Төн буйы ауырыны Мәликә. Арҡа буйы, эсе ут булып яна. Ауырайған кәүҙәһе үҙенеке түгел һымаҡ. Тамағы кипте, һыуһаны. Башы әйләнә, ваҡыт-ваҡыт күҙ алдары ҡараң-ғыланып китә. Көн дә килеп тәрбиәләгән килен иртә менән инеп сәй эсерҙе лә район үҙәгенә юлланды. Ул да өлгөрә алмай китә, ауылдағы ярҙамға мохтаж унға яҡын ололарҙы ҡарау еңел түгел.
Көн бөгөн эҫелер. Өйҙә тынсыу, һауа етмәгән һымаҡ. Ҡайҙандыр осоп ингән себен килә лә Мәликәнең йөҙөнә ултыра. Уны ҡыуа-ҡыуа ҡулының көскөнәһе лә бөттө. Ҡапыл ишек асылған тауыш ишетел-гәндәй булды. Мәликә, үҙенең барлығын белдереп, ятҡан ере-нән таяғы менән иҙәнде туҡыл-датты.
– Мин бында-а-а... – тигән тауышы үҙенең эргәһенән ары китмәне.
Бына ишектә ҡатын-ҡыҙ һыны күренде.
– Һаумыһығыҙ! Мәликә инәй ошонда йәшәйме?
Ҡатын түргә уҙҙы ла күре-шергә ҡулын һуҙҙы. Унан кил-гән ҡыйбатлы хушбуй еҫенән-ме, әллә тынсыу һауаға тыны ҡыҫылыпмы, Мәликәнең ба-шы әйләнеп китте:
– Кем һуң һин?..
Күҙҙәрен селт-селт йомғолап, ул ҡатынды танырға тырышты.
– Был мин, инәй. Тыуған ауылың Ҡарағаслынан. Әхирә-тең Зөләйханың иң бәләкәй ҡыҙы Зөлфиә булам.
“Зөләйха? Әхирәте Зөләйха...” Ошо һүҙҙәр Мәликәнең аңына асыҡлыҡ индергәндәй булды.
– Иҫеңә төшөрә алдыңмы, инәй? Әсәйем һине күреп ҡай-тырға ҡушты. Бына һиңә бүләк, күстәнәстәр...
Ҡатын әйберҙәрен өҫтәлгә теҙә башланы.
– Һеҙҙең районға ҙур кәңәш-мәгә килдек. Бөгөн ҡайтабыҙ.
Мәликәнең күҙҙәрендә бер-ике генә бөртөк йәш тамсыһы ялтыраны. “Эй Аллам... иларға күҙҙәремдең йәше лә бөткән икән дә...” Ул арала ҡатын:
– Инәй, ҡана тиҙ генә күстәнәстәр менән сәй эсереп ҡайтайым. Сәй эскәндә хәл-әхүәлдәр тураһында һөйләшер-беҙ, – тип ҡабаланды. Һыуыт-ҡысты асып ҡараны ла: – Бер аҙ ғына көтөп тор, инәй. Мин хәҙер киләм, – тип магазинға сығып йүгерҙе.
Эйе... Барыһын да хәтеренә төшөрҙө Мәликә. Эй-й-й, был ғүмер... Яҙмыштар... Ҡасандыр булып уҙған ваҡиғалар бер-бер артлы күҙ алдынан уҙҙы.
Зөләйха менән бала саҡтан бергә үҫтеләр, айырылмаҫ дуҫтар булдылар. Көндәрҙән бер көндә ауылға ғаиләһе менән урмансы Сәхиулла ҡарт күсеп ҡайтты. Уның берҙән-бер улы Зарифҡа бер ҡыҙ ҙа битараф ҡарай алманы. Һомғол кәүҙәле, киң яурынлы, баҫалҡы егет өҫтәүенә оҫта гармунсы ла ине. Ул тиҙ арала тиҫтерҙәре менән уртаҡ тел тапты. Киске уйындарҙың уртаһында ғына ҡайнаманы, ауыл өсөн файҙалы эштәр атҡарыусы йәштәрҙе йәлеп итте. Күмәк көс менән ауыл зыяратын кәртәләп ҡуйҙылар. Уҡыу йылы башланырҙан алда уҡ мәктәпте йылытырға утын әҙерләнеләр. Парталар етешмәгәс, тиҙ арала дүрт парта эшләп бирҙеләр. Хоҡуҡ һаҡлау өлкәһендә эшләүе менән дә күптәргә ярҙамы тейҙе Зарифтың.
“Эйе” йәки “юҡ” тигән һүҙҙе икеләнмәй әйтер егетте бөтәһе лә үҙ итте. Мәликә уны тәү күреүҙән үк яратты. Тормошон унһыҙ күҙ алдына килтерә лә алманы. Һөйөүен бер кемгә лә белдермәне. Үҙен ауылдың иң һылыу ҡыҙына иҫәпләүе күңеленә тыныслыҡ бирҙе. Барыбер мине һайлаясаҡ, тигән уй менән йәшәне. Башҡалар белмәһә лә, әхирәте Зөләйхаға серен сисергә кәрәк булған да бит... Әйтмәне түгел, әйтте бит әхирәте. “Зариф миңә күҙ һала”, – тигәнен иғтибарға ла алманы.
Көҙҙөң матур бер көнөндә Зарифтың әхирәтен әйттереп, өйләнеп ҡуйыуы Мәликә өсөн көтөлмәгән ваҡиға булды. Күңелендә түҙеп торғоһоҙ һағыш менән бер рәттән Зөләй-ханың бәхетенән көнләшеү тойғоһо барлыҡҡа килде. Барыбер Зариф менән бергә була-саҡмын, тигән уй бер ҡасан да уны ташламаны.
Тормош дауам итте. Зөләйха элеккесә уға һәйбәт ҡарашта ҡалды. Мәликә һаман эстән янды, көйҙө. Үҙенә килгән яусыларҙы, күҙ һалыусыларҙы кире бороп ҡайтарып торҙо. Тиңһенмәне. Ә шулай ҙа яҙмыш уға көтөлмәгән осраҡлыҡ бүләк итте. Зөләйха тәүге бәпәйенән һуң бөйөрҙәренә ныҡ һыуыҡ алдырып, өҙлөгөп китеп аяҡтан йығылды. Уны ҡала дауаханаһына алып китергә булдылар. Носилкаға һалып өйҙән сығарҙылар. Күҙҙәре йомолған, толоп һымаҡ ше-шенгән әхирәтен күреүселәр, күҙ йәштәрен йәшерергә тырышып, ситкә ҡараны. Яңы тыуған сабыйы ике өләсәһе, яҡын туғандары тәрбиәһенә ҡалды. Мәликә Зөләйханың иҫән ҡалырына ышанманы.
Йәй етте. Бер көн йәштәр киске уйынға клубҡа йыйылды. Унда Зарифтың гармуны менән саҡырылғанын ишеткәс, Мәли-кә иң матур күлдәген кейҙе. “Бөгөн йәки бер ҡасан да...” – тигән уй уны хәл иткес аҙымға этәрҙе. Гармун көйөнә күмәк-ләп тә, айырым да төшөп бейенеләр. Йырҙар йырланылар, йәштәр оҙаҡ ҡына күңел асты. Мәликә клубтан алда-ныраҡ сыҡты ла тыҡрыҡҡа боролор ерҙә Зарифты көтөргә булды. Әкрен генә килгән ир-ҙең ҡаршыһына атланы.
– Һин... – тип ғәжәпләнгән Зарифтың алдына барып баҫты.
Күҙҙәрен йәш томаланы.
– Һаман да Зөләйханы көтәһеңме? Ул бит терел-мәйәсәк! Күпме көтөргә була?.. Мин бит һине яратам... – үҙе лә һиҙмәҫтән ике ҡулы менән йөҙөн ҡапланы ла илап ебәрҙе.
Зариф юлдан ситкәрәк тайпылды ла:
– Зөләйха менән бер-бер хәл булғанда ла, мин башҡа берәүгә лә өйләнмәйәсәкмен. Улай итеп ҡәҙереңде ебәрмә. Матур ҡыҙ-һың, сыҡ берәй егеткә. Мин ҡатынымды ғына яратам, – тип ары атланы.
Мәликә ҡапыл боролдо ла: “Мине яратмай... Мине яратмай!” – тип ҡабатлап йылға яғына йүгерҙе. Илай-илай һалҡын һыу менән битен йыуҙы. Үҙ-үҙенә хужа була алмай, ғәрләнепме, кәмһенеп-ме, оҙон сәс толомдарын тағатып ебәрҙе лә һыуға ҡарап:
– Мине яңғыҙ ҡалдыр-ғаныңда берәй балаңдың да ғү-мере яңғыҙлыҡта уҙһын! – тип илай-илай әхирәтенә теләк теләне.
Ошо хәлдән һуң уның сабырлығының иң һуңғы тамсыһы ла ситкә сәсрәне.
Сит райондан ҡатыны вафат булған яңғыҙ ирҙән яусы килеп төштө. Күп уйлап торманы, ризалыҡ бирҙе.
Насар йәшәмәне Мәликә ире менән, тик балалары ғына булманы. Иренең йөрәк өйәнә-генән үлеп ҡалғанына ла бай-таҡ ваҡыт уҙып китте. Һуңғы ике йылда үҙе төҙәлмәҫлек ауыр сиргә юлыҡты. Мәлендә дауаланмағас, ауырыу көсәй-гән, тинеләр. Алай ҙа күрше-ләре һәйбәт. Ҡараусы килен дә көн дә килеп тәрбиәләй, аш-һыу әҙерләй, кәрәкле дарыу-ҙарҙы алып килә.
– Уй, инәй, магазинығыҙ алыҫ икән дә ул. Әйҙә, тиҙ генә сәй эсеп алайыҡ.
Мәликәнең уйҙары ошо урында өҙөлдө. Ҡатын сәй ҡуйҙы ла Мәликә ятҡан бүлмә-нең тәҙрәләрен асып ебәрҙе. Тыштан саф һауа бәреп инде. Тын алыуға рәхәт булһа ла, түшәк-яҫтыҡтан сыҡҡан әсе еҫ бүлмәгә таралды. Ҡатын кейем шкафынан таҙа түшәк алды, Мәликәне күтәреп тигәндәй шул түшәккә шылдырып ултыртты. Ауып китмәһен өсөн арҡаһына ҙур яҫтыҡ терәне. “Ҡайһылай ҙа атаһына оҡша-ған. Атаһына оҡшаған ҡыҙ бала бәхетле була”, – тип уйланы Мәликә. Ҡатын тәмлекәстәрҙе өҫтәлгә теҙҙе, сәй яһаны:
– Үҙегеҙҙең хәлдәрегеҙ нисек, ҡыҙым? – башҡа килгән тәүге һорауы шул булды.
(Дауамы бар).
– Һәйбәт кенә, инәй, атайыбыҙ үлеп ҡалды. Әсәй тыуған йортобоҙҙа йәшәй. Уны күмәкләп ҡарайбыҙ. Һаулығы, Аллаға шөкөр, әлегә зарланырлыҡ түгел, – Мәликә әхирәтенең өс улы, өс ҡыҙы барлығын ишетеп белә ине.
– Бөтәгеҙҙә башлы-күҙле булып бөткәнһегеҙҙер инде, ней сама ғүмер уҙҙы, – тип көрһөндө ул.
