

– Кит, тим, hыйыр былай ҙа тик тормай. Кит, тим, Әкрәм! – Гөлмәрйәм асыуынан hыйырҙың имсәктәрен ҡушлап тотто ла, маңлайына төшкән сәсенә аҫҡы ирендәре аша зәhәр өрөп, күҙҙәренең ағын әйләндерҙе. – Кит, тим, Әкрәм, зитыма теймә, зинhар! – Һуңынан hәүкәшенә өндәште: – Малҡай, малҡай, тыныслан, Зинкам... Пр-р-ҡай, пр-ҡай, хәҙер hауып бөтәм...
– Геҙей, геҙей, геҙей-гет, Гөл-кәй! – Ир яңынан үҙ эшендә булған ҡатынының фуфайкаhы эсенә ҡулын тығып, биленән ҡапшамаҡ итте. Майға тығыҙланып, тиреhенән hалыныбыраҡ төшкән тәненең йылыhын устарында тойғоhо килде. – Геҙей, геҙей, геҙей-гет, Гө-өл-кәй-й...
Ҡатын ҡарышманы. Тик теләк ҡырына терәк кәрәк шул, суҡынмыш, Гөлмәрйәме нишләп өндәшмәй әле тиhә, тегенеhе эске яҡлап мамыҡ шәлен урап ҡуйғансы. Тығыҙ ураған. Ләкин Әкрәм дә төшөп ҡалғандарҙан түгел, яй ғына, миллиметрлап, сантиметрлап бармаҡтарын эскәрәк шыуытты. Мышнаны. Танауын тартты. Уныhы тағы, кәрәкмәгән саҡта ғына ебей ҙә ҡуя. Ике яҡлап бармаҡтар эскә шыуышты. Тәне янды. Ҡул суҡтары эскә үткән hайын аяҡ араларын да киңерәк баҫа барҙы. Яйлап ҡатынының арҡаhы буйлап шылып төшкән ир тамам сүгәләне, тубыҡтары Гөлмәрйәмдең тулҡынланыуҙан йүгерешкән күҙәнәктәрен дә тоя hымаҡ. Һәр хәлдә, Әкрәмгә шулай тойолдо. Шулай булмай ни, ана бит, айғырға ҡарышҡан бейә hымаҡ ҡыланды ла, эшкә hылтанған булып, тымды ҡатыны. Тик ҡулдары ғына hыйыр имсәктәрен йышыраҡ тарта, hөт биҙрәгә шыж да пыж hиптереүен белә.
– Йә, ышҡынып туйманыңмы ни әле?!
Ҡалын елкәгә йәбешкән ошондай уҡ ҡалынлыҡтағы муйындың боролоуы булды, Әкрәмдең йөҙөнә төкөрөк сәсрәне, hөйгәненең төймәләй матур танауының тишектәре күҙ алдында тәрән соҡорға әйләнә барҙы, hалҡын тулҡын бәргән ҡараштары йөрәген туңдырҙы. Яйлап йыйылған хистәр, ләззәтле тойғолар – бөтәhе лә "hә" тигәнсе селпәрәмә килде.
– Геҙей-геҙей... – тип ҡараны Әкрәм, ҡулдарын әле генә йәне-тәненә рәхәтлек биргән урында йөрөткөләп, баяғы хистәрҙең остоғон ғына булhа ла табырға тырышып.– Кит, тинем бит, ки-ит!
"Сыты-ырр... Сыр-р" Һаҙағай-ялағайhыҙ ғына йәшен йәшнәне. Хәтәр йәшен. Ҡолаҡтары тондо. Күҙ алдарында пәйҙә булған ике йондоҙ сәсрәп осто. Илаhи яҡтылыҡ! Бер аҙҙан барыhы ла – hарай ҡараңғылығы, hыйыр елененә ҡулын hуҙған бисәhе, тиҙәккә ҡатҡан улаҡтар, уңлы-hуллы сайҡалған ҡойроҡ – яйлап ҡайта барҙы.
– Тағы кәрәкме? Әйткәнде аңламағас... Харап, эскән була ла дәрте таша. Пеләмә үгеҙ ише ҡылана, хәстрүш...
Әкрәм ауған еренән ҡалҡынды. Тәне быуынhыҙ, йәне өшөгән.
– Бр-р... бр-р... – Ир башын hелкте. Мөйөшкә hөйәлеп, тәнен еңеләйтте лә аҙбар ишеген асты. Ауыҙ эсенән генә яратҡан йырын мөңгөрләп, өйгә табан ыңғайланы. – Йәйләүҙәргә көтөү ҡыуған Гөл-мәр-йәм...
Ләкин йыр ғына түңкәрелгән күңел тырызын тултырманы, киреhенсә, элгәреге йылы хистәрҙән арындыра барҙы. Уларҙың урынын ғәрлек ғәләмәттәре алды, тора-бара күкрәк тәңгәлендә ниҙер кителеп төштө. Яҙын ярhып сабышҡан көслө тулҡындарҙың үҙен ҡосорға ниәтләгән ярҙы ишеп төшөрөүенә бәрәбәр ине был тойғо. Әле генә ҡаялай ғорур торған яр киҫәге ошо ҡаҙан эсендә ҡалды ла, барса бысраҡлыҡҡа ҡушылып, йылға ихтыярына буйhондо. Әкрәмдең ирлеге лә ғәрлек, түбәнhенеү шарлауығында ҡайнаны: тамағына төйөр булып тығылды, тойғолары күҙ ҡабаҡтарын әсетте, танау эсен ярып үтте, күкрәк тәңгәленә тулышып үҙен билдәhеҙлеккә ашыҡтырҙы, йоҙроҡтарын төйнәтте – барса донъяға асыулы итте. Башын, ҡулдарын бәреп ҡанатҡыhы, ҡайҙалыр алыҫҡа – әҙәм аяғы баҫмаған ергә олаҡҡыhы килде. Ниңәлер уны береhе лә аңламай төҫлө ине.
Әкрәм аласыҡҡа үтте. Сөйҙә эленеп торған көтөүсе кажаны кеҫәhен hәрмәне. Әhә, урынында. Һыуыҡ, ҡәhәрең. Һәй, барыбер бер үлергә, өйрәнгән тамаҡ инде, ошонан ғына ғолтлатhаң да ярай. Әселеге hиҙелмәне. Шулай ҙа сөйгә эленгән балан бәйләменән туң емеш өҙөп ҡапты. Быныhы тәмләнеп, шәрбәтләнеп киткән. Тора-бара теге нәмәҫтәкәй үҙенекен итте: ҡыҙыл үңәстән төшкән hайын йылынды, ашҡаҙан тәңгәлендә хатта эсте яндырырлыҡ та көс тапты. Тағы уртланы. Бынағайыш, баяғы ярhыулыҡты ла, ғәрлекте лә тарата башланы был дарыу. Хатта ҡыҙыулығы тартылған hеңерҙәргә лә йәшәү hуты бирҙе, быуындарҙы йомшартты.
– Эх-х, өйгә инеп, өҫтәлеңә салат-малатын ҡуйып, ҡыҙҙырылған иттең боҫон әрhеҙләнеп hулай-hулай әҙәмсә ике генә рюмка эсемлек эсергә лә, диванға hуҙылып ятып, телевизорҙы тоҡандырырға ине-е... Бына, ҡала халҡы hымаҡ.
Аптырай Әкрәм, Өфөләге ағаhына барhа, еңгәhе өлтөрәп йөрөй, дөйөм ятаҡтың тар бүлмәhе киңәйеп киткәндәй була, билләhи. Әллә юрый, әллә ысын бер-береhенә шаярып ҡына төртөшөп алалар ҙа "хи-хи-хи" ҙа "ми-hи-hи"... Тағы килеп, карауат менән өҫтәл араhында юл бирешәлмәгән булып ҡыланалар: нәҡ киҫешкән ергә генә етеүҙәре була – ағаhы ҡорhаҡ тәңгәлен кәпәйтә бирә, еңгәhе, уны этәргәндәй ҡыланып, осаhын сығара. Әй, юл бирешәлмәй аҙапланалар, әй, аҙапланалар. Һуңынан инде еңгәhенең арт hыны уйнаҡлап-уйнаҡлап китә, бил аҫтына эләгеп, күтәрелә биреп ҡуйған итәген рәтләгән була. Белә Әкрәм, рәхәт уға шулай юл "бирешеүҙәре". Иренә: "Әй, ошоно, ҡартая белмәгәнде!" – тип шелтәләүе лә, күренеп тора, юрый ғына. Нисектер ул hүҙҙәр: "Хәҙер, иркәм, ҡәйнеш ҡайтып китhен дә, иркенләп юл бирешербеҙ", – төҫлө. Шуға ла оҙаҡ ултырмай уларҙа Әкрәм. Ауылдан ебәргән күстәнәстәрҙең hыйғанын hыуытҡысҡа, hыймағанын тышҡы яҡлап тәҙрәгә беркетелгән ситлеккә тултырғанын көтә лә, үҙҙәренән сәләм хаты – Әкрәмдең уларҙа булғанлығын раҫлаусы ҡағыҙ яҙҙырып, сығып китеү яғын ҡарай. Уларҙан сыҡҡас оҙаҡ бара киске ҡала буйлап. Өҫтәлдәге hыйҙы уйлай, теш араhына ҡыҫылып ҡалған валсыҡтарҙы теле менән сүпләп hурып бара – тәмдәрен оҙаҡҡараҡ еткергеhе килә, кикерткәндә тамаҡ төбөнә килгән шараптың тәме менән хушhына. Ләкин ул төп сәбәп түгел, юҡты бушҡа ауҙарып, ваҡыт үткәреүе генә. Ә ысыны...
– Ҡайҙа булды икән, тип торам. Нимә, тағы сығып ысҡынырғамы уйың?! – Гөлмәрйәмдең үткер күҙҙәре шундуҡ шешә башын шәйләне. – Әйтәм аҙбарҙа уҡ сыҙашалмай инең, Сәлиханың сәмәйен алғанhыңдыр әле. Ҡайhыhына димедрол hалып эшләй, ҡайhыhына... Әhә, hиңә возбудитель болғатҡан! Иманын уҡытып, күрмәгәнен күрhәтәйем әле мин уға! Үҙ иренең башын ашаны ла хәҙер кеше ирҙәрен аҙҙырып ята, силсәүиткә барам иртәгә, ауылдан ҡыуҙыртам!
– Иренең аварияға эләккәнен беләhең дә инде, Гөлмәрйәм, нишләп гонаhына керәhең?
– Ах, hин бер фәхишәне яҡлап маташаhыңмы?
– Яҡламайымсы, ысынын әйтәм...
– Аҡырма миңә, йәме. Аҡырма! – Гөлмәрйәмдең сәрелдәк тауышы ҡолағын ярҙы. – Бар, ҡайтып күренәhе булма, олаҡ толдарға! Харап, ирҙәрен дөмөктөрәләр ҙә, мать-героиня hымаҡ, "әдинушкә" праваhы менән типтереп яталар. Уф-ф, күрәhеләрем бар икән, хоҙайым... Ниңә шул йолҡошҡа сыҡҡанмындыр инде, бөгөн үк ташлар инем, балалар хаҡы бар...
Әкрәм ҡатынының ҡылығын белеп бөткән: балаларҙы иҫкә төшөргәс, йомшарыуы ине был. Нәҡ шул саҡта уның "тылы"на hөжүм итергә кәрәк – сығып китеп йөрөп ҡайтырға, тип уйланы ир. Бер-ике сәғәттән тынысланыр ҙа, балаларҙы йоҡлатҡас, икәү генә ята торған бүлмәгә инеп, иренең ҡайтҡанын көтөр...
– Мә, шешәңде лә ал! – тип сәрелдәне уның артынан ҡатыны, аҡбашты быраҡтырып.
– Тимәк, тағы эсергә... – тип юраны Әкрәм, алдына төшкән шешәнең ҡарға төбө менән сумыуын күргәс.
– Берәй ерҙә йығылып, ҡаҙалып ятhаң – үҙеңә үпкәлә, мин hине балнис юлында йөрөтөп, түшәккә ҡалғас, ҡарап ултырырға йыйынмайым, хут суҡынып ят, хут туңып, артыңдан грам да сығып йөрөмәйем...
Ләкин был hүҙҙәр ҡапҡа бағанаhына әйткән төҫлө ине: "дып" итеп килеп бәрелделәр ҙә тыңҡлап ҡойолоп төштөләр. Уның ҡарауы, ысҡынғас үҙем белермен әле, тигән уй hеңеште Әкрәмдең башына. Тик был хәл оҙаҡҡа барманы. Ҡапыл ғына ирек тойған ир төнгө донъя тарлығында ҡала барҙы, яңғыҙлыҡ уны үҙ ҡосағына алды, декабрь hалҡыны ҡайнарлығын hүрелтте. Пәрҙәләре тартылып бөтмәгән өй эстәренән урғылған йылылыҡ, төндө түҙемhеҙләнеп көткән ир менән ҡатындарҙың балаларын йоҡларға ашыҡтырыуы, сепрәк ҡорғандарҙы тишеп емелдәшкән шыршы уттары – барыhы ла Әкрәмде яңғыҙлыҡҡа, бәғергә үтерлек hалҡын төн ҡоршауына этәрә төҫлө. Ир шешә бөкөhөн асты. Fолтлатып алғас, ары атланы. Бәлки, класташы Айнурға инергәлер? Эйе шул, күптән ихластан hөйләшеп ултырғандары юҡ.
– Кем бар унда? – эске ишек шығырҙауына ҡушылып, класташының ҡарлыҡҡан тауышы ишетелде.
Гадук, был мин инем...
Әк-рә-әм?.. Нишләп йөрөүең ул, сәғәт ун тула лаhа. Мин хәҙер. – Ишекте асыусы булманы. Эскеhе ҡыҫылып ҡалдымы, Айнурҙың ҡатыны менән hөйләшкәне асыҡ ишетелде. – Әкрәм килгән, асайыммы? Класташ таhа...
Суҡынып йөрөмәhен ете төн уртаhында. Башы ауырталыр. Бар, hин дә эйәреп сыҡ алкаш дуҫыңа. Тик өйгә инеп ултыраhы булмағыҙ. Ана, феләктән бал hоҫоп бир ҙә, оҙат үҙен. Ысҡынған тип ишеткәйнем шул. Йөрөр инде хәҙер өй беренсә hоранып...
– Э-э... Ярай, хәҙер... Э-э, ә яңы мунса, мунса мейесен кем сығарыр hуң? Асыуланмаҫ микән?
– Бар, бар, сығып кит!
Уныңса булмай, тышҡы ишек асылды.
– Ней, Әкрәм, hин асыуланма инде, йәме, йоҡларға ятырға йыйыналар. Әҡлимәне, ней, үҙең беләhең бит инде, – тип өҙөк-өҙөк hүҙҙәрҙе бер фекергә төйнәй алмай аҙапланды синыфташы. – Ҡарале, әйҙә, теге ней, мин бында ғына берәй сүмес бал алып сығам. Мунса ла яғылған, унда барып ултырhаҡ та була инде. Мин хәҙер...
Әкрәм урамға сыҡты. "Ысҡынған", "алкаш дуҫыңа"... Мейеhен телгеләне Әҡлимәнең hүҙҙәре. Кем-кем – унан ошоларҙы ишетермен тип hис уйламағайны ул. Ни тиhәң дә, уныhы ла hабаҡташ бит. Айнур менән Әкрәм ун йыл буйына бер партала ултырҙы, ә алдарында – Әҡлимә менән Сәлиха. Эйе, бисәhе уйнашсынан hалдырған Сәлиха. Ҡайhы бер малай ҡыҙҙар менән ултырыуҙы хуп күрhә лә, быларға ошолай яйлы ине. Ике ҡыҙ – ике йоморо баш – алда. Мәсьәлә сисә торған дәрестәрҙә контроль эш булhа, варианттарға бүлеүсәндәр бит. Бик ҡулай килеп сыға торғайны: Айнур менән Әҡлимә, Сәлиха менән Әкрәм. Тора-бара улар шул тиклем эҫенде, дүртеhенең араhына күнәкләп hыу ҡойhаң да үтерлек түгел. Ҡайҙа ла бергә булдылар, уларҙы айырым-айырым күреүселәр хатта ғәжәпләнә торғайны. Өйләнешкәс, ә хәл мотлаҡ был парҙарҙың өйләнешеүе менән тамамланырға тейеш hымаҡ ине, ғаилә дуҫтары булып ҡалырға вәғәҙә лә бирештеләр. Тик ваҡиға мөхәббәт тураhында яҙылған китаптарҙағыса булды: Әкрәмде армияға алдылар, Сәлиха ул ҡайтыр алдынан ғына кейәүгә сыҡты. Ә бына Айнурҙар дөрөҫ эшләне – икеhе ике институтҡа уҡырға инде лә, береhе зоотехник, икенсеhе уҡытыусы булдылар ҙа киттеләр. Матур итеп туй ҙа үткәргәндәр. Уныhын Әкрәм күрмәне. "Асыуланма, дуҫ, ауылда йәштәрҙе йыймайым, ҡалала, үҙең беләhең, дөйөм ятаҡта урын тар – курсташтар ғына була", – тине бер ярты күтәреп килгән Айнур. Туйҙағы шаhиттар ҙа студенттар ине...
Әле килеп – "алкаш"... Һәй, юҡҡа үҙемдең күңелемде тырнайым, бисәләр бөтәhе лә бер иш була торғандыр инде. "Ҡыҙҙар бөтәhе лә матур, аҡыллы, ә алама бисәләр ҡайҙан сыға икән?" – тип аптыраған, ти бит берәү. Шуның ише, аптырамаған ереңдән дә аптырарhың. Гөлмәрйәмде генә ал. О-ох, бр-р, ошо Гөлмәрйәме, аңламағас аңламай бит ир күңелен...
Урам осонда ике шәүлә күренде. Әкрәм ҡуйынындағы шешәне ошо яҡ бағаналағы лампа яҡтыhына ҡуйып ҡараны – тап яртыhы ҡалған. Тегеләр берәр әшнә булhа, эсерер ҙә өйөнә табан атлар ине. Ҡатыны тиргәhә тиргәр, ҡайтып, мыр-р-мыр ғына итеп, мейес эргәhендәге карауатҡа ауыр, исмаhам. Ысынлап та, өс балалы иргә урам алкашылай өй беренсә йөрөү эш түгел. "Ах мин – йүнhеҙ, үҙем прастуй булғас, барыhын да шулай уйлайым. Бөтәhе лә минең hымаҡ ыштанhыҙ түгел инде", – тип үҙен hүкте ул.
– Һа-ай, әллә Әкрәм ағай инде, hаумы? – Килеп еткән шәүләләрҙең береhе Илдус ине. Туған тейешле кеше. Ҡасандыр уның өләсәhе менән Әкрәмдең олатаhы бер ҡарында ятҡан. – Ағай, hине бер осратып, hөйләшеп ултырған да, hыйлаған да юҡ. Әйҙә, hыйлайым әле үҙеңде.
– Уныhы миндә лә бар, – тине лә Әкрәм, Илдус менән Иреккә ҡулын hуҙҙы. – Бына, саф hауа hулармын тип сыҡҡайным. Бер сәкәй тирәhе hөйләштерә торғаны ла ҡултыҡ аҫтын ҡытыҡлай.
– Урын ноу проблем, киттек!
Күп тә барманылар, Мотаhарҙың өйөнә боролдолар. Ул яңғыҙы йәшәй. Ҡырҡҡа етеп барhа ла өйләнмәгән. Маладис, әсәhенең итәгенә йәбешеп ятмай, ҡалай матур итеп өй hалып сыҡты, тип уйланы Әкрәм.
Егеттәр, өйөнә ҡайттылармы ни, ишекте шар асып инеп тә киттеләр. Тәмәке төтөнөнә ыҫланған сепрәк-сапраҡ, дымлы, тағы әллә ниндәй еҫтәргә ҡушылған hауа Әкрәмде уҡшытты. Тик былары тыштан ингәндәге тәүге кисерештәр генә икән, тора-бара бар нәмә үҙеңдеке – өйөңдәге hымаҡ тойолдо. Ир шулай уйланы ла эстән ете тапҡыр "тәүбә"hен әйтеп ҡуйҙы. Аллам hаҡлаhын, тине ул үҙ-үҙенә, лутсы өйөң, уны йылытып, йыйыштырып тороусы ҡатының – ажғырып, өрөп торған булhа ла ҡатының – булhын, балаларың эргәңдә йөрөhөн. Хужаны уяттылар.
– Һин нимә, беҙ барып килгәнсе Бөрө баҙарына ла киткәнhең, тор, ятма килештереп, – тип hелкетте уны Илдус.
Мотаhар тәүҙә бер, аҙаҡ икенсе күҙен аҡайтты. Ҡараштарын бер нөктәгә туҡтата алмайынса оҙаҡ аҙапланды. Ахыр сиктә, аҡ шарҙарға йәбештерелгән hоро төймә эсендә ҡара нөктә хасил булды ла Әкрәм тирәhен бырауланы. Сырамытты, ахыры, ауыҙы ситенән hеләгәйе ағып төштө, танауын hыҙғыртып тартты, телен килбәтhеҙ сығарҙы, шешенгән ирендәрен шапылдатты:
– Ә-ә... Ә-әкрәм! Һин бит бы-ыл, – тип, hикереп торҙо. Күрешергә бармаҡтарын тармаҡландырыуға, башына балға менән hуҡтылармы ни, кире урынына ауҙы. – М-мин хә-хәҙе-ер...
– Ярай, йоҡлаhын, – тине Ирек. – Үҙебеҙгә күберәк тейер.
Тәүҙә Әкрәмгә ҡойҙолар. Ул бер ҡулына стаканын, икенсеhенә hуған бүлкәhен тотоп, ҡалалағы хеҙмәттәшенең тосын әйтергә әҙерләнде. Тәрән итеп тын алды.
– Тосhыҙ эсhәң эскесе булаhың, тигәндәй, туғандар, тос тост әйтеү лазым.
– Во! Күрҙеңме минең ағайҙы? Тыңлап, аҡыл төйнәп ултыр, – тип, Илдус Иректең ҡабырғаhына төрттө.
– Миңә лә ағай инде, – тигән булды уныhы.
– Һеҙгә, туғандар, шул тиклем яуызлыҡ, насарлыҡ теләйем... – Әкрәм тегеләргә ҡараны.
–?!
– Ни-ни?...
Ауыҙҙар асылды. Муйындар hуҙылды. Йөҙҙәрҙе hөрөм баҫа башланы.
– Мин hеҙгә шул тиклем аламалыҡ теләйем, ошо стаканда ҡалған шарап хәтле! – тине лә Әкрәм, түңкәреп ҡуйҙы. Һауыттың төбөн әйләндерҙе, тамсы ла төшмәне. – Бына шулай...
– Во-от, аға-йым, әйттең hи-ин!
– Би-ик шәп!
Илдус сәсәне. Ауыҙын асты ла йәшләнгән күҙҙәрен алартып, тын ала алмай ултырҙы. Ирек уның арҡаhына, елкәhенә hуҡты.
– Вәт, әй, ағай, мин hине беҙҙең hымағыраҡ йыуаш бер кеше тип йөрөhәм-м... – тип аптыраны Илдус.
Әкрәмдең hүҙҙәренә хайран ҡалған баштар hелкенде, телдәр шартланы. Ауылдан тик армияға ғына барып ҡайтыр өсөн сыҡҡан, ферма, трактор паркы менән өйҙәре араhынан башҡа юл үтмәгән был икәүҙең ҡыланышынан мәрәкә тапты Әкрәм. Тегеләр ҙә тост әйтергә тейеш ине. Ләкин улар "ағай тиклем әйтеп булмаҫ инде", "мин дә ҡушылам" менән сикләнде.
Ир-егет иҫерә башлауының өс баҫҡысы була, ти. Тәүгеhе – эш тураhында hөйләшеү. Был өсәүҙең hәр ҡайhыhы уныhынан ары атлағайны. Икенсеhе ҡатын-ҡыҙ. Нәҡ ана шул тирәгә тулышҡайны теләктәре. Ике алашаның (Әкрәм өйләнмәгәндәрҙе шулай атай) ауыҙынан ҡыҙҙар тураhында hөйләүен ишеткеhе бик килә уның. Тик hораша башлаhаң ҡыҙарып ултырыуҙарынан, балыҡ шикелле "күбек" күпертеүҙәренән ары китмәҫтәрен яҡшы белә. Шуға ла hүҙҙе әлеге хеҙмәттәше hөйләгән ваҡиғанан башларға булды. Билдәле, үҙе менән булған хәл итеп.
– Һүҙ ошоға киткәс, hеҙгә бер нәҫтә hөйләйем, түлкә еңгәгеҙ ишетеп ҡуймаhын, – тигән булды ул. Ҡолаҡтары үрә торҙо, күҙҙәре осҡонланды ҡаршыhында ултырыусыларҙың. Тимәк, хәбәргә күсhәң дә була. – Аңлашылдымы?
– Һәй, ағай, бына hөйләп йөрөhәм, – тип, Илдус яртылаш hынған алғы тешен күрhәтте. Ултырғысы менән яҡыныраҡ шылып ултырҙы. – Һөйлә, беҙ ундай егеттәр түгел.
– Мин бит, егеттәр, ауылда ғына мәжнүн булып йөрөйөм, канспирация өсөн... – Әкрәм донъяhын онотто. Хыялында тыуған күренештәрҙе тағы ла биҙәберәк, матурлап теҙә башланы: – Шулай Өфөләге ағайҙарға өйҙән ебәргән күстәнәстәрҙе кертеп, еңгәйҙән уларға ҡунғанлыҡҡа расписка алғас (уныhын бирә инде ул, тик ҡунма ғына), киттем дуҫтарға. Ул ни дачаhына йыйына. Какрас килдең, братан, киттек минең менән, берәр мужикты напарник итеп алырға тора инем, ти был. Баҡhаң, дачаhында hөйәркәhе менән уның әхирәте көтә икән. Баҡсалары эргәләш, имеш. Кәләшенә ни, йәшелсәләргә hыу hибергә кәрәк, тинек тә – hыпырттыҡ. "Москвич", үҙегеҙ беләhегеҙ, елле машина. Апарып та еткерҙе. Аҙағы ни аңлашыла торғандыр...
– Шунан, шунан? – Илдус уртына йыйылған төкөрөгөн йотто. – Беҙгә аҙағы ҡыҙығыраҡ шул.
– Аҙағы ни, – тигән булды Әкрәм. Өйрәнелгән баш, йәнәhе. – Индек. Таныштыҡ. Ну, әйтәйем, миңә тигәне бик үк шәптән түгел шул. Сибәрлек яғынан, тим. Ә ботта-ар, би-ил – ҡашыҡҡа hал да йот. Сибәрлеге генә ни пасум бит уның, туғандар. Йоҡлағандан hуң бөтәhе лә йәмhеҙләнә. Шуға ла, мәйтәм, шашлыҡ бешкәнсе йөрөп киләбеҙме, тим тегеңә. Исеме Зина уның, беҙҙең hыйырҙыҡынса. Шуға ла иҫтә ныҡ ҡалған. Риза булдымы тип ни, шуның өсөн килгән бит инде, шундуҡ ҡуҙғалды был. Гонаhына керә алмайым, инәлтеп-нитеп тормаhа ла, сразы муйынға аҫылынманы.
Әкрәм тамам онотолдо. Хыялында ғына йөрөткән күренеш күҙ алдынан ағылды.
Әкрәм менән Зина баҡсаларҙан алыҫ та китмәне – ай яҡтыhында ялтырап ятҡан ҡоймаҡ ҙурлыҡ күл күренде. Матур, ҡәhәрең. Әкиәттәрҙә генә була торған сихри матурлыҡ! Күлдән сағылған нур Зинаның йөҙөнән hыр-маҙарҙы юя, ай нуры суҡыш танауын матурлай, ирендәрен нәпсене ҡуҙғытырлыҡ итә. Ҡатын hуҡмаҡтан алға төштө. Юл күрhәтәм тип, юрамал шулай ҡылана төҫлө: күлдең яҡтылығы халат эсендәге кәүҙәhен бар нәфислегендә hынландыра, боролоп артҡа әйләнде ниhә туптай түштәре пәйҙә була, артабан атлаhа – төптән йыуан боттар уйнаҡлай... Аҡылыңдан яҙырлыҡ, донъяның hис бер рәссамы төшөрә алмаҫлыҡ матурлыҡ! Әкрәм аҙымын уның hайын йышайта. Бына ул фанилыҡтың фәрештәhен ҡыуып етә. Өс аҙым. Ике. Бер... Бар тәнен, алҡымына ойошҡан йәнен hура ҡатын. Ир барса батырлығын йыйып, уға ынтылды. Ҡосто-о... Ни ғәләмәт, ҡулында ҡатындың халаты ғына тороп ҡалды. Юҡ, фәрештә түгел уның ҡаршыhында, ә – hыу батшаhы ҡыҙы! Эйе, алтын сәсле Һыуhылыу. Ҡатын яй ғына атлап бара, әкиәттәге тәлмәрйен hылыуҙың ҡабыҡтары әрселгәндәй, ҡалған кейемдәре лә шылып төшә.
Ир өнhөҙ булды. Ауыҙын асты ла, ябырға ла онотоп, ҡатып ҡалды. Күпме йәшәп ошондай ҙа матурлыҡты – иҫең китмәле матур тәнде, билгә төшкән сәстәрҙең талғын елдә иркәләнеп таралыуын, көмөштәй сағылғанын – ғүмерендә лә күргәне юҡ ине. Һыу сәсрәткәндә гүйә көмөш тәнкәләрҙе услап hибә ул. Хатта сәрелдек тауышы ла танhыҡ, затлы ҡыңғырау сыңы тиерhең.
– Йә, төш, нишләп ҡатып ҡалдың яр башында, – тине лә Һыуhылыу, күлдән сыға башланы.
Телдән яҙған, йәне урынынан ҡупҡан Әкрәмдең тәне зымбырланы. Ҡатындың hалҡын, еүеш, шул уҡ мәлдә йом-м-шаҡ ҡына бармаҡтары күлдәк иҙеүен ысҡындырҙы...
– Үәт, туғандар, шулай ҙа була-а... – Әкрәм ярhыулығын тамаҡ төбөнә тығылған төйөргә ҡушып йотто. Шешә төбөндә ҡалған шыйыҡсаны стаканға ҡапланы. – Ну, егеттәр, ошондай төндәр, беҙҙе иркәләр тәндәр күберәк булhын өсөн! О-ох-ох... Әсе, ҡәhәрең, өтөп бара.
Илдус менән Ирек өнhөҙ булды: урындарында сыҙаша алмай ултырғысты шығырлаттылар, береhе буш стаканды тиктомалдан шылдырҙы, икенсеhе тамаҡ ҡырҙы. Боҙ урынынан ҡуҙғалды, тип уйланы Әкрәм, моғайын хәҙер үҙҙәре hүҙгә күсер, алдашырҙар, шыттырырҙар. Ир хәбәренән бик ҡәнәғәт ине. Тегеләрҙе ауыҙына ҡарата алыуы бер булhа, үҙенең дә хис-тойғолары урғылды, өйөнә – ҡатыны эргәhенә ашыҡтырҙы.
– Ярай, туғандар, миңә ҡайтырға ваҡыт. Һеҙҙең өлөшкә керҙем инде, кәрәкhә, минең алаhы ер бар ул. Берегеҙ эйәрә лә сәмәйен алып сығып бирәм, – тип, Әкрәм урынынан ҡуҙғалды. – Миңә етте, егеттәр. Теге хәлде иҫкә төшөргәндән hуң, ҡайнарлығы hыуынмаҫ борон ҡайтырға кәрәк...
– Һин ҡайтаhың да ул, ағай, ә бына беҙгә нишләргә? – тип, тубығына hуҡты Илдус. – Беҙҙең йөрәккә тоҙ hалдың. Ошонда әрней, ошо-онда!
– Әрнеhә, сараhы бар уның, егеттәр, өйләнегеҙ.
– Һы, әйтеүе генә анhат, үҙең йәш – hантый саҡта өйләнеп ҡалғанhың да, хәҙер аҡыл өйрәтәhең. Уйлап ҡара, ҡыҙҙар өсөн беҙ ҡарт, ә олораҡтары – кейәүҙә.
– Исмаhам, берәрhе үлмәй ҙә бит, ҡатыны ҡалыр ине, – тип hалды бер ҡатлы Ирек. – Быныhы кәнишнә, шутҡа. Ундай бер төнлөк күбәләктәр бар ҙа ул, тик донъя көтөргә бисә кәрәк, ағай, донъя көтөргә! Малайҙар, ҡыҙҙар үҫтерергә...
– Йә, ярай, ағай, бар ҡайт. Кәрәкhә, яртыhын үҙебеҙ табырбыҙ. Аҡса булмаhа ла аптырамайбыҙ, иртән барып эшләү хаҡына бирәләр ул. – Илдустың кәйефе тамам төштө. – Ирек дуҫ, hин әйткәндәр менән хушhынырға ғына ҡала беҙгә, бүтән сара юҡ.
Урамға сыҡҡас, донъялар иркенәйеп китте. Һулап туймаҫлыҡ саф hауа, йондоҙҙар, киңлек. Өйгә ашыҡтырған хистәр, ауасаҡ түшәк йылыhы, ҡайнар ҡуйын тәнгә еңеллек бирә, буталған башта айыҡ уйҙар йүгерешә.
Т-дыңҡ, т-дыңҡ... Әкрәм тәҙрәгә сиртте. Т-дыңҡ, т-дыңҡ... Йоҡлағандар. Ишетеүсе юҡ. Ҡалай иртә ятҡандар, өйҙән сығып китеүгә ике сәғәт үттеме-юҡмы, йоҡоға ла киткәндәр. Тәҙрәгә сиртеп эш сыҡмауын hиҙгәс, ир солан ишеген ҡаҡты. Туҡ, туҡ, туҡ... Ҡыбырламайҙар ҙа. Доп, доп, доп... Аяҡтарҙы эшкә екте.
– Нимә, кертмәнеләрме, ужым быҙауының кәрәге юҡ, тинеләрме, хәстрүш! – Өй ишеге асылып та етмәне, Гөлмәрйәмдең сырылдауы ишетелде. – Шулай шул, уларға пеләмәннәй кәрәк, hинең hымаҡтар быуа быуырлыҡ. Ир итеп тотоусы мин генә бит hине, бы-ҙау!
Танау төбөндә солан ишеге асылды ла, унан оҙон ҡул hонолоп, Әкрәмде эскә hөйрәп алды, hуңынан ошо уҡ ҡул кире тышҡа этәрҙе.
– Алкаш, заразы, бар йөрөгән ереңдә ҡун!
Ишек ябылды. Келә тыртланы. Ауыр кәүҙә, солан иҙәнен шығырлата баҫып, эскә үтте.
– М-мин... Мин белермен әле! Эскән ирҙәрҙе күргәнең юҡ hине-ең, – тип мығырланы Әкрәм, ғәрлек тойғоларын еңергә тырышып. – Хә-хәҙер бер ярты алып ҡайтам да ишекте емереп керәм өйгә. Харап, күтәнемде сығарғансы күтәренеп өй hал да бисә хужа булhын, имеш.
Әкрәм шәп атланы. Бөгөн генә эшен тамамлаған – яңы өйҙәренә иҙән-түбә йәйеп биргән йортҡа табан атланы. "Расчут яhамағандар әле, иртәгә аҡсаhын алырмын, бөгөнгә берәр яртыhын бирhәләр, шул еткән. Аҡсаhы менән ҡалаға барып ҡайтырға булыр. Әҙәмсә кейенергә, төшкән тештәр урынына фикса ҡуйҙыртырға кәрәк", – тип hөйләнде ул.
Әкрәм уны күҙ алдына ла килтерә. Әлеге серек-сарыҡ тештәрҙән арынған да көмөштәй ап-аҡ, юҡ, алтын йүгертелгән hап-hары тештәрен йылтыратып өйөнә ҡайтҡан. Өҫтөндә – ҡара костюм, зәңгәр күлдәк, яғаhы аҫтынан галстугы аллана... Тә-әк, ә аяҡта – өр-яңы бәтинкә! Башында инде шәшке бүрек. Ҡуй, ул тиклеменә аҡсаhы етерме икән? Моғайын етер, етмәhә hуң, Әкрәм ҡасҡан кеше түгел, башҡа эштәреңде эшләрмен, тип hорап торор. Кем сығарыр яңы өйҙөң мейесен, торбаhын кем үткәрер? Ана шул-шул, күкрәк киреп, аяғында ныҡ баҫып hөйләшә ала ул. Әле лә бит тәҙрә яңаҡтарын hуҡты, рамдарын яhаны, нисәмә көн иҙән-түбә менән булашты.
Йоҡламағандар. Бәләкәй яҡтарында ҡырҡлы лампочка яна. Fөмүмән, уның өйөндә ошондай лампалар. Беҙгә шул етә, тиҙәр бит, етәлер инде еткәс, иллә мәгәр Әкрәм уның яҡтыhында бер ни күрмәй. Моғайын да hиндә тауыҡ күҙе түгелдер әле, тип шаярта Шәрип. Кем белә инде, улай күҙҙәренә зарланғаны юҡ та.
Туҡ, туҡ, туҡ...
– Кем бар унда? Кем, Әкрәм... Мин хәҙер, өҫкә генә кейәм дә, – тип Шәрип ишеген кире япты.
Бына бит, кеше булғас, шулай булhын. Айнур hымаҡ түгел инде, тип уйланы Әкрәм.
Тыңҡ-тыңҡ-тыңҡ... Шешә башына ҡапланған стакан тауышы ишетелде. Ул тауыш-моңдо hаңғырау ҙа айырыр, күңелде ҡытыҡлап, йөрәк тибешен йышайтып ебәрә бит.
– Әйҙә, ин, ошонда – соланда ғына ултырайыҡ. Өйҙән сыҡҡан ризыҡ туң булмай, өшөмәбеҙ әле, – тип, Шәрип Әкрәмде эскә саҡырҙы. – Тегендә ни, балдыҙ килгәйне, ҡатындар үҙ-ара сөкөрҙәшhен.
Биргәндең битенә төкөрмәйҙәр, Әкрәм берҙе түңкәрҙе лә йомошон әйтергә ашыҡты.
– Һин, Шәрип, теге ней яҡлап ҡоҙа ла тейешле кеше булып сығаhың...
– Ҡоҙа инде, эйе, ҡо-ҙа! – Шәрип Әкрәмде ҡулбашынан ҡосоп тартты. – Ҡана, тағы берҙе.
– Йо-оҡ, ҡоҙа, етте миңә.
– Бәй, шуның өсөн генә бында тиклем килдеңме?
– Тултырып бирә алhаң, алып ҡына китергә ине. Тегендә егеттәр көтөп тора, – тигән булды килеүсе.
– Как-же, как-же, мин айн момент, hин тигәндә, ҡоҙа, мин иҙәндә, тигән шикелле.
Шәрип ишекте асып, мөйөштән тулы шешәне үрелеп кенә алды.
– Бына, ҡоҙа, hин hораған нәҫтә.
– Ы-ы, ярай, Шәрип ҡоҙа, ней, hин иртәгә миңә расчут бирерhең инде, теге ней, төндә аҡса-маҙар алыу килешмәй. Ә быныhы – шул иҫәптән.
Шәриптең йөҙө үҙгәрҙе, төҫө ҡасты. Төн ҡараңғылығы барса ҡиәфәтенә ятты. Һүҙҙең ни турала барыуын аңламаған булып ҡыланды.
– Э-э... Ниндәй расчет hуң ул, ҡоҙа? – тип hораны ла, тағы стаканға көмөшкә ҡойҙо. – Тот әле берҙе, ошонда тиклем килеп...
– Ниндәй тип ни инде, тәҙрә яңаҡтарынан да тороп ҡалғайны, иҙән-түбәгә лә бирелмәгән, тигәндәй.
– Һы! – Шәрип hикереп торҙо. – Ашаған белмәй шул, тураған белә. Уйлап ҡара, нисәмә ярты эстең. "Буш тауығы"ның бото ни хаҡ тора ла йәшелсәhе? Йо-оҡ, улай булмай ул, ҡоҙа кеше ярҙам йөҙөнән эшләhә лә мишәт итмәҫ ине лә бит. Ҡуй, етмәhә, төнөн өйгә боем кереп, аҡса таптырасы... Ҡарсыҡ, ҡарсыҡ тим, сыҡ әле бында. Шунда илле hумлыҡты ла ал, йөҙөнә бәрәйем ошо оятhыҙҙың!
"Төн уртаhында боем килгән", "оятhыҙ", "харап, расчет кәрәк булған уға"... Алыҫҡа-алыҫҡа тиклем оҙатып барҙы был hүҙҙәр оҫтаны. Усын яндырҙы иллелеге, күкрәген өттө яртыhы... Барыhын да күтәреп быраҡтырғыhы килгәйне лә, аҡсаhын балаларға тотормон, тип уйланы. Яртыhы ла кәрәк булыр ғәрлеген баҫырға. Уның был сағында башын бәреп илағыhы килде. Йәштәре үҙҙәренән үҙҙәре бите буйлап тәгәрәне. Инде нисәнсе тапҡыр ул шулай кешегә ышана, нисәнсе тапҡыр алдана. Бәлки, Гөлмәрйәме дөрөҫ тә әйтәлер, ысынлап ужым быҙауылыр ул. Шулай булмаhа, әле килеп эт урынына ҡыуып сығарырҙар инеме?
Әкрәм тамам айныны. Күҙ йәштәренә ҡушылып иҫереү, тилереү ғәләмәттәре лә сыға барҙы. Ул илай, күңеле hыҡтап илай ине. Ирҙәр илағанынан да ҡыҙғанысыраҡ, унан да яман нәмә юҡ донъяла. Ауыртыуҙан тештәрен ҡыҫалар, ләкин йөҙҙәрен hытмайҙар, ауырлыҡтарҙан баштарын ташҡа бәрәләр – ыңғырашмайҙар. Ә бына нахаҡҡа күңелдәрен киттеләрме – йөрәктәренә ҡан hауа. Ошо ғазапты кисерә ине Әкрәм.
– Мин – иҫәүән – башҡаларҙы ла үҙем кеүек күрәм, – тип, берсә тиргәне, берсә үҙен-үҙе тынысландырырға тырышты ул. – Нисауа, донъя шуның менән генә бәтмәй, булғандың игелеген күрәhеләре лә бар.
Лыст! Битенә төкөрҙөләрме ни, Әкрәм hиҫкәнеп китте. Әлеге тауыш тағы ҡабатланды: лыст! Fәрлегенә быуылып барыусы шул яҡҡа әйләнде – Сәлиха! Кер йыуғандыр, ахыры, ике күнәк hыуын баҡсалағы алмағасы төбөнә сығарып түкте. Сысҡан-маҙар олонон кимермәhен өсөн шулай итә, тип уйланы ир. Үҙе лә, ағас төптәренә ҡар өйөп тапай ҙа, йыуынты hыуын hибеп туңдыра бит.
– Сәлиха! – Теленән тарттылармы ла, шайтан этәрҙеме – Әкрәм шулай тине лә ҡапҡа урынына арҡыры ҡуйылған кәртә аша атланы. – Сәлиха!
Ҡатын тертләне. Шулай ҙа үҙендә ҡыҙмаса булып алған ирҙе шаяртырлыҡ көс тапты.
– Ә-әү, был төн убыры нишләп йөрөй? – тигән булды. – Ҡапҡа аша үтергә ҡурҡмайhыңмы, иртәгә бит hине миңә йәбештереп hөйләйәсәктәр. Минең баш өйрәнелгән, hиңә Гөлмәрйәм йәнкиҫәккәйең менән йәшәргә кәрәк.
Һаман да шул Сәлиха: йор hүҙле, бер ниҙән дә ҡурҡмаған сая ҡыҙ сағындағыса.
– Ней, Сәлиха, үтеп бара инем дә, бына hине күреп ҡалдым. Төн уртаhында ла йыуынаhың әле, – тигән булды Әкрәм.
– Ә мин төнөн йыуынырға яратам. Мендәр ҡосаҡлап, күңелемде уға бушатып ятҡансы, тим дә, төндәрен эшләйем. Ә көндөҙөн ваҡыт үтә ул. Малын да ҡарарға кәрәк, балаларҙы ла.
– Былай тороуы килешмәҫ, ун биш минутҡа ғына кереп, ошоно аҙыраҡ hуғып сығып булмаҫ микән тим, – тине ир, ҡуйынындағы аҡбашҡа ымлап.
– Ҡурҡмаhаң, рәхим ит, – тине лә Сәлиха, алдан үтте. – Тик иҙән кибеп бөтмәгән, ҡырлабыраҡ баҫ. Нәскиең еүешләнер ҙә Гөлмәрйәмгә эш булыр...
Яҡты! Әкрәмдең күҙе өйрәнмәй торҙо.
– Ы-ы... Суҡынған, өй эсең шул тиклем дә яҡты булыр икән, – тип, hоҡланыуын йәшермәне ул. – Хәйер, ҡәберҙә лә ҡараңғыға өлгөрөрбөҙ әле. Бәй, мин ни, ҡысҡырып hөйләшәм тағы, теге яҡта балалар йоҡлайҙыр?
– Бөгөн икеhе лә өләсәләрендә ҡунаҡта. Атайым шыршы ҡуйған, шуны ҡарарға киттеләр. – Сәлиха Әкрәмдә эше юҡ hымаҡ ҡыланhа ла, тауышы ҡалтыранды, теҙҙәре тотманы, сайҡалып-сайҡалып китте. – Һин, дауай, hалып эс тә hыпырт бынан, Гөлмәрйәмең артыңдан сыҡҡылағансы.
– Килмәй ул, ҡыуып сығарҙы мине...
– Ни-ни... Нимә-ә? – Аптыраған Сәлиха үҙен тиҙ ҡулға алды. – Моғайын тиктомалға түгелдер. Эсә башланың бит hин, Әкрәм, шуны үҙең аңлайhыңмы?
– Ба-а... Һин дә нотоҡ уҡыйhың. Хәйер, бар ҡатын-ҡыҙ ҙа бер заттан яралған инде. Эсмәй ҡайҙа бараhың, тегеңә эшләргә кәрәк – шешәhеҙ булмай, быныhы килә – ҡуйынында ярты, тирмәнгә үҙең ҡыҫтырып бармаhаң – әйләнеп тә ҡарамайҙар. Донъя ҡуласаhы шунhыҙ әйләнмәй би-ит. Хәмер – ошо ҡуласаны әйләндереүсе күсәрҙең майы!
Сәлиха тотлоҡто. Өҫтәлгә дыңҡ иттереп ике рюмка ултыртты.
– Һал, h-hал миңә лә, Әкрәм. – Ул шул тиклем өҙөп әйтте, күҙҙәренән йәш эркелде. – Һ-hин ниңә килдең, Әкрәм? Мине, мине ярhытыр өсөнмө?
Сәлиха рюмканы түңкәрҙе. Тонсоҡто.
– Бар, Әкрәм, үтенеп hорайым, кит бынан. Ғаиләңә ҡайт. Зинhар өсөн үртәмә йәнемде... – тип ялбарҙы ул. – Үртәмә берүк.
– Юҡ. Ҡайтмайым мин! – Әкрәм ҡырт киҫте. Армияға тиклемге хистәре бар тәнен ялманы уның. Һикереп торҙо ла ҡатынды күкрәгенә ҡыҫты. – Иш-шетәhеңме, ҡа-айтмайым...
– Ҡайт, иҫәрем, ысынлап та ялҡытты был тормош. Ах, тол булыуҙан да ауыр нәмә юҡ икән. Ирҙәр менән һөйләшер әмәл юҡ — Сәлиха фәхишә, йомош ҡушыр инең – самогонсы, фәлән дә фәсмәтән. Арыным. Тамам арыным. Шуға ла Илдусҡа сығырға булдым. Йән тартмаһа ла, тән тартыр әле бер заман. – Сәлиха Әкрәмдең башын hыйпаны...
...Әкрәм өйөнә табан атланы. Күҙ алдынан әле яңыраҡ ҡына булған күренеш үсекләп барҙы, ҡолаҡтары hаман Сәлиханың хушлашҡандағы hүҙҙәрен ишетә төҫлө: "Эсмә. Барыhы ла яҡшы булыр, hинән аҡыллы ир, бай кеше булмаҫ..." Көн дә тылҡыйҙар уға ошондайыраҡ hүҙҙәрҙе, аҙым hайын ҡолағына киртә ҡатыны, яйы сыҡҡан hайын "hин эсмәhәң шулай булмаҫ ине" тип, өй-ҡаралтылағы етешhеҙлектәрҙе күҙенә төртә. Әсәhе лә: "Бынамын тигән ҡатының бар, шыҡылдап торған өс улың үҫә, донъяң бөтөн. Аптырайым, ни етмәйҙер?" – тип, ҡалалағы ҡыҙына сығып китте. Бәлки, шулайҙыр ҙа, үҙ бәхетен аяҡ аҫтына hалып тапағандыр.
– Тик мине аңлаған кеше бармы? Мин нимә ҡоло: холҡомдоҡомо, ябайлығымдыҡымы, әллә... араҡыныҡымы? Бөтәhе лә тылҡығанса, бәлки, ысынлап та алкаштыр ми-ин?
Әкрәм ишекте дөбөрләтте. Гөлмәрйәм оҙаҡ көттөрмәне – эске ишек дөп итеп асылыуға, тышҡыhының келәhе шыҡылданы.
– Нимә, ҡыуып сығарҙылармы?
Әкрәмдең йоҙроғо тәүге тапҡыр ҡатынына ҡарата төйнәлде лә, яҙа китеп, ишеккә hуғылды. Дөп!
– Был – минең дә өй! Ошо ҡулдарым hәр бер бүрәнәне бермекләп hалған йорт! – Ирҙең күҙҙәре зәhәр осҡонланды. Ҡатынының ҡарашын хәнйәрҙәр телеп үтте. – Бынан ары шуны бел: мин – ир!
– ?!
Гөлмәрйәм ни әйтергә белмәне. Уның алдында кем: иреме, әллә шайтан алыштырып ҡуйған ире ҡиәфәтендәге берәй бәндәме?
– Ы-ы-ы... – Ҡатын тотлоҡто. Быуындары йомшарҙы. Бисәлеге сығып, күҙҙәренә йәш эркелде. Тәүге тапҡыр ире алдында үҙен көсhөҙ итеп тойҙо. Сүгәләне лә ҡысҡырып илап ебәрҙе...
* *
Гөлмәрйәмде йоҡо алманы. Мендәр-серҙәшенә ҡапланды ла иланы, туҡтап тороп, тағы күҙ йәшен түкте. Шым ғына, тәнен биҙгәк тотҡандағылай ҡалтыранып, күңеле hыҡтаны.
Был донъяларға михнәт күрер өсөн генә килдем микән ни, тип бәғерен телгеләне ул. Белә ине бит Әкрәмдең үҙен яратмағанын, белә ине. Сәлихаhы кейәүгә сыҡҡанға үс итеп өйләнгәнен дә белә ине.
Бик яратты шул. Бәлки, артығыраҡтыр ҙа. Мөхәббәт осҡоно дөрләп янған күңелен тыя алманы. Бер урамда торғас, Әкрәм күрhен өсөн генә йәйен көйәнтәhен иңенә hалып, ҡышын иhә оло тимер санаhына икешәр феләк ултыртып был яҡҡа hыуға йөрөнө. Күлдәк, яңы пальто, фуфайка алhындармы, быйма баҫтырhындармы – тағы ошо осҡа тартылды.
Тегенеhе иғтибар итмәгәс, үҙҙәре яғынан үткән сағында ҙур итеп ҡар йомарлап тора ла, кәртә аша быға бәрә. Елкә тирәhенә ҡаты ҡар эләккән егет йә ҡолап китә, йә йоҙроғон hауала уйнатҡылап: "Айыу!" – тип асыуланып, ары йүгерә.
Ана ошо hүҙе йәнен ҡыя ҡыҙҙың. Бигерәк дәү кәүҙәле шул ул. Әллә нишләп аталары яғына тартҡан. Әсәhенә оҡшаhа, Сәлиханан hис кәм булмаҫ ине. Сәлиханы әллә ҡайҙан урап үтеп, Гөлмәрйәм эргәhенә килер ине Әкрәм.
Шулай ҙа Гөлмәрйәм үҙен төшөп ҡалғандарҙан hанамай. Сәлиханан бер башҡа оҙон булып, ҡулдары уның боттары ише, устары ҡуш булhа ла. Бер заман шулай Гөлмәрйәм өйҙә яңғыҙы ҡалды. Ишекте эстән элдереп, тәҙрә ҡорғандарын тартты ла, оло көҙгө алдында сисенеп ҡараны. Үҙенең hылыулығына hоҡланып туя алманы ул. Оҙон, ҡуйы сәстәре лә күкрәгенә тигеҙ ята алмай – ҡалҡыу түштәре толомон йыртып сығып, киноларҙа күрhәткән hылыуҙарҙы көнләштерерлек бар гүзәллегендә сағыла. Ап-аҡ тығыҙ тән, донъяның теләhә ниндәй ауырлығын иңендә күтәрерлек шыма, матур ҡулбаштар, көслө беләктәр. Кәүҙәhенә ҡарап биле лә бар..
Эх, тип ҡуя шул саҡ ҡыҙ, ниңә Әкрәм генә бәләкәй икән? Үҙе тиклем булhа, күбәләктәй генә Сәлиха күҙгә лә күренмәҫ ине. Ир-ат күҙен ҡыҙыштырып бер пырхылдап осор ҙа, ҡышын бар бөжәк бөрөшкәндәй, донъя мәшәҡәттәре араhында юғалыр ҙа hымаҡ. Һис юғы Гөлмәрйәм менән Әкрәм бейеклегенән күренмәҫ. Юҡ шул, күкрәк тәңгәленән, Әкрәм башы бейеклегенән бары ла күренә. Анау шкаф башы hымаҡ. Гөлмәрйәмгә уның туҙаны, бар етешhеҙлеге, хатта өҫтөнә ултыртылған кескәй ҡурсаҡтың түбәhе лә күренә. Ә бына Әкрәм тәңгәлендәй сүгеп ҡараhаң, ошо ҡурсаҡ hиңә йылмайып тора, сервант эсендәге сынаяҡ сәскәләре сәләмләй...
Шулай ҙа мөғжизә була икән. Әкрәм армияға киткәс, Сәлиха кейәүгә сыҡты – Гөлмәрйәмдең теләге ҡабул булды. Икенсе хәбәр тағы күңеленә ҡанат ҡуйҙы. Әкрәмдең әсәhе Миңлениса инәй: "Әлдә теге күбәләк башҡаға ҡунды, юғиhә, анау Гөлмәрйәмде оҡшата инем, бигерәк донъя көтә торған ҡыҙ инде шул бала", – тип әйткән, имеш. Эх, шул саҡтарҙа ҡыҙҙың ҡанатланып йөрөүҙәрен күрhәгеҙ!
Күп тә торманы, юҡ-бар йомошто бар итеп, үткәндә-hүткәндә Миңлениса инәй үҙе лә Гөлмәрйәмдәргә ингеләй башланы. Улын телгә алды, хат килеүен, тиҙҙән ҡайтыуын еткерҙе. "Утын-фәләненә лә, hалам-бесәненә лә ҡыйыныраҡ шул. Ҙурҙары ҡалала төпләнде – үҙ мәшәҡәттәре баштан ашҡан. Төпсөгөм ҡайтhа, Аллаhы бойорhа, бөтә мәшәҡәтем бөтә инде, – тип теҙеп алып китә. – Өй төҙөйөм, hиңә берәй яҡшы килен алып ҡайтып бирермен, тигән". "Булыр, булыр, Миңлениса әхирәт, улың бик теремек бит", – тигән була әсәhе. Ниңәлер был hөйләшеү ике оло кеше (оло тиhәң дә, ул саҡта иллегә лә етмәгән ҡатын булғандыр инде) араhында бармай, ә Гөлмәрйәмде Әкрәмгә димләп нотоҡ уҡыған төҫлө ҡыҙға. Уныhы ҡыҙара, сәй яhай ҙа, эш тапҡан булып тышҡа атыла. Һуңынан, сәпәкәйләй-сәпәкәйләй, урам буйлап әхирәтенә йүгерә.
Әсәhе hүҙен йыҡмағандырмы, Әкрәм армиянан ҡайтып өс-дүрт көн дә торманы, Гөлмәрйәмдәрҙең өйөнөң тупhаhын аша атланы ла ҡыҙҙы клубҡа барырға саҡырҙы. Кем белә, бәлки ҡыҙҙың яратыуын hиҙгән егет был аҙымға үҙе лә барғандыр. Ул яратҡас, мин дә яратып китермен, тигәндер.
Клубҡа сыҡҡан көндән күп тә үтмәне, Әкрәм Гөлмәрйәмдең ҡулын hораны. Ҡулын ғына түгел, бар тән-йәнен бирергә риза ине ҡыҙ. Шулай ҙа: "Әкрәм, hин бит мине яратмайhың, Сәлихаңды онота алмайhың. Уға үс итеп кенә өйләнмә берүк", – тине. Егет hүҙhеҙ генә башын hелкте. Уның өсөн түгел, йәнәhе. "Оҡшатам мин hине Гөлмәрйәм, ә яратыу тойғоhо... Ҡайhы саҡта оҡшатыу яратыуҙан да көслө була ул", – тип, йылмайҙы ул. Ах, ошо йылмайы-ыу... Бар күңелен иретте ҡыҙҙың. Был сағында ул кесерәйеп ҡалғандай булды, башы әйләнде, күҙҙәре йомолдо. Гүйә, бар тәне еңеләйеп, күҙгә күренмәҫ ҡанаттар үҫеп сыҡты ла күбәләк булып осто ул. Әле үҙҙәре йөрөгән туғай сәскәләрен төнгө йоҡоларынан уятып иркәләй, hәр ҡайhыhына ҡунып тылсымлы hүҙҙәр шыбырлай. Яратам! Ярата-ам! Я-а-ра-таам!!!
Сафлығы ла, боронғонан килгән йола буйынса ап-аҡ түшәктә түгел, ә йәм-йәшел үлән өҫтөндә ҡалды. Илерткес тойғолар, үлән-сәскә, тәү тапҡыр татыған ир-тир еҫе бергә ҡушылды ла... Донъяны зыр әйләндерҙе!
Бәй, нишләп hаман ҡайтмай әле Әкрәм? Уйҙарынан арынып, Гөлмәрйәм урынында борғаланды. Торҙо. Тағы ятты. Тороп, тәҙрәгә hалҡын төшөргән шыршы ботаҡтарын өрөп тиште лә, урам яғына күҙ hалды. Күренмәй.
Хоҙайым, тине ул, юҡҡа ғына тиргәп сығарҙым. Әйҙә, күңеле булғансы hәрмәнhен ине икән фуфайка эсендә. Һәрмәнер, hәрмәнер ҙә үҙенең яратҡан йырын мөңгөрләп, ауа-түнә инеп ятыр ине әле. Йоҡлап киткәнсе: "Йәйләүҙәргә көтөү ҡыуған Гөлмәрйәм", – тигән булыр. Былай тауыш-фәлән сығара торған кеше түгел дә бит, шул эсеүе маҙаhына тейә ҡатындың. Көндәр генә түгел, аҙналарға hуҙыла бит. Ике-өс көн хәл йыйып, тәүбәhен әйтеп ята ла... тағы ошо хәл ҡабатлана.
Туҡ-туҡ-туҡ...
Гөлмәрйәм урынынан hикереп торҙо. Әкрәме ҡайтты!
Иңенә шәл генә hалып соланға сыҡҡайны... Тауыш-тын ҡабат ишетелмәне.
Хоҙайым, тип уҡынып алды ҡатын, әллә hаташа башланым инде, ҡолаҡҡа әллә нәмәләр ишетелә. Шулай ҙа ире ҡайҙа икән? Берәй әшнәhендә тағы өҫтәп, ҡайтҡанда йығылып, туңып ҡына ята күрмәhен инде.
Гөлмәрйәм уны эҙләп сығырға уйлағайны ла, уйынан кире ҡайтты. Берәйhендә ултыралыр әле, тип уйланы ул. Унан тағы, Әкрәм үҙе артынан эҙләп сыҡҡанды яратмай.
Ҡатын балаларының өҫтөн рәтләп япты ла ҡабат юрған эсенә сумды. Йылылыҡ, бар тәнен ҡалтыратып, эсендәге hалҡынды – өшөгәнлекте ҡыуып сығарҙы. Һуңынан уй-йомғағын hүтергә кереште.
Ә бит өйләнешкәндә, хатта унан hуң өй төҙөгәндә лә Әкрәм эсеү түгел, араҡыны ауыҙына ла килтереп ҡарамай ине. Ҡунаҡ-маҙарҙа, өмөләрҙә берәй рюмка тотоуҙы иҫәпләмәгәндә, әлбиттә. Бына мәшәҡәттәрҙән ҡотолоп, ауырлыҡтар бөткәйне – ирен алыштырып ҡуйҙылармы ни. Әсәhе лә аптыраны. Тәүҙә улының атаhы нигеҙен hыуытмайынса өй hалып, малайҙары тыуыуына шатланып бөтә алмаған Миңлениса инәй ҡара ҡайғыға батты. Улын өгөтләп тә, тиргәп тә ҡараны – хәл үҙгәрмәне. Ахыр сиктә, Әкрәм тамам эскелек hаҙлығына батҡас, ҡалала йәшәгән ҡыҙына китеп барҙы. "Килен, – тине ул, күҙ йәштәренә быуылып – иң ауыры ғәзиз балаңдың ошо көнгә төшөүен күреү икән. Тик hиңә бик ҙур үтенесем бар: айырыла ғына күрмә, сабыйҙарың хаҡына. Быны мин hиңә Әкрәмде яратҡаның өсөн ышанып әйтәм..." Был саҡта ҡәйнәhе бик йәл ине Гөлмәрйәмгә. Ҡасан ғына күкрәген ғорур киреп, башын юғары тотоп йөрөгән ҡәйнәhе бөгөлөп, бөршәйеп ҡалған. Нур сәсеп торған йөҙө hурылған, беленер-беленмәҫ йыйырсыҡтары тәрән бураҙналарға әйләнгән; күп илауҙан күҙҙәре эскә батҡан, нуры ҡайтҡан. Зарланыуҙың ни икәнен белмәгән әсә гелән: "Урамға сығырлыҡ, кеше күҙенә күренерлегемде ҡалдырманы, – тип hуҡраныр булды. – Ана, тағы алып киләләр үҙен, моғайын, берәй ерҙә йығылып ятҡандыр... Әй, Хоҙайым, ниндәй гөнаhтарым өсөн бирҙең миңә был ғазапты-ы?!"
Ҡәйнәhе китте. Гөлмәрйәм оло ҡайғы, бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәр менән япа-яңғыҙы ғына тороп ҡалды. Тәүҙә ирен наҙлап эсеүен ташларға, hис булмаhа дауаланырға барырға өгөтләп ҡараны. Файҙаhы булманы. "Нимә, мин hиңә алкашмы ни? – тип кенә ебәрҙе лә үҙенең тирә-яҡта берҙән-бер оҫта икәнен иҫкә төшөрөп, маhайып йылмайҙы. – Беләhеңме, минең hымаҡ, hинең ирең кеүек оҫта районда, хатта республикала юҡ! Үәт, шулай булғас, мине hыйлайҙар. Ә мин ошо ҡулдарым тапҡан ризыҡтан баш тарта алмайым. Мин алкаш түгел, мин – оҫта!"
Әкрәм эсә торҙо, Гөлмәрйәм тәүҙә "уҫал", hуңынан "алама бисә" ҡушаматы алып, ирен ошо hаҙлыҡтан тартып сығарырға аҙапланды. Ире берәйhенә бура бураhа йәки башҡа эш эшләhә – барып хужаларынан аҡсаhын алды, эсереүселәр менән hүҙгә килеште. Был сараның да файҙаhы теймәгәс, Әкрәм ҡатынының үҙе артынан йөрөүенә асыулана башлағас, барыhына ла ҡул hелтәне ул. Ире менән ни булыры ҡыҙыҡhындырмай ҙа башланы hымаҡ, бар күңелен балаларына бирҙе лә, мал-тыуарына hалды, йорт-ҡура мәшәҡәттәренә сумды. Йөрәге таштай ҡатты уның. Шулай ҙа...
Күп уйланып йөрөп, башы тамам уй-хыялдарҙан ҡатҡанғамы, бер көндө утын ярҡалары ҡосоп өйөнә инhә – ҡото алынды. Өй эсе тып-тын. Күңелен әйтеп аңлаталмаҫлыҡ сәйер бушлыҡ солғап алды, шом баҫты. Утындарын мейес алдына ташланы ла атылып төпкө яҡҡа үтте. Йөрәге жыу итеп китте. Диван ҡырына ултырғыстар теҙелгән. Моғайын, балалары паравоз яhап уйнағандыр. Тик Гөлмәрйәмгә ул башҡаса тойолдо. Бына-бына ошо ултырғыстарға Әкрәмдең туң кәүҙәhен килтереп hалырҙар төҫлө ине. Ҡатындың тыны ҡыҫылды. Хәле бөтөп, тамам быуынhыҙ булды ла стенаға hөйәлгән килеш шылып төштө. Күҙҙәре – диван буйлап теҙелгән ултырғыстарҙа. Хәҙер тышҡы ишек асылыр ҙа, декабрҙең hалҡын елен түр яҡҡа йүгертеп, артынса иренең туңған кәүҙәhен күтәреп индерерҙәр төҫлө. Йөрәге дарҫлап типте ҡатындың. Дөп... Дөп... Дөп... Ошо саҡ ишек асылып китте. Шығырр... Ахх... Гөлмәрйәм тамам быуынhыҙ булды.
– Бәй, Гөлкәй, нишләүең ул?
Был Әкрәмдең тауышы ине. Аяғында саҡ баҫып торған ире уның эргәhенә килде лә иҫерек ҡатыш аптырашлы ҡарашын төбәне.
– Г-Гөлкәй, ни-ни эшләүе-ең бы-ыл? – Ҡото алынған Әкрәм Гөлмәрйәмде дер hелкетте. Ҡатыны бер ни өндәшмәгәс, өҫтәлдән сынаяҡ алып килеп, ҡуйынындағы шешәнән ғотғолдатып уға араҡы ҡойҙо, Гөлмәрйәмдең ауыҙын ҡайырып тигәндәй hалды уны.
– Мә эс, валериандың, корвололдың да яртыhы спирт инде. Тик мине генә ташлама, Гөлкәй берүк ауырыма...
Йотто Гөлмәрйәм араҡыны. Һаҫыҡ еҫе танауын ярҙы, уҡшытып, әселеге кире тамаҡ төбөнә килде. Шулай ҙа үткәрҙе. Аңына килгәндәй булды ла түгелеп илай-илай Әкрәмде ҡосто.
– Яратам бит мин hине Әкрәм, яратам, – тип ярhып иланы ул. – Ниндәй генә ҡаты булырға тырышhам да, ат урынына егелеп донъя йөгөн тартhам да ҡатын бит мин. Ҡа-а-тынн! Ташла шул эсеүеңде, Әкрәм, ташла. Әҙәмсә донъя көтәйек, балалар ҙа үҫеп бара. Ниңә улар "алкаш балаhы" исемен күтәреп йөрөргә тейеш hуң? Ташла бер-рүк...
Әкрәм башын эйеп, ҡайhы саҡта "ярар" тигәнде белдереп эйәк ҡағып тик ултырҙы. Ә иртәгәhенә... тағы лаяҡыл иҫерек ҡайтты.
Туҡ... Туҡ... Туҡ...
Гөлмәрйәм уйҙарынан арынды, hикереп торҙо. Әкрәм ҡайтты, тип уйланы ул. Ниңәлер эсендә тағы шул "уҫал"лығы ҡайнай, "алама бисә"леге үҙенекен итә башланы. Бығаса ҡайҙа йөрөгән ул? Мин бында төнө буйы йоҡо тапмай хәсрәт утында янам, ә ул эсеп, ҡайҙалыр олағып йөрөй. Арт hабағын уҡытам мин уның!
Әлегә тиклем булған хистәр, ирен йәлләүҙәр әллә ҡайҙа осто. Эстә шарламалай ҡайнаған бисәлек ғәләмәте әйтеп аңлаталмаҫлыҡ асыу булып урғылды ла, асыҡ ишектән иренең башы күренеү менән, тышҡа бәреп тә сыҡты.
– Нимә, керетмәнеләрме, ужым быҙауының кәрәге юҡ, тинеләрме, хәстрүш! – Эсендәге шайтан бар көсөнә сәрелдәтте Гөлмәрйәмде. – Шулай шул, уларға пеләмәннәй кәрәк, hинең hымаҡтар быуа быуырлыҡ. Ир итеп тотоусы мин генә бит hине, быҙау! – Ҡатын ирен эскә hөйрәп алды hәм... ниңәлер кире этте. – Алкаш, заразы, бар, йөрөгән ереңдә ҡун!
Гөлмәрйәм ишекте япты ла келәне кире тыртлатып төшөрҙө. Һуңынан солан иҙәнен шығырлата баҫып, эскә үтте. Шым ғына барып, туң тәҙрәнең өрөп боҙон тишкән еренән ирен күҙәтмәк булды. Аҡылға ултыртты, өй тирәләй аҙыраҡ йөрөп алhын әле, тип уйланы ул. Бер аҙ торғас индерер. Тышта hалҡын, эскәндәре аҙыраҡ сыға торhон, тип, ҡатын тышты күҙәтер өсөн икенсе тәҙрәнең дә боҙон иретте. Ләкин Әкрәм ҡапҡанан сыҡты ла, урам буйлап төшөп китте. Гөлмәрйәмдең алҡымына ҡаты төйөр үрмәләне. Илағыhы килде – илай алманы. Ыҡ-мыҡ килеп эстән генә шыңшыны ла, мендәренә ҡапланып, өйрәтергә йүгән кейҙерелгән йәш тайҙың ауыҙлығын hалдырғандай, хистәренә ирек ҡуйҙы – күңелен бушатҡансы иланы ла иланы...
* *
Миңлениса көндән-көн үҙенә урын тапманы. Ҡыҙының өс бүлмәле фатиры ла тар һымаҡ. Тыны ҡыҫыла. Ҡыйын уға, ҡыйын. Ҡыҙына:
— Зинһар, ҡайтайым. Һағындыра ауылды. Бында йәшәп өйрәнмәгәнмен бит, – тигән булһа ла, күңеле гел Әкрәмдә. Нисек йәшәй улар? Берәй ерҙә туңып ятыр әле. Ҡайтып, бәлки, тағы бер тапҡыр булһа ла эсмәүен һорап инәлер. Моғайын, гелән ситкә ҡуйып килмәҫ. Һәр хәлдә күҙ алдында булыр. Былай...
— Әсәй, ана, айырым бүлмәң бар. Тызанламай ғына шунда ят, — әсәһенең "мыжыуы" ялҡыта барған һайын, Тәскирә лә ҡатылана башланы. — Нимә, алкаш улыңа ашҡынаһыңмы? Һин ауылда булһаң да эсә инде ул, бында булһаң да. Тыныслан да, йәшә лә ят бында... Башҡаса ул турала һүҙ булмаһын...
Башҡаса өндәшмәне Миңлениса. Бүлмәһенә бикләнде лә бүтән оло яҡҡа сыҡмаҫ булды. Үҙ-үҙенә йомолдо...
Ауылындағы ғәзизе, килене, ейәндәре тураһында уйҙар менән генә йәшәй башланы: көйҙө, янды...
* * *
"Ниңә мин шулай йүнhеҙмен икән? Ни-иңә?! Ошолай ята торған кешеме hуң мин? А-ах, бар тәне тартыша-а..." Эсеңдәге hыу тамсыhы ҡан күҙәнәктәрен hуғара алмай әллә ҡайҙа була. Яна. Кибә. Мейе ҡуйыра. Ҡабаҡтарының ауырлығына сыҙаша алмаған күҙҙәр йомолоуы була – килбәтhеҙ әҙәмдәр ыржая, әллә ҡасан ер ҡуйынында ятҡандар ҡалҡып сыға ла: "Әйҙә бында, нишләп ятаhың улай?" – тип тартҡылай башлай. Тән тартыша. Упҡынға осҡандай hикереп китәhең. Ошо мәл тегеләр сыйнашып, ҡысҡырышып юҡ була. Күҙҙәр асыла. Тағы шул уҡ күренеш: түбә таҡталары, шаршау, әле кисте, әле таңды белдереп тәҙрә артында көн алышына. Буш өй эсендә үҙең генә, береhе бер инмәй, сыҡмай..."
Әкрәм кем инергә тейешлеген барлай. Анау hарыҡ Fәфүрҙер, моғайын. Юҡ. Ул үҙе генә баш төҙәтә торған бәндә. Нәҫелдәре шулай. Берәр ярты тапhалар ҙа ҡасып еппәрәләр. Өс көн айныҡ булhалар – кеше танымайҙар. Fәфүр инмәҫ. Ә Абдулла? Юҡ, унан да фәтүә сыға торған кеше түгел. Ауылда ышанысы бөткән. Быныhы тағы? Илдус та килмәҫ. Ирек тә, Мотаhар ҙа...
Ир үҙенә әшнә булырлыҡ hәр кемде барланы. Кемдеңдер башын төҙәттереүен иҫкә төшөрҙө, ҡайhыhын hыйлағанын. Инеүсе булмаҫ. Төшөнкөлөк. Упҡын.
– Уф, үлә-әм... Икенсе көн ятам, хәл белеүсе юҡ. Ҡатынҡайым, ҡатынҡайым... – Әкрәм ишек асып инеүсегә өндәште. – Һыу ғына алып кил әле пажалысты.
– Тороп эс. Араҡыhын табаhың бит. Мин уны йәлләп, hүҙҙәренә ышанып, баш төҙәттергән булам, ә ул сыға ла китә урам буйына, – тип, Гөлмәрйәм ҡырт киҫте. Һуңынан биҙрәләрен дөп-шап күсергеләп, тағы ишекте асты. – Ҡатын кәрәк булған уға. Ҡатынҡайым, имеш. Ә миңә малын да, балаларҙы ла ҡарарға кәрәк. Ул бер аҙ хәл алhа урам буйына ысҡына. Тамаҡ хаҡына ялланып йөрөйhөң, ыстырам...
Айныҡ сағында Әрәм үҙе лә урам буйлап барырға ояла. Барыhы ла уны күҙәтә төҫлө. "Ана, алкаш китеп бара, моғайын, эҙләнәлер", – тигән hымаҡтар. Һымаҡ түгел, ә шулай. Осрашҡанда ялағайланып хәл hорағандарын, ситкә ҡарап-ҡарап ҡына теләр-теләмәҫ дежур hүҙ hөйләгәндәрен, мыҫҡыллы күҙ ҡараштарын бар булмышы менән тоя ул.
– Әйҙә тәмәке тартып кит...
– Ҡайҙа киттең әле былай кейенеп?
– Күренгәнең дә юҡ...
Ошо hүҙҙәр Әкрәмгә:
– Айныҡҡас эшем эйәhе hымаҡ ашыҡҡан булаhың, тағы ысҡынырhың әле;
– Әҙәмсә кейенгән булғанhың, йүнhеҙ;
– Әле урам буйлап йөрөмәйhең дә ул, – hымаҡ яңғырай, йәнен быраулай.
"Айнып ҡына алайым, кемдең-кем икәнен белермен әле..." Диванға hуҙылған ир иҙән буйлап устарын йөрөттө. Юҡ, сүместә hыу ҡалмаған.
Аяғына баҫа алманы. Шыуышып тигәндәй мейес артына етте лә биҙрәләге hыуҙы әрhеҙләнеп эсте. Тағы. Тағы. Тик hыуhыны ҡанманы. Уның ҡарауы, эс тәңгәлендә ниҙер өҙөлдө – бар hыу ишараты тасҡа түгелде. Бөрсөк-бөрсөк тир тамсылары әйтерhең йәнен дә үҙҙәре менән алып сыға. Шыр hыу булды. Өшөп ҡалтыранды. Ә эс тәңгәле яна-а. Зәңгәрле-йәшелле үт ҡоҫа ине ул...
Ир тағы диванға hуҙылды. Әйткән тәүбәләр ҙә, инде нисәнсе ҡат, төптән – йәнен уйып сыға: "Ниңә үлтереп кенә ҡуймайhың, Аллаhы Тәғәләм... Терелhәм, араҡының тамсыhын да ҡапмаҫ инем..." Ул – яңғыҙ. Бар кисерештәре, йән, тән ғазаптары менән япа-янғыҙы.
Тағы үҙен-үҙе игәне. Бәғерен телгеләне. Ошо көнгә төшөүе өсөн бар донъяны ҡәhәрләне. Һуңынан бәғеренең яраhына тоҙ hипте: "Нишләп мин шул көнгә төштөм икән? Минме hуң – ауылдың оҫтаhы – ошолай ятырға тейешмен? Нишләп береhенә лә кәрәкмәйем hуң ми-ин хә-ә-әҙер? У-уф-ф..."
Ойоуҙан ҡурҡты ул. Шулай ғына ойор ҙа әле күҙ алдында hикерешкән килбәтhеҙ йәнлектәр, әҙәмгә оҡшаш өрәктәр үҙ ҡосағына алыр hымаҡ. Ләкин был юлы ул уянғас та әсе тауыштар тынманы. Әллә ниндәй бәндә йыуан, оҙон сәсле бәндә уны тартҡылай, битенә hуға.
– Әкрәм, нишләүең ул? Әкрәм, тим бит! Уф, Хоҙайым, ниңә генә башын төҙәттермәнем икән? Уф, ҡурҡытма берүк!
Ҡалай ҡурҡыныс үҙе. Күҙҙәре шарҙай, тешhеҙ ауыҙы ситенән ҡара ҡан ағып төшкән. Тамсылары ирҙең битен өтөп-өтөп ала. Юҡ, йөҙөнә ҡуҙ баҫалар. Түҙерлек түгел. Тик торорға хәле юҡ.
– Әкрәм, ҡурҡытма тим бит! Уян әле, быуылаhың, уян берүк. Бына алып киләм. Әйҙә, башыңды төҙәт тә балнисҡа алып барам.
Албаҫты оторо быуҙы. Тын алғыhыҙ hаҫыҡ тыны, ҡан еҫе уҡшытты. Бына-бына ул үткер, осло тештәрен ирҙең муйынына батырыр. Тор, Әкрәм, уян тиҙерәк! Юҡ. Төпhөҙ соҡор ирҙе hурғандан-hура, hаҙлыҡ эсенә тарта барҙы. Ә унда... Шайтандар ҡаҙан аҫҡан. Һаҙлыҡ тигәнең дә төпhөҙ ҡаҙан даhа! Ауыҙын ҡайыралар. Бер шайтан ҡайнаған дегет hалырға булаша. Йо-оҡ... Йо-оҡ... Ир ҡаса. Ләкин тегенең көслө ҡулы оторо шаҡара. Дегет ҡыҙыл үңәсте яндыра. Тонсоҡтора. Ә шайтандар, шатланышып, зыу килә – мәрәкә табалар. Хәҙер ҡаршылыҡ юҡ: дегет ауыҙ эсенә тула ла эсте яндыра башлай. Бәй, шайтан ҡиәфәтле әҙәмдәр яйлап тоноҡлана түгелме? Бөтөнләй юғалдылар. Томан да таралды. Әкрәм бер ни аңламаны: уның ҡаршыhында ҡатынының hыны пәйҙә була барҙы!
– Әкрәм, ҡурҡытма hин улай мине, ҡурҡытма, йәме, – Гөлмәрйәмдең көслө ҡулдары ирҙең башын күкрәгенә ҡыҫты. – Мә, аҙ ғына араҡыhын тот та, берүк башҡа өҫтәмә. Зинhар, тим, йәме. Яратам бит мин hине. Беҙ ҙә бәхетле йәшәй алыр инек. Әллә бөгөндән балнисҡа барып укол ҡаҙатабыҙмы, Әкрәм? Былай ғына айный алмайhың бит. Бер ояты ла юҡ уның. Байтаҡ кеше ул сирҙән шулай ҡотола. Сир бит ул...
Fүме-ер тигәнең. Әҙәм балаhы шулай анhат ҡына китә лә бара икән. Бер ҡараhаң, йәшәгән кеүек тә түгелhең. Ошоноң да, бик аҙ ғына бирелгән бүләктең дә ҡәҙерен белмәйбеҙ. Әле яңы ғына йән тәндән айырылыр сиккә етеп тулай ине, хәҙер килеп тағы ул бар күҙәнәккә таралды. Р-рәхәт! Йәшәгеләре килә. Кешеләр ҙә, тәбиғәт тә ниндәй гүзәл. Кешеләр тигәндән, Fәфүр нишләй икән әле был минутта? Моғайын, берәр шешә тапҡандыр ҙа үҙе генә hемерәлер. Ә башҡа дуҫтар? Ҡуй, бөгөн йөрөмәйем урам буйлап, үлhәм ошонда үләм, сыҡмайым. Күпме эселде әле был ысҡынғанда? Ун көн. Юҡ, егермелер. Бәлки, артығыраҡтыр ҙа. Дөрөҫөрәге, hәр көн hайын тиерлек. Нимәнән башланды әле эсеүе? Ҡуй, юҡ менән баш ҡатырмайыҡ. Эскән кешегә сәбәбе табыла инде ул. Бигерәк тә Әкрәмдәр нәҫеленә: ҡулдарынан бар эш тә килә, ябайҙар. Моғайын, ошо ябайлыҡтыр төп сәбәбе. Ауыл ерендә нисек ябай булмайhың. Бар кеше таныш, дуҫ, нәҫел...
– Йә, тороп аҙыраҡ hурпа эсеп ҡара, ҡорhағың инде нисәнсе көн ризыҡ күрмәй, яндыраhың бит шуны. Һинең hаулығың әшнәләреңә лә, эшкә яллағандарға ла кәрәкмәҫ, – Гөлмәрйәм өҫтәлгә аш ултырты. Шешә төбөндә ҡалғанын стаканға hалды. – Кил, ошоно тотоп ҡара ла аш ҡабырhың. Түлкә ҡолағыңа киртеп ҡуй, бүтән ауырыhаң, тағы эсhәң – хәлеңә инмәйем. Ятырhың шунда, шытып...
Тынлыҡ. Тағы ла уфтаныуҙар, тәрән көрhөнөүҙәр. Гөлмәрйәмдең көрhөнөүе. Әкрәмдең уфтаныуы.
– Һин миңә ышанаhыңмы, Гөлмәрйәм? Минең кеше булып китеүемә ышанаhыңмы?
– Атаҡ, атаҡ... Ышанмаған булhам, hинең менән йәшәп ята алыр инемме ни? Тик ул ышаныс менән генә булмай шул...
– Ышанhаң...Йә, ярар, бир тегене, hурпа ҡабып ҡарармын.
Әкрәм күҙҙәрен йомдо, иҙәнде шығырлата баҫҡан Гөлмәрйәменең үҙе эргәhенә килерен көттө. Бына яҡынлаша ауыр кәүҙәнең танhыҡ тауышы: дөп-дөп, шығыр-шоғор.
– Мә, башҡаса юҡ та, hорама ла.
Күҙ ҡабаҡтары асылды. Стакан. Яртылаш ҡойолған эсемлек.
– Ошо ғына ҡалдымы ни, ул алмай бит инде, – тигән ауырыуҙың ҡалтыранған ҡулдары стаканға үрелде.
Яй эсте ул. Яртылаш ҡына. Нисек тә булhа оҙағыраҡ йәшәткеhе килә ине шайтан hыуы ғүмерен. Нишләйhең, бигерәк ҡыҫҡа шул уныhы.
– Ултыртып тор. Быныhы үтhен инде...
– Атаҡ, бер йотом нәмә ҡалғас, мә, тотоп бөт тә, hаҫыҡ еҫ аңҡытып ултырмаhын, йыуып ҡуям.
Аҙ ғына, стакан төбөндә булhа ла ултырhа, күңелен йылыта бит ул. Эсеп бөттөңмө, тағы бушлыҡ, тағы билдәhеҙлек. Һуңынан булмышыңды бер генә уй быраулай: ҡайҙан табырға? Һа-ай, ауыр... Уға тарымаған кеше генә аңламай шул хәлде. Башҡаларҙы Хоҙай hаҡлаhын, ошо хәлдәгеләргә Алла ярҙам бирhен.
Тәүге йотом. Шайтан hалып бирҙеме уны Әкрәмгә? Юҡ, үҙе эсте. Тик күңеле төбөн ниҙер ҡытыҡланы, эсен яндырҙы ошо мәл, ҡыҙыҡhыныуы, олораҡтар эргәhендә үҙен дә типә-тиң күрергә теләүе ҡулдарын hондорҙо стакандағы балға. Рәхәт булды: донъяның бар гүзәллеге сағыуыраҡ төҫкә мансылды. Үләндәрҙең елгә бәүелеүе лә мәрәкә тойолдо, эргә-тирәләгеләр дуҫҡа, нәҫел-нәсәпкә, малайҙар "брат"ҡа әйләнде.
Нәҡ әлеге hымаҡ. Уртлаған эсемлек ҡанға таралып та өлгөрмәне, Әкрәмде әллә ниндәй эштәргә этәрҙе.
– Ҡатын, моғайын, мал аҫты алынмағанды-ыр?
– Ыстаҡ, hин иҫереп ятҡанда мал аҫты таҙартылмаған тип беләhеңме әллә? Ят, сығып китәhе булма. Хәҙер башланыр инде, аҙ ғына хәл индеме – балтаhын күтәрә лә, сығып китеү яғын ҡарай... Ана, артыңдан киләләр ҙә инде. Смәтри, әлегеләй сирләhәң, терелтәhем юҡ!
Ишек шаҡынылар. Тышҡы hалҡын түргә йүгерҙе.
– Инергә мөмкинме-еү? – Айнурҙың тауышы ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына ишетелде. – Әкрәм өйҙәме-еү, Гөлмәрйәм?
– Ана, ята. Аурый ул, Айнур, бер ҡайҙа ла бармай, – тине лә Гөлмәрйәм, сөйгә эленгән фуфайкаhына үрелде. – Мин әйттем, hүҙемде...
Тынлыҡ урынлашты. Ҡатын өй ишеген, hуңынан соландыҡын шапылдатып япҡас ҡына Айнур тамағын ҡырҙы.
– Ней, гадук тигәндәй, ауырып тораhың икән... – Ул ҡуйынындағы шешә башын күрhәтте.
– Алла биргән түгел, үҙебеҙ hатып алған сир, Айнур. Һин нимә, берәр эшең бар инеме әллә? – Әкрәмдең hүнгән ҡараштары Айнурҙы баштан-аяҡ hәрмәне. Үҙе йөрәген тотто. – Уф-ф, ошо ерҙә ниҙер өҙөлә, ҡәhәрең...
"Берәр эшең бармы?" – тигәне "әле ҡасан ғына hөйләшеп ултырырға инеп тә, ҡыуып тигәндәй сығарҙың" hымағыраҡ яңғыраны. Һәр хәлдә Айнурға шулай тойолдо. Үҙе эстә генә: "Һин алкаштың хәлен белергә килгән тип уйлайhыңмы ни, кәнишнә эш бар", – тип ҡуйҙы.
– Ней, тышта буран да hепертеп тора, ярар инде. Былай хәлеңде белергә генә ингәйнем, бер нисә көн күренмәгәс, – тип, бүреген батырыбыраҡ кейҙе. – Яңы йыл етә бит. Яңы мунсала йыуынырға, кәләште рәхәтләндереп сабырға ине.
– Мейесме?
– Ы-ы... Эйе, шул-шул, – тегеңә йән инде. – Балсығы килгән уның, көҙҙән үк ҡапсыҡтарға тултырып ҡуйҙым. Кем әйтмешләй, уныhын ғына хәстәрләй беләбеҙ. Ә бына ҡалғанына, гадук, hинең hымаҡ оҫта кәрәк. Всү тәки аҡ мунса бит.
– Барырмын. Тик hин Гөлмәрйәм менән hөйләш, рөхсәт ал.
– Хаҡынмы? – Айнурҙың күҙ алдарынан йөҙлөктәр үтте.
– Һәй, хаҡы уның ташҡа баҫылған инде, hабаҡташтарға үҙең беләhең, – Әкрәм ыңғырашты. – Уф-ф... Мине hөйләш, тим. Ул да бит әҙәм балаhы. Әле генә башты төҙәттергәйне, уңайhыҙ. Бер сығып китhәк инде, үҙең беләhең.
– Хи-хи, уныhын ғына булдырабыҙ ҙа ул. Мин хәҙер, хәҙер...
Әкрәм йөрәген тотто. Уф, бөрә лә ала ҡәhәрең. Үлhә ошонда ятып та үлер ине, тик класташҡа нисек бармайhың инде? Яңы йыл мунсаhын иҫкеhендә – ҡараhында инмәҫ бит. Былтыр уҡ яңыhының бураhын күтәрттереп ҡуйғайны. Бөгөнгә саҡлы шулай ултыра. Ярай әле Әкрәм ҡул араhында булhа ла булаштырырға яйын тапты. Ни тиhәң дә класташтар бит. Уф, ошо йөрәк тәңгәле тартыша ла бар тәнен быуынhыҙ итә.
Ишек асылды. Биҙрә тауыштары ишетелде: дыңҡ-дыңҡ...
– Нимә, мейес сығарырлыҡ хәлең бармы hуң? – Гөлмәрйәмдең тауышы май булып ятты ирҙең күңеленә. Бар, ҡартыҡайым, hин – оҫта кеше бит, hымағыраҡ ишетелде уға. – Ҡара уны, hинең менән hөйләштек, шытып ятhаң да...
– Ә-ә... Гөлмәрйәм, миндә ул тиклем аҡ башы юҡ, үҙең беләhең, самай-маҙар менән булашмайбыҙ, – Айнур ишек төбөндә тыпырланы. – Беҙгә уныhы килешмәй ҙә...
Айнур hүҙҙәрен әйтеп бөттөмө-юҡмы, ишек асылды ла унан Әкрәмдең өлкән улы атылып инде.
– Атай, а-атай! – Хәле бөткән малайҙың тыны быуылды. – А-а-атай, Мотаhар ағайҙың өйө яна!
– Ысынлап өймө, беҙҙең мунса түгелме?! – Айнур урынында тапанды. Өй эсендәгеләрҙе йәшен тиҙлегендә күҙҙән үткәрҙе. – Тор, класташ, нишләп ятаhың, минең мунса яналыр. Әй, Хоҙайым, балсыҡ иреhен өсөн ҡатынға иҫкеhен йылытырға ҡушҡайным. Ана, ана, ҡарағыҙ, беҙҙең тирәлә сыға ут!
– Йо-оҡ, hеҙҙән бире. Бала кеше алдамаҫ! – Тәҙрәгә ҡапланған ҡатын үҙенсә hығымта яhаны. – Тор тиҙерәк, балтаңды, биҙрәңде тот та йүгер, Әкрәм. Хәҙер мин дә сабам. Атаҡ, hин нишләп тораhың, Айнур, бар тиҙерәк!
– Ә-ә... Эйе, эйе. Һай, китте мунса. Кит-те...
... Мотаhарҙың өйө "hә" тигәнсе янып бөттө. Колхоздың янғын hүндереү машинаhы ватыҡ. Ҡабыҙа алманылар. Райондан килгәне hуңланы. Һуңламаhалар ҙа өй тәңгәленә саҡлы инә алмаҫтар ине – урамды көрт баҫҡан. Алыҫ ҡоҙоҡтан биҙрәләп ташылған hыу, бәрелгән ҡар ҙа ярҙам итә алманы. Киреhенсә, утҡа кәрәсин hипкән hымаҡ ине. Ялҡын шажлай-бажлай ҙа, тағы көсәйә. Ә иң ҡурҡынысы шул булды: hуңынан ут-күмер араhында соҡсонған, hерәйеп ҡалған бүрәнәләрҙе аҡтарып, ут сығыуҙың сәбәбен эҙләгән райондың янғын hүндереүселәре...
– Мал-фәлән hуйғандар инеме әллә? – тине уларҙың береhе.
Былай ҙа янғындан шаңҡыған халыҡ тағы аптырашта ҡалды: "Мотаhарҙың малы юҡ ине лә!" Өйкөм-өйкөм гәпләшкән бисәләр, арып-талған ир-ат, сабый йөҙҙәренә етдилек сыҡҡан бала-саға өй урынына табан атланы. Һәр аҙымын hағайып, шомланып баҫты улар. Бер, ике, өс...
Баштар түбән эйелде, өҙөк-өҙөк ауаздар ишетелде:
– Мо-та-hар...
– Мотаhар!!!
Әкрәмдең башы әйләнде. Ни-ни-се-ек, Мотаhар? Нисек була инде, өсөнсө көн генә инеп ултырған өй ҙә, эргәлә генә карауатында хырылдап ятҡан Мотаhар ҙа юҡ булhын, ти?! Ышанып булмай. Ир күҙҙәрен йомдо. Бына ул кире асыр ҙа, яңыраҡ ҡына бар урамды биҙәгән йортто күрер, күтәрмәлә тәмәке көйрәткән хужаhы Әкрәмгә ҡул болғар. Fәҙәтенсә ул сәтәкәй менән баш бармаҡтарын ғына бөкләмәйенсә ҡалдырыр, әйҙә инәйек, тип ымлаған башы ишек яғын күрhәтер. Ләкин...
Әкрәм менән Гөлмәрйәм шым ғына ҡайтты. Һәр ҡайhыhы үҙ уйында. "Ә бит Мотаhарҙы ҡотҡарып була ине, – тип фекер йөрөттө ҡатын. – Моғайын, янғын яйлап сыҡҡандыр. Төтәгәндер, ялҡын телдәре hауаға үрләгәндер? Күрше-тирә бар, яҡындары. Һай, hаңғырауҙар шул беҙ, hуҡырҙар..."
Әкрәмдең күңеле hыҡтай ине: ҡырҡҡа ла етмәй, ҡатын наҙы ла күрмәйенсә китте, йә-әл... Илап ҡалыр балаhы булмауы бер яҡтан яҡшы ла hымаҡ, икенсе яҡтан... "Тыуғанда бәләкәй инем, үлгәндә иҫерек булдым", – тип торор микән тегендә hорау алғанда Мотаhар? Уйлаhаң ҡыҙыҡ та, ҡурҡыныс та. Бынан бер нисә сәғәт элек кенә мин дә шунда барыр инем. Шулай уҡ янып. Айырма нимәлә: тәнең утта янды ни, эс-бауырың утлы hыуҙан ни? Әсәләргә, атайҙарға ауыр. Шуның өсөн тапҡандармы hуң уны, мине, Иректе? Һанай китhә-әң, осона сығырмын тимә. Ҡайhыhы күптән теге донъяла, ҡайhыhы бында тере мәйет...
– Ҡара әле, Гөлмәрйәм, беҙҙең урамдан hуғышта күпме кеше үлде икән дә, хәҙер араҡынан күпме ҡырылды икән?
– Атаҡ! – Ҡатын иренең күҙҙәренә ҡараны. – Нишләп шулай тиhең?
– Беләhеңме, бахмурҙан баш ҡына ауыртмай бит ул, ә hис ҡасан уйлап бирмәгән уйҙар ҙа инеп сыҡҡылай. Әле Мотаhарҙың үлеме шуны уйлата. Тә-әк...
– Ҡәйнәм бит ауылдан етмеш кеше ҡайтманы, урамдан ун ике, ти торғайны...
– Дауай эскәндәрен hанайым әле. Тә-әк, hуғыштан ҡайтып үлгәндәр, ҡартайып киткәндәрҙе иҫләмәйек. – Әкрәм бармаҡтарын бөгә башланы. – Мотаhар – уттан китте, тужы эсеүҙән. Хәниф – аҫылынды. Рәсүл – тужы. Ы-ы... – Бармаҡтар бөгөлдө лә бөгөлдө. Ике ҡулынан ары уҙҙы. – Дә-ә... Әле мин беҙҙең урамдыҡыларҙы ғына hананым. Белгәндәре генә лә ун алты: аҫылынған, атылған, сәнселгән, янды, бахмурҙан, авария! Инә-әңдең башы бит бы-ыл... Уйлап ҡараhаң, барыhы ла оҫталар ине. Һәр ҡайhыhы ауыл өсөн кәрәкле оҫ-та-лар!
Ҡатындың да иҫе китте:
– Бәй, ҡартайып үлгәндәр өсәү генә түгелме hуң? Ә ауыры-ып... Рак менән тик Рәшит кенә. Башҡа ю-уҡ.
– Беләhеңме, бөтәhе лә утыҙ менән илле араhында-а... – Әкрәм телен шартлатты. – Был бит – тотош взвод!
Бына өйҙәре. Ҡайттылар. Икәү. Сөкөрҙәшеп, hөйләшеп. Күптән былай йөрөгәндәре юҡ ине. Ни сәбәп hуң әлегеhенә? Мотаhарҙың үлеме. Һай, тормош, ниңә hуң ҡайhы саҡ кеше ҡайғыhы кемдәрҙелер берләштерә, икенселәрҙе... Ҡуй, тормошҡа hылтанмайыҡ. Бар ауырлыҡ та, мәшәҡәттәр ҙә бит әҙәм балаhының үҙенән килә. Ә был донъяға уларҙы Аллаhы тәғәлә саф көйө ярата.
Ошолай уйланы тупhаны аша атлаған ҡатын.
– Г-гөл-мәрйә-әм...
Ни ҡылана был Әкрәм? Нишләй ул: ағарынды, сайҡала, быуынhы-ыҙ...
– Әк-рә-әм! Ә-әк-рр-рә-әм!!!
...Кузовҡа икеhен бергә hалдылар. Йәшниктә – Мотаhарҙың тәненән ҡалған ағзалар. Уның өҫтөнә аҡ япма, одеал ябылған. Ошо сепрәктәр осоп китмәhен өсөн атаhы Нәҡиулла ҡарт тотоп бара. Аяҡ осонда – ҡустыhы. Ҡаштар емерек, йөҙҙәрҙе hөрөм баҫҡан, күтәрәлмәҫ ҡайғы йөрәктәренә ҡурғаш булып ҡатҡан.
Икенсеhе – Әкрәм. Уның аҫтына ҡалын итеп hалам түшәгәндәр. Сайҡалғанда башы бәрелмәhен тип Гөлмәрйәм уны итәгенә hалған. Өҫтөнә тун япҡандар. Машина hикерткәндә күтәрелеп, эсендә ел уйнамаhын өсөн икенсе ҡулы менән ҡатын ошо тунды тотоп бара. Аҙыраҡ барған hайын тун эсенә ҡулын тығып ҡарай: иренең йөрәге тибеүҙән туҡтамағанмы?
Кабинала – шофер Илhам менән Зилә. Машина hикерткәндә ҡыҙ егеттең беләгенә йәбешкән була. Йылы уларға. Тәгәрмәстәр тәгәрәй. Йомшағыраҡ ҡарға килеп сумhалар, кузовтағыларҙы үсекләп, бер алға, бер артҡа шыжлайҙар ҙа, әсе hыҙғырып, батҡан урынды тағы артта ҡалдыралар.
"Аллаhы Тәғәләм, зинhар өсөн тиҙерәк барып етәйексе, – тип hыҡрай Гөлмәрйәмдең күңеле. – Хәйерен, кесаҙна, йома hайын әбей-hәбейгә саҙаҡаhын илтермен, Ураҙаhын ҡалдырмам. зинhар өсөн..."
Кузовта тағы бер кеше бар – Ирек. Ниңә ултырғандыр, унда береhенең дә эше юҡ. Бәлки, машина эләккәндә үҙ йомошо менән район үҙәгенә китеп баралыр, кем белә инде...
* *
Миңлениса тертләп китте. Ҡулындағы сынаяғы иҙәнгә төшөп ярылды. Эҫе сәй, пар уйнатып, иҙән буйлап юл алды. "Б-бала-ам..."
