелән: “Мин Алдар батыр булам, Салауат булам”,— тип йөрөнө. Исмәғилдең ҡыҙыулығы, дыуамаллығы менән Яппарҙың һәр нәмәне үлсәп, алдағыһын уйлап эш итеүе ике дуҫты бер бөтөн итте. Теге көнгә саҡлы...

Эйе, барғандар туғыҙ егет тоҙ сығарыу урынына. Эшселәрҙе ҡурҡытҡандар, келәттәрҙе яндырғандар... Шуның менән вәссәләм. Бер аҙна ла үтмәне, барыһының аяҡ-ҡулына бығау һалдылар.

Яппар уйҙарынан арынды.

— Кем яһаны был йүгәнде?

— Ү-үҙе-ем...

— Алдама! Һин беҙҙең яҡ егете түгел, ә йүгәндә — ырыу тамғаһы!

— М-мин бе-белмәйем тамғаны... Уны атайым сүкей торғайны. М-минең өсөн биҙәк ул... А-атайым үлер алдына-ан ош-шо б-биҙәкте к-күрһәтергә ҡу-ҡушты иле-енд-ә...

— Кем,кем һинең атайың?

— И-исм... — Егет аңын юғалтты.

— И-Исмәғи-ил... — Яппар үҙалдына һөйләнде лә, барыһы ишетерлек итеп былай тине: — Таралығыҙ, айыу бейетмәйҙәр бында... Егетте ситтәге аулағыраҡ тирмәгә һалығыҙ! Им-томсо Сәрбиямалды саҡырығыҙ. Тиҙ, тиҙерәк булығыҙ...

— Ә һин, Ишдәүләт, әйҙә минең менән. — Оло тирмәгә ингәс, Яппар әрһеҙләнеп ҡымыҙ эсте. Ирен ситтәрен ҡул һырты менән һөрттө лә, ат ҡарағы тураһында хәбәр килтергәнсе ултырған урынына үтте. — Йә,хәҙер,бәйнә-бәйнә һөйлә инде. Ашыҡма. Ваҡыт етерлек, һөйлә. Нисек инде быға тиклем бер кемде килтермәгән буласаҡ өйөр айғыры анау малайға йүгән кейҙертеп торҙо?

Ҡаушап ҡалған көтөүсенең тауышы көрмәлде, ҡалтыранды.

— Б-белмәйем. Ү-үҙем дә аптырайым. Таралып йөрөгән йылҡылар бер урынға өйөрөлә башлағас, айыу-маҙар бармы икән тип, шунда юрттыҡ... Ҡа-ҡараһа-аҡ... — Ишдәүләттең йөҙө ағарынды. Әйтерһең, ул айыуҙан да ҡурҡынысыраҡ албаҫты алдында тора, тотлоҡто, күҙҙәре шарҙай булды. — Ош-шо м-малай айғырға йүгән һалған. У-уныһы һис ҡаршылашмай бит әле-е...

— Аңлашылды. Бар,сыҡ. Ҡалғанын аҙаҡ һөйләшербеҙ... — Яппар тубығына устары менән шапылдатып һуғып алды. Шунда ғына үҙе артынса уҡ ингән кәлсер ҡунағына иғтибар итте. Ғәфү үтенеүен белдереп, уң ҡулын күкрәгенә ҡуйҙы. — Беләһеңме, бынан егерме йыл элек баструкка ебәрелгән дуҫымдың улы... Һис ышанырлыҡ түгел...

— Ҡымыҙсы! Әй, әттәгенәһе, Саҙретдин ағай, тим, килтер әле тағы ҡымыҙыңды... — Тегенеһенең башы күренгәс, былай тип тә өҫтәне:

— Ҡатын-ҡыҙҙы ла ҡабаландыр, ҡаҙан тирәһе нишләй икән?

Яппар урынында ултырып сыҙаманы: борғоланды, йомошсоһон саҡырып, ат ҡарағының хәлен белде, бер туҡтауһыҙ ҡымыҙсы ҡартты тартҡыланы. Быны Кәлсер ҡунағы шунда уҡ һиҙҙе, ҡабалана һалды.

— Ярай,Яппар, миңә лә юлға сығырға кәрәк,ярты көн тигәндәй ҡайтаһы бар, — тип, шөкөр итеүен белдерҙе. — Мәшәҡәтең дә күп... Һуңғы һүҙҙәре “башҡа ваҡыт йомошто йомошлап бөтөрбөҙ әле” һымағыраҡ булды. Шулай ҙа күбеһе атҡарылды бит: нәҫел яңыртыр өсөн йылҡы алыштырыу һөйләшелде, солоҡ тирәктәре лә онотолманы. Кәлсер аҡһаҡалдарына бүләген дә һалды Яппар.

2. Гөлнәзирә

— Мин һине алпауыт һымаҡ хәлле тип тормам, тетмәңде тетермен. Ҡара, нишләткәнһегеҙ малайҙы: ҡабырғалары һынған, яңаҡ һөйәге күскән... — Сәрбиямал ҡарсыҡ хужаға һүҙ ҡушырға ирек бирмәне. Берсә Яппарҙы тиргәне, берсә “шайтандарҙы” ҡыуған хәрәкәттәр яһап, ат ҡарағы тирәләй әйләнде. — Дин хөкөмө сығармай тороп, мирға тапшырырға ғына тораһығыҙ бар эште. Ай, илаһым, сабырлыҡ бир әҙәмеңә. Донъялыҡта шунан һуң да йәнен ҡалдырғанһың икән, юҡҡа түгел. Ғүмер бир, йәшлеге менән ҡылған гонаһын йыуырға ваҡыт бир...

Им-томсо эргәһендә йомошсоһо, дөрөҫөрәге, өйрәнсеге бөтөрөлдө: әле сепрәген еүешләп килтерҙе, ҡушҡан башҡа эштәрҙе үтәне.

— Мейеһе төшкән, ултыртырға кәрәк, — тине бик белдекле тауыш менән ҡарсыҡ.

Шуны ғына көткәндәй, ярҙамсы ҡыҙыҡай егеттең башын еп менән ҡоршаны. Маңлайынан, елкәһенән, ҡолаҡ тишеге тәңгәленән һыҙып билдәләп ҡуйҙы. Ҡара-ҡаршы ҡором менән һыҙылған билдәләрҙе тотоп ҡараны.

— Күрәһеңме, еп артҡа һалыҡ, мейеһе артҡа һалыҡ,— тине им-томсо. — Ай, бай-бай, һул яҡҡа ла һалыша. Харап ҡына иткәндәр егетте, башы зәғифләнеп ҡалмаһа инде...

Сәрбиямал ҡарсыҡ башты таҫтамал менән быуып, төйөнөн мейе төшкән яҡтың ҡаршыһында ҡалдырҙы, остарын тотҡан көйө шул төйөнгә һуға-һуға былай тип һамаҡланы, егеттән һорарға кереште.

— Төштөмө?

Тегенеһе өндәшерлек хәлдә түгел ине.

— Яппар, һин уның урынына “төштө” тиген. Төштөмө?

Ир, ырыу тотҡаһы булған уҙаман, бәләкәй генә, бөкөрө ҡарсыҡ ҡырында ҡаушап ҡалды.

— Төштөмө, тим бит?!

— Э-э... Төштө-төштө... Т-төш-штө-ө...

Сәрбиямал башты тағы үлсәне. Һуңынан, ебен өҙҙө лә, өйрәнсек ҡыҙыҡайға алыҫҡараҡ алып барып, ағас ботағына-түңәрәгенә элеп китергә ҡушты.

— Ҡара уны, элгәс, артыңа боролоп ҡарама.

Өйрәнсектең исеме — Гөлнәзирә. Етем ҡыҙыҡай ул. Бынан ун ете йыл элек ил өҫтөнә ҡот осҡос ваба ауыры таралды. Шул саҡта бик ныҡ ҡырғын булды. Әй, халыҡтың үлеүе-е... Фани донъяға тыуып ҡына өлгөрөп, “би-ир” тип ауаз сығарыуына ике-өс ай ҙа үтмәне, сабыйҙың атаһы менән әсәһе бер-бер артлы баҡыйлыҡҡа күсте. Ҡыҙыҡай ҙа йәшәмәҫ тигәндәр ине лә, иншалла, Хоҙай ғүмерен бирҙе. Кендек инәһе булған Сәрбиямал уны үҙенә алды.Яңғыҙы ғына йәшәгән,ул саҡта өҙә баҫып йөрөгән, иллене саҡ тултырған ҡатындың тормошо усағына утын өҫтәнеләрме ни — ғүмере ялҡынланды ла китте. Йәшәү мәғәнәһе барлыҡҡа килде. Етмәһә, ҡыҙыҡайҙа бәләкәйҙән ниндәйҙер сихри көс барлығын һиҙҙе. Ҡара көс булып ҡуймаһын инде, тип хәүефләнде ул, ваба ҡосағынан ғүмерен Аллаһы булмайынса шайтан алып ҡалмағайы тағы. Тәүбә-тәүбә...

Ләкин, күп тә үтмәне, Сәрбиямал төш күрҙе. Имеш,ул дөм ҡараңғы төндә,ҡайтыр яҡҡа юл тапмай икән. Шул саҡ күк көмбәҙе асылып китте лә... А-ах, күҙҙе ҡамаштырырлыҡ, һуҡырҙы күрҙертерлек, күҙлене һуҡырайтырлыҡ яҡтылыҡ! Унан башына сәллә ураған, ап-аҡҡа төрөнгән көрәктәй аҡ һаҡаллы бабай пәйҙә булды.

— Ҡыҙым, — тине ул, ш-шундай яғымлы тауыш менән, — һин был баланы һаҡла. Уның күңеленә ғилем емешенең орлоғо һалынған.

— Ниндәй емеш була һуң ул,бабай? — тип саҡ һорап өлгөрә алды Сәрбиямал.

— Татлы еме-еш, татлы-ы... — Тауыш ҡара урмандағы шаңдау шикелле ҡабатлана-ҡабатлана алыҫайҙы: — Та-атлы-ы... Та-ат-лы-ы...

Манма тиргә батып уянған ҡатын тороп ултырҙы. Аңына килергә, фанилыҡҡа ҡайтырға тырышып башын һелкте. Шул саҡ мейеһен ниҙер телеп үтте: бала ҡайҙа һуң, бала?! Эргәһендә ятҡан сабый юҡ ине. Ҡыуыҡлы лампаһына ут алды. Тағы яҡтылыҡ! Күҙҙе ҡамаштыра. Лампанан да ошондай нур төшөр икән. Шул саҡ әлегә тиклем “мә-мә”нән башҡа һүҙме,ауазмы сығара белмәгән сабый тауышы ишетелде: “ән-нә”... Тирмә ишеге төбөндә ҡыҙыҡай ултыра. Ҡулында... йылан һелкенә! Сәрбиямал өнһөҙ ҡалды. Тамағына табан төйөр үрмәләне лә таштай булып ҡатты. Сабый ҡулдары ҡара йылан балаһын ҡыҫҡан. Үҙенә иғтибар итеүен күрепме, ҡыҙыҡай устарын асты. Йылан балаһы, аҫтындағы кейеҙ өҫтөндә түңәрәкләп әйләнде-әйләнде лә, сығыр яҡҡа шыуышты.

Сәрбиямал дер-дер ҡалтыранды. Йылан арбауын ауыҙ эсенән һамаҡлай башланы.

Сәңке, сәңке, сәңке йылан,

Сәңке башлы ҡара йылан,

Атҡан уҡтан етеҙ йылан,

Ағым һыуҙан рауан йылан,

Аҡ мамыҡтан йомшаҡ йылан,

Сағыр булһаң, саҡ,йылан,

Саҡмаҫ булһаң, ят, йылан,

Нух пәйғәмбәр хөрмәтенә

Ятҡан ерҙә ҡат, йылан,

Ятҡан ерҙә үл, йылан!

Йылан балаһы үлеүен үлмәне, шулай ҙа юҡ булды. Ҡатын һаман һамаҡланы:

Ятҡан ерҙә ҡат, йылан,

Ятҡан ерҙә үл, йылан...

Күкрәк тәңгәлендәге төйөр таралырға ла уйламаны. Сабыйҙы ҡосҡас ҡына ул күҙ йәштәре булып бәреп сыҡты.

Гөлнәзирә егеттең мейеһен ултыртҡан, дөрөҫөрәге, үлсәгән епте йылға буйындағы тирәк ботағына элде лә, артына әйләнеп ҡарамайынса, эҙ яңылыштырырға булды — йәйләүгә тура ҡайтманы. Ҡыҙҙың күңеле урынында түгел, әллә нимә эшләне ул: берсә яралы егет янына ашыҡтыра, берсә булмышын шом, хәүеф баҫа. Шуға ла яңғыҙы ҡалып, уйҙарының осон һыу ағымына ҡушып ағыҙырға яратҡан урынына табан китте.

Ярата ҡыҙыҡай был ерҙе. Матурлығы, әйтеп аңлаталмаҫлыҡ гүзәллеге ни тора уның: әйтерһең, Хоҙай ер йөҙөнөң барлыҡ хозурлығын кесерәйтеп, бер усҡа һалырлыҡ итеп ошонда йыйған. Ана, ҡая-таш араһынан шишмә бәреп сыҡҡан. Һыуы, һыуы һуң! Бынан ары ошонан алып ҡайтырға кәрәк һыуҙы, тигән уй килде Гөлнәзирәнең башына. Ололар бит уның дауаһы бар ти торғайны. Моғайын, сырхауҙан ғына түгел, яранан да килешер.

— Гөлнәзирә...

Ҡыҙ тертләп китте. Артына әйләнеп ҡараһа...

— Ә-әллә ҡ-ҡурҡыттым инде? — Ишдәүләт баҙнатһыҙ ғына ҡыҙға яҡынлашты. — Б-бына күреп ҡ-ҡалдым да-а...

— Ҡурҡыттың шул, — тип шаяртты ҡыҙыҡай, яулыҡ осон йөҙөнә тартып.

— Б-бүре түгелмен дә-ә... — тигән булды тегенеһе.

— Түгелһең дә, Ишдәүләт ағай, был урында гелән яңғыҙы булырға яратам.

— Б-беләм. — Егет, ниндәйҙер мөһим һүҙ әйтергә аҙапланды. Тотлоҡто. Күкрәгенә үрмәләгән төйөрҙө йоторға булашты, тамағын ҡырҙы. — Ней, Гөлнәзирә, теге ней. Ниңә һин миңә “ағай” тиһең ул?

— Атаҡ. Ағай булмай ни, биш-алты йәшкә өлкән түгелһеңме һуң?

Ҡыҙ шундай итеп йылмайҙы, егеттең йөрәге өҙөлөп төштөмө ни: дөп-дөп килеп типте, күкрәк ситлегенә һыйыша алманы. Билләһи, ошо ҡоршауҙы емерһә, ҡош булып осоп китер ине. Әлегә тиклем ҡыйыуһыҙ ғына йөрөгән Ишдәүләттең күңелен асып һалырға, телен көрмәләндереп булһа ла әйтер һүҙҙәрен әйттерергә ашыҡтырҙы.

— Ней, Г-гөлнәзирә...

Йә-йә, әйт һүҙеңде йомоҡ ауыҙ булып ҡалма, ти ине уның йөрәге. Егет барлыҡ һеңерҙәре тартышыуын, тәне буйлап күҙәнәктәренең этешә-төртөшә йүгерешкәнен тойҙо. Арҡаһы буйлап һалҡын тир бөрсөктәре тәгәрәне. Теле ҡурғаштай ҡатҡан тиерһең, саҡ әйләнеп, аңлашылмаған ауаздар сығарҙы. Тик һуңғы һүҙҙәре генә асығыраҡ ишетелде шикелле:

— К-кәләш бу-бул м-миңә...

Һо-о... Күңелен ҡоршауҙай сорнаған шик-шөбһәләр, икеләнеү-шикләнеүселәр селпәрәмә килде. Өҙөлөп, сынйыр ҡулсалары тау аҫтына тәгәрәне тиерһең — р-рәхәт булып китте.

— О-оҡшатам мин һине, Гөлнәзирә, оҡшатам. — Ҡыҙ өндәшмәне. Ишдәүләт күңел тырызын бушатыуын белде. — Был урынға килереңде белеп, гелән анау шырлыҡтан күҙәтәм...

Быныһын яңылыш ысҡындырҙы Ишдәүләт. Гөлнәзирә битен ҡапланы ла, килгән яҡҡа тороп йүгерҙе. Тик уның “оят-һы-ыҙ” тигән һүҙҙәре генә һауала эленеп ҡалды. Тора-бара ул егеттең йөрәгенә хәнйәр булып ҡаҙалды.

Оятһыҙ. Ах, теленән тарттылармы ни был һүҙҙәрҙе әйттерергә. Юҡ, үҙе, тик үҙе ләпелдәне. Бисәләр шикелле. Бер ҡатлылығы шауҡымында онотолоп.

Оятһыҙ. Был һүҙҙе төрлөсә аңлап була ине. Берҙән, шымсылап тип. Икенсенән...

Ҡыҙ ошонда һыу төшөргә ярата. Шишмәһе яҡын ғына булһа ла, әллә нишләп һыуы йылы уның. Бәлки,көнө буйы ҡояш нурында ҡыҙған таш-ҡаялар төнөн дә боролошта ағышын аҡрынайтҡан, хатта туҡтатып торған урынды йылы тоталыр. Бәлки, улар аҡҡоштай һыуҙа йөҙгән ҡыҙҙы оялтмаҫҡа тырышып күҙен йомалыр ҙа, нәҡ ошо ергә генә йылы тынын өрәлер. Ишдәүләт тә бит ҡыҙҙы күрер өсөн бында ашҡына. Төнө буйы көткән йылҡыларын бер ергә өйөрә лә, саптарына атланып, Гөлнәзирә килгәнсе үк ошонда юрттыра. Атын алыҫҡараҡ бәйләп ҡуя, ә үҙе шырлыҡҡа инеп юғала.

Ожмахҡа тиң матурлыҡты Хоҙай был ергә йәлләмәһә лә, ҡыҙһыҙ уның бер гүзәллеге юҡ төҫлө егеткә. Шишмәһе лә ябай, тауҙар теҙмәһе лә һәр ерҙәгесә, хатта төбө күренеп ятҡан йылғаһы ла бәрҙеләр уйнар өсөн генә һымаҡ. Ә Гөлнәзирә килдеме... Бар тирә-яҡ йәмләнә: йылға өҫтөнән томан шаршауын тарта, уның аша үтеп ингән ҡояш нурҙары тулҡындарға алтын төҫөн йүгертә, тирәктәрҙә ҡоштар һайрай, саңҡ-саңҡ килеп бөркөт баш осонда өйөрөлә... Ҡыҙ һыуға төшөргә булып... Ҡуй, уныһын яҙмайыҡ. Бындай ҙа сибәрлекте әлегә тиклем береһе лә һөйләп тә, көйләп тә, төшөрөп тә бирә алғаны юҡ. Көнләштереп башҡа һылыуҙарҙы, күңелдәренә ойотҡо һалмайыҡ егеттәрҙең...

“Оятһы-ыҙ”.Ҡыҙҙың был һүҙҙәре хәнйәрҙәй күңелен телгеләне лә “һис ҡасан мин һинеке булмайым” һымағына алмашынды. Шиктәй шытып ҡына сығып ҡалманы, бөрөләнде, бүртә барҙы...

3. Ғүмере бар икән, илаһым...

Сәрбиямал ҡарсыҡ аңын юғалтҡан егет менән был юлы үҙе генә ҡалды. Башҡаларға китергә, Гөлнәзирәгә сығып торорға ҡушты. Яйлап ҡына егет кейгән ҡанлы кейемдәренең ҡырынан ҡайсы менән телеп үтте лә, икегә айырып төшөрҙө, өҫкө өлөшөн дә алды. Барлыҡ был ҡан ҡатыш тупраҡлы кейемдәрҙе бер тоҡҡа тултырҙы. Шәрә ҡалған яралының бил тиңенә сепрәк ҡаплағас, Гөлнәзирәгә өндәште:

— Әйҙә, ин, ҡыҙым...

Уны-быны уйламаған ҡыҙ атылып инде лә, башын ситкә бороп,ҡысҡырып уҡ ебәрҙе:

— Уй-й... — Башҡа һүҙ ҡата алманы, битен устары менән ҡапланы. Өнһөҙ булды.

— Оялма, һиңә оялырға ярамай, — тине тыныс ҡына Сәрбиямал. — Һинең алда егет түгел — яралы. Беҙҙең бөтә эш — уның ғүмерен фанилыҡта ҡалдырыу. Ошо тиклем яранан һуң да Хоҙай алып ҡалған икән, был юҡҡа түгел...

Гөлнәзирәнең йөрәге дарҫ-дорҫ типте, үрһәләнде. Ҡыҙ манма тиргә батты, бөтә тәне ҡалтыраны. Им-томсо алдан әҙерләгән үлән дарыуҙарын төрлө һауытҡа һалғайны. Тәүҙә ҡомғанға тултырылған йылымыс һыу менән егеттең бар тәнен йыуып сыҡты. Яйлап ҡына таҫтамал менән ҡоротто. Һуңынан тәненең күгәргән ерҙәренә төрлө майҙар һөрттө.

— Ҡулбаш быуыны сыҡҡан бисараның, — тип үҙ алдына һөйләнде лә, ҡыҙға өндәште. — Кил әле, нишләп тораһың унда ҡалтырап. Бир ҡулыңды.

Сәрбиямал ҡыҙҙың ҡулын тотоп, егеттең быуыны өҫтөнә ҡуйҙы.

— Һиҙәһеңме, сығып торған быуынды. Бына, тигеҙ генә килә лә, ҡапыл һөйәктәй сыҡҡан берәүһе бар. Һиҙәһеңме?

Ҡыҙҙың бар тәне ҡуҙҙай янды. Тәүге тапҡыр ул егеттәрҙең яланғас тәненә тотона. Ҡайҙан һиҙһен ти инде ул. Дер-дер ҡалтыранды. Шыбыр тиргә батты. Эстә ярһыған йөрәге дарҫлап типте. Ошо ярһыу бар күҙәнәктәрен этештереп-төртөштөрөп тәне буйлап ҡыуҙы. Тәүге тапҡыр ул эсендә сәйер тойғо урғылыуын тойҙо.

— Йә, һиҙәһеңме, тим.

— Ы-ы... — Ҡыҙҙың тәнен ҡуҙ иткән кисерештәр әллә ҡайһы ерҙәрен ярһытты.

Сәрбиямал да һиҙҙе уны. Тик ҡасандыр өйрәнсеге ошоно үтергә, уларҙы йүгәнләй белергә тейешлеген дә белә. Ҡыҙҙың ҡулынан өҫкө яҡлап тотто ла, йәш кенә ҡул суҡтарын яралының ҡулбашынан йөрөттө.

— Бына шулай, шулай... — Ҡыҙ тыныслана барғанын тойғас, былай тине: — Хәҙер баш бармағың менән ошо ҡалҡып торған быуынды эскә этәр. Ҡурҡма. Тыныслан.

Гөлнәзирә әлеге быуынды яйлап ҡына эскә табан этәрҙе.

— Юҡ, улай түгел. Тәүҙә быуын тирәләй бармағың аҙ ғына әйләнһен, урынын таптырһын, — тине лә ҡарсыҡ, ҡыҙҙың баш бармағы өҫтөнән үҙенекен ҡуйып, тағы һөйләнергә кереште: — Шулай, бына шулай, хәҙер ҡапыл ғына этәр. Бына шулай-ай...

Ни ғиллә, Гөлнәзирә үҙендә тынысланыу тойғоһо кисерҙе. Әлегә тиклемге йүгерешкән күҙәнәктәр ҙә урынына ҡайтты, йөрәге лә ярһыулығын ауыҙлыҡлай барҙы. Әйтерһең, алдында уның егет түгел, ә ябай ғына әҙәм ята. Ҡарсыҡ та быны һиҙеп, ирен ситтәре менән йылмайып ҡуйҙы. Бик ҡәнәғәт ине ул.

— Маладис,ҡыҙым, — тине лә, яңы ғына йыйылған әрекмән япрағы алып килергә ҡушты. Үҙе быуын өҫтөнә алдан һылаған майҙы һөртөп алды. Һуңынан ҡыҙға былай тине: — Әрекмән япрағын хәҙер йылы һыуҙа сылат та, эске яғын әйләндереп, яра өҫтөнә яп. Шулай иткәндә һыҙлаған баҫылып китә.

Ҡыҙ бөтәһен дә им-томсо әйткәнсә эшләне. Баяғы кисерештәр ҙә юҡ, барыһы һәүетемсә һымаҡ. Шулай ҙа егеттең һомғол кәүҙәһе буйлап ҡараштарын күҙ ҡырыйы менән генә йүгертте. Быны һиҙгән ҡарсыҡ былай тигән булды:

— Сарсап киттем, һин бында ҡалып тор, мин ҡымыҙ эсеп киләйем әле...

Әбейҙең шулай тигәне “һин ир-ат кәүҙәһенә өйрәнә тор, һиңә шулай кәрәк” һымағыраҡ ине. “Ине” түгел, тап шулай. Ҡыҙ ризалығын белдереп, баш ҡаҡты.

Аңына килмәгән булһа ла, егет менән икәү генә тирмә эсендә ҡалыуы Гөлнәзирәне тағы ярһытып ебәрҙе. Эстән — төптән тамағына табан төйөр үрмәләне, тәнендәге бар күҙәнәге туланы ла бит алмаларына ҡыҙыллыҡ йүгертте. Шайтанмы, башҡа нәмәме ун ете йәшлек кенә ҡыҙҙың нәфсеһен ҡуҙғытты. Уның им-томсо булыуын оноттороп, тәбиғәт тарафынан бирелгән ғәләмәттәренең пәрҙәһен асты. Ошо хәлһеҙ, фанилыҡ менән әхирәт араһындағы нәҙек кенә ҡылда ятыусы егеткә ғашиҡ итте. Юҡ, йәлләү тойғоһо түгел ине ул. Ҡыҙ, ысын-ысында ғашиҡ булды. Нәҡ ошо илаһи тойғо егетте нисек тә тамуҡ ҡосағынан тартып алырлыҡ көс бирҙе. Ҡыҙҙың хис-тойғолары шул тиклем көслө булдымы, әле генә йәнһеҙҙәй егет ыңғырашып ҡуйҙы: ы-ыхх...

Гөлнәзирә тертләп китте. Шулай ҙа үҙендә тирмә эсенән атылып сығып, “инә-әй” тип бар донъяны яңғыратып ҡысҡырырлыҡ көс тапты.

— У-ул аңына килде-е!

Ҡыҙҙың был тауышынан тауҙар ишелеп төшөр, ҡыуаҡтарҙағы ҡоштар ҡурҡышынан һауаға күтәрелер,туғайҙағы йылҡы өйөрҙәре тертләп өйөрөлөшөр төҫлө ине.

— У-ул аңына килде-е!!!

Тирмәгә индергәндән һуң аңын юғалтҡан Нәсибулла күҙҙәрен асты. Юҡ, әлегә үҙенең ҡайҙалығын аңларлыҡ хәлдә түгел ине ул. Тик йән өҙгөс итеп ыңғырашып алды, тоноҡ ҡараштарын бер нөктәгә төйнәне. Шулай ҙа... Шулай ҙа интектергес фанилыҡта икәнен аңлап, ыңғырашырлыҡ өн-ауаз сығарҙы. Тимәк, йәшәү ғәләмәте ташламаған, тәнендә аҙ ғына булһа ла йән күҙәнәктәре үҙен белдертте.

— Сеү, сеү бисара... — Тирмәгә хәле бөтөп килеп ингән Сәрбиямал ҡарсыҡ егеттең баш осона уҡ килде. — Бисмилла-бисмилла... Хоҙай ғүмерен тулыһынса ҡайтарҙы. Алла бәндәһе был...

Һуңынан имсе, йылымыс һыуҙа дымландырып, маңлайына сепрәк ҡуйҙы.

— Ҡана әле, ҡыҙым, анау ҡыҙыл шешәләге һыуҙы бир, — тине. — Һин башын аҙ ғына ҡалҡытырһың. Мин уға ҡалаҡлап ауыҙына андыҙ тамыры төнәтмәһен эсереп ҡарайым, — тип өтәләнде. — Йота ғына алһын инде Хоҙайым, йота ғына...

Гөлнәзирә был төнәтмәнең нисек эшләнгәнен белә.Үҙе лә яһашҡаны бар. Бик ҡатмарлы ул эш. Өс андыҙ тамырын турап, сиреккә яҡын һыуҙа сәғәт буйы ҡайнатаһың. Һуңынан ике аш ҡалағы шәкәр болғатып аҙна буйы төнәтәһең. Шунан уны сәй кеүек эсһәң дә була. Төнәтмә эс, бауыр, бөйөрҙө таҙарта. Баш ауыртҡанда ла эсергә ярай. Шеште ҡыуа. Бешерелгән андыҙҙы аяҡ быуындарына ла бәйләйҙәр.Ҡайҙа ла яҡшы инде, һыҙлауҙы баҫа.

— Йотто. Аллаға шөкөр, — тип, им-томсо тағы яралы егеттең ауыҙына ҡалағын килтерҙе. — Мә, эс, яйлап йот...

Гөлнәзирә эстән ҡыуанып бөтә алманы. Тимәк, егет һауығасаҡ. Андыҙ уның эсендә уҡмашҡан бар ҡанды, бысраҡлыҡты ҡыуып сығарасаҡ...

— Төшөп етеп,үҙ юлын алһын әле, — тине лә Сәрбиямал, егеттең бар тәнен йомшаҡ кейеҙ менән ҡапланы. — Һарыҡ йөнө йылытһын,хәҙер өшөй башлай ул...

Был юлы Гөлнәзирә аптыраны, тышта бит түҙеп торғоһоҙ эҫе. Нисек өшөмәк кәрәк? Ҡыҙҙың уйын һиҙгән ҡарсыҡ былай тине:

— Йәне тәненә тарала. Уға йылы кәрәк. Был бәндә йәшәйәсәк. Аллаға шөкөр, тағы бер йәнде ҡотҡарҙыҡ, ҡыҙым...

Шатлығынан күҙ йәштәре тәгәрәгән Гөлнәзирә үҙен ҡарап үҫтереүсе, изге ғәмәлгә өйрәтеүсе ҡәҙерле кешеһен ҡосто…

Рәлис УРАҘҒОЛОВ.

(Дауамы бар).

4. Риүәйәт

“Француздар завод төҙөй икән”, “Ҡаҙнаға алынған ерҙәрҙе аҡтарып, баҡыр сығаралар, имеш...”

Телдән-телгә күсте был хәбәр. Ҡолаҡтан-ҡолаҡҡа шыбырланы ябай халыҡ. Аҡһаҡалдар ғына өндәшмәне. Һәр ҡайһыһы уйға сумып, фекерен төйнәргә тырышты. “Ҡаҙна ере...” Баштарын телгеләне был хәбәр, мейе һырҙары буйлап үтеп, тәндәренең һәр күҙәнәген ҡайнатты, этештерә-өртөштөрә ҡан тамырҙары буйлап йүгертте.

Яппарҙы ла йоҡо алманы. Сәрбиямал ҡарсыҡ яһап биргән һуҡыр кесерткән төнәтмәһен дә эсеп ҡараны — тыныслыҡ тапманы, дарҫ-дорҫ килеп, йөрәге үрһәләнде. Ахыр сиктә: “Эй, суҡынып китһен дә, ана, башҡорттоң ере ете ҡат — аҡтарһындар, һәр ҡайһыһына етерлек. Килмешәк туйған ерендә, башҡорт торған ерендә, соҡонорҙар-соҡонорҙар ҙа китерҙәр”, — тип, уң яғына әйләнеп ятты.

Шуныһына ғына аптырай Яппар, башы етмәй: йөҙләп йыл да үтмәгән бит ошо француз тигәнен өңөндә дөмөктөрөп ҡайтҡанға, ҡасан аяғына баҫҡан, хәҙер килеп тыныс ҡына ятҡан Урал тиклем Уралда завод һалһын инде. Кемдең еренә бит — Табын ырыуы батыры Абдрахмандың ата-бабаһы еренә...

Һағындырған илем, төйәккәйем

Урал ғына тигән тау икән.

Ир баштарын илдән, һай, айырып

Француз да тигән яу икән.

Күгәреп тә ятҡан Мағаш тауы

Әле генә булһа бар микән?

Үҙем булһа бында иҫән-һаумын,

Туған-тыумасалар һау микән?

Туҡта, әллә һаташа инде Яппар? Абдрахман көйөнә ойоп бара лаһа. Алыҫтан, бик алыҫтан ишетелгәндәй ул аһ-зар, һағышҡа һуғарылған моң. Әйтерһең, күк көмбәҙе асылған да, ҡош юлының меңдәрсә йондоҙҙары батыр дөлдөлөнөң тояҡтары аҫтынан сәселеп бара. Үҙе иһә ҡоштай осоп алыҫтан-алыҫтан тыуған яғына елә. Бәлки, ҡасанғылыр ҡан дошманының ейәндәре аҡтарасаҡ Табын ерҙәре өсөн йәне үрһәләнәлер. Рухы рәнйейҙер. Ә, бәлки... Ниңә минең ейәндәрем үҙҙәре ер ҡыртышын һаҡ ҡына асып, кәрәкле хазинаһын файҙаланмай һуң, тиҙер.

“Ер ҡыртышы”. Өнө менән төшө араһында һаташып, ойоп барған Яппарҙың аң-зиһене тамам асылып китте. Әҙәм балаһы кәрәкһә лә кәрәкмәһә лә ерҙе йырғыслап, ниҙер эҙләй шул. Алтын-көмөш өсөн бер-береһенең боғаҙынан ала, ҡан ҡоя. Сал ҡылғанды юрған иткән далаларҙы, болондарын хуш еҫкә күмелгән сәскә, үлән тамырҙарын аҡтара, солоҡ ҡуныр йөҙйәшәр ағастарҙы ауҙара. Олатаһы мәрхүм һөйләгән Алпамыша әкиәтендәгесә, билләһи. Әллә ололарҙың ахырзаман тураһында һүҙе юш килеп, һөйләгәндәре раҫҡа сығамы? Ишеткәндәр һис кенә лә әкиәткә оҡшамаған бит.

Ир тағы күҙҙәрен йомдо. Олатаһының йөҙөн күҙ алдына килтерергә тырышты. Бына ул, аҡ сәлләһен ураған да, яурынына ап-аҡ елән һалған. Һаҡ ҡына ҡурайына ҡағыла. Моңһоу ҡараштарын алыҫҡа-алыҫҡа төбәгән. Ошо ҡарашы менән ул бар ғаләмде күҙҙән үткәрә төҫлө. Һәр хәлдә, уйҙары боронғо Табын ханлығы биләмәләрен урап ҡайта, Инйәр, Иҙел буйҙарын, Мағаш тауын...

— Улым, кил әле бында, Яппарым, бәләкәсем минең... — Ҡытыршы, шул уҡ ваҡытта әйтеп аңлаталмаҫлыҡ йом-йомшаҡ ҡына ҡулдары малайҙың башынан һыйпай. Бына уны тубығына ултырта ла, Алпамыша тураһында әкиәтен көйләй. Эйе, һөйләмәй ул, ә илаһи моңға һалып көйләй. Яппарға ш-шундай рәхә-әт... Олатаһының ап-аҡ һаҡалы һелкенеп, елкәһен, сикәһен ҡытыҡлап-ҡытыҡлап ҡуя. Моңло тауыш ағыла ла ағыла... — Алты йәшәр Алпамышаның яурыны булған алты аршин, буйы алмыш аршин. Урманда йөрөгәндә ҡарағай ағастары, ыштандың төбөн йырта тип, сүп кеүек ситкә алып ташлап йөрөгән. Шунан ул бер урында һабан һөрөп йөрөгән әҙәмдәргә осрай. Шуларҙы ике пар үгеҙе, ике һабаны менән кеҫәһенә һалып алып ҡайта.

— Атай, — тигән, — бына донъяға әжер тигән ҡорт сығып, ерҙең ҡыртышын ашап йөрөй, — тигән.

— Балам, — тигән атаһы, — былар — ахырзаман кешеләре, шуға ла улар ваҡ. Уларҙы азат ит.

Алты йәшәр Алпамыша уларҙы урындарына илтеп ташлай...

Олатаһы тынып ҡала. Яппарҙың башын күкрәгенә ҡыҫа.

— Бына шулай, улым, әжер тигән ошо ҡорт шикелле беҙ: ерҙең ҡыртышын аҡтарабыҙ, соҡойбоҙ, соҡотабыҙ...

Яппар бер ни аңламай. Тик ҡарттың сыҙашалмай типкән йөрәген генә сәйерһенеп тыңлай.

— Олатай, нимә дөпөлдәй ул эсеңдә? — тип һорай ул, яҡын кешеһенең күҙҙәренә ҡарап.

Ҡарт ирен ситтәре менән генә йылмая ла, былай ти:

— Анау стеналағы сәғәттең теле ише ваҡыт һанай ул, улым, ғүмерҙе һана-ай... Француз сәғәте һымаҡ...

Ошонда малай тәүге тапҡыр “француз” һүҙен ишетте. Олатаһының ғүмерен һанаған сәғәт яһаусыларҙы ошолай атайҙарҙыр инде, тип уйланы Яппар. Баҡһаң, олатаһының атаһы был сәғәтте французды еңеп ҡайтҡан саҡта алған булған икән. Шул турала ла һөйләне олатаһы. Ошо ваҡыт, һигеҙ йәштә Яппар олатаһынан Абдрахман батыр тураһында ла ишетте. Шул саҡ малайҙың ғорурланып йөрөүен күрһәгеҙсе: уның ҡартатаһы — Ибраһим, Абдрахман менән бергә француздарға ҡаршы һуғышҡан. Тимәк, батыр булған. Ана бит, һандыҡ төбөндә уның да ҡылысы, ялтырап торған миҙалы һаҡлана!

“Беҙҙең Табын ырыуынан Абдрахман бәләкәйҙән үк батыр булған. Дан алған. — Яппар, инде урта йәштәргә етеп барған Ҡумрыҡ-табын иленең хөрмәтле байы Яппар, ҡасандыр олатаһы һөйләгән, йылдар буйы шымартылған риүәйәте ҡабат күңеленән үткәрҙе. — Һабантуйҙарындағы көрәштә ул берәүгә лә бил бирмәгән, ат сабыштарында, уҡ атыштарында ла гел алғырҙарҙан булған. Тирә-яҡ башҡорттары Абдрахман менән ярышырға баҙнат итмәгәндәр. Ул ауыл егеттәре менән уҡ-һаҙаҡтар аҫып, суҡмар тотоп, һунарға йөрөргә яратҡан. Бер сыҡҡанда дүртәр-бишәр көнләп, хатта аҙналар буйы йөрөгәндәр.

Абдрахман батырға егерме биш йәштәр тирәһе булғанда, француздар яуы сығып киткән. Рәсәй батшаһы башҡорттарға ла мөрәжәғәт иткән. Был хәбәр табын ырыуына ла килеп еткән. Илгә ауырлыҡ килгәндә, яу төшкәндә башҡорттар бер ҡасан да ситтә ҡалмаған. Табын иле башлыҡ итеп Абдрахман батырҙы тәғәйенләп ебәргән.

Бер мәл Абдрахман батырҙы француздар ҡамап алған икән. Тирә-яҡтан төҙәп аталар — һис пуля алмай, ҡылыс менән сабалар — ҡылыс үтмәй, ти. Өҫтөнә кейгән көпөһө уҡ та, пуля ла үткәрмәй. Шунан ни, француздар ул-был иткән арала, Абдрахман батыр француздарҙы тураҡлап, йән-фарман сығып киткән, ти. Дошман тоторға уйлаған, Абдрахман һуғыша-һуғыша соҡорға килеп терәлгән. Аптырабыраҡ ҡалған: ни эшләргә, аты менән һикерһә, арғы ярға барып етмәйенсә, осоп төшөп һәләк булыуы бар. Шулай ҙа тәүәккәлләгән: ҡыҫрыҡлап алған дошманды өркөтөп, бер аҙ эскә үткән дә саптырып килеп соҡорҙан атын һикерткән. Уның аты дөлдөл толпар булған. Ул икенсе ярға барып еткән, тик арт тояҡтары ғына соҡорға төшөп китеп, батырҙы саҡ ҡолаттырмай ҡалдырған... Вәт бит нисек булған батырҙар элгәре...”

Батырҙар. Нимә ул батырлыҡ? Осло штыгын ҡояш нурында сағылдырып килгән француз һалдатына ҡаршы ҡылыс болғаумы? Әллә осоп барған йәҙрә дуҫыңа теймәһен өсөн күкрәгеңде ҡуйыумы? Аңламаҫһың...

Бәлки, аҡыл менән ҡурҡыу белмәҫлектең бергә ҡушыуылыр? Хәйер, ҡайһы саҡ аҡыл ҡушылһа, икенсеһе ситкә лә китеүсән. Ана бит, дуҫы тоҙ сығарыусыларҙы барып ҡыйратты, ә үҙе... Яппар иһә аҡылын алға ҡуйҙы ла, башҡалар алдында ҡаушап ҡалыусы һымаҡ күренде. Бөгөн дә уны нәҡ шундайҙарға һанайҙар. Йәнәһе, француз заводын төҙөүгә ҡаршы сыҡмай. Завод өсөн урмандарҙы киҫәләр — Яппар өндәшмәй, тау шартлаталар — Яппар тағы ла өнһөҙ. Бар, аңлатып ҡара һин уларға улай ярамағанын, заводтың да кәрәккәнен. Бер йүнһеҙ айғыр илгә бәлә килтертә, ти. Бында, ысынлап та, аҡылды алға ҡуйыу мөһим. Ҡурҡаҡ булып күренһәң дә...

5. Нәсибулла

Аңына килгәс, барыһын күҙ алдына килтерергә тырышты Нәсибулла. Тән һыҙланыуынан да бигерәк, йәне үрһәләнде. Бер һорау гелән тынғылыҡ бирмәне: ни өсөн тәүҙә туҡмаған, һуңынан эйәргә тағып һөйрәтеп килтергән еренән ил-күстәренең түрәһе уның ғүмерен алып ҡалды, ҡалыу ғына түгел, хәстәрлек күрһәтә, оло ҡунаҡ урынына ҡарата? Уны тәрбиәләгән Сәрбиямал әбеһе әйтеүенсә, Яппар элек атаһы менән дуҫ булған. “Араларына һыу һипһәң дә үтмәҫ ине, — ти им-томсо. — Атайың ҡыҙыу, тәүәккәл кеше булды. Ә Яппар — уның киреһе: тәүҙә үлсәр, уйлар, һуңынан ғына ҡарарға килер. Икеһен ҡушһаң, нәҡ бер бөтөн инде. Ҡайһы саҡ ошо тәүәккәллек дыуамаллыҡҡа әйләнә, тормошта ҡамасаулай шу-ул... Бына һин дә, атайыңа оҡшап, осраған атҡа йүгән һалғанһың. Уны-быны уйлап та ҡарамағанһың. Бөгөн ат ҡарағы исемен күтәреп ятаһың. Ярай әле Яппарға эләктең, юғиһә...”

Эх, шул “юғиһә”һе яҡшыраҡ булмаҫ инеме икән? Был һорауҙы үҙенә генә түгел, Сәрбиямалға ла бирҙе Нәсибулла. Ҡарсыҡ уйланды, һуңынан яйлап һөйләп алып китте:

— Тәүбә, тиң. Һин әле генә, йәнең үртәлгәндә шулай тиһең. Эйе, анһат ул үлеп китеүе. Һинең уғры түгел икәнеңде Хоҙай ғына белә. Уның ҡаршыһында, бәлки, гонаһың юҡтыр. Әммә бындағылар өсөн һин — ат ҡарағы. Гелән шулай билдәһеҙ, әшәке бер әҙәм аҡтығы, уғры булып ҡалыр инең. Минең өсөн дә, бигерәк тә Гөлнәзирә өсөн, — Сәрбиямал ҡыҙының исемен юрамал әйтте. Егет аҙ ғына булһа ла уйланһын, ысынбарлыҡҡа ҡайтһын тип. Һуңынан күҙҙәренә ҡараны — әһә осҡонланды. — Тән ғазабына түҙеүеңде беләм, уныһы уңалыр. Ә бына йән ғазабының дарыуы тик изгелек кенә. Ғүмереңде Аллаһы Тәғәлә алып ҡалыуы ла шуның өсөн. Фанилыҡта — кешеләр араһында исемеңде аҡлауы Хоҙай алдында аҡланыуыңдан ауырыраҡ, бында инде доғалар, им-томдар күпмелар ярҙам итһә лә, килешеп үк бөтмәй. Ышаныс тик ысын күңелдән ҡылған эштәрең аша ғына кире ҡайта. Һүҙ менән аҡланыу һуҡыр бер тингә лә тормай...

Яппар менән дуҫ булыуы тураһында атаһы гелән иҫкә төшөрөп торҙо. Шуға ла, үлер алдынан үҙе яһаған тамғалы йүгәнен тоттороп, Нәсибулланы тыуған яҡтарына ҡайтырға өгөтләне.

— Улым, үҙеңә тормошта кәрәк һөнәрҙәрҙе өйрәтеп ҡала алдым. Бына бит, йүгәнде лә минекенсә эшләнең, ошоно ҡулыңдан ысҡындырма... Ҡаты ауырыу әсәйеңде алды, сират миңә етте. Инде һинең сит-ят ерҙә ғүмер итеүеңде теләмәйем. Һин бында тыуһаң да, килгән кеше балаһы итеп ҡарарҙар, аҫабалыҡ хоҡуғы — ер өлөшөң дә юҡ. Тегендә, исмаһам, ата-бабаңдың ере бар. Ә ерле кеше юғалмай ул — тамырҙары көс бирә. Күсереп ултыртҡан ағас та яңы урында тиҙ генә мандып, тамыр йәйеп китмәй — үҙ урманында ғына ныҡлы үҫә, ел-ямғырҙан, һалҡындан ышыҡланыр терәге була. Ҡайт, улым, бына ошо йүгәнде ырыуҙаштарыңа күрһәт. Яппарҙы эҙләп тап. Мосафирҙарҙан белешеп торам, унда ул бик тә хөрмәтле кеше. — Исмәғил оҙа-аҡ өндәшмәй торҙо. Һыу уртланы. — Хә-хәҙер, хәҙер, улым... Йәшләй был донъянан китеүе, ай-һай, үкенесле икән. Заманында бик ныҡ яңылыштым мин, дуҫымды тыңламаным. Һин дә, улым, дыуамалһың, ҡыҙыуһың. Һәр уйлағаныңды дөрөҫ тип ҡабул итәһең. Асылда улай булмай сыға. Уй-хыялыңды тормошҡа ашырыу өсөн башҡа юлдар ҙа ба-ар...

Был төндө оҙаҡ, бик оҙаҡ һөйләшеп ултырҙы аталы-уллы. Дөрөҫөрәге, Исмәғил һөйләп ҡалырға тырышты, Нәсибулла “эйе”не белдереп йә башын ҡаҡты, йә тамаҡ ҡырҙы. Һуңынан атай кеше былай тине:

— Бына, улым, еңел булып ҡалды — йәнем сыҡҡансы һөйләй алдым. Хоҙайға мең шөкөр, телемдән яҙҙырманы. Күпмеһен аңыңа һеңдерә алғанһың — тормош үҙе күрһәтер. Әле шуға шатланам, исмаһам, түшәккә ятҡас күңелде бушатайым. Ауырымаһам, һөйләшеп тә ултыра алмаҫ инек. Был турала әйтергә гелән һуңғараҡҡа ҡалдыра килдем. Их-х, үҙем дә ҡайтып, тыуған ауылымды бер иңләр, йәйләүҙәрҙә иркенләп йөрөр ине-ем. Тик гелән, ҡайтһам, шунда уҡ тотоп алып китерҙәр, тип уйланым. Әй, йүләр булғанмын. Ундағы минуттар өсөн бер ни йәл түгел икән. Тотҡонлоҡтан ҡасҡанда азат булырмын тинем: баш бирмәнем, юлда уҡ ҡаса алдым. Тик һуңынан ғына, Бөрйән иленә килеп йәшәй башлағас ҡына шуны аңланым: тотҡонлоҡта аяҡ-ҡулым бығаулы, иркем сикләнгән булһа, сит тарафтарҙа — булмышым. Тәнем — иректә, ә тыуған ерһеҙ йәнем, күңелем бикле ине. Ваҡытында атай-әсәйҙең бәхиллеген ала алманым, әле үҙем тыуған яғымдың һауаһын һулап китмәйем. И-их... Иҫеңдә тот, улым, тыуған ерҙән дә, иректән дә ҡәҙерле нәмә юҡ был донъяла...

Оҙаҡ ауырып ятманы Исмәғил. Ялбарыулы ҡарашын улына төбәне лә, һуңғы һулышы менән бергә: “Ты-тыуған яҡҡа ҡ-ҡайт, у-улы-ым...” — тигән һүҙҙәре генә һауала эленеп ҡалды.

Күңеле һыҡтап, йөрәге һыҡрап, тауҙар аша юлланды Нәсибулла атаһының тыуған яғына, үҙе өсөн бөтөнләй сит-ят ергә. Юлаусылар аша белешеп, Инйәр буйы ауылдарында ҡунып, һорашып, тейешле аҡланға килеп сыҡты. Ҡараһа — өйөр. Моғайын, көтөүселәре уның ырыуҙаштары, ҡан-ҡәрҙәштәрелер. Күрешер, һөйләшер. Шул мәл, тай-тулағын һаҡлайым типме, бер йәш айғыр йылҡыны өйөрҙө лә, ажарланып уға ҡаршы сапты. Килде лә...

А-ах... Айғыр күҙҙәренән килгән осҡон егеттең ҡайғынан һүнеп барған күңел ҡуҙҙарына һауа өрҙөмө ни, ниҙер шажланы, бажланы-ялҡынланды! Бына ул йәшәү мәғәнәһе! Хайуанҡай ҙа, мәхлүгең, ниҙер һиҙҙе, шикелле, улар араһында әйтеп аңлаталмаҫлыҡ уртаҡлыҡ барлыҡҡа килде, күҙгә күренмәҫ еп сорнаны ике йәнде. Ҡараш. Йәндәрҙең бер-береһенә тартылышы. Кешеләр араһында егет менән ҡыҙҙа, ҡатын менән ирҙә генә булған ымһындырғыс, йәшен сатҡыһы һауаны телеп үткәндәй мәл. Әҙәм балаһының тойғоһон нисек тә аңлатып була. Ул “бер күреүҙән ғашиҡ булыу” тип атала. Ә бында — башҡаса: ир-ат менән ат араһында урғылған эске тойғо. Ат йәнле егет, хужаһы ихтыярына бирелгән малҡайҙы бәйләгән, һис кенә аңлата алмаҫлыҡ кисереш.

Кешнәп, ерҙе сапсып бар аҡланды һиҫкәндергән айғыр бейәләрен, тай-тулағын тағы бер тапҡыр әйләнде лә, сабып килеп Нәсибулла ҡаршыһында шып туҡтаны. Бер аҙ тыныслана алмай тояҡтары аҫтынан тупраҡ осорҙо, тағы әйләнеп килде. Тик быныһында өйөрө тирәләй түгел, ә егетте ураны. Бышҡырҙы. Аптырап, Нәсибулла йүгәненең көмөш биҙәктәрен, ауыҙлыҡ тимерен сыңлатты. Айғыр тағы бышҡырҙы. Ауыҙ эсенән күбектәр осорҙо, сысҡан һырты буйлап тулҡын йүгертте, артҡы тояҡтарына баҫып, алғыларын егет алдында уйнатып алды ла, тынып, туҡтап ҡалды. Ҡараштар тағы осрашты. Яйлап ҡына айғырҙың ажарлы, осҡон сәскән күҙҙәрен сихри, буйһоноусан ихласлыҡ алыштырҙы, ирендәре дерелдәне. Егет, уның маңлайындағы айынан һыйпарға, яратырға булып ҡулын һуҙҙы. Ошо саҡ...

— Ат ҡарағы! Ҡара-аҡҡ!!!

Башҡаһын томан араһындай ғына хәтерләй Нәсибулла. Барыһы бергә буталды: сыбыртҡы эҙе буйлап йөҙөнән ҡайнар ҡан бәреп сыҡты, күкрәк тәңгәлен ситек табандарының шпорҙары, тимерҙәре иҙҙе... Һуңынан, ҡулын бәйләнеләр ҙә, ҡыҫҡа арҡан менән тотҡан һыбайлы саҡ баҫып торған егетте һөйрәтеп тигәндәй алып китте. Ҡайҙа баралар, ни эшләтерҙәр — бер ни аңламаны Нәсибулла. Бер һүҙ ҙә әйтә алманы. Һөрлөгөп йығылһа — таштарға эләгеп эсе ярыласаҡ, эсәктәре бер аҙ һөйрәлеп барасаҡ та шул килеш йән бирәсәк. Абынған саҡтарында арҡаһын сыбыртҡы ярҙы, кейеме ҡанға уҡмашты. Оҙаҡ, бик оҙаҡ ҡыуҙылар. Бер аҙ хәл алдырҙылар ҙа, тағы алып киттеләр. Һыуһаны — һыу бирмәнеләр. Тик Инйәргә ҡушылған бәләкәйерәк йырғанаҡтарҙы кискәндә генә бер аҙ эсеп, һыуланып алды. Ялан менән ара алыҫайған һайын, йылҡы көтөүселәрҙең дә ҡыҙыулығы һүрелде. Ләкин ярһыулыҡтарын ат ҡарағы тотоусыларҙы көткән бүләк, тәбрик һүҙҙәре ишетеү шатлыҡ-ҡыуаныстары алыштырҙы. Уныһы оторо насар ине Нәсибулла өсөн: кәрәккәндә лә, кәрәкмәгәндә лә ҡайыҙланылар, арттан килеүсе һыбайлы эйәрҙә килеш арҡаһына типте, ашыҡтырҙылар...

— Әйҙә, шәберәк. Беләһеңме, беҙҙә ат ҡарағын ни эшләтәләр?!

— Б-б..

— Үәт, белһәң әҙерлән!

— Я-ап-па-ар...

— Ә-ә... Яппар? Был мәлғүн, Яппар ти түгелме?

— Һаташалыр. Бәлки, берәрһе менән Яппарҙың айғырын урлайым тип бәхәсләшкәндер. Ха-ха-ха... Хәҙер алып барабыҙ, хәҙе-ер күрһәтербеҙ һиңә Яппар ағайҙың кем икәнен...

Хәле ҡалманы, аяғы тотманы Нәсибулланың. Йығылды.

— Туҡтат. Йығылды, алдан уҡ йәне сыҡмаһын, — көтөүселәрҙең береһе өндәшкәнен егет тоноҡ ҡына ишетте.

Туҡтаманылар. Аҙ ҡалған, дөмөкмәҫ, тигәндәрҙер. Хәйер, һөйрәһәләр ҙә, атлатһалар ҙа Нәсибулла өсөн барыбер ине. Тәне бер ни тойманы, йәне, әйтерһең, ауыҙ ҡыуышлығына тулған, уҡмашҡан ҡан аша иреккә генә сыға алмай яфалана. Боғаҙ тәңгәлендә үрһәләнә, тын алғыһыҙ итә. Бына күҙ алдына атаһы пәйҙә була: “Түҙ, улым, түҙ...” Үҙе улына мөлдөрәп ҡарай, үҙе яй ғына һамаҡлай: “Аҙ ғына түҙ, һин тыуған ереңдә. Барыһы ла һәйбәт булыр. Түҙ...”

— Сисегеҙ ҡулдарын. Өҫтөнә һыу һибегеҙ...

Нәсибулла тертләп китте. Тирмәгә ингән Гөлнәзирә уңайһыҙланды.

— Әллә уяттым инде?.. — тип хафаланды. — Бына, андыҙ тамыры ҡайнатҡайным, аҙыраҡ эсеп ҡараһаң тиеүем... Кәрәкһә, ҡымыҙ алып киләм...

Шунда ғына Нәсибулла барыһының да үткәндә ҡалғанын, уйы менән төшө араһында буталанып, һаташып ятыуын аңланы. Тәне үлтереп һыҙлаһа ла, торорға аҙапланды.

— Инәйем торорға, яйлап атларға ҡуша ла ул, хәлең булмаһа, ят, ағай, — тине лә ҡыҙ, сығыу яғына ыңғайланы.

Егеттең уны ебәргеһе килмәне. Шул уҡ ваҡытта былайтып, бәлә һалып ятыу ҙа эш түгел. Ана шул “түгел”е тынғылыҡ бирмәй: әле бер яғын килтереп ҡыҫа, әле икенсеһе үҙен һиҙҙерә.

— Ҡана, булышайым, — ҡыҙ ултырырға ярҙам итте, арҡаһы яғынан мендәрен ипләне, өҫтәмә түшәк ҡуйҙы. — Хәҙер терәлеп ултырһаң да була.

— Рәхмәт. Ат ҡарағына шулай ҡәҙер-хөрмәт күрһәткәс, табындарҙа ҡунаҡтарҙы бөтөнләй күтәреп йөрөтәләрҙер инде, — тип, йылмайғандай итте Нәсибулла.

Уның һүҙҙәрен төрлөсә аңлап була ине: ихтирам йөҙөнән әйтелгән тип тә, уны-быны уйлап тормайынса, хәлдең асылына төшөнмәйенсә туҡмап ташлауға мыҫҡыл итеп тә.

— Ҡуй, ағай, үҙеңде кәмһетмә, — тине лә Гөлнәзирә, ололарса былай тип ҡуйҙы. — Ысын ат ҡарағы булһаң, тирмәлә ятҡырмаҫтар ине. Тимәк, ғиллә башҡала...

— Яппар ағайҙамы? Ул атайымдың йәшлек дуҫы булмаһа, бөтөнләй кемлегемде һорамаҫтар ине.

— Бәлки, шулайҙыр ҙа. Ә нимә, бөрйәндәр нәҫел айғырына йүгән кейҙергән кешене аяп торалармы? — Ҡыҙ телен шартлатты. Уныһы ажар айғырҙың егеткә баш эйеүенә һоҡланыу ине. Йылмайҙы — күңеле был хәлгә ышанманы: нисек инде Ишдәүләттән башҡаны яҡын да килтермәгән айғыр, тәү күргән кешенең йүгән сыңлатыуына тыңлашып торһон? Бер ғиллә барҙыр бында. Ысынлап та, шайтан нәҫеленән түгелме икән егет, атаһы ла бығауланған, кандалала килеш ҡасҡан даһа! — Һин, ағай, ҡыйыу ғына түгел, серлеһең дә. Һине йәйләүҙә беләһеңме кем тиҙәр?

Ҡыҙҙың сибәрлегенә хайран ҡалып, аҡылына иҫе китеп ултырған Нәсибулла, “юҡ”ты белдереп, башын һелкте.

— Шайтандыр, ендер, тиҙәр. — Ҡыҙ рәхәтләнеп көлдө. — Ә мин ышанмайым, үҙемде бит “сихырсы”, егеттәрҙең күңелен арбаусы тип нахаҡ һөйләйҙәр. Ә үҙҙәре, ауырыһа, иң тәү инәйем менән миңә килә...

— Ысынлап та, арбаусы һин. Им-томоң булмаһа, күңелемде арбамаһаң, мин аяҡҡа баҫа алыр инемме? — Егет яй ғына тороп баҫты. — Бына, ҡара, баҫа алам. — Сайҡалды. Саҡ ҡолап китмәне. Атларға ынтылып, бер аяғын алға шылдырҙы. — Бына, күрәһеңме, һинең шифаң булмаһа-а...

Йығылып ҡуймаһын тип, ҡыҙ уны барып тотто. Дөрөҫөрәге, ҡосағында ирене. Егеттең хәлһеҙ устары ҡулбаштарына ятты. Ҡараштар осрашты. Йә, Хоҙа-ай... Нимә был? Бар донъя өйөрөлдө. Тирмә эсе зыр килде. Әкиәттәгесә кейеҙ-балаҫтар осто, һуғылған таҫтамалдар ҡул болғаны, еҙ ҡомған-тастар, самауыр урындарында бейеште. Ни булғанын ҡыҙ ҙа, егет тә аңламаны...

Ҡайҙалыр күктәме, бәлки, тирмә тирәләйҙер, әллә бейектә-бейектә саңлап осҡан ике сар* сүрәтенә ингән ҡошҡайҙар булып Нәсибулланың ата-әсәһенең йәндәре талпынды: “Тупрағың ошонан башлана, улы-ым...”

Ҡыҙҙарының буй етеп, тәүге һөйөү кисерештәре килеүенә ҡыуанған ата-әсәнең дә йәндәре сикһеҙ киңлектә талпынды: “Бәхетле бул, сабыйым...”

*сар — бөркөттәр ғаиләһенә ҡараған ҡош. Барыһынан айырмалы рәүештә, улар һунар иткәндә тауыш сығарып өйөрөлә.

6. Осрашыу

Ишдәүләт теге саҡтан һуң ҡыҙҙы аулағыраҡ урында осратыуҙан тамам төңөлдө. Хәйер, алыҫ йәйләү менән ҡышлаҡ-ауылдың эргәһендә тиерлек йәйрәгән болонда — Яппар яланы тип йөрөтөлгән ерҙә — урынлашҡан тирмәләр араһы ла яҡын түгел. Йомош табып ҡына ҡайтмаһаң, йылҡыларҙан айырылып буламы тағы. Шулай ҙа әмәлен тапты егет: Әүжән яғынан килгән юлсыларҙан бер знакумы бар ине, шуның аша яулыҡ алдыртты. Алексей исемле ул. Завод йомошо менән дә, хужаһының шәхсән эштәре менән дә Өфөгә йөрөй. Бушыраҡ ваҡытында туҡтап, ҡымыҙ эскеләп китә, алып килгән шарабын ауыҙ итә. Бына шул егет килтергән яулыҡты еңгәһе аша Гөлнәзирәгә тапшырырға ҡушты ла ҡыҙҙың яратҡан ерендә осрашыуға саҡырҙы.

Эх, ҡасан ғына бөтөр икән был йәйләүҙәре. Яппар ағаһы киләһе йылдарға бөтөнләй сығып булмаҫ, завод та төҙөһәләр, ерҙәр киҫелә, тип хафаға ҡала ла бит. Ишдәүләт башҡасараҡ уйлай: исмаһам ауылдан алыҫ йөрөмәҫтәр, Гөлнәзирәһен дә көн һайын күрер ине. Хәйер, йәйләүе бөтһә, ҡышын да тибенлектә булырға кәрәк шул. Нисек кенә тимә, аттарҙы ҡарауһыҙ ҡалдырып булмай. Ат ҡараҡтары ла етерлек, ҡыуып алып китергә лә күп һорамаҫтар. Хәҙер элекке шикелле барымта-ҡарымталар юҡ. Юғалған атҡа башың менән яуап бирерһең. Ана бит... Ишдәүләт, теге егетте иҫенә төшөрҙө. Ат ҡарағы тиклем ат ҡарағын Яппар үҙе ҡаратып, дауалаттырып ята. Дуҫының улы, имеш. Кем белә әле уның шулай икәнен, ул зимагур әллә нәмәләр, әллә ниндәй әкиәттәр уйлап сығарыр. Нәҫелгә ҡалдырылған, береһенә лә баш бирмәгән айғыр тиклем айғыр меҫкен генә булып уның ҡулына барһынсы! Һаман иҫе китә егеттең: нисек итеп йүгән кейҙерткән ул. Һа-ай, бер ғиллә бар бында. Шайтан нәҫеленән түгелме икән был уғры? Шулай булһа-а... Ишдәүләт тертләп китте, мейеһе аша йәшен сатҡылары ярып үтте тиерһең, бар тәне зымбырланы. Шулай булһа, Гөлнәзирәне лә әүрәтмәҫме? Уйлауы ла ҡурҡыныс. Шайтан, шайтан ул. Ана бит, күпме туҡмаһаң да тере ҡалды. Имгәнеп тә ятманы, бер көндө генә тирмә алдына сығарып ҡуйғандар ине, әрһеҙләнеп ҡымыҙ һемерә. Етмәһә, күгәреп шешенгән ирендәре аша һаулыҡ һорашҡан ауаздар ҙа сығара, тас бөрйәнсә һөйләшкеләй ҙә тиҙәр. Шул яҡтан килгән бер ҡараҡтыр әле. Себер һөрөлгән Исмәғил батырҙың улы булып ҡуймағайы тағы.

Ишдәүләт Гөлнәзирәгә барырға ҡушҡан урынға килеп етте. Ҡыҙ ғына ризалашһын инде, Хоҙайым, ҡыҙ ғына-а... Бәй, ни күҙе менән күрһен — Гөлнәзирә, уның Гөлнәзирәһе бында! Егеттең йөрәге дарҫ-дорҫ типте, дөп-дөп килде. Эсендәге бар шыйыҡсаны киптереп, күкрәк тәңгәленә төйөр үрмәләне. Тамағы кипте. Йәне үрһәләне, аяҡтары тыңлашманы, быуыны тотманы. Ҡыуаҡ араһынан килгән тар һуҡмаҡтан сыҡты ла баҙап ҡалды.

— Нимә Ишдәүләт ағай, аптырап ҡалдың? Үҙең саҡырҙың, үҙең... — Ҡыҙ көтмәгәнсә ҡыйыу ине. Әйтерһең, теге саҡ та булмаған. Ул шу-ул тиклем ҡараны ла, ҡыңғырау сыңылай саф тауышы менән көлөп ебәрҙе. — Әү, Ишдәүләт ағай?

Егет ни эшләргә белмәне. Теле көрмәләнде. Ул әйләндергән өндәре лә аңлайышһыҙ сыҡты, “ней”ҙән артманы. Ҡыҙҙы, киреһенсә, алыштырып ҡуйғандармы ни, Ишдәүләт эргәһенә үк килде.

— Яулығың өсөн рәхмәт, ағай, — Гөлнәзирә айырыуса “ағай”ға баҫым яһаны. — Тик ниәтеңде аңламаным.

— Ней, нимәһен аңлайһың инде уның... — Ишдәүләттең табандары ерҙе тоя башланы. — Аңларлыҡ бер нәмәһе лә юҡ уның. Ней, мин әйтәм, әллә, тим... Теге саҡта әйтә биреп ҡуйғайным да...

Ҡыҙ эштең ниҙә икәнен аңлаһа ла, сер бирмәҫкә тырышты.

— “Ней” тигәнең ни булалыр ағай, ул бит күп нәмәне аңлата.

— Г-Гөлнәзирә. Ҡһы-ым... Г-Г... — Ишдәүләт тимерҙе ҡыҙыуында һуғырға булды. — Сыҡ миңә кейәүгә. — Һо-о, еңел булып китте. Тынын быуған, алҡымынан алған төйөр ҙә яйлап юҡҡа сыҡты ла, шик-шөбһәләрҙе ҡыуып, ҡуҙҙай эҫелек бар күҙәнәгенә таралды. — Яппар ағай, өйләнһәң өй һалып бирәм, тине. Сыҡ кейәүгә, кәм-хур булмаҫһың...

Гөлнәзирә һаман һүҙҙе шаяртыуға борҙо.

— Был һүҙҙәреңде лә әйткәйнең, ағай. Шунан һуң, мине бит “сихырсы” тип нарыҡлайҙар, “им-томсо” тиҙәр. Ҡурҡмайһыңмы һуң, ағай? Ә-әү...

Ишдәүләт мөғәллим ҡаршыһындағы шәкерт шикелле башын эйҙе. Ауыҙ эсенән генә:

— Не-ей... Һ-һин мине әле үк сихырланың, — тине. Һуңынан былай тип өҫтәне: — Сыҡ миңә, Гөлнәзирә!

Сыҡмаһаң, урлайым, тип тә өҫтәргә ине лә, саҡ тыйылып ҡалды. Юҡҡа ғына им-томсо түгел Гөлнәзирә, берәй ғилләһе булып, боҙом ебәрмәгәйе тағы тип тә шикләнде. Ана бит кешеләр төрлөсә һөйләй: имеш, бала саҡтан уҡ йыланды быуған, ас бүреләргә бирешмәгән. Уныһына ышанмаған ереңдән ышанырһың, ҡайһы саҡ ҡараштары ысынлап та бүренеке шикелле телеп үтә. Юҡ, быларҙың береһенән дә ҡурҡмай Ишдәүләт. Ҡурҡаҡтарҙан түгел ул. Тик бына бүрене бүреккә һалһаң да урманға ҡарай бит. Көсләп асылған күҙҙең нуры булмай тигән шикелле, теләгенән дә бигерәк, йөрәге тартмай икән, ҡуйыныңда ятһа ла һинеке түгел ул. Быны ғына яҡшы аңлай егет. Күпме ҡатын-ҡыҙ зар илай, күпме ир-ат үкенә. Үҙенеке булһа, сихыры ла, им-томо ла бер ни түгел, уныһын ғына һыбай килеш 20—30 саҡрым юрттырғанда ла төшөрөп ҡалдырырлыҡ. Оҡшата, ярата бит Гөлнәзирәне, я-арата-а...

Ҡыҙ ҙа эштең тәрәнгә китеүен аңлай. Бөгөн, әле үк юл ҡуйһаң, ахыры яман булыуы бар. Ҡапыл ғына “юҡ” тиһә лә әллә нисек. Яҡшы егет ул Ишдәүләт. Уңған. Баҫҡан еренән ут сығара торған. Ҡараштары зәһәр — бөркөттөкө һымаҡ. Оҡшамай түгел, оҡшай. Тик...

Гөлнәзирә теге егетте — “ат ҡарағын” иҫенә төшөрҙө. Уны күреү менән ҡыҙҙың йөрәгендә ниҙер убылған төҫлө булды. Әйтерһең, яҙҙың ажғыр ташҡыны оло бер ярҙы убып төшөрҙө. Егеттең йөҙөн танырлыҡ түгел ине. Шулай ҙа уның күңеленә инде, яй ғына оло бер хис урғылтты.

— Йә, яуабыңды көтәм, — тине Ишдәүләт. — Уйларға ла ваҡыт бар.

Ҡыҙ аңына килде.

— Һин бик ҡыйыу, аҡыллыһың. Ләкин йөрәктә урын кәрәк бит, Ишдәүләт ағай. — Ҡыҙ яй һөйләне. Тотлоҡто. Тулҡынланды. — Һине алдай алмайым. Күңелеңдең ҡылын тартып өҙгө килмәй... Ырыуҙа бына тигән ҡыҙҙар бар — улар өсөн ҡалһын...

Ишдәүләт үҙе лә аптырай: әлеге мәлдә ул шундай тыныс, енләнгеһе лә, ниндәйҙер ризаһыҙ һүҙҙәр ҙә әйткеһе килмәй. Тик “аңлашылды” тигәнде белдереп баш һелкте лә, былай тине:

— Уйла, мин көтәм...

Ишдәүләт яй атланы. Ниндәйҙер тойғо уның бар булмышын биләне: ғәрлек инеме ул, башҡа ғәләмәтме — белмәҫһең. Ә бит ул бында, донъяның ожмахҡа тиң урынына шул тиклем атлығып килгәйне. Хәҙер сылтырап аҡҡан шишмә моңо ла, шарламалы Инйәр ҙә, тауҙар ҙа юҡ төҫлө. Донъя ҡараңғыланды...

7. Ай, яман сир...

Ишдәүләт ҡайҙа барғанын белмәне. Атын йән-фарман саптырҙы. Ерәнкәй, меҫкен, аҡ күбеккә батты, ләкин һыр бирмәне. Хужаһы һис булмағанса ҡылана: юҡҡа-барға ауыҙлығын ҡайырып, теҙгенен тегендә-бында тартҡылай, ғәйебе булмаһа ла һыртына быуынлы сыбыртҡыһын төшөрөп, өҙәңгеләрен ҡорһаҡ тәңгәленә бәрә...

Бер ғиллә бар бында. Һуңғы ваҡыт гелән шырлыҡтағы тирәккә үҙен бәйләп китә, аҫтындағы үләндең тапалып бөткәнен, ҡымтырлыҡ та ҡалмағанын белмәй икән, уныһы ла юҡҡа түгел. Тимәк, шулай кәрәк. Әлегә хужаһы менән шайтан идара итә төҫлө. Үҙен теҙгенләгән һымаҡ, уны ла хөрәфәт ауыҙлыҡлағандыр. Тик оҙаҡҡа булмаһын, ихтыярын ғына алмаһын ине.

Ш-шундай аҡыллы, һәйбәт бит ул. Яғымлы итеп өндәшеүе була, ирей ҙә китә Ерәнкәй. Быуындары йомшарғандай итә, күҙәнәктәре йүгерешә — рәхәт итеп барса тәнен ҡалтыратып ҡуя. Хатта һәлмәк кенә күгәүен ҡыуған ҡойроғо ла илаһи тулҡынға тирбәлгәндәй, ялдары... Хужаһының наҙын тойоп ҡытыҡланған ирендәре уның усынан һоло бөртөктәре ҡымтый. А-ах, ҡулының муйынын һыйпап үтеүе-е... Үҙенең битен сикәһенә ҡуйып, ауыҙ эсенән генә моңло көй һуҙыуы...

Әлегә көсөң булғанса юртырға, ара-тирә тартылған теҙген ихтыярына бирелеп, туҡтап, ерҙе сапсырға кәрәк. Тик шуны, шуны ғына белә суҡтары менән башынан, тәненән һыпырып ҡалған тал-тирәктәр араһынан, ҡорһаҡ тәңгәлен һыҙырған әрәмәлектәр аша сапҡан Ерәнкәй.

— Тр-р...

Теҙген тартылыуына ауыҙлыҡ Ерәнкәйҙең башын артҡа ташлатты. Бр-р... Уртына тулған күбектәре сәсрәне. Ниңә генә ауыҙлыҡлай икән шул уны хужаһы, ниңә генә?! Былай ҙа ихтыярына бирелә, барыр юлды белә бит. Атландымы — икеһе бер тән-йән була ла ҡуя. Юҡ, шуны ла аңламай, белмәй төҫлө ҡылана. Бигерәк тә әлегесә шайтан идара иткән саҡтарында. Йылға тамағына табан елгәндә ниндәй кәйефе шәп ине, юл буйы йыр һуҙҙы, сапҡан ыңғайы Ерәнкәйҙең муйынынан ҡосоп-ҡосоп алды. Хәҙер иһә өҙәңгеләрен ҡабырғаһы, ҡорһағы тәңгәленә бәреүҙән, “на, әйҙә” артынан эт аламаһы һүҙҙәр менән тиргәүҙән бушамай. Шайтан тигәнең анау ҡыҙыҡай сүрәтенә ингән бәндәлер ул. Уның менән күрешкәндән һуң шулай ҡылана бит. Әле лә, шып туҡтатты ла, өҫтөнән төшөп, ҡапланып ергә ятты. Устары менән үләнде йолҡҡоларға, ер тырнап һыҡтарға кереште. Ҡуй, ирҙәр илағандан да яманырағы юҡтыр. Ҡайһы ваҡыт, япа-яңғыҙы ҡалған саҡтарында, тулышҡан күңелдәре сыҙамай — шартлар сиккә еткәндә бәрә лә сыға. Эх, яңғыҙы түгел икәнен аңламай шул Ишдәүләт. Ана бит Ерәнкәйе нисек өҙгөләнә, ярҙам иткеһе килеп бышҡырып ала, тояҡтары менән ер сапсый. Барыһын аңлатырға, кисерештәрен еткерергә теле генә юҡ шул.

Ерәнкәй яй ғына хужаһы эргәһенә килде. Улай итмә, тор, килешмәй тигән төҫлө, бышҡырып алды, башын һелкеп, йүгән тимерҙәрен зыңлатты, ирендәрен егеттең сәсенә, битенә тейгеҙҙе. Бынағайыш, тамаҡ төбөн әсетеп, күкрәк тәңгәлен яндырып һулҡылдатҡан ғәрлегенән арына барғанын тойҙо Ишдәүләт. Эстә тулышҡан яман шеш һытылдымы ни — еңел булып ҡалды, әсе күҙ йәштәре барыһын йыуып сығара төҫлө. Улары иһә бите буйлап бер аҙ тәгәрәне лә үлән тамырына тамды. Егет ҡулы менән атының башын этәрҙе. Бар әле, йәнәһе, һинең ҡайғы юҡ. Ләкин Ерәнкәй китмәне: бышҡырҙы, һаҫығыраҡ тынын сығарып, тағы битенә, сәстәренә ҡағылды. “Тор, йүләркәйем, ҡыҙ сүрәтендәге шайтан инеп оялаған күңелеңде бушат та, тор”, — тип ялбара ине ул.

Яй ғына атлатты Ишдәүләт атын. Нисек тә Гөлнәзирәне уйламаҫҡа тырышты. Ыңғайы һалҡын һыуға сумып сыҡты, тағы юлында булды, тик ҡыҙыҡай күҙ алдынан китмәне. Улай ғына ла түгел, ауылға яҡын йәйләүҙән алыҫлашҡан һайын уныһы, киреһенсә, эйәреп килде: йә алдан төшә, йә уңға сыға, башын һулға борһа — ошонда тора. Ап-аҡ тештәрен ҡояш нурында сағылдырған да ихластан көлә, сейәләй алланған ирендәре серле йылмая. Исмаһам, үҙен шулай ғына булһа ла күреп ҡалайым, күңел тырызының танһығын ҡандырайым тип ныҡлабыраҡ баҡһа — берәй ағасҡа әйләнә, ел ыңғайына тирбәлгән сәстәре ҡайын суҡтары булып сыға. Йән-тәненең иң нескә ҡылдарын сиртеп үткән илаһи тауышы ярға ҡағылған, таштарға бәрелгән тулҡындарҙыҡына әйләнә. Гөлнәзирә моңон һуҙған ҡоштар ҙа сутылдаша башлай, өкө булып уфылдай.

Йә, Хоҙа-ай! Әллә һаташыуы инде. Ысынлап та, сихырсылыр ул ҡыҙыҡай. Шулай булмаһа, бар уй-зиһенен үҙенә алыр, булмышын сорнар инеме?!

Бына тағы Гөлнәзирәнең йөҙө, тағы уның тауышы: “Мине бит “сихырсы”, “им-томсо” тиҙәр. Ҡурҡмайһыңмы һуң, ағай? Ә-әү...” “Юҡ, ҡурҡмайым, һин былай ҙа сихырланың мине...” Һаташа бит Ишдәүләт. Серле йылмайыу, ҡараш ауында себәләнгән дә үҙе менән һөйләшә ләһа! Егет башын һелкетте. Бер ни юҡ. Яйлап ҡолағына ҡоштар тауышы ишетелә, күҙ алдында тирә-яҡ пәйҙә була бара.

—О-о, Ишдавлет, дождался бит, дуҫҡайым...

Бәй, Ишдәүләт уйҙарға бирелеп, алыҫ йәйләүгә яҡынлашҡанында һиҙмәгән. Ҡапҡаһын асҡандай, аҡланға сығыр алдынан ғына знакумы Алексей ҡоласын йәйеп тора.

— Оҙаҡларһың, тип, китергә генә инем, ярай ҡайтып еттең, — тип, ул шатлыҡ-ҡыуанысын еткерергә ашыҡҡайны ла, дуҫының һөмһөрө ҡойолғанын күреп, башҡортса-урыҫсалап теҙеп китте. — О-о... Вот с этого места подробнее... Бындай настроение менән никак...

Алексей бала сағынан уҡ башҡорттар менән йәшәгәнгә урындағы халыҡ телендә бик яҡшы һөйләшә. Тик берәй нәмәгә аптыраған, ғәжәпләнгән саҡта ғына урыҫсаға күсә. Етмәһә, йыш ҡына һүҙ араһында “беҙ — башҡорттар” тип тә ҡыҫтыра. Әле лә, ғәҙәтенсә, ошо һүҙгә баҫым яһаны:

— Йо-оҡ, беҙгә башҡорттарға улай не пойдет, давай, төш атыңдан. Кил әле бында, — тип, дуҫын яңғыҙ ҡарағай төбөнә саҡырҙы. — Тенекта ултырайыҡ... — Үҙе һөйләнде, ҡулы муҡсайынан күстәнәстәр сығарҙы. — Настроение булмағанда уның дарыуы ошо инде...

Алексей һалдаттарҙыҡына оҡшатып завод эшселәре яһап биргән “фляжка”һын ҡайышынан алды. Бында һыуҙың ҡатырағын һалып йөрөтә ул. Үҙе әйтмешләй, кәйефһеҙ саҡта ғына йота. Һуңынан, бил тиңен күрһәтеп, былай тип иҫкәртеп тә ҡуя: “Ошонан түбән төшөргә ярамай, браток, был нәмәҫтәкәй бик аҫҡа тәгәрәтергә мөмкин. Бер тубыҡтан төштөмө, табан аҫтында ҡалғаныңды һиҙмәҫһең дә — махом тапап китерҙәр. Был донъяла йығылып барғанда этеп ебәреүселәр күберәк ул, ҡул биреүселәр генә аҙ...”

Бик аҡыллы егет ул Алексей. Бәләкәйҙән етем ҡалып, заводчиктарҙа хеҙмәттә йөрөгәнгәме, урман киҫеүселәр, күмер үртәүселәр, руда сығарыусылар, тағы әллә кемдәр менән аралашҡанғамы, күпте белә. Етмәһә, Өфөгә, үҙе әйтмешләй, “особенно важный” эште йомошларға хужалар уны ғына ебәрә, имеш. Бына әле лә губернанан ҡайтып килеүе.

— Йә, йот шуны, — Алексей юл тоҡсайынан алынған бәләкәйерәк стаканға һаҫыҡ нәмәҫтәкәйен пүлкелдәтте. Үҙе бер туҡтауһыҙ һөйләнде: “Стопочка” тип атала был һауыт, “сто-поч-ка!” Һинең хәлде еңеләйтеү өсөн как раз була ла ҡуя...

