Махсус биттәр
28 Ноябрь 2025, 17:00

Беренсе осрашыу

Хәсән менән Рәзинәнең танышып, дуҫлашыуына быйыл 14 йыл булды. Серҙәре уртаҡ, аралашмай, һөйләшмәй торған көндәре һирәк. Әммә тормошта улар бер тапҡыр ҙа осрашҡаны юҡ: ҡыҙ – Өфөлә, егет Ҡурған өлкәһендә йәшәй. Бер осор, күрешергә кәрәк, тип ҡанат­ланғайнылар ҙа, ниндәйҙер мәшәҡәттәр менән килеп сыҡманы.

Беренсе осрашыуБеренсе осрашыу
Беренсе осрашыу


Социаль селтәрҙәр бик ҡыҙыҡ икән ул. Рәзинә “Бәйләнештә” селтәренә яңы теркәлеп, төрлө төркөм контенты менән таныша ғына башлаған мәле ине. Бе­реһендә билдәле артистың шәх­си тормошон тикшергән “диван тәнҡитселәре” менән бәхәскә инде бит. “Кешенең нисә ҡатын алып айырғанын һанамайыҡ. Ул таланты менән халыҡ йырҙарын сит ил тамашасыларына еткерә, мәҙә­ниәтебеҙ менән таныштыра. Ә тормошта ул ғәҙәти кеше. Арабыҙҙа айырылған, икен­сегә йәки өсөнсөгә өйлән­гән ир-ат юҡмы ни?” – тип яҙыуы булды, бына бит тотондолар үҙенә!.. Нимә генә яҙма­нылар: шул артистҡа ла ҡуш­тылар, һатлыҡ йәндәр рәтенә лә индерҙеләр. Бәхәсләшеүҙән файҙа булмая­сағын аңлағас, ноутбугын һүн­дереп үк ҡуйҙы. Кәйефе төштө, бик оҙаҡ үҙенең “һөй­ләшеүгә” ҡыҫылыуына үке­неп, йоҡлай алмай ятты.
иртәгәһе көндө уны сайтта хат көтә ине: “Бөтә донъя шаҡ­шылыҡтан ғына тора, тигән уй күңелгә инеп оялай башла­ғайны инде, һеҙҙең фекер донъяны яҡтыртҡандай булды. Әммә ҡара күңелдәр һеҙҙе лә үҙ ҡоромона манырға теләй. Иғ­тибар итмәгеҙ, һүҙ ҙә әрәм итмәгеҙ. Улар үҙ “өйөрөндә” аҡлыҡ-сафлыҡ булыуын телә­мәй”, – тиелгәйне. Ҡыҙ ниңәлер түгелеп илап ебәрҙе шунда. Үҙе, рәхмәт, тип кенә яуап яҙҙы. Хәсән менән аралашыу шулай башланды. Тәүҙә социаль сел­тәр­ҙә аралаштылар, аҙаҡ егет телефон номерын һорап алып, шылтырата башланы.
14 йылда ҡыҙ уҡыуын тамамлап, диплом алды, эш башланы, кейәүгә сығып, ҡыҙ бала тапты. Үкенескә күрә, ире менән оҙаҡ йәшәй алманы, айырылыштылар. Хәсән дә Мәскәү, Ҡазан ҡалаларының ҙур фирмаларында эшләп тәжрибә тупланы ла, тыуған яғында үҙенең эшен асып ебәрҙе. Уның да шәхси тормошо барып сыҡманы – туйға бер ни тиклем генә ваҡыт ҡалғас, йәрәшкән ҡыҙы уның дуҫын яратыуын әйткән. Ныҡ ҡайғырҙы егет, ул осор Рәзинә көнөнә 5 – 6 тапҡыр шылтыратып, яҙып дуҫының хәлен еңеләйтергә тырышты.
– Барлыҡ ҡатын-ҡыҙға ыша­нысың бөткәндер инде?
– Бер кешенең ҡылығы өсөн бөтә донъяға асыу һаҡлап булмаҫ. Әммә уны онотоу ауыр буласаҡ, 18 йәшемдән ғашиҡ­мын. Тәү ҡараштан әсир ит­кәйне...
Башҡаса ул кем менәндер осрашыуы, бергә булырға теләүе тураһында һөйләмәне.
Ә бөгөн Рәзинә уны – күптән йәндәш, серҙәш булып бөткән “заочный” дуҫы Хәсәнде ҡаршы алырға әҙерләнә. “Ике көнгә Өфөгә барам. Ҡала хаки­миә­тенән эшҡыуарҙар форумында ҡатнашырға тәҡдим иттеләр. Бар мәшәҡәтемде ташлап, ри­залығымды бирҙем дә ҡуй­ҙым. Ғүмерлек дуҫымды күреп, күҙгә-күҙ ҡарашып ултырыу мөм­кинлеге бит был, тип уйланым. Ҡасан да булһа бер осрашырға кәрәк бит беҙгә лә...”
Ҡатындың күңеле ҡанат­ланды. Тәүҙә милли ризыҡ тәҡ­дим иткән ресторанға барырға, тип ниәтләгәйне. Уйынан баш тартты – яҡындары уны аш-һыу оҫтаһы булараҡ та белә бит әле. Өс кешелек табынды һә тигәнсә әҙерләй ала. Бер ыңғайҙан туғыҙ йәшлек ҡыҙы менән дә танышыр, юғиһә сәғәттәр буйы кем менән һөйләшәһең, тип башын ҡатыра.
...Рәзинә дуҫын өйө янын­дағы паркта ҡаршы алды. Лилиә сәс­кәләренән оло гөлләмә тотоп, йылмая-көлә ҡаршы килгән Хәсәнде күргәс әллә нимә эш­ләне ул. Быға тиклем фото­рәсеме аша меңәрсә тап­ҡыр күргән ир-егеттең ысын­бар­лыҡтағы ҡарашы күңелендә аңлата алмаҫлыҡ хис-тойғолар уятты. “Осрашыр­ға кәрәкмәгән икән. Бигерәк тә өйгә саҡы­рырға...” – тигән уй үтте башынан. Телефондан сәғәттәр буйы телдәре талмай һөйләшкән икәү ҡапыл һүҙһеҙ ҡалды.
– Ниһайәт, осраштыҡ...
– Эйе...
Улар бер-береһенең күҙҙә­ренә ҡарарға ҡыйманы. Лифт 22-се ҡатҡа күтәрелгәнсе уңайһыҙ тынлыҡта барҙылар. Артабан да һүҙҙәре артыҡ ялғанманы. Ярай ҡыҙы Йәс­минә булды – ул Хәсәндән байтаҡ ваҡыт һорау алды, аҙаҡ заман технологияларын яҡшы өйрәнеүен белгәс, ноутбугына вирусҡа ҡаршы программа ҡуйҙырҙы. Ваҡыт шулай үтте.
– Һеҙ ысынлап дуҫмы ул? Әсәй айырылған атайым кил­гәндә күберәк һөйләшә, – тип ҡуйҙы иң ахырҙа ҡыҙ бала.
Өлкәндәр йылмайышып ҡына ҡуйҙы.
Ҡатын иңенә шәлен генә һалып, ҡунағын лифтҡа тиклем оҙата сыҡты. Бына бер нисә минуттан яңғыҙ ҡалырмын да, йыһанда аҫылынып торған кү­ңелемде теҙгенләрмен, тип өмөтләнде ул. Тик... Хәсән ҡапыл уны ҡосағына алып, ирендәренән һурып-һурып үбергә тотондо.
– Рәзинә, беҙ бит дуҫ ҡына инек. Күңелемдә хистәр, дәрт уяныр, тип һис кенә лә уйламаным. Әммә бына ошонда һине ҡосаҡлап үпмәһәм, аҙаҡ үке­нескә ҡалыр кеүек тойолдо. Нимә булғанын аңламайым...
– Мин дә...
– 14 йыл буйы аралашып, һиңә ниндәйҙер хистәр уяныр тип башыма ла инеп сыҡманы. Шуғалыр, әле нимә уйларға, әйтергә, эшләргә белмәй аптыранып ҡалдым.
– Дуҫлыҡты юғалттыҡ инде, шуны беләм. Артабан мин һи­нең менән бер ни бул­мағандай аралаша алмаясаҡмын.
– Нимәнелер юғалтһаң, урынына икенсе нәмә килә, тиҙәр. Тимәк, беҙҙең 14 йыл буйы барған дуҫлыҡ һөйөүгә әүе­релде.
– Бер төндө оло һөйөүгә тиң­ләп хәбәр һөйләмә инде.
– Беҙ бит әле төн үткәрмәнек. Күңелдә өмөт уянды – тимәк, һин бөгөнгө кисте дауам итергә ҡаршы түгелһең?
Рәзинә яуап биреп торманы, Хәсәнде ҡосаҡлап алды ла, үҙе башлап ирендәренә үрелде. Күпме ваҡыт үтеүен үҙҙәре лә һиҙмәне. Хәсән һаҡ ҡына ҡосағын ысҡындырҙы.
– Беләһеңме, миңә был аҙым­ға барыуы үтә лә ауыр. Тик мин һинең тормошта бер төн менән генә ҡалғым килмәй. Иң еңеле ул – тәү ҡараштан уянған хис­тәрҙе тәләфләп, енси бәйләнеш кенә булдырыу. Ә мин һинең менән бергә булғым килә. Бер ай ваҡыт бир, барлыҡ мә­шәҡәтте атҡарып, ғүмерлек-кә яныңа киләм. Моғайын, берегә алырбыҙ. Ҡыҙыңды ла үҙ итә алырмын, тип уйлайым. Бына хәҙер яуап бир: минең менән бергә булырға риза-һыңмы?
– Эйе...
– Улайһа көт, мин килермен! – Хәсән тағы бер уны ҡосаҡлап, шашынып-шашынып үпте лә, лифт саҡыртып та тормай, баҫҡыстан төшөп китте.
“Тағы ла ике-өс минут лифт көтөп торһам, һинән айырыла алмаҫ инем. Беҙҙе алда көтәсәк бәхетле тормош хаҡына сабыр итергә булдым”, – иртәнсәк Рәзинәнең телефонына шундай хәбәр килде. “Оҙатырға барайыммы?” “Юҡ, ҡаршы алырға килерһең...”
Уларҙың телефоны элеккесә тынманы, тик һөйләшеү нин­дәйҙер серле тынлыҡҡа, яғым­лы, иркә һүҙҙәргә тулы ине. Икеһе лә бер генә осрашыуҙа ҡабынған хистәр тулҡынына сумды. Ә ике аҙнанан Хәсән юҡҡа сыҡты. Рәзинәнең яҙған хәбәрҙәре уҡылманы, шылты­ратыуҙарына ла яуап булманы. Ул нимә уйларға белмәне. Тәүҙә сабыр булырға тырышты, аҙаҡ берәй бәлә килгәндер, тип борсола башланы. “Алдап китте, тип тә булмай – аҡса алманы, хатта төн үткәреүҙән дә баш тартты. Нимә булды һуң?” – ғашиҡ булған ҡатын уйҙарының осона сыға алманы. Бер ай самаһы ваҡыт үткәс уға Хә­сәндән хат килде.
“Ғәфү ит, Рәзинә. Һинең дә, минең дә яҡты киләсәккә булған хыялдар, өмөттәр селпәрәмә килде. Ике үкенесем бар: беҙ теге юлы һинең менән юҡҡа ғына осраштыҡ. Дуҫ­лыҡты юғалт­тым. Серем һыйған, кәңәш биргән, хатта юҡ-бар хәбәремде тыңларға ла риза булған берҙән-бер кешем инең. Икенсе үке­несем – осрашҡас, исмаһам һөйөү тулы бер төн булһа ла үткәрмәнек. Мөхәббәттән тан­һыҡтарым ҡанмай китәм. Бер бәләкәй генә аралыҡта һине ике тапҡыр юғалттым. Һөйәркәм бул, тип һине кәмһеткем килмәй. Хәҙер инде ҡатыным бул, тип тә әйтә алмайым. Анастасия исемле ҡатын менән ике йыл түшәк өсөн генә осраша инек. Хистәр ҙә, бер-беребеҙгә биргән анттар ҙа, бурыстар ҙа булманы. Һинең янға күсергә әҙерләнеп кенә бөттөм, тигәндә, уның ауырлы икәнен белдем. Был осраҡта мин үҙемдә яуаплылыҡ тоям – баланы яҙмыш ҡосағына ташлап китә алмайым. Уның әсәһенә өйлә-нергә тейешмен. Ғәфү ит...”
Рәзинә аҡланмаған өмөт­тәрен, буш хыялдарын һәм әрнеүле хистәрен төнө буйы күҙ йәштәре менән йыуып сыҡты. Иртәнсәк социаль селтәрҙәге барлыҡ битләүҙәрен япты – күңел яраларына был дауа түгеллеген аңлай ине ул, әммә Хәсән булған селтәргә инеп, уның виртуаль донъялағы эҙҙә-рен, яҙмаларын, йәшәйешен эҙләп ултырғыһы килмәне...

Гөлнур ҠЫУАТОВА.

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас