

- Әйҙә, әйҙә, һөйлә, нисек беҙҙе бурысҡа батырғаныңды, - оҙон буйлы ябыҡ ир ҡатынына асыулы ҡараш ташланы ла, миңә көйөп ҡараны, - миллион һумдан ашыу! Миллион һумдан ашыу кредит... Ҡасан түләп бөтәбеҙ ул тиклем аҡсаны? Мин ыҙалап аҡса эшләйем, бында ҡатын минең бәкәлгә һуғып, беҙҙе кабалаға индерҙе...
Ир түҙмәй урамға сығып китте. Ҡатынының күҙе йәшләнде:
- Ана шулайтып мине әрләй ҙә әрләй. Аңлайым инде, ғәйеплемен, әммә хәҙер ни эшләйһең, терһәкте тешләп булмай...
Өс бала әсәһе Әминә* - дауаханала эшләй, әлеге ваҡытта декрет ялда. Бер аҙ тынысланғас, ул нисек итеп мутлашыусылар тоҙағына эләгеүен һөйләне:
- Тәүҙә телеграм аша миңә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкиленән, йәнәһе лә, беҙҙең район дауаханаһы кураторынан, һеҙҙең менән хоҡуҡ һаҡлау органдары һөйләшергә теләй, бәйләнештә булығыҙ, тигән смс-хәбәр килде. Шөбһәләнеп, нимә тураһында, тип яҙғайным, аңлатырҙар, тип яуапланылар.
Әминәгә, ысынлап та, бер нисә минуттан билдәһеҙ ир шылтырата:
- Әминә Әсләм ҡыҙы? Һаумыһығыҙ! Мәскәү Эске эштәр министрлығынан полиция майоры Андреев борсой. Һеҙ шул-шул адреста йәшәйһегеҙме?
Әминә раҫлағас, талапсан тауышлы полиция майоры уның ҡотон ала:
- Һеҙҙең иҫәбегеҙҙән 200 мең һум аҡса күсерелгән. Алыусы – Михальчук тигән кеше. Йәғни, аҡса күрше илгә, уларҙың армияһы өсөн күсерелгән. Аҡса һеҙҙеке булғас, һеҙ Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 275-се статьяһы аҫтына эләгәһегеҙ, ҡыҫҡаса әйткәндә, дәүләткә ҡарата ҡылынған хыянатта ғәйепләнәһегеҙ.
Әминәнең башы әйләнеп, күҙ алдары томаланып китә:
- Мин бер кемгә лә унсама аҡса күсергәнем юҡ... Банкка шылтыратып, тикшерә алаһығыҙ...
Талапсан тауыш уны киҫкен бүлдерә:
- Әлбиттә, тикшерербеҙ! Барыһы ла шул тиклем анһат, ябай булһа, мин һеҙҙең менән һөйләшеп, ваҡыт әрәм итеп тә тормаҫ инем. Әлегә һеҙ был енәйәт эшендә зыян күреүсе булараҡ иҫәпләнәһегеҙ. Әммә ғәйепле булмауығыҙҙы иҫбатларға кәрәк. Һеҙҙең иҫәбегеҙҙе файҙаланып, мутлашыусылар транзакция майҙанына аҡса күсергән. Үҙәк банк был финанс операцияны ваҡытында туҡтатып, аҡса сит дәүләткә китмәгән. Әммә хәҙер беҙгә мәғлүмәттең ҡайҙан таралыуын асыҡларға, мутлашыусылар менән килешеп эшләгән банк хеҙмәткәрҙәрен асыҡларға кәрәк. Телефонды һүндермәгеҙ, мин һеҙҙе Үҙәк банк хеҙмәткәре менән тоташтырам, ул һеҙгә бәйле хәлде шәхсән контролдә тотасаҡ. Һау булығыҙ!
Йөрәге ныҡ итеп ҡаҡҡан Әминә телефонды ҡулынан ысҡындырмай. Һөйләшеүгә ялған "Үҙәк банк" хеҙмәткәре ҡушыла.
- Әминә Әсләм ҡыҙы, хәйерле көн! Үҙәк банктың хәүефһеҙлек департаменты белгесе Куликова. Ҡыҙ фамилияғыҙ Сафинамы? Адресығыҙ шул-шулмы? Мин һеҙҙең финанс проблемағыҙ буйынса эшләйәсәкмен. Полиция әйткәндер, һеҙҙең ғәмәлегеҙ РФ Енәйәт кодексының 275-се статьяһына тап килә, аңлап тораһығыҙҙыр, бының нимә аңлатҡанын. Был бик етди мәсьәлә. Һеҙҙең урында мин бар яҡлап хоҡуҡ һаҡлау органдары менән хеҙмәттәшлек итер инем. Бында ике уйлап тороу ҙа кәрәкмәй. Һеҙ беләһегеҙме, ул статья буйынса нисә йылға ултырталар? Белмәһәгеҙ, интернеттан ҡарағыҙ, белерһегеҙ. Икеләнергә, хоҡуҡ һаҡлау органдары менән уйнарға ярамай. Дәүләттең именлеге үлсәүгә ҡуйылған. Һеҙ шуны аңлайһығыҙмы? Рәсәй гражданы булараҡ, һеҙ беҙгә мотлаҡ ярҙам итергә тейеш.
Пулеметтан атҡан кеүек тәтелдәгән ҡатын тын алырға туҡтаған саҡта Әминә тотлоға-тотлоға иң борсоған һорауын бирә:
- Миңә хәҙер нимә эшләргә һуң?
- Ашыҡмағыҙ, бөтә аңлатам. Иң мөһиме, һөйләшеүҙе өҙмәгеҙ. Әгәр бәйләнеш өҙөлһә, муттар тағы ла һеҙҙең иҫәбегеҙгә хужа буласаҡ, әлегә беҙ уларҙы блокка ҡуйғанбыҙ. Беҙ Эске эштәр министрлығы, Федераль именлек хеҙмәте менән бергә эшләйбеҙ. Беҙгә һеҙҙең шәхси мәғлүмәттәрҙе таратҡан һәм муттарға иҫәбегеҙҙән аҡса күсереү мөмкинлеген биргән банк хеҙмәткәрҙәрен табырға кәрәк. Әлеге ваҡытта төп бурыс шул. Һорауҙарға аныҡ, теүәл яуап бирегеҙ: үҙегеҙҙең һәм ирегеҙҙең ниндәй банктарҙа аҡсағыҙ бар? Ниндәй карталарҙа? Ниндәй суммалар? Кредиттар бармы? Һуңғы ваҡытта берәйһенә 200 мең һум күсерелмәгәнме? Бәлки, ирегеҙ күсергәндер? Карталарығыҙҙың номерын әйтегеҙ. Картағыҙ ошо номерға бәйлеме? Мин хәҙер һеҙҙе Федераль именлек хеҙмәте хеҙмәткәре менән тоташтырам...
- ...Артабан телеграмда минең менән ФСБ хеҙмәткәре һөйләште, - Әминә башынан үткәнде ҡабаттан иҫләп, ауыр уфтана. - Һәр хәлдә мин ысын Федераль именлек хеҙмәте хеҙмәткәре менән һөйләшәм, тип уйланым. Сөнки ул миңә телеграм аша үҙенең танытмаһының фотоһын һалды. Үҙәк банк хеҙмәткәре лә документын күрһәтте (аҙаҡ бөтә фотоларҙы, һөйләшеүҙәр тарихын юйҙылар). Йәшерен махсус операцияла ҡатнашырға ризалыҡ биреүемде раҫлар өсөн улар миңә документ ебәрҙе, мин шуны дәфтәр битенә ҡулдан күсереп яҙып, фотоға төшөрөп, уларға һалдым. Мәғлүмәтте таратмау тураһындағы килешеүгә лә шулай ҡул ҡуйҙым.
Енәйәтселәрҙе асыҡлар, уларҙы енәйәт өҫтөндә тотор өсөн миңә картам асылған банкка барып, кредит алырға, телефонды кеҫәгә һалып ҡуйырға, уны бер ниндәй осраҡта ла һүндермәҫкә ҡуштылар. Банкта менеджер менән нисек һөйләшергә кәрәклеген аңлаттылар. Махсус задание үтәүегеҙҙе күрһәтергә тейеш түгелһегеҙ, кредит биргән банк хеҙмәткәренең исем-шәрифен, төҫ-башын иҫегеҙҙә ҡалдырығыҙ, тип инструктаж үткәрҙеләр. Йәнәһе лә, банк хеҙмәткәре үҙен шикле тотһа, төрлө һорауҙар биреп ҡаҡшатһа – енәйәтселәр схемаһында ҡатнашыуына был дәлил була. Кредит – фиктив, енәйәтселәрҙе тотҡас та, ул аҡсалар кире ҡайтарыласаҡ, әлегә алынған аҡсаны тиҙ генә “хәүефһеҙ иҫәпкә” һалып торорға кәрәк, тинеләр. Бөтә төш кеүек булды. Үҙемдең нимә эшләгәнемде аңламаным. Нимә әйтәләр, робот кеүек шуны үтәнем... Улар миңә икенсе банктан да кредит алырға ҡушҡайнылар, ярай ҙа телефондың заряды ултырҙы. Енәйәти яуаплылыҡтан ҡурҡып, уны тиҙерәк зарядкаға ҡуйыр өсөн, өйгә ҡайттым. Ирем, нимә булды, ниңә ҡара тиргә батып, сабып йөрөйһөң, тип аптырап һораны. Мәйтәм, мин бер ни ҙә һөйләй алмайым, мин документҡа ҡул ҡуйҙым. Ләкин ул ай-вайыма, ҡаршылашыуыма ҡарамай, төбәшә башланы. Миллион һумдан ашыуыраҡ кредит алып, уны билдәһеҙ иҫәпкә күсереүемде белгәс, шаҡ ҡатты. Телефонымды алып, муттарҙы блокка ҡуйҙы, мине әрләп-әрләп, полицияға елтерәтте. Ғариза яҙҙыҡ та ҡайттыҡ. Банкка аҡсаны үҙебеҙгә түләргә тура килә. Мутлашыу ысулдары хаҡында белә инем. Шуға ла ул турала яңылыҡтарҙы уҡымай ҙа, тыңламай ҙа торғайным. Был миңә ҡағылмай, мин үҙ аңымда, тип йәшәнем. Ят номерҙан шылтыратһалар, алманым. Ә барыбер тоҙаҡтарына ҡаптым. Һаманғаса аптырайым, нисек шулай килеп сыҡты һуң, тип...
* - исеме үҙгәртелде.
Фото: Яһалма интеллект.