Махсус биттәр
26 Ноябрь 2025, 01:00

"Йондоҙло" табында - Сөмбөл Моратова!

Бөгөн үҙенең аш-һыу серҙәре менән Сибай концерт-театр берекмәһе артисы, йырсы Сөмбөл МОРАТОВА бүлешә.

Алмалы 
раузалар

Был тәмлекәсте көтмәгәндә ҡу­наҡтар килһә бешерергә мөм­кин: әллә ни күп ваҡыт талап итмәй. Әлбиттә, ҡатлы (слоеное) ҡамырҙы үҙеңә әҙер­ләргә лә була. Ә мин бындай осраҡҡа магазинда һатылған әҙер туң ҡамыр тотам.
Өс ҡыҙыл алманы йыуып, орло­ғонан таҙартып, йоҡа ғына телемдәргә турарға. 100 мл һыуға ике ҡалаҡ шәкәр (әгәр ныҡ татлыны яратмайһығыҙ икән, аҙыраҡ алығыҙ) һәм ту­ралған алмаларҙы һалып, йом­шарғансы ҡайнатырға.
500 г ҡатлы ҡамырҙы йо­ҡартып йәйергә лә, 5 см яҫылы­ҡта таҫмалар ҡырҡырға. Оҙон­лоғо 15 см тирәһе булырға тейеш. Ҡамыр таҫмаларына беш­кән алма телемдәрен теҙеп кенә һалып, рулет итеп төрөргә. Уларҙы пергамент ҡағыҙы йәйелгән табаға һалып, 180 градус ҡыҙыулыҡтағы мейестә 25 минут бешерергә. Табынға бир­гәндә алмалы раузаларға шәкәр оно һибергә.

Ҡатлы 
печеньелар

1,5 стакан онға 200 г аҡ май, бер стакан шәкәр, бер йомортҡа һарыһы, самалап тоҙ һәм 50 г ваҡланған миндаль сәтләүеге һалып, ҡамыр баҫырға. Уны ике өлөшкә бүлеп, һәр береһен полиэтилен шыптырға һалып, бер сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйып торорға. 
Ул арала крем әҙерләргә: 10 процент ҡуйылыҡтағы һөт өҫтөн (сливки) уттан ҡайнап сығыр-сыҡмаҫтан алып, 400 г ваҡ­ланған һөтлө шоколад һа­лып, тулыһынса иреп бөткәнсе болғатырға. Һыуынғас, бер сә­ғәткә һыуытҡысҡа ултыртырға.
Ҡамырҙы ике пергамент ҡа­ғыҙы араһына һалып, йоҡа итеп йәйергә. Ҡағыҙҙың өҫкө өлөшөн алып, ҡамырға бер аҙ он һибеп, стакан менән түңәрәктәр ки­ҫергә. Был түңәрәктәрҙе пергамент ҡағыҙ йәйелгән табаларға теҙеп, 15 минутҡа һыуытҡысҡа ҡу­йырға. Артабан печеньены 200 градус ҡыҙыулыҡтағы мейестә 10 минут бешерергә.
Бер печеньеның уртаһына шоколадлы кремды һылап, икен­сеһе менән ҡапларға һәм бер аҙ ҡыҫып ҡуйырға. Уларҙы шулай “парлап” бөткәс, өҫтөн ҡалған крем һәм ваҡланған миндаль менән би­ҙәргә мөмкин.
Грушалы “дерелдәк”

Өс грушаны әрсеп, үҙәген алғас, һәр береһен 6 – 7 өлөшкә бүлеп, ике стакан һыу ҡойоп, талғын утта йомшарғансы бе­шерергә. Артабан һыуынан алып, блендер менән иҙергә.
1 – 1,5 ҡалаҡ желатинды 50 мл йылымыс һыуға һалып, 15 минут тирәһе бүрттерергә. Грушалар ҡайнатҡан һыуҙы һөҙөп алып, бер стакан шәкәр ҡу­шырға. Ул тулыһынса иреп бөт­кәнсе бутай-бутай талғын утта ҡайнатырға. Утын һүндергәс, желатинлы һыуҙы ҡушып бу­тарға ла, һыуынғансы ултыртып торорға. Аҙаҡ уға груша иҙмәһен ҡушып, яҡшылап бутарға. Артабан десерт һауыттарына һалып, ҡатҡансы һыуытҡысҡа ҡуйырға. Табынға биргәндә өҫтөн бөтнөк япрағы, гранат емештәре менән биҙәргә мөмкин.

Гөлнур ҠЫУАТОВА әҙерләне. 

Читайте нас