– Әйе, бөтәһе лә минән өлкәндәр, олатай, өләсәй булып бөттө, – тип
ҡыуанды ҡатын.
– Ә үҙең һуң?
– Мин... шул яңғыҙ ҡалдым инде. Иптәшем янғын һүндереүсе ине. Янды, – ҡатындың йөҙө моңһоуланып китте.
Мәликә ҡапыл күп йылдар элек йылға буйында теләгән теләген иҫкә төшөрҙө. “Бына кемгә төшкән икән теләгәнем... Бер гонаһһыҙ балаға”. Ҡулдары ҡалтырап, тотҡан сынаяғындағы сәйе өҫтәлгә түгелеп китте. Күҙ алдары ҡараңғыланды.
– Ай, инәй! Нимә булып китте ул?! – ҡатын ауып барған Мәликәне тотоп ҡалды, арҡаһына тағы бер яҫтыҡты ныҡ итеп терәп ултыртты.
Әленән-әле сәғәткә ҡараған ҡатындың ҡайтырға ҡабаланғанын күргәс, Мәликәнең йөрәге өҙөлөп төшөрҙәй булды.
– Ҡыҙым, әллә бөгөнгә ҡайтмай тораңмы? Иртәгә ҡайтырһың. Һеҙҙең яҡҡа көн дә автобустар йөрөп тора ул...
Мәликәнең тауышында әрнеү ҡатыш ялбарыуҙы ишеткән ҡатын телефондан кем менәндер һөйләшеп алды.
– Ярай, инәй, эштән һораным. Иртәгә ҡайтам. Ҡайһылай яҡшы булды әле ул. Бер көн булһа ла, эргәңдә булайым. Улайһа мин аш һалып ебәрәйем, – тип ихлас эшкә тотоноп китте.
Мәликәнең иңдәренән бер ауыр йөк төшкәндәй булды. Хоҙай уға ошо ҡатынды ебәргәненә эстән генә бөткөһөҙ рәхмәттәр уҡыны. Ҡатын уның янындағы ултырғысҡа йылы һыу һалынған тас килтереп ҡуйҙы. Ҡулдарын, битен һабынлап йыуҙы. Ойошоп бөткән сәстәрен тарап үреп ҡуйҙы.
– Бына, инәй, әсәйем ебәргән яулыҡты ябынып, матур булып ултыр, – тине лә сәскәле биҙәк төшөрөлгән яулыҡты Мәликәнең башына бәйләп тә ҡуйҙы.
Шул ваҡыт ишек асылды, өйгә сеүәтә менән аш тотҡан күрше ҡатын килеп инде. Өйҙә эш менән булған ҡатынды күреп, туҡтап ҡалды.
– Һаумыһығыҙ, үтегеҙ, үтегеҙ, – тип ҡатын биҙрә алып тышҡа сығып китеүе булды, күршеһе Мәликәнән:
– Был кем ул? – тип һорай һалды.
– Был минең ҡыҙым, – тине Мәликә.
– Ҡыҙың? Һинең ҡыҙың бармы ни?
– Бар! Ул минең ҡы-ҙым, – тип ҡаты ғына итеп ҡабатланы Мәликә.
Уның йөҙөндә маҡтаныу ҡатыш ғорурланыу һыҙаттарын күргән күршеһе был хәлде башына һыйҙыра алманы. “Аҡылғынаһы еңеләйгән, күпкә бармаҫ, ахырыһы”, – тип һаубуллашып сығып китеү яғын ҡараны.
Өй эсенә тәмле аш еҫе таралды. Ул арала ҡатын тиҙ генә иҙәндәрҙе йыуып алды. Мәликә үҙен бик бәхетле итеп тойҙо. Әллә әхирәтенең ҡыҙы уға һаулыҡ алып килдеме икән? Бына ҡайҙа ул өй йылыһы, йәнең рәхәте. Рәхәтләнеп бер кәсә аш ашаны, ике сынаяҡ сәй эсте. Маңлайына бөрсөк-бөрсөк тир тамсылары килеп сыҡты.
– Ҡыҙым, – тине ул. – Хоҙай Тәғәлә юҡҡа ғына һинең юлыңды миңә
төшөрмәгәндер. Әсәйеңә минең сәләмемде еткер. Балаларының изгелеген күреп, ҡыуанып йәшәргә яҙһын. Иҫән-һау булһын.
Мөйөштә торған сумаҙанды астырҙы иң аҫта ятҡан ерлеге асыҡ йәшел төҫтәге биҙәкле шәлде алдыртты.
– Был шәл, ҡыҙым, һиңә. Минең төҫөм итеп ябынырһың. Ишеңде лә
табырһың, ни бирмәгән Хоҙай. Рәхмәт миңә күрһәткән изгелегең өсөн.
Мәликәнең күҙ йәштәрен ҡатын ҡулъяулығы менән һөрттө, арҡаһынан һөйҙө.
– Илама, инәй. Әллә һине үҙебеҙҙең яҡҡа күсереп алып ҡайтайыҡмы? Бында бер яҡының да юҡ бит, – тип йыуатты ул.
– Ю-у-у-уҡ ... Унда минең хәҙер кемгә генә кәрәгем бар?.. – Мәликә әйтеп бөтөрә алманы, тыуған яҡтарын һағыныуҙан күңеле тулды.
– Миндә йәшәрбеҙ, инәй. Мин дә бер үҙем бит. Ике балам ҡырҙа өлкән уҡыуҙа уҡыйҙар. Өйөм ҙур, Аллаға шөкөр.
– Булмаҫ шул, булмаҫ, балам. Рәхмәт, балаларыңдың ҡыуаныстарын күреп йәшә, Алла бирһә.
Мәликә тәнендә бығаса булмаған еңеллек һиҙҙе. Әллә ысынлап та, ауырыу артҡа сигенә түгелме шул? Йоҡларға яттылар. Ҡатын үҙенә урынды Мәликә менән бер бүлмәгә һалды. Төн урталарында ул Мәликәнең ауыр итеп ыңғырашыуына уянып китте.
– Ҡыҙым, тор әле, – тине Мәликә көсһөҙ генә тауыш менән. – Мине Ҡибла яғына әйләндереп һала алаһыңмы ... Аптыранған, ҡаушаған ҡатын тиҙ генә торҙо ла уны әйләндереп һалды.
– Асылыма ҡайтам ... Бәхетле бул, ҡыҙым, – Мәликә ҡапыл ғына тынып ҡалды.
Икенсе көн мәрхүмәне һуңғы юлға оҙатырға килгән ауылдаштары инәйем, тип йүгереп аш-һыу әҙерләшкән, хәйер таратҡан ят матур ҡатынға аптырап та, һоҡланып та ҡаранылар.
– Ҡыҙы барлығын ҡайһылай йәшереп йәшәгән ...
– Ҡайһылай ҙа ҡыҙы булған бит, – тип үҙ-ара шым ғына һөйләнделәр.
– Ярай, ҡуй, мәйет оҙатҡанда юҡ-бар һөйләмәгеҙ, – тип тыйыусылар табылды.
– Төрлө хәлдәр була... Донъя бит ул, – тип көрһөнгәндәре лә булды.
Аҙаҡ ҡатынды машинала туҡталышҡа илтеп ҡуйҙылар. Автобус килде. Ҡатын инеп ултырҙы ла йәш тулы күҙҙәрен тәҙрәгә төбәне.
– Хуш, инәйебеҙ... йәнең йәннәттең түрендә тыныслыҡ тапһын.
Ҡолағына инәһенең әйткән һуңғы һүҙҙәре ишетелгәндәй булды:
– Бәхетле бул, ҡыҙым...
Фәнүзә БИКТИМЕРОВА