

Тик урындарыбыҙ йәнәш тура килгән оло ғына инәй бик телдәр булып сыҡты, уның һөйләгәндәрен тыңлай-тыңлай, ваҡыттың үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды. Йоҡо осто, Ғилминур инәйҙең еңел булмаған тормошон күҙҙән үткәреп күңел бер аҙ һағышланды. Көлөп тә ебәргеләнем – уның ҡайһы бер һөйләгәндәре ғәҙәти түгел ине.
16 йәшенән тома етем ҡалған Ғилминур инәй дүрт улын япа-яңғыҙы аяҡҡа баҫтырған. Ун йыл элек оло улы юл фажиғәһендә мәрхүм булыуы етмәгән, килене лә яман ауырыуҙан ахирәткә күскән икән.
– Ике йыл инде өс бала етем. Ярай, оло ҡыҙҙары башлы-күҙле булып өлгөргәйне. Хәйер, атай-әсәй 40-ҡа еткәндә лә кәрәк, 19 һәм 22 йәштә әсәйһеҙ ҡалыу бик ауыр ул. Балалыҡтан яңы сыҡты бит улар ҙа. Ғаилә тормошон башлап ебәргәндә кәңәш биреүсе, терәк булыусы кәрәк. Етемлек әсеһен үҙем татып беләм. Улдарымдың да аталарын һағынып илағаны күҙ алдымдан китмәй...
Әле гимназия-интернатта уҡып йөрөгән ейәнем янынан ҡайтып киләм. Кесе улым менән киленем үҙҙәренә уллыҡҡа алды ла ул, ауылда мәктәп ябылғас, Өфөгә уҡырға ебәрҙек инде. Инглиз телен яҡшы белә, былтыр район ярышында 1-се урын алды. Етем дә булғас, гимназияға конкурсһыҙ алдылар. Һағыналыр, тип ике каникул араһында өй ризығы бешереп, тәм-том алып, күреп ҡайтайым, тип сыҡтым да киттем. Әле һаулыҡ бар, пенсия етерлек – исмаһам, өләсәй һөйөүен татып ҡалһын, тим. Ун ейән-ейәнсәрем бар, Аллаһы Тәғәләнән барыһы өсөн дә һаулыҡ, бәхет, иман, ғүмер теләйем. Әммә ошо өсәүһе өсөн йөрәгем өҙөлә инде. Әллә етемлек беҙҙең нәҫелгә яҙылған һынаумы икән, тип тә уйлап китәм, – инәй кеҫәһенән ҡулъяулығын алып, йәшләнгән күҙҙәрен һөрттө. Бер аҙ ғына уйҙарына бирелеп һүҙһеҙ барғас, ҡабат миңә өндәште. – Үҙем тураһында ғына һөйләп тик барам. Һинең тормошоң нисек һуң, балаҡайым? Ата-әсәйең иҫән-именме? Йорт-ҡураң бармы?
– Аллаһҡа шөкөр генә, инәй, ипотекаға булһа ла фатир алдым. Әсәйем иҫән, ауылда йәшәп ята. Атайым да сағыштырмаса, олоғайғансы йәшәне.
– Ирең бармы һуң?
– Айырылдыҡ шул...
– Һалдырып алғандарҙыр, – тине Ғилминур инәй шунда уҡ.
Ҡысҡырып көлөп ебәрҙем:
– Ниңә улай тиһегеҙ, инәй?
– Башымдан үткәнде һөйләйем. Аҡыллы ғына ҡатынға оҡшағанһың, тимәк, эскесе йәки ҡул күтәрерлек ир менән тормошоңдо бәйләмәгәнһеңдер. Беҙҙең ҡатындар сабыр ул, хәләле ялҡау булһа ла түҙә. Һынағаным бар: күп осраҡта айырылыуға сит ҡатындар сәбәпсе була.
– Улдарымды яңғыҙ үҫтерҙем, тигәйнегеҙ. Ирегеҙ икенсегә өйләндеме әллә?
– Шулай шул. 90-сы йылдарҙа “дефицит тауар” тигән һүҙ модаға инеп китте бит әле. Ир-ат ҡырыла... Йә эскелектән, йә һуғыштан. Шуға ғүмер-ғүмергә иң дефицит тауар ир-ат булып ҡала. Эскесеһе, дурагы, ауырыуы тулып ята ул, ауыл һайын өйөрө менән йөрөй. Ә бына арыу, эшсән, һау иргә ҡытлыҡ. Совет осоронда ла шулай ине, хәҙер тем более. Аллаһ һаҡлаһын, анау ҡайһы бер илдәрҙәге кеүек, бер енеслеләргә өйләнергә рөхсәт бирелһә, ахырызаман етә лә ҡуя инде...
– Ирегеҙ йөрөмтәл булдымы ни?
– Юҡ. Һәр хәлдә башҡалар менән сыуалғаны ишетелмәне. Ике туған ҡустымды әрмегә оҙатырға военкоматҡа барғанда танышҡайныҡ. Ул күрше малайын оҙатырға килгәйне. Тәү ҡараштан ғашиҡ булып, артымдан ҡалманы ла ҡуйҙы. Ул райондың бер башынан, мин – икенсе осонан. 3 – 4 тапҡыр килде лә, яусылар ебәрҙе. 16 йыл бик матур йәшәнек. Район үҙәгенән фатир алғайныҡ, аҙаҡ йорт төҙөп сыҡтыҡ. Эшкә шәп булды, табышлы ине. Иң бәхетле осором уның менән йәшәгән йылдар булғандыр. Бер ҡайғы, бер хәсрәт белмәй йәшәнем. Улдарыбыҙ өсөн өҙөлөп торҙо. Тик... Һәр бисәгә лә шундай арыу ир кәрәк булғанын онотоп киткәнмен...
– Аралашып йәшәгән берәй әхирәтегеҙ үҙенә ҡаратып алдымы?
– Күрше ҡатыны. Ата-әсәйемдең, аҙаҡ ағайымдарҙың икмәк-сәйен уртаҡлашып йәшәгән кешенең шундай аҙымға барыры төшөмә лә инмәгәйне. Бик иртә ике бала менән тол ҡалды ул. Үҙем етем булғас, сабыйҙарын йәлләп, гел ҡараштым. Ағайым да ярҙам итеп йөрөнө. Ҡунаҡҡа ҡайтҡан саҡта ашҡа әйтеп ала ине. Уйы мәкерле булыуын ғына аңламағанмын. Үҙенән һигеҙ йәшкә кесе, дүрт балалы иргә күҙ һалыр, тип кем уйлаһын инде...
– Ғәҙәттә, ирҙәр бер аҙ ситтә йөрөй ҙә, аҙаҡ үҙенекенә барыбер кире ҡайтып ҡуя. Һеҙҙеке лә япҡан ишеген кире ҡаҡҡандыр?
– Юҡ шул. Сания апайҙың үҙәгенә яңғыҙлыҡ ныҡ үткән булғандыр, күрәһең, – иргә сат йәбеште. Минән айырылһаң да, улдарыңды ташлама, тип әйтеп ҡарағайным да бит. “Яңы” ҡатын беҙҙең менән араны бөтөнләй өҙҙөрҙө, тиер инем, балаларға алименты килеп торҙо. Минән айырылып, никахтарын рәсмиләштереү менән Себер яҡтарына күсеп киттеләр. Өсөнсө малайым туйына саҡырып ҡараны, килмәнеләр. Илсурым йомшаҡ күңелле, асыу һаҡламай. Бик теләп аралашыр ине лә, теге яҡтан ынтылыш юҡ. Ә ҡалған өс малай үҙҙәре уны ғәфү итә алманы, аралашҡылары ла килмәне.
– Үҙ ғаиләләренең бәхеттәре булһын инде...
– Амин, балаҡайым. Үҙем дә шуны теләп кенә торам. Дүрт киленемде лә ҡыҙҙарым кеүек күрҙем. Кеше фәрештә түгел, ыңғай яғы ла, кире яғы ла була. Шуға уларҙы нисек бар – шулай ҡабул иттем. Үҙгәртергә лә, тәрбиәләргә лә маташманым. Иң мөһиме балалары етем булмаһын, тип теләнем. Минең хатамды ҡабатламаһындар өсөн килендәремде уҫал булырға, ирҙәренә күҙ һалған ҡатындар менән айҡашырға өндәнем. “Ирҙәрегеҙҙең юҡ-барға ваҡыты ҡалмаһын, эшкә күмегеҙ. Яңғыҙ бисәләргә аҡса өсөн дә эшкә ебәрмәгеҙ”, – тип васыят әйтеп ҡуйҙым.
Өс улым да техникаға шәп, тиҫтәләп һыйыр, ат тоталар. Ҡош-ҡорттоң, ваҡ малдарының иҫәбе-һаны юҡ. Ошо үлгән улым йәш саҡта бер ҡыҙҙың артынан йөрөп ҡараны. Тегеһе әллә атайһыҙ тинеме, әллә күңел һалманымы – башҡа егетте һайланы. Өйләнеп, байып киткәйне, теге ҡыҙҙың иҫенә төштө бит! Имеш, беренсе мөхәббәт. Улым яғынан ни булғандыр, белмәйем (берәү “яратам да һағынам” тип торғанда уның да күңеле уйнағандыр инде), әммә теге көнө-төнө тигәндәй шылтыратып, яҙып йонсотто. Ҡатыны белһен, тип юрамал ҡыланғандай – уйнаш итергә генә теләгәндәр йәшерен ҡылана бит ул. Киленде эйәртеп алдым да, барып бер аҙ аҡылға ултыртып алдыҡ теге тәтәйбикәне. Ышанаһыңмы, юҡмы – муйынына бысаҡ терәп янаным. “Үлтермәйем, мәйтәм, әммә кәлик яһап ултыртам. Өс баланың бәхетен яҡланым, тиһәм, теләһә ниндәй суд мине яҡлаясаҡ. Ултырһам да, өс йылдан артыҡ бирмәйәсәктәр. Ә бына һин ғүмер буйы кеше күҙенә ҡарап, тилмереп ултырасаҡһың. Тағы ла улыма шылтыратып, хатта исемен әйтеп кенә ҡара!” – тинем.
Һәр кемгә һаулығы ҡәҙерле шул – теге бисә юҡҡа сыҡты. Һөйөүе лә онотолдо, “дефицит тауар” ҙа кәрәкмәне. Бәлки, заманында ошондай уҡ уҫаллыҡ күрһәтһәм, үҙем дә ирһеҙ ҡалмаҫ инем. Илап ултырып ҡына хәлде төҙәтеп булмай. Үҙ балаларым хаҡына уҫал була алмаһам да, ейән-ейәнсәрҙәремде атайһыҙ итмәм, тинем. Тик бына яҙмыш алдында ғына көсһөҙбөҙ. Атайһыҙ ғына түгел, әсәйһеҙ ҙә ҡалды ла ҡуйҙылар, – Ғилминур инәй тағы ла күҙ йәштәрен һөртөргә кеҫәһенән ҡулъяулығын сығарҙы.
Яңы танышымдың һөйләгәндәре тураһында аҙаҡ та уйландым. Улдарының ғаиләһе, ейәндәренең бәхете өсөн көрәшкән оло ҡатындың уҫаллығы һоҡланыу уятты – ғәйеп итеү уйыма ла инеп сыҡманы. Был тормошта яҡшы ир-атҡа түгел, ә намыҫсанлыҡҡа дефицит кисерәбеҙ шул...
Гөлнур ҠЫУАТОВА.