Махсус биттәр
13 Ноября 2025, 17:55

Һөйөү урынына кредиттар һаҙлығы-2

Мин үҙем уға шылтыратҡанда, алмай торғайны, аҙаҡ, ғәфү үтенеп, йә кәңәшмәлә булдым, йә руль артында, йә, һин янымда булмағанға, һине үбә, ҡосаҡлай алмағанға кәйефем төшөнкө ине, яҙмышҡа йәнем көйөп, телефондың тауышын һүндереп ятҡайным, тип аҡланды. Бер ҡасан да төндә һөйләшмәнек. Ул, кистән алып ҡай ваҡыт таңға тиклем бизнес-пландар өҫтөндә эшләргә тура килә, тип аңлатты. 

Һөйөү урынына кредиттар һаҙлығы-2Һөйөү урынына кредиттар һаҙлығы-2
Һөйөү урынына кредиттар һаҙлығы-2

(Дауамы. Башы https://ye102.ru/articles/mahsus/2025-11-12/y-urynyna-kredittar-a-ly-y-4462043)

Мин үҙем уға шылтыратҡанда, алмай торғайны, аҙаҡ, ғәфү үтенеп, йә кәңәшмәлә булдым, йә руль артында, йә, һин янымда булмағанға, һине үбә, ҡосаҡлай алмағанға кәйефем төшөнкө ине, яҙмышҡа йәнем көйөп, телефондың тауышын һүндереп ятҡайным, тип аҡланды. Бер ҡасан да төндә һөйләшмәнек. Ул, кистән алып ҡай ваҡыт таңға тиклем бизнес-пландар өҫтөндә эшләргә тура килә, тип аңлатты. 

Балаларым менән бергә төшкән фотоһүрәттәрҙе лә ебәрҙем уға. Ике балам булыуы, һинән өлкәнерәк булыуым аптыратмаймы, тип һорағас, һин нимә һөйләйһең, яратҡан ҡатындың балалары нимәгә ҡамасау булыуы ихтимал, тип яҙҙы: “Ҡатын-ҡыҙ шарап кеүек, йылдан-йыл тәмлерәк була бара, был бер, ә икенсенән, мин бит әсәйһеҙ үҫтем, шуға ла үҫмер саҡтан үҙемдән өлкәнерәк ҡатындар миңә яҡыныраҡ. Юҡҡа ғына һиңә яҙып ебәрмәнем. Тәүҙә, төрлө аккаунттарҙы ҡарап ятҡанда, фотоңды күреп, һине оҡшаттым, аҙаҡ нисәнсе йылғы икәнеңде күргәйнем, был яҙмыш, тип артыҡ бер нимәгә лә өмөтләнмәһәм дә, ҡыйыулыҡты йыйып, яҙып ебәрҙем. Һин яуаплағайның, беләһеңме, мин нисек ҡыуандым?! Ә инде донъяға ҡарашыбыҙ ҙа бер үк булғас, һинең матур ғына түгел, алсаҡ та, изге күңелле лә, уңған да булыуыңды белгәндән һуң, башымды юғалттым, бәхетемә ышанмай иҫереп йөрөнөм”. Уның яҙғандарынан үҙемдең дә баш әйләнде.

Шулай ҙа: “Мин, ябай ауыл балаһы, һинең яныңда йөрөгән англичанкаларҙан барыбер күпкә ҡайтыш. Йәшерәк һылыуҡайҙы осратып, мине оноторһоң әле”, - тигән булдым.

“Һинең тыйнаҡлыҡ, сафлыҡ мине әсир итә! Бер англичанка ла һинең тырнаҡ осона ла тормай, уларҙың башында тик аҡса-аҡса... Ә һин икенсе – аралашыуҙа ябайлығың, ихласлығың менән арбайһың. Нисек барһың – шулайһың! Меркантиль кәнтәй түгелһең. Һинең менән бөтә нәмә хаҡында ла һөйләшергә була. Тап һинең менән генә миңә рәхәт. Күңелем ял итә!” - Тони яҙған һәр һүҙҙән һөйөүгә сарсаған тәнем, йөрәгем ирегәндән-ирей.

Әммә һаман үҙемдекен яҙған булам: “Беҙҙең аралашыу бер нимәгә лә алып бармаясаҡ, осраша ла алмайбыҙ, һин ҡайҙа ла, мин ҡайҙа... Барыбер иртәме-һуңмы хушлашырға тура киләсәк... Бөтөнләй бер-беребеҙгә эҫенеп китмәҫ борон, аралашыуҙы кәметәйек”. Артынса илаған йылмайсыҡ ебәрәм, сөнки, ярай, шулайтайыҡ, тип яуаплауынан, яҙышыуҙан туҡтауынан ҡурҡам.

Ә Тони-Антон, ярһығандай, ҙур хәрефтәр менән: “УНДАЙ УЙҘАР БАШЫҢА ЛА ИНМӘҺЕН!  - тип яҙҙы, артабан ғәҙәти хәрефтәргә күсте, - мин һинең менән күрешер өсөн Рәсәйгә килергә йыйынып йөрөйөм. Әлегә әйтмәйем, сюрприз булһын, тигәйнем дә, бындай һүҙ сыҡҡас, әйттем. Тағы ла бер нисә проектты тормошҡа ашырырға ҡалды, шунан һуң, хуш, Лондон, һаумы, Рәсәй, тип мөхәббәт ҡанаттарында яныңа осам, һылыуым! Ә ниндәй проекттар, тип һораһаң, улар һинең өсөн дә ҡыҙыҡлы буласаҡ. Иҫләйһеңме икән, өҫтәмә килем сығанағы бар, тигәйнем. Минең төп килем автооҫтаханаларымдан, ләкин инвестицияларҙан да ҙур табыш алам. Инвестициялау - хобби кеүек, һиңә лә оҡшаясаҡ, иманым камил. Беҙ бит бер-беребеҙгә оҡшағанбыҙ, бер үк нәмәләрҙе яратабыҙ, бер үк нәмәләр менән ҡыҙыҡһынабыҙ, шулай бит?!” Юҡ, тип әйтә алманым, әйткәндәрен хупланым.

Ул ноутбук мониторы видеояҙмаһын ебәрҙе, ә унда инвестиция сайтындағы шәхси кабинеты, төрлө графиктар, күп-күп һандар, билдәләр, ят һүҙҙәр...

 “Акцияларҙың хаҡы төшөү мәленән файҙаланып, күп аҡса эшләйем. Ләкин, дөрөҫөн әйткәндә, өс йыл дауамында инвестицияларҙан байтаҡ килем алһам да, тулыһынса бөтә белеп бөтмәгәнмен. Эдвард, йәғни Эдуард исемле бер дуҫым - брокер, ул ҙур компаниялар менән генә хеҙмәттәшлек итә, ләкин беҙгә лә, дуҫтарына, ярҙамлаша. Һиңә лә ярҙам итәсәк, итмәй ҡараһын, кәрәген бирәсәкмен,” – һуңғы һүҙҙәрҙең шаяртыу икәнен аңғартыусы күҙ ҡыҫҡан йылмайсыҡ. 

Бөгөн үк һиңә шылтыратасаҡ, ул бөтә аңлатыр, тине һәм, ысынлап та, тиҙҙән етди тауышлы ир кеше, имеш тә, Эдвард-Эдуард, шылтыратып, мин шәхси кешеләр менән бөтөнләй эшләмәйем, Тони өгөтләп күндерҙе, ә ул минең өсөн ҡәҙерле, яҡын дуҫ, аңлауымса, һин дә уның өсөн бик ҡәҙерле кеше, шуға ла өҫтәмә килем алырға ярҙам итәсәкмен, тип белдерҙе. Шуға тиклем күңелдә ниндәйҙер шиктәр остоғо ҡалған булһа ла, “һин дә уның өсөн бик ҡәҙерле кеше” тигән һүҙҙәрҙән һуң, алйыным, шикелле. 

Эдвард минән, инвестициялауҙан нимә көтәһегеҙ, максимум ниндәй табыш алырға теләйһегеҙ, тип һорашты ла, биржа платформаһына теркәлергә ярҙамлашты, тәфсирләп төшөндөрҙө: “Һин 100 мең һумдан башлай алаһың, трейдинг платформаһының нисек эшләгәнен күрерһең. Тик шуны иҫеңдә тот: аҡсаны күберәк инвестициялаған һайын, табыш та күберәк була”.

Һәр аҙымды аңлатып, скриндар яһап, шунда ҡайҙа, нимәгә баҫырға кәрәклеген уҡтар күрһәтеп тороп өйрәтте. Тәүҙә платформаға бәләкәй генә сумма, ун мең һум, индерҙем. Аудио аша бәйләнештә булған Эдвард, мин әйтмәйенсә стартҡа баҫма, аҡсаны юғалтмаҫ өсөн иң хәүефһеҙ мәлде үҙем һағалайым, тине. Бер нисә минут уның команда биргәнен нервыланып көтөп ултырҙым. Ул кинәт кенә: “Баҫ!” - тине. Һәм мин шәхси кабинетта аҡсамдың артҡанын күрҙем! Тағы ла шулай Эдвардтың хәстәрлекле етәкселеге аҫтында сумманы арттырҙым. Аҡсаны алырға мөмкинме, тип һорағас, әлбиттә, тине брокер. Ул нисек итеп аҡсаны карта иҫәбенә сығарырға өйрәтте. Буй етмәҫтәй бейек даирәләрҙә әйләнгән Антон менән Эдуардтың миңә, төптө ят кешегә, ярҙам итергә атлығып тороуҙарын күреү, белеү уяулыҡты тамам быуҙы.

Икенсе көндө Тони минең ҡыуанысымды бүлешеп, скриншот ебәрҙе - үҙенең килемен күрһәтте: “Һин дә шулай аҡсаңды арттыра алаһың. Бер юлы күберәк һал, мәҫәлән, бер-ике миллион. Шул саҡта табышты ла тиҫтәләрсә миллион һум аласаҡһың!” Ундай аҡсам юҡ, тигәс, кредит алырға кәңәш итте: “Кире ҡайтарасаҡһың бит, ҡурҡып торма! Банкта, ниндәй маҡсатта алаһың, тип төбәшһәләр, инвестициялайым, тип карталарыңды асып һала күрмә. Улар кешеләрҙең үтә байып китеүенән шөрләй. Фатирға ремонт яһайым йәки машина һатып алам, тип әйт. Үҙеңде ышаныслы тот”. Тәүге миллион һумды артыҡ һорауһыҙ бирҙеләр. Шунда уҡ бөтә сумманы инвестицияланым.

Мине хәстәрләгән Тони-Антон 8 мартҡа бүләк эшләне - мин тиҙ арала киләһе баҫҡысҡа күтәрелеп, килемдең проценты артыуына өлгәшә алһын өсөн, үҙенең ун мең евро аҡсаһын виртуаль янсығыма һалды: “Табышты юғалтмаҫ өсөн, әлегә аҡсаны алмай тор. Бөгөн-иртәгә тағы ла ике-өс миллион һум табып һалһаң, иртәгә һин ғәләмәт бай ҡатындарҙың береһе булып уянасаҡһың!”

Тони-Антонға ҡарата хистәрем тағы ла нығый төштө... Аҡсам булыу менән балаларыма фатир аласаҡмын, ялҡытҡан эштән сығып, тик ошо платформала ғына аҡса һуғасаҡмын, эшләпәләр кейеп, сибәр йәш иремде ҡултыҡлап, ап-аҡ ҡомдарҙа яланаяҡ йөрөйәсәкмен, тип хыялдарға батып, тағы ла башҡа банктарҙан кредит, микрозаемдар рәсмиләштерҙем, сайтҡа күсерҙем. Виртуаль янсыҡта миллиондарым артҡандан-артты. Кисен хыялдарға батып ятҡанда, бер миллионды кире сығарһам да булалыр, автомобиль һатып алып, кешеләрҙең күҙен аҡайтайым әле, тип платформанан аҡсаны алайым, тигәйнем, килеп сыҡманы. Техподдержканан, суммаларҙы алыр өсөн һалым түләргә кәрәк, тигән яуап килде. Икенсе көндө бәйләнешкә сыҡҡан Тони-Антон, ул турала иҫкәртергә онотҡанмын, ләкин һалымды түләргә кәрәк, нисек тә аҡса тап инде, кире ҡайта бит, тине аҡланып. Туғандарҙан, хеҙмәттәштәрҙән бурысҡа аҡса йыйҙым, “һалымды” түләнем. Ниндәй ресурстар бар, барыһын да файҙаландым, башҡа берәү ҙә аҡса бирмәй, бурыстар баштан ашты, ә сайттан аҡсаны алып булмай, ярҙам ит, тип Антонға яҙғайным, яныма “мөхәббәт ҡанаттарында осоп килергә теләгән” ир, хахылдап көлгән йылмайсыҡ ҡуйып, бындай һиңмайға мин дә бирмәҫ инем, аңра һарыҡ, тип яҙҙы ла, мине блокка ҡуйҙы. 

Шунда ла ышанмай, платформаға инеп, аҡсамды алырға маташып ҡараным, ә ул яһалма сайт булған, бөтә графиктар, һандар – ни бары һүрәт кенә... Нисек алданғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Бер яҡтан миллиондарса һум аҡсаны юғалтҡанға аҡылдан яҙыр сиккә етһәм, икенсе яҡтан ғашиҡ йөрәгем ярылды - Антон өсөн үҙемдең ни бары сираттағы ҡорбаны ғына булыуымды аңлау, шул уйҙы ҡабул итеүе ауыр бирелде. Ул кисте ҡан баҫымым 140-ҡа күтәрелеп, инсульт һуға яҙҙы...

“Тони-Антон” исеме аҫтында йәшеренгән мәлғүн мине йылан кеүек арбаны, аңымды юйҙы. Хәҙер ни эшләргә лә белмәйем. Йөрәк бөттө...

Сәсен йолҡорҙай булған Фәйрүзә муттарға ышанып, дүрт миллион һум аҡсаны елгә осорған: 3,5 миллионы кредитҡа алынған, ҡалғаны - туғандары-таныштарынан. Ун мең һумы ғына үҙенеке. Полицияға ғариза яҙмайым, бөтә кеше артын асып көлөр, тип илай: “Мине бөтәһе лә белә”. 

Бына һиңә “муттарҙан алданыусылар – һиңмайҙарҙың һиңмайы”...  

Фото: Яһалма интеллект.

* - бөтә исем дә үҙгәртеп алынды.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас