

- Һәр хәлдә ярты быуатлыҡ тормош тәжрибәһе йыйылырға тейеш тә инде, - тим һылыу ҡатынға. – Бөтөнләй тормош күрмәгән кеше түгелһең.
Ул һыны ҡатҡансы көлә:
- Булмағас, булмай ул әй! Аҡылды әйтәм...
- Ике юғары белемле (!) Таңһылыу ҙа шулай тип торғас, башҡаларға ни өмөт?!
- Хет ун дипломың, академик белемең булһын, ҙур корпорацияларҙа аналитик булып эшлә, әммә яңғыҙлыҡ үҙәгеңә үтһә, мөхәббәткә сикһеҙ сарсаһаң, мутлашыусының тырнағына эләгереңде көт тә тор, быны “белгес” булараҡ әйтәм, - Таңһылыу йәнә хихылдай. – Өс тапҡыр кейәүгә сыҡтым, береһендә ташлап киттеләр, икеһендә аҡсамды һауҙылар. Йүнле ир осраманы, үкенескә...
- Әле тормош бының менән генә бөтмәй, ул ҡәҙәре бөтөнмәй тор, бәлки яҡшы кеше осрар ҙа... – тип йыуатам уны.
- Осрай икән, ти, - һылыу әңгәмәсемдең кинәт йөҙө болотлана, - ә бит яратып, яратылып йәшәге килә. Күп тә кәрәкмәй миңә, ни бары күңелгә ятҡан яҡшы кешегә мохтажмын. Әммә ышаныслы, уңышлы ир-егеттәргә ҡытлыҡ. Етмәһә һуғышта күпме көслө зат ҡырыла... Минең кеүектәрҙең бер шансы ла ҡалмай бәхеткә...
Мин уны төрлөсә йыуатам. Бының ғилләһе гел дә яҡшыға ышаныуымдан, һәр кемдең бәхетле булыуын теләүемдән...
Таңһылыу ябай ауыл ҡыҙы. Ләкин шул тиклем һылыу һәм уңған! Ҡара тырыш! Ике юғары белемле (“аҡыллы” тип тә яҙырға иттем дә, туҡтап ҡалдым, сөнки хәҙер уның тормошон бәйән итһәм, ҡайҙа уның аҡылы, тип һеҙҙең дәғүә белдереүегеҙ ихтимал). Ныҡышмалылығы, егәрлелеге менән, һис бер ярҙамһыҙ, үҙ эшен асып, ҡалала фатир, сит ил автомобилен һатып алған ҡатын. Балалары юҡ. Үҙе һөйләүенсә, беренсе юғары уҡыу йортонда уҡыған сағында оло хата яһаған: “экваторҙы” байрам иткәндә ныҡ иҫереп, осраҡлы егет менән яҡынлыҡ ҡылған да, “яңылыш” балаға уҙған. Һөйләшеп-кәңәшләшер яҡыны булмағанға, һаулығына зыян килтереүен уйламай, ауырын алдырған. Кемдер ун тапҡыр аборт эшләтһен, “ыһ” та итмәй ун беренсеһенә ауырға ҡаласаҡ, ә Таңһылыу хатаһы арҡаһында бала табыу бәхетенән мәхрүм ҡалған. Был тәүге ире менән өйләнешеп, донъя ҡорғас, асыҡланған. Йөрөмәгән дауаханаһы, шифаханаһы, әбей-һәбейе ҡалмаған, һылап-һыйпап та, өшкөртөп тә, дарыуҙар менән дә килештерә алмағандар. Таңһылыу һуңғаса өмөтөн өҙмәй, барыбер бала табам, тип ныҡышһа ла, ире сыҙамаған, балаһыҙ ғаилә – ғаилә түгел, нәҫелде дауам итергә миңә вариҫтар кәрәк, тип айырылышҡан. Ирен ғәләмәт яратҡан Таңһылыу. Артынан әллә күпме инәлеп түшәлгән, кире ҡайтарырға маташҡан, ләкин ыҡҡа килмәгән хәләле.
- Хатта талаҡ ҡысҡырҙы, - үтә хисле Таңһылыуҙың кинәт күҙҙәренә йәш тула. – Уны юғалтыуҙан һуң аҡылдан яҙмаҫ өсөн башкөлләй эшкә сумдым. Әйткәндәй, ирем бик бәхетле, балалы ҡатынға өйләнеп, бер итәк уртаҡ бала-саға үҫтерҙеләр. Бәхетенә көнләшмәйем, үҙем уға балалар таба алмағанға ғына көйәм. Әгәр ҙә балабыҙ булһа, һәүетемсә - һөйөшөп тә, көйөшөп тә – ҡалай ҙа парлы булып, йәшәп ятыр инек...
Бер үҙем аяҡҡа баҫып, етеш тормошта көн итә башлағас, яңғыҙлыҡ үҙен һиҙҙертте. Ашайым тиһәм – ашарыма бар, шөкөр, йоҡлайым тиһәм – фатирымда киң карауатым бар, тик мине һағынып көткән кешем генә юҡ. Бер көндө эштән ҡайтып киләм, күп фатирлы йорттоң һәр тәҙрәһендә тиерлек уттар балҡый, бер минекенән генә шомло ҡараңғылыҡ миңә төбәлгәндәй... Ҡурҡтым шул ҡараңғылыҡтан... Киренән машинаға ултырҙым да, эшкә киттем. Унда яңы һаҡсы ир менән һөйләшеп, яҡындан танышҡас, йәшәргә урыны юҡлығын белгәйнем, әлегә миндә йәшәп тора алаһың, тип саҡырҙым да ҡуйҙым.
Ваҡытлыса ғына, торлаҡ тапҡансы, тип күсеп килгән ирҙең хужабикә менән борсағы бешкәс, ул бөтөнләйгә тороп ҡала. Хеҙмәт һөймәгән, бер эштә лә оҙаҡ тотҡарланмаған эт ялҡауын Таңһылыу яратмаһа ла, мин ҡайтҡанда, исмаһам, тәҙрәләрҙә ут булһын, тип ир ишаратын ун йылға яҡын аҫраған. Уңғанбикәнең эш хаҡына йәшәгәндәр, ял иткәндәр, кейем, йыһаз алғандар. Артабан да уның елкәһендә йәшәр ҙә ятыр ине ир, күрше ҡатыны менән сыуалып, тотолған. Һин үҙең ғәйепле, гел дә эштәһең, ә миңә аралашырға кеше кәрәк, тип бәлә һалған әле ул. Өйҙән сығып китергә теләмәгән, фатирҙы бүлешергә маташҡан.
- Тәки мине ҡаңғыртып ятыр ине һәм ахырҙа мин уны кисерер ҙә инем, ярай ҙа күрше ҡатын уны үҙенә һыйындырҙы ла, ҡайҙалыр күсеп киттеләр, - тип көлә Таңһылыу шуны иҫләп. - Тағы ла яңғыҙ ҡалғас, танышыу сайттарының береһендә теркәлдем. Беҙҙең йәштәге ир-ат бармаҡ менән генә һанарлыҡ, уларының да күбеһе туҙып бөткән сумаҙан һымаҡ күренде. “Һаумы, һылыуҡай!” – “Һау, үҙең ни хәлдә?” – “Бара инде. Нимә эшләйһең?” – “Эштән һуң арып ятам. Ә һин?” – “Мин дә шул. Күңелһеҙ... Бәлки, осрашырбыҙ?” – “Әйҙә һуң. Ҡайҙа?” – “Әллә-ә... Бәлки, мин һиңә киләйемдер?” Бер әҙәм мине кафеға, киноға саҡырманы! Арыу ғына күренгән береһенә, ярай, кил, тинем. Матурландым, биҙәндем-төҙәндем, табын әҙерләнем. Күгәрсен генә һөтө булманы, өҫтәл һыйҙан һығылып торҙо. Килде ул ҡунаҡ. Буш ҡул менән! Бер сәскәлек тә аҡсаһы юҡмы икән ни, тип аптыраным. Етмәһә, осрашыр алдынан йыуынып, ҡырынып та аҙапланмаған. Килеү менән миңә сат йәбеште. Саҡҡа үҙемдән айырып, өҫтәл артына ултырттым. Әллә ай буйына ас йөрөгән ул бисара, нимә бар, шуны ашап бөтмәйенсә, дивандан торманы... Әрпеш ир бөтөнләй оҡшаманы. Һиңә күсәйем дә киләйем, тисе. Минең маңлайға яҙылғанмы икән ни, был бисә үҙендә йәшәтә, ашата-эсерә, ҡарай, тип?! Фатирыма саҡырып яңылышҡанмын. Уны ҡайтарып ебәреү менән сайтта ла, телефонда ла “ҡара исемлеккә” тыҡһам да, ҡайҙа йәшәгәнемде белгәс, эскән һайын килеп, йонсотоп йөрөнө.
Бер аҙҙан сайтта һөйкөмлө йәш ир менән таныштым. Күҙлек кейгән, ҡупшы кейенгән Вадим үҙенең фотоһы аҫтына: “Яңғыҙлыҡтан арыным, туған йәнде эҙләйем. Һин барҙыр ҙа бит?! Үҙем тураһында: буйҙаҡ, уңышлы эшҡыуар”, – тип яҙған. Шундай ипле, аҡыллы, белемле. Белмәгән нәмәһе юҡ, матур итеп һөйләшә. Иртәле-кисле яҙышабыҙ, һөйләшәбеҙ. Бер аҙна аралашҡандан һуң, ниһайәт, эҙләгәнемде таптым, шикелле, тип яҙҙы: “Ул – һин... Һине күргем килә! Бөгөн үк! Юҡ, хәҙер үк! Әйт, ҡайҙа осраша алабыҙ?” Ҡойолоп төштөм. Шундай бай, сибәр, йәш ир мине реалдә күргәс, һыуынмаҫмы, тип ҡурҡтым. Бер нисә көн эсендә уға апаруҡ эҫенгәнмен... Нимә кейергә, нисек буянырға белмәй аҙапландым.
Һәйкәл янына осрашыуға Вадим бер ҡосаҡ ҡып-ҡыҙыл раузалар тотоп килде. Күҙемә ҡарап, мин яңылышманым, был ысынлап та һин, тип ҡосаҡлап алды, сәсемде еҫкәне, илай яҙҙы. Шул уҡ секундта мин уға ғашиҡ булдым, аҡылымды юйҙым. Ай-вайыма ҡарамай, Вадим мине ресторанға алып китте, һуңынан туҡталҡала ҡалған машинама тиклем оҙатып ҡуйҙы... Был әкиәттер, бының булыуы мөмкин түгел, башҡаса ул миңә яҙмаҫ та, күрешмәҫ тә, тип уйланым. Әммә ул, тағы ла осрашҡым килә, түҙеп булмай, шундай һине күргем килә, тип миңә иҫ киткес матур һүҙҙәр яуҙырҙы: “Башҡаса бер минут та түҙә алмайым, һиңә ҡағылмаһам, һине ҡосаҡламаһам, үпмәһәм – үләм! Адресыңды әйт, киләм дә, һине урлайым!” Атлап түгел, осоп сыҡтым янына! 18 йәшлек ҡыҙҙар кеүек асыҡ ҡосағына атылдым. Ул мине яр буйына алып барҙы, унда туңғансы һөйләшеп, үбешеп, ҡосаҡлашып йөрөнөк. Һөйләшеп һүҙҙәр бөтмәне. Шул төндә ул миңә тәҡдим яһаны, киләсәккә пландар ҡорҙо. Ләззәт ине уның янында булыу, тауышын ишетеү, ҡулын иңбашымда тойоу...
Вадим миңә бер ваҡытта ла исемем менән өндәшмәне. Һәр саҡ “минең бүләгем” тип йөрөттө. Йәнәһе лә, мин уның өсөн - яҙмыштың иң оло бүләге.
Ҡиммәтле машинала йөрөй ине. Затлы кейемдәр, ҡыйбатлы аксессуарҙар... Гөлләмәләргә батырҙы... Баш әйләнде... Шуға ла көтмәгәндә уның, йәнәһе лә, бизнесына хәүеф-хәтәр янағас, һис бер икеләнеүһеҙ ҙур суммаға кредиттар алып бирҙем. Мин һиңә аҡсаны арттырып кире ҡайтарам, һиңә генә ышана алам, башҡа бер кемгә лә ышанырлыҡ түгел был донъяла, тип һайраған бойоҡ Вадим, бизнесты ҡотҡарыр өсөн машиналарымды ла һатырға мәжбүр булдым, әммә барыбер етмәне, ләкин һин борсолма, берәй әмәле килеп сығыр әле, тере ҡалһам, тигәс, үҙемдең автомобилде һатып, аҡсаны уға тотторҙом: “Баш һау булһын, икәүләп йырып сығырбыҙ әле нисек тә!” Йырҙы икән, ти. Икенсе көндө Вадим: “Миңә конкуренттарҙан күпмелер ваҡытҡа йәшенеп торорға кәрәк буласаҡ, шуға ла һинең аша мине табып йәки һиңә берәй нимә эшләп ҡуймаһындар өсөн, әлегә аралашмаҫбыҙ, ләкин ошо мәхшәр тамамланыу менән мотлаҡ өйләнәсәкбеҙ, - тип ышандырҙы. – Әлеге ваҡытта бизнесты ҡотҡарыу иң мөһиме, сөнки унда миллиардтар һалынған. Ярты, бер йыл үтеүе ихтимал, әммә мине көтөүҙән туҡтама, мин яныңа киләсәкмен, бөтә яҡшы буласаҡ, мин һине бәхетле итәсәкмен!” Иҫәр кеүек көттөм Вадимды. Сикһеҙ ышандым. Уның өсөн борсолдом. Ә ул килмәне. Аҡсаларым менән юғалды. “Һөйөү” тигәне шыр алдаҡ булған. Нимә һөйләгән - бөтә алдаҡ булғандыр, тим. Уйлап сығарғандыр бизнесын да, мәхшәрен дә, башҡаһын да... Әлеге мәлдә тағы берәй ҡатынды алдап йөрөйҙөр. Полицияға ғариза яҙыр ҙа инем, беренсенән, оят, икенсенән, кредиттарҙы үҙемдең исемгә алғанмын, авто аҡсаһын үҙ ҡулым менән тотторғанмын, өсөнсөнән, мин уның ысын исем-шәрифен дә белмәйем, фотоһы ла юҡ... Әй, суҡынып китһен... Әлдә фатирыма ҡул һуҙмаған, тип ҡыуанам.
- Һуҙыр ҙа ине, нимәлер өркөткәндер, - тим. – Әле оҙаҡ түләргәме кредиттарҙы?
- Аҡсаһы “сурт с ним”, хистәрем, һөйөүем, ышанысым өсөн “обидно”... Һау булһам, кредиттарҙы түләп бөтөрмөн әле... Бөтә күҙ асып йомған арала булды, ҡапыл алйытты, аңды юйҙы... Һаман да аңламайым, шулай ҙа башты юйып була икән, тип үҙемә үҙем аптырайым...
Ә мин Таңһылыуҙың ни өсөн алданғанын аңлайым. Ул бит япа-яңғыҙ, ә күңеле мөлдөрәмә тулы һөйөү. Шуны тулайым ғына килеш кемгәлер бирергә әҙер генә. Көндән-көн ғүмерҙең ахыры яҡынлаша. Алтындарҙан ҡиммәтерәк һәр көндө, һәр сәғәтте, минутты көндәлек мәшәҡәттәргә, ығы-зығыға, юҡ-барға тәләфләргәме? Тик яратырға, ҡосаҡларға, наҙға тулырға, күңел йылыһы менән бүлешергә, ҡәҙерле кешеңдең ҡосағында иркәләнергә, уның йөрәк тибешен тыңларға, уйҙарың, хис-тойғоларың менән бүлешергә, бер тулҡында тирбәлергә – һөйөүҙә йәшәп ҡалырға ашығырға. Ә һөйөүгә сарсағандарҙы нисек ғәйепләйһең? Һәр кемдең бәхеткә хаҡы бар.
* - исемдәр үҙгәртелде.
Фото: Яһалма интеллект.