— Ҡуй, дуҫым, беләһең дә инде, эскән нәмәм түгел. Ана, турһыҡта ҡымыҙым бар, — тип, Ишдәүләт эйәргә эленгән күн турһығын алды. Юлға сығыр алдынан шунда яңы ғына һауылған бейә һөтөн һала ул. Йөрөгәндә һелкенеп, уныһы әсеп бөтә. — Һинең дарыуыңдан да ҡулайырағы бар бында — бөтә тәнгә сихәт. — Егет тынып торҙо, көрһөндө. — Э-эх, һинең дарыуың, минең ҡымыҙ ғына килешһә икән йәнгә. Тәнгә икеһе лә шифалыр ҙа, тик йәнгә генә түгел. Бына ошонда яна бит, ош-шонда-а...

— Аңлашылды, — Алексей “стопочка”һын түңкәрҙе. — Мухаббат-любовь тип атала ул, мө-хәб-бә-әт! Ай, яман сир...

Алексей үҙенең был утта бер генә түгел, әллә нисәмә тапҡырҙар яныуы тураһында һөйләргә, дуҫын нисек тә тынысландырырға, һуңынан “донъяла ҡыҙҙар бөткәнме ни” тип ҡуйырға уйлағайны ла, кире булды. Ҡуй, дуҫы тәүге тапҡыр ғашиҡ булған — килешмәҫ. Шунан һуң, Алексей ҡалаға барған һайын тиерлек “бордел”гә инеп сыға, танһығын ҡандыра ла бит, башҡортта улай харам йорттарҙа йөрөү тыйыла. Шуға Алексейға еңелерәк: бар ҡыҙҙар ҙа бер үк төрлө һымаҡ тойола. Хәйер, ҡайһы ере еңел инде, бер өйләндеңме — башҡаға ҡарарға ярамай. “Ҡырын” йөрөгөң килһә, ҡатының ишетмәһен тип ҡотоң оса. Бына башҡортҡа был йәһәттән рәхәт: бисәң олоғая барған һайын йәшерәген ал. Ләкин әлегә Ишдәүләткә ҡыйын — тәүге тапҡыр ысын мөхәббәт утында яна бит...

Алексей бүлдермәйенсә тыңланы. Ишдәүләт ярһып-ярһып һөйләне. Уның тауышында күкрәк тәңгәленән сыҡҡан әрнеү ҙә, үкенеү, хис-тойғоһон оторо ярһытҡан ғазап та бар ине. Кем мөхәббәт утында янмаған, уны аңлауы ҡыйын. Эх, нисек тә ярҙам иткеһе килә лә бит, булдыра ғына алмай Алексей. Ҡулдары үҙенән-үҙе “стопочка”ға үрелә. Йыуатыр һүҙе лә, ярҙам итер әмәле лә юҡ. Шулай ҙа...

— Да-а! — Ул һикереп торҙо. Әйтерһең, күптән юғалтҡан уйынсығын тапҡан бала — ҡысҡырып уҡ ебәрҙе: — Давай, урлайбыҙ. Һеҙҙә ҡыҙҙы урлайҙар ҙаһа!

Дуҫының ҡыланышына тәүҙә аптыраған Ишдәүләт эштең ниҙә икәнен аңлағас, бер аҙ өндәшмәй торҙо ла, йылмайып ҡуйҙы:

— Гөлнәзирә һарыҡ бәрәсе түгел дә. Ул — Гөл-нә-зи-рә! Шунан һуң, башҡортто бөтөнләй ҡырағай тип уйлайһыңмы әллә? Беҙҙә ҡыҙҙы урламайҙар, ә ҡоҙалайҙар. Ә урлау ул борондан килгән йола, понимаешь, йола!

— ..? — Алексей бер ни аңламаны. — Ну, йола итәйек һуң. Һинең ҡырыңа килдеме — килде. Һин бит уны көсләп алып килмәгәнһең. Шуның һымаҡ, саҡырабыҙ ҙа... И все — тоҡто башына ҡаплайбыҙ, атҡа һалабыҙ.

— Борон сит-ят ырыуҙан, халыҡтан урлау булған. Барымта-ҡарымта осоронда. Ә үҙ ырыуыңдан, башҡа башҡорт ырыуынан урламағандар. Артабан нәҫелләшер өсөн ҡоҙалашҡандар ғына, йәғни ҡыҙ биргәндәр. Хәҙер йә атай-әсәй алдан һөйләшеп килешә, йә инде ҡоҙалаусы яраштыра. Ә бында — Гөлнәзирә! Үҙе теләмәй икән, тимәк, юҡ тигән һүҙ...

Барыһын-барыһын аңлатып һөйләне Ишдәүләт. Алексей, башҡортса матур һөйләшһә лә, халыҡтың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәтен бигүк белеп бөтмәй. Бөтәһе яңылыҡ ине уның өсөн. Шуға аңлаған ерендә башын ҡағып, аңлашылмаған урында сайҡап, аптырағанында телен шартлатып, “дә-ә”һен һуҙып тик ултырҙы. “Стопочка” түңкәрелде, турһыҡтағы әсе ҡымыҙ бушаны. Ике дуҫтың — әле һөйөп-һөйөләһеләре алда булған ике егеттең — һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне.

Ишдәүләт башҡаса Гөлнәзирәнең күҙенә артыҡ салынмаҫҡа булды. Юғиһә, һуңғы ваҡыт гелән ауылға яҡын йәйләүгә ҡайтып, ҡыҙҙың күҙ алдында булырға тырышты. Ул күрһен өсөн генә лә атында әле тегеләй, әле былай юртып уҙҙы. Юҡ сырхауҙы бар итеп, төнәтмә артынан Сәрбиямал ҡарсыҡҡа инде. Күҙҙәре иһә Гөлнәзирәне эҙләне. Быны им-томсо ла һиҙҙе. Шуға, Ишдәүләтте яҡын күрһә лә, ҡыҙының күңеле башҡала булғас, ул-был хәл ҡылып ҡуймағайы тип хафаланды. Егет аҡыллы икәнен дә белә. Ләкин дыуамаллығы, тәүәккәллеге нәҫеленән килә. Әйттеләрме — бөттө: уйлағандарын башҡармайынса, эштәрен еренә еткереп атҡармайынса ҡуймайҙар.

Был юлы Ишдәүләт ныҡлы ҡарарға килде — Яппар ағаһы ғына саҡыртмаһа, ауыл яғына ҡарай бер генә аҙым да атламаясаҡ. Тик...

8. Хөкөм

Яппарҙың алдына уҡ килтереп һалдылар. Өс ҡырлы башағының бер ҡанаты төбөндә кескәй генә тишеге бар. Яу сапҡанда һыҙғырып дошманды ҡурҡытыу өсөн бер булһа, йылан ағыуына манылған үлем дә ошо тишек аша ҡанына таралырға тейеш. Ил-күс башы бер ни аңламаны. Хәлфетдиндең күҙҙәренә ҡараны.

— Ни-ни... — Тотлоҡто. Тамағына үрмәләгән төйөрҙө йоторға аҙапланды. — И-иш-шдәүләтте-ең уғы-ы...

Йомошсо егет,”эйе”не белдереп, башын түбән эйҙе. Ҡараштарын йәшерҙе.

— Кем күргән атҡанын?

Хәлфетдин ҡулбаштарын һикертте. Белмәйем, йәнәһе.

— Б-белмәйем. Теге, ней, м-мин барғанда ат ҡарағынан алғандар ине. Ош-шо уҡты алғайнылар...

Яппарҙың ҡараштары егетте телеп үтте.

— Ат ҡарағы түгел — Нәсибулла! Шунан һуң... — Ир тынып ҡалды ла, тауышын йомшарта биреп былай тип һораны:

— Ә-ә... Уҡ ҡайһы еренә тейгән?

— Ҡ-ҡулбашына...

— Тә-әк... Ишдәүләт... — Яппарға йән инде. Ҡапыл һикереп торҙо. — Бында ниндәйҙер аҫтыртын эш ята. Ишдәүләт атһа, туп-тура йөрәгенә атыр ине лә, йөҙ аҙымдан керешен тартһа ла уғы кеше тәнен аша сығыр ине!

— Б-бәлки, ҡ-ҡурҡытыр өсөн генәлер, — тип мығырланы Хәлфетдин. — Ул бит Г-гөлнәзирәне һ-һоратырға йөрөй ине. Гөлнәзирә теге килмеш... Әй, Нәсибуллаға-а...

— Ярай, бисәләр шикелле ләстит һатып торма. Бар. Ишдәүләтте тотһалар, килеп әйтерһең. — Хәлфетдин сығып киткәс, ил-күс башлығы түҙемһеҙләнеп яңы хәбәр көттө. Ишекле-түрле йөрөнө. Үҙенә урын тапманы. Бер туҡтауһыҙ былай тип һөйләнде:

— Хәйлә, аҫтыртын хәйлә ята бында-а...

Нәсибуллаға атыуҙары тураһында Яппарға Хәлфетдингә тиклем үк килеп әйткәйнеләр. Эш ул тиклем дә тәрәнгә киткәндер тип кенә уйламаны. Йәштәр шаяртҡандыр ғына тине. Бөткәнме ни бала-саға уҡ яһап сойорғотоуҙары. Урманда йөрөгәндә яңылыш эләгеүе лә ихтимал. Һуңынан тағы шомланды: нисек кенә булмаһын, табындар килмешәктәрҙе бик яратып бармай. Етмәһә, Нәсибулла улар өсөн ат ҡарағы. Башҡа саҡтарҙа ундайҙарҙы хатта үҙ туғандары ла ат ҡойроғона бәйләп ебәргән йәки таш менән бәреп үлтергән. Ә бында — Яппарҙың ҡанаты аҫтында дауаланып ята, бар яҡлап та хәстәрле. Оло ҡунаҡ тиерһең. Һәр хәлдә, кеше алдында шулай күренә, ни генә тимә, халыҡ өсөн ул барыбер ат ҡарағы булып ҡала. Быны Яппар һиҙә, әсе теллеләр ҙә ошо хаҡта иҫкәртеп, килтереп еткереп тора. Бер-бер хәл ҡылып ҡуймағайҙары, тиҙәр.

Күңеле һиҙә ил-күс башлығының: аҫтыртын эш бар бының артында, мәкер ята. Ишдәүләт ҡыҙыу егет,тәүәккәл. Әммә шайтан ҡотҡоһона бирелеп, хисенә баш була белмәҫтәй, шаярып ҡына ҡулына ҡорал ала торған кеше түгел. Етмәһә, ғүмере буйы олатаһы, һуңынан атаһы һаҡлаған, унан ҡала үҙенә күскән ҡартҡартатаһының уҡ-һаҙағын тотоп. Йо-оҡ, бында яуыз ниәт, мәкер йәшерелгән.

Халыҡ тиҙ йыйылды. Башҡа кеше булһа, Ишдәүләтте шунда уҡ бәргесләп, типкесләп алып килерҙәр ине. Тик ул үҙе атлап, тыныс ҡына майҙанға инде лә, юл биреп айырылған кешеләрҙең уртаһына баҫты. Тынып ҡалдылар. Тик хәтәр нәмә барлығын көткәндә, көслө дауыл алдынан ғына була торған һиллек-шомлоҡто боҙоп, алыҫтан тауыш ишетелде: саңҡ-саңҡ... Барыһы күккә ҡараны. Тәүҙә бәләкәй генә булып күренгән нөктә берсә ҡояш нурына мансылып юҡҡа сыҡты, берсә тағы пәйҙә булды. Ана, һауа тулҡынына кирелгән ҡанаттар күренде, кәйелеп-кәйелеп яҡынайғандан-яҡынайҙы. “Саңҡ-саңҡ”... Бынағайыш, баш осонда ғына өйөрөлә лә баһа. Артынса тағы икәүһе күренде. Береһе бәләкәс кенә, икенсеһе, уның артынан осҡаны, ҙурыраҡ.

— Ҡошҡайҙар балаһын ҡурсалап осоралар, — тип шыбырланы кемдер.

— Атаһы баш осонда ҡалҡан һымаҡ өйөрөлә, ғаиләһен һаҡлай, — тине икенсеһе.

— Яҡшыға юрайыҡ, — тип ҡушылды өсөнсө кеше.

— Яҡшыға булыр. Емтек еҫе тойған ҡоҙғондар түгел бит, былар — бөркөт!

Ишдәүләт күҙен бөркөттәрҙән алманы. Башын ҡалҡытып,майҙан уртаһында тора бирҙе. Әйтерһең, береһен дә күрмәне, шышылдаған-бышылдаған кешеләрҙә уның эше лә юҡ һымаҡ. Ҡараштары юғарыға төбәлгән. Был төҙ, таҙа кәүҙәһенә тағы ла ғорурлыҡ өҫтәй. Тик алда ни булырын һиҙенеп, күкрәк тәңгәлен емерә яҙып йөрәге генә дарҫлап тибә. Көтөгөҙ, ҡошҡайҙарым, оҙаҡламай минең йәнем дә күккә олғашыр, һис гонаһһыҙ йәнем ҡоштай һеҙҙең менән булыр, ти уның эске тауышы. “Хоҙайым, һуңғы минуттарҙа түҙемлек бир, тулышҡан күңелде һытып, күҙ йәштәренә ирек ҡуйҙырма, зинһар. Ирекһеҙҙән аяҡ һеңерҙәре бушап, ырыуҙаштарым алдында теҙләндермә...” “Саңҡ-саңҡ” Тауыштар алыҫайғандан-алыҙайҙы. Ғаиләһен ҡурсалап өйөрөлгән бөркөт һуңғы тапҡыр кәйелде лә, яй ғына ҡанаттары менән һауа тулҡынын ярып, тауҙарға — ҡаяларға табан осто.

— Киләләр, киләләр!

Ах, шул тиклем дә ҡыйын икән уйҙарыңдан фанилыҡтың ысынбарлығына ҡайтыуы. Ишдәүләттең бар тәне ауырайҙы, тыны ҡыҫылды. Бына-бына сығам тип үрһәләнгән йәне тәнендә урын тапманы: уйҙары сорналды, тамаҡ төбөндә йота алмаҫлыҡ төйөр таш булып ҡатты, ғүмерендә тәү тапҡыр йөрәгенә хәнйәр үтеп ингәндәй булды...

— Киләләр, киләләр!

Күс аҡһаҡалдары халыҡ менән баш ҡағып ҡына күреште лә төпкә үтте. Шул саҡ Яппарҙың ҡарашы Ишдәүләтте телеп үтте. Быуынһыҙ итте. “Түҙ, Ишдәүләт, түҙ. Сүгәләмә”. Эске бер тауыш тынысландырһа, уға икенсеһе ҡаршы сыҡты. Быуындары оторо ҡалтыранды. “Һыр бирергә ярамай, түҙ”. Уның һайын Яппарҙың ҡарашы хәнйәрҙәй егеттең йөрәген ҡырҡҡыланы: “Ах, һин, мөртәт, ҡомартҡы уғыңды кемгә тоҫҡаның”, тигән төҫлө ине ул.

Шаулаша башлаған халыҡты тынысланырға саҡырып, Мансур мулла йәшел таяғын өҫкә күтәрҙе. Һуңынан ғына, ҡабаланмайынса, һәр һүҙенә баҫым яһап, һөйләп алып китте:

— Ырыуыбыҙҙа бик хәтәр эш ҡылынған. Кеше ғүмеренә ҡул һуҙыу иң ҙур гонаһ һанала. — Тамағын ҡырҙы. — Шаһиттар бармы?

Майҙанға йыйылыусылар, ауыҙҙарына һыу уртлағандай, тынып ҡалды. Бер-береһенә ҡараштылар — өндәшмәнеләр. Ниҙер әйтеүсе булмағас, ҡыҙ булһа ла Гөлнәзирәгә һүҙ бирҙеләр.

— Ҡыҙым, йә әйт, эш нисек булды? Һеҙ ҡайҙа инегеҙ? Ҡурҡма, һөйлә.

Гөлнәзирә алғараҡ сыҡты.

— М-ми-ин ҡу-ҡурҡ-майы-ым. Ы-ы... Нәсибулланы ныҡлап һауыҡтырыр өсөн Сәрбиямал инәйем беҙгә күберәк атлап йөрөргә ҡушты. Беҙ инде шифалы шишмә яғына китеп бара инек. — Ҡыҙ тотлоҡто, шул уҡ ваҡытта һөйләгән һайын ҡыйыулана барҙы. — Төшөп еттек тигәндә генә һы-һыҙғырған тауыш ишетелде. Нәсибулла тәүҙә сайҡалды. Һуңынан бөтөнләй йығылды... Ҡа-ҡараһам, ҡулбашынан түбәнерәк ҡан бәреп сыҡты. Һауығып бөтмәгән кешегә күп кәрәкмәй, аңын юғалтты...

Мансур мулла һорауын, ҡурҡма, һөйлә, тигән шикелле, яйлап ҡына бирҙе:

— Ҡыҙым, әйт әле, ныҡлап уйлап, иҫеңә төшөрөп әйт, кеше-фәлән күрмәнеңме?

— Ю-уҡ. Тәүҙә бер ни аңламаным бит...

— Шунан, шунан?

— Уҡты тартып алдым да итәгемдән таҫма йыртып, яраһын ныҡ итеп ҡыҫып бәйләнем. Һуңынан ярҙам һорарға йүгерҙем... — Гөлнәзирәнең башы түбән эйелде. — Д-дөрөҫ эшләмәгәнме-е әл-лә,— тигән һүҙҙәрен саҡ әйтә алды.

— Бик дөрөҫ эшләгәнһең, ҡыҙым. Бар, урыныңа баҫ. — Мулла егеткә боролдо. — Хәҙер Ишдәүләттән һорайыҡ. Дөрөҫөн генә әйт әле, уҡ һинекеме?

— Эйе...

— Башҡа шаһит булмағас, һин атҡан булып сығаһың, Ишдәүләт. Бәлки, кире ҡағыр дәлилең, һиңә үсле, үҙең шикләнгән кешең барҙыр?

— Дошманлашып йөрөгән бер кемем дә юҡ минең. Тик мин атманым... — Егет бер аҙға тынып ҡалды. Тулҡынланып, былай тип һүҙен дауам итте. — Эйе, миңә Гөлнәзирә оҡшай, хатта тәҡдим дә яһап ҡарағайным... Т-тик мин атманым. Ҡөръән тотоп ант итә алам...

— Көнсөллөк шайтан ҡотҡоһо икәне барыбыҙға ла мәғлүм, йәмәғәт, — Мансур мулла ҡарашын йыйылыусыларға ташланы. — Был мәлдә ошо ла сәбәп булыуы мөмкин...

Шул саҡ, барыһын шаҡ ҡатырып, Ишдәүләт ярһый башланы:

— Мин атҡан булһам, йөрәгенә тейер ине! — Егеттең муйын тәңгәленән ҡан тамырҙары бүртеп сыҡты, ҡыҙарҙы, төкөрөгөн сәсә-сәсә бер үк һүҙҙәрҙе ҡабатланы: — М-мин атҡан б-булһам, йөрәгенә тейер-р ине...

Ошо һүҙҙәрҙе генә көткәндәй, Яппар алғараҡ сыҡты. Был сағында уның күҙҙәрендә егеттең күңелен өткән осҡондар сәселмәне, киреһенсә, йылылыҡ бөрктө, атайҙарса хәстәрлек салынды.

— Йәмәғәт, мин дә шулай тип уйлайым. Беҙҙең ил-күстә Ишдәүләттән дә мәргән батыр юҡ. Нәҫелендә — бөркөт күҙе, ҡулдары ҡалтырамай. — Бер аҙ тынып, халыҡты һынсыл ҡарашы менән күҙҙән үткәрҙе. — Бында мәкерле хәйлә ята. Әле Ишдәүләтте ҡайҙан алып килдегеҙ? Ишдәүләт, һин ҡайҙа инең?

— Алыҫ йәйләүҙә булдым...

— Һүҙҙәреңде кем дөрөҫләй ала?

— Унда булған бөтә егет тә...

— Эйе, йәйләүҙә булды.

— Бергә усаҡ янында төн үткәрҙек...

Был юлы Яппар Гөлнәзирәгә өндәште:

— Ҡыҙым, ҡасаныраҡ шишмә буйына төшөп бара инегеҙ?

— Ҡояш төшлөккә етәрәк...

— Аңлашылды. — Яппар тағы Ишдәүләткә боролдо. — Уҡ-һаҙағың ҡайҙа ине?

— Тирмәлә. Улар бит ҡартҡартатайымдан ҡалған. Шуға иң түрҙә эленеп тора. Ә үҙем яһағанын ҡырҙа йөрөтәм...

— Аңлашылды. — Ил-күс башлығы тағы йыйылыусыларҙы күҙҙән үткәрҙе. Уның һынсыл ҡарашы барыһын өтә барҙы, баштар түбән эйелә торҙо. — Йәмәғәт, ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә. Ләкин беҙгә дөрөҫлөк бөгөн, нәҡ әле кәрәк. — Яппарҙың тауышы ҡапыл ҡәтғиләнде. — Йә, берегеҙ ҙә бер ни әйтергә теләмәйме? Бәлки, мәкергә барыусы үҙе ғәйебен таныр?..

Тынлыҡ. Шомлоҡ. Хәт-тәр ҡәбер тынлығы. Йәндәрҙе табанға төшөрөп, тамуҡ утында көйҙөртөрлөк шомлоҡ...

Шул саҡ көтөлмәгән хәл булды: йомошсо Хәлфетдин башын эйеп алға сыҡты.

— М-ми-ин...

— Ни-нимә-ә? — Яппар ниҙер һиҙенһә лә, был тиклем үк булыр тип уйламағайны. Һәр хәлдә, үҙенең йомошсоһо...

— Һеҙ Ишдәүләтте са-саҡырырға ебәргә-әс... Тирмәһе асыҡ, ә кеше юҡ. — Хәлфетдинлең тауышы аҡрынайғандан-аҡрыная барҙы. — Уға тиклем Гөлнәзирә менән ки-килмеш... Нә-Нәсибулланың һыу буйына төшөп барғанын к-күргәйнем... Гө-Гөлнәзирә миңә лә оҡшай...

— Аңлашылды. Тимәк, ҡыҙыҡайға өсөгөҙ ҙә ғашиҡ булып йөрөгәнһегеҙ. Ә бында — ҡулай осраҡ. Баш етмәҫлек хәл был... — Яппар башын һелкте, урыҫсалап “дә-ә”һен һуҙҙы. Йән асыуын сығарыуы ла, һүгенеүе лә ошо ине уның. — Нәсибулланы һин үлтерәһең, ә беҙ мир менән Ишдәүләткә хөкөм сығарабыҙ. Иҫ китмәле!

Ҡырмыҫҡа иләүенә таяҡ тыҡтылармы ни, йыйылыусылар гөж килде. Ҡайһылары һөрәнләргә кереште, йоҙроҡтарын төйнәп, Хәлфетдингә табан ынтылып-ынтылып ҡуйҙы. Бәғзеләре хәлдең көтмәгәнсә боролош алыуына аптырап уфтанды, икенселәре еңел һуланы —бәлә-нахаҡ таяғының башы уларға төшмәне...

Мулланың йәшел таяғы һауаны ярып үтте. Әйтерһең, барыһын йәшен һуҡты — бер мәлгә хәрәкәтһеҙ ҡалдылар. Ауыҙҙар асылды, шарҙай күҙҙәрҙән нәфрәт осҡондары сәсрәне, ҡыҙыҡһыныу, ҡурҡыу ғәләмәттәре сағылды. Ни булыр, артабан эштәр ҡайһы яҡҡа ауышыр? Бөтәһенең дә башын бөтмәҫ-төкәнмәҫ, сырмалсыҡ һорауҙар сүкене. Бар яуапты тик мулла, Яппар табыр, улар ғына ғәҙел хөкөм сығарыр һымаҡ ине.

— Тынысланып бөттөгөҙмө? — Мансур мулла тамағын ҡырҙы. — Улайһа, һүҙемде әйтәйем. Ғәйепле кешене хөкөм итер өсөн Ҡөръән, сөннәт дәлилдәре бар. Иң дөрөҫ хөкөм — Аллаһы Тәғәлә индергән Ислам хөкөмө, сөнки кеше хаталана. Һеҙҙең һымаҡ нәфрәтенә баш була алмай. Аллаһы Тәғәлә генә хаталанмай. Аллаһ индергән Ҡөръән буйынса хөкөм итмәһәк, үҙ-үҙебеҙгә золом килтереүселәр булырбыҙ. Ислам буйынса, хәмер эсеүселәргә ҡырҡ ҡамсы һуҡтырылырға тейеш. Кеше үлтереүсегә, мосолмандарҙы кафырҙарға һатып йөрөүселәргә үлем язаһы ҡаралған. Ҡараҡтарҙың ҡулын киҫергә ҡушылған. — Мансур мулла тынып ҡалды. Аллаһы хөкөмөнә ҡаршылар юҡмы, тигән һымаҡ, барыһын күҙҙән үткәрҙе. Һуңынан тағы дауам итте: — Хәлфетдин тәүҙә Ишдәүләттең ҡомартҡы итеп һаҡлаған уҡ-һаҙағына ҡул һуҙған. Аҙаҡ яуыз ниәттә ҡулланған... Хоҙай язаһы буйынса тәүҙә ҡулын киҫтерергә, шунан... Мин Шәриғәт ҡанунын үтәргә бурыслы... Бәлки, ҡумрыҡ-табын башлығының тәҡдиме барҙыр?

Яппар оҙаҡ уйланып торҙо. Һуңынан яйлап ҡына һүҙ башланы. Һәр һүҙенә баҫым яһаны ул.

— Бындай осраҡта Шәриғәттә бер генә хөкөм бар — кеше ғүмеренә ҡул һуҙыусыға — үлем язаһы. Ләкин башҡортта иң ҡаты яза — илдән ҡыуыу!

Хәлфетдин яйлап ҡына ергә сүгәләне. Тубыҡланып, алға бер-ике аҙым яһаны ла ялбара, илай башланы.

— Бер-рүк, ағайҙар, тәнемде ошонда, атай-әсәй ятҡан ерҙә, ҡалдырығы-ыҙ... Үтенеп һ-һорайым, тыуған еремдә ерләге-еҙ... — Хәлфетдин ер тырнап иланы. Ике ҡулына услам тупраҡты алып, күкрәгенә ҡыҫты. — Үтенеп һ-һорайым, ағайҙа-ар, тыуған тупрағымда-а... Үтенә-әм...

Йыйылыусыларҙы сихырланылармы ни — ҡыбырлаусы ла, өндәшеүсе лә булманы. Яппар Хәлфетдиндең ҡыланышын күрмәҫ өсөнмө, башын Ишдәүләт яғына борҙо.

— Йә, туған, һин ни әйтерһең?

— Ми-мин ни...

— Ул бит Нәсибуллаға ла, һиңә лә үлем хөкөмө сығарған. Бынан йөҙ йыл элек ҡартҡартатайыңдың французды еңеп ҡайтҡан ҡоралы менән! — Яппар ҡыҙа барҙы. — Рәсәйгә баҫып инеп, урыҫты ла, башҡортто ла ҡол итергә килгән дошмандың йөрәгенә үтеп ингән уҡ менән! Башҡорт өсөн ошонан да ҙурыраҡ хәшәрәтлек, әшәкелек бармы?!

Ишдәүләт тәүҙә көтөлмәгән хәлдән ҡаушабыраҡ ҡалһа ла, яйлап зиһене асыла барҙы. Уның һайын күкрәге тәңгәлендәге бушлыҡты нәфрәт тултырҙы. Күҙҙәре зәһәр осҡон бәрҙе, тештәрен шығырлатып ҡыҫты. Уның ҡаршыһында элекке иң яҡын дуҫы түгел, ә яһалма битлек кейгән дошман тора! Йо-оҡ, дошман күренеп килә, был бәдбәхет иһә арттан бысаҡ сәнскән, ҡара йыландай саҡҡан.

— Хөкөмдө халыҡ сығарыр. Яппар ағай дөрөҫ әйтә, илдән ҡыуырға кәрәк үҙен! — тине лә Ишдәүләт, Хәлфетдиндең битенә төкөрҙө.

Хәлфетдин ер тырнап иланы.

— И-Ишдәүлә-әт, ғәфү ит мине. Ҡыуҙыртма-а бер-рүк. Хәнйәрең менән ҡаҙа йөрәгемә. Ошонда ерлә-әт...

— Йөрәгең булһа, аша сығарыр инем. Былай атайҙан ҡалған хәнйәремде бысратҡы килмәй...

Мансур мулла таяғын өҫкә күтәрҙе. Етер, йәнәһе, һәр нәмәнең аҙағы була.

— Мин Шәриғәт буйынса эш итергә, хөкөм сығарырға тейешмен. Шул уҡ ваҡытта үҙ халҡымдың борондан килгән ғөрөф-ғәҙәтенә, йолаларына ла ҡаршы була алмайым. Хөкөм эшендә хаин үҙе башҡаға көҫәгән үлемде сығарыр инек. Был сағында... — Мулла, үҙегеҙ ҡарағыҙ, Аллаһы алдында гонаһлы булһам да, хөкөмдө һеҙгә тапшырам, тигән шикелле, ҡулын һелтәне.

— Хоҙай белә, мин Хәлфетдинде ҡуйынымда тигәндәй үҫтерҙем. Ил-күс йомошон ышанып һөйләп, кәрәкле кешегә юллаттым. — Яппар, һаман иҫ йыя алмағандай, аптырап, башын сайҡаны. Ғәҙәтенсә, “дә-әһ”ен һуҙып, былай тип дауам итте: — Ғүмерҙе һиңә фанилыҡта гонаһыңды йыуыр өсөн ҡалдыра ырыуҙаштарың. Шул уҡ ваҡытта иң ҡаты ҡарар ҙа сығара — илдән ҡыуыу! Урының арала түгел һинең. — Ил башлығы егеттәргә өндәште: — Ҡыуығыҙ илдән!

Бер нисә егет Хәлфетдинде һөйрәп, типкесләп алып китте. Тик уның илап ялбарған тауышы ғына оҙаҡ ишетелеп барҙы:

— З-зинһар, үлтереп, ту-тупрағымда ерләге-еҙ... Зи-зинһа-ар...

Артынса уҡ башҡалар һөрәнләргә тотондо:

— Бында һиңә тупраҡ юҡ!

— Һинең тупрағың сит-ят тарафта!

— Хоҙайға шөкөр, нәфрәттәре ташҡан халыҡҡа сабырлыҡ бирҙе. Йәндәр ҡыйылманы...

...Халыҡ геүләгән майҙан өҫтө тынып ҡалды. Емтек булырын көткән ҡоҙғондар ғына тапалып имгәнгән үлән өҫтөндә темеҫкенде лә, һауаға күтәрелеп, ауа-түнә яңғыҙ ғына билдәһеҙлеккә атлаған кеше артынан осто…

(Дауамы, Аҙағы бар).

һУҢҒЫ ЙӘЙЛӘҮ

9. “Тәбиғәттә бушлыҡ булмай”

Беҙҙең ҡатындар —

Сәй эсә лә “өф” итә.

Мәрйә ҡатындары

Кәбеҫтәне лә эш итә.

Ирекһеҙҙән, бер шаян көтөүсе егеттән ишеткән таҡмаҡ иҫенә төштө Яппарҙың. Әй, шул саҡта рәхәтләнеп көлгәйне. Әле иһә знакумының* ҡатыны өҫтәлгә тоҙланған ҡыяр, кәбеҫтә килтереп ҡуйғас, “келт” итеп ошо мәл күҙ алдына баҫты. Был турала хужаға һөйләгәс, тегенеһе ирен ситтәре менән генә йылмайып ҡуйҙы ла, телен шартлатып алды. Ҡатынына:

— Маруся, Яппар һиңә комплимент әйтә, — тине. Һуңынан ҡарашын ҡунағына төбәне. — Уның ҡарауы, һеҙҙең ҡатындар йылҡы итенән бына тигән ҡаҙылыҡ әҙерләй, ҡорото ни тора! О-ох, телде йоторлоҡ бишбармағы, бауырһағы-ы... — тип теҙеп алып китте.

Маруся ирҙәр эргәһенә үк килеп ултырҙы. Көлдө, шаярҙы.

— Һеҙҙең яҡҡа бара ла, ҡатындарығыҙҙы маҡтап бөтә алмай инде, бахырың, — ирен ҡосто. — Алған бит мине. Э-эх, һеҙҙең закон булһа, икенсегә килендәш итеп мотлаҡ берәй башҡорт һылыуын алдыртыр инем...

— Һай, үткер була шул мәрйә ҡатындары, — тигән булды Яппар. Үҙе эстән генә хәләл ефеттәрен уйлап ҡуйҙы: сит-ят алдында түгел, яңғыҙың ҡалғанда ла муйынға аҫылынмайҙар шул беҙҙекеләр. — Әллә, тим, Маруся, үҙем берәй мәрйә ҡыҙы алайыммы икән?

— Не-ет, Яппар, беҙҙекеләр дәртле, мөхәббәттә көслө була, тәүге икеһенә ваҡытың да, көсөң дә етмәҫ, — тине лә Маруся, ихластан көлдө. Еңелсә ҡулын һелтәне, һөйләмә, йәнәһе.

— Уныһына ғына дәрт етә инде ул, — тигән булды Яппар. — Беҙҙә шундай әйтем бар: башҡорт байыһа ҡатын алдыра, урыҫ байыһа һарай һалдыра...

— Вот, дөрөҫ әйткәндәр, — тине знакумы, түбәгә бармағын төртөп. — Һеҙ тирмәлә лә бәхетле, ә беҙгә буй, ҡолас етмәҫлек замоктар кәрәк... — Һуңынан оҙаҡ уйланып торҙо Никифар. Аҙаҡ, уфтанып, былай тип өҫтәне:

— Улым Питерҙан ҡайтҡайны, инженер булырға уҡый бит. Ул һөйләй: имеш, Питерҙа шундай хәбәр йөрөй, ти, ҡайһы бер бунтарҙәр батшаны ҡолатмаҡсы итәләр, ти. Йәнәһе, император китһә, бөтәһе лә тигеҙ йәшәй инде. Заводтар ҙа бүленә, мин ғүмер буйы тинләп йыйған донъям да, һинең нисәмә быуын үрсеткән аттарың да... Бына бит ғиллә ҡайҙа! Булмаҫ хәл, әлбиттә, ышанмаҫтай ҙа түгел...

Знакумының күңелһеҙләнә башлауын күреп, Яппар һүҙ теҙгенен икенсе тарафҡа тартты. Бер төшөнкөлөккә бирелһә, тиҙ генә сыға алмай ул һаҙҙан. Хәйер, Яппар үҙе лә бошонҡо уйҙарынан арына алмай ҡаңғыра. Ярай әле шундай саҡтарында аҙ булһа ла күрше йәйләүҙәр бар, кәлсер-табындар яғына сығып китә, меңлеләрҙе урап ҡайта. Ни генә тимә, ике ҡатынының наҙын күрә. Ҡайныларын, табындарса әйткәндә, бабаларын ситтә ҡалдырмай, ҡайнаға-ҡәйнештәре йәйләүҙәрен байҡай. Бергәләшеп әүеш-тәүеш итеп, ҡунаҡ булалар, һөйләшәһе һүҙҙәрен беректерәләр ҙә... үҙҙәренсә донъяны түңәрәкләп ҡуялар. Һәр хәлдә, ҡыҫылһа ла әлегә йәйләү иркен, мал күп. Уныһына ғына ваҡыт етерлек. Шулай ҙа уйландыра, киләсәк өсөн борсолдора. Йәйләүҙәр ныҡлы ҡыҫылды хәҙер. Шуның менән бергә башҡорттоң ирке лә. Ана бит, морон төбөндә генә француз заводы өсөн ер аҡтаралар, хатта завод крәҫтиәндәре, эшселәре ҡаҙна межаһынан Яппар яғына сығырға ла тартынмай. Солоҡ ҡуныр ағаслы урманды күмергә үртәйҙәр, йәнлек-кейекте ҡыралар. Хайуандарҙың бит үҙ биләмәһе, кеше тарафынан ҡағыҙға һыҙылып, таяҡтар ҡаҙалған ҡаҙна межаһы түгел.

— Ҡуй әле, Никифар, Питерҙан ни имеш-мимештәр бер бөгөн генә ишетелмәй, — тигән булды Яппар. — Ул хәбәрҙәр ҡара урман шикелле бит: өҫтә шаулай, аҫта — тып-тыныс...

— Ҡана, Яппар, аш өҫтәйек, — тине Маруся ла, иренең уфтана башлауын күреп. — Никифар, һинекен дә яңыртайыҡ...

Хужа барлыҡ күңелһеҙ уйҙарын йыйып усына төйнәгәндәй итте лә, уң ҡулын башы тәңгәленән үткәрҙе. Йоҙроғо менән һауаны ярҙы. Һуңынан кинәт кенә аҫҡа төшөрҙө. Устарын асты. Бармаҡтарын тармаҡландырҙы. Бар төшөнкөлөктө йыйып, һыпырып ташланы, йәнәһе.

— Әйҙә, Маруся, ашын да алып кил, шешәһен дә, — тине. Үҙе ултырған ерендә арты менән һикерәңләп алды. — Суҡынып китһен донъяһы, йәшәйек әле!

— Бына быныһы беҙҙекенсә, Сидоровса! — тигән булды ҡатыны, графин башына кейҙерелгән стаканды тыңғылдатып. Был сағында ул ҡыңғырау тауышын хәтерләтеп ҡуйҙы.

— Ҡуй-ҡуй, Маруся, ашты ҡабып та бөтмәгәнмен, өҫтәмә, — Яппар устары менән тәрилкәһен ҡаплағандай итте. Ләкин хужабикә сүлмәктән һөҙгән ҡайнар һурпа һауыттың ситенә тиклем йәйелеп тулды. — Ай-й, хәҙер нисек ашап бөтмәк кәрәк...

Никифар шарҡылдап көлөп ебәрҙе.

— Йәйләүең, малың тураһында әйткәс, һин дә уйға ҡалдың, шикелле, браток. — Һырлы стаканға самогон ҡуйҙы. — Һин тотмайһың, эсергә ҡыҫтамайым. Әйҙә, ашыңа етеш. — Стаканды бушатҡас, ирен ситтәрен еңе менән һөртөп ҡуйҙы ла, тоҙло ҡыяр кертләтте. Һуңынан, йөҙөнә етдилек ғәләмәттәре сығарып, тағы дауам итте:

— Һиңә күптәнән әйтергә теләгән һүҙем бар ине, Яппар. “Бына һин, ереңдә француз завод төҙөй, крәҫтиәндәре* межанан сығып бесән саба, фәлән-фәсмәтән тиһең. Әле завод управляющийы менән волость түрәһе саҡыртҡанын да беләм...

— Завод тимәй ни... — Яппар, знакумы шуны ла аңламай тигән шикелле, күҙҙәренә алартып ҡараны ла, ҡыҙа башланы. Алҡымына төйөр үрмәләне. — Һуң, завод тимәй ни, ҡасан ғына әле беҙҙең бабалар — һинең ҡартатайың, минең ҡартатай — ошо уҡ Наполеон нәҫелен Парижда уҡ ҡыйратып ҡайтҡан түгелме? Бөгөн уларҙың ейәндәре, һуғышһыҙ-ниһеҙ генә, Рәсәй уртаһында завод ҡора. Беҙ иһә, еңеүселәр ейәндәре, Урал ҡуйынын аҡтартып ятабыҙ! Быны как понять, понимаешь...

— Ҡаҙна ерен, ҡаҙна-а... — Никифар бармағы менән түбәгә төртөп күрһәтте. Һуңынан ошо уҡ бармаҡты, туҡта, ҡыҙма, һөйләп бөтәйем әле, тигәндәй, яртылаш мыйығы ҡаплаған ирене ситенә килтерҙе. — Тс-с... — Ҡунағының күҙҙәренә һораулы ҡарашын төбәне. — Һин ҡайғырма, суйын аҡсаһы ла, баҡырҙыҡы ла шул уҡ Рәсәй ҡаҙнаһына китә. Тик бына...

— Нимә, күбеһе тегендә ағыла тип әйтмәксеһеңме? — Яппар, уға ғына баш эшләмәйме ни минең, тигәндәй, былай тип тә өҫтәне: — Бар ғаилә шунда бит, бар ғиллә шунда-а: аҡтарылған ере, яндырылған көл-күмере беҙгә ҡала... Саф суйыны менән баҡыры... — Яппарҙың ике бармағы, кеше “аяғы”лай, өҫтәл ситенә “йүгерҙе”.

Никифар ихлас көлдө.

— То-то, браток, то-то... — Ҡапыл тағы етдиләнде. — Шулай булғас, һин ниңә һаман йәйләүҙәрең тип көйәһең, һаман мал тип үләһең? Балаларыңды шулай тип үҫтерәһең...

— Беҙ... Беҙҙең ата-баба ғүмер буйы иреклек...

— Белә-ә-м, — Никифарҙың ҙур усы Яппарҙың ауыҙы эргәһендә үк асылды. Көтөп тор, йәнәһе. — Һиңә бер нәмә генә әйтәм, анау Ырымбурҙағы кадет корпусында уҡып йөрөгән улың менән берәй сос егетеңде ебәр минең малай ҡырына Питерға уҡырға.

— Ни-ни... Нисек итеп? — Яппар бер ни аңламаны. — Ми-минең улым — кадет! Хәрби буласаҡ, офицер! Ата-баба шикелле...

— Һин уны ун ике йәштә генә илтеп биргәйнең. Бер ни аңғармаған малай ғына сағында. Хәҙер иһә тыныс һөнәр үҙләштерһен. Оҡшамай икән, барыр тағы хәрби хеҙмәткә. Минең малай тау училищеһында бит, инженерлыҡҡа уҡый. — Хужа өҫтәл артынан торҙо, ишекле-түрле йөрөнө. — Ә һин беләһеңме минең малай тау йорто тураһында нимә тине?

— Нимә тине? — Яппар һорауға һорау менән яуап ҡайтарҙы. Үҙе, знакумының маңҡа ғына малайы ниндәй аҡыл һатты икән, тип, ҡыҙыҡһыныусан ҡарашын тегеңә төбәне. Йөҙөнә, беләм инде, гурыдҡа киткәндәрҙең нисек шапырыныуҙарын, тигән мыҫҡыллы йылмайыу йүгерҙе.

— Училищены Екатерина втораянан Тас... Тасимов* фамилиялы бер башҡорт астырған, тине. Вот!

— Китсе әле-е... Әбей батша-а... Китсе әле-е... Д-а-а... — тип һуҙҙы аптырағанда ғына әйтә торған һуңғы һүҙен Яппар. — Ысын. Вот тебе крест. — Никифар суҡынып алды. — Эйе, башҡортта ла булған рудник хужалары. Әле лә һәр тармаҡта, һәр өлкәлә бар улар. Был турала барыһы ла белә, тик һин генә, һинең һымаҡ һаман иҫкегә йәбешеп, зарлы йырҙар һуҙып ятҡандар ғына белмәй. Белергә лә теләмәй... — Яппарҙың йөҙөнә сыҡҡан аптыраулы, ҡыҙыҡһыныусан ҡарашы хужаны оторо ярһытып, дәртләндереп ебәрҙе. Үҙен ҡунаҡ алдында белемлерәк итеп күрһәтеүе шапырыныуға күсте. — Башҡорттарҙы бер һүҙһеҙ уҡырға алалар, ти. Тик Өфө губерна кәнселәренән ҡағыҙ ғына кәрәк. — Хужа, йөҙө үҙгәрә барған ҡунағын тамам аптыратып, шыбырлауға күсте. Әйтерһең, өйөнөң ҡарағай бүрәнә стенаһы артында шымсылар тыңлап тора. — Вот, браток, хәҙер башың менән уйлап ҡара инде, беҙҙең малайҙар уҡып ҡайтҡас, һин һөйләгән заводтарҙа баҡыр, суйын, тимер иретһә, Рәсәй өсөн алтын-көмөш тапһа, әллә ҡайҙа ятҡан француз хужа буламы ул байлыҡҡа?!

— Дә-ә... — Яппар елкәһен тырнап алды, таҡыяһын батыра биреп кейҙе. — Дә-ә, — тип һуҙҙы тағы ла “ә”гә баҫым яһап.

— Вот, шул-шул...

— Әй, мужиктар, етәр инде, бөгөн әллә нимә эшләнегеҙ, ашауығыҙ ашау түгел, эсеүегеҙ — эсеү, — Маруся өҫтәл ҡырына бер килде, бер китте. Тағы мейес артында һауыт-һаба ҡыштырлатты.

— Ҡатын-ҡыҙ һәр ваҡытта дөрөҫ, — тигән булды хужа ла, — әйҙә, Яппар, шул һүҙҙәр раҫҡа сыҡһын өсөн эсәйек берәрҙе. Бында бер кемгә лә асыуланырға түгел, үҙебеҙгә эшләргә кәрәк!

— Шулай шул, тәбиғәттә бушлыҡ булмай, уны беҙ тултырмаһаҡ, башҡаһы табылыр... — Яппарҙың төңөлә барған күңел пәрҙәһен асып ебәрҙеләрме ни, йән инде. — Әйҙә, Маруся, яһа сәйеңде, ҡаты итеп яһа!

Шуны ғына көткәндәй, Маруся, самауырҙы мейес алдына елтерәтеп алып китте лә, итек ҡунысының “гармун күреген” өҫтөндә бейетеп алды. Шажлатып, ҡабат өҫтәлгә килтереп ултыртты.

— Һин шулай ҙа уйла минең тәҡдим тураһында, Яппар, уйла, — тине Никифар ҡатыны сәй яһағанда.

— Ә мин уже уйланым, дуҫҡай. Ярты йылҡымды һатып булһа ла, юҡ, вис бөтөрөп булһа ла улдарымды уҡытам! Донъя малын ҡайын төбөнә алып китеп булмай, бөтә баламды ла уҡытам: кадетлыҡҡа ла бирәм — илде ле һаҡларға кәрәк, инженерлыҡҡа ла ебәрәм!

Өҫтәл аша ике дуҫтың маңлайҙары сәкәште, көслө ҡулдары бер-береһен ҡосто...

*Знакум — башҡортта урыҫ милләтенән булған, яҡшы туғандай хөрмәт иткән, аралашып йәшәгән танышын шулай атайҙар.

*Завод крәҫтиәндәре: улар эшселәр өсөн иген үҫтергән, мал тотҡан. Завод ҡарамағындағы ерҙәрҙә йәшәгән.

*Исмәғил Тасимов — тау сәнәғәте белгестәре әҙерләү буйынса Рәсәйҙә берҙән-бер уҡыу йортона нигеҙ һалыусы. 1770 йылда ул Берг-коллегияға Тау училищеһы зарурлығы тураһында хат яҙа. 1773 йылда училище Петербургта асыла. Тәүҙә башҡорт мәғдәнселәре (рудопромышленник) иҫәбенә йәшәй. 1792 йылдан Сенат башҡорттарҙы аҡса түләтмәй башлай. Училище нигеҙендә Тау институты барлыҡҡа килә. 1830 йылдарҙа башҡорт үҫмерҙәре өсөн өс вакансия булғанлығы билдәле. (Ә. Әсфәндиәров. “Олатайҙарҙың бар тарихы”, Өфө, 1996 йыл).

10. Оло ил тирмәнән башлана

Яппар дуҫы Исмәғилдең улының хәлен белешеп-һорашып торҙо. Һауыҡтырыу өсөн барыһын да эшләне: Сәрбиямал ҡарсыҡ риза булмаһа ла, волостан духтыр саҡыртып, һынған-ниткән ере юҡмы, шуны ҡаратты, ҡан һауған урындары тиҙерәк уңалһын тип төрлө майҙар, төймә ҙурлыҡ ҡына дарыуҙар алдыртты. Ләкин үҙе им-томсо тирмәнән сығарып ебәргән көндән башлап унда барманы. Ниндәйҙер эске тойғо бығаулап тотто. Ниһайәт, ошо уй йомғағы сәбәләнә-сәбәләнә бер ергә төйләнде: һауыҡһын, һуңынан барырмын әле, тине ил-күс башлығы үҙ-үҙенә. Юҡ, саҡыртыр. Ысынлап та, малай-шалай түгел дә инде ул. Шунан һуң, ебеп, йомшарып төшкәнен, уй-хискә бирелгәнен башҡалар һиҙһә, бүреләрҙең өйөр башлығы ҡартайғас булған һымаҡ, ышаныстары ла бөтә башлаһа... Балыҡ башынан серей, ти бит, иленең тарҡалыуына ла күп ҡалмаҫ. Әлегә Яппар ҡарт та түгел, күкрәгендә көс-ғәйрәте ташып торған сағы. Ҡырҡ биштә ир уртаһының иң көслө мәле.

“Иң көслө мәле...” Ирекһеҙҙән, йүгәнен һалдырған саптарҙай, әле генә бер юҫыҡтан юртҡан уй-юлы ҡапыл башҡа яҡҡа йүнәлде...

— Ба-а... Алай, — тине лә Яппар, аптырағанда әйтә торған урыҫса “дә-ә”һен һуҙҙы. — Ике усы менән тубығына шапылдатып һуғып алды. — Дә-ә... Ала-ай...

Үҙ уйынан үҙе йылмайып ҡуйҙы: ирҙең иң көслө сағы... Ә ул, ил-күс хәстәрен сәбәп итеп, бөгөн көн нисбәтен дә онотҡан, дөрөҫөрәге... Оят булһа ла әйтәйек, дөрөҫөрәге, бөгөн ике ҡатынының ҡайһыһы тәрбиәһендә булырын да... Ярай әле, улар үҙҙәре ҡымыҙ килтергән булып та, аш-һыу яғын ҡарап та инеп сыға. Тик уртаҡ ирҙәренең генә йылыһын тоймайынса, ултыра-ултыра бирәләр ҙә китеү яғын ҡарайҙар. Кисен сиратлап урын йәйеп, йоҡлағанға һалышып яталар. Бына-бына килер ҙә, көслө ҡулдары менән үҙенә табан тартып, ныҡ итеп ҡосор...

— Ала-ай...

Ярата шул ул ҡатындарын, ярата... Үҙ ғүмерендә береһенә лә “яратам” тип тә әйтмәгәндер. Сөсөләнеп, аҙым һайын ошо һүҙҙе тылҡып, әләм итеп йөрөтмәһә лә һөйә. Төптән, эстән урғыла ул тойғо. Ҡая-таштарҙы бәреп сыҡҡандай күңел төпкөлөнән урғыла. Яҡтыкүлдәй төпһөҙ күҙ ҡарашы менән һөйгәндәрен йота, кәрәкһә, Уралдай ҡурсалап, өҙә саба ла уйылған ерҙәрҙә әллә нисәмә Инйәр урғылтырлыҡ көс таба ала ул. Һәр ҡайһыһын үҙенсә, ҡабатламайынса ярата. Юҡ, аҙғынлыҡ түгел был. Аңлата алмаҫлыҡ, әҙәмдең генә башына һыймаҫлыҡ сихри көс. Икеһен дә берҙәй, холоҡ-фиғелдәренә, ҡылыҡтарына ҡарамайынса ярата. Оло бисәһе Ынйыбикәнең тәүҙә — егет сағында — матурлығы, сибәрлеге әсир итһә, һуңғараҡ сикһеҙ аҡыллығы, аң-зиһенен, булмышын биләне. Үҙен ил инәһе итте. Ә бит уға бары ҡырҡ ҡына йәш: ҡатындарҙың ҡырҡ сырағын яндырыр уттай сағы. Йәш бисәһенә өйләнгәнендә Яппарҙың үҙенә ошо саҡлы ине бит. Ҡырҡты тултырыр-тултырмаҫтан — бынан биш йыл элек — ун һигеҙ йәшлек ҡыҙҙы алды ла ҡайтты. Эйе, ул Ғәлимәнән егерме ике йәшкә ҙурыраҡ. Хәҙер, ана йәш бисәһе ике малай тупылдатып өлгөрҙө. Ишле, түлле нәҫел шул кәлсер яғы.

— Ала-ай...

Ҡайһы саҡ Яппарҙың ҡолағына өсөнсө бисә тураһында ла шыбырлаусылар бар. Йәнәһе, теге яҡта бик аҡыллы ҡыҙ буйға еткән, был тирәлә нәҫел арттырырлыҡ сибәрҙәр бар. “Ил-күстә йәш батырҙар үҫеп килгәндә, улар ғына ултырып ҡалмаҫ”, — тип, һүҙҙе башҡа юҫыҡҡа бора ир. Һуңынан, хәләл ефеттәренә насип ителгән наҙыңды барлыҡ һылыуҙарға ла өләшеп йөрөргә ул ҡалаларҙағы “бардак йорттары” тупһаһын тапаусы аҙғын түгел дә. Хоҙай ҡушҡан никахтар уҡылаһы уҡылып, өлөшөнә төшкәндәрен ҡәҙерләп, улар тапҡан сабыйҙарҙын тәрбиәләһәң дә ирлек бурысының күпмеһендер үтәйһең. Ә ул бурыс бисә ҡосаҡлап ятыу ғына түгел...

Уйҙар, уйҙар. Бер туҡтауһыҙ ҡайнаша улар. Осон-осҡа ялғап өлгөрөрлөк тә, фекер тупларлыҡ та түгел — сиге-ҡырыйы юҡ.

— Ана, минең ҡартым,япа-яңғыҙы ҡалып, ил хәстәренә сумған...

“Ил хәстәренә” тигәне, ирҙең әле генә ярһыу ташҡындай ажарланып, тулҡындары тарлауыҡҡа һыйышмайынса шашынған, ярҙы емерерҙәй ҡайнаған уйҙарын киң үҙәнгә сығарғандай һүрелтте лә ҡуйҙы. Барлыҡ донъя мәшәҡәттәренән үҙенең ошо киңлектә кесерәйеп кенә ҡалған тирмәһенә алып ҡайтты. Бына бит уның иле — ошонда, тирмә эсендә, халҡының бәләкәй генә өлөшө, үҙе өсөн ҙур бәхете ҡаршыһында тора! Ә ул, иҫәр ир, дөйөм хәстәрлек тип Хоҙайҙың ожмах һылыуылай ерҙәге бүләген дә наҙларға, хәстәрләргә ғүмеренең тамсылай ғына ваҡытын таба алмай. Һылтау ғына бит ул ил-күс тип янып йөрөүҙәре ошо тәбиғәт мөғжизәһе янында, үҙен аҡлар өсөн генә күңел ҡыуығын өрөп тултырған нәмә. Үҙ тирмәңдә тәртип тотмаһаң, һөйгәндәрең, балаларың ризалығы, ата-әсәйең рәхмәте булмаһа, халҡың һиңә ышанып тапшырған бурыстарҙы үтәүең дә шул төҫлө була түгелме? Быларҙың береһе лә юҡ икән, илеңдәгеһен һөйләп тороуҙан, ил хәстәре тигән һылтауҙы әләм итеп күтәреп йөрөүҙән ни фәтеүә?

— Кил әле, ултыр яныма...

Ынйыбикә иренең бындай һүҙҙәрен көтмәнеме, тертләгәндәй итте. Нишләүе ул уның, ҡул суҡтарын тотто ла, күкрәгенә ҡыҫты. Күҙҙәренә ҡараны. Ә ҡарашы-ы... Нәҡ йәш саҡтағыса — сихри осҡондар сәсә! Наҙлы ла, төптән, йөрәк түренән урғылған хис тойғолары менән ҡатынды быуынһыҙ ҙа итә.

— А-а-таҡ-атаҡ, ни-нишләүең ул, — тигән булды Ынйыбикә. Уның һайын ҡалтыранды, өнһөҙ ҡалды. — Ы-ы... А-ауырымайһыңмы?

— Ауырыйым... — Ирҙең көслө ҡулдары һөйгәненең биленән ҡосто, уттай ирендәре яҡынлашты, эҫе тыны ҡатынының уй-зиһенен ҡурҙы. Ынйыбикәнең быуындары йомшарҙы...

...Күк көмбәҙен яҡтыртҡан тулған ай төн шаршауын япты, Ҡош юлының меңдәрсә йондоҙҙары күҙҙәрен йомдо. Ҡыҫҡа, бик ҡыҫҡа был төн таңға ауышты...

— А-ла-ай...

11. Ҡәтғи ҡарар

Яппар йоҡлай алманы. Әйләнгеләне, тулғанғыланды. Эргәһендә ятҡан йәш бисәһе Ғәлимә лә йоҡлағанға һалышып ятты. Уның уйы башҡа ине: иремде иретә алманым, моғайын, көндәшемдең ҡосағы ла йылыраҡ, наҙы ла көслөрәктер. Ана бит, йәш ҡосаҡ ҡайнарлығы ла уҙған төнөн онотторманы. Иренең ҡулдары ҡосҡан булып ҡына ҡылана төҫлө. Ә уйҙары, уйҙары-ы-ы... Күкрәген емерерҙәй булып типкән йөрәге лә урынында түгел. Йүгән кейҙермәгән йәш айғырҙай сапсына, киләһе төндө көтөп, Ынйыбикәһенә ашҡына һымаҡ. Һәр хәлдә, Ғәлимәгә шулай тойолдо.

Тау баштарына эленгән болоттарҙы нурҙары менән тишкеләп, йылға үҙәненә таралған, ҡаяларҙың биленән тиклем быуған ҡуйы томанды тарҡатып, тағы таң атты. Төнө буйы керпек тә ҡаҡмаған Ғәлимә үҙ мәшәҡәтенә сумды: самауырын тотоп усаҡлыҡҡа сыҡты, һауыт-һаба ҡыштырлатты, ҡаҙан аҫтына сыра һалып, ут телен ялатты, ҡороған ботаҡтар өҫтәне... Ошолай үткән мәғәнәһеҙ кисәге көн менән наҙһыҙ төндө бөгөн көндәшенә тапшырырға тейеш ул. Үҙе иһә тирмәһенә ҡайтыр ҙа мендәренә ҡапланып илар ҙа илар. Малайҙарының башынан һыйпар. Һуңынан төшөнкө уйҙарын башҡаһы алыштырыр: һай, бисә аҡылым менән иремде аңламағанмын — уның бит уйында тотош ил-күс хәстәре, ә мин, һантый, оҙон сәс — ҡыҫҡа аҡыл, уның иңенә ятҡан әҙәм күтәрәлмәҫ йөктө үҙ бизмәнемә һалам... Донъяларын онотоп йоҡлаған улдарын тағы бер тапҡыр еңелсә ҡосор ҙа, өҫтәренә нәҙек юрғандарын тартып, ҡәҙимге, ҡатын-ҡыҙ ғына аңлаған донъя мәшәҡәттәренә сумыр. Уйы ла, күҙҙәре лә әле генә төн уҙғарған, инде усаҡлыҡта көндәше бөтөрөнгән тирмә яғында булыр...

Волость үҙәгенән ҡайтҡандан бирле, дөрөҫөрәге, знакумы Никифар менән һөйләшкәндән һуң бик оҙаҡ уйланды Яппар: көнө көн булманы, төнө — төн. Ҡулына бер эш барманы. Волостағылар завод төҙөлгән ерҙе барып күрергә, управляющийҙың ярҙамсылары, белгестәр менән күрешергә тәҡдим итһә лә, уныһын да һуҙҙы.

Йәйләүгә сыҡмайынса ауылда ҡалғандарҙан дүрт-биш кешенең үҙ аттары менән завод өсөн урманда ағас яндырып, күмер үртәргә, унан ташырға китеүҙәрен белә ине. Хәйер, “ине” тиһәң, бигүк дөрөҫ булмаҫ. Был турала үҙенә килеп тә әйттеләр, кәңәшләшкәндәй ҙә иттеләр. Ғөмүмән, Яппарҙың ил-күс башлығы булып йөрөүе лә ҡайһы саҡ борондан килгән ғәҙәт буйынса ғына һымаҡ. Староста башҡарырға тейешле бурыстарҙың күпмеһендер элеккесә үҙе үтәй. Башҡа яҡтарҙа күптән ауыл старосталарына тапшырып, йөкмәп ҡуйғандар. Яппар ҙа быға тиклем волостан түрә-маҙар килһә сабып барған эт төшөрөлгән “Сельская староста” тигән миҙалын таға ине. Тора-бара ошо һүрәт уға: “Хужаңа эт һымаҡ тоғро хеҙмәтең өсөн” һымағыраҡ тойола башланы. Муйынын ҡыҫып, тынын быуғандай. Етмәһә, яңыраҡ ситтән бер килмешәкте староста итеп ҡуйып киттеләр. Шулай ҙа Яппар күңеле, булмышы менән үҙен ҡумрыҡтарҙың башлығы итеп тоя: бер нисә ауыл берләшеп, оло йыйын йыйып, изге бурыс-ғәмәл үтәүҙе уға тапшырғандар.

Эйе, заманалар үҙгәрә. Ана бит, хәҙер йәйләүгә лә уның нәҫеле сыға ла, Никифар әйтмешләй, “иҫкегә” йәбешеп ятыусы бер-ике аймаҡ. Башҡалар, бигерәк тә тиҫтәләп кенә йылҡы тотҡандар, дүрт-биш һыйырҙан, егерме-утыҙ һарыҡ-кәзәнән артығын аҫрамағандар ауылда ҡала. Ярлы-ябағаны әйтеп тораһы ла түгел. Яңы тәғәйенләнгән староста ла, Мансур мулла ла ауылда. Уныһын эш-ҡош төшкәндә, Ҡөрьән уҡытҡанда, үлем-етем булғанда, хөкөм, никах һымаҡ ғәмәлдәрҙе үтәгәндә генә саҡыртып алалар, йәйләүҙәргә сығып әйләнә. Нисек кенә булмаһын, халыҡ ситтән килтереп ҡуйған старостаға түгел, үҙҙәре — аҡһаҡалдар һайлаған ил-күс башлығына ҡарап йәшәй. Элгәре старостаны ла һайлап ҡуялар ине. Хәҙер властың башҡортҡа ҡарата ышаныс бөттөмө, халыҡты һанға һуҡмаумы — ситтән, бөтөнләй ят бауырҙы килтереп ҡуялар. Боронғо йәйләү осороноң остоғон ғына булһа ла һаҡлаусы Яппарға ҡарап йәшәүҙәре, быуындан-быуынға килгәнсә, уның нәҫеле ил өсөн яуап биреүҙән дә киләлер.

— Дә-ә, — тип һуҙҙы Яппар, ниңәлер уй йомғағы ошо яҡҡа һүтелә башлап.

— Никифар бик дөрөҫ әйтә, нисек кенә боронғолоҡто һаҡларға тырышма, донъя ҡуласаһы үҙ ыңғайына тәгәрәй — уны һис кенә туҡтатып та, кирегә әйләндереп тә булмай. Шул уҡ француздарҙың бында килеп завод төҙөп ятыуҙарын да. Ҡатайҙар илендә лә — Инйәр, Иҙел башына табан да — ошо уҡ француздар, тағы әллә кемдәр суйын, баҡыр ҡойор өсөн завод һалалар, имеш. Ана бит, ҡайнағаһының — Мең волосына ҡараған Муса ауылы эргәһендә поляк кешеһе көнбағыш майы, спирт заводы төҙөй, ти. Башҡорт бөтөнләй йәйләүһеҙ ҡалып бара лаһа!

Хәйер, “француз” тиҙәр ҙә һөйләйҙәр. Яппар үҙе лә шуға ышанып, күнегеп китте. Волость түрәләре әйтеүенсә, бер нисә белгестән башҡа француздарҙың еҫе-ҡоҫо ла юҡ икән. Үҙең барып ҡарамайынса, ул түрәләргә ышанып та булмай. Халыҡты аҙ алдаманылар. Үҙе лә бит тынысланыр, күңелен йыуатыр өсөн: “Ҡаҙна* ерендә эшем юҡ”, — тигән була. “Була” ғына шул. Ә эс тәңгәле көтөрләй, күңел төбөн бесәйҙәй ниҙер тырнай, юҡ, тырнап ҡына ҡалмай, аҡтарып сығара. Ҡанатып аҡтара. Ата-бабаһының ниндәй ерҙәре бит ҡулдан күскән! Завод төҙөй башлағансы, ҡаҙна ере иҫәпләнһә лә, урындағы башҡорттар боронғоса уларҙы үҙҙәренеке тип һананы. Йүкә ҡабығы һыҙырып һалабаш һалдылар, ҡатын-ҡыҙ ҡайын туҙынан һағыҙ ҡайнатты, ир-ат утын әҙерләне, солоғон тотто. Ә хәҙер... Хәҙер, ана, теләһәләр француздарға бирәләр, теләһәләр завод өсөн ер аҡтаралар, крәҫтиәндәрен күсереп, ауылдар һалалар, ҡәлғә төҙөйҙәр...

Хәүефһеҙләнеп, төрлө насар уйҙарға бирелеп оҙаҡ йөрөнө Яппар. Йөрөнө, тирмә эсенә инеп ятты, торҙо... Ниһайәт, устары менән тубығына шапылдатып һуғып алды ла, урынынан тағы ҡалҡынды. Ире ниндәйҙер аныҡ, ҡәтғи ҡарарға килгәнлеген Ынйыбикә шунда уҡ аңланы. “Аллаға шөкөр, — тине ул эстән генә, — бер уйға килде, ахыры. Юғиһә, анау волостан ҡайтҡаны бирле һөйләшкәне лә, асылғаны ла юҡ. Үҙ-үҙенә бикләнеп, ауыр уйҙарын йөрәгенә йыйып тик йөрөй”. Оло бисәһе, ил инәһе булырҙай Ынйыбикә генә түгел, әле йәшлегенең дәрте ташып торған Ғәлимә лә һиҙҙе быны. Ошо хаҡта ике көндәш, ике серҙәш һөйләшеп тә алдылар.

— Мин шул завод тигәндәренә барып, күреп әйләнәйем әле, — тине тыныс булырға тырышып Яппар. Һуңынан теҙгенләп, ауыҙлыҡлап тотҡан ҡыҙыулығы бергә туплана барып, тышҡа әсе һүгенеү булып бәреп сыҡты. — Тфү-ү-ү! Хәшәрәттәр, етмәһә, ошо завод өсөн минән ат таптыралар. Биреп тор, йәнәһе. Әйтерһең, минең сысҡан һыртлы, тарпан нәҫеле аттарым ишәк! Тәүҙә ерҙәребеҙҙе ҡаҙнаға тартып алдылар, хәҙер иһә үҙебеҙҙең урманды үртәгәндән ҡалған күмерҙе ташыр, үҙебеҙҙең ер ҡуйынында ятҡан суйынды иретер өсөн мин уларға аттарымды бирергә тейеш. — Хужа ишекле-түрле йөрөнө. Ҡатыны бер ни өндәшмәне, мөйөшкә һыйынып, ире менән килешкәнлеген белдереп, ара-тирә башын ҡағып ҡына алғыланы. — Мин, ошо француздың олатаһын өңөндә дөмөктөргән батырҙың ейәне, башҡорттоң яугир аттарын егеп... Тәүҙә барып баш эйергә, аттарымдың һырттарына ыңғырсаҡ һалырға, ҡамыт кейҙерергә тейеш.

Ситтән ҡарағанда Яппар ҡатынына ҡыҙған һымаҡ күренһә лә, әсенеүҙәрен уға сығармай ине. Үҙ-үҙенә һөйләнеүе лә, ҡыҙып ишекле-түрле йөрөүе лә ғәрлеген баҫыуы булды. Холҡо ла бәләкәйҙән шулай бит: бик тиҙ ҡыҙа, ошо уҡ тиҙлектә тиерлек тынысланғандай итә лә, һүрелә башлай. Әле лә йөрөнө-йөрөнө лә, матурлап өйөлгән юрған, яҫтыҡтар өҫтөнә лып ултырҙы.

— Ҡара әле, Ынйыбикә, һин миңә асыуланма, йәме, — тине ул тауышын йомшартып. — Ҡыҙыуым һиңә түгел, үҙемдең көсһөҙлөгөмдө күрә алмайым. Беләһеңме, завод эшләй башлаһа, беҙҙең алыҫ йәйләү менән яҡынының араһы өҙөлә. Ул яҡҡа сыға ла алмаясаҡбыҙ...

— Шулай шул, — менән сикләнде ҡатын. — Ни эшләйһең, Хоҙай ҡушмаған эш булмаҫ әле.

— Барына ла Хоҙай ҡушып ултырмай шу-ул, Ынйыбикә. Хоҙайҙан уҙып эш итеүсе бәндәнең нәфсеһе бар. — Яппар оҙаҡ өндәшмәй ултырҙы. Һуңынан, тауышын ҡалтыратып, былай тине: — Яраҡлашырға кәрәктер, яраҡлашырға-а-а...

Ҡатыны нимәгә яраҡлашырға кәрәк икәнен аңлап уҡ етмәһә лә: “Әллә инде”, — тигән булды. Үҙе, ире тағы ҡыҙып-нитеп киткәнсе типме, ҡымыҙ алып инеү һылтауы менән тирмәнән сыҡты.

— Йо-оҡ, ер аҡтарыусылар, тау шартлатыусыларға яраҡлашырға түгел, ә заманына күрә яраҡлашырға кәрәк. — Яппарҙың күкрәгендә урғылған ғәрлек, көсһөҙлөк тойғоларын аныҡ эш талап иткән көс-ғәйрәт алыштыра барҙы. Уныһы аныҡ ҡарар ҡабул итер алдынан ғына була торған тойғо. Ошоно һүрелтеп, уй менән эш араһында ваҡыт теҙгенен бушаттың, һуҙҙың икән тағы киреһе алыштыра башлаясаҡ: боронғолоҡто иҫкә алыуҙар, уй йомғағының осо сырмалыуҙар... Һуңынан төшөнкөлөк ҡоласын йәйеп, алдыңа йырып сыҡҡыһыҙ һаҙлыҡ килтереп ҡуясаҡ. Уныһы иһә көндән-көн үҙенә һура. Ай, ҡыйын, бик ауыр ул төшөнкө уйҙарҙан арыныуы...

Алыҫ йәйләү менән яҡыны араһына заводсылар тамам кәртә ҡуйғансы (ә ул арала ҡаҙна ере һуҙылған), үҙҙәренә барып килергә, ни ҡылып ятҡандарын күрергә кәрәк. Күпме екке ат кәрәк, күпмеһен иткә оҙатырға, иң мөһиме — ни хаҡҡа. Шунда уҡ Питерға уҡырға ебәрелеүселәрҙе лә барлау мөһим. Ҙур улын Ырымбурҙан ҡайтарыу эш түгел, әлбиттә, бала саҡтан хәрби булырға хыялланды. Уҡыһын, офицер булһын. Ҡустылары үҫкәнсе унан башҡа ла ырыуҙа егеттәр етерлек...

Тағы Никифарҙың һүҙҙәре тынғылыҡ бирмәй башланы: “иҫкегә йәбешеп ятыусы”, “тартып аласаҡтар”, “ялҡауын да, эшләп байығанын да, тырышҡанын да бер ҡалыпҡа һалып тигеҙләйәсәктәр”... Йо-оҡ, шаштыра знакумы, шаштыра! Улай уҡ булмаҫ. Нисек итеп инде әле ауылда “үгеҙ үлһә ит, арба ватылһа — утын” тип ятыусылар менән таң һарыһын йәйләүҙә ҡаршылап, мал үрсеткәндәрҙе йәки анау күмер үртәүселәрҙе, үҙ аттары менән барып, урмандан ташыусы тырыштарҙы, үҙ ерҙәрен арендаға бирмәйенсә ерен һөрөп сәскәндәрҙе ата ялҡауҙар менән тигеҙләһендәр, ти. Шунан һуң, ниндәй заманда ла закон бар бит әле! Тағы ла меңләгән баш атты, бар мөлкәтте гүргә алып китеп тә булмай, балаларҙы уҡытырға кәрәк. Үҫкәс, барыһы ла йылҡы тотмаҫ, ә уҡытыу мөһим: Питерында ла, Өфөлә, Ҡазанда, хатта Мысырҙа ла...

Хәлфетдинде ҡыуҙырғандан һуң Яппар йомошсо алманы. Йәйләүҙән ауылға ҡайтҡас, уныһын ғына хәстәрләр. Әлегә кәрәкмәй, тине. Һаман элекке йомошсоһоноң ҡылығы тынғы бирмәй ине уға. Башына һыйманы. Шуға ла ҙурыраҡ эш булһа үҙе юлланды, ваҡ-төйәгенә малай-шалайҙы ебәрҙе. Был юлы инде туҫтаҡ менән ҡымыҙ алып инеүсе Ынйыбикәгә өндәште:

— Парад кейемдәрен әҙерлә, — тине ул, ҡәтғи ҡарарға килеүен белдергән тауыш менән. Һуңынан, бойороҡ булып сыҡҡанын аңлап, йомшара төштө. — Барып киләйем әле шуларға. Күрәйем, аҙаҡ берәй нәмә уйларбыҙ...

“Парад кейеме” тигәне кантон заманындағынан ҡалған хәрбиҙекен хәтерләтә ине. Махсус рәүештә шулай тектерҙе. Унда мотлаҡ француздарға ҡаршы һуғышта ҡатнашҡан олатаһының “Парижды алған өсөн” менән батырлығы өсөн бүләкләнгән көмөш миҙалы, үҙе старосталыҡ иткән осорҙа батшаға тоғро хеҙмәте өсөн бирелгән миҙал тағылған. Өҫтәүенә, “ауыл старостаһы” миҙалын да муйынына тағыусан. Әле яңы старостаның ауылға бер аяғы инһә, икенсеһе инеп бөтмәгән тип иҫәпләй Яппар, ил-күс йомошо менән йөрөгәнен дә күргән юҡ — яҙыу-һыҙыуҙан бушамай. Уныңса, тегенең власы булһа ла, килмешәкте халыҡ барыбер өнәп бөтмәй, юҡ йомошто бар итеп уға киләләр. Яңыһы волость өсөн, Яппар беҙҙең өсөн староста, тип фәстереп тә ебәрәләр. Миҙалдарҙан тыш, “пряжкалы” ҡайышын быуыр, көмөш һаплы ҡылысын тағыр.

Бер уйлаһаң, әллә батшалар үҙҙәре алдан күреүсе булған, әллә кәңәшселәре, олаталарының хәрби походтарҙа алған миҙалдарын, ҡылыстарын ейәндәренә тағырға рөхсәт иткәндәр. Дөрөҫ тә эшләгәндәр, бары ла ҡандан килә бит ул, ҡандан — нәҫелдән. Һин ниндәй тоҡомдан икәнде һорап тороу ҙа кәрәкмәй — күренеп тора. Ә Яппар — французды еңгән батыр тоҡомонан. Әле уның аҫаба ерҙәре эргәһенән гелән “ҡаҙна” ерен, элекке бабаһын дөмөктөргән олатаһының аҫаба ерен аҡтарып ятыусы француздар ҙа аңлаһын кем менән һөйләшкәндәрен.

Үҙ уйҙарынан кинәнес тапҡан Яппар Ынйыбикәһе һандыҡ төбөнән алып биргән кейемдәргә үрелде. Бер-береһенә тейгән миҙалдар сыңлап китте: олатаһының хәрби миҙалдары, үҙенең батшаға, илгә тоғро хеҙмәт иткәне өсөн бүләкләнгән миҙалы. Был сың — быуындар бәйләнеше сыңы булып быуаттарҙы тоташтырҙы. Тирмә эсе аңлаталмаҫлыҡ нурға, моңға күмелде...

*Ҡаҙна ере — батшаның 1832 йылдың 10 апрелдәге Указына ярашлы, аҫаба башҡорттарға 40 дисәтинә, килеүселәргә 10—15 дисәтинә (бер дисәтинә — 1,025 гектар) ер ҡалдырып, ҡалғанын ҡаҙнаға алғандар йәки “буш ерҙәр” иҫәбенә индерелгән.

12. Төҙөлөш. Мәрйә ҡыҙы

Ай-һай-һа-ай... Ғәләмәт була бит был завод тигәндәре. Ҡаҙна ерендә эшем юҡ, тигән булып, һыр бирмәҫкә тырышып йәйләүҙә ятһа ла, күңеле юҡҡа тынысһыҙланмаған, йәне үртәлмәгән икән. Харап, бик харап бында эштәр: бер ерҙә ағас ҡайыҙлайҙар, икенсе урында дейеү ауыҙынан да ҙурыраҡ итеп мейес сығаралар, өсөнсөһөндә, дүртенсеһендә, бишенсеһендә... Иҫ китмәле!

Йәйләүҙә, ауылында ғына түгел, волоста “Яппар ағай”ҙан һалдырып, үҙе артынан башҡалар эйәреп йөрөүгә күнеккән, аҙым һайын әйтелгән “әссәләмәғәләйкүмдәр”гә “вәғәләйкүмәссәләм” тип яуаплап өйрәнгән, хатта әйтеп тә тормайынса баш һелкеп кенә үткән Яппар өсөн иң көтөлмәгәне ошо булды — унда береһенең дә эше юҡ. Ҡайҙалыр ашығалар, мәж киләләр, ҡаҙалар, яғалар, сүкейҙәр. Хатта күрше ауылдарҙан килеп эшләп йөрөүсе таныш-тонош ир-ат та үҙ шөғөлө менән мәшғүл: йә битараф ҡына баш ҡағып иҫәнләшәләр, йә бөтөнләй иғтибар итмәҫкә, күрмәмешкә һалышалар. “Дә-ә...” Икенсе аптыратҡаны шул: аҙым һайын “француз заводы” тип фәстерһәләр ҙә, бында һалдаттарҙан, “завод крәҫтиәне” тип йөрөтөлгән мужиктарҙан, үҙ аттары менән руда ташырға, күмер үртәргә ялланыусы башҡорттарҙан, һирәк кенә осраған типтәр, мишәрҙәрҙән башҡа француздарҙың еҫе-ҡоҫо ла юҡ.

Оҙатып килгән егеттәргә үҙенең толпарын ҡалдырҙы ла, үҙәккә табан Яппар яңғыҙы китте. Күкрәген кирә төштө, миҙалдарын рәтләне. Кантон заманындағыса* тегелгән хәрби кейеменә ҡыҙыҡһынған, аптыраған һалдаттар фуражкалары, папахаларына ҡул суҡтарын тейгеҙеп, честь биреп ҡала. Бындай форманы күргәндәре булмаһа ла, берәй түрә-маҙар, хәрби кешелер тиҙәрҙер инде. Уларҙың шулай ҡыланыуы Яппарға тағы дәрт, ышаныс өҫтәне. “То-то”, ти ине уның ҡиәфәте, белегеҙ, күрегеҙ, йәнәһе. Уның һайын миҙалдары сыңлай — ҡартҡартатаһының Парижды алғаны, үҙенең ил алдындағы хеҙмәттере өсөн бирелгәндәре. Ҡындағы булат ҡылысы атлап барыуына мәртәбә өҫтәй, аҙымдарын ышаныслы итә. Аҫаба башҡорт үҙ еренән атлай, француз төҙөгән завод буйлап. Күп тә үтмәҫ, ошо заводҡа уның улдары, ырыуҙаштары хужа булыр. Бына, уҡырға китеп, тау эшенә өйрәнеп кенә ҡайтһындар әле. Уларҙың ата-бабаһына башын һалған француз вариҫтары һис хужа була алмаҫ башҡорт еренә!

Ошо уйҙар, үҙенә булған ышанысы “кантур” тип йөрөтөлгән оло йорттоң ишегенең тупһаһын аша атлатты.

Ҡараңғылыҡ. Оҙон ҡыштан һуң килгән иртә яҙ башы булһа, күҙ тышта — ҡояш нурын сағылдырған ҡар өҫтөндә ҡалған тиер инең, юҡ, йәйҙең иң оҙон мәле генә. Ләкин, килеп ингәс, тиҙ генә өй эсен байҡап сығырмын тимә. Барыһы яйлап ҡына үҙ урынына ҡайта барҙы: ишектән үк тигәндәй һуҙылған оҙон өҫтәл, уны сыбарлаған ҡағыҙҙар, стенаның буйынан-буйына эшләнгән кәштәләр, өҫтөндәге китаптар, мөйөштәге суҡыныу урыны, өҫтәл тирәләй теҙелешкән ултырғыстар... Түр башынан уға йылмайған пеләш башлы әзмәүерҙәй ир, эргәһендә ултырған сибек йөҙлө, оҙон танауына күҙлек элгән әҙәм. Яппарҙың алдынан уҡ инеп киткән мужиктың йомошсо икәнен тәүҙән үк аңлағайны килеүсе. Уныһы нисек ҡабаланып алдан ингән, шулай уҡ тиҙ генә солан менән өй ишеге араһында ҡаршыға ла осраны:

— Добр, добр, һеҙҙе көтәләр, — тине ул, русса-башҡортсалап.

Динен һатып, суҡынған бер әҙәмдер әле тип уйланы Яппар. Дөрөҫөрәге, уйламаны, был уй үҙенән-үҙе мейе һырҙары буйлап йүгереште. Шулай бит ул, насары тәүҙә үтә, һуңынан ғына яҡшырағы, аҡыллырағы алышына. Бигерәк тә башҡорттоҡо: һуң төшә, һуң төшһә лә мул төшә. Ошо мулы көтә, әйҙәй ине әле хужаһын.

Яппар түргә уҙҙы. Теге өҫтәл башындағы дәү ирҙең ҡуш усы күрһәткән урындыҡҡа ултырҙы. Тамағын ҡырҙы. Бынағайыш, өңөнән алдылармы ни, бер ни өндәшә алмай. Әйтерһең, башынан хәтерен юйғандар, кәүҙәһенән көсөн һурғандар: быуындары тоймай — оса һөйәктәре ҡаҡ ултырғысты нығыраҡ тоя, ниңә килгәнен дә онотҡандай — теле көрмәлә. Йыуантыҡ, күптәнге танышын осратҡандай, ҡыуанысын йәшермәне.

— Дождались, дождалис, мой дорогой, так сказать, күптән көтә инек. — Эргәләге күҙлеклегә өндәште. — Катеринаға әйт, өҫтәлгә сәй килтерһен.

“Кантур” тигәнеңдең икенсе яғына терәтеп ҡунаҡ өйө эшләнелгән икән. Уртаға ҡуйылған ишек кенә айыра. Уның асылыуы булды, тегенән “казенный” яҡҡа тәмле ит, һурпа еҫе йүгерҙе. Танауҙар ҡытыҡланды, урттарҙан бүленгән шыйыҡса тамаҡ төбөнә табан юлланды.

— Эш тураһында ҡоро килеш һөйләшмәйек әле, иң тәү, так сказать, сәйләп алайыҡ. Башҡорттар донъя хәлдәрен самауыр артында хәл итә ти бит, эйеме? — Үҙен Александр Васильевич тип таныштырған кеше усын ыуғыланы.

Управляющий икән. Уныһын Яппар тәүҙән үк аңлағайны. Ғәҙәттә хужа ситтә — яҡындағы ҡалала йәки унан да ары — губернала, хатта Питерҙа була. Был сағында француздар илендәлер, моғайын. Юҡҡа завод шулар исеме менән бәйле һалынмай бит. Утһыҙ төтөн сыҡмай, халыҡ юҡты һөйләмәҫ. Мир теленә эләкһә, хәбәрҙе тотоп тыйырмын тимә.

— Бына, килеп сыҡтым әле, — тигән булды Яппар. — Күрше генәбеҙ, хәл дә белешкән юҡ...

— Шулай шул, шула-ай. Үҙем һеҙҙең яҡтарға барып, яҡындан танышырға ниәтләп тора инем, — тине управляющий. — Һеҙҙе волоста ла, хатта Өфөлә — губернала маҡтап бөтә алмайҙар, бик эшлекле кеше, тиҙәр.

Яппар уңайһыҙланып китте.

— Ҡуй инде, — тигән булды. — Тел һөйәкһеҙ — ни генә тимәҫтәр.

— Улай тимә әле, май сүлмәге тышынан билдәле инде ул. Ҡасан ғына килереңде әйтмәһәләр ҙә, бик көттөк. Күреп тораһың, так сказать, эш гөрләп бара. Аттар кәрәк, аҙыҡ тигәндәй...

Үҙе тураһында яҡшы һүҙ ишетеүе йөрәгенә май булып яғылһа ла, Яппар бындай һөйләшеүгә өйрәнеп бөткән. Һалпы яҡҡа һалам ҡыҫтырырға ниәтләй был суҡынмыш, тип уйлап ҡуйҙы. Башҡорттоң ябайлығынан күп файҙаланғандар инде килмешәктәр. Ни генә тимә, таяҡты әлиф тип белерлек белеме бар Яппарҙың. Урыҫсаһын да яҡшы белә, фарсы, ғәрәпсәһен әйтеп тораһы ла түгел. Яҙыу-һыҙыуға төркисәһе бар. Һәр хәлдә, управляющийҙың хужалары менән французса аралашырлыҡ булмаһа ла, төрки, фарсы, ғәрәп донъяһын, үҙ Рәсәйен байҡарлыҡ. Ә француздар, әйҙә беҙҙең ергә ваҡытлыса килгән икән, үҙҙәре башҡортса һөйләшһен.

Ҡапыл тәҙрә яғына боролған булып, килеүсе миҙалдарын сыңлатып алды. Бына мин кем, кемдең ейәне, йәнәһе.

— Ы-ы... Һорарға итеп ҡуям да, “француз заводы” тиҙәр ҙә һөйләйҙәр, үҙҙәре бер генә лә күҙгә салынмай шикелле?

Александр Васильевич ирен ситтәре менән генә йылмайҙы. Уның ҡиәфәтенән “тә-тә-тә был басурман, Жан Бертольдтың үҙе менән һөйләшергә самалай, ахыры” тигән мыҫҡыл ғәләмәте лә сағылды. Һәр хәлдә, тегенең йөҙөнә тартыла барған битлек Яппарға шулай тойолдо. Үҙе йылмайғандай итһә лә, күҙҙәре ихлас түгел ине. Күҙ ҡабаҡтары ла һикергеләп, бер туҡтауһыҙ тартышырға кереште. Был бәндә үҙен түш, үҙен муйын итеп тойоп өйрәнгәнлеге күренеп тора. Ул һалпы яҡҡа һалам ҡыҫтыра икән, миңә лә икенсе яғына бесән ҡыҫтырырға кәрәк, тине эстән генә Яппар, төлкө ҡырында төлкө булыу шарт.

— Бында француздарҙың инженерҙары ғына инде. Ҡалғанын беҙ...

— Ну-у, миңә ни уларҙың кәрәге юҡ. Француз — йәһәннәм тишегендә, беҙ — бында, тигәндәй. Миңә, аҫаба башҡортҡа, һеҙҙең һымаҡ аҡыллы, эшлекле кеше менән эш итеүе анһатыраҡ та, яҡшыраҡ та, — тигән булды Яппар. — Килешербеҙ әле. Беҙ бит ошо французды Парижға тиклем ҡыуып, ҡатын-ҡыҙының рәхәтен күреп, рәхмәттәрен ишетеп ҡайтҡан ата-бабабыҙҙың ейәндәре!

Шарт. Нәҡ өҫтөнә баҫты Яппар! Александр Васильевичтың күҙҙәре тәүҙә шарҙай итеп асылды, һуңынан итләс битендә нәҙек кенә һыҙыҡтар булып юғалды, ситтәренә һаҡал-мыйыҡ төшкән ирендәре ҡыҫылды ла, эстәге тынын бер аҙ быуып торғас, “прх” итеп асылды, төкөрөктәре сәсрәне. Йөҙөндәге бар яһалмалыҡты сисеп ташланылармы ни — ихлас йылмайҙы, хатта килеп Яппарҙы ҡосоп уҡ алды.

— Знамо, мой башкир, знамо! Так сказать, үҙҙәрен ҡыуып, ҡатындарын... ҡайтҡандарҙың ейәне бит беҙ!

Рәхәтләнеп көлдө. Был көлөүҙә ихласлыҡ та, ғорурлыҡ та, маһайыу, тағы әйтеп аңлаталмаҫлыҡ әллә ниндәй кисерештәр бар ине. Яңыраҡ ҡына кантур яғына сәй ултыртырға ҡушҡайны, хәҙер инде ҡунаҡ яғы ишеген шар асып, тегендә әйҙәне.

— Катерина, не здесь... — Ҡулын һелтәне. — Тегендә, тегендә — ҡунаҡ яғында...

Хужа ихлас булғас, Яппарҙың да ҡумрыҡ-табындарҙың башлығы икәне, яһалма мин-минлеге онотолдо. Сиктәр юйылды. Бер аҙҙан улар күптәнге таныштар һымаҡ ине: береһе “знакумдан”, икенсеһе “брат”тан һалдырҙы. Яппар күптән шуға инанған — ысын урыҫтар менән башҡорттар араһында айырма юҡ. “Ысын” тигәндән, европалашмаған, боҙолмағандарын, хәйлә, мәкер белмәгәндәрен күҙ уңында тота. Ана бит, управляющий ҡалай ҡыланғайны ла, хәҙер иһә волость үҙәгендәге Никифарҙан бер нимәһе менән дә айырылмай. Шул уҡ ҡыланыш, шул уҡ холоҡ — һуйған да ҡаплаған.

Ҡунаҡ яғына сыҡтылар. Өҫтәл аш-һыуҙан һығылып тора. Әйтерһең, Яппарҙың килеүен алдан уҡ белгәндәр. Хәйер, завод тиклем завод төҙөһөндәр ҙә, бер ул ғына йөрөүсеме ни?

— Әллә берәрһенең өлөшөнә индем инде, уңайһыҙ ҙа, — тип тартынды оло өй тупһаһы аша атлаусы.

— Һин беҙҙең өсөн иң ҙур ҡунаҡ. Ә ҡыҙымдың өҫтәле һәр саҡ шулай тулы ул — бешеренергә ярата. Жаль, әсәһе генә күрә алманы буй еткергәнен. Царство ей .... — Хужа бер аҙ тынып торҙо, суҡынып алды. Һуңынан ҡыҙына өндәште: — Катя, сыҡ әле был яҡҡа, әйҙә, ҡунаҡ менән таныштырайым үҙеңде.

Шунда ғына Яппар шаршау артында һауыт-һаба ҡыштырлатыусы ҡыҙға күтәрелеп ҡараны. Дөрөҫөрәге, шәүләһенә.

Ҡылт. Ниҙер өҙөлдө. Ялғанмаҫлыҡ итеп өҙөлдө йөрәк турыһындағы нескә генә бер ҡыл. Ирҙең алҡымынан алдылар тиерһең — өнһөҙ ҡалды. Тамаҡ төбөнә үрмәләгән оло төйөр тын алғыһыҙ итте.

— ..?

Йә, Хоҙа-ай, бындай ҙа сибәрлектең булыуы мөмкинме һуң?! Ғүмерендә күпме ерҙәр гиҙҙе, күпме һылыуҙар күрҙе, тик бер ҡасан да улар алдында баҙап ҡалғаны булманы. Ә бында — аяҡтары иҙәнде тойманы, теле көрмәләнде, әллә ниндәй аңлайышһыҙ ауаздар сығарҙы. Ике шаршау араһын йырып сыҡҡан фанилыҡ фәрештәһенең йом-м-шаҡ ҡына ап-аҡ ҡулы уның усында ирене, төпһөҙ зәңгәр күҙҙәре аң-зиһенен томаланы, дерелдәгән алһыу ирендәре аша сыңлап сыҡҡан көмөштәй тауышы күңеленең әллә ҡайһы ҡылдарын сиртте.

— Катя. — Ҡыҙ еңелсә генә сүгәләгәндәй итте, йылмайҙы. Ирҙең күҙҙәренә тултырып ҡараны ла... тамам әсир итте: ах-х...

— Ы-ы...

Тынлыҡ. Мәңгелек булып тойолған минуттарҙың бәләкәй генә өлөшөн һанаған сәғәт текелдәне. Ике аралағы — ҡырҡ биш йәшлек ир, ун һигеҙен саҡ тултырған һылыу араһындағы — ошо тынлыҡ-бушлыҡты йөрәктәрҙән урғылған хис-тойғо, үрһәләнгән, шарламалай ажарланған йәндәрҙең ярһыуы тултыра барҙы. Бына-бына барыһы бергә ҡушылып ҡайнар ҙа, ташып, сабырлыҡ ҡапҡасын селпәрәмә килтереп, ситкә осорор. Йәндәрен генә түгел, тәндәрен дә бер бөтөн иткән тулҡындар диңгеҙҙәй киңлеккә алып китер.

Эштең ҡайҙа барғанын атай кеше шундуҡ аңланы. Ике ут араһында ҡалғандай тойҙо ул үҙен. Шуға ла, сихри төҫтәргә инә барған хистәр йәйғоро ике йәнде бер-береһе менән күперҙәй тоташтырғансы, был тынлыҡты боҙорға ашыҡты.

— Э-э... Ҡыҙым, таныш бул, был минең яңы знаком, так сказать, дуҫым Яппар. — Александр Васильевич үҙе ҡунағын ҡыҙы менән таныштырған, йөҙөнә йылмайыу йүгерткән булды, ә күңелен шытым биргән шик-шөбһә өйкәй барҙы. Был басурман берҙән-бер ҡыҙыңа күҙ һалды бит, ти ине эсенә инеп оялаған, йәнен тырнап ҡанһыратҡан ҡара бесәй ҡиәфәтендәге шайтан. Шулай ҙа уйҙарын белдермәне, ә Яппарҙың ни өсөн килгәнлеген ҡыҙына аңлатҡан булып, ҡунаҡтың үҙенең дә иҫенә төшөрҙө — онотолма, йәнәһе. — Оло ҡунаҡтың ошо көндәрҙә килергә тейешлеге тураһында волостан хәбәр иткәйнеләр. Точно ғынаһын белмәнек. Яппар — меңләгән баш йылҡы тота. Так сказать, бик кәрәкле кеше. Бергә егелеп тартҡанда ғына йөк урынынан ҡуҙғала бит ул. Дәүләт эшендә бигерәк тә...

Александр Васильевич, ғәҙәтенсә, һәр һүҙе, фекере һайын “так сказать” тип үҙен йөпләп ҡуя. Тик был юлы фекере тарҡалды... “Так сказать”ы ябай ғына, арбаға һис кәрәкмәгән бишенсе тәгәрмәстәй булып сыҡты.

— Әйҙә, түрҙән уҙ. Етешеп ултыр. Итенә лә үрел. Һиңә “тегенеһен” һалмайым инде, — тип, үҙенә стакан төбөнә шарап ҡойҙо. — Мин дә аҙ ғына, так сказать, танышыу хөрмәтенә генә...

Яппарҙың да ҡыҙҙы күргәндән һуңғы тәүге хис-тойғоһо яйлап тарала барҙы. Бер-бер артлы өй эсендәге йыһаздар пәйҙә булды, яңы знакумының көрәктәй һаҡалы һелкенде, туҫтаҡтарға алмашлап төшкән ағас ҡашыҡтар ыңғайына ауыҙҙар шапылданы, һимеҙ ит киҫәктәре сиратын көтөп боҫон сығарҙы.

Йомош тапҡан булып шаршау артына ингән Катерина һауыт-һаба ҡыштырлатты, мейес алдындағы көлдө бутаны, күмер күҙҙәренә тынын өрҙө — ни эшләргә, ни ҡылырға белмәне: йөрәге күкрәк ситлеген емерерҙәй булып тулай, бөтә тәне аяҡ табандарына саҡлы яна. Был басурмандың ҡарашы сихырланымы ни — фалиж һуҡҡандай ҡалтыранды. Тамсы һыуға сарсап һулыған сәскәләй бөрөштө лә ҡуйҙы. Күңелендә баҙлаған ҡуҙҙан, юҡ, ҡапыл тоҡанған ялҡындан ҡурышҡандай булды. Түҙмәне, тағы шаршау араһынан өҫтәл яғына күҙ һалды. О-о, боже! Ҡараштар осрашты. Ҡыҙҙың ҡулындағы ижауы төшөп китте.

— Ой-й... Ба-атя-а, аш кәрәк булһа, ө-өндәшерһегеҙ, — тигән булды ла Катя, битен ҡапланы.

Шәүләһенән ни эшләүен күргән атай кеше, ҡыҙының ҡыланышын белмәмешкә һалышып, ҡунағын ҡыҫтаны:

— Әйҙә, етешеп ултыр әле, Яппар. Һуңынан, контора яғына сығып, документтар ҡараштырырбыҙ ҙа, завод буйлап йөрөп әйләнербеҙ, барыһын күрһәтермен, урында һөйләшербеҙ...

— Ы-ы... Эйе, эйе...

Аңы, зиһене томаланды Яппарҙың. Бер ни хәтерләмәне: төҙөлөш буйлап йөрөгәндәрен дә, килешеү төҙөгәндәрен, башҡаһын да. Себәләнгән, сырмалған уйҙарының осон һуңынан, тирмәһенә — ҡатындары ҡырына ҡайтҡас һүтергә аҙапланыр. Фанилыҡ ғазабының утында янғас, гонаһлы уй-хыялдар, михнәттәр солғанышында ҡалғас, өнө менән төшө араһында һаташып буталанғас. Әлегә уға Сәрбиямал ҡарсыҡтың им-томо ла, шифалы үләндәр төнәтмәһе лә ярҙам итмәйәсәк. Ҡалын итеп үрелгән алтындай толомон ҡалҡыу күкрәгенә, төпһөҙ күк йөҙө шикелле зәп-зәңгәр күҙҙәренең ҡарашын ирҙең күңеленә һалған, алмалай йөҙөнән балалар ихласлығы китмәгән, һыйпағы ла һыйпағы килгән беләктәрендә ҡояш нурҙары уйнатҡан, үҙенең усында ирегән ҡул суҡтары йылыһын ҡалдырған мәрйә ҡыҙы, ах, оҙаҡ, бик оҙаҡ күҙ алдында торасаҡ әле...

13. Алыҫ йәйләүгә табан

Ҡыҙы күҙгә күренеп һулыны. Атай кеше ҡара ҡайғыға батты. Ҡайҙан ғына анау аҙғын басурманды өйөнә индерҙе, ҡайҙан ғына-а?! Тәүбәһен әйтте, ишекле-түрле йөрөнө, юҡ-бар йомош ҡушҡан булып, ҡыҙын башҡа завод төҙөүсе белгестәрҙең ғаиләләре йәшәгән өйҙәргә ебәрҙе. Катя һүҙһеҙ генә уның йомошон йомошланы ла, башын баҫып, шым ғына башҡа йорт эштәре менән булышты. Кантур ҡапҡаһы төбөнә берәй һыбайлы килеп туҡтаһа ла, ишеге асылһа ла йүгереп барып тәҙрәгә ҡапланды, дарҫ-дорҫ типкән йөрәгенең ярһыуын баҫырға тырышып, мендәр-серҙәшенә күҙ йәшен түкте. Шулай ҙа була икән, илаһым. Питерҙа саҡта артынан килеүсе, дуҫлашырға самалап, ниәтләп йөрөүсе егеттәр ҙә аҙ булманы. Барыһы дворян нәҫелдәре, башҡа затлы ғаиләләрҙән ине. Ә бында... Уф, бер ҡараш етте, уныһын да ай күрҙе, ҡояш алды тигәндәй. Күҙ асып йомғандай ғына мәл булды. Ә осҡоно йөрәген телеп үтте лә күңелендә ялҡынланды. Бар зиһенен томалап, ойотҡо һалды: бәғеренә үтеп инде, ерлек тапты – яман шеш шикелле йәнен һура барҙы, хәлһеҙ итте, көнөн төнгә әйләндерҙе. Ҡап-ҡара төн, тик алыҫта ғына үҙен саҡырған бер йондоҙ быҫҡып-быҫҡып ала. Һис етерлек тә, уй-хыялың менән булһа ла өмөтләнерлек тә түгел.

– Ҡыҙым, – тине атай кеше бер көндө, – әллә, тим, кире Питерға китәһеңме? Ауырый башлаған кеүекһең, бындағы климат та килешеп бөтмәй шикелле...

Катерина, өрәктән ҡурҡҡандай, күҙҙәре ҙур итеп асылды ла һикереп үк китте.

– Йо-оҡ, атай, ю-уҡ... Килешә, би-бигерәк к-килешә к-климат, – тип, һүҙҙәрен бутаны, тотлоҡто. – Үҙең бит килгән саҡта Урал һауаһы шифалы тигәйнең... – Бер аҙ тын торҙо. Тәрән итеп һуланы. Ана, нисек Урал һауаһы, йәнәһе. Шул саҡ күк көмбәҙе асылдымы ни, башына бик шәп уй килде:

– Атай, бәлки, миңә һыбай йөрөп килергә, елләнеп ҡайтырға кәрәктер? Йорт эштәре менән булып, аш-һыу ҡырында ғына булашып та йонсотто. Көн дә бер үк төрлө тормош бит...

Александр Васильевич ҡыуанысынан бармағын шыртлатты – знамо! Ана бит, ҡыҙының күҙҙәре нисек осҡонлана! Ошо ҡараш, өмөт осҡоно ялҡынланһын өсөн бер ни йәл түгел ине уға. Тик һүрелмәһен генә ҡәҙерлеһенең ҡарашы, өмөтһөҙлөккә генә бирелмәһен.

– Э-эйе, ҡыҙым, эйе. Мин хәҙер, анау килгән кешеләрҙе генә оҙатам да, икәүләшеп һыбай йөрөп килербеҙ. Былай ҙа ҡарап әйләнергә ине, күмер үртәүселәрҙе лә күрергә кәрәк, руда сығарыусыларҙы...

Быныһын яңылышыраҡ ысҡындырҙы. Ҡыҙының күңелен күрәм тигән булып, киреһенсә, үҙ мәшәҡәте һаҙлығына, йырып сыҡҡыһыҙ эштәре тоҙағына һөйрәй түгелме һуң ул? Ҡыҙына бит ирек кәрәк, ире-ек! Йәш күңеле талпынған осор, башҡорт сәхрәләрендә иркенләп күңеленә елкән кирер өсөн. Ах, ахмаҡ, шуны ла аңламай, атай, имеш.

Александр Васильевич мыйыҡ осон борғоланы, һаҡалын һыпырҙы.

– Хә-хәҙер, эштәремде генә тамамлайым да, икебеҙгә лә ат эйәрләргә ҡушам.

Быға тиклем төрлө уйҙар уйлап, башы ҡатып бөткән атай кеше өсөн дә ҡыҙының ниәте ҡулай булды. Аптыраған өйрәк арты менән сума, тигәндәй, һуңғы арала башына тынғылыҡ бирмәгән бер ғиллә бар ине лә, тик нисек тә тормошҡа ашырырға ҡыймайыраҡ, тәүәкәлләмәйерәк йөрөнө. Хәҙер иһә мәле үҙенән-үҙе килде лә сыҡты: Александр Васильевич ҡыҙын... йәйләүгә, эйе, Яппарҙың йәйләүенә алып барырға ҡарар итте!

Катя өсөн шаҡ ҡатырғыс яңылыҡ булды ул. Иләҫ-миләҫ мөхәббәт еленә елкән кирергә әҙер торған ҡыҙыҡай атаһын ҡосоп уҡ алды. Бөтөрөлдө, әйтерһең, күҙгә күренмәҫ ҡанаттар үҫеп сыҡты ла, эй, талпына инде! Өй эсе лә яҡтырып киткән төҫлө. Нур бөркә, нур сәсә ине тирә-яҡҡа Катерина.

Ҡыҙ атаһының үҙенең күңелен аңлауына һөйөндө.

– Донъяла иң яҡшы атай һин! – тип, ҡәҙерлеһен ҡосоп-ҡосоп алды, йөнтәҫ битенән үпте. Сәпәкәйләне, әйләнде, тыпырланы.

Александр Васильевич та үҙен сикһеҙ бәхетле тойҙо – нисек кенә булмаһын, ике яҡҡа ла ҡулай уртаҡлыҡ тапты бит. Ниәте башҡа булһа ла. Теге саҡ, Яппар менән бергә төҙөлөш буйлап йөрөгәндә, килеүсенең ҡылын төрлө яҡлап сиртеп, тартҡылап ҡарағайны: Яппарҙың бер түгел ике ҡатыны барлығын да белде, балалары хаҡында ла һорашты, эш өсөн кәрәкле яғын да онотманы. Ә бер ҡатлы Яппар, күптәнге танышы һымаҡ күреп, яңы знакумына бар күңелен асты. Хәйер, Александр Васильевич та бер ни йәшермәне. Тәүҙә серле һымаҡ күренһә лә, йомғаҡ шикелле һүтелә, ваҡыт ыңғайына уй-ниәтен тәгәрәтә барҙы. Шулай ҙа арала сикһеҙ тойолған епте төйнәп алырға онотманы. Бигерәк тә Катеринаға ҡағылғанда: имеш, уның егете бар, йәй үтеү менән Питерға киткәс, кейәүгә сығасаҡ һәм башҡа, һәм башҡалар. Хәстәрлекле атай ҡыҙы менән яңы танышының күҙ ҡараштарынан барыһын аңлағайны, шуға нисек тә араларын тиҙерәк һыуытыу яғын ҡараны.

Катя ла, тәү ҡарашҡа ғына иләҫ-миләҫ күренһә лә, иҫәр ҡыҙ түгел. Тик бар елкенеүе күңелендә бөрөләнгән серле хистәрҙе йүгәнләй алмауында ғына. И-их, ауыҙлыҡларлыҡмы ни уларҙы? Бер ҡараһаң, йәненә сикһеҙ рәхәтлек бирә, аҙ ғына ваҡыт үттеме, тамуҡ утына ташлай. Яндыра, көйҙөрә. Белмәйме лә, һиҙмәйме Катя атаһы йәшлек ирҙең ҡатыны барлығын? Киреһенсә, булмаһа аптырар ине. Шунан һуң, диндәре буйынса мосолман ирҙәре ике-өс ҡатын алырға хоҡуҡлы икәнен дә белә. Тик быны күҙ алдына ғына килтерә, башына һыйҙыра алмай. Нисек инде, бөгөн бер ҡатында йоҡла, иртәгә... Уйлауы ла ҡурҡыныс. Шул саҡ үҙенең мейеһен башҡа уй сүкей башлай: “Ә һин, Катерина, һин һуң кем, ҡатыны, бәлки, ҡатындары барлығын һиҙә торған өҫтөнән төпкөлдәге бер басурманға күңелең тартылғас?” Төрлө уйҙар уйлай, ошо сорналсыҡтар араһында сәбәләнә ҡыҙыҡай. Тимәк, бер уйлаһаң, мосолмандарҙың ҡатындары бәхетлерәк була түгелме? Икеһе бер иргә ғашиҡ булған хәлдә лә һөйгән кешеләренә кейәүгә сыға алалар, ә Катя... Катя ғаиләле мужикка нисек кенә ғашиҡ булмаһын... һөйәркә генә була. Һис башы-зиһене етерлек тә, аҡылы һыйҙырырлыҡ та түгел.

Әлбиттә, Катя Яппарҙың ике ҡатыны барлығын белмәй. Икенсеһе тураһында уйлаған саҡта күңеле менән үҙен күҙалларға тырышты. Мәңге тормошҡа ашмаҫ уй-хыялды мейеһенә тылҡып һеңдерҙе. Күҙалланы, үҙ уйҙарынан оялды. Барыһынан-барыһынан арынып, ысынбарлыҡҡа ҡайтырға тырышып башын һелкте, еҙ тастағы һыуға йөҙөн ҡапланы. Эске тауышы ла тынғылыҡ бирмәне: “Быларҙың барыһы ҡыҙыҡай ир наҙына һыуһауың ғына. Һиңә ун һигеҙ йәш, был сағында өләсәйең дә, әсәйең дә күптән кейәүҙә ине”, – тип, берсә йыуатты, берсә үсекләне. Айыҡ уйға саҡырҙы: “Аҡылыңа кил, атайың йәшендәге ир бит ул. Ҡиәфәте ғашиҡ булырҙай ир, эске донъяһы бөтөнләй башҡа: мосолман, башҡа тел, ғөрөф-ғәҙәт, ғаилә, балалар – унда һиңә урын юҡ. Һин – аҡһөйәктәр нәҫеле, юғары тораһың, быларҙың барыһынан да өҫтөн: тирә-яғыңда башҡа мөхиттә тәрбиәләнгән ир-егеттәр, бөтөнләй бүтән донъя, дин, йолалар...”

Барыһы-барыһы тынғылыҡ бирмәне ҡыҙға. Быларҙы атай кеше күрҙе, белде, йәне әрнене. Ләкин бер ни эш ҡыла алманы. Баҡсалағы ҡый үләнен йолҡоп ташлап, түтәлдәрҙе таҙалап була, ә кеше күңелен... Ай-һай, булмай икән шул. Күрәсәген күрмәйенсә, үҙ башынан үткәрмәйенсә әҙәм балаһына өгөт-нәсихәт менән генә ярҙам итермен тимә. Барыбер аңламаясаҡ. Бигерәк тә үҙ балаң. Киреһенсә, уй-хистәрен аңламауҙа ғәйепләп, һинән биҙеүе, күңеле һүрелеүе генә бар. Бигерәк тә мөхәббәттә. Уның утында янмайынса, йәне үрһәләнеп, бер ауыҙы бешмәйенсә ғашиҡлыҡтың ысынмы-юҡмы икәнлеген кеше белмәй. Быны татырға, ғазап утында янырға, үҙ башыңдан үткәрергә, киләсәктә фәһем алырға кәрәк.

Александр Васильевич эш-ҡошон тиҙ, бик тиҙ тамамларға тырышты. Дөрөҫөрәге, писарына бар мәшәҡәтен тапшырҙы ла ат ҡараусыға ике юртаҡ әҙерләргә ҡушты.

– Смотри у меня, береһе ҡыҙым өсөн – ҡыҙҙар эйәре һал, аты сабыр, аҡыллы булһын, – тине, ҡыҙына оторо баҫым яһап. Йәнәһе, бергә йөрөп киләләр, ҡыҙы ҡала принцессаһы ла, “өй тауығы” ла түгел, ә оҫта һыбай йөрөүсе – был йәһәттән егеттәргә биргеһеҙ.

Һәр береһенә йомошон ҡушып, эшен өйөп бөткәс, өҫтәле артына барып ултырҙы.

– Тәк, быныһы булды, – тип бер бармағын бөктө, икенсеһе артынан өсөнсөһө бөгөлдө. Баш бармағы ғына тороп ҡалды – уныһы йөпләр, “знамо” тип түбә таҡтаһына төртөр, уй-фекеренә нөктәр ҡуйыр өсөн.

Завод территорияһынан сығыр алдынан Александр Васильевич атын туҡтатты.

– Тр-р... Хәҙер, ҡыҙым, юлды һорашайыҡ әле. Моғайын, эшкә ялланыусылар араһында урындағылар барҙыр. Барған-ниткән еребеҙ түгел, урман, тау-таш араһында аҙашып йөрөмәйек.

Бирермен тигән ҡолона, сығарып ҡуйыр юлына, тиҙәр бит – һәләмә генә кейенгән бер башҡорт егете күренде.

– Әй, кем, кил әле бындараҡ, – тип, һауалы ғына өндәште юлға сығыусы. Егет көрәген ергә батырҙы ла, ҡыйыуһыҙ ғына “господин”ға табан атланы.

– Эйе, тыңлайым...

– Исемең нисек була? Ҡайһы яҡтанһың?

– Ошо яҡтыҡы инем мин, хәҙер...

– Уныһы кәрәкмәй. Исемең нисек?

– Хәлфетдин...

– Әйт, әле, Хәл-Хәл... Һәй, суҡынып китһен дә, һис тел әйләнерлек түгел был басурман исемдәренә.

– Бер генә лә суҡынып китеп, гүргә инеп булмай бит әле, господин кем кемывич. Бик теләһәк тә булмай, бар нәмә Хоҙай ихтыярында.

– Ошо яҡ кешеһе булғас, Яппар байҙы ла беләһеңдер, уның йәйләүенә нисек барырға икән? – Александр Васильевич йомшара төштө.

Хәлфетдинде йәшен һуҡтымы ни, сайҡалып китте, ағарынды.

– А-анау яҡҡа, анау, туда-туда, – тип, әллә яңылышып, әллә буталып, алыҫ йәйләү яғын күрһәтте лә, ҡулын һелтәп, китеп барҙы. Атлаған һайын һул ҡулының оҙон еңе ошо яҡҡа табан йәлпелдәне. – Туда-туда...

Катерина ла, атаһы ла аптырап ҡалды. Ҡыҙын борсомайым типме, Александр Васильевич былай тигән булды:

– Иҫәүәндер, унан ни алаһың инде. Хәҙер бит һантыйҙар менән донъя тулған...

Ҡыҙыҡай был егет тураһында оҙаҡ уйланып барҙы. Һуңынан атаһына былай тине:

– Бать, а, бать, ниңәлер минең баштан теге егет сыҡмай. Һис кенә лә иҫәүәнгә оҡшамаған бит ул. Яппарҙың исеме сыҡҡайны, дер ҡалтырап төштө, манма тиргә батты. Әллә, тим, был Яппар тигәнең бик хәтәр кешеме икән? Уның менән яуаплы, мөһим эшкә килешеү төҙөп, яңылышып ҡуймағайың тип борсолам.

– Борсолоп, мине уйлауың өсөн рәхмәт, әлбиттә. Тик, ҡыҙым, бер иҫәүәндең ҡыланышына ҡарап волоста ла, губернала уважаемый кеше тураһында насар уйламайыҡ, йәме. Май сүлмәге тышынан беленә, ҡыҙым, Яппарҙың булдыҡлы әҙәм икәне әллә ҡайҙан күренеп тора. – Александр Васильевич ҡапыл тынып ҡалды. Бер аҙ һүҙһеҙ генә эйәрендә әле тегеләй, әле былай борғоланып барҙы.

Тәк-тәк-тә-әк. Ҡыҙы Яппарға ҡарата шик белдерә түгелме? Шулай булғас, ул юҡҡа хафаланған да инде. Знамо! Атай кешенең иңенән оло йөк төшкәндәй булды, бар ҡайғыһы таралды.

– Ҡыҙым, мин бит һине Яппарға ғашиҡ булғанһыңдыр тип ҡурҡҡайным. Әй, йүләрмен дә инде. Үҙем йәшлек кешенән шиклән инде. Етмәһә, ғаиләле бәндәнән... – Ул урманды яңғыратып көлдө. Үҙенең элекке ҡыланышын ахмаҡлыҡҡа тиңләп көлдө.

У-ух-х. Башына һалҡын һыу ҡойҙолармы ни, ҡыҙының артабанғы һүҙҙәре эйәренә ҡуша һеңдерҙе.

– Ә һин, атай, һиҙгәйнеңме ни? Шулай уҡ ныҡ белдерҙемме? Хистәрҙе тотоп ауыҙлыҡларлыҡ түгел шу-ул...

– ...? Ни-нимәне, ҡы-ҡыҙым?

– Минең Яппарҙы оҡшатҡанды, тим. Шуға күңелем йәйләүгә талпына бит, атай, талпына-а! – Ҡыҙы шәп итеп юртып китте. Ике ҡулын ҡош ҡанатылай йәйеп, әй, талпына инде Катерина, әй, талпына! – Оҡшатам мин уны, атай, оҡшата-ам. Бер күреүҙән ғашиҡ булды-ым... Ә теге егет ысынлап иҫәүәндер. Бәлки, ул да мөхәббәт тип башын юғалтҡандыр. Бына минең һымаҡ... – Ҡыҙ теҙгенен тартты. – Тр-р, малҡай, тыр-р... Ишетәһегеҙме, тауҙар, ишетәһеңме йылға?! Мин ғашиҡ булды-ым! Тәү тапҡыр ғашиҡ булдым. Кемгәме? Атайым йәшлек ғаиләле иргә. Ха-ха-ха... – Катя тирә-яҡты яңғыратып көлдө. Уның ҡыңғырауҙай тауышын Яңғыраубикә ҡабатланы: “Ға-шиҡ бул-ды-ым... Бу-ул-ды-ымм...”

Ни әйтергә белмәйенсә, Александр Васильевич атын ҡыҙыныҡы ҡырында өйөрөлттө. Тотлоҡто. Тамағына табан үрмәләгән төйөрҙө йота алмайынса аҙапланды.

– Һуң, ҡы-ҡыҙым, һин б-беләһеңме уның бер түгел ике ҡатыны, әллә нисә тирмәлек бала-сағаһы барлығын? Б-беләһеңме, тим, йү-йүләркәйем?

Катеринаның күҙҙәре шарҙай асылды.

– Ни-нисә-ә ҡатыны-ы?

– Ике! И-ке-е! – Атаһы үҙенең ярһый барғанлығын тойһа ла, тыйыла алманы. – Первая любовь, йәнәһе. Беләһеңме, уның һинең һымаҡ любовтары күпме? Ике ҡатыны бар уның, ике! Кәрәк икән өсөнсөгә лә өйләнә ала, бараһыңмы өсөнсө бисәлеккә? Етмәһә, мосолман диненә күсеп. Башҡортта шулай ул. Беҙҙең урыҫ шикелле одна любовь на всю жизнь түгел.

Оҙаҡ, бик оҙаҡ һүҙһеҙ барҙылар. Шунан Катерина былай тине:

– Да ну к черту всех, ибет, атай. Йөрөйөк, йөрөйөк тә ҡайтайыҡ.

– Знамо! Беҙ әлегә икебеҙ генә булһаҡ та насар түгел бит. Ә Яппар эш буйынса бик кәрәкле кеше. Шул ғына. Ысынбарлыҡ менән килешергә кәрәк, ҡыҙым. Барайыҡ, күрәйек, һөйләшәйек. Һин ҡатындары менән танышырһың. Һеҙҙең арала әлегә бер ни юҡ бит, булыуы ла мөмкин түгел. – Александр Васильевич өгөт-нәсихәткә күсте. Тауышы тамам йомшарҙы. – Ул – мосолман. Һинең тамырҙарыңда иһә бөтөнләй башҡа ҡан йүгерә: динебеҙ хаҡ, эргә-тирәңдә бынамын тигән Питер, Париж егеттәре йөрөй, үҙең шәфҡәт туташы ғына түгел, тиҙҙән врач булмаҡсыһың...

Ҡыҙы ирен ситтәре менән генә йылмайып ҡуйҙы. Үҙенең бер ҡатлылығынан көлдөмө ул, иләҫ-миләҫ тойғо шауҡымына бирелгәнлегенәнме – белмәҫһең. Ә бит атаһы дөрөҫ әйтә, араларында бер ни булманы. Тик ҡараштарҙың осрашыуы, ирҙең күңеленән сыҡҡан тойғоно йөрәгенә ҡабул итеүе генә булды. Кемдең ғүмерендә юҡ ундай осраҡлы ҡараштар, хатта күңелдәрҙә урғылған хис-тойғоно белдереүҙәр. Тормош юлы оҙон, кем осрамаҫ та, кем-кемгә күҙ һалмаҫ. Ҡыҙ барыһын оноторға, алдаҡсы уйҙарынан, илерткес хистәренән арынып, ошо ожмахҡа тиң тәбиғәт ҡосағында онотолорға теләне.

– Ә ниңәлер, атай, бына был яҡҡа, әле беҙ китеп барған яҡҡа күңел барыбер тартыла. Ашҡындыра, кемдер саҡырып, көтөп торғандай...

Аттар бышҡырҙы. Нәҫел айғыры кешнәне. Шырлыҡтан килгән тар ғына юл оло бер аҡланға алып сыҡты. Асыҡлыҡ тулы йылҡы өйөрө күренде. Әллә нисәмә өйөр!

– Атай, ҡара, ниндәй мөғжизә! – Катерина алдында әйтеп аңлаталмаҫлыҡ, әкиәттәрҙә генә булғанса илаһи хозурлыҡ асылды. – Атай, Питер, Мәскәүҙең, Европаның барлыҡ музейында, картина залдарында йөрөп сыҡтым, әммә бындай ҙа мөғжизәне һынландырған рәссамдарҙың эштәрен күрмәнем. Күпме ер гиҙҙем, тик береһе лә был яҡтарға торошло түгел. Атай, мин – телһеҙ!

Александр Васильевич ҡыҙы өсөн шатланып бөтә алманы. Ниһайәт, яйлап ҡына ҡыҫыр мөхәббәт шауҡымынан арынып, булмышына ҡайта, аҡылына килә балаҡайым, матурлыҡты, тирә-яҡтың илаһи гүзәллеген тоя башланы, тип уйланы.

– Юҡ, ҡыҙым, был Питер ҙа, Париж да, һин сәйәхәт ҡылған башҡа ерҙәр ҙә түгел, был – Урал! Башҡорт төйәге. Тәбиғәттәре лә үҙҙәре һымаҡ ябай, шул уҡ ваҡытта күңелдәре кеүек серле лә, матур ҙа, ҡырыҫ та. Был – башҡорт иле!

Ҡурай моңо!

Катерина тамам телһеҙ ҡалды. Һораулы, аптырашлы ҡараштарын атаһына ташланы: өнөмө был, төшөмө? Күҙҙәре күргән сихри мөғжизәнән һуң тауҙар яғынан килгән илаһи моң тамам әсир итте. Тәненең һәр күҙәнәгенә үтеп инә лә, йәнен үрһәләндерә, талпындыра, күңеленең нескә ҡылдарын сиртә.

– Ни-ни нәмә был, атай? Һин ҡайҙа алып килдең мине?

– Тәбиғәттең бала сағына. Әлегә кеше ҡулы теймәгән, ер ҡыртышын аҡтармаған төбәккә. Тыңла, ҡыҙым, тыңла. – Александр Васильевич бер аҙға тынып ҡалды ла һүҙен дауам итте. – Мин Уралға килгәс шуны аңланым, башҡорт моңон, ер һулышын күңелең менән тойорға өйрәнмәйенсә, оҙон башҡорт көйҙәренең тарихын аҙ ғына белмәйенсә тороп, бында йәшәү мөмкин түгел. Ана, күрәһең бит, тәбиғәт тә саҡ уянғандай. Заводта күптән мәж киләләр, ҡабаланалар, ниҙер соҡойҙар, сүкейҙәр, ә бында-а... Барыһы ла тәбиғи: ҡояш тауҙар араһынан сығып, төшлөк етеүе тураһында белдерә, бал ҡорттары үҙ эштәре менән мәшғүл, йөҙ төрлө сәскәнән тирә-яҡҡа хуш еҫ таралған...

Александр Васильевич оҙаҡ хискә бирелә алманы, ҡаршыларына ике һыбайлы килгәне күренде. Йәшерәге арыраҡ туҡтап ҡалды, өлкәне эргәләренә үк килде. Күкрәгенә уң ҡулының усын һалып, баш ҡағып иҫәнләште.

– Әссәләмәғәләйкүм, уҙамандар! – Уларҙың завод кешеләре икәнен кейемдәре үк күрһәтеп торғас, башҡортса-руссаға күсте. – Здравия желаю.

Бындағы халыҡтың завод крәҫтиәндәренә шикселерәк ҡарағанын Александр Васильевич белә ине. Нисек кенә булмаһын, улар башҡорттарҙың биләмәләренә малдарын сығаралар, бесәнлектәрен тапаталар. Шунан һуң, урындағы халыҡ үҙ ерҙәренең аршинына тиклем белә, ә крәҫтиән өсөн сик юҡ һымаҡ. Етмәһә, заводтыҡылар яңы төйәкләнеп, ҡаралтыларын нығытыу эшен саҡ башлаған. Ағастың да оҡшағанын ҡайҙа етте шунан, ҡайҙа яҡшыраҡ, ҡайҙа ҡулай унан ҡырҡыусандар. Был йәһәттән башҡорттар үтә һаҡсыл, бигерәк тә солоҡ ҡуныр урмандарҙы күҙ ҡараһылай һаҡлайҙар. Шуға ла көтөүсе егеттәрҙең һағайыуы урынһыҙ түгел. Бәлки, ярҙам ҡулы һуҙыу өсөн дә килгәндәрҙер. Уныһын да белә Александр Васильевич. Ярҙамсыл, бер ҡатлы халыҡ: үҙҙәренең һуңғы һыныҡ икмәге менән дә уртаҡлашалар, юлсыларға юл күрһәтеп, арығандарын, талсыҡҡандарын яндарында хәл алырға ҡалдыралар. Бик яҡшы белә Александр Васильевич башҡорттоң холҡон, бында килгәнсе лә, бигерәк тә килгәс, ғөрөф-ғәҙәттәрен дә өйрәнә башланы, ҡайһыһын үҙ итмәһә лә, хөрмәт итергә кәрәклеген төшөндө. Ябай булһалар ҙа, ялағайланып, түбәнселеккә төшмәйҙәр, ә үҙ баһаларын белеп, сит-ятҡа һис баҫым яһамайынса, үҙҙәрен ихтирам иттерә алалар – эске, рух көсө, күкрәктәрендәге дәрттәре бәреп тора. Ә үҙенең христиан булмағандарҙы йыш ҡына “басурман” тип атауы ҡайһы бер Питер түрәләренән, урындағы чиновниктарҙан килгән ғәҙәт кенә.

Александр Васильевич башын ҡағып сәләм алды, башҡортсалап ҡулын күкрәгенә ҡуйып ихлас һүҙ ҡушты:

– Яппар йәйләүенә китеп барыуыбыҙ. Юлды ошо яҡҡа табан күрһәткәйнеләр, – тине юлсы.

Ҡаршыһындағы егет арттағыһына ҡарап алды, тегенеһенең етди йөҙөнә йылмайыу йүгерҙе. Шунда ғына килеүсе уның уң ҡулы билендәге хәнйәр ҡыны өҫтөнән алынғанын күрҙе. Бәй, Александр Васильевичтың үҙенең дә һуң ҡулы арҡаһындағы һунар мылтығының ҡайышын тотҡан даһа. Һаҡланыу, ҡыҙы өсөн борсолоу ғәләмәте ошо булалыр инде – үҙе лә һиҙмәгән. Быны аҙаҡ ҡына аңланы. Тимәк, сит-ят биләмәгә ҡорал менән килгән, һис ҡунаҡ булып түгел.

– Әйҙүк, рәхим итегеҙ, Яппар ағайҙың алыҫ йәйләүе ошо була, – тине өлкәнерәк йәштәге йылҡы ҡараусы. – Бында башлыса беҙ, көтөүселәр генә торабыҙ. Йылҡы, һарыҡтар ошонда көтөлә, ә һауын һыйырҙары ауылға яҡын йәйләүҙә. Халыҡ та унда тирмә ҡорған, – тип, егет Инйәрҙең түбән ағымына табан күрһәтте. – Әйҙәгеҙ, хәл алып, төшкө аштан ризыҡланып китегеҙ. Һурпа ла өлгөрөп килә...

Атай кеше ҡыҙына ҡараны. “Башҡорттар ҡунаҡҡа саҡырҙы икән, уларҙың саҡырыуын кире ҡағып, асыуландырырға ярамай, аштан оло ла булып булмай”, – ти ине уның ҡарашы. Ә Катерина өсөн бында барыһы ла ят, шул уҡ ваҡытта танһыҡ, серле лә һымаҡ. Бигерәк тә өҙҙөрөп, күңелдәргә үтеп инерлек итеп уйнаған ҡурайсыны күрергә теләге көслө. Ниңәлер ул мотлаҡ Яппар булырға тейеш һымаҡ. Ғөмүмән, һуңғы ваҡыт бар яҡшы нәмә Яппарға барып тоташҡандай, тик Яппарҙа сағыла кеүек башҡорт кәүҙәләнеше. Әле алдарында торған ике һыбайлы ла ҡайһы яғы менәндер уға оҡшаған. Бәлки, үҙен мөхәббәт шауҡым-шарабы илерткәндер ҙә, һаташыуы ошолор. Егеттәрҙең бөтөнләй күрмәгән-белмәгән, сит-ят кешеләрҙең тамаҡ ялғап, хәл йыйып китергә саҡырыуҙары ла сәйер, бер ғәжәп һымаҡ. Катерина, үҙе лә һиҙмәҫтән, былай тип һалды:

– Ысынлап та, атай, әйҙә бер аҙ хәл алайыҡ. – Егеттәргә лә күңелен өйкәгән һорауын биреп өлгөрҙө. – Ә кем ш-шундай матур итеп уйнай?

– Ишдәүләт ағай ул, Ишдәүләт, – йәш көтөүсе тағы ниҙер әйтергә ауыҙын асҡайны ла, өлкәненең ҡарашы туҡтатты.

– Ишдәүләт – беҙҙең өлкән көтөүсе, башлыҡ була инде. Моңайған сағында шулай ҡурай тартып, күңелен бушата...

Ҡалғанын һөйләп торманы, минең арттан барығыҙ, тигән шикелле хәрәкәт яһап, атының башын кирегә ҡайырҙы. Ә йәш егет иркенләне: атын ҡыҙҙыҡы эргәһенән төшөрҙө, ниҙер һөйләне, йылмайғандай итте. Катеринаға уныһы ҡыҙыҡ түгел ине – ҡурай моңо ашҡындырҙы, барған һайын күкһел төтөнгә ҡушылып һауаға күтәрелгән һурпа еҫе, алда көтәсәк мөғжизә ымһындырҙы.

Ҡаҙан аҫтында сарт-сорт янған усаҡ янында ултырған егет ҡалҡынды. Аттарын йәш көтөүсегә етәкләткән Александр Васильевич менән Катеринаға табан атланы. Ике ҡуллап тәүҙә ир кеше менән күреште.

– Ишдәүләт булам. Әйҙүк, ҡаҙан янына рәхим итегеҙ, – тине хужа. – Юлдан талсыҡҡанһығыҙҙыр, ҡымыҙҙан ауыҙ итерһегеҙ.

Һуңынан... Егеттең ҡуш усында ҡыҙҙың ҡул суҡтары ирене. Катеринаның бар тәне зымбырланы, бит алмалары янды, аяҡ аҫтында ер убылды...

– Ка-Катерина, Катя-а...

– Ишдәүләт...

Авторҙан: Парҙар күктә ҡауыша, тиҙәр. Юҡ, был тойғо ерҙә, бына ошонда – баҙлап күмергә әйләнгән, талғын елгә тағы ҡаҙан аҫтына ялҡын ялатҡан усаҡ янында күңелдәргә осҡон һала. Иш булырмы улар, юҡмы – Хоҙай ғына белә. Диндәре, телдәре, ғөрөф-ғәҙәттәре башҡа булһа ла, йөрәктәре бер үк тибә, бер үк йәш ҡан урғыла бит. Хәйер, хистәр йәшкә ҡараймы ни?

Үҙем аҡ ҡағыҙға юлдар төшөрәм, ә күкрәгемдә һөйөп-һөйөләсәк йәндәрҙең йөрәк тибешен, хистәренән урғылған ялҡынды тоям. Ах, ҡайнарлығы уларҙы-ың... Артабан ни булыр? Белмәйем...

14. Фанилыҡтыҡ да була ожмахы

Ирендәге үҙгәреште шунда уҡ һиҙҙе Ынйыбикә. Ғәҙәтенсә, үҙенең төнө етер алдынан ул Инйәргә төшөп һыу инеп сыҡты. Ҡайтҡан саҡта аҡ сәскәләр йыйҙы, мәтрүшкә ҡушты. Тирмәһенең ишеген эстән элдерҙе лә, еҙ тасҡа йылымыс һыу ҡойҙо. Ҡайнатылғанына сәскәләрен һалып, кәстрүлдең өҫтөн ябып ҡуйҙы. Тирмә эсе хуш еҫкә күмелде.

Ынйыбикә яйлап ҡына сисенде. Үҙ тәненән үҙе оялып сисенде. Сит-ят күҙҙәрҙән түгел, үҙ күҙҙәренән оялды. Эстә тулай башлаған нәфсеһен ярһытмаҫ өсөн, шайтандарға дилбегәһен тоттормайым тип, хис-тойғоларын ауыҙлыҡларға тырышты. Шулай ҙа була икән, илаһым, уның күңелен ҡатын-ҡыҙҙа ғына була торған эске һиҙемләү – шик-шөбһә биләй башланы, көнләшеү, ҡыҙғаныу ғәләмәте ҡалҡып сыҡты. Был тойғо бер тапҡыр йәнен ҡыйғайны. Яппар Ғәлимәне алырға киткәс булғайны. Ләкин, йәш көндәше менән иренә никах уҡытҡас, һыпырып алдылармы ни, яҙмышына буйһондо ла китте. Әллә ҡайҙа йөрөмәй бит, үҙ ҡатыны, хәләл ефете ҡырында, тип тынысланырға тырышты. Был саҡында Хоҙай түҙемлек тә, сабырлыҡ та биргәндер – уныһы уңалған. Ә бына ирендәге бөгөнгө үҙгәреш юҡтан түгел. Завод тип сығып китеп, алыҫ йәйләүҙе урап ҡайтҡандан бирле башҡаға әйләнде Яппар. Үҙе һиҙҙермәҫкә, яйы сыҡҡан һайын иркәләргә, наҙлы һүҙҙәр әйтергә тырышһа ла, тойғоһо ысын йөрәктән, күңел төбөнән сыҡмай. Быны Ынйыбикә тоя, белә, иренең күңелен тамам һыуытмаҫ өсөн йәнен бирергә әҙер булып бар тырышлығын һала. Әле лә ҡатын йыуынды, кейемдәрен алмаштырҙы, тирмәһен йыйыштырып, тағы күҙҙән үткәрҙе – барыһы ла урынындамы, таҙамы, бешерелгән ризыҡтары килешеп бөткәнме...

Ә был сағында...

Был сағында Яппар үҙ тирмәһендә үрһәләнде: ишекле-түрле йөрөнө, яҫтыҡ-мендәрҙәре өҫтөнә барып ауҙы, осһоҙ-ҡырыйһыҙ уйҙарына сумды, улар сорналсығында буталды. Ҡайҙалыр йөрөп, күңелен бушатҡыһы килде – аяҡтары тартманы, ҡулына эш барманы. Башы зыңҡыны – ятһа йоҡо алманы, торһа ике сикәһен тимерсе келәшәһеләй ҡыҫты. Ҡырыҡ биштә – нисәмә балаға атай, ике ҡатынға ир була тороп, күңеле башҡаға тартыла уның.

Ир уртаһына еткәс ғашиҡ булыуы йәш саҡтағынан ныҡ айырыла икән: бында бурыс та иңеңә ята, ошо бурыс хис-тойғоларын ауыҙлыҡларға тырыша, иләҫләнгән күңеле тартыша. Бер яҡта шайтан ҡотҡоһо йән-тән эсендә тулай, икенсе яҡтан – тыныслыҡҡа, сабырлыҡҡа саҡырған ошо бурыс. Бер яғында – ҡатындары – холоҡ-фиғелдәрен, йән-тәндәренең бар нескәлектәрен белгән хәләл ефеттәре тора, икенсеһендә томан шаршауы артынан хисле ҡараш ташлаған ҡыҙыҡай күҙҙәре баға. Торғаны сер йомғағы ул: саф күңеле, илерткес хушбуй еҫе аңҡыған ап-аҡ тәне... Ҡағылыуы булыр, ағастарҙы ҡаплаған бәҫ гәлсәре шикелле, ошо серлелек ҡойолор ҙа төшөр һымаҡ. Барыһы юғалыр. Бер генә мәл. Бәлки, ошоно татып ҡарау ғәләмәте генәлер иләҫләнгән күңелдә ҡоторған, гонаһ шомлоғона этәргән был тойғо? Ысынлап та, нимә был? Риүәйәттәрҙә һөйләнелгән илаһи мөхәббәтме, әллә телдән-телгә күсеп йөрөгән, шыш-быш ҡолаҡтан-ҡолаҡҡа еткерелгән ғишыҡ шауҡымымы – белмәҫһең. Һис кенә лә яуап табырлыҡ, осона сығырлыҡ түгел. Ана бит, яурынында ултырған, береһе гонаһтарын, икенсеһе ҡылған сауаптарын яҙып барған ике фәрештә лә ғәмәл дәфтәрҙәрен асҡан да аптырап ҡалған: мөхәббәт дауылында уҡмашҡан хис-тойғоларҙы икегә бүлеп, ҡайһыһы гонаһ, ҡайһыһы изге эш икәнен айырып ҡара!

Бәлки...

Ир ҡапыл килгән уйҙарынан ҡото алынып, тертләп китте. Башына һалҡын һыу ҡойҙолармы ни, мейеһен йәшен сыбыртҡыһылай айыҡ уй телеп үтте. Бәлки, быларҙың барыһы аҙғынлыҡтыр? Алтындай ике ҡатыны була тороп, шайтан ҡотҡоһона бирелеп, ҡыҙыҡайҙы тәү күргәс тә табан аҫтындағы ерҙе тойма әле. Башҡаса булыуы мөмкин дә түгел. Аҙмы уның устарында мәрйә ҡулы иремәгән дә, башҡа ҡатын-ҡыҙҙыҡы ҡағылмаған, күҙ ҡараштары менән илертмәгән. Ирмен тигән ирҙең йөрәге дарҫламай торамы ла, күңел тырызы мөлдөрәмә тулып, хис-тойғолары ташмай буламы? Тик тыйылыу, ошо аҙ ғына мәлде йүгәнләй, кәрәк сағында ауыҙлыҡлай белеү мөһим. Быларын да яҡшы белә, шулай кәрәклеген аңлай Яппар. Тик...

Ҡапыл тирмә тышында кемдер өндәшкәндәй булды. Ке-ем? Хәлфетдин тауышына оҡшаған! Яппар ултырған еренән һикереп торҙо. Күлдәк-ыштанын тартҡыланы, билбауын эләктерә һалды ла тышҡа атылды. Бер кем юҡ. Һәр хәлдә, тирмәһе ҡырында. Арыраҡ, усаҡлыҡ янында, ҡатын-ҡыҙ һауыт-һаба ҡыштырлата, бала-саға сыр-сыу килеп уйнай, апай-инәйҙәр, ағас күләгәһендәге сирәмгә йәйелгән балаҫтарына аяҡтарын һуҙып, ҡул эштәре менән була. Ир тирмәһен әйләнеп сыҡты. Кешелә шик-шөбһә тыуҙырмаҫ өсөн тегене-быны ипләштергән, тартҡылаған булды. Ҡатындарының тирмәһенә күҙ һалды. Уларҙың да усаҡлығында төтөн сыға – аш-һыу әҙерләйҙәр. Һәр береһенә инеп, үҙҙәренең, балаларының хәлен белеп сығаһы бар. Хәйер, Ғәлимәһе бөгөн төндө үҙендә уҙғарҙы, ә Ынйыбикә тирмәһенә ғәҙәттә үҙе бара. Балалар үҫкән: оло улы – Ырымбурҙа, икенсеһенә – ун алты, өсөнсөһөнә ун дүрт йәш кенә булһа ла, улар үҙ тирмәләрен ҡорған. Ҡыҙы әсәһе ҡырында ла, ул да буй еткергән инде – ун икеһен тултырҙы, кем әйтмешләй, бөгөндән кейәүгә бирерлек. Атаһы килер булһа, йә әхирәттәренә ҡуна китә, йә ағалары ҡырына.

Яппар тирмәһенә инеп, тағы яҫтығына ауҙы. Әллә был мәрйә ҡыҙы тип тамам һаташа, яңылыша башланы инде? Нисек тә аҙғын уйҙарынан арынғыһы, күңелендә дөрләгән ялҡынды һүрелткеһе килде. Донъяла бит бик теләгән, әммә һинеке булмаған әйберҙәр ҙә күп. Ҡайһылай ғына башыңды юғалтһаң да, бар һылыуҙар һинеке була алмай. Шәриғәт өс, хатта дүрт ҡатын алырға рөхсәт итһә лә, мотлаҡ алыу тигән һүҙ түгел. Шунан һуң, аҙғынлығына баш була алмайынса иллене, хатта унан уҙғас та йәш бисә алғандар олоғая бара нисек яфаланғандарын белмәйме лә, күрмәйме Яппар? Үҙҙәре генә түгел, хәләл ефеттәре лә интегә.

Әҙәм балаһы бит матурлыҡҡа һоҡланмайынса, ғашиҡ булмайынса йәшәй алмай. Тере йәндә шайтан менән сабырлыҡ гелән көрәшеп йәшәй. Бар ғиллә дилбегәне кем тотоуында. Матур хис-тойғоно шайтан ауыҙлыҡлаһа – аҙғынлыҡҡа юл алыр. Ҡатын-ҡыҙ илаһи зат бит ул. Уны яралтҡанда Хоҙай бар йән эйәһенең берәр сифатын алып ҡушҡан. Шуларҙың иң әсир иткәне – матурлыҡ. Ҡыҙғаныс, ҡайһы саҡ аҡыл алдан йөрөмәй, һуңыраҡ төшә шул. Дингә һылтанып ҡына олоғая килә ҡатын артынан ҡатын яңыртһаң, йәш тән тарта тип кенә өйләнһәң, көс-ғәйрәтең киткәс ул бисараларҙы рәнйетеү үҙе ҙур гонаһ түгелме? Бер ҡарт әжәл сире килгәндә лә “ғыж-ғыж”, “ҡыҙ-ҡыҙ” тип ятҡан, ти бит. Көлкө һымаҡ, икенсе яҡтан, әле бына Яппар күҙлегенән ҡарағанда, һоҡланырлыҡ та. Тәүгеһе аңлашыла, ә һоҡланырлығы – эске көсөнөң ташламауы. Нимә был: нәфсеме, аҙғынлыҡмы? Юҡ, икеһе лә түгел. Ғүмер сигендә әҙәмгә нәфсе баш була алмай. Ә эске көсө, ҡалған аҙ ғына ғүмерендә лә йәшәүгә ынтылышы, ғәме-сәме генә идара итә. Уйлап ҡараһаң, кеше ғүмерендә ике тапҡыр үлә: береһе күңеле һүрелеп, фани донъяға ҡул һелтәп, йәшәүгә маҡсаты бөткәндә, икенсеһе – тәненән йәне күскәндә. Тәүгеһе уның утыҙҙа ла килеүе мөмкин, ҡырҡта ла, иллелә лә... Тәне йөрөй, ашай-эсә, тик тормошоноң йәме-ғәме булмай, мәғәнәһе ҡалмай. Ә мәғәнәһеҙ ғүмер, рухһыҙ күңел – үлемгә бәрәбәр. Аҙмы тән-шәүләләр, тере үлеләр йөрөй арала...

Шулай ҙа һәр нәмәлә сама кәрәк. Теләһәң, фанилыҡта ярамаған эштәргә, хаттин ашҡан нәфсегә сиктәр етерлек. Ошо сик булмаһа, әҙәм балаһы тамам аҙыр ине. Шуға Хоҙай ҙа ҡатындарҙы сикләгән. Ана бит, бөгөн дә күпме кафыр* ҡалала аҙғындар йортона йөрөй, хакимдар йәриә тота. Әммә барыһын ер тигеҙләй, ваҡыты еткәс, ысын донъяла яуап бирер көнөң бар. Ул сағында кешегә ата-әсәһе лә, балалары, ҡәрҙәштәре, дуҫ-иштәре лә ярҙам итә алмай. Яуап көнөнән мал-мөлкәтеңде биреп ҡотолоп та булмаясаҡ. Һин үҙең генә – япа-яңғыҙың яуап тотасаҡһың!

Ҡара әле, уйҙар буталсығында сорналғандан һуң тамам муллаларса фекер йөрөтә башланы түгелме Яппар? Юҡ, мосолманса. Мир эштәрендә тура юлдан тайпылғаны ла еткән. Был осраҡта бит фанилыҡ мәшәҡәте тураһында ғына һүҙ бармай, һис кем ярҙам итмәҫ, ҡылғанына, хатта уйҙарына үҙе генә яуап бирер көндөң бер ваҡыт килере хаҡында фекер йөрөтә ир.

Сеү. Тағы Хәлфетдин өндәшкәндәй булды. Яппар һиҫкәнеп, ишеккә күҙ һалды. Нимә был, һаташыуымы, иҫәрләнеүеме? Хәлфетдиндең шәүләһе үҙенең йомошон тыңларға килгәндәгесә бөгөлдө-һығылды ла, тағы юғалды.

Хәлфетдин. Хис-тойғоларына баш була алманы шул бисара. Ах, ауыр, бик ауыр был тойғо, уй-кисерештәр. Ә бит уға – тәү тапҡыр ғашиҡ булып, ғазап утында янған, йәшлек дәрте урғылып торған, ҡатын-ҡыҙ наҙын татып та ҡарамаған егеткә ни саҡлы ауыр булған! Ишдәүләткә һуң? Ә бер юлы өс егетте үҙенә ҡаратылыҡ, зиһендәрен арбарлыҡ көс-дәрте булып, уны кемгә өләшергә белмәгән Гөлнәзирәнең кисерештәрен кем бизмәнгә һалып ҡараған? Шулай ҙа барыһынан ауырыраҡ таяҡтың башы Хәлфетдингә төштө. Етмәһә, шайтан ҡотортоуы уны ҡот осҡос аҙымға этәрҙе. Шул саҡ Яппарҙың күңелендә Хәлфетдинде йәлләү тойғоһо уянды. Тәү тапҡыр кешене ҡырын аҙымы өсөн йәлләй ул. Бына әле лә ер тырнап, йәш менән мөлдөрәмә тулған ҡараштарын төбәүе күҙ алдына килде, ҡолағына ялбарыуы ишетелгәндәй булды: “З-зинһар, ҡалдырығыҙ мине ошо тупраҡта-а...” А-ах...

Яппар башын тотоп тороп ултырҙы. Барыһынан-барыһынан арынғыһы, ҡайҙалыр олағып, аҙға ғына булһа ла юғалып торғоһо килде. Тик ҡайҙа? Табындарҙың ере иркен, бәлки, Мағаш тауына табан барып аҙашырғалыр, бәлки, Уҡлыҡаянан түбән осорға, һис булмаһа ҡартҡартатаһының яуҙашы Абдрахман батыр тыуған яҡҡа йән-фарман сабырға, Инйәр һыуҙарына ҡушылып ағырғалыр? Ә бит... Ирҙең уй осо Инйәрҙә туҡталды. Ысынлап та, Ынйыбикәһе менән ҡауышҡан ғына саҡтағыса. Бөгөн, эйе, бөгөн Ынйыбикәһен үҙенең көн-төнөндә алып, Инйәр түбәненә табан юртырға ла юртырға, аттар ҡайҙа туҡтай, шунда төнгөлөккә ҡалып, усаҡ янында, йондоҙҙар ямғыры, Ҡош юлында емелдәшкән иҫәпһеҙ-хисапһыҙ йондоҙҙар аҫтында төндө үткәрергә кәрәк! Ә икенсе төнөн – Ғәлимәһе менән! Үҙе бығаса ишетмәһә лә, дөрөҫөрәге, ишетергә теләмәһә лә, эске тауышы күптән шуны тылҡый ҙаһа: “Һиңә ни кәрәк тағы, Яппар?!”

Әлегә тиклем ирҙең ҡулбашында ни эшләргә, ни ҡылырға белмәйенсә аптырашып ултырған ике фәрештәгә лә йән инде. Бер-береһенә ҡарашып алдылар ҙа, ҡанаттарын ҡағып, ниһайәт, хужабыҙ аҡылына ҡайтып, хәйерле ҡарарға килде, тигән шикелле, ғәмәл дәфтәрҙәрен ҡабат астылар. Яҡшы уй-эштәрен теркәгән Фәрештә икенсеһенә ҡарап йылмайҙы: “Һин дәфтәреңде ябып тор, минең яҙаһыларым күберәк,” – ти ине ул. Һуңынан уйҙарын Яппарға еткерҙе: “Изге ниәтеңдән кире ҡайтма. Ҡатындарың – хәләл ефеттәрең һине көтә. Тилмереп көтә. Фанилыҡта бирелгән ожмахтың сатҡыһын үҙең көслө, ҡатындарың наҙға тулышҡан сағында татып ҡал...”

(кафыр* – динһеҙ мәғәнәһендә).

(Дауамы бар).

15. Серле заттар

– И-Ишдәүләт ағай. И-иш...

Тирмәгә атлығып килеп ингән көтөүсе егет өнһөҙ ҡалды. Күҙҙәрен сытырлатып йомдо ла, тағы асты. Ни күрһен, мәрйә ҡыҙы менән Ишдәүләт, ҡулдарын бер-береһенә һалғандар ҙа, сабыйҙарса йоҡлап яталар. Сығып китергә булғайны – аяҡтары атламаны, теле көрмәләнде. Ишдәүләт тауышҡа тертләп уянды. Тороп ултырғас та бер ни аңламаны. Күҙҙәре шарҙай асыҡ, ләкин ҡараштары, тоноҡ пәрҙә шаршауын йыртып сығырға аҙапланып, оҙаҡ бер нөктәгә текләй алмайынса торҙолар. Тик бер аҙҙан ғына, алҡымына үрмәләгән төйөрҙө йотоп ебәреп, тәрән итеп һулыш алғас ҡына, ҡаршыһында тороусы егетте шәйләне: “Бр-р...” Ҡалған: “Ни булды? Ҡотто алып йөрөйһөң?” – тигән һүҙҙәрен әйтмәһә лә, улар асыу-ҡатыш ярһыу булып йөҙөнә бәреп сыҡты. Шул саҡ ҡото алынған Катерина ла тороп ултырҙы.

– А-а, ш-шайта-ан, го-гонаһы... – Егет башҡаса һүҙ әйтә алманы, күҙҙәрен йомоп, башын ситкә борҙо. Ҡыҙҙың күлдәгенең өҫкө төймәһе ысҡынып, ҡулбашы асылғайны. Катя иҙеүен урынына тартты. Бығаса ҡатын-ҡыҙҙың яланғас ҡулбашы менән тубығын яҡындан күрмәгән егет өнһөҙ ҡалды. – И-иш...

– Ҡотоң осмаһын, – тине Ишдәүләт, йылмайғандай итеп. – Туҙбаш йыландан ҡурҡты ла, эргәһенә арҡа терәп кенә ятҡайным...

– Э-э... – тигән булды Хисам, нисек арҡа терәшкәнегеҙҙе күрҙем инде, йәнәһе.

– Йә, шунан, ниңә йомошоңдо тышҡы яҡтан ғына өндәшмәйенсә атылып уҡ килеп индең? Етмәһә, бар донъяға яр һалаһың.

– Ы-ы... – Көтөүсе шунда ғына ни өсөн килгәнлеген ҡабат иҫенә төшөрҙө шикелле, мығырланы, ниҙер һөйләргә аҙапланды. Ә үҙе күҙҙәрен ҡыҙ яғына табан ҡылыйландырҙы. – Ә-ә... Теге, ней, нәҫел айғыры...

– Ни булған нәҫел айғырына?! – Ишдәүләттең ҡото алынды. Теге һаман һүҙен әйтә алмайынса ауыҙ эсендә бутҡа бешергәс, яғаһынан мыҡтып уҡ алды. – Ни булған, тим бит...

Хәлдең былайға китеүен көтмәгән егет тәүҙә баҙап ҡалды, һуңынан, тирмә хужаһының көслө, көрәктәй ҡулынан ҡотолғас, һөйләп алып китте:

– Б-бер ни бу-булмаған да ул. Тик бына м-мөғжизә күреп а-аптыраныҡ...

Ишдәүләт бының һүҙе оҙаҡҡа китерен, хәүефләнерлек урын юҡлығын аңлап, кире ятҡан урынына һуҙылырға булғайны ла, күрә-тора мәрйә ҡырына килешмәҫ тип, мөйөштәге түмәргә барып ултырҙы. Устары менән тубығына һуғып алды.

– Йә, ниндәй мөғжизә, әллә теге килмешәк тағы Бөркөткә йүгән кейҙергәнме?! – тип, мыҫҡыллы йылмайҙы.

– Ю-уҡ, к-килмешәк т-түгел. Г-Гөлнәзирә-ә...

– ?! – Ишдәүләттең аптыраулы ҡарашы егетте баштан-аяҡ үткәреп сыҡты ла, һөйләүсенең күҙҙәренә ҡаҙалды. – Ни-ни...

– Эйе, – йәш көтөүсегә йән инде, – шулай бына, Гөл-нә-зи-рә!

Артабан берсә төнөн ябынған сепрәген өҫтөнә тартҡан ҡыҙға, берсә тирмә хужаһына ҡарап, һөйләне лә һөйләне. Теле-телгә йоҡманы, тик һүҙ бутҡаһынан Ишдәүләт шуны ғына аңланы: таң һарыһынан Гөлнәзирә нәҫел айғыры буласаҡ Бөркөттөң ялын ҡыҙҙар толомолай итеп үргән!

Ишдәүләт иҫен йыя алмайынса оҙаҡ ултырҙы. Әҙәм ышанмаҫтай хәбәрҙе ысын булһа ла һөйләмә, тиҙәр, ышанырғамы, юҡмы быға? Һис кемгә һыртын бирмәгән, Ишдәүләттән башҡа береһе лә яҡын бара алмаған ҡонан* (ҡонан* – өс йәшлек айғыр. Дүнән – дүрт-биш йәшлек. Бейә малы булһа – ҡонажын, дүнәжен) тәүҙә Насретдинға йүгән кейҙерткән, хәҙер килеп Гөлнәзирәнән... ялын үрҙергән! Быларға тик бер генә осраҡта ышанып була: әгәр килмешәк шайтан булып, Гөлнәзирә... Бәй, Гөлнәзирә бит хатта үҙе лә тегендә – йылға буйында осрашҡанда: “Сихырсымын”, – тигәйне. Ысынлап та, шулай булмаһа, Ишдәүләт ул тип алйытланыр сиккә етер инеме лә, ошо тиклем башын юғалтыр хәлгә төшөр инеме? Ә Хәлфетдин һуң, Хәлфетдин?! Бәлки, балалыҡ дуҫының ҡулын тик шул сихыр ғына уҡҡа тотондорғандыр ҙа, керешен тарттырып, һауаға сойорғотҡандыр? Насретдинға эләгеүе иһә осраҡлы ғына хәлдер, бәлки, бөтөнләй күҙ буяп, эҙ яҙлыҡтырыу өсөн ҡылынған мәкерле хәйләлер. Эйе, шайтан, шайтан был Насретдин тигәндәре. Шулай булмаһа, күпме туҡмағандан, атта һөйрәткәндән һуң иҫән ҡалыр инеме? Гөлнәзирәһе иһә дауалаған булып... Ах...

Ишдәүләттең уйҙары әллә ҡайҙарҙы урап үтеп, яйлап ҡына тирмә эсенә ҡайтты. Тағы бер тапҡыр әйләнеп, килеүсегә һорау булып яуҙылар:

– Кем күргән?

– М-ми-ин... И-исма-ай ағай... Өсөбөҙ ҙә инде...

– Тоттоғоҙмо?

– Кемде?

– Шайтанды түгел инде, Гөлнәзирәне!

– Ә-ә... Ул юҡ булды. Ер аҫтына төшөп киттеме ни, юҡ булды. Тәүҙә айғыр һыртында ялын үреп ултыра ине, һуңынан муйынына аҫылынып төштө лә юҡ булды...

– Ба-а... Бына шулай, һикереп төштө лә юҡ та булдымы?

– Эйе...

– Һин нимә-ә, тирмәгә килеп ингәс тә иң тәү беҙҙе гонаһ ҡылып ята тип яр һалдың, хәҙер иһә Гөлнәзирә Бөркөттөң һыртында ялын үреп ултыра ине, тиһең. Әллә өсөгөҙ ҙә ҡымыҙығыҙға Алексейҙан ҡалған утлы һыуҙы ҡушып эстегеҙме? – Ишдәүләт тамам ҡыҙҙы. Тирмә буйлап йөрөнө. Һис ни аңламаған, ләкин хәтәр нәмә тураһында һүҙ барғанлығын йәне-тәне менән тойған ҡунаҡ ҡыҙы, ҡуян балаһындай ҡурҡып, төпкәрәк һыйынды. – Бәлки, теге саҡ килмешәк тә айғырға йүгән һалмаған булғандыр? Әлегесә күҙегеҙгә күренгәндер ҙә, һис ғәйепһеҙ бәндәне туҡмап, саҡ йәнен ҡыймағанһығыҙҙыр? Етмәһә, минең башты бутанығыҙ. Өҫтөмә оло гонаһ алдым. Ошоноң өсөн үҙемә ҡәһәр төшөп, саҡ нахаҡ яҡманылар. Юҡҡа ғына Яппар ағай уны айырым тирмәлә дауалатып ятҡырамы ни? Тимәк, ат ҡарағы түгел икәнен белә, беҙгә – иң ышаныслы һаналған көтөүселәренә ышанмай!

– Һуң, булмаһа, б-барып ҡарайыҡсы... – Егет ишеккә табан сигенде.

– Ә дауай, шулай итәйек, дауай! – Ишдәүләт ярһыны. – Әгәр ҙә мәгәр берәй эҙ күрмәһәм, өсөгөҙ ҙә тәүҙә Насретдиндан, һуңынан Гөлнәзирәнән ғәфү үтенәсәкһегеҙ. Әҙәмгә нахаҡ яҡҡан өсөн мир хөкөмө алдына сығарам. Яза ташы* (яза ташы* – мәсет эргәһендә, йәйләүҙә булғанда – унда, шәриғәт ҡануны буйынса хөкөм итеү, язалау өсөн һалынған ҙур таш) алдында минең ни кисергәнде, Хәлфетдиндең нисек ер тырнап илағанын аңларһығыҙ, исмаһам. Ә бит күҙегеҙгә теләһә нәмә күренмәһә, минең элекке дуҫым да илдән ҡыуылмаҫ ине! Шым ғына күҙе төшөп йөрөр ҙә, мин Гөлнәзирәгә өйләнгәс тә һүрелер, күнер ине... – Ишдәүләттең һуңғы һүҙҙәрендә үкенеү ғәләмәте сағылып ҡалды. Ауыр көрһөнөп, һиңә әйттең ни ҙә, әйтмәнең ни, тигән шикелле, ҡулын һелтәне. Тирмә эсен тағы бер әйләнеп сыҡты ла, бөрөшкән ҡыҙға өндәште:

– Ка-Катя-а...

Ишдәүләттең Хәлфетдин тарафына ысҡындырған һүҙҙәре артығыраҡ булды, ахыры. “Шым ғына күҙе төшөп йөрөр ине лә, мин Гөлнәзирәгә өйләнгәс тә һүрелер, күнер ине...” “Мин Гөлнәзирәгә өйләнгәс...” Насретдин был тормошта булмаһа, бәлки, шулай булыр ине. “Ине, ине...” Тик ул бит бар! Әллә ҡайҙан килеп сығып, Бөркөткә йүгән кейҙерергә маташыуы ла осраҡлы ғына хәл түгел. Барыһы менән дә әҙәм аңлаталмаҫлыҡ ҡөҙрәтле көстәр идара итә. Шайтан тип аталамы ул, фәрештәме – белмәҫһең. Кем белә, бәлки, ысынлап та, Насретдин ырыуҙаштарын эҙләп килеп сыҡҡандыр, атаһы ла ҡан-ҡәрҙәштәре таныһын өсөн билдә урынына үҙе яһаған йүгәнде тоттороп, ырыу тамғаһын һуҡтырып улын оҙатҡандыр. Тамға бит ҡумрыҡтарҙыҡы, һис кенә лә бөрйәндеке түгел. Етмәһә, атаһының аймағын аңлатҡан өлөшө лә, артыҡ ҡушылдығы – һыҙығы бар. Тимәк, барыһы ла Хоҙай ҡушҡанса башҡарылған: егетте тыуған тупрағының тартыуы (ах, ул тупраҡ көсө!), бер кемгә буй бирмәҫ ҡонандың уға килеп баш һалыуы, туҡмалыуҙан һуң да иҫән ҡалып, нәҡ Гөлнәзирә ҡулынан дауаланыуы... Ишдәүләттең яҙмышы бөтөнләй ят бауыр булған мәрйә ҡыҙы менән осраштырыуы ла тиктәҫкә түгел. Атылмаған кейек, ауҙан ысҡынған балыҡ гелән ҙур булып тойола. Шулай итмәһәм былай булмаҫ ине тип, үткәненә үкенеп, төшөнкөлөккә бирелеп, Хоҙай һиңә насип итмәгәндәр өсөн кемдәндер үс алып йәшәү үҙе оло гонаһ түгелме? Эске тауышыңды тыңлай бел, ти ҡөҙрәтле көстәр, ул да бер туҡтауһыҙ шуны тылҡый бит – яҙмышың һиңә бына тигән ҡыҙ сығарып ҡуйған. Ана ул, эргәңдә генә бара: серле йылмая, мөғжизә көтөп, һинең менән бергә ялы үрелгән Бөркөттө ҡарарға, башында ҡайнаған мең төрлө һорауҙарға яуап эҙләргә, үҙенә һис аңлашылмаған, бөтөнләй ят тормоштоң серле һандығын асырға китеп бара. Ә һин, иҫәүән, шуларҙың береһен дә аңламайынса, булаһы булғандарҙы кире аҡтарып, уңала башлаған яраларҙы ҡанһыратып, бергә йылҡы көткән, айыу-бүрегә ҡаршы барған егеттәреңде мир хөкөмө аҫтына ҡуйып, ҡулдарын яза ташына һалдырыу менән янайһың. Эйе, ғәфү үтенһендәр Нәсибулланан, тик ниңә барыһын да мирға сығарырға? Саҡырырға кәрәк тә үҙен, ҡымыҙ эсереп, ҡунаҡ итеп, ирҙәрсә ғәфү үтенергә кәрәк. Әйҙә, хыялланған Бөркөткә йүгән кейҙерә алһа, кейҙереп ҡараһын. Ошо булыр егетлек. Ә Хәлфетдин... Уны ғәфү итерлек түгел: ғашиҡ булдым тип иҫәрләнеп, кешенең иң изге нәмәһенә – Хоҙай биргән ғүмеренә ҡул һонған. Ғүмерҙе тик Хоҙай ғына бирә, Хоҙай тәҡдире буйынса ғына Ғазраил фәрештә ала. Башҡаса бер кем, бер ни түгел!

Элек бүре килеп сыҡмаһын, айыу тап булмаһын тип ҡурҡҡан Катя, хәҙер үҙенә һис аңлашылмаған, шикле лә, шул уҡ ваҡытта серле лә мөғжизә иленең тағы бер серен асырға китеп бара. Петербургта саҡта ниңәлер Уралды айыу-бүре төйәге итеп кенә белде ҡыҙыҡай. Уға шулай тылҡынылар: Уралға еттең икән – аръяғына ҡырағай урмандар, йәнлек-кейектәр, йыртҡыстар башлана. Кешеләрҙән дә һаҡ булырға кәрәк: башҡорттарҙан хатта улар еренә килгән хаҡ динлеләр ҙә ҡырыҫлығын, холҡон алып бөткән, имеш. Ә бында килгәйне, шик-шөбһә пәрҙәһе асылдымы ни – барыһы таралып, ҡойолоп төшөп, юҡ булды. Кешеләр ихлас, ябай, ниндәйҙер яһалмалыҡ, Европаса ҡыланыу, мин-минлек юҡ. Башҡорто ла, урыҫы ла шул. Тәбиғәтен әйтеп тораһы ла түгел – мөғжизәләр иле! Ошоноң эсендә ҡайнағас, бар булмышыңды сорнап ала ла, ирекһеҙҙән үҙеңде уның бер өлөшө итеп тоя башлайһың. Тик бына күҙгә күренгән, йәнең һөйөнгән матурлыҡтарҙан тыш, шик-шөбһә һалырлыҡ нәмәләр ҙә байтаҡ икән. Бында, имеш, әкиәттәрҙә генә булған серле заттар йәшәй, ти. Улар – урман, тау, мал, хатта өй менән аҙбар эйәләре – ҡайҙа ла бар. Тағы ла бисуралар, шүрәлеләр, албаҫтылар... Һанап, ҡайһыһы нәмә икәнен белеп, айырып бөткөһөҙ. Төнгө усаҡ янында һөйләшеп ултырғанда ҡыҙ быларға ышанмайыраҡ ултырғайны ла, Ишдәүләт тышта ҡалып, үҙе тирмәгә инеп ятырға булғайны... Ҡото алынды – яҫтығында йылан борғолана! Сырылдап ебәреүгә, егет атылып инде. Катя иҫен йыя алмайынса торған арала Ишдәүләт йыланды усына урап тотто ла, йылмайып:

– Ҡурҡма, был туҙбаш йылан, русса уж тип атала. Саҡмай ул, беҙҙә изге зат һанала, – тине.

– У-уж... – тип ҡалтыранды ҡыҙыҡай. – Ту-ту-туҙ-ба-баш...

– Эйе, туҙбаш. Бына бит нисек матур итеп әйтәһең. Йә тағы ҡабатла әле: туҙ-баш... туҙ-баш! – Ҡыҙ әллә башҡортса әйтә алыуына, әллә ҡурҡышынан арынырға теләп, йылмайғандай итте.

Ишдәүләт онотолоп китеп был йылан тураһында һөйләргә кереште. Ҡыҙ иһә көтөүсе генә булған егеттең шул тиклем тәбиғәтте, йәнлек-кейектәрҙе, хатта насар зат тип һаналған йыландарҙы барлап белеүенә аптырап, иҫе китеп ултырҙы. Күңелен биләгән бар ҡурҡыу ғәләмәте таралып төшкәндәй тойолдо.

– Бына, күрәһеңме, туҙбаштың тештәре ваҡ була, – тип, Ишдәүләт йыландың ауыҙын астырҙы. – Ә бына уға оҡшаған ҡара йыландың – гадюканың – ике алғы теше – клыгы ҙур була. Ағыуын шулар аша ебәрә. Шунан һуң, туҙбаш һине күргәс тә ҡасырға уйлаған, ә саға торған булһа, ыҫылдар ине. Ана, күҙҙәре лә бесәйҙеке һымаҡ, ә ҡара йыландың күҙ ҡараһы арҡылы урынлашҡан. Күрәһеңме, бының башында матур, алтындай һары тажы бар. Уға оҡшаған гадюканыҡы улар юҡ... Туҙбаштың йомортҡаларына осрағаным бар. Ергә йәки япраҡ, ҡоро-һары аҫтына һалып китә – йөҙгә яҡындыр, билләһи, үҙҙәре күгәрсендекенә оҡшаған. Ә туй ваҡыттарында бер инә йыланға әллә нисә ата тура килә лә йомғаҡ шикелле уралып, тәгәрәп йөрөйҙәр. Әй, ҡыҙыҡ инде – үҙе серле йомғаҡ. Шуға балаларының атаһы ҡайһы икәнен дә белерлек түгелдер ул...

Иҫе китеп тыңланы Катя Ишдәүләтте. Юҡ, ишеткәне, уҡығаны бар ҡыҙҙың туҙбаштар тураһында. Табиплыҡҡа уҡырға ингәс тә иң тәү ошо йылан тураһында һөйләйҙәр, сөнки медицинаны аңлатҡан билдәлә нәҡ туҙбаш һынландырылған! Үҙен егет алдында наҙан итеп күрһәтмәҫ өсөн, дөрөҫөрәге, Ишдәүләт был йылан тураһында күберәк белһен тип, Катерина уның тарихын егеткә лә еткерергә булды.

– Ә, беләһеңме, медицина эмблемаһында нәҡ уж төшөрөлгән бит. – Ҡыҙ, бер аҙ тынып, уй-зиһенен төйнәп торҙо ла, һөйләп алып китте. – Боронғо Римдә чума сире тарала. Жрецтар, Сивилла китаптарынан уҡып, ҡоторған ауырыуҙы тик Эскулап аллаһы ғына еңә алыуын белә. Эпидаврға килеүселәр алланың статуяһы аҫтынан бер йыландың сығыуын күрә. Йылан иһә кораблдәргә табан шыуыша ла, судноға инеп китә. Шунан сыҡмай. Тик Римгә ҡайтыусылар Тибр утрауына еткәс кенә төшөп ҡалып, ҡороған, үле ағасҡа урала. Римдә чума сире бөткәнсе шулай тора ул. Халыҡ ауырыуҙың бөтөүен йыландан күреп, уны Эскулап аллаһыныҡы тип атай башлай. Ошо урында Эскулап храмы төҙөйҙәр. Хәҙер иһә, бар донъяла медицина аллаһының символы булып йөрөй. Ошо символ булараҡ ҡына һүрәтенән күреп беләм туҙбашты. Ә ысынын... – Катя ерәнгәндәгесә ытырғанып ҡуйҙы ла, ҡурҡҡандағыса ҡалтыранды. – Хәҙер нишләтәбеҙ инде был “алла”ны?

– Алла түгел ул, Хоҙай берәү була, – тине Ишдәүләт. – Был туҙбаштар батшаһы. Ана, тажы нисек матур. Беҙҙә изге йән ул. Римдәр белгәнсе үк башҡортта изге һаналған. Ҡурҡма, ҡана бир ҡулыңды. – Ҡыҙҙың ҡул суҡтарын йыланға яҡыныраҡ килтерҙе. – Ҡурҡма, теймәй ул. Әйтәм бит, изге йылан. Бына шулай, хәҙер башынан һыйпайыҡ...

Ағарынған ҡыҙға йән инә башланы.

– Ҡалай йомшаҡ ҡына, – тигән булды. – Йә, ярай, сығарып ебәр инде...

Усаҡ янына сыҡтылар. Катяны иң аптыратҡаны шул булды, Ишдәүләт сеүәтәнән ҡатыҡ алып, аҙ ғына ситтәрәк китте лә йыландың алдына һалды. Арыраҡ барып, тағы тамыҙҙы. Шулай йылғаға табан бер нисә ергә ҡуйҙы.

– Хәҙер үҙе китә ул. Туҙбашты тотҡас, аҡ бирергә кәрәк. Шулай итһәң, өйөңә, илеңә бәрәкәт килер. Ә үлтерһәң, ҡойроғонан тотоп быраҡтырһаң, туҙбаштар батшаһы асыуланыр ҙа, ҡаза ебәрер. – Егет йыландың башынан алып ҡойроҡ осона тиклем һыйпап ҡуйҙы. Теге мәхлүк, ҡатыҡҡа буялып, борғолана-борғолана үлән араһына инеп китте лә, ҡараңғылыҡҡа сумды. – Хәҙер тынысыраҡ ергә йәшенеп, хәл алыр. Төндә дошмандары күп уның – терпеләр йоҡламай, төнгө ҡоштар... Ә бына таң атыу менән йылғаға йүнәлер. Йыланға тиреһен киптерергә ярамай, кипте ниһә – шыуыша алмай башлай. Шуға һыуға барыр. Туғандарына беҙҙең уға аҡ һалғанды аңлатыр. Үҙе балыҡҡа, тәлмәрйендәргә һунар итер. Яҙға тағы йомортҡа һалыр. Ә йомортҡалары бер-береһенә төймә шикелле яры менән бәйләнгән. Әй, матур инде! Шулай һалып, күмеп китә лә, балалары үҙҙәре сыға, шыуыша, яраҡлаша башлай. Шулай тормош дауам итә инде...

Ишдәүләтте тыңлаған һайын үҙен серле донъяға сумған һымаҡ тоя барҙы Катерина. Усаҡҡа тағы ботаҡ, сыбыҡ өҫтәнеләр. Бергә һөйләшеп, таң аттырҙы йәштәр. Береһе урыҫ ҡатыш башҡортса һөйләне, икенсеһе үҙ телендә. Аңлаштылар. Күңелдәре бер-береһенә тартылып, күҙгә күренмәҫ, үҙҙәре лә һиҙмәҫ нескә ҡылдар менән үрелә барҙы. Инеп, арҡаларын терәшеп кенә ятҡайнылар, таң йоҡоһо үҙенең ҡосағына алды. Тик...

Бына шул тороуҙарынан улар шәп-шәп атлап йылҡы уртлаған ергә ашыға. Унда кемме, нәмәме нәҫел айғырының ялын үргән, имеш.

– Бына ошонда ине мин күргәндә айғыр, – тине уларҙы эйәртеп килгән көтөүсе.

– Юҡ, арыраҡ, тегендәрәк ине, – тип бүлдерҙе икенсеһе.

– Бәлки, ары булғандыр?.. – Исмай ағай ҡушылды.

Өсөнсөһө бер фекергә килә алмаҫтарын белгән Ишдәүләт яҡын-тирәне байҡап сыҡты.

– Кеше эҙҙәре юҡ бит, ысыҡта ярылып ятырға тейеш. – Һуңынан ҡонанды саҡырҙы. – Бөркөт, Бөркөт...

Таныш, танһыҡ тауышҡа айғыр ҡолаҡтарын тырпайтты ла, артҡы аяҡтарына баҫып, сәләмләгәндәй алғыларын һауала уйнатып алды, тирә-яҡты яңғыратып кешнәне. Иртәнге тауыш алыҫ китә: тауҙар элеп алып, бер-береһенә боҙоп-боҙоп тапшырҙылар ҙа, Яңғыраубикә Һаңғыраубикәгә әйләнеп, тынып ҡалдылар. Бында иһә һандуғастар һайраны, таңғы ҡоштар ҡыңғырауҙарын сыңлатты, ара-тирә аттар бышҡырҙы...

– Кил әле, кил Бөркөткәйем... – Ишдәүләт Бөркөттөң муйынын һыйпаны, яй ғына ялына күҙ һалды. Ни күрһен, ысынлап та, ҡыҙҙар толомолай итеп үрелгән! – Ба-а... – тине лә ул, барыһы ла ишетелерлек итеп, былай тип ҡуйҙы:

– Мал эйәһенең эше. Бисура, башҡа зат булһа, айғыр тынысһыҙланыр ине. Ә Бөркөт – тып-тыныс, әйтерһең, кемдер һаман үҙен яратып, көйләп-сөйләп тора...

Көтөүселәр өндәшмәне. Тик бер аҙҙан ғына олоһо, сер йомғағын һүткәндәй былай тине:

– Ҡайҙалыр киткән эҙ юҡ бит. Тимәк, Гөлнәзирә лә, башҡа кеше лә түгел инде. Әҙәм һынына ингән сихри зат ҡына эҙһеҙ юғала ала...

Ишдәүләткә шул ғына кәрәк ине, юлда уйлағандарын әйтергә ашыҡты:

– Һин, Хисам, йәйләүгә ҡайтып, Гөлнәзирә тирмәһендәме-юҡмы икәнен бел. Унда булһа, Нәсибулла менән икеһен бында саҡыр. Барыһын асыҡлар, уртаға һалып һөйләшеп, аңлашыр ваҡыт етте. Былай булмай, юғиһә, бер-беребеҙ менән дошманлашып бөтәбеҙ.

– ?! – Һораулы, аптыраулы ҡараштар Ишдәүләткә төбәлде.

– Эйе, алып килегеҙ ҙә, кәрәкһә, ирҙәрсә ғәфү үтенербеҙ. – Егеттәр һаман бер ни аңламаны. Бер-береһенә ҡараштылар, ыҡ-мыҡ иттеләр. – Мин Нәсибулла менән булған хәлдән һуң, үҙем менән булғандан алып, бик күп уйланып йөрөнөм. Егеттәр, дөрөҫөн генә әйткәндә, беҙ бит теге саҡ Нәсибулланы йүнләп тыңламаныҡ та, тоттоҡ та туҡманыҡ. Ә ул аңлатырға, йүгән тураһында һөйләргә уйлағайны. Яппар ағай иһә шунда уҡ аңланы, ырыу, аймаҡ тамғаһынан айырҙы. Бөркөттөң Нәсибуллаға баш һалыуы ла тиктәҫкә түгел бит, ағай-эне, Бөркөт – Нәсибулланың атаһынан ҡалған айғыр нәҫеле! – Ишдәүләт бер аҙ тын торҙо ла, һүҙен дауам итте. – Яҙа-йоҙа ғына Сәрбиямал инәй менән Яппар ағайҙың һөйләшкәнен ишетеп ҡалғайным. Ул саҡта нисектер иғтибар итмәгәнмен. Сәрбиямал инәй Яппар ағайға былайыраҡ тигәйне: “Ҡан тартҡан, Яппар, ҡан. Исмәғилде алып киткәндә ул һиңә: “Нәҫел айғырымды йәшер, драгундарға бирмә, йәшереп алып ҡал!” – тип ҡысҡырғайны. Иншалла, һин уның үтенесен үтәнең. Уныһына шөкөр, бер өйөрөңә ҡуштың. Шунан ул өйөрөң ишәйҙе. Хәтереңдә булһа, Исмәғил ҡайтҡас, уға бирергә лә йөрөнөң. Тик Исмәғил ҡайтманы – улы ҡайтты. Туҡмағандан һуң да иҫән ҡалғас, Хоҙай һаҡлаған. Алла бәндәһе ул Нәсибулла...

– Шунан-шунан, Ишдәүләт ағай, Яппар ағай ни тине һуң? – Хисам түҙмәне.

– “Исмәғилдең улы икәнен йүгәненән, ырыу тамғаһынан, аймаҡ айырмаһынан таныным. Ә өйөрҙө барыбер уға бирәм, өйләндереп, башҡа сығарам. Дуҫым рухы күптән шуны һорай. Көн дә тиерлек Исмәғил төшкә инә. Ялбарыулы ҡарашы йәнде өтә...” Бына шулай тине. Артабан тыңлап торманым, уныһы килешкән эш түгел. Сәрбиямал инәйгә төнәтмәгә барғайным, тирмәнең ишеге асыҡ ине...

Аптыраулы баштар һелкенде, телдәр шартланы, күҙ ҡараштары түбән төштө. Кемдер урыҫсалап “дә-ә”һен һуҙҙы, кемдер уфтанғандай итте. Оят инеме уларға, әллә, киреһенсә, был буталсыҡтан, сорналсыҡтан сығыр юл тик килмешәкте ғәйепләүҙә күренеп, уныһы ла емерелеп төшөүе аптыраттымы – белмәҫһең. Әйтерһең, һәр ҡайһыһының башына балға менән килтереп һуҡҡандар – иҫәңгерәгән кешеләй тик торҙолар.

– Бына шулай. Хәҙер хәлдең ҡайһы яҡҡа барғанын барыбыҙ ҙа белә. Беҙ, егеттәр, оло гонаһлыбыҙ, артабан былай йәшәп булмай. Гонаһ һаҙлығы көндән-көн һура бара, танмаһаҡ, ваҡыт үткән һайын өҫтәлә генә. Исмәғил менән Гөлнәзирәнең бер-береһенә тартылыуы ла Хоҙай ҡушҡан эш, – Ишдәүләт көрһөндө, әйтерһең, барыһына күнеүе ошо ине. Дуҫтарын да килешергә әйҙәне кеүек – ҡалын тауышын үҙгәртте, булған эшкә төкөрөп бирәйек, тигән шикелле, ҡулын һелтәне. – Барыбыҙ ҙа ҡулдарыбыҙҙы ситкә һелтәйек тә, яңы көн менән йәшәй башлайыҡ. Ә ул көн тик Нәсибулла беҙҙе ғәфү итһә генә буласаҡ...

– Ә-ә, эйе шул, улайһа мин киттем, – тине Хисам, урынында тапанып.

– Ә һин османыңмы ни әле, мин һине яҡын йәйләүгә еткәнһеңдер, тип уйлағайным, – тип шаяртты Исмай.

Көлөштөләр. Бөтәһенә лә еңел булып ҡалды. Телде белмәһә лә, хәлдең ыңғай хәл ителгәнен аңлаған Катя ла йылмайҙы. Ишдәүләт эргәһенә килде лә, күкрәгенә һыйынды. Егеттең көслө ҡулдары ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына ҡулбашына ятты. Башҡаларҙың ҡарашы алыҫҡа – тауҙарға төбәлде...

16. Хәлфетдин

– Тор, улым, тор, минең зат улай ҡоҙғон-ҡарғаларға ем булырға тейеш түгел.

Бәй, атаһы тауышы лаһа! Хәҙер әсәһе өндәшер:

– Балаҡайым, һин көслө бит, аяғыңа баҫ. Фанилыҡта ундай ғына хәлдәр була. Беҙ ергә гонаһ ҡылырға, унан арынырға ебәрелгәнбеҙ. Тор, һин үҙеңә-үҙең генә ярҙам итә алаһың.

– Сөсөләнмә, әсәһе, сөсөләнмә. Ир ҡорона кергән бит ул, һәр аҙымы өсөн үҙе яуап бирергә тейеш. Ырыуҙаштар иҫән ҡалдырған икән – гонаһыңды юйырға ваҡыт бирелгән. Гонаһыңды йыуып өлгөрҙөң икән – урының беҙҙең ҡырҙа булыр. Ә инде йыуа алмаһаң – тамуҡта. Бында ожмах бар ҙа, тамуҡ бар. Башҡа бер ни юҡ.

А-а-а-а... У-у-у-у...

Тамуҡ. Ҡот осҡос ҡараңғылыҡ. Тик аҫылған ҡаҙандар аҫтында дөрләп ут яна. Ҡаҙан эстәрендә боғорлап дегет ҡайнай. Эсендәгеләр бер ҡалҡып сыға, бер кире юғала, тәндәрендәге иттәре һәленеп, ҡаҙан ситтәренә йәбешеп ҡала...

– Ҡара ла ғибрәт ал, улым. Ҡалған яҙмышың икегә бүленгән: йә ожмах, йә тамуҡ. Барыһы үҙеңдән тора...

Атаһы менән әсәһе яйлап нурлы томан эсендә юғала барҙы, тик “үҙеңдән генә тора-а” тигән һүҙҙәре генә оҙаҡ ишетелеп торҙо.

Ике донъя араһында буталып, һаташып ятҡан егет һиҫкәнеп китте. Хәлһеҙ күҙ ҡабаҡтарын асһа, ҡараштары күкрәгендә ултырған ҡоҙғондоҡо менән осрашты. Ундай саҡта кешегә үҙ-үҙеңде һаҡлау көсө килә. Бәндәнең иҫән икәнен күргән ҡарғалар ағас баштарына ҡунды. Ә ҡоҙғондар, беҙ бөркөт нәҫеле тигәндәй, һауала өйөрөлөргә тотондо. Тик улар бөркөт тә, сар ҙа, ыласын, шоңҡар ҙа түгел инде. Улар – емтек ҡоштары ғына. Ҡайҙалыр “саңҡ”, “саңҡ” иткәт бөркөт тауыштары ишетелгәйне, барыһы юғалды.

Хәлһеҙ, нисәмә көн еләк-емеш, үлән менән генә тамаҡ ялғаған егет, аяҡтарын саҡ һөйрәп ары атланы. Ул урман ситтәре, йылға ярҙары буйлап китте. Тәүҙә ауылдан ҡыуылғаны өсөн нәфрәт тә, күрә алмаусылыҡ та урғыла ине күкрәгендә. Яйлап уныһын тән, йән һыҙлауы алыштырҙы. Башын бер генә уй сүкене: нишләп Ишдәүләт уның эсенә бысағын тыҡманы ла, йөрәгенә сәнсмәне икән? Исмаһам, былай килмешәк булып, сит ер буйлап билдәһеҙлеккә атламаҫ ине...

Бара-бара һыуына, аңына айыҡ уйҙар ҙа килә башланы. Ә бит Гөлнәзирә Хәлфетдиндең үҙен яратып йөрөгәнен мәңге белмәне. Уйҙары гелән Ишдәүләт яғына тартылды. Хәлфетдинде дуҫы, ысын дуҫы итеп ҡабул итте. Башҡа егеттәр иһә ҡырына барырға ла ҡурҡты. Хәлфетдингә лә гелән: “Сихырсы ҡырына барма, сихыры йоғор”, – тиер булдылар. Бәлки, үҙҙәре ҡыҙыу, тәүәккәл Ишдәүләттән ҡурҡҡандыр. Шуға Хәлфетдин дә ҡыҙҙы бер ҡараһаң, үлеп ярата ла, ошо уҡ ваҡытта яратмай ҙа һымаҡ ине. Ә теге көндө... ҡолағына шайтан шыбырлағандай булды: “Егетме һин, әллә юҡмы? Һөйгәнеңде хатта бит килмешәк алып китеп бара!” Ҡалғанын бер ни иҫләмәй: нисек уҡ-һаҙаҡты алғанын да, һыу буйына төшөп барған Нәсибулла яғына уғын сойорғотҡанын да, эйе, атҡанын түгел, сойорғотҡанын, кире йәйәһен ҡайтарып элгәнен дә... Шулай ҙа була икән. Тик Ишдәүләттең тирмәһенән сығып, бер аҙ барғас ҡына зиһене асылып киткәндәй булды. Унда ла теге тауыш: “Бына, исмаһам, ҡылдың ҡылыҡты, тип, әсе сыйылдап, көлөүе “хи-хи-хи”лап мейеһен телеп үткәс.

Ә бит Хәлфетдин дә кәүҙәгә, яланда йөрөп сыныҡҡан Ишдәүләттеке һымаҡ булмаһа ла, төшөп ҡалғандарҙан түгел ине. Хатта күп яҡлап тиҫтерҙәренән өҫтәрәк тә булғандыр әле: етем булһа ла, Яппар ҡанаты аҫтында булды, Өфөлә мәҙрәсәлә уҡыны, юҡ-бар йомош табып, хужаһы аҙым һайын губернаға саптырҙы, эргә-тирәһендә ҡыҙҙар күп булды, затлы кейем кейҙе, китаптар уҡыны...

...Яппар Хәлфетдин тураһында уйламайынса торманы. Үҙенә бәләкәйҙән алып үҫтереп, ғаиләһендә аҫрауҙай тотһа ла, улылай яҡын күрҙе. Аталары артынан ваба ауырыуы был баланы ла алып китмәһен тип ҡурҡып, им-томсо Сәрбиямалдан ҡаратып торҙо, яйы сыҡҡанда үҙәккә дауаханаларҙағы духтырҙарға ла күрһәтте. Хатта бит ана шул атайҙарса үҙ итеүе майҙандағы хәлдән һуң да язалатманы. Ләкин башҡаһы башланды – үҙе язаланды. Ул саҡта башҡортта иң ҡаты яза тип йөрөтөлһә лә, ауылдан ҡыуҙырып, йәшәүгә өмөт ҡалдырҙы: йәшәһен, ғаилә ҡорор, аңына килер, гонаһын йыуырлыҡ аҙ ғына ваҡыты ҡалыр, тине. Ул Хәлфетдиндең бәләкәйҙән башҡаларҙан айырылып тороуын, уҡыуға тартылыуын күреп-белеп торҙо.

Һуңғы ваҡыт уйҙары гелән өсөһө тирәләй булды. Эйе, Хәлфетдинде аҡлап булмай. Донъялағы иң хәтәр эш ҡылды – кешегә ҡаршы ҡулына ҡорал алды. Быға Яппар күңеле менән һаман ышанып бөтмәй. Ала торған кеше түгел ине Хәлфетдин. Ул – башҡа, холҡо, булмышы башҡа. Гөлнәзирәне бәләкәйҙән Ишдәүләт яратты, быны барыһы ла белде. Сәрбиямал да, Яппар ҙа, башҡа ауылдаштары ла. Эш никах уҡытыуға китеп бара ине. Тик... Тик Нәсибулланы Хоҙай үҙе төшөрҙөмө, ҡыҙҙың тәҡдире шул булдымы, Гөлнәзирәнең күңеле уға тартылды.

Яппар тағы шул хаҡта уйлана. Теге саҡта бер генә минут эсендә үҙенең күңеле Катяға тартылды ла ҡуйҙы бит, башын ҡайҙа ҡуйырға белмәй йөрөнө. Алмалай ике ҡатыны бар өҫтөнән әле. Ә бында егеттәрҙең мөхәббәттә иң ҡайнар саҡтары! Шуныһын Яппар ныҡлап аңланы: мөхәббәт – нәфсе лә, шайтан ҡотҡоһо ла түгел. Ул бик ҡөҙрәтле көс! Кешенең күңелендә ята. Бик хәтәр нәмә: шайтан да үҙ мәкерендә файҙаланырға, изге фәрештәләр ҙә ҡанатландырырға мөмкин. Тәндең-йәндең һәр күҙәнәгенә һуғарылған: уны уятыу өсөн ҡаршы енестең күҙ һирпеүе лә етә. Ә уянғас, йә ҡоштай талпындырып һауаға осора, йә тамуҡ утына һалмай бәндәне...

Бер саҡ шулай уйланып, башын ҡайҙа ҡуйырға белмәй йөрөгәндә завод управляющийы Александр Васильевич үҙе килеп төштө. Ҡыҙы Катерина менән бергә киләм тип, яңылыш, икенсе яҡҡа – алыҫ йәйләүгә табан киткән. Барып сыҡһалар, Ишдәүләттең егеттәре уларҙы урата һала. Яппарға китеп барғанын белгәс, оло ҡунаҡ күреп, юлсыларҙы ҡаҙан артына саҡыралар. Китә ҡымыҙ, китә аш-һыу. Александр Васильевичтың бер холҡо бар: тәүҙә ҡатыраҡ ҡыланһа ла, яҡшыға ирей ҙә китә. Ҡыҙға ла ҡыҙыҡ, уның өсөн – өйҙән сыҡмаған тиерлек Катя өсөн – бар ерҙә серлелек. Атаһынан бында ҡалдырыуын үтенә. Александр Васильевич һис ҡасан ҡыҙының теләгенә ҡаршы төшөп өйрәнмәгән. Әҙәм ышанмаҫтай хәл, Яппарға ул үҙе генә китә. Килгәс, быға Яппар ҙа аптырай. “Ҡыҙыңды ҡалдырырға нисек ҡурҡманың?” – тип һорай. Үҙенең дә Катяға тартылған, саҡ һыуынырға тырышҡан сағы бит. Ә Васильевич быны һиҙҙе, белде. Шуға ҡыҙы яҙмышы өсөн ҡурҡһа ла... Ҡыҫҡаһы, ике ут араһында ҡалғайны атай кеше: алып килһә лә булмай, ҡалыуы өсөн дә ут йота. Шуға хужаға яуабын үҙенсә килештереберәк бирҙе: “Башҡорттар ышаныслы халыҡ бит, беҙҙең ата-бабалар бергә аҙ походта йөрөмәгән”.

Ана шул эш-көш тураһында һөйләшкәндә Александр Васильевич Яппар аптырарлыҡ хәбәр әйтеп ҡуйҙы: “Һинән аҙ ғына шөрләйҙәр ҙә шикелле, Яппар. Хатта заводта саҡта берәүҙән һиңә табан юлды һорағайным, йөҙө ағарып китте. Исемен Хәл-хәл... Әй, уныһы неважно. Бер йолҡош егет инде. Ә бына ағарған йөҙө прәме күҙ алдында тора инде...”

Ҡунағын һыйлап, икенсе көнөнә үҙен кирегә оҙатып барырға булды Яппар. Һылтауы ла бар: йәйләүҙә тәртипме, егеттәр, бигерәк тә Катя нисек? Унда иһә зыҡ ҡубалар: Бөркөттөң ялын Гөлнәзирә тарап үргән! Ярай әле ҡыҙ киткән саҡтарында Яппарға осрағайны, юғиһә, Аллам һаҡлаһын, тағы әллә нәмә уйлап бөтөрҙәр ине мал эйәһе ҡулы тейгән ялға ҡарап. Яппарҙың юлға сығырға башҡа сәбәбе лә бар ине – Хәлфетдинде эҙләп табыу.

Барактар буйлап йөрөнө – Хәлфетдин юҡ. Ҡайҙа эш ҡайнай, шунда барҙы – юҡ. Хатта алыҫтараҡ эшләгән күмер үртәүселәр ҙә күрмәгән. Яппар үҙе гел бер һүҙҙе ҡабатланы: “Ул Өфөлә, хатта Питерҙа эшләй торған егет ине, ах, харап ҡына иттем малайҙы...” Тамам алйығас, ҡылт итеп бер уй килеп төштө: “Атаһы менән әсәһе ҡәбере янында түгелме икән? Һис юғы, ауылғараҡ яҡын, үҙенең тыуған яғының берәй шырлығында ҡыуыш ҡормағанмы?”

Ысынлап та, шулай булып сыҡты. Яппар Хәлфетдинде ата-әсәһе ҡәбере эргәһендә тап итте – доға ҡылып ултыра, күҙҙәренән йәш аға. Сабый ғына килеш тороп ҡалғайны, был юлды һис ташламаны ул.

– Тау аҡтарыу минең эш түгел, Яппар ағай. Минең эш – китап. Шуны аңланым мин, Яппар ағай. – Тынып торҙо. – Яппар ағай, оло үтенесем һиңә, оло үтенесем – йәнемде ал минең ошонда. Йөрөтмә сит тарафта, ятайым үҙ тупрағымда. Яппар ағай, үтенеп һорайым, йәнемде а-ал...

– Һине шуның өсөн эҙләп таптыммы ни, йүләр, – тине лә Яппар, егетте күкрәгенә ҡыҫты. Тамағына төйөр тығылды, күҙ йәштәре үҙенән-үҙе аҡты. Ирҙәр илауынан да ҡурҡыныс кәмә юҡ был донъяла. Ә бында, зыяратта, икеһенең күкрәген һыҡратып сыҡты күҙ йәштәре. – Йүләрем, шуның өсөн эҙләп таптыммы ни мин һине, улы-ым...

Тынысланғас, үҙен ҡулға алғас, Яппар былай тине:

– Әйҙә, йыйын, Өфө канцелярияһына ебәрәм. Урыҫ әйтмешләй, ҡалғанын война покажет, – тине лә Яппар, эске кеҫәһенән ҡағыҙ, ҡәләм алды. Һин иртәгә завод управляющийы Александр Васильевичҡа инерһең, ошо яҙыуҙы бирерһең. Ул ни әйтә, шуны эшлә. Иртәгә һуңға икәү Өфөгә китербеҙ. Ҡара уны, беҙҙекеләрҙән кем осраһа ла икебеҙ араһындағы хәлде... Хәйер, һин ундай егет түгел инде. Аңланыңмы? Тегендә берәй ергә уҡырға урынлаштырырмын. Һиңә дини түгел, башҡа ғилем кәрәк. Дуҫтар бар, ярҙам итерҙәр. – Яппар тағы кеҫәһенә тығылды. Унан байтаҡ ҡына аҡса сығарҙы. – Быныһына завуд лавкаһында әҙәмсә кейем алырһың. Иртәгә һуңға мин килеүгә элекке, юҡ, унан да яҡшыраҡ, ҡупшыраҡ егет булып тор.

Хәлфетдин телһеҙ ҡалғайны. Ни әйтергә белмәне. Уның күҙҙәрендә йәшәү сатҡылары барлыҡҡа килгәнен, шатлығынан осҡонланғанын ғына һуҡыр кеше лә күрер ине.

Завод төҙөлөшө яғына ыңғайланы Хәлфетдин. Йүгерергә тырышты – шатлығы алҡымын быуҙы, абынып йығылды – үҙ тупрағынан көс алды, үләндәргә тотоноп кире баҫты – ҡәберҙәре өҫтөнә сыҡҡан боронғо ата-бабалары рухы фанилыҡтағы үҙ улын ҡурсаланы. Артына әйләнеп ҡарап, башын эйеп рәхмәттәр әйтте – сауап алды.

Ә Яппар яй ғына зыярат буйлап китте. Һәр ҡәбер эргәһенә туҡтап, эйәләре менән һөйләшкәндәй итте. Кемдең кем булыуын, донъяла мәғәнәле йәшәү-йәшәмәүен иҫенә төшөрҙө. Үҙенең ата-әсәһе ҡәберҙәре эргәһендә оҙаҡ ултырҙы. Мүкләнеп, ергә сумған таштарын һыйпаны. Доға ҡылды...

Баш осонда “саңҡ”, “саңҡ” килеп өс бөркөт өйөрөлдө. Балаһын осороп, донъяла ҡайһылай йәшәргә кәрәклеген өйрәтә төҫлө ине улар Яппарға...

17. Ҡоҙалау

Яппар Нәсибулланың хәлен белмәне түгел, гелән белешеп торҙо, волостан духтыр саҡыртып, һаулығын ҡайтанан тикшертте. Тик бына үҙе менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеп ултырыр өсөн генә инмәне: яралары уңалһын, тыуған ер һауаһын һулап, ошонда ерекһен тип уйланы. Гөлнәзирә менән дуҫлашып китеп, араларында мөхәббәт осҡоно яралыуы өсөн дә һөйөндө – тән яраһын ваҡыт та дауалар, ә бына күңелдекенә башҡа нәмә кәрәклеген, айҙар, хатта йылдар етмәҫен яҡшы аңлай ул. Нәсибулланы Хоҙай үҙе ебәргән. Шулай булмаһа, Гөлнәзирә менән икеһе араһында мөхәббәт уты ҡабыныр инеме?

Яппар ҡунаҡ кейеменә үрелгәйне лә, кире булды. Ил-күс башлығын билдәләрлек хәрбиҙәрсә тектерелгәненә лә күҙ һирпеп кенә ҡуйҙы – уныһы ла был осраҡта ярамаҫ. Халыҡ араһына ниндәй кейемдә сыҡҡаныңа ҡарап, йомошоңдо ла, һүҙеңде лә шулай баһалайҙар. Власть тирәһендә булған саҡта бер төрлөһө кәрәк, түрә-маҙар кейемеңә ҡарап тотҡан урын-дәрәжәң тураһында фекер йөрөтөүсән, ырыуҙаштарың иһә үҙҙәре һымаҡ ябайлыҡты өнәй. Шуға ла бөгөн ситтәре уҡалы еңле аҡ күлдәген кейеп, өҫтөнә йәшел билбауын быуҙы, салбарының балаҡтарын ситектәре ҡуңысына тыҡты. Ябай ҙа, шул уҡ ваҡытта үҙебеҙсә лә, тип уйланы ул.

Туп-тура Сәрбиямалдар тирмәһе яғына китмәне Яппар. Тәүҙә ҡатындарыныҡына инеп, балаларының хәлдәрен һорашып сыҡты, үҙҙәренең дә күңелдәрен күрәйем тине – йылы һүҙ йән аҙығы бит. Хәйер, Ғәлимәнең көн-төнө бөгөн үҙендә булһа ла, уны ла үтеп китеп булмай. Көндәшенең көнө икәнен белгәнгә, Ынйыбикә тотҡарлап, сәй-маҙар тәҡдим итеп торманы: "Бөгөн минеке түгелһең, асыуланма”, – тип, “семтеп” кенә алды. Яппар ҙа ҡатыны шаяртҡанға үҙенсә яуап ҡайтарҙы: “Үткәне һинеке булды, киләсәге һинеке. Ошо киләсәк өсөн йәшәйек әле, бисәкәй”, – тигән булып, арт һанына усы менән ҡағылып алды. Тегенеһе иһә ҡыйшаңлап китте: “Хи-хи-хи... Бигерәк оятһыҙһың инде...”

Йомошон ҡатындарына сисеп торманы. Хәйер, улар ирҙәренең ил-күс эше менән йөрөүенә күнегеп бөткән инде. Малайҙары тирмәһендә тәртип ине, ҡыҙы әхирәттәре менән емеш-еләккә киткән, уныһы ҡырҙан ҡайта белмәй.

Сәрбиямал ҡарсыҡ тирмәһе эргәһендә кеше-маҙар күренмәй. Уға былай ҙа инеп сығыусы һирәк. Үҙе лә башҡалар менән гәп һатырға яратмай, ваҡыты ла юҡ. Шунан һуң, уның тирмәһендә кеше юҡ икән, тимәк, йәйләүҙә тыныс, бөтәһе лә иҫән-имен тигән һүҙ. Ә бына ҡаҙанлығында төтөн сыға. Һис кенә лә тынғы белмәй шул: бәләкәйерәк сүлмәгендә үлән ҡайната, ҙурырағында аш-һыу әҙерләй. Ҡорот, ҡағыт киптерергә теҙелгән, үлән-маҙары күләгәгә эленгән.

– Әссәләмәғәләйкүм, Сәрбиямал апай, – күҙ тышта ҡалырлыҡ ҡараңғы булмаһа ла, тирмә эсендә хужабикәне тиҙ генә шәйләй алманы Яппар. Тик бер аҙ торғас ҡына инәйҙең ниндәйҙер һауытҡа шифалы эсемлектәрен тултырғанын төҫмөрләне. – Һау ғынаһыңмы, апай, – тип ҡабат өндәште.

Үҙ эше менән мауығып, инеүсене лә күрмәҫтәй түгел ине Сәрбиямал, тик дарыуын сайпылдырмаҫ өсөн генә иғтибарын ситкә йүнәлтмәне.

– Мәғәләйкүм-әссәләм, әйҙә, түрҙән уҙ, ниндәй юлдар ташланы? Был арала сығып-нитеп йөрөгәнең дә юҡ шикелле, күренмәйһең дә... – тине ҡарсыҡ, һуңғы һүҙҙәренә баҫым яһап. – Әллә, тим, сырхаулап алдыңмы? Килер инең, борсолоу һымаҡ нәмәләрҙән дә һуҡыр кесерткән төнәтмәһе бар минең...

Яппарға ул, бер мәрйә тип тирмәңдә ятаһың, тигән төҫлө тәьҫир итте. Шул да булдымы ҡайғырыр, бошонор нәмә, йәнәһе. Ир “ней-ней” менән сикләнде. Һуңынан, урмандан башҡа тирмәһенән сыҡҡаны ла юҡ, бар хәбәрҙе белә был суҡынсыҡ ҡарсыҡ тип уйлап ҡуйҙы. Тамаҡ ҡырҙы, ыҡ-мыҡ итте. Һүҙҙе нимәнән башларға белмәне.

– Э-э... Нәсибулланың тирмәһе ябыҡ. Гөлнәзирә лә өйҙә юҡ икән. Егеттең ҡайҙа икәнен ҡыҙың белмәйме икән тип ингәйнем дә, – тигән булды.

– Бәй, улар ни ҡырҙа-маҙарҙалыр. Нәсибуллаға ла күберәк саф һауала йөрөргә кәрәк. Гөлнәзирә менән ыңғайы дарыу үләндәре лә йыйып ҡайталарҙыр. Нәҡ йыйған, әҙерләгән саҡ бит, көнө-төнө лә етмәй. Ә бына ҡыштар оҙон, халыҡҡа ғына түгел, мал-тыуарға ла дауа кәрәк... – тине им-томсо, эшенән айырылып. – Ҡана, ҡымыҙ һалып бирәйем, әйҙә, түрҙән уҙып ултыра тор. Моғайын, юҡ-бар сәбәп тапҡан булып, тиктәҫкә генә миңә инмәгәнһеңдер...

Сәрбиямалдың үҙенең дә Яппарҙы күреп һөйләшәһе бар ине. Тик сер генә бирмәгән булды. Ҡарсыҡты Гөлнәзирәнең артабанғы яҙмышы борсой. Исмәғилдең улы Нәсибулла менән бик эҫенешеп киттеләр, никахҡа тиклем гонаһ-фәлән ҡылып ҡуймаһындар тип тә ҡурҡа. Никах тигәндән, икеһенең дә йәше еткән, уныһына биш ҡуллап риза: егет аҡыллы, ҡыҙыулығын иҫәпләмәгәндә, тәүәккәл, уңғанлығы ла йөҙөнә сыҡҡан. Гөлнәзирә үҙен бик ярата – теленән төшөрмәй. Тәүҙә дауалаған сағында эргәһендә булһа, хәҙер иһә ошоно һылтау итеп, гелән бергәләр. Шунан һуң, Ишдәүләт, Хәлфетдин генә түгел, килмешәктән һалдырып, башҡалар ҙа хөсөтлөк ҡылып ҡуймаһындар тип тә хафалана. Бар уйы Гөлнәзирәлә. Ҡайһы ваҡыт әллә үҙем төрлө нәмә уйлап, берәй сырхау эләктерҙем инде тип шикләнә башлай: нәмә уйлаһа ла тормошҡа ашыр ҙа ҡуйыр һымаҡ. Төрлө төнәтмәләр ҙә эсеп ҡарай, Хоҙайҙы теленән төшөрмәй, тик был боҙоҡ уйҙар башынан китмәй, киреһенсә, мейеһен телеп, сикәһен ике яҡлап ҡыҫып тик тора.

Сәрбиямал өтәләнеп йөрөнө: ҡымыҙ алып инде, кәрәкһә-кәрәкмәһә лә яҫтыҡтарын ипләп алған булды, балаҫының “йыйырсыҡтарын” тартҡылап тигеҙләне. Уның ни әйтергә теләгәнен Яппар ҙа һиҙҙе.

– Ней, Сәрбиямал апай, йәштәрҙе әйтәм, гел бергәләр әле, – тигән булды, ҡылын тартҡылап.

Әйтерһең, инеште быуып торған ләмде йырып ебәрҙеләр, ҡарсыҡ тәүҙә “шулай шул” менән сикләнеп, бер аҙ һүҙһеҙ торғас, ҡарашын алыҫҡа төбәне лә һөйләп китте:

– Гөлнәзирәне әйтәм, үҙең беләһең, сабый ғына сағынан алып үҫтерҙем. Ул минең өсөн үҙ балам һымаҡ ҡәҙерле – фанилыҡта унан башҡа бер кемем дә юҡ. Шулай уҡ Нәсибулла ла һиңә күҙ терәп килгән. Шуныһы һағайта, ил-күс халҡы төрлө ҡарашта. Шулай булғас, Хоҙайҙан тыш, балаларҙың яҙмышы күпмелер кимәлдә икебеҙҙең дә ҡулда...

Боҙ урынынан ҡуҙғалды. Яппар килгәндә һүҙҙең ошо юҫыҡҡа боролорон көтмәһә лә, әле был яҡҡа китеүенә шатланды. Хатта яй ғына уң балағын ситегенең йөҙлөгөнә сығарып һалды. Быны, әлбиттә, Сәрбиямал күрҙе. Еңел һулап, ҡунағының ҡаршыһына ултырып доға ҡылды.

– Аллаға шөкөр, һүҙҙәр беректе...

– Был йәһәттән беҙҙән йөк төштө, хәҙер барыһы ла йәштәрҙең үҙҙәренән тора, – тип, Яппар ҙа битен һыпырҙы. – Хоҙайҙың “амин” тигән сағына тура килһен ниәттәребеҙ.

– Ҡана, берәр самауырҙы йыҡҡансы сәй артында һөйләшеп ултырайыҡ әле, – тине лә Сәрбиямал инәй, усаҡлыҡҡа сыҡты.

Яппарҙың килеүенең төп сәбәбе Нәсибулланы күреп һөйләшеп ултырыу ине, әлбиттә. Эштәр былайға китеүенә бигерәк тә ҡыуанды ул: нисек тә никахландырып, башлы-күҙле иткәс, икеһен дә юлға – уҡытырға ебәрергә кәрәк.

Тышта Нәсибулла менән Гөлнәзирәнең шат тауыштары ишетелде.

– Беҙ ҡайттыҡ, инәй!

– Иншалла, күреп торам. Ә беҙҙә ҡунаҡ бар...

– Кем ул? – Ҡыҙыҡһыныуын еңә алмайынса, Гөлнәзирә тирмә эсенә атылып инде. Яппарҙы күргәс, аптырап, телһеҙ ҡалды. – Ә-әс... Һаумыһығыҙ. Я-аппар а-аға-ай, – тип тотлоға-тотлоға саҡ иҫәнлек һораша алды ул.

Башын шунда уҡ хәтәр уй телеп үтте: Нәсибулланы алырға килгән! Әҙәм балаһы шулай яратылған бит ул, үҙ-үҙеңде һаҡлау ғәләмәте ҡалҡандай ҡалҡып сыға ла, иң тәү күңел насарлыҡҡа ҡаршы торорға әҙерләнә. Ҡыҙҙың йөрәге дарҫ-дорҫ типте, ҡойолоп төшөү урынына ҡайҙалыр төптә балаларын һаҡларға әҙерләнгән януар ҡаны урғылды, бит алмаларына тиклем ҡыҙыулыҡ – ҡыҙыллыҡ йүгерҙе.

– Һаумы, Гөлнәзирә! – Яппар ҡыҙҙы баштан-аяҡ күҙҙән үткәрҙе. Шәп, ҡәһәрең. Юҡҡа ғына өс егет башын юғалтҡан тиһеңме ни?! Һуңынан, үҙенең гонаһлы уйҙарынан арынырға теләп, эстән генә тәүбәһен әйтте.

Ҡыҙ уның һынсыл, ирҙәрсә ҡыҙыҡһыныусан ҡарашын тойҙо, тәне буйлап ауыр ҡалтыраныу йүгерҙе. Оторо ҡыҙарҙы, бар тәне янды. Әле генә эстә урғылған, һаҡланыу өсөн ташланырға әҙер, йыртҡыстарға хас көсөргәнеш юҡҡа сыҡты. Быуындары йомшарҙы. Ирҙәр ҡарашын күтәрә алмаған ҡатын-ҡыҙҙа ғына була торған кисерештәреңә барҙы – тамам хәлһеҙләнде. Башын түбән эйҙе. Ошо саҡ ул ҡунаҡтың уң балағы ситеге йөҙлөгөндә ятыуын күреп ҡалды. Яулығын йөҙөнә тартты ла, әллә ҡыуанысынан, әллә оялыуынан “ай” тигән ауаз сығарып, тышҡа атылды:

– М-мин хә-хәҙер, Я-аппар ағай...

Өсәү инделәр. Сәрбиямал алдан үтте, боҫон сығарып шыжлаған самауырын тотҡан Гөлнәзирә уның артынса. Бер аҙ көттөрөп, Нәсибулла тупһа аша атланы. Хужабикә түргә уҙып ултырҙы. Йәштәр ишек төбөндә ҡалды. Бер аҙ тын торғас, дилбегәне хужабикә алды.

– Бына, Гөлнәзирә ҡыҙым, Яппар ағайың һине яусылап, Нәсибуллаға һоратырға килгән...

Нәсибулланың башына һалҡын һыу ҡойҙолармы ни, шаңҡып ҡалды. Ни әйтергә белмәне. Барыһын күҙаллағайны, әммә Яппар ағаһы килеп, күңеленән теләгән, көнө-төнө һаташҡан минуттарҙың шулай еңел генә хәл ителерен көтмәгәйне.

– Нәсибулла улым, улым тигәнгә асыуланма, мин һинең атайыңдың йәшлек дуҫы инем, хәҙер уның хыялын тормошҡа ашырырға тейешмен. Һине башлы-күҙле итеү минең оло бурысым, – тип башланы һүҙен Яппар. Һуңынан тормош хәлдәренә күсеп алды, аҙаҡ килеп былай тип һораны:

– Гөлнәзирәнең ҡулын һоратҡанға ризаһыңмы?

Нәсибулла ризалығын белдереп, баш ҡаҡты.

– Эйе.

– Ә һин, ҡыҙым, ризаһыңмы?

– Эйе, – Гөлнәзирә баҙнатһыҙ ғына башын күтәрҙе, йөҙө ҡояштай балҡыны.

– Һеҙ бер-берегеҙҙе беләһегеҙ, шуға боронғоса кейәүләп йөрөүҙәрҙе, башҡа оҙаҡ йөрөшөү йолаларын атҡарып тормаһаҡ та, никахын еренә еткереп уҡытырбыҙ, Аллаһы бойорһа, – Сәрбиямал инәйҙең иңенән оло йөк төшкәндәй булды, еңел тын алды.

Яппар килеүенең төп сәбәбен асырға ашыҡманы. Уныһын сәй эскән ваҡытҡа ҡалдырып, Гөлнәзирә ултыртҡан табынды көтөргә булды. Барыһы әҙер булып, бер-ике сынаяҡ бушағас, һүҙгә күсте:

– Никахын һөйләшеп, ҡасаныраҡ уҡытыр ваҡытын билдәләрбеҙ. Минең тағы бер ҙур эш тураһында кәңәш итеп алаһы бар ине. Уныһын да асыҡлап үтеү кәрәктер, – тине Яппар, артабанғы һүҙҙәренә баҫым яһап. – Яңы тормош ҡороп ебәреү, нәҫел тамырын нығытыу – ата-бабанан ҡалған матур йола. Ләкин ошо ғаиләнең артабан нисек йәшәрен уйларға кәрәк. Хәҙер, беләһегеҙ, элеккесә йәйләү йәйләп, оҙон көйҙәр һуҙып, өләңдәр әйтеп кенә йәшәп ятып булмай. Йәйләүҙәр ҡыҫылып бөттө, ҡулдан бик күп ерҙәр китте. Заманса һөнәрҙәр ҙә кәрәк. Ошо заманға яраҡлашып, дилбегәһен ҡулға шаҡарып тотоу мөһим. Ә бының өсөн уҡыу кәрәк, һөнәр алыу лазым...

Сәрбиямал Яппарҙың тел төбөн аңланы. Күңелен борсолоу ҡатыш ҡурҡыу ғәләмәте биләй барҙы: Гөлнәзирә ауылдан китһә, белем алам тип ситтә йөрөгәндә нишләр? Нәсибулланың да яҡлар, барып төртөлөр кешеһе юҡ.

– Һ-һин, Яппар балаларҙы тим...

– Эйе, никахлаштырғас уҡырға ебәреү ниәте бар. Күпме генә ҡаршылыҡтар, кәртәләр булмаһын, иншалла, арабыҙҙа уҡымышлылар арта. Ләкин, диндән тыш, башҡа төр һөнәр кешеләре лә кәрәк. Бына, Гөлнәзирә бик яҡшы духтыр булыр ине, Нәсибулла тимер һөнәренә оҫта. Шуның шикелле...

Тынлыҡ. Тирмә эсендә, кем әйтмешләй, себен тауышы ишетелерлек тынлыҡ. Бер аҙ торғас, ошо хәтәр тынлыҡ-шомлоҡто боҙоп, Яппар кире һүҙгә күсте.

– Бына, мәҫәлән, Исмәғил, уның менән бергә тоҙ завудын ҡыйратҡан ундан ашыу егет ошо заманда тоҙ эшкәртеүсегә уҡып сыҡҡан булһа, бөгөн үҙҙәре лә иҫән ҡалыр, завудтың да хужалары улар булыр ине. Шунан һуң, тимерлек тоторға ярамаған саҡта ла йәшерен тимерлектәр тоттоҡ бит*. Мәғдәнде лә үҙебеҙгә кәрәгенә сығарғанбыҙ. Ә ниңә бөгөн бында ата-бабабыҙ еңгән француздың балалары завуд төҙөп ята? Беҙ бит уны үҙебеҙ ҙә төҙөй алабыҙ. Еребеҙҙе тәләфләмәйенсә, үҙебеҙгә еткәнсә... Хәйер, ситкә китеп, артығыраҡ һүҙ ҡуйырттым шикелле. Ҡалғанын ваҡыт үҙе күрһәтер...

Тағы тынлыҡ. Был юлы уны Сәрбиямал боҙҙо.

– Һин бик хаҡ һөйләйһең Яппар. Тик хәҙер бит алдан аҡса йөрөй. Бына мин ҡыҙыма, үлән серҙәрен өйрәтһәм дә, аҡса булмағас, ул артабан нисек уҡыһын?

Яппар ошоно ғына көткәйне. Шуға яуабы ла күптән әҙер уның.

– Француз завудына ат таптыралар. Килешеү төҙөргә тейешбеҙ. Бына ошо иҫәпкә мин ауылдан дүрт-биш баланы уҡыта алам. – Яппар уйға ҡалды. – Барыбер йәйләүҙәрҙе тыйып бөттөләр, аттарҙы ла әллә күпме аҫрап булыр тиһеңме? Ә мөмкинлегем булғанда ошо балаларҙы уҡыта алһам, күңелем тыныс булыр.

– Һин, Яппар, улай тимә. Һиндә саф башҡорт – яу аттары. Уларҙы ла бөтөрһәң, ни эш ҡырырһың?

– Уныһын да уйлағанмын. Бына ошо саф башҡорт аттарын нәҫелгә ҡалдырып киләм. Ә ит, эш өсөн инде...

– Беҙ үҙебеҙ ҙә тик ятмабыҙ, – Нәсибулланың тәҡдимдән күңеле күтәрелеп китте. – Яппар ағай, үҙебеҙ уҡырбыҙ, үҙебеҙ эшләрбеҙ. Ибет, Гөлнәзирә! Тик, ағай, әйҙә мин дә духтырлыҡҡа барайым. Гөлнәзирә менән йөрөп, күп нәмәгә өйрәндем хәҙер...

Көлөшөп алдылар. Сәрбиямал ғына уйҙарының төбөнән сыға алмай ине.

– Яппар, һинең үҙеңдең дә өлкән улың уҡый, бәләкәйҙәре үҫеп килә. Тағы кемдәрҙе уҡытырға ниәтең?

– Гөлнәзирә менән Нәсибулланы.Әйтһәм, һеҙгә генә әйтәйем инде, Хәлфетдинде ҡалаға оҙаттым. Ә бына Ишдәүләт инженерлыҡҡа китә. Уныһын мин түгел, буласаҡ ҡайныһы Питерға ебәрә. Шунан инде, ул әле төҙөлөп ятҡан завудҡа эшкә ҡайтасаҡ.

Ауыҙҙар асылды. Тынлыҡ.

– Эйе, Ишдәүләт завуд управляющийының ҡыҙына өйләнә. Ә Хәлфетдинде зыяраттан барып табып, Өфөгә оҙаттым. Бына шулай. Кеше иң тәүҙә һөнәр алырға тейеш. Башҡортта уҡыған кеше һәр саҡ хөрмәтләнә, шуға ла “уҡып кеше бул” тигән әйтем дә бар.

Ишдәүләттең өйләнеүе бер аптыратһа, уның завуд управляющийы ҡыҙына өйләнеүе бөтөнләй ышанмаҫтай хәл. Бигерәк тә ҡарсыҡ өсөн.

– Ни-нисек, мәрйәгәме? – Сәрбиямал берсә аптыраны, берсә шатланып ҡуйҙы. Уның өсөн “хут суртыма өйләнһен, тик Гөлнәзирә менән Нәсибулла араһына ғына инеп йөрөмәһен” ине.Ә һорауҙы, ишетмәһәң ишет, ата-бабала булмаған хәлде тигәндән генә. Кафыр ҡыҙын алһын инде, ауыҙ эсенән тәүбәһен әйтте лә, тағы һорай ҡуйҙы:

– Был хәбәр ысынмы, бушмы, тигәндәй.

– Ысын. Катерина – Кәтибә исемен алып, хаҡ динебеҙгә күсә. Шунһыҙ булмай. – Яппар бер аҙ тын торҙо. Һуңынан, ниндәйҙер ҡарарға килгәндәгесә, тубығына ике усы менән һуғып алды ла, тора-һала башланы. – Никахтарын алыҫ йәйләүҙә уҡытабыҙ. Хоҙай насип итеп, тәүҙә шунда осрашҡандар. Ә Нәсибулла менән Гөлнәзирәнеке Йәштәр тауында булыр, ибет. Барыһын яҡшыға юрайыҡ та, Аллаһы Тәғәләгә тапшырайыҡ.

*1736 йылдың 11 февраль указы менән батша хөкүмәте “Өфө өйәҙендә һәм башҡорт ауылдарында тимерлек тотоу”ға тамам сик ҡуя. 1719 йылдың 19 декабрендә һәм 1739 йылдың 13 мартында сығарылған указдары менән ер аҫты байлыҡтары, мәғдәнлекте тотош үҙ монополияһына ала.

18. “һеҙ – тәбиғәт балалары!”

Ҡыҙы өсөн берсә шатланды, берсә оло хафаға ҡалды Александр Васильевич. Шатланды – Катя, яҙ ҡояшына терелеп сыҡҡан күбәләктәй, осоп ҡына йөрөнө. Өйөрөлдө, хатта һауыт-һаба йыуғанда ла бейеп алды. Әленән-әле атаһын килеп ҡосто. Их, ошо минуттарҙы кисереүе үҙе ни тора!

– Батя, һин донъяла иң шәп атай, – тип, үҙе ыңғайына өйөрөлдөрҙө. – Батя, мин бә-хет-ле-е!

Эйе, ҡыҙы өсөн ысын күңелдән шатланды атай кеше. Күптән, бик күптән ғәзизенең былай ҡыуанғанын күргәне юҡ ине. Хафаға һалышыуы шунан ғына, тиҙҙән, бик тиҙҙән уны кейәүгә бирәсәк. Ярай әле, ғүмер буйы хыялланғанса, берәй граф йәки дворян нәҫеленә булһа, ә... бер көтөүсегә. Етмәһә, үҙ диненән айырып, исламды ҡабул иттереп, үкһеҙ етем башҡортҡа. Нәҫелһеҙ тип әйтергә теле әйләнмәне Александр Васильевичтың. Был яҡлап башҡорттар ете, хатта унан ары ла тамырҙарын белә, үҙҙәренекен генә түгел, бар ырыуының. Шуға ла күңеле тынысыраҡ уның, ырыуҙары менән килендәре өсөн яуап бирәләр, ҡыҙҙары һымаҡ ҡабул итеп алалар. Уйланды-уйланды ла ир, үҙенсә һығымта яһап, тамам тынысланып ҡуйҙы: аҙмы дуҫтарының, таныш-белешенең ҡыҙҙары Европала кейәүҙә. Шулай уҡ диндәрен алыштырып, сит-ят ир ҡуйынында. Нисек кенә булмаһын, Катя үҙе эргәһендә була. Һәр хәлдә илендә ҡала. Буласаҡ кейәүе лә бик бөтмөр, эшкә уңған, сая егет – ҡыҙын һис ҡасан йәберләтмәҫ. Руссаһы ла нисауа, белемгә ынтыла. Уҡыр, кеше булыр. Шунан һуң, берәй бәпес – малай алып ҡайтһалар, мотлаҡ уны үҙенең вариҫы итеп үҫтерер. Шулай булғас, Катя кемгә кейәүгә сыҡһа ла барыбер түгелме ни? Дин башҡа тип ни, Хоҙай берәү бит, тик Уға барыр юлдар ғына төрлө. Берҙән-бер ҡыҙын һөйгәненә бирмәй, күрәләтә күңеле тартмағанда яҙмышын әрәм иттерә алмай ҙаһа. Ишдәүләттең ата-әсәһе юҡ икән, үҙе атай урынына булыр. Кейәүен улы һымаҡ күрер. Етмәһә, Ишдәүләт – аҫаба башҡорт. Вотчинник! Тимәк, илендә уның да ер өлөшө, ырыуында әйтер һүҙе – ир һүҙе бар.

Хәҙер үҙе теләп башҡа дингә күскән өсөн утта яндырған замандары үткән. Ошо турала уйлаһа, ҡайһы саҡ Александр Васильевичҡа дин оло бер матур йола һымаҡ күренә башлай: шунһыҙ тәртип булмай, халыҡ тарҡаулана, аҙа. Дин, тәү сиратта, кешенең күңелендә булырға тейеш, тип ҡуя. Ҡыҙы кейәүгә сығыр өсөн исламды ҡабул итеүе мотлай, ти. Эйе, ҡасан ғына әле үҙе, башҡаларға эйәреп, христиан булмағандарҙы “басурман” тип йөрөткән, улар инанған исламға. Быны төрлөсә юраны, сорналсыҡ уйҙарға сумды атай кеше. Хаҡ-хаҡ булмаған уйҙарынан арынырға тырышып, йыш ҡына түрҙәге мөйөштә урынлаштырылған икона эргәһенә килде. Ҡыҙы, үҙе өсөн Хоҙайҙан ғәфү үтенде, ярлыҡау һораны.

Һуңынан инде, тағы үҙен тынысландырырға, яман, ҡара уйҙарҙан арынырға, күңел тырызын яҡтылары менән тултырырға теләп, завод тирәһен байҡап сыҡты, эшенә сумды. Башҡорттарҙың бығаса иғтибар итмәгән яҡтарын белергә, өйрәнергә, аңларға тырышты. Үҙенсә тәүге һығымталарын да яһап ҡуйҙы. Башҡорт ҡатын-ҡыҙы йөҙөн ҡаплап, пәрәнжә ябынып йөрөй торған түгел, ана, ҡояшта янған биттәре ҡалай алланып тора, түштәрендә тәңкәләре сыңлай. Ә һыбай йөрөүҙәре-е... ирҙәргә биргеһеҙ. Күңеленә ятҡаны осраһа, үҙе берәй башҡорт бисәһен алыр ине әле! Шулай уйланы ла ир, көлөмһөрәп ҡуйҙы. Уҙғанда күҙ ҡыҫып, артынан йылмайып ҡалыусы мәрйәләр ҙә етерлек. Тик йөрәге генә буш – һөйгәне мәрхүмә булғандан һуң унда оло йоҙаҡ эленгән. Ҡыҙына килгәндә, башҡорттоң ғөрөф-ғәҙәттәрен дә, йолаларын да өйрәнер. Бик отҡор, йәне-тәне менән һөйгәненә тартылып тора бит. Ә был иң мөһиме. Һис юғы – фанилыҡта...

Никах алдынан молильняла һирәгерәк күренде Александр Васильевич. Сиркәү төҙөлөп бөтмәгәнлектән, халыҡ ваҡытлыса дини йолаларҙы үтәргә ошонда йыйыла. Былай иһә һәр кемдең өйө – икона ҡуйылған мөйөшө – табыныу урыны бар. Катеринаның башҡорт егетенә кейәүгә сығыуы тураһында хәбәр йәшен тиҙлегендә таралды. Хәйер, ундай осраҡтар элек тә булғылаған. Тик быныһы бит үҙҙәрендә, етмәһә управляющийҙың ҡыҙы! Китте имеш-мимеш, ләстит. Дин әһеле – отец Алексийға ла барып етте был хәбәр. Уныһы оҙаҡ көттөрмәне, тупһа аша атланы. Һаулыҡ һорашҡан булды, суҡынып алды. Нисек тә һүҙ башларға белмәнеме, хәбәргә күскәнсе, тәүҙә йөҙө ҡарайҙы, эсендә ут дөрләне лә тышҡа бәреп сыҡты.

– Иконаны, тим, алмағанһың әле... – тигән булды төрттөрөп.

Бының тел төбөн шунда уҡ аңланы хужа. Үҙенсә юраны: “Ысын диндән баш тартырға йыйынаһың, әлегә ҡөрьән индермәгәнһең”, – һымаҡ ишетелде “батюшка”ның һүҙҙәре.

– Һин, Александр Васильевич, заводсылар араһында абруйлы кешеһең, ҡыҙыңды басурманға бирәһең икән, тип ишеттем...

Поп, һәр һүҙенә баҫым яһап, теҙеп алып китергә уйлағайны ла, йорт хужаһы өҙә һуҡты. Дилбегәне ҡыҫҡа тотмаһаң, һүҙ артынан яманы эйәреп, янъял сығырын көт тә тор. Шуныһын белә ул, дин әһеле менән һүҙ көрәштереү ҙә, ниҙер иҫбатлау ҙа урынһыҙ. Аңлатып ҡара инде һин уға йәштәр араһында дөрләгән мөхәббәт утын – шайтан ҡотҡоһона тиңләйәсәк.

– Бирәм. Тик басурманға түгел, башҡорт егетенә, – тип ҡырт киҫте Александр Васильевич. Артынса уҡ, башҡаса хәбәр һатып тороуҙың файҙаһыҙға икәнен белдереп, нөктә ҡуйҙы:

– Башҡорттар рус менән ошо уҡ французды өңөндә ҡыйратҡан. Башҡалар илгә баҫһа, уларҙы ла шулай итербеҙ. Знамо!

Хәлдең былайға китеүен көтмәгән поп, ҡабанала-ҡабалана әйтәһен әйтте лә, ишекте шапылдатып ябып сығып та китте. Тик: “Харап икән, берәү мөхәббәт алдында көсһөҙ, йәнәһе”, – тигәне генә ҡыҫылып ҡалды.

Шунан ары Александр Васильевичты борсоусы булманы. Яйы сыҡҡан һайын икона эргәһенә килде, Хоҙайҙан көс, ярлыҡау һораны, йәштәргә бәхет теләне, дин буйынса изге һаналған көндәрҙә молильняға юлланды. Береһенә лә иғтибар итмәне: башҡарасаҡ ғәмәлдәрҙе башҡарып, дин ҡушҡанды үтәне лә үҙ йомошо менән булды. Яйлап имеш-мимештәр ҙә һүрелә төштө, ләститтәр юҡҡа сыҡты. Хәйер, бында, яңы завод-ҡәлғә һалған, әллә нисәмә милләт халҡы эшләгән, христиан менән ислам йәнәш булған, ғөрөф-ғәҙәттең сиге юйылған, йолаларҙың яңылары тыуған, Катя менән менән Ишдәүләттән башҡа ла йәш йөрәктәрҙә мөхәббәт осҡоно яралған ерҙә уларға урын да юҡ ине...

***

Никах алдынан Александр Васильевич менән Яппар яңынан осрашты. Ишдәүләт яҡлап бар ерҙә лә Яппар йөрөнө, йола ҡушҡанды атайҙарса башҡарҙы. Әлбиттә, никахтың саф башҡортса ғына булмаясағы көн кеүек асыҡ ине. Ярай, уныһы Нәсибулла менән Гөлнәзирәгә ҡалһын, тип уйлайыҡ. Нәсибуллаға ла атай урынына ҡалған кеше бит. Ә Ишдәүләт менән Ктаяның никахы өйрәнелмәгән юл менән башҡарылырға тейеш: муллаға ла, мирға ла ярарға кәрәк, Хоҙайға ла тигәндәй.

– Ислам буйынса никах ҡыҙ яғында була, – тип башланы һүҙен үҙе менән алып килгән ҡымыҙҙан һыуһынын ҡандырып Яппар. Был хәбәр Александр Васильевичты бөтөнләй шаңҡытты. Ошоно ғына көткәндәй, Яппар бөтә башланғысты үҙ өҫтөнә алды.

– Һин, ҡоҙа, ҡайғырма. Был сағында тәүҙә “ҡоҙа” менән, сватҡа күсәйек әле...

Тик Яппарҙың ҡымыҙ һалынған оло кәсәһе, икенсеһенең һырлы стаканы бер аҙ бушағас ҡына, һүҙҙәр береккәнде белдереп, маңлайҙар еңелсә “төкөшөп” алды.

Иң мөһиме – никах үтәсәк урын билдәләнде: йәштәр осрашҡан алыҫ йәйләү. Тирмәләр теҙелде, ҡаҙандар аҫылды. Ойоштороу эше Яппар иңенә ятты, аҡса яғы – Александр Васильевичтыҡына. Хәйер, был иҫәпкә йәйләү хужаһы ҡаҙанға һаласаҡ ҡуй-һарыҡтар ҙа, ҡатын-ҡыҙ бешеренәсәк ҡамыр ризыҡтар ҙа инмәне. Бүләктәрҙе Александр Васильевич үҙе аласағын әйтте. Яппар иһә, Ишдәүләт үҙе теләп инселәгән айғыр менән тай алыр, тине. Уҡырға китһәләр, ишәйә торорҙар, тип тә өҫтәне. Иҫе китте Александр Васильевичтың: “Бына һиңә етем кейәү!” Бар йәйләү, бар ил-күс гөрләй. Берәүҙәр уҡтан ата, икенселәр бил көрәштерә. Туҙан уйнатып, дөп-дөп килеп аттар саба. Һис күрермен тип уйламағайны бындайҙы. Әллә нисәмә ерҙә ҡаҙан аҫылған. Ҡатын-ҡыҙ үҙ эше менән була, бала-саға сыр-сыу килә. Ошондай ҡайнап торған умарта иләүендә урта йәштәге ирҙәр менән аҡһаҡалдар ғына тыныс һымаҡ.

Ит бешкәс, ҡунаҡтарҙы тирмәләргә саҡырҙылар. Александр Васильевич һис күрмәгән күренешкә тап булды: бына хужа, был осраҡта Яппар, һимеҙ бер майлы итте ҡулы менән алып уртаға ҡуйҙы. Шунан уны үҙе алып ҡапты ла Александр Васильевичҡа һуҙҙы. Аҙаҡ иһә ҡорот бирҙе. Тирмә эсендә һурпа йөрөнө. Нишләргә белмәгән ҡоҙа кеше йылмайған булды – хужаларҙы рәнйетергә ярамай. Был башҡорттар туя беләме икән тигән уй башынан үтеп тә бөтмәне, оло еҙ табаҡ күренде.

Оҙон көйгә ҡурай тартыла. Александр Васильевич телдәрен аңламаһа ла халыҡтың аһ-зары аңлашылып тора. Ҡыҙып-ҡыҙып бәхәстәр ҙә сыҡҡылай. “Кантон”, “завод” тигәндәрен дә аңлай. Яппар бында һүҙ сурытыуҙы килештермәнеме, “Перовский”, “Любезники-любизар” тигәндәрен тыйманы. Киреһенсә, тарихтарын һөйләне.

Бындай саҡта Алексей Васильевичтың башына бер уй үрмәләгәйне: “Бына никах бара... бер көтөүсегә. Башҡорттар, тимәк, һәр кешеһен белә. Ә бит Ишдәүләт бала сағынан етем ҡалған. Иҫ китмәле. Алғандар, кеше итеп үҫтереп, никах-туй –үткәреп яталар”.

Ана бит, ҡыҙы менән Ишдәүләткә айырым тирмә ҡорҙолар. Никах уҡыу менән шунда яптылар ҙа, еңгәләре генә инеп йөрөй. Һоғондороу ҙа ит ашап ултырыу ғына түгел, ә туғанлашыу, сит-яттарҙы туғанлаштырыу ҙа тигән һүҙ.

– Бик күп нәмә белмәйбеҙ икән беҙ бер-беребеҙ тураһында. Шуныһы обидно, шуныһы... Көн дә бер үк төрлө үтә. Ҡыҙымды кейәүгә бирәм дә... и пустота. Бушлыҡ...

– Дөрөҫ, сват, дөрөҫ. Ана, тағы бер таң ата. –Яппар уйға ҡалды ла, былай тине: – Юҡ, көндәр бер үк төрлө түгел ул. Бер һымаҡ күренә генә: таң ата, кис була. Асылда бит ул бер үк Алла көндәре, тик тыңлай, тоя ғына белергә кәрәк. Уйлап ҡараһаң, тулҡындар ҙа бер үк йырлаған төҫлө. Бер-беребеҙгә ихтирам кәрәк. Шул ғына.

– Һеҙгә рәхәт, һеҙ – дети природы, – Александр Васильевич знакумын ныҡ итеп ҡосто. – Знамо!

19. “Донъя эштәрегеҙҙе һеҙ үҙегеҙ яҡшы беләһегеҙ...”

– Ҡһм-ҡһым, әссәләмәғәләйкүм, ҡорҙаш.

Ишек асылыуын күптән көткәйне Яппар. Мулла менән яңы староста килә ятыуын әллә ҡасан еткерҙеләр. Үҙҙәре күптән йәйләүгә сыҡмай улар.

– Мәғәләйкүм-әссәләм, оло ҡунаҡтар килгән икән, – тигән булды Яппар. Уларҙың килеүенең сәбәбен дә күҙаллай ул – бер нисә ауылдаш егет-ҡыҙҙы уҡытырға ебәрергә ҡаршылар. Шул тынғылыҡ бирмәй торғандыр.

– Бына, йәйләүҙе һағынып килеп сыҡтыҡ әле, – тигән булды яңы староста. – Дә-ә, элек ата-баба рәхәттә йәшәгән инде. Һаҫыҡ өйҙәргә ҡышын ғына, дөрөҫөрәге, һалҡындар төшкәс кенә ингән...

Тирмә эсенә һурпа индерҙеләр, тәүҙә ҡунаҡтарға ҡымыҙ тәҡдим иттеләр.

– Хас та үҙебеҙсә, башҡортса, – тине яңы староста.

Бик телдәр был төлкө, тип уйланы Яппар. Күп эшенә мин сабам, үҙе ҡағыҙ-маҙар менән шымарып бөткән. Шуны ғына көткәндәй, теге тағы тәтелдәне:

– Бик хуп эш башҡарғанһың икән, завуд управляющийы менән аттар тураһында килешеү төҙөгәнһең. Бик хуп, бик хуп. Хөкүмәт эшенән бер генә лә ситтә ҡалмағанһың...

– Аттар ни, үҙебеҙҙеке, – тине лә Яппар, ҡымыҙын сөмөрә һалып эсеп ҡуйҙы. – Кеше кеҫәһенә кермәйбеҙ.

– Һин шәриғәттән өҫтөн булып, Яппар, бер баланы Питерға, тау эше тиеп, ебәрәһең тип ишеттем бит әле, – Мансур мулла үҙенең дә барлығын, килеүенең сәбәбен белдергеһе килде.

Яппар ҡаушап төшмәне, тегенең күҙенә ҡараны:

– Эйе. Унда Исмаил Тасимов атлы башҡорт тау училищеһы асҡан икән, шунда үҙ иҫәбенә бер нисә баланы уҡытырға Батша менән килешеү төҙөгән, ти. Үәт!

Мулла “ҡһы-ҡһы”ланы, үҙен наҙан итеп күрһәтәһе килмәне:

– Шулайын шулай ҙа, Яппар, уны һинән башҡа ла беләбеҙ, тик ул бала аҙаҡ мосолман буламы? Үәт ғиллә нимәлә.

– Мосолманлыҡ бит ул ҡанда. Шунан һуң, улар барыһы ла ҡайта. Ана шул төҙөлөп ятҡан завудҡа белгес булып!

Муллаға был да оҡшаманы, һаҡалын һыйпаны, һурпа һемерҙе:

– Хәҙисә ҡарсыҡтың ҡыҙы Гөлнәзирә лә ҡайтамы?

– Улар ҙа ҡайта – духтыр булып. Дин юлында, иншалла, шәкерттәребеҙ етерлек. Ә бына башҡа һөнәргә кәрәк әле. Ҡулымдан килһә...

Яппар, ҡулымдан килһә, йөҙәр, меңәр баланы уҡытырға ебәрер инем, тип әйтергә уйлағайны ла, кире булды. Берҙән, аңламаҫтар. Икенсенән, терһәк бит яҡында ғына, барыһын нисек уҡытмаҡ кәрәк. Ә бына йөҙәр бай башҡорт өс-дүртте генә ебәрә ала. Питерға ғына түгел, хатта Европағаса ла. Юҡ шул, һаман мал тип йәбешеп яталар. Берәр етемде йәки һәләтле баланы уҡытһалар ҙа ни саҡлы булыр ине! Уҡытыу тигән һүҙ күп осраҡта Ҡазан, Өфө мәҙрәсәләренә, һис юғы Урта Азия тарафтарына ғына бара ла тоташа. Унда ла үҙ балаларын ғына.

Ошо арала яңы староста һүҙ ҡыҫтырып ҡалайым тигән шикелле:

– Барыһы ла законса китәме һуң улар? Быны тикшерергә кәрәк. Анау ат ҡарағы...

Шул саҡ Яппар бүртенде, ағарынды, һеләгәйе тегенең битенә сәсрәне. Үҙ ғүмерендә ҡунаҡтарға ауыр һүҙ әйтмәгән кеше йоланы боҙҙо. Руссалап, ишек яғына бармағын төрттө:

– Во-он!!!

Мулла уҡынды, тегенеһе тәнтерәкләй-тәнтерәкләй ишектән сығып китте.

– Во-он!!!

Әлбиттә, Яппар һүҙҙең былай уҡ китеүен көтмәгәйне. Ҡыҙыуын да. Шуға ла, эш тамам боҙолмаҫ борон, Мансурға ултырып ҡалырға ҡушты.

– Һин, ҡорҙаш, ултырып тор. Килмешәк көсөк өрөр-өрөр ҙә туҡтар. Беҙгә иһә халыҡ өсөн атҡараһы эштәр бик күп. Ғүмер бит уҙып бара...

Яппар һүҙен йыраҡтан башланы. Ғөмүмән, башҡорт шулай итә. Уратып һөйләй ҙә, бәҫ, өҫтөнә килтерә лә баҫа.

– Ҡорҙаш, икебеҙ ҙә ил ағалары тигән исем алғанбыҙ. Һин дин буйынса, мин шул, үҙең беләһең, хөкүмәт эшендә. Мин балаларҙы үҙ аҡсама юҡҡа уҡырға ебәрмәнем. Волостағы Никифар Сидоровты беләһең бит, минең знакумды. Ана шуның улы Питерҙа тау училищеһында уҡый икән. Ялға ҡайтҡас, был әйтә ти: “Питерҙа халыҡ ҡоторона башланы, хатта батшаға ла һүҙ тейгеҙәләр, ти, имеш”.*

Мулла ултырған ерендә һикеренеп китте.

– Атаҡ-атаҡ... Тағы бола булмаҡсымы икән, илаһым. – Күҙҙәре секәйҙе. Хужаның артабанғы һүҙҙәрен көттө.

– Знакум әйтә, балаларығыҙҙы уҡытып ҡалдырығыҙ, ти. Үҙең беләһең, байлыҡ – бер айлыҡ. Уҡытһаҡ, ошо балалар үҙебеҙгә ҡайта бит. Белгес булып. Француз нимә, яу тиһәң Париж ҡасалар. Ә бында белгестәр кәрәк. Бына, ҡорҙаш, әйт әле, дин бит һис кенә лә донъяуи ғилемде тыймай. Ана, ишетеп беләбеҙ инде, шәриғәт донъяһы нисек алға киткән.

Мулла ризалығын белдереп башын һелкте. Оҙаҡ ҡына берәй тура килгән хәҙисте хәтер төбөнән эҙләне.

– “Донъя эштәрегеҙҙе һеҙ үҙегеҙ яҡшы беләһегеҙ”, – тиелә 62-се хәҙистә. Мосолмандарҙың дини эштәре (ғилемдәре) бар. Дини эштәрҙә ҡанундары Ҡөрьән Кәрим һәм дә Аллаһ рәсүленең сөннәте булып, шуларға мөрәжәғәт итергә һәм Пәйғәмбәрҙәрҙән өйрәнергә тейешле. Донъяуи ғилемдәр һәм донъяуи эштәрҙә иһә үҙҙәренә эҙләнеү, үҙ тәжрибәләрен һәм аҡылдарын ҡулланыу лазым. Хоҙай һис кенә лә донъяуи ғилемдәрҙе тыймай. Уҡытырға ебәргән балаларың иҫән-һау йөрөп, уҡып ҡайтһындар, Аллаһы бойорһа. – Мулла битен һыпырҙы, доға ҡылып алды.

Ошо мәл дин әһеленән белеме буйынса һис кәм булмаған Яппар ҙа бер-ике һүҙ һөйләп үтмәксе булды. Тәүҙә рөхсәт һораны. Тегенеһе баш ҡаҡҡас, һөйләп алып китте.

– Милләттең динле, ғилемле, мәғрифәтле булыуы өсөн тырышыусы бер төркөмдөң булып тороуы һәм был төркөмдөң, һәр төрлө кәртәләргә иғтибар итмәй, үҙ юлында дауам ҡылыуы лазым.

Шундай бер төркөмдөң булыуы өммәттәрҙең сәғәттәренә сәбәп икәнлеге мәғлүм, сөнки былар һәр саҡ юлбашсылыҡ итеп торор, яҡшы, яман әхлаҡтар хаҡында милләткә мәғлүмәт биреп, ямандарынан нәфрәтләндерер һәм яҡшыларына ҡыҙыҡтырыр. Халыҡтар иһә әхирәт кәрәктәре хаҡында ла, донъя кәрәктәре хаҡында ла дәрес алыуға, өйрәнеүгә мохтаж. Мөғәллим булмағанда улар был дәрестәрҙе кемдән алһын? Шуның өсөн милләт эсендә яҡшылыҡҡа бойороп, яман эштәрҙән тыйылып, диндәрҙе өйрәтеп, донъяларҙы белдереп, ғилем һәм мәғрифәт тураһында юлбашсылыҡ итеп тороусы бер төркөмдөң булыуы лазым. Был нәмә – Ислам диненең терәктәренең береһе, – Яппар оҙаҡ һөйләгәнен аңланы, шулай ҙа фекерен әйтеп бөтөрөргә тырышты. – Ана шул төркөмдө хасил итһен белем юлына аяҡ баҫҡан ул-ҡыҙҙарыбыҙ бөгөн.

– Иншалла, шулай булһын, – мулла тағы бер тапҡыр доға ҡылып алды.

Оҙаҡ, бик оҙаҡ һөйләште ике ҡорҙаш. Улар икеһе лә халыҡ тураһында уйлай ине: киләсәге нисек булыр, донъялар имен торһон, оло йортобоҙҙа бола ҡупмаһын. Кәсәләр бушай торҙо, һүҙҙәр бөтмәне. Уның ҡарауы – беректе. Һуңғыһы булғандыр, Мансур мулла кикереп ҡуйҙы.

– Ярай, ҡорҙаш, килеп ултырыу яҡшыға булды. Мин әйтәм, анау писарь булып йөрөүсе егетемде лә Бохара яғына уҡырға ебәрәм әле, тим. Баяғы берәй егетте эйәртеп. Ҡһым... – Һүҙен йөпләп, һаҡалын һыпырып алды. – Иншалла, уҡыһындар... Кем, һин әйтмешләй, халыҡты эске яҡлап тотоп тороусы аҡыллы, ғилемле төркөм кәрәк...

– Мин түгел, хәҙис әйтә, Мансур ҡорҙаш...

– Эйе, эйе, хәҙис әйтә...

***

Ҡояш байышына табан дүртәү атланы. Был һуңғы йәйләүҙең һуңғы көндәре ине. Артта аттар кешнәне. Бөркөт үҙ өйөрөн хушлашыр өсөн алып килгәйне...

Рәлис УРАҘҒОЛОВ.

2016–2021 йылдар.

Авторҙан. ХIХ быуат аҙағында, ХХ быуат башында Европа капиталистары һалдыра башлаған, бөтә Рәсәйҙе тиерлек солғап алған меңдәрсә завод-фабрикалар ябылыуға дусар ителә. Тотош донъя көрсөгө башланып, күптәре эштәрен туҡтата. Романда һөйләнелгән Инйәр буйындағы француз заводы ла, Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Муса ауылы эргәһендәге поляктың көнбағыш һыҡтырыу заводы ла, йөҙәр-йөҙәр башҡалары ла... Етмәһә, Октябрь революцияһы, Граждандар һуғышы башлана, совет власы ойошторолғас, ил иҡтисады башҡа йүнәлеш ала.

*Хәлдәр 1904–1905 йылдар тирәһендә бара.

Аҙағы.

Автор:Рөстәм Илтенбаев
Читайте нас