Махсус биттәр
17 Октябрь 2025, 16:55

С о ҡ о р (Хикәйә)

Айбулат СӘСӘНБАЕВ 1995 йылдың 12 апрелендә Өфөлә тыуған. Яҙыусылар союзы ағзаһы, "Юлдаш" радиоһы алып барыусыһы. Өс китап авторы, әҙәби конкурстар еңеүсеһе. Һуңғы йылдарҙа проза һәм драматургия жанрында әүҙем эшләй.

С о ҡ о р (Хикәйә)С о ҡ о р (Хикәйә)
С о ҡ о р (Хикәйә)

“Һеҙҙең беҙҙең ауылға илткән юлдағы соҡорҙо күргәнегеҙ бар­мы? Юҡмы ни? Донъялағы иң матур соҡорҙарҙың береһен күр­мәй нисек түҙәһегеҙ икән? Ҡы­йындыр, әлбиттә. Түҙмәгеҙ, ки­легеҙ, күрегеҙ, юбилейы менән ҡотлағыҙ!” – Рөстәм ноутбугына “Өс таған”дың беренсе һөйләм­дәрен күсереп яҙып, аҙағына үҙ һүҙҙәрен өҫтәп ҡуйҙы ла, яҙ­маһына ике фото беркетте. Бе­реһе яңы модель телефонына бөгөн төшөрөлдө, икенсеһе элекке “Зенит” фотоаппаратына мәңгеләштерелеп, егерме йыл ғаилә альбомында һаҡлана. Хәҙер социаль селтәрҙәрҙә шундай яңы тренд – бала саҡтағы фотоны бөгөн шул килеш ҡабатлау. Рөстәм, интернет даирәһендә тиҙ үҫешкән блогер булараҡ, бындай мөмкинлекте ҡулдан ысҡын­дырмай. Барыһына ла соҡор сәбәпсе.
Дөрөҫ, Рөстәм үҙен хәтерлә­гәндән алып ул юлдағы соҡорҙо белә. Был данлыҡлы юл киҫәге Ҡыҙыл Байраҡта йәшәгән һәр кемдең хәтерендә. Ундағы халыҡҡа йыш ҡунаҡҡа йөрөгән кеше лә, юлда “Стоп” тамғаһын күргәндәй, тиҙлеген яйлата.
Ауыл ҙур ҡаланан йыраҡ түгел, ҡала өлөшө тип әйтергә лә мөмкин. Автобустар даими йөрөй. Рөстәм шуларҙа уҡыуынан ялға ҡайта торғайны. Хәҙер блог ярҙамында аҡса эшләй башлағас, үҙенә ҡулдан автомобиль алып ҡуйҙы. Тик уны аҙна һайын ремонтлау аҡсаһын иҫәпкә алғанда, хас та салондан сыҡҡан тимер аттай тойола. Беренсе машина гел шулай ул: йыш боҙола, йәнде көйҙөрә, күрмәгәнде күрһәтә, әммә йөрәккә яҡын була.
Яңыраҡ ҡына Рөстәм күрше ҡалаға блогерҙар осрашыуына барып ҡайтҡайны, кире юлда нилектәндер алғы уң тәгәрмәсе шартланы. Сығып ҡараһа – бахыр покрышкаһы эсендәге тимер сымдарға тиклем юйылып бөт­кән. Запас тәгәрмәсте ҡуйып өйгә ҡайтып еткәнсе, алғы һул тәгәрмәс тә ситенән тап-таҡырға әйләнгән. Шул уҡ көндө яңы резинаға заказ биреп, бөтмәҫ-төкәнмәҫ сират тороп авто­сервисҡа ла эләкте. Ҡыҙыҡ, хәҙер автосервистар, маникюр оҫта­ханалары кеүек, алдан яҙылыу буйынса ғына ҡабул итә. Һөҙөмтәлә блогерға машинаһының ике алғы тәгәрмәсен 50 мең һумға төҙәтеп бирҙеләр: дискы ла кәкрәйгән, сайленблоктары ла бөткән, колодка, руль рейкалары, шаро­войҙар, развал-схождение һәм башҡаһы... Ә бит артҡы тәгәр­мәстәр ҙә юлға сыҡҡан һайын даңғыр-доңғор килә. Блогер – аҡсалы һөнәр, әммә халыҡҡа матур тормош һәм ҡыҙыҡлы ерҙәрҙе күрһәтеү өсөн сығым­дары ла байтаҡ ҡына. Әле рулдән яҙмаҫ өсөн, сираттағы рекламаға тиклем бурысҡа батырға тура килде.
Инде булған һәм алда буласаҡ автомобиль сығымдары тура­һында уйланып барғанда ғына Рөстәм әлеге лә баяғы данлыҡлы соҡорға сумды ла ҡуйҙы. Автомобиль төбө “даңҡ” итеп ҡалды. Глушитель тишелде шикелле. Хәҙер машина юлын үкереберәк дауам итә.
Атай йортона ҡайтып, тынысланыр өсөн бала саҡ альбомын ҡарап ултырғанда, баяғы фотоға тап булды. Рөстәм бәләкәй генә, әлегеләй март аҙағы. Ағастар япраҡһыҙ, юл асыҡ, алыҫта – тәпәшәйә төшкән ҡар көрттәре. Атаһы яңы һатып алған һары “копейка”ға таянған, тәгәрмәсе янында малай, ә алда – соҡор. Асфальты уйылған ерҙең сите лә үҙгәрмәгән, әйтерһең. Егерме йыл эсендә саҡ ҡына киңәйгән. Ғәжәп хәл. Ҡыҙыл Байраҡ әллә ниндәй төпкөл түгел, уға илткән юл да ауылға инеү менән тамамланмай, артабан икенсе ра­йондарға, тиҫтәләгән ауылдарға илтә. Эре-эре түрәләр ҙә ваҡыты-ваҡыты менән ошо юлды тапай. Ә соҡор һаман урынында.
Блогер бынан шәп контент сы­ғасағын аңлап, инде үҙ маши­наһында баяғы юлға барып фотоны ҡабатланы, юл объектының юбилейы икәнлеген белдереп, шар өрөп эсенә төшөрҙө. Баш­тағы яҙыуға тағы: “Р.s. Был соҡорға быйыл 20 йыл. Ҡотлауҙар комментарийҙарҙа ҡабул ителә”, – тип өҫтәне. Фото шул уҡ ракурстан төшөрөлһә лә, барыһы башҡа: машина ла, егеттең кейеме лә заманса, ағастар бе­йегәйгән, ә элекке ҡарлы яланда “Шиномонтаж” ҡалҡҡан. Нин­дәй­ҙер йүнсел урынды һайлай белгән былай. Ә интернетта, яҙма аҫтында, әйтерһең, абруйлы шә­хестең ҙур юбилейы. Төрлө смайл ҡалдыралар, теләктәр ебәрәләр, беҙҙә лә шундай бар, тип маҡ­таналар... Араларынан берәүһе генә башҡаларҙан айырыла, уны тар йәмғиәттә киң билдәле активист Ғүмәр А. ҡалдырған: “Дәүләт заказдары сайтында йыл да ошо юл киҫәген ремонтлауға ҙур ғына сумма бүленә. Егерме йыл эсендә соҡорҙо ямауға миллионлаған һум аҡса килгән. Бөтә архив документтарын таптым. Ул аҡса ҡайҙа булған икән?”
Ысынлап та, ҡыҙыҡ. Ҡайҙа бул­ған һуң ул миллиондар? Икенсе яҡтан, был Ғүмәр А.-ны ла күп тәнҡитләйҙәр. Ул ҡайһы саҡ шаштырып ебәрә, һәр саҡ кемделер ҡайҙалыр әйҙәй. Ҡыҫҡаһы, Рөс­тәм был комментарийға артыҡ иғтибар бүлмәне, юйманы ла. Ә бына интернет-яңылыҡтар порталы ҡыҙыҡһынған, күргән. Бер журналист Рөстәм менән бәй­ләнешкә сыға һалып, өҫтәмә хәбәр һораны. Тик ул баш тартты, сәйәсәткә инә башлаһаң, бер яҡ та өҫтән төшмәйәсәген белә. Шулай ҙа сайт сенсацияны иғтибарһыҙ ҡалдырманы. “Бил­дәле блогер соҡорҙоң юбилейын билдәләне. Артыҡ комментарий биреүҙән баш тартты”, – тинеләр ҙә баҫтырҙылар. Унан башҡа сайттар, төркөмдәр күсереп алды. Хайп шулай була ул. Хәҙер күберәк яҙылыусылар килгәнен көт тә ултыр. Ә улары көт­төрмәне, бер соҡор арҡаһында сәхифәгә йөҙҙән ашыу кеше өҫтәлде. Төн ҡараңғыһын бүлеп таңға саҡлы телефон экраны яңы яҙылыу­сыны сәләмләп пиксел­дәренә ут төртөп, тәҙрә хәйләһен аңлай алмай йоҡомһорап ятҡан се­бендәрҙе уятты.
Блогерҙар – ирекле халыҡ, тәғәйен эш урыны булмағас, теләгәнсә йоҡлай ала. Тик киләһе көндө иртәнге 9-ҙа уҡ башларға тура килде, сөнки телефонға бер туҡтауһыҙ шылтыратыуҙар ябырылды.
– Алло? – Рөстәм трубканы алды.
– Һаумыһығыҙ, ашығыс рәүештә ауыл хакимиәтенә килегеҙ, һеҙҙе Солтан Ришатович күрергә теләй, – телефондың икенсе яғында уҫал ғына ҡатын тауышы ишетелде.
– Кем? – Рөстәм һаман уянып бөтмәгән, кем нимә теләгәнен аңлай алмай карауатынан ҡалҡынды.
– Солтан Ришатович һеҙҙе хәҙер үк күрергә теләй.
– Һеҙ мине уяттығыҙ, кем булһа ла көтөр, – тип Рөстәм кире ятты.
Шулай ҙа йоҡоһо осоп өлгөргән. Һуҙыла-кирелә биргәс, торорға тура килде. Яйлап йыуынып, сәй ҡайнатып йөрөгәндә ишеккә ҡаты шаҡылдау ишетелде. Атай кеше кем менәндер иҫәнләшкәс, Рөстәмде саҡырып алдылар. Тройка костюм, ялтыр туфли, ҡара галстук таҡҡан Солтан Ришатович үҙе икән.
– Рөстәм әфәнде, ниңә са­ҡырыуҙы кире ҡағаһығыҙ?
– Ҡунаҡҡа алдан саҡыралар, – егет һаман алдында кем тор­ғанын аңламай, һөйләшеү тоны етди булғас, яғымлылыҡ күр­һәтмәне.
– Әйҙә, икәү генә һөйләшеп алайыҡ әле, – хакимиәт башлығы ҡулы менән тышҡа күрһәтте, ҡап-ҡара бейек машинаһына ла ултыртырға самалай ине, Рөстәм урам ҡапҡаһынан ары баҫманы.
– Кире генә кешеһең икән. Улайһа уратып-суратып тормайым, хәҙер үк интернетҡа һалған фотоларыңды юй!
– Һеҙ кем һуң?
– Мине лә белмәйһеңме ни? Солтан Ришатович, инде уты­ҙынсы йыл бындағы хакимиәттә бил бөгәм, ауылыбыҙ өсөн эшләйем, – тип екеренде ҡунаҡ. Шунда ғына Рөстәмдең башында барыһы урынына етте, әлеге лә баяғы соҡор тураһындағы яҙманы күҙ уңында тоталыр.
– Ә ниңә мин яҙмамды юйырға тейеш? Унда нимә?
– Үҙең беләһең! Ҡарап торам, күҙ алдымда юй. Бында йәшәмәһәң дә, атай-әсәйең күсе­нергә йыйынмайҙыр. Һыу, газ менән ҡыйынлыҡтары сығып ҡуймаһын, – ир ҙурайғандай тойолдо.
Рөстәмдең мейеһендә секундына мең уй йүгерә, ошонда уҡ бер соҡор тирәләй йыйылған йөҙ фекерҙе теҙеп, Фидель Кастроның БМО ултырышында тотҡан алты сәғәтлек телмәрендәй оҙон тирада яңғыратырға ынтылды, уйҙар һүҙ азатлығы, выждан, вазифалы кешеләрҙең әхлаҡи нормаларҙы иңҡар итеүе, ябай халыҡтың баҫалҡылыҡ арҡа­һында баш күтәрергә ҡыймай йәшәүе һәм башҡаһы тирәләй өйөрөлдө. Тик һөҙөмтәлә бер ни үҙгәрмәйәсәген күҙаллап, беренсе өндө яңғырата алмай шымды ла, телефонын сығарып яҙманы юҡ итте.
– Башҡа власты тәнҡитләп ауыҙ аса күрмә, маңҡаң кипмәгән, – тигән һүҙҙәр менән Солтан ухылдай-ухылдай бейек машинаһына менеп ултырҙы.
Бындай бейек автомобиль со­ҡор­ҙарҙы һиҙмәйҙер ҙә моғайын, юлһыҙ ерҙән юл ярырға эшләнгән бит ул.
Интернетҡа бер эләккән нәмә бер ҡасан да юҡҡа сыҡмай шул. Уны барыбер кемдер күреп өлгөрә. Баяғы соҡор тураһында таралған яңылыҡ та инде Рөстәмдең сәхифәһенән тыш айырым тормош менән йәшәй. Мәғлүмәт сығанағының юҡҡа сығыуы тағы ла күберәк һорау тыуҙырҙы. Һәр башлыҡтан да юғарыраҡ башлыҡ табыла, Солтан Ришатовичтың да етәкселеге биләмә хәле менән ҡыҙыҡ­һынған. Ә бит закон сығарыусы властан тыш, уның үтәлешен тикшергән һәм хөкөм иткән тармаҡтары ла бар. Ғүмәр А. ла был эште тиккә ҡалдырманы. Баҡтиһәң, “Шиномонтаж” Сол­тандың кейәүенеке булған, ә соҡорға тигән аҡсаға башлыҡтың ҡыҙы башта – гимназия, аҙаҡ университет тамамлаған, туйҙы ла ошо соҡор иҫәбенә үткәр­гәндәр. Ейәндәрҙе лә кейендерер өсөн заман менән бергә эш алымдары ғына түгел, мутлашыу алымдары ла үҙгәрергә тейеш булғандыр, күрәһең.
Хәҙер Ҡыҙыл Байраҡҡа илткән юл Ғәрәп Әмирлегендәй тап-таҡыр. Тик шуныһы: яңы тә­ғәйенләнгән йәш башлыҡтың да балаһы үҫеп килә, тиҙәр. Мәңге хәл ителә алмаҫлыҡ бәләне көт тә тор.

Айбулат СӘСӘНБАЕВ

Автор:Рөстәм Илтенбаев
Читайте нас