* *
Яна! Тәҙрәнән ҡап-ҡара булып сыға ла, hауаны иркен hулап, ҡара-ҡыҙыл төҫкә инә, hуңынан ҡайнай башлай, борғолана-борғолана бейеккә күтәрелә. Тағы ҡайнай. Ҡыҙыл-hары, йәшел-күк, әйтеп аңлаталмаҫлыҡ башҡа төҫтәргә буялып түбәлә генә йөҙгөн аҡ болоттарҙы ҡарайта, бүтәндәрен ҡыуа-ҡыуа ҡойроғон әллә ҡайҙарға олаҡтыра. Аждаhа тағы башын Мотаhарҙың өйөнә бора: берсә ул нимәнелер сытырлатып сәйнәй, берсә тешен шаҡылдата, өй ҡыйығына ябылған шифер онтағын шартлата-шартлата алыҫҡа осора. Fаләмде ҡурырлыҡ тынынан өй бүрәнәләре селтәрләнә, уфылдашып ауа...
Ни ғәләмәт, ошо ғәрәсәт эсендә Мотаhар пәйҙә булды. Ул тәүҙә бер, аҙаҡ икенсе күҙен аҡайтты. Әкрәмде быуынhыҙ итте. Ҡараштарын бер нөктәлә туҡтата алмайынса оҙаҡ аҙапланды. Ахыр сиктә, дә-әү аҡ шар-күҙҙәр эсендә ҡара нөктәләр хасил булды ла Әкрәм тирәhен бырауланы. Халыҡ араhынан шундуҡ сырамытты: ауыҙы эсенән ҡанлы hеләгәйе ағып төштө, танауын hыҙғыртып тартты, телен оҙон итеп, килбәтhеҙ сығарҙы ла тештәрен шыҡы-шыҡы килтерҙе:
– Ә-әк-рәм! Һин бит бы-ыл, – тип бармаҡтарын тармаҡландырҙы.
– Ки-ил бын-да-а! Ки-ил!
Ут ялмаған өйҙө hүндерешергә барған Әкрәм, биҙрәhен бер, балтаhын икенсе яҡҡа быраҡтарып, үҙҙәренә табан hыпыртты. Ләкин Мотаhарҙың оҙо-он ҡулы уның артына бына-бына етә яҙа, ҡайнар тыны арҡаhын яндыра, тәнендәге ҡанын, барса шыйыҡсаны ҡайната. Ошо ҡайнарлыҡ боғаҙына етә, ҡоро hауа булып ауыҙ, танау эстәренә тула, тышҡа бәреп сыға.
– Хәҙер, нашатыр үҙ юлын таба ул. Ҡайғырма, аңына килер...
Әкрәмдең бар тәнен йәшен hуҡтымы ни, күҙәнәктәрҙе ниҙер семетте. Тегеләре, этешә-төртөшә, башҡаларын ҡыуаланы.
– Бына әйттем бит. Система ҡуйҙыҡ, бөтәhе лә яҡшы булыр. Шулай бит, герой!
Әкрәм ниҙер аңларлыҡ хәлдә түгел ине. Яртышар асылған күҙҙәр томан аша ап-аҡҡа төрөнгән, hап-hары сәсле ҡыҙҙы шәйләне. "Йә-ә, Хоҙай, эләккәс эләккәнмен икән ожмахтың үҙенә!" Ҡурғаштай ҡатҡан мейе hырҙары буйлап ошо уй йүгерҙе. "Туҡта-туҡта, ә Ирек, Ирек нишләп йөрөй hуң бында? Ул да, тимәк, ожмахта!"
– Уф-ф, ҡурҡыттың ағай, hин дә Мотаhар артынан китеп бара икән тип торам, – теге ауыҙын йырҙы. – Былай булғас, рәхәтләнеп йәшәйбеҙ әле, ағай! Ауылды көнләштерерлек итеп...
– Нимә ләпелдәйhең ул, Ирек? Мин бер ни аңламайым, ҡайҙа беҙ?
Әлбиттә, был hүҙҙәрҙе әйтергә теле әйләнмәне Әкрәмдең. күңеленән генә шулай тине, күҙҙәрен генә мөлдөрәтте. Ысынлап та, ҡайҙа ул? Уның баш өҫтөндә Иректең шәүләhе бәүелә, тағы әллә кемдәр күренеп-күренеп ҡала. Уң яҡлап ҡара тимер күтәрелгән, уға бер нисә банка, шешә беркетелгән, шуларҙан нәҙек кенә эсәктәр Әкрәмгә табан төшкән. Йә, Хоҙай, был нәмәҫтәкәй ҡулына ҡаҙалған!
– Нимә, герой, аңыңа килдеңме? – Фәрештә пәйҙә булды. Уның йомшаҡ ҡына ҡулдары Әкрәмдең маңлайына ҡағылды. – У-у, тәнең янып бара, температураң юғары әле. Мин хәҙер...
Температура. Тимәк, тимәк, ул – дауаханала! Нисек килеп эләккән дә, ҡасан булған hуң был хәл? Тәк, Айнур килде, мунса... Туҡта, унда эскәндәрме ни? Юҡтыр, hыҡмыр күпте бирмәҫ. Янғын. Эйе, янғын! Гөлмәрйәм. Туҡта, ә ҡайҙа Гөлмәрйәм?
– Гө-өлмәрйәм... Г-гөл...
– Ағай, тыныслан, ул өйҙә. Һине апкилде лә, балнисҡа ҡалдырып, килгән машинала кире ҡайтып китте. Мин hинең менән ҡалдым. Өфөгә апкилделәр беҙҙе hуңынан, – тип аңлатырға тырышты Ирек. – Хәлең насар ине бит. Хәҙер беҙ нарко... Һәй, тел әйләнмәй инде, теге ней, эскелектән дауаланабыҙ. Аңланыңмы инде хәҙер?
– Ә hи-ин hу-уң?
– Ә-ә... Һине бит Мотаhарҙың кәүҙәhе менән бергә hалып апкилделәр. Ҡарап-ҡарап торҙом да, мәйтәм, былай йөрөhәм миңә лә күп ҡалмаған бит тип, ултырҙым да киттем, – Ирек, ғәҙәтенсә, устары менән ботона hуғып алды. – Һине лә бит үлер тигәйнеләр... Бына, Аллаға шөкөр, hушыңа килдең.
– Ни-нисек Мотаhарҙың кәүҙәhе менән? – Әкрәм бер ни иҫләмәй ине.
– Бәй, ул янды бит...
– Ни-нисек янды?
– Өйө-ние менән – вис янды!
Шул саҡ ҡына Әкрәм был ҡот оскос хәлдең төшөндә генә түгел, өндә лә булғанлығын аңланы. Ошо уны тамам фанилыҡҡа алып ҡайтты.
– Ирек, ә беҙ, беҙ ҡасан килдек hуң бында? – тип ыңғырашты ул.
– Өсөнсө көн. Тәүҙә район балнисында ҡундыҡ. Унда hиңә укол ҡаҙауҙары, система ҡуйыуҙары-ы... – Ирек күҙҙәрен йомдо. Устары менән боттарына шапылдатыуға, уларҙы ҙур итеп асып ебәрҙе. – Иҫ китәрлек! Һин hушыңа килдең дә, тағы "тегендә" киттең. Аҙаҡ инде йоҡлатҡандарҙыр, әле саҡ уяндың.
Әкрәм тамам аңына килде. Үҙенең бында ятыуына көйөндө, тынысhыҙланды. Ләкин уға Иректең эргәлә тороуы көс бирҙе, ситтә таяныс эҙләрҙәй кешеhе булыуы күңелен тынысландырҙы. Тәнендә лә еңеллек тойҙо. Шешәнән төшкән hәр тамсы hайын hалҡынлыҡ йүгерҙе, тубалдай башындағы ойошҡан йомғаҡты hүтә барҙы, таратты. Тик бына эсендә еңел йомошо ғына тулышҡандан-тулышты, сыҙамаҫлыҡ итте. Быны hиҙгән Ирек, ҡулдары менән "мин хәҙер" тигән хәрәкәт яhап, күҙ алдынан юғалды. Күп тә үтмәне, теге ҡыҙҙы эйәртеп килеп тә инде.
– Бына, милочка, тәмәке тартырға ине бит әле, – тигән булды ул.
Ҡара hин уны, hарыбашты "милочканан" ғына hалдыра. Ауылдағы Ирек тә тимәҫhең, тип уйланы Әкрәм.
– Ирек, ошо hауыт бушаhын да, төймәhен борорhоң. Һуңынан миңә өндәшерhең, – тип, фәрештә ишек артында юғалды.
... Бер уйлаhаң, hәй, ҡыҙыҡ икән дауаханала ятыуҙары Берәү мәрәкә hөйләй, икенсеhе ысын булған хәл тигән булып алдай, өсөнсөhө башҡа ваҡиғаны шыттыра. Һәр береhе hөйләүсенең себендән дөйә яhап ултырыуын белә, ләкин өндәшмәй, киреhенсә, күршеhе фәстергәндә үҙе менән "булғанын" иҫкә төшөрә, унан да арттырыбыраҡ ебәрергә тырыша. Бында шулай кәрәк. Бигерәк тә бер нисә, улай ғына ла түгел, тиҫтәләрсә йыл айыҡ тормош күрмәй, яңы күҙҙәре асылғандарға, үҙҙәре менән булған иҫереклекте әллә ҡайҙа тороп ҡалған тип иҫәпләүселәргә. Шуға ла хәл-ваҡиғалары гелән ошо тирәлә урала. Әле уларҙың күбеhе, бик күбеhе стенаның теге яғында hаман шул тормош көтөүен белмәй. Һаман әшнәләре тамаҡ хаҡына эшләп йөрөй, hаман үтескә hораша, магазин төптәрен hағалай, hаман уларҙы "алкаш"тан hалдыралар. Дауахананан сыҡҡас бындағыларға ла айыҡ тормош әҙерләп ҡуймағандар. Хәйер, уныhы алда. Ә бында – береhе "капельница" аҫтында иҫереклек менән айныҡлыҡ, үлем менән йәшәү араhында көрәшә, икенселәре – тоҙаҡтан саҡ ысҡынғандар – йөҙҙәрен баҫҡан hаҡал-мыйығын ҡыра, көсләп булhа ла тәүге ҡабым ризыҡ ашарға тырыша, өсөнсөләре – оҙағыраҡ ятҡандары иhә – Ирек менән Әкрәм палатаhына йыйыла. Бында – гөр килешәләр.
Әкрәмдә уйын ҡайғыһы юҡ. Көндөҙөн арлы-бирле йөрөштөрөп, нисек ваҡытын үткәрергә белмәй тегендә-бында һуғыла ла, төнөн уйға сума. Ҡатынын, балаларын күҙ алдынан үткәрә, әсәһе тураһында уйлай. Үкенеү, көрһөнөүҙәр аша хис-тойғоларын йүгертеп, киләсәк хаҡында хыяллана. Тора-бара күңеле тағы бушлыҡҡа табан тәгәрәй, иҫереклектә үткән көндәре бәғерен үтмәҫ бысаҡ менән телгеләй. Һа-ай, күпме михнәт күрһәттең һин яҡындарыңа, тип намыҫы, айыҡ уйҙары осло тырнаҡтары менән күңел-хәтерен йыртҡылай...
Бына тағы уның күҙ алдына балалары килеп баҫты. Улар өсәүләшеп етәкләшкәндәр ҙә, өндәшмәй генә аталарының күҙенә текләгәндәр. Ялбарыулы ҡараштар, һонолған кескәй генә ҡулдар. "Атай, араҡы эсмә бер үк, аҡсаңа кәнфит ал, йәме..." "Атай, минең быймамдың төбө тишелгән..." "Мәктәптә ашханаға аҡса йыялар..." "Атай, ата-ай..."
Әкрәм күҙҙәрен аса. Башын сайҡай. Балалары яйлап, ҡулдарын һонған килеш юҡҡа сыға: "Ата-ай, эс-с-мә-ә... Ата-ай..."
Ах, күпме нужа күрһәтте сабыйҙарына. Бер саҡ шулай "запойға" киткән сағында ҡайтып диванға ауған. Төшләнепме, иҫереклеге тамам етепме, ятҡан ерендә салбарын еүешләгән. Ул саҡта әсәһе лә ауылда ине. Кескәй улы өләсәһенә ниҙер һөйләүенә уянып китте Әкрәм. "Өлә-сәй, ниңә атайым ыстанына бес иткән? Биҙрә ҡуйырға булған, ибет. Быҙау бес итә баслаһа галсук ҡуябыҙ бит", — ти уның төпсөгө Алмаз. Әсәһе ейәненең һүҙен башҡа юҫыҡҡа борорға тырышты. "Бес итмәгән атайыҫ, улым, ана ҡуйынында шешә күренеп торамы, шунан араҡыһы түгелгән. Әйҙә, сығайыҡ, теге өләсәйеңдәргә барып ултырып киләйек", — тип, сабыйҙы кейендереп, ҡоҙағыйҙарына алып сығып китеү яғын ҡараны. Алмаздың сығып китер алдынан әйткән һүҙҙәре Әкрәмдең йөрәген телде: "Өлә-сә-әй, әйҙә атайымдың алаҡыһын алайыҡ та, һыу тултылайыҡ. Һыуҙан иҫелмәй ул..." "Ҡуй, балам, атайыңды асыуландырмайыҡ. Эсер, эсер ҙә, бер заман туҡтар әле. Атайың һәйбәт кеше бит ул, араҡы ғына уны алама күрһәтә", — тине лә әсәһе, уфтанып, ишекте асты.
Төрлө уйҙар инде Әкрәмдең башына. Берсә улар тау hырттары, саҡрымдар аша ауылына табан hуҙылды, берсә йомғаҡҡа уралды, сүкештәй мейеhен төйҙө. Ҡайhы саҡ ҡолағына ауылдаштарының тауышы ишетелеп ҡала, күҙ алдарында йөҙҙәре пәйҙә була. Бына әле лә күңелен иретерҙәй итеп кемдер өндәште hымаҡ: "Әкрәм молодец инде ул, беҙҙең hымаҡ прастуй кеше".
Ирей ҙә китә шул Әкрәм ошо hүҙҙәргә. Уны әйтеүсе яҡын дуҫына, улай ғына ла түгел, туғанына әйләнә. Әй, күңеле шатлана, әйтерhең, ниндәйҙер батырлығы өсөн күкрәгенә миҙал таҡҡандар.
"Прастуй", ябай. Ә нимә hуң ул ябайлыҡ? Ниңә Әкрәмдәр нәҫел-нәсәбе менән ошо төшөнсәне ғүмер буйы hөйрәп килә? Яуабын белә уның: ябайлыҡ – кешелекле булыу, изгелек ҡылыусы hымаҡ ҡабул ителә.
Бәлки, ҡатыны әйтмешләй, ябай түгел, ә "ыштанhыҙ"ҙыр ул? Теге ваҡытты – урманға утынға барғандағыса. Китер алдынан өйҙә үк дүрт мужикка литрҙы кәктеләр ҙә ярты ҡаҙҙы бәрҙеләр. Гөлмәрйәм дә өлтөрәп йөрөй, эше генә барhын. Ултыра торғас, кисләтеп китте. Ярай әле тракторист үҙ кеше, юҡ-юҡта үҙенә лә ярҙам итеп торам, тип уйланы Әкрәм. Барыуын да барҙылар, тик... утындың уға тейгән өлөшө ботаҡ та hатаҡ булып сыҡты. Ә бит диләнкәне ошолар менән бергә киҫкәйнеләр. Тик тағы шул ябайлыҡ: "куб"ҡа өйә башлағайнылар, Айнурға мунсалыҡ кәрәк, икенсеhенең кәртә бағанаhы иҫкергән – таҙа имән hорай, өсөнсөhө аҙбар, hарай нығыта, келәте бөткән... Алhындар, тип уйланы Әкрәм, бүтән ваҡыт уға шулай ҡайтыр. Әлбиттә, "бүтән ваҡыттар" күп булды, тик Әкрәмгә ҡайтманы...
"Беҙҙең заманға бармай кешеләге был сифат", – тине ир үҙ-үҙенә. Кеше ошо изге төшөнсәне аяҡ аҫтына тапаған да эскерhеҙ, ябай әҙәмде алдау яғын ғына ҡарай. Ябайлыҡты йүнhеҙлеккә тиңләй. Ә тегеләре – бер ҡатлылары, башҡаны ла үҙе hымаҡ уйлаусылар – алдана. Гөлкәйе әйтмешләй, ужым быҙауы һымаҡ...
Балалар, әсәһе, ҡатыны йәл. Ҡармаҡ менән булған хәлде оноторлоҡмо һуң? Иҫкә төшә лә, мейеһен быраулап, ирекһеҙҙән, уй-зиһенен ошо ваҡытҡа алып китә.
...Бүлт-бүлт-бүлт. Пүлт-пүлт...
Һырлы стакандың яртыһы булғас, шешә мороно өҫкә күтәрелде. Дыңҡ — төбө өҫтәл уртаһына ултырҙы. Хужаһының бармағы башы тирәләй түңәрәк яһап алды.
— Дә-ә, Гөлкәй, тост әйтәйем әле. Тос тост әйтмәһәң, эскелек була ул, — тине Әкрәм, һүҙенә әллә ниндәй мәғәнә һалырға тырышып. Һуңынан, фәләсүфтәр шикелле, оҙаҡ итеп уйланып ултырҙы. Ниҙер иҫенә төшөрөргә тырышты. Тик хәтер тоғо тишелгәйне. Йүнле нәмә әйтәлмәҫен аңланымы, тиҙерәк ҡулын өткән стаканды түңкәрергә кәрәклеген шайтан ҡолағына шыбырланымы, ҡулын һелтәне. — Әй, ҡатын, бергә йәшәйек әле. Һо-о... Фу-у...
Тәүге мәлдә иренең эскәненә Гөлмәрйәм өндәшмәй торғайны. Шуға ла уфтанып ҡына ҡуйҙы, әле лә аш-һыу менән булашҡан ҡатын танауын сирылтты. Әйтерһең, ире ҡуйынына ҡыҫтырып ҡайтҡан самогон уның уртын яндырып төшкән дә, һаҫыҡ еҫе танау эсен ярып сыҡҡан.
— Уф, Хоҙайым, эсеп үләһең бит. Тышта былай ҙа түҙем торғоһоҙ эҫелек, иш-шу ас ҡарыныңа уттай сәмәй эсәһең...
—Гөлкәй, бергә йәшәйек әле, тинем бит. Минең тос тосты ишетмәнеңме ни? — Әкрәм ҡатынына аҡайып ҡараны.
— Бергә йәшәмәй, кем менән йәшәйем һуң, ҡартыҡайым? — Гөлмәрйәм, ирен яратып, гелән "ҡартыҡайым" тип өндәшә. Был уның иркәләү һүҙе лә ине. — Ана бит, алма кеүек улдарыбыҙ үҫеп килә. Тик һин генә түбән тәгәрәйһең түгелме? Уларға бит айныҡ атай кәрәк. Бөгөнгө заманда...
Әкрәм башын артҡа ташланы. Күҙҙәрен алартты. Бармаҡтары менән күҙенә төшкән сәсен "тараны".
— Нимә, "бөгөнгө заманда"? Баҙар тиһең инде... Мин — оҫта, — минең ошо ҡулдарым булғанда теләһә ниндәй баҙарҙа ла не пропайдешь!
— Шулай ҙа бит, тик һине күберәк ошо һаҫыҡ самогон менән алдайҙар шул. Шуны аңламайһың, һуңынан, ҡармаҡҡа эләккән балыҡ һымаҡ тыпырсынһаң да, унан ысҡына алмаясаҡһың бит. Ана, минең атайым...
Дыңҡ. Рифҡәттең балта һабынан һөйәлләнеп, тимер сүкештәй ҡатҡан усы өҫтәлгә төштө.
— Һ-һи-ин минең ҡайныны насар яҡлап иҫкә алма, йәме, һәйбәт кеше ине ул. — Оҙаҡ ҡына тын ултырғас, тағы стаканына самогон ҡойҙо. — Мәрхүмкәйҙе яҡшы яҡлап иҫләйек...
(Дауамы бар).
Был арала Гөлмәрйәм сығып киткәйне. Уның: "Эх, һин, бер ни аңламайһың", — тигән һүҙҙәре генә һауала эленеп ҡалды. Яй ғына ишек асылды. Унан бер-бер артлы өс баш күренде — был уның малайҙары ине. Үҙе яратып ҡына әйтеүенсә — "шалапайҙары".
— Во, минең шалапайҙар! Килегеҙ әле, килегеҙ бында, яратып алайым. – Атай кеше кеҫәһен һәрмәне. Закускаға тип һалған кәнфите иҫенә төштө. Тапты. Тик берәү генә ине, уныһының да ҡағыҙы бысранып, үҙе иҙелеп бөткәйне. — Бына мин һеҙгә кәнфит алып ҡайттым. Берәү генә лә, ярай, бүлешерһегеҙ. Берәүҙе өсәүгә бүлеп ашаһаң, бер һүҙле булаһың ул.
Малайҙар, иҫерек аталарынң шөрләберәк, ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына аяҡтарын шыуытты. "Һин ал да, мин ал", тигән шикелле, бер-береһен төрткөләнеләр. Кесеһенең ҡулы кәнфиткә үрелде. Уныһы, бәләкәй булғанғамы, атаһынан күберәк иркәләнгәнгәме, ҡыйыуыраҡ ине. Хәйер, "ҙурыһы", "кесеһе", тиһәң дә, йәш айырмалары әллә ни түгел. Бер-береһенең ике-өс кенә йыл. Үҙе әйтмешләй, уңған килен ул таба, Гөлмәрйәме был яҡлап һыр бирмәне.
Ләкин малайҙар аталары эргәһенә килмәне. Алмаз да, кәнфитте кескәй усына йомоп, тора бирҙе. Шым ғына бер-береһенә төртөштөләр. "Үҙең әйт", — тип шыбырланы өлкәне. "Юҡ, үҙең", — тине икенсеһе. Улдарының үҙҙәре өсөн ниндәйҙер мөһим һүҙе барлығын Әкрәм дә һиҙҙе. Хәмер шауҡымы һуҡһа ла, быныһына ғына башы етерлек. Үҙе уйлағанса, эскәс баш шәберәк эшләй ул, бахмурҙан ғына аң томалана.
— Йә, йомошоғоҙ бармы әллә, әйтегеҙ, "һә" тигәнсе үтәйбеҙ уны, — тине йомарт атай.
— Э-э... Юҡ та ул... Ней...
— Йә, улым, әйт, мәминт эшләйбеҙ, — Әкрәмдең усы һауаны ярҙы. — Ошолай өҙәбеҙ ҙә ҡуябыҙ. "Һә" тигәнсе.
— Ней... Атай, бөтә малайҙың да ҡармағы бар...
Әкрәм малайға һөйләп бөтөргә бирмәне, шарҡылдап көлөп ебәрҙе. Тегенеһе ҡуян шикелле бөрөшөп ҡалды.
— Һәй, улдарым, шул да булдымы проблема. Һеҙҙеке лә буласаҡ. Иш-шу ниндәйе бит әле... Теге ней, ҡолғаһы Үҙән талынан түгел инде... — Уның иҫенә үҙҙәре яғына балыҡҡа килеүсе балыҡсыларҙың йыйылма ҡолғаһы килеп төштө. — Пластмастан яһалғаны. Ҡала магазиндарында һатыла торғаны... Үәт! Малайҙарҙың күҙҙәре осҡонланды. Атаһынан шул һүҙҙәрҙе генә көткәйнеләр бит, дыу килеп урамға сығып йүгерҙеләр.
— Ур-р-ра... Беҙгә атай ҡармаҡ алып ҡайта-а...
— Әй, Айнур, беҙгә атай ҡармаҡ алып ҡайта. Лә-лә-лә...
— Һеҙҙеке кеүек тал ағасы түгел инде, магазиндыҡын...
Ярым асыҡ ҡалған ишектән улдарының шат ауаздарын ишетеп ултырған Әкрәм шешәһенең төбөнә тиклем төштө лә, алпан-толпан төпкө бүлмәгә инеп китте.
— Ы-ы... Алып ҡайтам, нишләп алып ҡайтма-аһын, ти, м-минең малайҙар-рға...
Дыңҡ. Шифоньерға килеп бәрелде. З-зы-ыңҡ — хужаһының ауырлығына сыҙамайынса, иҫке дивандың пружиналары ҡыҫылды...
...Көн артынан көндәр үтте. Кисен лаяҡыл иҫерек ҡайта ла Әкрәм, эргәһенә тағы малайҙарын саҡыра.
— Ш-шалапайҙа-ар, һ-һеҙгә м-мин бынамын тигән ҡ-ҡармаҡ алып ҡайта-ам...
З-зыңҡ... Тағы диван. Иртән инде бер ҡулы менән йөрәген тотоп, икенсеһенең ҡултыҡ аҫтына балтаһын ҡыҫтырып, тағы сығып китә. Кисен эргәһенә малайҙарын саҡыра...
Башҡа малайҙар таң һарыһы менән балыҡҡа китә. Уларҙың өйө эргәһенән үткәндә берәмләп ҡысҡырырға, көлөшөргә тотоналар. Бигерәк тә өй аша ғына торған Айнур шаштырып ебәрә:
— Әй, Илһам, әйҙә балыҡҡа. Атайың магазиндан ҡайтып етмәнеме ни әле? Ха-ха-ха...
Малайҙары урамға сыҡмаҫ булды. Балыҡ ҡайғыһы китте. Өсәү ниҙер уйнағандай итәләр ҙә, өйгә инеп, телевизорға ҡапланалар. Был арала урам яҡлап балыҡтан ҡайтыусыларҙың шат ауаздары ишетелә.
– Ҡарағыҙ, беҙҙеке күпме генә. Улары ла ташбаш менән сабаҡ...
— Зато Илһам менән Русландыҡы, Алмаздыҡы суртан. Магазин ҡолғаһы оҙоная шул, йылғаның уртаһына етә. Хи-хи-хи...
Ҙурыһы ҡустыларын тынысландыра — ағай кеше бит.
— Ҡайғырмағыҙ, атайым айныһа, алып ҡайта ул.
— Әсәй ниңә алмай һуң, оло юл буйына сығып көн дә һөт һата... — тип, мыш-мыш танауын тарта Алмаз.
— Беҙҙең бер Сыбайҡайҙың һөтө үҙебеҙгә лә эсергә кәрәк, өләсәйҙәргә лә. Ә һатҡаны мәктәпкә барырға дәфтәр алыр өсөн.
— Ҡармаҡ ҡиммәт торамы ни?
— Һо-о, кәнишнә, уның бит ҡолғаһы оҙоная-а-а... — Илһам аҙымлап күрһәтә. Ошолай саҡлы.
Тегеһенең ауыҙы йырыла. Күҙҙәре осҡонлана.
...Уф-фф... Ы-ыуффф... Әкрәм диванында бөгөрләнә: эсе яна, бар тәне тартыша, ойой, аяҡтарын көҙән йыра.
— Г-гөл-кә-әй... У-уффф, үләм...
— Нишләтәйем һуң, Әкрәм, нишләтәйем. Эргәңдә генә торалмайым бит. Тәк тә өсөнсө көн яныңдан китмәйем. — Иренең эскәненән, һәр "запой"ынан һуң ошолай ауырыуынан тамам биҙгәйне ҡатын. — Магазиндан сәкүшкә генә алып ҡайтып бирер инем, өйгә аҡса ҡайтарғаның юҡ. Һөт һатҡанын саҡ оно менән шәкәренә еткереп торабыҙ. Аптыраған, балаларҙы нисек мәктәпкә йыйнап ебәрергә булыр...
Ир күҙҙәрен йома. Ойой барғанын тоя. Ошоно ғына көткәндәй, уны әллә ниндәй килбәтһеҙ әҙәмдәр уратып ала, өҫтөнә ҡара бесәйҙәр һикерә. Улар әсе сыйнай, биттәрен, ҡулдарын тырнай. Теге кешеләр уны төрткөләй, туҡмай. Ах-ах, бар тәне ауырта Әкрәмдең. Ә был әҙәмдәргә ҡыҙыҡ: ыржаялар, һикерәләр, тағы туҡмайҙар. Улар араһында биттәре ҡыйшайған, танауҙары йәмшәйгән, күҙҙәре аларған ирҙәр ҙә, ҡатындар, бала-саға ла бар. Йөҙҙәре-е... У-уффф, үлтерәләр бит. Бына Әкрәм һыуға ташлана. Йөҙә алмай. Балыҡҡа әйләнә. Ләкин шунда уҡ уға ҡармаҡ һалалар — бауыр яғы ҡабырғаһына ырғаҡ инә.
Диванда бөгәрләнгән ир тертләп китте. Күҙҙәрен асты. Уф, төш, юҡ йән ғазабы кисерткән әллә нәмә икән был. Ойомаҫҡа кәрәк. Ойоноң иһә, тағы теге бесәйҙәр өҫкә һикерә. Уф, бауыры өҙөлә инде. Әллә, ысынлап та, ҡармаҡ-ырғаҡ тыҡтылармы? Бәлки, был төш булмағандыр? Ана бит, ярға ташланған балыҡ һымаҡ шаңҡыған: һыу эскеһе килә, һауа етмәй. Ошолай өсөнсө көн-төндө уҙғара. Йоҡлап булмай, эскә тәғәм ризыҡ бармай. Уф-ф... Ишек асылды. Уның артынса шат ауаздар ишетелде. Был Әкрәмдең улдары ине. Улар этешә-төртөшә, кемуҙарҙан аталары ятҡан диван эргәһенә үк үттеләр. Ауыҙҙары йырыҡ.
— Бына, атай, беҙ нисә балыҡ тоттоҡ, — тип, Илһам ҡулындағы полиэтилен тоҡсайҙы өҫкә күтәрҙе.
— Илһам биште тотто, мин алтыны. — Русландың теле телгә йоҡманы. Шатлығы эсенә һыймай. — Үәт, шәп ҡаба-а... Мин ҡармаҡты әллә ҡайҙа тиклем ырғыта алам!
— Ҡармаҡ? – Әкрәмдең хәлһеҙ тауышы ҡалтырап, күкрәк тәңгәленән ыңғырашып сыҡты. — Ҡ-ҡайҙан алдығыҙ һуң ҡ-ҡармаҡ, улда-ары-ым?
— Ә-әй, — тип ҡул һелтәне Илһам, "пүстәки, табабыҙ инде", тигән төҫлө ине уның хәрәкәте, — яһап алдыҡ.
— Н-нисе-ек?
— Шулай. — Малай, оло эш эшләгәндәй, етдиләнде. — Тростың бер сымын һүттем дә, плоскогубца менән бөктөм. И всү!
— Аҙаҡ кәтүк ебенә ағастан ҡалҡыуғыс ураттыҡ, — тип, шатлығын йәшермәне Руслан.
— Батҡылығын алюмин тимерсыбыҡтан эшләнек...
— Хәҙер, атай, беҙ балыҡтарҙы таҙартабыҙ ҙа, әсәй ҡайтҡас, һиңә бешерер...
"Һиңә бешерер..." Әкрәмдең күңеле тулышты, тамағына төйөр үрмәләне.
— Б-бешер... Бешере-ер... — Уның улдарын күкрәгенә ҡыҫып һөйгөһө килде. Тик хәле юҡ. Быуынһыҙ. — Әй-й, ба-балаларым...
Мең тәүбәһен әйтеп, эсмәҫкә һүҙ ҙә биреп, анттар әйтеп, атай кеше диванында бөгәрләнде. Тик аҙна ла үтмәне, тағы стакан һонған килеш шайтан уның алдына баҫты...
Эшләгәненең хаҡын hорай алмағаны, бер сәмәйгә алданып йөрөүе, тағы әллә нимәләр өсөн үҙен hүкте дауаханала ятыусы. Йоҡоhо ҡасты уның. Уйланды, борғоланды, тағы уйланды. Әйҙә уйланhын, ваҡыт етерлек, төнөн йоҡламаhаң – көндөҙ ятып тор, hүҙ әйткән кеше юҡ. Бында уны иркәләйҙәр, hәр hүҙенә ҡолаҡ hалалар, шәфҡәт туташтары йүгереп йөрөй. Бында кешене аңлайҙар, "алкаш" тип ҡарамайҙар, эскелек hинең ауырыуың, тимәк, дауаларға кәрәк, тиҙәр. Ана бит дауалаусы табип кистән нисек hөйләште!
– Акрамчик, hинең hуҡыр эсәгең ауыртhа, ашҡаҙаның эшләмәhә ҡайҙа бараhың? – ти был, hынсыл ҡарашын ташлап.
Бына дауаханала нисек кенә йөрөтәләр үҙен – Акрамчик! Ә ауылда-а... Ярай, уныhы суҡынып китhен, табиптың hорауына яуап бирергә кәрәк тәhа. Берәй ғиллә яталыр әле унда, ябай ғына күренhә лә.
– Балнисҡа барам инде, духтырға күренергә, хәҙер әбей-hәбей заманалары үтте.
– Шулай шул. Ә эсә башлағас ниңә наркологҡа килмәнең?
– Ыстаҡ, унда бары-ыу... Күҙҙе астырмаҫтар, алкаштан hалдырырҙар. Унан тағы, hеҙҙең hымаҡ духтыр барлығын кем белгән.
– Ә hеҙҙе алкаштан кем hалдыра hуң, бергә эскән әшнәләреңме, әллә hеҙҙең hымаҡтан файҙа күреүселәрме?
Тә-тә-тә-тә-ә... Бына ҡайҙа бора бит hүҙҙе был hарыбаш бисә. Күҙлек аҫтынан hынсыл ҡараш ташлаған күҙҙәрен оторо зәңгәрләтеп, ирендәрен ослайтҡан да яуап көтә. Эх, башҡа ер, башҡа ҡатын булhа белер ине лә бит Әкрәм ни эшләргә кәрәклеген, яуабын да табыр ине. Бында ярамай. Үҙ тиҫтерең генә булhа ла, ул – табип, hине ҡотҡарыусы.
– Һе, дуҫтарың ни, үҙең hымаҡ инде. Ана, Ирек hымаҡ. Улар нишләп көлhөн? Ҡалғандар, тим.
– Тимәк, hеҙҙең бушҡа эшләүегеҙҙән файҙаланып донъя көтөүселәр.
– Шулай булып сығалыр инде... – Әкрәм, бала-саға шикелле, башын түбән эйҙе.
– Шулай булып сыҡмай, ә нәҡ шулай. Уларға hеҙ ошо ҡиәфәттә кәрәк. Моғайын, бер литр самогонға утын ярып бирәhегеҙҙер әле, сиреккә мунса hалаhығыҙҙыр?
– ?.. – Әкрәм башын күтәрҙе лә табиптың күҙҙәренә ҡараны. – Ҡайҙан беләhегеҙ уны? Тик мин ул категорияға инмәйем. Мин – оҫта!
– Һеҙ барығыҙ ҙа оҫта, Акрамчик. Оҫта булмаhағыҙ, hеҙҙе эсермәҫтәр ине. Иң тәү эсергә өйрәтәләр, hуңынан инде биргән аҡсаларын үҙегеҙ ҙә шешәгә тығаhығыҙ, ошондай уҡ кешеләрҙән тауыҡ тиҙәге болғатылған самогон hатып алаhығыҙ. Бар, ошо турала уйлан. Әйткәндәй, ҡатының килгәс тә бында инhен, бәлки, ҡайтарырмын.
– Ни-ни... – Әкрәм үҙ ҡолаҡтарына үҙе ышанмай торҙо. – ҡырҡ, ҡырҡ...
– Һиңә ул саҡлы ятырға кәрәкмәй. Өс улың көтә, ҡатының, – тип теҙеп алып китте табип. – Унан hуң, бала-саға түгелhең дә... Былай дауаланыуың бик яҡшы. Әгәр риза булhаң, венаңа берәй препарат hалырбыҙ. Йә, ярай, бар сыҡ. Иректе саҡыр...
Өс малай үҫеүенә тиклем белеп бөткән! Моғайын, Ирек hайрағандыр әле. Теге көләмәстәгесә. Берәү күрәҙәсе булып йөрөй икән. Бер күршеhенең тормошон икенсеhенән hорай ҙа, тегеңә үткәнен hөйләп бирә, ти. Мыштым ғына йөрөhә лә, Иректең асылы бында – ситтә күренә шул. Йо-оҡ, Ирек әле ауылға ҡайта буламы hуң, ҡырҡ көнөн дә тултырасаҡ. Сестраға сат йәбешкән бит. Бер яҡлап маладис инде. Шәфҡәт туташы ғына түгел, табиптың үҙен дә ауыҙына ҡаратырға күп hорамаҫ хәҙер. Күҙ алдында тел биҫтәhенә әйләнде лә китте. Асылып етмәгән дегәнәк сәскәhенә ҡояш нуры етмәй генә торған тиерhең. Ул атлап йөрөштәрен ҡара әле. Элек араҡыға ебәрhәң дә өс сәғәт йөрөп килә торғайны, бер аҙымын атлағансы, икенсе аяғын эт ашаған бәндә коридор буйлап осоп ҡына йөрөй, термостар тотоп "пищеблок"ка ашарға алырға йүгерә. Харап инде, харап. Ауылдаштар күрhә, билләhи, ышанмаҫтар ине. Маладистан башҡа hүҙ юҡ...
Ирек палатаға инде.
– Әкрәм, әйҙә, әбиткә, бөгөн картуф менән балыҡ бирәләр...
Әкрәм, башын тотто ла, хәҙер-хәҙер, бара тор, тигән ишара яһап, ҡулын һелкте. Ҡолағы сыңланы, мейеһен үтмәҫ бысаҡ менән телгеләнеләрме ни — сыҙаша алманы...
— А-а-а...
— Сестра, сетра, врачты саҡырығыҙ, Әкрәмгә әллә нимә булды-ы...
* *
– Юҡ! Юҡ! – Әкрәм ҡыҙарҙы. Ҡолаҡ остарына тиклем ҡыҙғылт-күк таптар үрмәләне. Күҙ ҡабаҡтары тартышты. Йөҙө йәмhеҙләнеп, ауыҙы салшайҙы. – Юҡ. Юҡ! – Ир ҡулын hелтәне лә, артына әйләнеп, ҡатынына өндәште: – Булдыра алмайым, Гөлкәй, булдыра алмайы-ым!
– Булдыраhың. Ана, килеп сыға. Хәҙер ул тиклем ҡыҙармайhың да, – тип, ҡатыны уны тынысландырҙы, бала-сағаны өгөтләгәндәй нотоҡ уҡырға кереште. – Аңла, hиңә Серега нимә тине, иҫеңә төшөр. Йә, тағы ҡабатлайыҡ.
Әкрәм көҙгөгә ҡараны. Йөҙөн тағы күҙҙән үткәрҙе. Ҡыҙарған, тулҡынланыуҙан күҙ ҡабаҡтарында күҙәнәктәре тартылып-тартылып ҡуя, танауы йыйырыла, ҡолаҡтары яна. Ул маңлайына төшкән сәсен артҡа hыпырҙы ла ҡатынының hорауына яуап бирергә әҙерләнде: төкөрөгөн йотто, тамағын ҡырҙы.
– Йә, ни көтәhең?
Гөлмәрйәм өй ишеген асып япты. Ишек төбөндә тапанды. Һуңынан, Айнурға оҡшатып, hүҙен башланы:
– Ней, ней, гадук, мейес сығарырға ине бит әле. Ней, теге hин киткәндән бирле ҡара мунса инәбеҙ. Шуны бөгөн әтмәләп булмаҫ микән?
– Юҡ. Юҡ! – Әкрәмдең тауышы ишетелер-ишетелмәҫ кенә сыҡты.
– Улай булмай ул, ҡартым, улай булмай. Ышаныслы итеп әйт, ҡаты итеп! Һинең hүҙҙәреңдән hуң ул лып ултырhын, ыҡ-мыҡ итhен. Хаҡын арттырырға тейешhең, ә элеккесә бер шешә сәмәйгә алданырға түгел. Йә, ярай, hин бында рипитисә эшләй тор, мин малдар ҡырына сығып инәйем, – тине лә Гөлмәрйәм, шәлен, фуфайкаhын алды.
Әйтеүе генә анhат, hабаҡташыңдың йомошон кире ҡағып, "юҡ" тиңсе әле. Серегаhын әйтәйем, әллә ҡайҙан мисәтле ҡағыҙ бирҙе, ауылды таш ҡала тиерhең. Һәр береhе таныш, hәр ҡайhыhы ҡоҙа, бар, ҡағыҙҙа яҙылғанса эшеңә хаҡ hорап ҡара.
Әкрәм тағы көҙгө ҡаршыhына баҫты. Үҙе Айнур, Шәрип, башҡа ауылдашы булып hөйләнде лә, үҙе үк көҙгөләге Әкрәмдең күҙҙәренә ҡарап: "Юҡ", – тип ҡырт киҫте.
– Ҡоҙа, – тине ул Шәрипсә, – hин ҡоҙа тейешле кеше кәкже, анау өйҙө эш итеп бөтәйек инде. Теге саҡ ни, ҡатыраҡ бәрелгәнмендер, ғәфү ит. Эскән кеше менән иҫерек кеше бер, тигәндәй, аҙыраҡ йотҡайным шул.
– Йо-оҡ, ҡоҙа. Минең эшем күп, шунан hуң күрше ауылда ла заказдар бар, уларҙан бынау ҡағыҙға яҙылғанса хаҡын алам.
– Һәй, ҡоҙа, миңә ул тиклемгә эшләмәhәң дә була инде, ҡоҙа кеше – үҙ кеше бит. Ҡап яртыhын түләрмен. Ҡана, аҙыраҡ тамаҡ сылатhаң да ярай.
– Юҡ, ярамай, ҡоҙа. Әйттем бит, ваҡыт юҡ. Бына, йышҡы-маҙарҙы барлайым да, күрше ауылға китәм...
Әкрәм көҙгөгә ныҡлап ҡараны. Бәй, йөҙө hис кенә лә ҡыҙармаған, зәңгәр-күк таптар ҙа юҡ, күҙ ҡабаҡтары ла тартышмай. Тимәк, ул өйрәнә башлаған. Инде өсөнсө көн көҙгө алдында хыялланғандар бушҡа китмәгән! Баҡhаң, туранан-тура "юҡ" тип әйтергә кәрәкмәй, инәлтеүе лә етә икән.
Әкрәм, ҡолас ҙурлыҡ суртан тотҡан балыҡсылай шатланып, ойоҡсан ғына аҙбарға йүгерҙе.
– Гөлкәй, Гөлкә-әй!
– Ыстаҡ, нимә булды?
– Өйрәндем, өйрәндем әйтергә! – Ир hикереп-hикереп сәпәкәйләп алды, сүгәләне, бер тубығына, бер күкрәгенә устары менән шап та шоп hуҡты. – Өйрәнде-ем!
Гөлмәрйәмдең дә шатлығы эсенә hыйманы. Эске кейемдән генә тиерлек сыҡҡан ире артынан өйгә табан йүгерҙе. Хәле бөттө. Ах-ух килде. Ситтән ҡарағанда мылтығын ташлап ҡасҡан hунарсыны баҫтырыусы дә-әү айыу hымаҡ күренде ул. Иллә-мәгәр күрше йорттоң тәҙрәhенә ҡапланғандар шулай уйланы. Ҡапҡа асып инеп килеүсе Айнур ҙа телhеҙ ҡалды. "Бөттө баш, Гөлмәрйәм Әкрәмде hуғып үлтерhә, суд юлын тапармын әле, – тип hөйләнә-hөйләнә тышҡы яҡлап ҡапҡаны кире япты. Һуңынан башына башҡа уй килде: "Һабаҡташ тағы ысҡынғандыр, шулай булhа, эх, бер аҡбашҡа мунса мейесен сығартыр инем". Ошо уй уны эскә үтергә әйҙәне. Соланға ингәс, ҡолаҡтарын тырпайтты.
– Юҡ. Йо-оҡ! – Әкрәмдең тауышы гел бер hүҙҙе ҡабатланы.
Моғайын, тәүбәhен әйттерәлер Гөлмәрйәме, тип уйланы Айнур. Әйттерhә лә әйттерер, үгеҙ ҙурлыҡ ҡатын бер алҡымынан алhа, "сәкүшкә" Әкрәм генә түгел, башҡалар ҙа кәзәләй аҡырыр.
– Юҡ! Юҡ!
Айнур өнhөҙ ҡалды. "Соланға тиклем ингәс, сығып китеүе лә әллә нисек, өйгә үтhәң дә hуғыштың тап уртаhында ҡалаhың", – тигән уй бырауланы мейеhен. Бәй, шап та шоп иренең битен сәпәкәйләй түгелме Гөлмәрйәм? Тегенеhе уның hайын тәүбәhен әйтә: "Юҡ! Юҡ!" Хоҙайым, күрәhеләре бар икән Айнурҙың. Эсвидитель итеп суд юлын тапатырҙар әле.
Шул саҡ ишек шар асылып китте. Ни күҙе менән күрhен Айнур, Гөлмәрйәм Әкрәмде өй эсе буйлап өйөрөлтә. Ишеккә лә уның аяғы эләккәндер, Айнурҙың танау төбөнән генә ике-өс тапҡыр үксә-табандары сатай-ботай үтеп китте.
– Ҡhым-ым... Ней, ней...
Дыңҡ. Гөлмәрйәм Әкрәмде иҙәнгә баҫтырҙы. Уңайhыҙ хәлдә ҡалған ир бармаҡтары менән сәсен артҡа тараны. Ауыҙ ситтәрен hөрттө. Гөлмәрйәм иhә ултырғысҡа йәйелде. Үрелеп кенә феләктән сүмесләп hыу алып эсте.
– Бына шулай, Айнур, хәҙер ҡартым эсмәгәс, күтәреп кенә йөрөтәм үҙен, – тине лә ҡатын, ихлас көләп ебәрҙе. – Ха-ха-ха... У-уф, хәлем бөттө. Ҡорhаҡ еппәреп ҡайтҡан, ауыр етмәhә... Әйҙә, үт, Айнур, хәҙер самауырын шыжлатам, пирук бешкән. Сәй эсербеҙ...
– Пируҡ ҡына ашатҡас, ҡорhаҡ китә инде ул, – тигән булды Айнур. Әле күргән-ишеткәндәрҙән hуң Гөлмәрйәмдең йомшарыуы сәйер hымаҡ ине. Әртисләнә беләләр, суҡынсыҡтар, талашҡандарын кешегә сығармайҙар инде йәнәhе, тип уйланы ул. – Мин ни, гадуктың хәлен генә белергә ингәйнем. Бар ауыл шаҡ ҡатып hөйләй, Әкрәм кейенеп-яhанып ҡайтҡан икән, тегеләй ҙә былай...
– Нимә, Айнур, минең иремә кейенергә лә ярамаймы әллә?! – Гөлмәрйәм зәhәр ҡарашы менән инеүсене телде. – Эйе, Өфөнән кейенеп ҡайттыҡ әле. Күтәрә алмағас, Серега машинаhы менән килтереп ҡуйҙы. Хатта мал ҡырына сыға торған фуфайкаларҙы ла, быйма-сүсинкәләрҙе лә яңырттыҡ. Бер генә йәшәйбеҙ бит донъяла-а. Шәмбе көн район үҙәгенә кәнсирт килә, ти, шунда ла барып килербеҙ, тип торабыҙ...
– Шулай инде, шулай. Мин ни, теге хәл белә торғанын да ҡуйынға тығып килгәйнем, – тине лә Айнур, өҫтәлгә шешә ултыртты.
– Уныhын ал, класташ. Берәй эшеңә ярап ҡалыр, ҡунаҡ-фәлән килhә лә, – тип, Әкрәм араҡыны Айнурға hуҙҙы. – Эсмәнек түгел, эстек инде, төбөн ҡоротоп булмай уның... Йә, сисен, сәй эсербеҙ.
Айнур уңайhыҙ хәлдә ҡалды. Әкрәмдең эсеүен ташлауын ишетhә лә, үҙ күҙҙәре менән күрмәгәс, ышанмағайны. "Эш бешмәҫ, ахыры, былай булғас", – тине ул эстән генә.
– Тотмағас ни, hинең менән hөйләшеп тә булмайҙыр, гадук, – тип, ул ишек тотҡаhына үрелде. – Йомош бар ине лә...
– Мунса мейесеме?
– Шул инде, шул. Һаман бер балыҡ башы.
– Гадук, минең заказдар күбәйеп китте бит әле. Күрше ауылдан Сәйфетдин ағай соланына "галанка" сығарып биреүҙе hорағайны. – Әкрәм сервант башынан "тариф"ты алды. – Бына ошоноң буйынса түләйем, ти
Айнур ҡағыҙҙы әйләндергеләне. Уның йөҙө үҙгәрә барҙы. Тамағын ҡырҙы. Күҙҙәрен йомоп торҙо ла, күҙгә генә күренәме тигән шикелле, ҡабат тарифҡа текәлде. Билләhи, Әкрәм күпме йәшәп, кешенең башында бүреге тиктомалдан күтәрелгәнен күргәне юҡ ине – Айнурҙың кәпәсе йәнләнде!
– Ме-мейе-ес... Икмәктеке – шул уҡ хәтле-е, "галландка" – у-ух, тә-әк, ҡара мунса мейесе – ата-аҡ, аҡтыҡы... – Шарҙай асылған күҙҙәр Әкрәмгә төбәлде. Асыҡ ауыҙ эсендә ҡыбырлаған тел өҙөк-өҙөк ауаздар сығарҙы. – Ме-ме-ме... Ҡайҙан, ҡ-ҡай-ҙан килгән хаҡ hуң у-ул?
– Ҡайҙан тип ни, бөтә ерҙә лә шулай. Ана, мисәтен ҡара, – тигән булды Әкрәм, елкәhен ҡашып. – Мин ни, hиңә сығарырға китеп бармайым да, Сәйфетдин ағай ошоға риза булып, шатланып ҡайтып китте, тимәксемен. Гарантия – бер йыл, тип саҡ әйтеп ҡалдым. Бер көндә тамамлағас, эсмәгәс, hәй, был бит сәпсим буш була, тип үрә hикерҙе прәме. Улайhа, ти, өс көн буйы оҫтаны эсерәhең, ашатаhың, hуңынан аҙна буйы баш төҙәттерәhең, унан килеп ярты йылда мейесе емерелеп төшә, ти.
– Ә миңә булhа, hабаҡташ булараҡ, күпмегә сығарырhың икән? Шул элекке хаҡ тип торам инде...
– Юҡ, hабаҡташ. Асыуланhаң асыулан, әйтәм бит, заказдар күп, тип, сығара алмам, ахыры. Һинән тариф менән алыуы уңайhыҙ, литр сәмәй хаҡына ла күп йөрөнөм, – Әкрәм үҙендә көс тойҙо, ышанысы артты.
– Тә-әк. – Айнур уйға ҡалды. – Эсмәйhең – плүс йөҙ hум. Ашамайhың – тағы плүс йөҙ hум. Бер көндә тиhең инде, ибет, уныhы ла плүс... Шулай ҙа күберәк килеп сыға, класташ. Күберәк.
– Асыуланмаhаң, иҫәпләп күрhәтәйемме, Айнур?
– Йә, булаштырып ҡара.
– Мейесеңдең котелын яhар, ҡалай табып, уны йәбештерер өсөн генә лә оҫталар шунса аласаҡ. – Әкрәм бер бармағын бөктө. – Һинең угольниктарың да, башҡа тимер-томороң да юҡ. Уныhы тағы ла. Плүс кирбестән мейес сығарыу. Һыуыҡта! – Оҫта тамам ҡыҙҙы, әйтерhең, элек бушҡа йөрөгәндәренең бар үсен ҡайтара ине ул. – Һин, Айнур, мин белгән класташ, тоғро дуҫ түгелhең инде хәҙер. Һыҡмырлыҡ, hаранлыҡ йоҡҡан үҙеңә. Әгәр шулай булмаhаң, hиңә бушҡа ла эшләп бирер инем. Ләкин hин – хәҙер башҡа. Араҡынан дауаланып була икән, тик ҡомhоҙлоҡтан ғына түгел. Йөҙөңдө йыртҡанға асыуланма, Гөлмәрйәм үҙ кеше, hиңә мин әйтмәhәм башҡа әҙәм өндәшмәҫ. Бар ҡайт, класташ, элек эшләгәндәр өсөн хаҡ hорамайым, минән мейес сығартыр булhаң – тарифтан hис төшәhем юҡ!
Айнур Әкрәмдән ул тиклемен көтмәгәйне. Һинме был, класташ, тигән шикелле, ҡараштарын ҡаршыhында торған йорт хужаhына текләне лә, телен көрмәләндереп, ауыҙ эсенән ниҙер мыңғырланы. Ҡуйынындағы шешәhен алып әйләндергеләне, ҡабат урынына тыҡты. Ул ҡағыҙҙағы тарифты бер Әкрәмгә hондо, бер кире алды, тағы бирҙе. Телен шартлатты. Башын сайҡаны.
– Дә-ә... – тине hуңынан, "ә"гә баҫым яhап. Тамам боҙолғанhың, йәнәhе. – Кеше hүҙенә ышанмағайным, үҙем күргәс, хәҙер инандым инде. Кулак булып, шабашникка әйләнеп ҡайтҡанhың балнистан. Класташ, имеш...
Ишек ябылғас та әле Айнурҙың тауышы оҙаҡ ишетелеп торҙо: "Харап, айныған берәү, ауырығаныңда күпме баш төҙәттерҙем үҙен, әллә миндә Әндрәй ҡаҙнаhы бар тип белә инде..."
Айнурҙың ҡыланышынан мәрәкә табып ултырған Гөлмәрйәм түҙмәне, пырхылдап көлөп ебәрҙе. Һуңынан, ирен ҡосаҡланы ла, уны маҡтарға тотондо:
– Маладис, ҡартым, hөйләшә беләhең. Шул тиклемен дә көтмәгәйнем. Былай булғас, Серега әйтмешләй, бурысты йыл эсендә лә түләй алабыҙ!
Бурыс. Уны уйлау менән Әкрәмдең тәне зымбырлап китә. Әлеге шул Серега инде. Теге саҡ дауаханаға ҡатыны менән икәү килгәйнеләр. Әкрәм ишектән сығыуы булды, иҫе китте – хеҙмәттәше яңы машинала ултыра!
– Ә hин теге анекдотты беләhеңме? – тип, hөйләп тә китте тел биҫтәhе: – Бүре ағас төбөндә ултыра икән. Ас. Ҡорhағы яна. Ҡараhа, ҡуян велосипедта китеп бара. Был ҡылый күҙ ҡайҙан сәпит алған икән, тип аптырай, ти. "Ә мин тартыуҙы ташланым, эсмәйем", – тип яуап биргән ҡуян. Икенсе көндө ҡылый матайҙа елдерә. Бүренең hорауына был тағы ла шулай яуаплай. Өсөнсө көнөндә оҙонғолаҡ – машинала! Бына шулай, дуҫ, эсеүемде ташланым мин, үҙ эшемде астым. Бригада ойоштороп, байҙарға коттедждар төҙөйбөҙ.
Әкрәм көләмәсте мең тапҡыр ишеткәйне. Ошо уҡ Серега ауыҙынан ғына ла йөҙ ҡабат булмаhа, туҡhан туғыҙы барҙыр. Нисә йыл буйы бер үк балыҡ башы, тигәндәй, бар хәбәре лә шымарып бөткән, ятланған.
– Ә ниңә аҙағын hөйләмәйhең? – тигән булды Әкрәм.
– Уныhы кәрәкмәй. Хотя, өйөңә ҡайтҡас, бүре шикелле шешәңде тапшырhа-аң...
Көләмәстең аҙағы шунан ғибәрәт: дүртенсе көнөндә ҡуян машинала китеп барhа, баш осонда ғына ниҙер тырылдай икән; ҡараhа, бүре – вертолетта! "Әй, бүре, ҡайҙан шул тиклем аҡса алдың?" – тип hорауға, тегенеhе: "Шешәләрҙе тапшырҙым", – тигән, имеш.
Серега машинаhын ҡаланан сығыу юлына түгел, киреhенсә, үҙәккә табан борҙо. Күп тә барманылар, улар баҙар ҡаршыhына туҡтаны. Моғайын, Гөлмәрйәм балаларға берәй күстәнәс алып сығалыр, тип уйланы Әкрәм.
– Әйҙә, баҙар гиҙеп киләйек, – тине хеҙмәттәше.
– Ыстаҡ, унда хаҡтар тешләшә бит, – тип ҡарышты Гөлмәрйәм. Шулай ҙа ҡулын пальто эсенә тығып, күкрәк тәңгәленән ниҙер эҙләргә тотондо. Ахыр сиктә, ҡулъяулығын – бәләкәй генә төйөнсәк сығарҙы. Ҡырып-hепереп йыйнаған аҡсаhы ине ул. – Мин балаларға кәнфит апкиләйем, Әкрәм, hин шунда ултырып тор, йәме.
Әкрәм үҙе лә машинанан сыҡмаҫ ине. Ҡала халҡы араhынан эш фуфайкаhы, hырма салбар, ямаулы быйма менән йөрөүе әллә нисек бит. Ҡалай ауырып йығылған, өҫтөндә лә шул кейем, тигәндәй. Гөлмәрйәмен әйтәйем инде, балнистан сыҡҡанда йүнлерәк кейем алып килеп була ине бит. Хәйер, попутка менән килгән шул, унан тағы, тиҙ генә сығарырҙар тип тә уйламағандыр. Серегаға бында килгәс кенә ингән.
– Юҡ, берегеҙ ҙә машинала ҡалмай, өсөбөҙ ҙә киттек, – тип ҡырт киҫте хеҙмәттәше. Әкрәмдең кейеменән уңайhыҙланғанын күргәс, өҫтәп ҡуйҙы: – Служак, эсеүеңде генә ташларға түгел, бөтөнләй имиджыңды үҙгәртергә кәрәк. Кейенмеңде, хатта йөрөшөңдө лә. Шунhыҙ ҡабат элекке хәлеңә ҡайтасаҡhың. Әйҙә, сыҡ машинанан.
Баҙар иҫ китмәле икән хәҙер ул. Аҡсаң булhа, күгәрсен hөтөнә тиклем бар. Әкрәм менән Гөлмәрйәм ауыҙҙарын асып, күҙҙәре күргән хаҡтарҙан ҡоттары алынып йөрөгән арала Серега кибет hайын туҡтай ҙа тегеләрҙе елтерәтеп шунда килтерә.
– Тәк, hылыу, ошо ирҙән бынамын тигән егет яhағыҙ, – тине ул оҙо-он палатка эсенә үткәс. Ә тауары, тауарының иге-сиге юҡ бында!
– Йә, Әкрәм, бире үт.
Әкрәмде әйләндерҙеләр, борғоланылар. Һылыу ҡыҙҙар, Гөлмәрйәм бар тип тә тормай, уның өҫ кейемдәрен hалдырырға тотондо, hырма салбар балаҡтарының ебен hүттеләр, эске күлдәгенә тиклем систереп бөттөләр. Әкрәм өшөнө, туңды. Унан да бигерәк, аҡылына hыймаҫтай был күренештән иҫен йыялмай торҙо. Көҙгө ҡаршыhына килтереп баҫтырғас, йығылып китә яҙҙы. Кем hуң унда? Ул күҙҙәрен сытырлатып йомдо ла, башын hелкеп, ҡабат асты. Көҙгөлә – Әкрәм: башында ҡиммәтле тиренән тегелгән бүрек, өҫтөндә йылы күн куртка, салбар, дөйә йөнөнән бәйләнгән свитер, ҡалын пумазый күлдәк, аяғында – сит илдә тегелгән ботинка!
– Хәҙер, ҡыҙҙар, бынау апайығыҙға куртка ҡарап бирегеҙ, – тине лә Серега, палатканан сығып, бер аҙға ғына юғалып торҙо.
– Ә-әкрәм, ә, Әкрәм, быны нисек түләп бөтөрбөҙ икән? – тип шыбырҙаны ошо арала Гөлмәрйәм.
Ир ҡулдарын йәйҙе, белмәйем, йәнәhе.
Серега инде. Артынан күҙ-баштары күгәргән, шешенеп бөткән, hәләмә генә кейенгән ике ирҙе эйәрткән.
– Ошо кейемдәрҙе алығыҙ, – тине ул, Әкрәмдең иҫке-моҫҡоhона күрhәтеп.
– Ҡ-ҡуй, Серега, эшкә булhа ла ярай у-ул...
– Юҡҡа көйәләнмә, дуҫ, хәҙер уныhына ла алырбыҙ!
Баҙар хәтәр нәмә икән. Әкрәмдең иҫ-аҡылы китте, ул йә hушын йыялмай тик торҙо, йә башы әйләнгән hарыҡтай ары атланы. Яңы өйләнешкән йәштәр hымаҡ, ҡатыны менән етәкләшкәндәр ҙә Серега артынан халыҡ ағымын йырып баралар. Инде сығып китергәлер инде, тип уйлап та өлгөрмәне ир... Ни күрhе-ен, алдында хазина hандығы асылдымы ни, туҡтап ҡалды – оҫта өсөн кәрәк булған барлыҡ эш ҡоралы hаталар!
– Бына нимә, егеттәр, стоянкала фәлән-фәлән номерлы машина тора, шунда балта оҫтаhы, тимерсе, ташсы өсөн кәрәкле бар инструменттарҙы ла илтерhегеҙ, – тип, Серега кеҫәhенән бер ҡап аҡса сығарҙы. – Бынау станок күпме тора? Ярайhы. Лобзик та кәрәк булыр, электр дреле, сварка агрегаты. Әйҙә, иҫәплә...
Өнөмө, төшөмө Әкрәмдең? Машина Өфөнән сыҡҡансы ул өнhөҙ ҡалды. Барлыҡ был ғилләләрҙең үҙе менән булғанлығына ышанмай барҙы.
– Серега, м-мин hиңә быларҙың ҡ-ҡасан түләп бөтөрмөн икән? – тип, саҡ телен әйләндерҙе.
– Эйе шул, Сергей, эйе, – иренең hүҙҙәрен Гөлмәрйәм дә элеп алды. – Өс-дүрт hыйыр hатhаҡ та түләп бөтөрлөк түгел бит...
– Ҡайғырма дуҫ. Түләмәhәң дә ярай. Мин, Әкрәм, hинең алдыңда мәңге бурыслы.
– Бурыслы? Тораhың да шулай тиhең, ниндәй бурыс, ти ул, – Әкрәмдең йөҙөнә асыуланыу ғәләмәттәре бәреп сыҡты. Ярhыны. – Әгәр ҙә hин шуның өсөн мине кейендергәнhең икән, Серега, ҡайтҡас та сисеп ҡулыңа тотторам, инструменттарҙы ла алып китерhең!
– Ҡыҙма, дуҫ, уның өсөн түгел. Әйтәм бит, hиңә яңы тормош башларға кәрәк, бөтөнләй бүтән кеше булып. Ә бурысҡа килгәндә, теләhәң hин уны биш-алты айҙа ла түләй алаhың, ләкин миңә бер-ике йылдан hуң бирhәң дә була.
Гөлмәрйәм иренең ҡолағына шыбырланы: "Ниңә ул hиңә ғүмере буйы бурыслы, Әкрәм?" Тегенеhе ҡулын ғына hелтәне. Юҡ менән баш ҡатырма, йәнәhе.
... Әкрәм хеҙмәт иткән мотоуҡсылар батальоны ул саҡта учениеға сыҡты. Казармаларҙа икешәр генә кеше ҡалды. Fәҙәттә, береhе уның каптеркасы. Һалдаттарҙың кейем-hалымын, машиналарҙың запас частарын, аҙыҡ-түлек – сухпайҙы, башҡа кәрәк-яраҡты hаҡлап тороусы кеше. Унда теләhә кемде ҡуймайҙар. Юҡҡа ғына каптерканы – ошо әйберҙәр hаҡланған бүлмәне – "хазиналар утрауы" тимәйҙәр бит. Өсөнсө ротаның каптерщигы Серега ине. Каптерка подвалда урынлашҡан, казарма – өсөнсө ҡатта. Учениеға сыҡҡан саҡта ротала бер "молодой"ҙы ҡалдыралар – ул кәрәк-ярағын hаҡлай, тумбаларҙағы әйберҙәрҙе, ҡыҫҡаhы, казарманы тәртиптә тота.
Шундай бер мәлдә Әкрәм учениенан ҡайтып төштө. Батальондан бер hалдат ҡулын hындырҙы ла санчасҡа алып килделәр. Ошо уңай менән егет часҡа ла hуғылырға булды. Казармаға инде. "Молодой" йоҡо hимертә. Шешенеп бөткән йөҙө, ҡыҫыла биргән күҙе шундуҡ асылды – астың асыуы яман, тигән шикелле, өшөп-туңып учениенан ҡайтыусы уның яңаҡ тирәhенә ҡундырҙы.
– Ничего себе, "зеленый" йоҡо hимертә, ә мин – учениела, – тип екерҙе Әкрәм. – Ҡайҙа Серега?
– К-кап-теркала. Мин уны тыштан бикләп ҡуйҙым. Улар яҡташтары менән байрам итә, – "зеленый" тотлоҡто. Пилоткаhын рәтләне, яға элмәген эләктерҙе, ҡайышын ҡыҫып быуҙы. – Ул таңға тиклем бер кемгә лә асырға ҡушманы.
– Астырмам мин hине, инәңде йыҡҡыры, киттек тиҙ генә!
– Ү-үлтерәсәк ул мине...
– Марш, алдан төш!
Подвал эсенә еңелсә төтөн таралған. Резина еҫе килә, картуфтыҡы танауҙы ҡытыҡларға тейеш бит, тип уйланы Әкрәм.
– Йәhәтерәк ас!
Йоҙаҡ шағыр-шоғор килде. Келә төштө. Ишекте асып ебәреүе булды, тыштағыларҙың иҫе китте: каптерка эсе ҡап-ҡара төтөн, тын алырлыҡ түгел.
– Се-ре-га! Һ-hин ҡайҙа, Серега?!
Тауыш-тын сыҡманы. Әкрәм иҙәнгә ятты ла эскә табан шыуышты. Һәрмәнеп барып, кемдеңдер башын тотто.
– Йә, ни ҡарап тораhың, шыуыш бында , – тип аҡырҙы ул "молодой"ға. Тонсоҡто. Төтөн үпкәгә тула, тын алғыhыҙ. – Тарт, тим бит, тарт!
Берәүҙе hөйрәп сығарҙылар. Тик ул Сергей түгел ине. Әкрәм ҡабат эскә шыуышты. Баяғы ерҙә генә тағы бер кәүҙә тапты. Уныhы ла дуҫы түгел.
– Бар, тиҙ генә сепрәк еүешләп сығар, – тип аҡырҙы ул бар көсөнә.
– Ниндәй сепрәк?
– Просты-ня, просты-ня, аңра!
Әкрәм буш сыҡты. Сергей юҡ. Еүеш простыняны башына ураны ла тағы эскә үтте. Һәрмәнде. Һис кемде табырлыҡ түгел – төтөн. Өмөтөн өҙөп инде сығырға ыңғайлағанда, мөйөштә генә кемдеңдер сүгәләп ултырыуын шәйләне. Серега! Дуҫы быуынhыҙ ине. Әкрәм уны hөйрәп сығарҙы.
– Бар, санчасҡа шылтырат, тиҙ генә килеп етhендәр!
– Ы-ы... Эйе, мин хәҙер, хәҙер... Иптәш сержант, ней, мине ултыртырҙар микән, ә?
– Марш! Йүгер тиҙерәк, маңҡа!
Әкрәм был өсәүҙең hәр береhен hелкеткеләне ауыҙҙарын ҡайырып, тын юлын ҡаплаған телдәрен ипләне. Шул арала төтөнгә тонсоғоп торған ут ялҡыны тышҡа бәреп сыҡты. Сержант, янғын hүндереү щитогынан огнетушителде эләктереп, эскә үтте. Күп тә үтмәй, урам яҡлап сирена тауышы ишетелде...
Бына шуны онотмай Серега. Әйтерhең, уны hыуға батып барған еренән ҡотҡарған да, пуля аҫтынан алып сыҡҡан. Барыhы ла осраҡлы булды. Бер ниндәй ҙә батырлыҡ юҡ бында. Серегалар картуф ҡыҙҙырырға була электр плитәhе ҡуйған да, йәшереп кенә алып ингән шайтан hыуын тәмләп, яҡташтар менән хәбәр hатҡан. Улары урам аша ғына торған күрше частан – стройбаттан. Яйын табып, бында ысҡынғандар. Серега каптеркаhын ҡара изоляция полиэтилены менән икегә бүлгәйне – шаршау урынына. Ана шул плиткәгә эләгеп торған да – гөжт! Күҙ асып йомғансы ут ялмаған...
Осраҡлы ғына хәл, ә өс кеше шытып ята ине, тип уйланы Әкрәм. Ә шул саҡта теге ҡулы hынған hалдатты бүтән шофер алып ҡайтhа? Уф, уйлауы ҡурҡыныс, Хоҙай hаҡлағандыр инде...
– Ниндәй уйға сумдың, ҡартым? – Гөлмәрйәм ирен кинәнеп, күңеле булғансы ҡосто. – Дауай, икәүҙән-икәү генә сәй эсеп алайыҡ та эш ҡарарбыҙ. Хәҙер малайҙар ҡайтып керер. Һин дә оҫтаханаңды көйләп бөт. Былай булғас, заказдар баштан ашыр. Тик hин генә ыштанhыҙ булма.
– Булырhың ыштанhыҙ, Серега муйындан бурысҡа батырып китте, – тине лә Әкрәм, алдына хеҙмәт хаҡтары яҙылған тарифты алып ултырҙы. – Бурыслы үлмәй ул, ғүмере бөткән фанилыҡтан китә, тиҙәр бит, Гөлкәй, ҡарап-ҡарап торам да, был ғына бурыс нимә инде ул йыл эсендә?
– Шулай шул. Хәҙер hинең бөтә төр ҡоралың бар. Әйҙә, шыжлат та выжлат. Малайҙарыңды өйрәт.
– Бына ҡара, бер тәҙрә рамы ғына ла бит күпме тора, яңаҡ hуғы-ыу... Ай-hай, ул тиклемен түләрҙәр микән? – Оҫта hәр эштең хаҡын ҡарап, башын сайҡап торҙо ла үҙен-үҙе тынысландырып, былай тип өҫтәне: – Түләрҙәр, мин бит кеше таламайым, ибет Гөлкәй, ә эшләгәнемде алам. Хәләл көсөмдөң, күҙ нурымдың, ваҡытымдың хаҡын. Ә ваҡыт нимә ул? Аллаhы Тәғәлә миңә биргән ғүмеремдең бер өлөшө. Ошо өлөш бит hис ҡасан да кире ҡайтмай.
Гөлмәрйәм иренең аҡылына иҫе китеп ултырҙы. "Ана бит минең йәнкиҫәккәйем, үҙе бәләкәй генә булhа ла башы ҡалай йоморо. Әҙәм уйламаҫ нәмәләр тураhында фекер йөрөтә", – тип уйланы ҡатын.
* *
Мунсаның стена-түбәләрен әйләнеп, иҙәндәренә тиклем ҡайнар тыны менән өтөп сыҡҡан пар саҡ ишекте бәреп асманы. Ләүкәлә ултырған ир миндеген таж да тож килгән таш өҫтөндә уйнатҡыланы ла йомшарған япраҡтарҙы яйлап ҡына тәненә тейгеҙҙе. Һуңынан инде хәрәкәтен йышайта барып, ошо тәндән үсен алырға кереште — миндек шап-шоп килде. Рр-әххә-әт... Яҙ, йәй һулышына һуғарылған пар, барыр урын таба алмайынса, әле стеналарға бәрелеп һуғылды, әле килеп үҙенән һис ҡурҡырға уйламаған ирҙе ҡуйынына ҡосто.
Әкрәм аҙ ғына тынған арала әрһеҙләнеп таштан бәргән парҙы һуланы. Ярыштарҙа сабып килгән ярһыу аттыҡы һымаҡ бар тәненән шыбырлап тир аҡты. Унан әллә ниндәй уҡшытҡыс иҫ килә ине: айҙар, улай ғына ла түгел, йылдар буйы эсеп ысҡынғандан һуң ҡан күҙәнәктәрен ағыулаған иблис менән шайтан ҡоҫҡолоғомо ул, әллә уларҙы ир тәненән ҡыуып сығарырға аҙапланған дауахана системаһыныҡымы — белмәҫһең. "Әйҙә сығығыҙ, минең тәнемдә һеҙгә урын юҡ", — тип үрһәләнә ине ирҙең йәне, йөрәген дөп тә дөп килтереп.
Әкрәм тағы бер тапҡыр миндеген таш өҫтөндә тотоп үҙен "туҡманы" ла, соланға сығып, эскәмйәгә һуҙылды. Быуынһыҙ тәнен земберләтеп күҙәнәктәре этешә-төртөшә әле аяҡ осона табан йүгереште, әле кирегә. А-ах! Әйтеп аңлаталмаҫлыҡ, һөйләүгә һүҙ тапмаҫлыҡ был тойғо-кисерештәр тик хистәре шартларҙай сиккә етеп ташҡан мөхәббәтлеләрҙә генә булалыр ул...
Һа-ай... Ошондай интектергес тә, тәнде иркәләп илерткес тә тойғоларҙы һаҫыҡ самогон, техник спирттағы әллә нәмәләр ҡушылған яһалма хәмер шауҡымы йүгерткән ытырғаныс кисерештәргә алыштырсы әле?! Ошоларҙан, ҡатыны наҙынан, сабыйҙарының шат тауыштарынан, әсәһенең өмөт осҡондары уйнаған ҡараштарынан мәхрүм булсы инде.
Мунса соланының һалҡынлығы ирҙең тәнендә бәпкә йөндәрен сығарған һайын, зиһене лә фанилыҡҡа ҡайта барҙы, тәне еңелсә ҡалтыранып ҡуйҙы. Ул тороп солан мейесенә утын өҫтәне лә, төнөн өшөп уянған бәндә өҫтөнә юрғанын тартҡан шикелле, тағы мунса эсенә — эҫе пар ҡуйынына сумды. Был юлы сабынманы ул. Тик мәтрүшкә ҡушып бәйләнгән йәш ҡайын миндеген таш өҫтөндә генә бер аҙ тотто. Хуш еҫле парлы һауаны һулап, оҙаҡ ултырҙы Әкрәм. Киләсәк тураһында, артабан нисек йәшәргә кәрәклеге хаҡында уйланды, үткәнен, бигерәк тә эсеп үткәргән көндәрен иҫләп йәнен үртәне. Артабан нисек йәшәргә? Кеше күҙенә күренеп, дауалаусы табибы әйтмешләй, реабилитация ваҡытын ҡайһылай үтергә? Һай-ай... Бигерәк хәшәрәт һаҙлыҡҡа төшөлгән булған икән. Тик улар эскән саҡта ғына күренмәйҙәр. Әле, шайтан һыҡраһының һуңғы тамсыларын тәненән тир менән сығарған һайын уларҙың урынын айыҡ күҙәнәктәр ала барғанда, барыһы ла аңлашыла һымаҡ, тормошҡа ла башҡа күҙлектән ҡарайһың.
"Нисек туңып үлеп ятмағанмын да, нисек ғәрип-ғөрәбә ҡалмағанмын? Ә бит бының һәр көндө булыуы мөмкин ине. Хатта һалҡын көндөң бер сәғәте еткерә. Ана, күрше ауыл Фатима апайҙы ғына ал. Һуңғы арала төшөрөргә һабышып киткән был апай, самогон алырға тип сығып, өй аша ғына торған йорт ҡапҡаһы алдында сүгәләп ултырған. Ойоп киткән дә бисара, үҙен усаҡ эргәһендә һымаҡ хис итептер инде, өҫтөндәге фуфайкаһын ғына түгел, эске күлдәгенә тиклем сисеп бөткән..."
Әкрәм үҙе һуң ниндәй генә көндәргә төшмәне. Үткән яҙҙы булған хәлде иҫләһә, тәне әле лә зымбырлап китә. Ул саҡта ла сираттағы ҡалымда нығыраҡ һуҡҡайны. Иҫерә башлағанын тойғас, ҡайтыу яғына табан ыңғайланы. Араҡы шауҡымы мейеһен тамам тауыҡтыҡына әйләндереп шыйыҡланымы, ҡорһаҡта көрәшкән әсегән бал менән суррогат араҡы бәләһеме — Әкрәмдең аяҡтары тыңлашмай. Әйтерһең, улар кәүҙәнән айырылғандар ҙа айырым атлайҙар. Ҡулдар ҙа сатай-ботай һелкенеп китә, эйелергә теләмәгән баш та күкрәк тәңгәленә һәленеп төшә, әле ҡайырылып, артҡа ташлана. Ҡалғанын хәтерләмәй — тыҡрыҡ эсендә ауған. Ҡулында бейәләйе, башында бүреге юҡ. Күпме ятҡандыр ул, ҡолаҡ тәңгәлендә нимәлер шыңшығанына, сыйнағанына уянып китте. Күҙҙәре асылды, тик тиҙ генә аңына килә алманы. Әйтерһең, йоҡлаған саҡта бер аҙға тәненән айырылған йәне һыуыҡ, өшөп дерелдәгән тәненә кире ингеһе килмәй ине. Ә баяғы тауыш һаман тынмай. Шул ваҡыт саҡ мейе һырҙарына айыҡ уй үрмәләне: "өйгә ҡайтып етә алмайынса ауғанмын бит". Торорға аҙапланды. Тик булдыра алманы. Ҡулдар ҙа тыңлашманы. Фуфайкаһы ла көндөҙ иретеп, кисенә туңдырған ергә һеңешкән. Әкрәм бер туҡтауһыҙ ҡалтыранды. Өшөнө. Тора-бара тамам айнығандай булды. Нисек тә торорға, ҡайтып йығылырға кәрәк, тигән уй мейеһен телгеләне. Ул тирә-яғын һәрмәргә кереште. Өшөгән ҡулдары ниндәйҙер йомшаҡ нәмәне һәрмәп тапты. Бүреге икән. Ә быныһы нимә? Атаҡ, үҙе йылы, ҡуҙғала. Шул саҡ ҡына ир эргәһендә эте торғанын аңланы. Бахырың, хужаһын йәлләп сыйнап сыйнай. Еңелсә өрә-өрә лә олоп ала. "Эт олоһа яҡшыға түгел инде ул, — тип ҡуя Әкрәм, — үлемем ошомо икән ни?"
Ҡулдарын саҡ ҡуҙғатып, таянырға тырышты. Бер, ике, өс... Ы-ыһһ... Башын күтәрерлек хәлгә еткәс, фуфайкаһын урынында уҡ систе. Уныһын боҙҙан тартып алырлыҡ хәле булмағас, ауа-түнә ҡайтыр яҡҡа һәлпәңләне. Ләкин оҙаҡ атлай алманы. Тағы ҡарлы-боҙло, лысҡылдап ятҡан күләүеккә ауҙы. Тороп китергә аҙапланды. Аяғы тайҙы, тамам хәле бөттө. Шул саҡ күҙенә килгән ике шәүлә күренде. Ҡатыны менән өклән улы икән.
— Уф-ф, Әкрәм, үләһең бит, — тип, Гөлмәрйәм башындағы шәлен систе лә, бала-сағаны урағандай, иренең башын, кәүҙәһен сорнаны. — Ярай әле Һарыбай булды, уның тауышына килдек. Йөрөмәгән ер, эҙләмәгән урын ҡалманы. Әйҙә, тиҙерәк, мунса яҡҡайным, йылынырһың. Уф, ҡасан ташларһың инде был эсеүеңде-е?
— Әт-тәү, ныҡ өшөнөңмө? — Икенсе яғынан ҡултыҡлаған улы атаһының туңған ҡулын үҙенең кескәй генә устарына һалып йылытырға аҙапланды. — Хәҙер, мунса йылы ул...
— Ы-ы... Эйе, эйе... — Дер ҡалтыраған Әкрәм өҙөк-өҙөк ауаздар менән сикләнде. Еүеш, боҙ ҡатҡан салбары уға атларға ҡамасаулай, тәнен оторо ҡалтырата ине. — Фуфай-кааа...
– Ярар, ҡасмаҫ, иртән барып алырмын. Башың иҫән булһа — мал табыла ул... — Гөлмәрйәм ирен ашыҡтырҙы. — Йәһәтерәк атла, үләһең бит...
Мунса. Әле хуш еҫле парҙы һулап, туғарылған эш атылай бар тәнен тағатып ултырған ошо мунсаға алып инеп, Гөлмәрйәм уның арҡаһын бал менән ышҡыны, стаканын тултырып араҡыһын ҡойоп бирҙе лә, тағы бал менән бар тәнен ыуҙы. Тик пар һалманы, ҡапыл эҫе ярамай, тине. Һуңынан өйгә алып ҡайтып, ике ҡат юрған аҫтына һалып ҡуйҙы. Ошо төндө Әкрәм башҡаса эсмәҫкә һүҙ бирҙе, сираттағы антын — туҡран тәүбәһен әйтте. Туҡран да бит көнө буйы ағасты туҡылдатҡас — башы ауыртҡанда башҡа туҡылдатмаҫҡа һүҙ бирә, ти. Иртәгәһенә антын онота ла тағы туҡылдатырға тотона. Әкрәм менән дә шулай булды. Ҡатыны мунсала әүеш-тәүеш итеп, үҙе белгәнсә дауалағандан һуң тәүбәһен әйтте лә, күп тә тормай, тағы ҡулына рюмка алды... Һуңынан тағы ошондай уҡ хәлдәр ҡабатланды. Һыуыҡ алдырҙы. Дауаханала ятты. Рюмкаға үрелде...
Әкрәмдең мунсанан ҡайтыуын барыһы ла дүрт күҙ менән көтә ине. Аталарының айныҡ булыуына һөйөнәшкән, һағынышҡан сабыйҙары: "Еңел пар менән, атай!" — тип үрле-ҡырлы һикереште. Ҡатыны уның ҡулынан еүешләнгән таҫтамалын алып, ҡороһон тотторҙо. "Әйҙә, баллап мәтрүшкә сәй эсеп ал, – тине лә, өҫтәлгә сынаяҡтар теҙҙе. Ҡапҡасы ситенән боҫ сығып торған кәстрүлен ултыртты. — Картуф та беште. Килегеҙ, күмәкләп ашап алайыҡ".
Боҫҡа ҡушылып, картуф еҫе өй эсенә таралды. Уға ҡарап торған унлаған күҙҙә кинәнес осҡондары уйнаны, танау эсен ҡытыҡлаған мөғжизә урттарҙы тартыштырҙы.
— Тә-әк, — тине ғаилә башлығы, — бөгөн йоморолай картуф ашайбыҙ. Картуф ашаған ҙу-ур үҫә ул. Әйҙәгеҙ, тотоноғоҙ. Ана, киҫәкләп ит тә һоғоноғоҙ. Һоғонған майлы ит көслө итә, боронғо батырҙар шулай ашаған.
Әсәләре айырым туҫтаҡҡа өйөп ҡуйған ризыҡҡа табан өс сабый ҡулы һуҙылды. Эҫе картуфтар кескәй устарҙа һикереште, киҫәктәре ауыҙ эстәрендә әйләнгеләне.
— Өф... Өф-ф...
— Ипләп, ипләп ашағыҙ, ҡайҙа ҡабаланаһығыҙ? — Әсәнең наҙлап иҫкәрткән тауышы сабыйҙарҙың ҡыланышын туҡтата алманы.
— Әттә, ә, әттә, картуф үҫтерә ул, тиһең дә, көн дә, көн дә ашайбыҙ, ниңә һаман шул килеш торабыҙ һуң? — тип һалды алты йәшлек Руслан. — Итен дә ҡорһаҡ тулғансы ашайбыҙ, барыбер үҫмәйбеҙ.
Әкрәм сәсәне. Сәйнәй генә башлаған аҙығын йота алмай аҙапланды.
— Ы-ы-ы... Ней, ней...
— Ул бит һиҙҙермәй генә үҫтерә, улым, яйлап ҡына.
Ярай әле Гөлмәрйәм ярҙамға килде. Юғиһә, ни тип яуап бирергә лә белмәҫһең. Ләкин Руслан да тиҙ генә бирешергә теләмәне.
– Ә Азамат: "Банан, өрөк, йөҙөм үҫтерә, шоколад үҫтерә", — ти.
Азамат — күрше малайы, йәштәштәр. Бергә уйнап йөрөйҙәр. Суҡынсыҡ, муттың балаһы ла мут инде, тип уйланы Әкрәм, атаһына оҡшап маҡтансыҡ етмәһә. Ни алып бирәләр, йүгереп инә лә: "Минең атайым ошоно алып ҡайтты, тегене алып бирҙе", — ти.
Анау телевизоры ла боҙа балаларҙы. Төрлө реклама күрһәткән булалар ҙа, әйҙә башлана бында тегене-быны таптырыу. Өс малай бит әле, төпсөгө Алмазына тиклем кәнфиттәрҙең исемен тәтелдәй. Ахыры заман балаларылыр инде, ҡайҙа Әкрәмдәр үҫкәндә "чупа-чупс", "сникерстар"?! "Карамель" менән "кис-кис" булһа шатлыҡ инде ул. Һаман хәтерендә әле, ҡағыҙҙары ирисҡа йәбешеп, һеңеп бөтә, ә һин һаман һурырға тырышаһың. Ауыҙыңа ҡабып ҡағыҙын ебетәһең дә аҫтына тупраҡ тулып бөткән тырнаҡтарың менән генә ҡыраһың. Аҙаҡ — тағы ауыҙға. Бысраҡтан сирләмәгәндәр ҙә, эстәре лә китмәгән. Хәҙер генә ул серәкәй тешләһә лә прививка һалдыралар, әллә ниндәй исемле һабын менән ҡулдарын йыуалар. Бала саҡта ни, ҡулыңды ышаныңа йә булмаһа күлдәгеңә һөртәһең дә, йүгереп инеп, дә-әү икмәк киҫәгенә тәүҙә сәй тамыҙаһың, унан писук һалып һылайһың, һуңынан тағы — выжт, урам буйына.
— Ишеттеңме, Әкрәм, төпсөгөң нимә ти? — Гөлмәрйәмдең тауышы ирҙе уйҙарынан арындырҙы.
— Ы-ы... Нимә, улым, әттәгә тағы әйт әле, ишетмәй ҡалдым.
— Сула-ай супа-супс апҡайт, әттә, — Алмаз ике ҡулындағы бармаҡтарын тармаҡландырҙы. – Сикалат та апҡайт, бына сулай, — кескәй ҡулдар тағы өҫкә күтәрелде.
Әкрәмдең йөрәге дарҫлап типте, тамағы кипте. Бар, аңлатып ҡара ошо сабыйға Азаматтың атаһының алып һатарлыҡта йөрөгәнен дә, һиңә колхоздың эш хаҡы түләй алмағанын. Ярай әле кешеләрҙең йомошо төшкөләй. Ни анау Сереганың тарифы эште боҙа яҙҙы. Байтаҡ әҙәмде өркөттө. Һәй, өркөтһә тағы, гелән бушҡа ла йөрөп булмай. Оҫтаханаһын эшләп бөтһә бары ла яйланыр әле.
— Бала саҡта картуф, ит менән генә булмай шул, — Гөлмәрйәм үҙ алдына һөйләнгән булып, ҡашығаяҡ ҡыштырҙатыуын белде. Һуңынан балаларына өндәште: — Атайығыҙ тәм-том ташыр әле. Бына эштәр генә көйләнһен.
— Ы-ы... Эйе, балаҡайҙарым, барыһын да апҡайтырмын, тик һеҙ ҙә мине тыңлағыҙ: ярҙамсы булып үҫер өсөн ит менән картуф ашағыҙ. Ә чупа-чупстар теште генә серетә ул... — Әкрәмдең күңеле йомшарҙы. — Бына иртәгә мин председатель бабайға барып эш хаҡын һорайым да... Гөлкәй, моғайын балнисҡа тиклем ферма йүнәткән өсөн аҡса яҙғандарҙыр, правлениеға барып киләйем. Ҡарауылсы йортоноң да иҙән-түбәһен яңыртҡайным, башҡа шундай эштәргә лә йөрөштөрҙөм.
— Белмәйем инде, кем һиңә наряд яҙған тиһең. Яҙһалар ҙа һаламына, игененә тотоп ҡалалар, — Гөлмәрйәм төшөнкөлөккә бирелде. — Йәй буйы сөгөлдөр утап, күпме генә писук бирҙеләр, уныһын да баҙар хаҡы менән. Бурысҡа йөрөйбөҙ инде шунда көн үткәреп. Ярай әле мал-тыуар бар ҙа, һин тик тормайһың. Унда ла...
Гөлмәрйәм тыйылып ҡалды. "Эскән сағыңда бер яртыға алданып йөрөй инең", тип әйтмәксе ине ул. Тик Әкрәмде дауалаусы табиптың һүҙҙәре ҡылт итеп иҫенә төштө. "Иреңдең элекке эскәнлеген иҫенә төшөрмә, уның менән битәрләмә. Кәмселектәренә ҡарағанда яҡшы яҡтарын йышыраҡ телгә ал. Үҙеңде иреңә ҡарағанда көсһөҙ, ҡатындарса наҙлы, иркә итеп күрһәт, ул үҙен көслө ир, ғаиләнең ныҡлы терәге итеп тойһон. Ышан уға, шул сағында ғына һауығыр. Эскелекте ауырыу итеп ҡабул итер. Ә битәрләй башлаһа-аң... Ҡыҫҡаһы, аңлағанһыңдыр", — тигәйне ул.
— Ярай әле, ҡартым, һинең ҡулдарың алтын. Белеп кейәүгә сыҡтым бит мин һиңә, белеп! — тип теҙеп алып китте Гөлмәрйәм. — Нисауа, һаулыҡ булһын. Һинең тырышлығың, башың эшләүе арҡаһында нисегерәк йәшәп китербеҙ әле. Бына күрерһең!
Ишек шаҡынылар. Уның артынса уҡ бригадир Шәриптең башы күренде.
— Ыһ-һым, мөмкинме икән?
— Әйҙә, үт түрә, түрҙән уҙ, — тине Әкрәм, "түрә" һүҙенә баҫым яһап. Элегерәк булһа, "ҡоҙа"нан һалдырыр ине лә, теге саҡта үҙен ҡыуып сығарғанын иҫләне. Юҡ, кенә ҡыумай ине ул. Тик күңеле һыуынғайны Шәрипкә ҡарата.
— Ярай, үтеп тормайым. Келәткә ашлама ҡайтты, тиҙ генә кейен дә — бушатырға. Иртәгә тағы бер машина килтерергә тейештәр.
— Иртәгә хужаға барырға тора инем бит әле.
— Ул өйҙә булмай, районда — семинар. Дауай, кейен дә киттек. Һеҙҙе берәмләп йыймаһаң булмай, Илдусы хәҙер эре бәрәңге ашаған. Мин колхозсы түгел, тип кенә ебәрә. Харап, айныған берәү! Һарыҡ Шәрифе запойҙа, ҡылый үгеҙе тағы ҡайҙалыр олаҡҡан. Ирек хәҙер кеше танымай... Аптыраған, миңә кәрәктер ул колхоз?! Дауай, йәһәтерәк, көтөп торам.
— Һуң, мунсанан ғына сыҡтым бит...
— Уныһы мине не волнует. Кейен дә — йүгер келәткә!
Әкрәмгә бригадирҙың ҡыланышы, балалары, ҡатыны алдында малай-шалай менән һөйләшкәндәге һымаҡ бойороҡ тауышы оҡшаманы, үҙенең ҡыҙа барғанын тойҙо. Әйтерһең, балаларын ҡурсаларға әҙерләнгән йыртҡыс ҡаны тәненең һәр күҙәнәген тултырҙы.
— Мин элек эшләгәндәр өсөн эш хаҡын алмайынса тороп, бер ҡайҙа ла бармайым!
— Ыстаҡ, ыстаҡ, нишләүең ул һинең? — бригадир тамам аптыраны. — Тиҙ генә бул, тим! Юғиһә... Былай ҙа шабашканан бушамайһың, мин һине уңлы-һуллы йөрөтөрмөн әле. Харап, айныған берәү, эш хаҡы, имеш! Ҡалымыңды туҡтатырмын мин. Налоговыйға шылтыратып иманыңды уҡыттырырмын, станоктарыңды алдыртырмын!
— Әйҙә, сығайыҡ әле, ҡустым!
"Ҡустым" тип өндәшеүе тамам ҡыҙыуы ине йорт хужаһының. Шәрип унан бер йәшкә генә кесерәк. Бригадир итеп ҡуйғас, ул үҙен бар колхозсынан да ҙурыраҡ тоя башланы.
Сыҡтылар. Ошоно ғына көткәндәй, Әкрәм уның боғаҙынан алды.
— Һин ним-мә, балалар, ҡатын алдында?! Ҡалымға килгәндә, өйөңдө бушҡа кем эшләгәнен оноттоңмо? — Зәһәр ыҫылданы ул: тештәре шығырҙаны, атылып сығырҙай булған күҙҙәре Шәриптең йәнен табанына төшөрҙө. — Хәҙер үк үксәңде ялтырат, башҡаса инеп йөрөйһө булма. Минең өй кантур түгел!
— М-и-мин төнө буйы үҙем бушатайыммы ни ул "КамАЗ"дарҙы? Әйҙә, ярты ултыртырмын, берәр эшеңә булһа ла ярап ҡалыр...
— Теләһә кем менән бушат, ә шешәңде артыңа тыҡ, йәме. Күп алдаттығыҙ инде һаҫыҡ шыйыҡсағыҙ менән. Хәҙер — вон, ҡапҡаны теге яғынан яп!
Бригадирҙы елтерәтеп сығарып ебәргәс кенә Әкрәм өй ишегенең ҡыҫылып ҡалыуын, унан ҡыҙыҡһыныусан күҙҙәрҙең йылтырауын шәйләне. Аталарының үҙҙәренә табан боролоуын күргәс, улар юғалды ла артынса уҡ шат тауыштар яңғыраны:
— Әннә, әннәү, беҙҙең әттә вәт көслө!
— Көс-лө, көслө!
— Мин әттә кеүек булам...
Әкрәм стенаға һөйәлде, күҙҙәренә йәш тығылды. Рәхәт ине уға был минутта, әйтеп аңлаталмаҫлыҡ рәхәт ине.
— Әннәү, әттә теге ағайҙы бына сулай тотоп түтенә типте... Әннәү...
— Шулай шул, һеҙҙең атайығыҙ иң көслө кеше!
— Ән-нәү, ул бәләкәй сағында кү-үп иттереп картуф ашағанмы?
— Эйе, күп иттереп ит, картуф ашаған.
Өй ишеге асылды. Унан бер-бер артлы өс баш күренде.
— Әттәү, әйҙә ин, картуф һыуына бит, — тип Руслан атаһының еңенән тартты. — Әттәү, Азамат дөрөҫ әйтмәй, шоколад үҫтермәй ибет, картуф үҫтерә, ит көслө иттерә ибет.
— Эйе, улым, эйе...
Әкрәм өндәшмәй генә ашаны. Балалары күгәрсендәй гөрләһә лә, уларҙы ишетмәне ул. Гөлмәрйәмдең иренең кәйефе төшөүен, уйға бирелеүен яңыраҡ булған хәлгә юраны.
— Күңелеңә яҡын алма, — тине ул, тынысландырырға тырышып. Һуңынан, юҡты бар итеп, хахылдап алды. — Ха-ха-хи-хи... Билләһи, үҙем сығарып осора инем, саҡ түҙеп ултырҙым. Ә һин уны, һай, ҡалай елтерәттең, табаны ғына ялтырап ҡалды.
Барыһы ла ихлас көлдө. Әкрәм йылмайғандай итте.
— Йо-оҡ, уның ҡайғыһы түгел әле. Башҡа нәмә тураһында уйлап ултырам, — ир өҫтәл артынан торҙо. Ишекле-түрле йөрөнө. — Беләһеңме, Гөлкәй, ә бит Шәрип налоговый хаҡында юҡҡа ләпелдәмәй!
— Атаҡ, шунан ҡурҡтыңмы?
— Ю-уҡсы. Нишләп ҡурҡайым ти мин? Бик яҡшы уй әйтте, тимәксемен. Ниңә беҙгә эшебеҙҙе рәсмиләштереп, үҙ хужалығыбыҙҙы ойоштормаҫҡа? Һалымы ла түләнә, эше лә бара, калхузына ла, суртына ла баш эймәйһең!
— Әйтеүе генә анһат...
— Ниңә, Илдус менән Сәлиханың беҙҙән ҡайһы ере артыҡ? Улар, ана, йөк машинаһы алды ла халыҡҡа тауар ташый, йомош-юлға йөрөй. Әле магазин асырға йыйыналар, ти.
— Хо, Сә-ли-ха! — Гөлмәрйәмдең йөҙө үҙгәрҙе. Шуның исемен телеңдән дә төшөрмәйһең, тип саҡ ысҡындырманы ул. Тыйылды. Ирен ситтәрен тешләне. — Сәлиха ни, йылан аяғын киҫкән бисә бит. Әллә кемеңде ауыҙына ҡаратыр. Минән ни фәтеүә, буй тиһәң буйы, йөҙ тиһәң йөҙө, бил тиһәң биле юҡ...
Әкрәм ҡатынының Сәлиханан көнләшеүен һиҙҙе. Нисек тә кәйефен күтәргеһе, йыуатҡыһы килде.
— Зато һиндә-ә...
— Ҡуй, көлмә инде, — тигән булды ла Гөлмәрйәм, ире оятһыҙыраҡ, ләкин үҙе ишеткеһе килгән нәмә әйтерен һиҙемләп, балаларын башҡа бүлмәгә ҡыуҙы. — Барығыҙ, бар. Ашап туйҙығыҙ, ололар һөйләшкәндә малайҙар тыңлап ултырмай ул.
Улдары дыу килеп сығып йүгергәс, ирен ҡосаҡлап, ҡолағын уның ауыҙына уҡ терәне.
— Йә, нимәм бар, йәнкиҫәккәйе-ем?
Ҡолағына ғына иренең шыбырлауын көттө Гөлмәрйәм. Иркә һүҙҙәр менән сыҡҡан тыны, ирендәренең ҡолаҡ япраҡтарына еңелсә ҡағылыуы бар тәнен ҡалтыратыр, күҙәнәктәрҙе этештерә-төртөштөрә ләззәт тойғоһо кисерәсәк биҙ-төймәләргә йүгертер. Әкрәме уны иркәләр, наҙлы һүҙҙәр һөйләр. Ул сағында инде-е...
Гөлмәрйәм Әкрәмгә һүҙен әйтергә ирек бирмәне: ныҡ итеп ҡосаҡланы ла һу-у-рыпп үпте.
— Ах! — Ҡатын рәхәтләне кирелде. — Яратам бит шуны.
— Йә, күңелең булдымы? — Ирҙең күҙ алдында хәләл ефетенең йөҙө берсә өсәүгә әйләнде, берсә тағы муйыны тәңгәленә килде. Башын һелкте. — Мейене һурып алаһың да инде, былай ҙа тауыҡтыҡы тиклем дә юҡ... Йә, үҙ хужалығыбыҙҙы асабыҙмы?
— Хут бөгөндән! Һинең менән әллә нисә хужалыҡ асырға ла ризамын, ҡартыҡайы-ым. Өйҙә һин хужа, ни әйтһәң, шулай булыр... Ҡана, тора һалайыҡ, кискелеккә малдар ҡырына сығайым. Мунса ла инәһе бар...
...Ҡыштың сафлығын, яҙҙың тәнде илерткес һауаһын, йәйҙең сәскәле болондарын — барыһын йыйнап ап-аҡ түшәккә һеңдергән тиерһең Гөлмәрйәм. Йомшарған быуындар, сабыйҙарҙыҡылай шыма тән, килешле генә йәбешкән миндек япрағы, айҙың нурын толом араһынан сағылдырған түштәр, йәнде үртәүсе, нәфсене ярһытыусы илаһи еҫ, донъяның әйтеп бөтөрә алмаҫлыҡ барса рәхәтен-михнәтен бергә уҡмаштырған хис-тойғолар иргә тау аҡтарырлыҡ көс бирҙе, һуштан яҙҙырып төпһөҙ төн ҡосағына ташланы...
Р.УРАҘҒОЛОВ.