Махсус биттәр
26 Октябрь 2025, 12:30

Биш кеше үргән ау

Клара Яппар ҡыҙына* көндөҙ билдәһеҙ номерҙан шылтыраталар. Йомшаҡ тауышлы шылтыратыусы үҙен "һыу каналы хеҙмәткәре" тип таныштыра ла, тиҙҙән уларҙың өйөндә счетчиктар тикшереләсәген әйтә.

Биш кеше үргән ауБиш кеше үргән ау
Биш кеше үргән ау

Клара Яппар ҡыҙына* көндөҙ билдәһеҙ номерҙан шылтыраталар. Йомшаҡ тауышлы шылтыратыусы үҙен "һыу каналы хеҙмәткәре" тип таныштыра ла, тиҙҙән уларҙың өйөндә счетчиктар тикшереләсәген әйтә:

- Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр ошо аҙнала бөтә адрестарҙы йөрөп сығырға тырышасаҡ... Әйткәндәй, һеҙ шул-шул адрес буйынса йәшәйһегеҙ бит?

- Юҡ, элек шунда йәшәгәйнем, хәҙер унан күскәнгә биш былтыр инде, - тип яуаплай пенсионер.

- Ғәжәп... – яғымлы тауышлы ҡыҙ аптырағандай итә. – Әле һеҙ ҡайҙа теркәлгәнһегеҙ?

Клара Яппар ҡыҙы яңы адресын әйткәс, "һыу каналы хеҙмәткәре", ә ул фатирҙа счетчиктарҙы һуңғы тапҡыр ҡасан тикшергәндәр, белмәйһегеҙме, тип һорай:

- Хәйер, барыбер ҡабаттан тикшерергә кәрәк буласаҡ... Тикшереүселәр ҡайһы ваҡытта килһә, һеҙгә уңайлыраҡ була: иртәнме, әллә төштән һуңмы? Тикшереү өсөн хаҡ, ике йөҙ һум, аҙаҡ дөйөм квитанцияла буласаҡ. Ләкин шунда уҡ түләһәгеҙ, сумма яртылаш кәмей. Ҡулаҡса менән түләйһегеҙме, әллә онлайнмы? Ололар ғәҙәттә ҡулаҡса менән түләй. Борсолмағыҙ, квитанция бирерҙәр. Ләкин чек кәрәк икән, беҙҙең контролерҙар касса аппаратын да үҙҙәре менән йөрөтә. Бөтә законлы, ҡайғырмағыҙ. Хәҙер, көтөп тороғоҙ, исемлектә һеҙҙең адресты алыштырып, системала абонент исеменән заявканы рәсмиләштерәм... Бер юлы тикшереү ваҡытын да графикка индерәйем әле... Контролерҙарға, тегеләй-былай йөрөмәй, бер йортта йәшәгәндәрҙе бер ваҡытта тикшереүе ҡулай булһын өсөн теркәп ҡуям. Былай ҙа улар көнө буйы аяҡ өҫтө, үҙегеҙ ҙә аңлап тораһығыҙ... Һеҙгә заявканы раҫлар өсөн смс ебәрҙем, шундағы кодты әйтһәгеҙ...

Тәүҙә һағайып ҡына аралаша башлаған пенсионер ипле һәм белдекле һөйләшкән ҡыҙҙың ысын "һыу каналы хеҙмәткәре" булыуына ышана һәм кодтың һандарын атай. Һаубуллашҡандан һуң, Клара Яппар ҡыҙы телевизорҙы ҡабыҙып, ҡулына бәйләмен ала. Ләкин рәхәтләнеп яратҡан тапшырыуын ҡарарға, ҡул эше менән булырға форсат бирмәйҙәр. Тағы билдәһеҙ номерҙан, был юлы, йәнәһе лә, "күп функциялы үҙәктән”, ир кеше шылтыратып, шәхси мәғлүмәттәрҙең урланыуы тураһында хәбәр итә:

- Һеҙ мутлашыусыларға кодты әйтеп, бик ныҡ яңылышҡанһығыҙ! Тиҙ арала “Дәүләт хеҙмәттәре”нә инергә, паролде алыштырырға кәрәк! Хәүефһеҙлек маҡсатында мин ебәргән һылтанма аша сайтҡа инегеҙ.

Пенсионерҙың ҡото оса. Һылтанма килгәс, шуның буйынса инә һала, “авторизация” төймәһенә баҫа һәм "Дәүләт хеҙмәттәре"нә барып сыға. Уның ялған фишинг сайты булыуын ҡайҙан белһен инде... Фишинг сайтына Клара Яппар ҡыҙы үҙенең бөтә шәхси мәғлүмәттәрен индерә һәм, асылда, үҙ ирке менән енәйәтселәргә "Дәүләт хеҙмәттәре" аккаунтына инеү мөмкинлеген бирә. Шул уҡ секундта уға ялған "Дәүләт хеҙмәттәре"нән "Һеҙҙең "Дәүләт хеҙмәттәре" аккаунтығыҙҙың пароле үҙгәртелде" тигән смс-хәбәр килә: “Әгәр был һеҙ булмаһағыҙ, ошо номер буйынса ҡыҙыу линияға шылтыратығыҙ”. Башы әйләнеп, йөрәге ҡалтыраған ҡатын күрһәтелгән номерға шылтырата. Уның менән һөйләшкән ялған "Дәүләт хеҙмәттәре" операторы” хәлдең ҡатмарлы булыуын раҫлай.

- Шулай ҙа артыҡ борсолмағыҙ, мин һеҙҙе икенсе ярҙам линияһына күсерәм, улар тап мутлыҡтар менән бәйле проблемаларҙы хәл итеү менән шөғөлләнә, улар мотлаҡ ярҙам итерҙәр, - тип тынысландыра.

"Икенсе линия"лағы ир, "Дәүләт хеҙмәттәре"ндә һеҙҙең бөтә шәхси мәғлүмәттәр, шул иҫәптән паспорт, ИНН бар, шуға ла енәйәтселәр һеҙҙең исемгә кредит алып маташа, ти.

- Башҡа енәйәти схемаларҙа ла, шул иҫәптән һеҙҙе террористик акттарға мәжбүри йәлеп итер өсөн, мәғлүмәттәрегеҙҙе ҡулланыуҙары ихтимал, - тип оло кешенең былай ҙа тулаған йөрәген нығыраҡ тулатҡас, төпсөнөргә тотона, - һеҙ әле өйҙә яңғыҙмы? Эргәгеҙҙә бер кем дә юҡмы? Бындай схемаларҙа хатта яҡын кешеләрҙең дә ҡатнашыуы ихтимал, шуға күрә бөтә һөйләшеүҙәр - үтә конфиденциаль!

Артабан ул, енәйәтселәр кредитты рәсмиләштергәнме-юҡмы икәнен ашығыс рәүештә тикшерергә кәрәк, ти. Бының өсөн уның ярҙамында Үҙәк банк менән бәйләнешкә сығырға тәҡдим итә:

- Улар физик шәхестәр менән эшләргә яратмай, әйҙәгеҙ, мин үҙем уларға “запрос” ебәрәм дә, улар һеҙҙең иҫәптәр буйынса бөтә операцияларҙы тикшерер.

Уға ярҙам итергә тырышҡан иргә рәхмәттәр уҡый-уҡый пенсионер ҡатын йәһәтләп ризалаша. Ир, Үҙәк банктан шылтыратыу көтөгөҙ, барыһы ла имен тамамланһын, тип хушлаша.

Күп тә үтмәй, Клара Яппар ҡыҙына үҙен “РФ Үҙәк банкы хеҙмәткәре” тип танытҡан ҡатын шылтырата, “шәхси банк хеҙмәтләндереү килешеүе” төҙөргә тәҡдим итә. Йәнәһе лә, эш бик етди, мутлашыусыларҙы тиҙ генә табырға ла, ҡулға алырға кәрәк. Килешеүҙе пенсионерға телеграм аша ебәрә. Килешеү рәсми документҡа оҡшаған була: Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының статьяларына һылтанмалар, ҡатмарлы юридик формулировкалар, көсәйтелгән квалификациялы электрон ҡултамға... 

- Принтер аша ошо килешеүҙе сығарып, ҡултамғағыҙҙы ҡуйығыҙ ҙа, фотоға төшөрөп, миңә кире ебәрегеҙ, - ти “РФ Үҙәк банкы хеҙмәткәре”.

Пенсионер, миндә принтер юҡ, күрше йорттағы фотостудияла бар, шикелле, тип ыуаланғас, “банк хеҙмәткәре” уны тынысландыра:

- Быны һуңғараҡ та эшләргә мөмкин. Һеҙгә тағы бер нисә һорауға яуап бирергә тура килер. Күсмәй торған мөлкәткә эйәһегеҙме? Өйөгөҙҙә ниндәй биҙәүестәр һаҡлана? Ҡиммәтле әйберҙәр бармы? Иҫәбегеҙҙә күпме аҡса ята? Ҡурҡмағыҙ, шикләнмәгеҙ, был мәғлүмәттәр беҙгә тентеү осрағында талап ителәсәк. Ошо һорауҙарға яуап биреп, һеҙ ҡыйбатлы әйберҙәрҙең урланмауын, мутлыҡ схемаһында ҡатнашмауығыҙҙы иҫбатлай аласаҡһығыҙ.

Ҡатынға тын алырға ла ирек бирмәй, яҡшы әҙерлекле мутлашыусылар “ҡатмарлы эште” “Тәфтиш комитетына” тапшыра һәм пенсионер ҡатынға инде бишенсе кеше шылтырата. Талапсан тауышлы тәфтишсе Клара Яппар ҡыҙын психологик ҡыҫымға алып, һөйләшеүҙе янауҙан башлай:

- Һеҙҙең иҫәптән кемдер аҡсаны террористик ойошмаларҙы финанслау өсөн күсергән һәм бының өсөн енәйәти яуаплылыҡҡа тап һеҙ тарттырыласаҡһығыҙ! Әгәр ҙә хәлегеҙҙе тағы ла нығыраҡ ҡатмарлаштырырға теләмәһәгеҙ, енәйәтселәр рәсмиләштергән кредиттарҙы үҙегеҙ алып, аҡсаны банкомат аша "хәүефһеҙ иҫәпкә" күсереү талап ителә. Шәхси аҡсағыҙҙы ла һаҡлау өсөн шунда күсереү мотлаҡ. Беҙ енәйәтселәрҙе тотоу, һеҙҙе бәләнән аралау өҫтөндә ныҡлап эшләйбеҙ, һеҙ ҙә беҙҙе һынатмағыҙ! 

Ялған "тәфтишсе" ҡатынға һәр ярты сәғәт һайын ҡайҙа булыуын, нимә эшләүен “банк хеҙмәткәренә” яҙып торорға ҡуша. Интернетҡа инеүҙе, кем менәндер аралашыуҙы тыя, имеш тә, дошмандар телефонға “прослушка” ҡуйыуҙары ихтимал. Ысын рәсми учреждениеларҙың хеҙмәткәрҙәре менән аралашыуына ышанған, ҡурҡҡан, алйыған пенсионер ҡатын ҡабаланып уларҙың күрһәтмәләрен үтәй. Һәм сит иҫәпкә 2,5 миллион һумдан ашыу сумманы күсерә.

Бер нисә көн был турала бер кемгә лә әйтмәй, яҡындарына ла өндәшергә хафаланып, ыҙалап йөрөй. Телеграмда “РФ Үҙәк банкы хеҙмәткәре”нең номеры, уның менән яҙышыуҙар юғала, әйтерһең дә, ул әҙәм бер ҡасан да булмаған, Клара Яппар ҡыҙы менән яҙышмаған. Эсендә ут булып ҡайнаған хәл тураһында әхирәтенә һөйләп, шик-шөбһәләре, уйҙары менән бүлешкәс кенә, үҙенең муттарҙан алданыуын аңлай һәм полицияға бара.

Ошо тарих, Клара Яппар ҡыҙының оло хатаһы башҡаларға фәһем булһын ине... Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

* - исеме үҙгәртелгән.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы граждандарҙы, айырыуса оло йәштәге кешеләрҙе, уяу булырға һәм таныш булмаған кешеләргә ышанмаҫҡа, шәхси мәғлүмәттәр, кодтар менән бүлешмәҫкә өндәй. Шикле хәлдәр килеп тыуған осраҡта шунда уҡ 02 номеры буйынса (мобиль телефондан - 102) полицияға хәбәр итергә кәрәк.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас