Махсус биттәр
25 Октябрь 2025, 12:39

Ун мутлыҡ схемаһы

Башҡортостан халҡына мутлашыусыларҙың ғәмәлдәренән көн һайын уртаса 9-10 миллион һумлыҡ зыян килә. Кем генә булып шылтыратмай яуызлыҡ ҡылыусылар: йә хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре, йә “Милли банк” белгестәре, йә “Росфинмониторинг”, йә “Дәүләт хеҙмәттәре” вәкилдәре... Алдаҡсыларҙың ысулдары бик күп, бөгөн иң киң таралған алдау схемаларының ун төрө менән таныштырабыҙ.

Ун мутлыҡ схемаһыУн мутлыҡ схемаһы
Ун мутлыҡ схемаһы
  1. "Яҡынығыҙ бәләгә тарыған"

Мутлашыусы шылтыратып, хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләүен әйтә һәм кешегә яҡын туғанының юл-транспорт ваҡиғаһына эләгеүе йәки полиция тарафынан ҡулға алыныуы тураһында хәбәр итә. Хәлде яйға һалыу өсөн ашығыс рәүештә аҡса күсереү талап ителә.

Миҫал: “Улығыҙ йәйәүлене бәрҙергән. Енәйәт яуаплылығынан ҡотолор өсөн 50 мең һум аҡса күсерергә кәрәк”.

Нимә эшләргә?

Һөйләшеүҙе өҙөп, туғаныңа шылтыратып, уның хәлен белешергә кәрәк. Ул "барыһы ла яҡшы" тип яуап биргәндән һуң, һеҙгә шылтыратҡан мутлашыусының номерын блокка ҡуяһығыҙ. Туғанығыҙ шылтыратыуға яуап бирмәйме? Ҡурҡмағыҙ, һуңынан үҙе шылтыратыр.

Был мутлыҡ осрағында мутлашыусы өсөн иң мөһиме – һеҙҙе хәсрәткә батырып, башығыҙҙа паника тыуҙырыу. Уға быны эшләргә юл ҡуймағыҙ.

 

  1. "Үҙәк банк йәки хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре шылтырата"

Шылтыратыусы Үҙәк банк йәки хоҡуҡ һаҡлау органдары (ФСБ, Эске эштәр министрлығы йәки Тәфтиш комитеты) хеҙмәткәре булып таныла һәм һеҙҙең иҫәптәге шикле эшмәкәрлек тураһында хәбәр итә. Ярҙам итер өсөн смс-хәбәрҙән кодты әйтеүҙе һорайҙар.

Миҫал: “Картағыҙҙы енәйәтселәр асырға маташа. Аҡсағыҙҙың хәүефһеҙлеге өсөн смс-хәбәрҙән кодты һәм карталағы СVC-номерҙы әйтегеҙ!”

Нимә эшләргә?

Үҙәк банк аҡса сығарыу өсөн яуаплы, хаҡтарҙың артыуын һәм башҡа финанс ойошмаларының закондарҙы үтәүен күҙәтә. Рәсәй банкы картаның номерын, уның ғәмәлдә булыу ваҡытын, СVC -номерын һәм смс-тан бер тапҡыр ҡулланыла торған кодты һорап шылтыратып тормаясаҡ. Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре бындай мәғлүмәттәрҙе белеү өсөн һеҙгә мөрәжәғәт итмәйәсәк. Һөйләшеүҙе туҡтатығыҙ һәм һеҙҙе алдарға маташҡан абонентты "ҡара исемлеккә" тығығыҙ.

 

  1. "Сим-картаның килешеү ваҡыты тамамланды"

Яуыздар билдәһеҙ номерҙан кәрәҙле элемтә операторы исеменән шылтыратып, сим-картаның ғәмәлдән сығыу ваҡытын оҙайтыуҙы тәҡдим итә.

Миҫал: “Сим-картағыҙҙың ваҡыты тиҙҙән тамамланасаҡ. Номерығыҙҙы юғалтмаҫ өсөн уны оҙайтырға кәрәк”.

Нимә эшләргә?

Һөйләшеүҙе өҙөп, билдәһеҙ абонентты блокка ҡуйығыҙ. Сим-карталарҙы ҡулланыу ваҡыты бөтмәй. Уны кеше үҙ инициативаһы буйынса ғына туҡтата ала. Элемтә операторығыҙ бындай тәҡдим менән шылтыратып та тормаясаҡ. Алдаҡсылар ғына борсоясаҡ.

 

  1. "Банктың хәүефһеҙлек хеҙмәте вәкиле"

Мутлашыусы үҙен хәүефһеҙлек хеҙмәте хеҙмәткәре итеп таныта, аҡсаны "хәүефһеҙ" иҫәпкә күсереүҙе һорай.

Миҫал: “Һеҙҙең иҫәптә шикле эшмәкәрлек күҙәтелә. Беҙ аҡсаны һаҡлап ҡалыу өсөн хәүефһеҙ иҫәпкә күсерәбеҙ. Картаның артҡы яғындағы өс һанлы кодты әйтегеҙ”.

Нимә эшләргә?

"Шикле эшмәкәрлек" булғанда аҡсағыҙҙы күсереү өсөн "хәүефһеҙ иҫәптәр" булмауын аңлағыҙ. Финанс ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре һеҙгә бындай инструкциялар менән бер ҡасан да шылтыратмаясаҡ.

 

  1. "Һалым хеҙмәтенән шылтыратыу"

Мутлашыусылар һалым хеҙмәте алдындағы бурыстар тураһында хәбәр итә һәм штрафтар йәки мөлкәт аресы менән янап, бурысты шунда уҡ түләүҙе талап итә.

Миҫал: “Һалымдар буйынса бурысығыҙ бар. Бер сәғәт эсендә 30 мең һум түләгеҙ, юғиһә беҙ һеҙҙең фатирығыҙға арест һаласаҡбыҙ”.

Нимә эшләргә?

Паникаға бирелмәгеҙ! “Ҡыҙыу линия”ға шылтыратығыҙ йәки яҡындағы Федераль һалым хеҙмәтенең территориаль бүлексәһенә шәхсән мөрәжәғәт итегеҙ.

 

  1. "Яңылыш күсерелгән аҡсаны кире ҡайтарыуығыҙҙы һорайбыҙ"

Шылтыратыусы, һеҙгә аҡсаны яңылыш күсергәндәр, тип раҫлай һәм уны кире ҡайтарыуҙы талап итә.

Миҫал: “Үҙемдең аҡсамды ҡатыныма түгел, ә һеҙҙең иҫәпкә күсерҙем. Зинһар, уларҙы миңә кире ҡайтарығыҙ”.

Нимә эшләргә?

Аҡса һеҙҙең иҫәпкә килгәнме-юҡмы икәнен тикшерергә. Хатта банктан смс-хәбәр алһағыҙ ҙа, уның номеры һеҙҙең банктың номеры менән тап килеүен тикшерегеҙ. Ҡайһы берҙә муттар ялған номерҙар ҡулланып, банк исеменән смс-хәбәр ебәрә. Аҡса килмәһә, тыныс ҡына һөйләшеүҙе өҙөгөҙ. Ысынлап та таныш булмаған кешенән аҡса килгәнме? Үҙ банкығыҙға шылтыратығыҙ һәм был хәл тураһында әйтегеҙ. Хеҙмәткәр аҡсаны ебәреүсегә кире ҡайтарыу тураһында ғаризаны ҡабул итәсәк. Быны эшләү мөһим, сөнки финанс ойошмаһына мөрәжәғәт итеүегеҙ башҡаларҙың аҡсаһын үҙләштереүҙе планлаштырмағанығыҙҙы иҫбатлар.

 

  1. "Программа тәьминәтен яңыртыуҙы тикшереү"

Техник ярҙам хеҙмәткәрҙәре булып шылтыратып, яңыртыу өсөн программа ҡуйыуҙы һорайҙар. Ысынында иһә улар шпион программаһын ҡуйырға маташа.

Миҫал: “Беҙ һеҙҙең операторҙың техник ярҙамынан. Телефонығыҙҙың ПО-һын ашығыс рәүештә яңыртырға кәрәк, һылтанма буйынса ҡушымтаны урынлаштырығыҙ!”

Нимә эшләргә?

Һеҙҙең оператор ҙа, банк та һеҙгә шылтыратып, смартфонығыҙға ниндәйҙер программаны ҡуйыуҙы һорамай. Шуға күрә ҡыйыу рәүештә һөйләшеүҙе өҙөгөҙ һәм был абонентты блокка ҡуйығыҙ.

 

  1. "Инвестициялар"

Мутлашыусылар шылтыратып, аҡсаны табышлы проектҡа йәки сит ил валютаһына һалырға тәҡдим итә.

Миҫал: “Мин трейдерҙар компанияһының финанс аналитигы. Сит ил валютаһына инвестициялауҙа ярҙам итергә тәҡдим итәм”.

Нимә эшләргә?

Абонент менән һөйләшеүҙе туҡтатырға. Һәм шуны иҫтә тоторға кәрәк: трейдерҙар бер-бер артлы бөтәһенә лә шылтыратып, инвестициялауҙа ярҙам тәҡдим итмәй. Үҙ финанстарыңды теләһә кемгә биреү - капиталды арттырыуҙың бик насар ысулы...

 

  1. "Почтанан шылтыратыу"

Енәйәтселәр клиенттарға Рәсәй почтаһы хеҙмәткәрҙәре булып шылтырата. Сит илдән килгән посылка тураһында хәбәр итәләр, уның өсөн таможня йыйымдарын түләргә кәрәк, тиҙәр. Клиент баш тартһа, мутлашыусылар смс аша килгән кодты һорайҙар.

Миҫал: “Һеҙгә сит илдән посылка килгән. Уны алыр өсөн таможня йыйымдарын - 20 мең һум аҡса түләгеҙ. Әгәр ҙә бер нәмә лә түләргә йыйынмаһағыҙ, смс-хәбәрҙән кодты ебәрегеҙ”.

Нимә эшләргә?

Бер кемгә лә, бер ҡасан да смс-хәбәрҙәрҙәге кодтарҙы әйтмәгеҙ. Асылда, был код банктың мобиль ҡушымтаһына инергә форсат бирә. Шулай итеп, мутлашыусылар һеҙҙең аҡсаға хужа була ала.

 

  1. "Ялған вакансиялар"

Енәйәтселәр уңайлы шарттар һәм юғары эш хаҡы менән вакансиялар тураһында иғлан ҡуя. Һеҙ улар менән бәйләнешкә инһәгеҙ, уҡыуға, документтарҙы рәсмиләштереүгә йәки медицина комиссияһына түләү һорайҙар.

Миҫал: “Беҙ һеҙҙе һатыу буйынса менеджер вазифаһына ҡабул иттек. Эш башлар өсөн 5000 һумға ҡыҫҡа курстар үтергә кәрәк”.

Нимә эшләргә?

Бер кемгә лә аҡса күсерергә кәрәкмәй. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: һеҙ түгел, ә эш биреүсе һеҙгә түләргә тейеш. Әгәр ҙә һеҙҙән эшкә урынлашыу өсөн аҡса талап итһәләр, һөйләшеүҙе өҙөгөҙ.

 

Телефон муттары тоҙағына эләкмәҫ өсөн тағы бер нисә кәңәш.

- Үҙегеҙҙең шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе һәм смс аша килгән кодтарҙы бер ҡасан да бер кемгә лә әйтмәгеҙ.

- Шикле мәғлүмәтте мотлаҡ тикшерегеҙ – банкка йәки башҡа учреждениеларға шылтыратығыҙ.

- Беренсе талап буйынса бер ҡайҙа ла аҡса күсермәгеҙ (бигерәк тә таныш булмаған кешеләрҙең иҫәптәренә).

Был турала оло йәштәге туғандарығыҙҙы ла иҫкәртегеҙ. Тап пенсионерҙар хәүеф төркөмөндә!

Баныу Ҡаһарманова әҙерләне.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас