Махсус биттәр
15 Октябрь 2025, 18:00

Мәжлес (Хикәйә)

Эльмира ИБРАҺИМОВА – “Өмет” республика гәзитенең мәҙәниәт һәм сәнғәт бүлеге журналисы, “Диләфрүз” ҡатын-ҡыҙҙар баҫмаһының баш мөхәррире вазифаһын башҡара.Уның тәүге ижад емеше – “Ҡошҡайҙарым” шиғыры 3-сө класта уҡығанында “Пионер” журналында донъя күрә. Шунан алып ижад – Эльмираның айырылғыһыҙ ҡанаты. Бик күп әҙәби конкурс еңеүсеһе, әҫәрҙәре Башҡортостан һәм Татарстан баҫмаларында сыға. Өс китап авторы, үҙен проза һәм драматургия жанрында ла уңышлы һынай.

Мәжлес (Хикәйә)Мәжлес (Хикәйә)
Мәжлес (Хикәйә)

Күптән көткән байрам бөгөн – 50 йәшлек юбилей! Бергә тороуҙарына ла 30 йыл – ынйы туйҙары! Эй, өлгөр булғандар ҙа инде! Әрменән ҡайтты ла, өйләнештеләр ҙә шул. Уның ҡарауы, хәҙер үҫеп буй еткән, үҙ тормоштарын ҡорған балалары, йүгерешеп йөрөгән ейән-ейәнсәрҙәре бар. Шул уҡ ваҡытта үҙҙәре лә егет менән ҡыҙҙан кәм түгел. Зәбирәһе һәр яҡлап уңған булды – һүҙ юҡ. Был мәжлесте лә ул ойоштора. Район үҙәгенән махсус ашнаҡсылар ялланы. Алдан барып, менюларын өйрәнеп, ауыл ере өсөн танһыҡ булған “балыҡ өҫтәле”н һайланы. Артабан бирелгән исемлек буйынса аҙыҡ-түлек хәстәрләне. Бөгөн иң популяр булған тамаданы эҙләп тапты, фотоға һәм видеоға төшөрөүселәргә заказ бирҙе. Мәжлестәрҙе еренә еткереп үткәрергә ярата ул. Ни тиһәң дә, бындай байрамдарҙа кәрәкле кешеләрҙе ҡунаҡ итеп, асылмаған ишектәргә асҡыс яра­тырға форсат тыуа. Ябай уҡы­тыу­сынан башлаған ирен директор итеп, һуңыраҡ сельсовет рәйесе итеп үрләтеүҙәре артында Зәбирәнең йылғырлығы ята. Бына хәҙер Ғамирын район хаки­миәтенә саҡырмаҫтармы икән, тип тырышып йөрөүе. Ҡунаҡтарҙы өс төр­көмгә бүлеп, өс тапҡыр байрам итергә ҡарар иттеләр. Тәүгеһендә, әлбиттә, етәкселәр, урындағы кешеләр, эш­ҡыуарҙар саҡырылды. Икенсеһендә ауыл ерлегендәге бөгөн ҡулға-ҡул тотоношоп эшләргә кәрәк булған “ваҡ түрәләр” килде. Өсөнсөһөндә сират туғандарға, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарға, бала­ларға һәм ейән-ейәнсәрҙәргә етте. Тамаданың һәр көн өсөн текстарын да, уйындарын да, хатта йыр-бейеүҙәрен дә Зәбирә ентекләп тикшереп сыҡты. Шулай итмәйсә булмай, сөнки һәр ҡатламдың үҙ зауығы, талаптары. Уҡытыусы кеше булараҡ, ул быны яҡшы аңлай һәм айыра белә. Бына ни өсөн Ғамир тулыһынса ҡатынына ышана. Тәүге ике мәжлес тейешле дәрәжәлә, тап Зәбирә теләгәнсә гөрләп үтте. Иренең дә күңеле булды, ҡунаҡтар ҙа бик ҡәнәғәт таралышты. Бөгөнгөһө лә шул кимәлдә үтһә, Ғамирының алтын юбилейын оҙаҡ һөйләйәсәктәр әле.
Өсәр тапҡыр район үҙәгендә кафе арендалап аҡса түккәнсе, тип колхоздың һабантуй өсөн яһалған тирмәһен алып, ишек алдына ҡорҙолар. Өҫтәл теҙәм тип ҡиммәтле диван­дарҙы, сит ил гарнитурҙарын ҡуҙ­ғатып боҙоп йөрөгәнсе бик отошло. Таҫма, туҡыма, шарҙар менән мәжлес биҙәүселәрҙе саҡырып, эсен йәмләгәс, ҡала ресторандарына алыштырғыһыҙ булды ла ҡуйҙы! Аҙна һайын шиңгән гель-шарҙарҙы яңыртып ҡына бараһы.
Теге мәжлестәрҙә көн, заказ буйынса бирелгән кеүек, яҡшы булғайны. Быныһында ғына иртәнән бирле ҡара болоттар йөҙә, ваҡыт-ваҡыт һалҡын ел иҫә.
– Яумай торһа ярар ине, байрамдың йәмен ебәрә юғиһә, – тип, әленән-әле тәҙрәгә күҙ ташлай Зәбирә.
Балалары сабыйҙарын эйәртеп ҡайтып етте етеүен. Ҡоҙа-ҡоҙағыйҙары ла алыҫтан киләһе түгел. Туған­дарының машиналары сит илдеке булыуы борсоймо, тамаданың һаман килеп етмәүе тынғы бирмәйме – ниңәлер күңеле тыныс түгел.
– Хафаланма, барыһы ла яҡшы булыр, – тип Ғамир һөйөклө ҡатынының иңенән ҡосаҡлап алды. – Ишек алдына ҡәҙәр асфальт, "выжт" итеп килеп туҡтарҙар!
Ысынлап та, ярты сәғәттә саҡырылған ҡунаҡтар бер-бер артлы теҙелешеп килеп бөттө. Һуңғылары ҡапҡаны асҡанда, бөгөнгә хушлашам инде ти­гәндәй, бер күренеп алды ла, ҡояш һоро йәмһеҙ болоттар араһында юғалды. Күп тә үтмәне, ялтлап йәшен йәшнәне, унан ҡолаҡты ярырҙай итеп күк күкрәне. Тағы йәшен, тағы күкрәү... Ел, бәйҙән ысҡынған холоҡһоҙ үгеҙ һымаҡ, урамдың теге осонан юлында нимә күрә, шуны күккә күтәреп осора-осора, был яҡҡа табан килә ине. Бына-бына килеп етеп, тирмәне ҡунаҡтары-ние менән болғап осора тигәндә, ямғыр шыбырҙауы ишетелде. Күҙ һирпеп алғансы көсәйеп, биҙрәләп ҡойорға кереште. Тәҙрәһеҙ тирмәлә һөйләшергә лә ҡыймай тымып ҡалған ҡунаҡтар тауыштар буйынса тыштағы хәлдәрҙе самаларға тырышты.
– Боҙлап ебәрә, буғай, – тине Ғамирҙың бер туған еҙнәһе.
– Уһу, – тине кемдер.
Һәм тағы тынлыҡ урынлашты. 15 минутлап дауам иткәс, ямғыр тауышы баҫыла төштө. Шунда ғына мәжлескә йыйылыусыларға йән инде.
– Бына иште исмаһам!
– Тирмәне күтәреп ала тип торам.
– Бөгөндө көткән икән...
– Әле ярай, йыйылып бөткәнде көткән, тиген! Юлда булһаҡ, ағып китер инек.
– Күрҙегеҙме, хатта ямғыр беҙҙең мәжлесебеҙгә ҡамасауламай яуырға тырыша. Һөйөклөм менән 30 йыл гөрләшеп кенә йәшәгәнде белә ул! Байрамыбыҙ ҙа гөрләп үтергә тейеш. Шулай бит, Зәбирәм?
– Әлбиттә! Алтын юбилярҙың балҡышынан бер аҙ көнләшеп кенә китте ул. Йырҙағыса: "Главней всего – погода в доме, все остальное – суета”. Әйҙәгеҙ, хөрмәтле ҡунаҡтар, табын артына рәхим итегеҙ. Ғамир, ҡунаҡтарға ярҙам итәһеңме? Мин тамадаға шылтыратып ҡарайым әле. Килеп етеп өлгөрмәй ҡалды, ямғыр йыуып алып китмәнеме икән үҙен?
– Әйҙәгеҙ, әйҙә! Үтегеҙ яйлап ҡына...
Хужа ҡунаҡтарҙы ултыртҡан арала, Зәбирә аулағыраҡ урынға сығып, телефонынан кәрәкле номерҙы йыймаҡсы булды. Тик кеҫә телефоны тотмай ине. Ул өйгә инеп, телефон трубкаһына үрелде. Унда ла тынлыҡ. Әсәһенең йөҙөндә борсолоу сатҡыларын беренсе булып ҡыҙы күреп ҡалды.
– Нимә булды, әсәйем? – тине ул, ашнаҡсылар тураған һуңғы салаттарҙы тирмәгә алып сығып барған еренән туҡтап.
– Телефоныңды биреп тор әле, беҙҙеке тотмай.
– Файҙаһыҙ, әсәй, бәйләнеш юҡ. Ут та юҡ. Электр сымы өҙөлгәндер ул... – тип теҙеп китте ҡыҙы артынан эйәргән килене улар янында туҡтағас. – Бәлки бер аҙ көтөргә кәрәктер? Килеп етер.
Зәбирә сәғәткә күҙ ташланы. Билдәләнгән ваҡыттан ярты сәғәт үтеп киткәйне инде. Тағын да көттөрөү килешмәҫ.
– Юҡ, мәжлесте башларға кәрәк. Дамир ҡайҙа?
Үҙ бүлмәһендә кейәүе менән телефондан нимәлер ҡарап ултырған улының тауышы ишетелде.
– Бында беҙ! Сығабыҙ, сығабыҙ.
– Бар, тиҙ генә юғары остағы Рәсил ағайыңдың улы Рөстәмгә менеп төш. Ғамир ағайың мәжлескә гармунсы итеп саҡырҙы, осоп килеп етергә ҡушты, тиген.
– Телефоны юҡмы ни? Эй, тотмай бит әле. Бәлки, һин барырһың? – тип кейәүенә боролдо Дамир.
– Мин һиңә әйттем. Тиҙ бул! Бер аяғың бында, икенсеһе – тегендә. Дамира! – Үҙ исеме ишетеүгә бер аҙым алға атлаған һалдат кеүек, ҡыҙы әсәһе янына килеп баҫты. – Зинираны саҡыр әле. Ул бит сәнғәт институтында уҡый. Тамада булып та йөрөй башланым тигәйне, буғай. Мин уны юҡҡа саҡырҙыммы ни?..
Оҙаҡ та торманы, бер туған апаһының ҡыҙы килеп инде.
– Эйе, Зәбирә апай, нимә булды? Ниңә саҡырҙың?
– Хәл былайыраҡ тора, туғаным. Тамада килеп етмәне, аппаратура эшләмәй, ә мәжлесте башларға кәрәк. Үҙем асып ебәрермен, һөйләрмен, әммә уйындар уйнатыуҙы һиңә йөкмәтергә тура килә.
– Ой, – тип артҡа сигенде Зинира. – Минең тәжрибәм әлегә бик аҙ. Булдыра алырмынмы икән...
– Ҡурҡма, туғаным, ҡурҡма. Үҙем ярҙамлашырмын. Таныш кешеләр араһында тәжрибә лә туплай торорһоң. Килештекме? – Зәбирә ҡыҙҙы беләгенән тотоп, ҡаршыһына баҫтырҙы ла, туп-тура күҙҙәренә текәлде.
– Ярай, эшләп ҡарармын, – тине Зинира, баш тартыу барыбер ҡабул ителмәйәсәген аңлағас.
– "Ҡарармын" түгел, ә "эшләрмен"! Тимәк, килештек! Һиңә уйындар әҙерләргә кәрәк булыр. Уйлай тор, йәме. Ваҡыты еткәс, үҙем әйтермен.
Ишектән Ғамирҙың башы күренде.
– Ҡәҙерлем, ҡунаҡтар ултырышып бөттө. Һине генә көтәбеҙ!
– Сығам, йәнем, сығам.
Зәбирә эре пион сәскәләре төшөрөлгән оҙон зәңгәр күлдәген итәгенә тиклем һыпырып, үксәле туфлиҙарын кейҙе лә, көҙгөгә ҡарап үҙ-үҙенә йылмайҙы.
– Ух! – тине ул имтиханға инеп барыу­сы студент кеүек.
Һәм ике бармаҡ осо менән генә итәген күтәрә төшөп, ваҡ-ваҡ атлап сығып китте. Өйҙәгеләр ҙә уның артынан эйәрҙе. Мәжлес күңелле генә башланды. Тәүҙә улы ғаиләһе менән тәбрикләне, унан һуң ҡыҙҙары һүҙ алды. Аҙна һайын бер үк һүҙ һөйләһәләр ҙә, ҡосаҡлап илашып та алған булдылар, бүләктәрен дә тапшырҙылар. Ейән-ейәнсәрҙәре лә шиғырҙарын тап Зәбирә өйрәткәнсә, ҡысҡырып, бер хатаһыҙ һөйләп сыҡты. Тамам ятлап бөткәндәр ине булһа кәрәк. Артабан ҡоҙа-ҡоҙағыйҙары, туғандары теләктәрен еткерҙе. Оҫтараҡтар үҙ һүҙҙәре менән әйтте, телгә ярлылар һәм кеше алдында ҡаушай торған ғәҙәте булғандар открыткала яҙылған шиғырҙарҙы уҡып ҡотланы. Тамадаларҙың, ғәҙәттә, тәбрикләү өлөшөн ҡыҫҡа тотоуына күнеккән ҡунаҡтар араһында оҙон-оҙаҡ һөйләүсе табылманы. 50 парҙың һүҙе бер сәғәткә һыйҙы ла бөттө. Шунан һуң һәр ҡайһыһы үҙ иңенән ауыр йөк төшөргәндәй, еңел һулап ашарға тотондо.

Эльмира ИБРАҺИМОВА.
(Дауамы бар).

 

 

Тынлыҡ паузалары аҡсалы конверттар тапшырылып, тостар әйтелеп бөткәс, беренсе ҡайнар аштан һуң һиҙелә башланы. Баштағыларын Зәбирә үҙе уйын һүҙҙәр, шаяртыуҙар, ҡыҫтау менән тултырып килде. Тик торған һайын улар йышайҙы һәм оҙонайҙы. Шуға күрә гармунын күтәреп Рөстәм килеп ингәс, хужабикә иң ҡәҙерле ҡунағын көтөп алғандай шатланды. “П” хәрефе итеп теҙелгән табындың “бер аяғы”нда ултырған улын торғоҙоп, урын бирҙе. Сәнске-ҡалаҡ, тәрилкә янына тулы рюмкаһын да баҫтырып ҡуйҙы.
– Гармунсы дуҫҡайым, һине тилмереп көттөк! – тине Зәбирә, уның иңбашына ҡулын һалып. Һәм эйелә төшөп, өҫтәп ҡуйҙы. – Тамаҡ сылатып ал да, бер-ике йыр башҡар инде, Рөстәмкәйем. Шунан иркенләп ашарһың.
Күптән гармунын ҡулына алғаны булмаһа ла, уҡытыусыһының һүҙен кире ҡаҡманы егет. Махсус уҡыу йорттарында уҡыманы, мәктәп түңәрәгендә өйрәнгәне менән генә йөрөй ине ул. Ваҡытында район үҙәгендәге музыка мәктәбенә барырға теләге көслө ине. Әммә атаһы: "Был заманда гармунсы кемгә кәрәк? Шуның өсөн бензинға аҡса түкмәйбеҙ!" – тип ҡаршы төштө. Ысынлап та, сират тороусы юҡ. Үҙаллы өйрәнгән бер нисә йырын клубтағы Яңы йыл һәм 8 Март кисәләренә саҡырып йырлаталар ҙа, шуның менән вәссәләм. Туйҙарҙа ла, башҡа мәжлестәрҙә лә ҡатнашҡаны юҡ. Иң күбе һыу юлына оҙата бара.
Рөстәм үҙе белгән йырҙарҙы бер тында башҡарып сыҡты. Ҡунаҡтар алҡышлап тағы йырлауын һораһа ла: “Йыр китабым юғалды, башҡаны өйрәнеп өлгөрмәнем”, – тип көлдө генә. Сират Зинираға етте. Зәбирә апаһы күҙ ҡыҫыуға ул бәләкәй генә ҡағыҙ тартма тотоп, уртаға сығып баҫты:
– Хөрмәтле ҡунаҡтар, әйҙәгеҙ уйнап алайыҡ! Уйын бик ҡыҙыҡ. Бына был тартмала һүҙҙәр яҙылған ҡағыҙ киҫәктәре. Барығыҙ ҙа сиратлап унда яҙылған һүҙҙе уҡырһығыҙ. Әммә уйын шарты буйынса, иң тәүҙә ир-егеттәр – “минең ыштан төбөндә...”, ә ҡатын-ҡыҙҙар “минең итәк аҫтында...” тип әйтергә тейеш. Мәҫәлән, “минең итәк аҫтында пожар”. Аңлашылдымы, башлайбыҙмы? Башланыҡ!
Беренсе булып тартма табын түрендә ултырған сәстәре ағара башлаған ҡоҙаға һуҙылды. Ул яҙыуҙы алды ла, йылмайып ҡына ҡулын өҫтәл аҫтына йәшерҙе.
– Йә, йә!? – тине Зинира мутлашып. – Тыңлайбыҙ һеҙҙе!
Ҡоҙа кеше ҡыйынһына ине.
– Юҡ инде, ундай һүҙҙе ҡысҡырып әйтмәйҙәр, – тине ул ҡағыҙҙы йомарлап.
– Был бит уйын ғына, ҡоҙа.
– Эйе, шул. Барыбыҙҙан да әйттерәсәк, – тип Зәбирә һеңлеһенә ярҙамға килде.
Ҡоҙағый кеше лә үҙҙәренә бөтә мәжлестең иғтибары йүнәлтелгәнлектән уңайһыҙланып:
– Әйт тә ҡуй инде! – тине.
– Ракета!
– Юҡ, ҡоҙа, һөйләме менән әйтергә кәрәк.
– Минең ыштан төбөндә ракета.
“Хи-хи” тип ҡуйған булды ҡунаҡтар. Хәҙер ҡоҙағыйҙың сираты ине. Ул тәүәкәл хәрәкәттәр менән тиҙ генә ҡағыҙ киҫәген алды ла:
– Минең итәк аҫтында буш мискә, – тип ярып һалды.
Әйтерһең әсе, тәмһеҙ дарыу төймәһен йотоп ебәрҙе. Шул рәүешле сират буйынса, теләһәләр-теләмәһәләр ҙә, ҡағыҙ киҫәген алып уҡый башланылар. Кемдер ҡысҡырып көлдө, кемдер оялып ҡыҙарҙы. Аранан Ғамирҙың еҙнәһе генә: “Булмаһа, тәнәфескә сығып инәйек”, – тип уйынды өҙөргә батырсылыҡ итте. Ҡалғандар һөйөнә-һөйөнә уның тәҡдимен күтәреп алды һәм, хужа рөхсәтен көтөп тә тормаҫтан, өҫтәл артынан ҡуҙғала башланы.
– Эйе шул, әйҙәгеҙ аяҡтарҙы яҙҙырып үҙебеҙсә бер өҙҙөрөп бейеп алайыҡ! – Зәбирә гармунсыны күтәреп тиерлек торғоҙҙо ла, ишеккә табан этте. Үҙе шул арала ирен ҡултыҡлап, уның артынан эйәрҙе. Тик ҡойоп яуған ямғырҙан һуң ишек алдындағы сиҙәмдә бейерлек түгел ине. Хужабикә ҡунаҡтарҙы урамдағы асфальтҡа әйҙәне.
– Бына бында ут сәстәреп тыпырҙарға була! Әйҙә, Рөстәм, өҙҙөр үҙебеҙҙең бейеү көйөн!
Рөстәм бөгөлә-һығыла бейеү көйөн уйнарға кереште. Тик ҡунаҡтар араһынан ни бары бер нисә ҡатын-ҡыҙ ғына Ғамир менән Зәбирәгә ҡушылды. Бер аҙ тыпырҙағас, хужабикә халыҡ араһынан киленен табып, уртаға тартып сығарҙы һәм бер әйләндергәс:
– Саҡыр Дамирҙы! – тип, уны ташлап, ҡыҙына китте. – Кейәү ҡайҙа? Бейергә, давай!
Ҡыҙы шунда уҡ ирен эҙләй башланы. Зәбирә ҡунаҡтарҙы бер яҡтан түңәрәк эсенә саҡырып сығара торҙо, тегеләре икенсе яҡтан ҡойма ышығына теҙелә торҙолар.
– Бәй... Ниңә бейемәйһегеҙ? – тине хужабикә тамам аптырап.
Кемдер аяғы арыуына һылтанды, кемдер – тын ҡыҫылыуына. Ә кемдер гармунсыны яй уйнауҙа ғәйепләне.
– Беҙ компьютер көйөнә тиҙ баҫырға өйрәнгәнбе,ҙ буғай. Ритмды тотоп булмай.
Бейетеп булмаҫын аңлағас, Зәбирә Зинираны саҡырҙы.
– Бейемәйһегеҙ, бәлки, уйнап алырғалыр?
Был һүҙҙәрҙе ишетеүгә ҡунаҡтар ҡош күргән бөжәктәр һымаҡ тиҙ генә ҡасыша башланы. Кемдер ҡойма буйында тәмәке көйрәтеүселәр араһына сумды, кемеһе өйгә инеп китте, кем тирмә артына ышыҡланды. Шулай бер аҙ ғазапланғас, тағы табын артына йыйылдылар. Инеүҙәренә яңы йылы аш бирелгән ине. Бер ни тиклем ваҡыт тирмә эсендә ҡалаҡтарҙың тәрилкәләргә берелеүе менән ауыҙҙарҙың сәпелдәүе генә ишетелеп торҙо. Улар тынғас, йәнә хужалар тороп баҫты. Был юлы беренсе булып һүҙҙе Ғамир башланы.
– Йәмәғәт, бәлки, йырлап алырбыҙ?
– Әйҙәгеҙ! – тиеште ҡунаҡтар.
– Ниндәй йыр йырлайбыҙ һуң?
– Табында бер йыр бар инде ул – "Күбәләгем"! – тине Ғамирҙың еҙнәһе. Зәбирә уның тәҡдимен хупланы.
– Эйе, шул! Рөстәмкәйем, башланыҡ! Күбәләк гөлдәргә ҡунһа-а...
Йырҙың беренсе куплетын ярайһы ғына шыма йырланылар, икенсеһен дә йырып сыҡтылар. Тик өсөнсөһөндә башҡарыусыларҙың тауышы аҙая төштө. Арала буталып, тағы беренсе куплетҡа күсеп китеүселәр ҙә ишетелде. Шунлыҡтан йыр аҙағына барып етмәй өҙөлдө. Икенсе йыр һайларға кәрәк ине.
– Ағайым, әйҙә һин яратҡан "Аҡ болоттар"ҙы башҡарайыҡ.
– Мин уның көйөн уйнай белмәйем шул, – тине Рөстәм шунда уҡ.
Тик Ғамирҙың һеңлеһе Рәшиҙә сигенергә теләмәне.
– Зыян юҡ, гармунһыҙ башҡарырбыҙ. Иң мөһиме – һүҙҙәрен беләбеҙ. Аҡ болоттар йөҙә зәңгәр күктә-ә-ә... – Рәшиҙәнең "һүҙҙәрен беләбеҙ" тиеүе ҡушымтаға ғына ҡағыла булып сыҡты. – Йәш әле һин, Ғамир ағай! Егеттәргә алмаштырғыһыҙ! – тигән булды ул йырҙың өҙөлгәнен һиҙҙермәҫкә тырышып. Тик еҙнәһенә етә ҡалды.
– Иллә һүҙҙәрен яҡшы беләһең икән, балдыҙ! – тип төрттөрҙө тегенеһе.
– Беҙ һеҙҙең кеүек концерттан концертҡа йөрөмәйбеҙ шул, – тине Рәшиҙә уға асыуланып.
– Ә ниңә йөрөмәйһегеҙ?
– Ваҡытыбыҙ юҡ. Һеҙҙең кеүек пенсияға сыҡҡас йөрөрбөҙ әле.
– Пенсия көтөп ятмағыҙ, әле йөрөгөҙ, балдыҙ! Хәлдәр был барыш менән барһа, әллә сыға алаһығыҙ пенсияға, әллә юҡ... Әллә спектаклдәге кеүек, Әжәл килгәс тә, бер генә көн пенсияла йәшәп ҡарайым, тип ҡасып йөрөргә ҡала...
Мәжлесте моңһоу тулҡынға индереп ебәргән еҙнәһен Зәбирә бүлдерҙе:
– Эй, еҙнәй, күңелһеҙ нимәләр һөйләп ултырмайыҡсы! Әйҙә, Салауаттың репертуарынан берәр йырҙы йырлайыҡ. Һин уны яҡшы беләһең бит, – тип йылмайып, ҡаршыһына килеп баҫты ул.
– Бажа, һыҙҙыр давай!
– Мин уның "Түңәрәк өҫтәле"н яратам инде ул... Әйҙәгеҙ, шуны тогда, – тип ҡәнәғәт йылмайыуҙа йәйелде еҙнәй кеше.
Йырҙың теүәл исеме берәүгә лә кәрәк түгел ине. Иң мөһиме, һүҙҙең ниндәй йыр тураһында барыуын барыһы ла аңланы.
"Э-э-э-эй! Дүрт мөйөшлө өҫтәлдәрҙе түңәрәк итәйек әле..."
Өҫтәл түңәрәк булһа ла, йыр шаҡмаҡлыраҡ килеп сыҡты. Унан һуң башлаған йырҙың икенсеһе лә, өсөнсөһө лә өҙөлдө. Табындағыларҙың моңланыуы талпынып-талпынып та һарай ҡоймаһынан бейегерәк оса алмаған тауыҡ ҡыланыуын хәтерләтә ине. Бығаса тыйнаҡ ҡына ултырған ҡоҙағыйҙарҙың береһе түҙмәне, мәжлес ағышын яйға һалмаҡсы булып, һүҙ башланы:
– Әле килгәндә генә тыңлап килдек... Теге кем әле?.. Нисек әле?.. Әйт инде! – иренең ҡабырғаһына төртөп алды ла, танау төбөндә бармағын шартлатырға тотондо.
Тик ҡоҙа ҡатынының ҡыланышына ҡарап ҡына кәрәкле йырҙы әйтә алманы:
– Берәй һүҙен әйт, исмаһам, – тине ул тамам аптырап.
Ҡатыны яңы ғына балҡый башлаған, сәстәрен төрлө төҫкә буяп шаҡ ҡатыра торған йәш йырсының, таҡмаҡ тиһәң – таҡмаҡ, йыр тиһәң йыр түгел, көйгә һалынған һүҙҙәрҙе әйтә булып сыҡты.
– Китегеҙсе, шуны йырлап буламы?! – тип ҡаршы төштө Ғамирҙың апаһы. – Йәштәр! Көнө-төнө музыка тыңлайһығыҙ, ҡолаҡтарығыҙҙан наушник төшмәй, әйтеп ебәрегеҙ берәр матур йыр!
– Вот именно! Дөрөҫ әйтәһең, беҙ уларҙы тыңлайбыҙ, ә ятлап йөрөмәйбеҙ, – тине өҫтәл аҫтына йәшереп, телефонындағы фотоларҙы барлап ултырған Дамир.
– Шулай шул. Йәштәр түгел, үҙебеҙ ҙә телевизорҙан гел концерт каналы асып ҡуйып, йыр тыңлаған булабыҙ. Әммә бер ҡолаҡтан инә, икенсеһенән сыға икән...
– Эй, йырҙары өс тинлек булғанға күрә шулай ул...
Табындағылар ҡыҙып-ҡыҙып бөгөнгө эстраданы, ярым шәрәлектәре артына моңһоҙлоҡтарын йәшергән йырсыларҙы, аҡсаға ғына ҡоролған сағыу сәхнәне тәнҡитләргә тотондо. Тағы күпме һүҙ сәсеп, һауа һелкетерҙәр ине икән, билдәһеҙ. Әммә көтмәгәндә һалмаҡ ҡына йыр яңғыраны. Уны хатта шунда уҡ ишетмәнеләр ҙә. Ә ишеткән береһе ауыҙын ябып, башын йырлаусы яғына борҙо.
“Урмандарға инһәң, һыҙғырып ин,
Һелкенмәгән ағас ҡалмаһын...”
Табын түренең бер яҡ мөйөшөнә һыйынып ултырған, Ғамирҙың ике туған апаһы Сәриә ине был. Йәше күптән етмештең өҫтөнә сыҡҡан уның. Шуға күрә Зәбирәнең мәжлескә саҡырғыһы ла килмәгәйне.
– Ҡөрьән аштарынан ҡалдырғаныбыҙ юҡ. Иҫерткесле табында үҙенә лә уңайһыҙ булыр, – тип әйтеп ҡараһа ла, Ғамир ризалашманы.
– Әсәйем урынына ҡалған берҙән-бер апайымды нишләп юбилейыма саҡырмайым ти? Булмағанды һөйләмә! – тип ҡырт киҫте.
Кескәй сағынан Сәриә апаһына тағылып үҫте шул ул. Сәриә лә уны бик ныҡ ярата ине. Үҙе һуңлап ҡына кейәүгә сыҡты. Тик Хоҙай бала бәхете бирмәне. Шуға ҡарамаҫтан, еҙнәһе менән татыу торҙо, бер-береһен яңылыш та ҡыҫырлыҡта ғәйепләп, һүҙ ҡатманылар. Шуғамы икән, ире ҡаты ауырыуҙан вафат булғас, ҡабат кейәүгә сыҡманы. Димләп тә ҡаранылар, балалары менән яңғыҙ тороп ҡалған тол ирҙәр үҙҙәре лә килеп һоратты – ризалашманы. Ә Ғамирҙарҙың ата-әсәһе аллы-артлы донъя ҡуйғас, яңы ғаилә ҡороу бөтөнләй иҫәптән һыҙып ташланды. Бар булмышын уларға бағышланы. Үҙ балаларылай яҡын күреп, үҫмер ҡорона ингән туғандарын оло тормош юлына оҙатты. Туйҙарын үткәреп, балаларын ҡарашып үҫтерҙе. Бына хәҙер ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөп кинәнә. Борсолоу-мәшәҡәттәренә үҙҙәренән дә нығыраҡ көйөнөп, шатлыҡтарына мең тапҡыр артығыраҡ һөйөнөп йәшәй.
Ғамирҙың юбилейын да үҙенән нығыраҡ тулҡынланып көттө Сәриә апаһы. Матурлап-биҙәп ике оло өйөм сәк-сәк ҡатырҙы. Янына төрөлгән алма ҡаҡтарын теҙҙе. Мәжлескә бер нисә сәғәт ҡала, Ғамир машинаһында махсус барып алғас, күстәнәсен мөлдөрәмә тулы зәм-зәм һыуы һалынған гәлсәр һауыт тотҡандай, һаҡлап ҡына алып килде.
– Бына, күстәнәскә, тип бешергән инем. Ҡартаямдыр, элеккесә уңдыра алманым, буғай, – тигән булды төргәктәрҙе килененә һуҙып.
Тыйнаҡлыҡ һаҡлап ҡына әйтте ул был һүҙҙәрҙе. Юғиһә, сәк-сәктәре һәр ваҡыттағыса бик уңды, ауыҙҙа иреп торалар ине.
– Рәхмәт, Сәриә апай. Борсолмағыҙ, бала-сағаға ашарға бер тигән булған. Ә табынға районда заказ биреп бешертеп алдым мин, – тине Зәбирә күстәнәсте ҡабул итеп.
Һәм шунда уҡ берәүһен асып, ейәндәренә бүлгеләп өләште. Магазиндан ниндәй тәм-том алып бирһәң дә, “это не хочу”, “это не буду” тип һайлана торған сабыйҙар күберәк эләктерер өсөн, устарына ғына түгел, ауыҙҙарына ла тултырҙы сәк-сәкте. Яратмай шул уны килен кеше. Ғамирының иғтибарын бүлешә торған берҙән-бер көндәше итеп күрә булһа кәрәк. Ә был бер кемгә лә, хатта балаларына ла рөхсәт ителмәй. Бына бөгөн дә Сәриә апаһы йырлай башлағас, донъяһын онотоп тыңлап ултырған ирен күреп, күңелендә көнсөллөк дауылы ҡупҡанын һиҙмәй ҡалды Зәбирә. Йыр тамамланыуға “Бигерәк матур йырланың! Афарин!” “Артистарың бер ситтә торһон!” – тиешеп ҡул сабырға тотонған ҡунаҡтарға ҡушылып:
– Иҫ киткес! – тине Ғамир йылмайып. – Әллә тағы берәр йыр башҡараһыңмы?
Ҡунаҡтар ҙа уның үтенесенә ҡушылды.
– И-и-и, – тип кеткелдәп көлдө яуапҡа Сәриә апаһы. – Ҡарт кешенең күңеле булһын тип кенә әйтәһегеҙ. Ҡайҙан матур йырлай, ти инде?! Мәрхүм ирем ашҡа бара башлаһаҡ: “Бисә, башҡалар йырлағанда беҙгә ауыҙ һелкетеп тороу ҙа етә”, – тип көлә ине. Һорап йырлатасаҡтар әле, тиһәң, үлһә лә ышанмаҫ ине.
– Йырла, Сәриә апай, йырла. Һинең йырыңды ишеткәс, бала саҡҡа, йәшлегемә ҡайтҡан кеүек булдым, – Ғамир ултырғысын алып уның янына күсте. – Йырла...
Оҙаҡ ялындырманы Сәриә апай – “Сәрмән буйҙары”н башланы. Бала сағында аш бүлмәһендә башҡа балалар менән бергә өлкәндәрҙең табын артында йырлағанын тыңлай-тыңлай, ҙур яҡтан сыҡҡан бәлеш төптәрен ашап, биҙрәләге ҡайнатылған емеш компотының өрөктәрен сүпләп ултырған саҡтары күҙ алдына килде Ғамирҙың. Их, бөгөн шул мейестә бешкән ысын бәлешкәйҙәрҙең бер киҫәге өсөн ярты ғүмерен дә ҡыҙғанмаҫ ине! Тик мейес бәлеше түгел, мейесе лә юҡ шул хәҙер ауылда... Йыр ниндәйҙер сихри көс менән мүкләнеп бөткән күңел биктәрен асып эскә үтте лә, татлы бала саҡ хәтирәләрен айҡарға тотондо. Юбилей тигәндәре лә, тыуған көн үткәреүҙәр ҙә юҡ ине ул ваҡытта. Уның ҡарауы, тыуған-тыумасаны бергә йыя торған өмәләр, һуғым аштары бар ине. Һуғым һуйып та, берәйһен ҡатнаштырмаһаң, үпкәләйҙәр ине хатта. Көндөҙ толоптар, галушлы ҙур быймалар, оҙон йөнлө бүректәр кейгән ағайҙар, өшөмәҫкә тип ҡат-ҡат кейенгән, шәлдәр уранған апайҙар кисен мәжлескә матурҙарҙан матур кейенеп киләләр. Береһе йырҙы башлай, ҡалғандары дауам итә. Таҡмаҡ әйтешә башлаһалар, гармунсыны арытмайса туҡтамайҙар. Ғамир табын артындағыларға күҙ һалды: барыһы ла бер нөктәгә төбәлеп, үҙ уйына сумған. Хатта телефонынан айырыла алмаған улы ла йырлаусыға ҡараа ҡатып ҡалған. Ә Сәриә апаһы күҙҙәрен йомоп моңлана. Хәтирәләре менән башҡа мәжлестә, ире лә, туғандары ла бергә йыйылышып, йырлашып ултырған башҡа табын артында ине булһа кәрәк...
“Йәшлектә һөйгән йәр, һағындым, килеп ал...”
Ғамир ҙа күҙҙәрен йомдо. Бала саҡ мәжлестәренән уйҙары йәшлегенә барып тоташты уның. Ҡайҙалыр томан артында ҡалған, инде онотолған тип уйлаған Гөлсинәһе күҙ алдына килде. Тулҡын-тулҡын булып иңдәренә һибелгән алтынһыу сәстәренең хуш еҫен тойғандай, төпһөҙ күлгә тиң зәңгәр күҙҙәренең тәрәнлеген күргәндәй, сылтрап аҡҡан моңло тауышын ишеткәндәй булды ул. Сәриә апаһы янына тәүге тапҡыр таныштырырға алып килгән кистә үк һүҙ нисектер йыр-моңға инеп китеп, уларҙың парлап ошо йырҙы башҡарыуы хәтеренә төштө. Ирендәре: “Гөлсинә!” – тип бышылданы. Юҡ, бышылдаманы, һелкенеп кенә ҡуйҙы. Зәбирәнән башҡа бер кем дә күрмәне уны.
– Ғамир! – тине ҡатын үҙенә ят, ҡолаҡ пәрҙәһен киҫеп инерҙәй нескә тауыш менән. – Сәриә апай арыған! Уға йырларға ауыр! Яфалама!
Хужабикәнең ҡапыл ҡысҡырып ебәреүенән һиҫкәнеп киткән табындағылар башта дәррәү баштарын уның яғына, унан һуң Сәриә апай менән Ғамирға яғына борҙо.
– Нимә булды, әсәй? – тип аптырап һораны Дамир, ҡулынан төшөп киткән телефонын ерҙән алып. – Ҡурҡып киттем.
Һауала өнһөҙ ауыр тынлыҡ урынлашты. Беренсе саф мөхәббәтенең томанлы һынын иретеп таратҡан ҡатынының утлы ҡарашы Ғамирҙың йәнен өтөп алғандай булды.
– Етер, балалар, концерт ҡуйырға килгән кеүек, бер үҙем йырлап ултырам да баһа. Артығына өлкән кешенең тыны етмәй. Ғәйеп итмәҫһегеҙ, – тине Сәриә апай тынлыҡты боҙорға теләп.
Тик өҙөлгән йыр ҡалдырған тынлыҡты тиҙ генә ялғап китеп буламы һуң ул? Ҡунаҡтар уңайһыҙланып ҡыбырлаша башланы.
– Сәй сығарабыҙ! – тине Зәбирә йылмайырға тырышып.
Тик уның йылмайыуынан табынға тағын да нығыраҡ һалҡынлыҡ бөркөлдө. Әйтерһең дә, фарфор ҡурсаҡ йәнләнеп йылмайҙы. Табынға сәй сығарҙылар. Был мәжлестең аҙағына яҡынлашыуына ишара ине.
Теләһә ҡайһы сараның башы һәм аҙағы юғары кимәлдә үтһә, ҡатнашыусылар күңелендә яҡты хәтирәләр генә ҡаласаҡ. Был ҡағиҙәне иҫтә тотоп, Зәбирә өс ҡатлы торт бешертеп алған ине. Уны махсус арбаһына ҡуйып, этеп алып сыҡты ла, Ғамирҙы янына саҡырҙы.
– Һөйөклөм, яныма кил әле, – тине ҡатын тауышындағы ҡалтырауҙы баҫырға тырышып. – Хәтереңдәме, утыҙ йыл элек бер шырпыны парлап тотоп, ғаилә усағын ҡабыҙған инек. Бөгөн дә уҙған һәр бер йылыбыҙға рәхмәт әйтеп, шәмдәрҙе бергәләп ҡабыҙайыҡ.
Улар икәүләп лепелдәп торған утты күсерә-күсерә утыҙ шәмде ҡабыҙҙы. Икеһенең дә ҡулдары ярайһы ҡалтырана ине. Тик улар быны ҡунаҡтарға һиҙҙермәҫкә тырышып, йылмайышты, ниҙер әйтеп көлдөргән булды. Аҙаҡтан бергәләп торттың иң өҫтөндә торған "50" һанына шырпы төрттөләр. Юбилей һаны гөлт итеп ут сәсергә кереште. Табындағыларҙың шыйыҡ ғына алҡыштары аҫтында Зәбирә ирен ҡосаҡлап супылдатып үбеп алды.
– Рәхмәт, йәнем. Әйҙә тортты ҡунаҡтарға өләшәйек.
Тортты маҡтай-маҡтай, ара-тирә генә хужаларға күҙ ташлап сәй эскәндән һуң, табындағылар рәхмәттәрен әйтеп, өҫтәл артынан тиҙерәк ҡуҙғала башланы. Эңер яңы төшһә лә, болотло булғас, тышта шаҡтай ҡараңғыланған ине. Өҫтәүенә, ямғырҙан һуң һыуытып та ебәргән. Шуны сәбәп итеп, ҡапҡа алдындағы хушлашыуҙы оҙаҡҡа һуҙмай, ҡунаҡтар һәр ҡайһыһы тиҙерәк үҙ машинаһына ултырырға ашыҡты. Хәйер, уларҙы тотҡарларға йыйынған кеше лә юҡ ине. Бары тик гармунсы Рөстәм генә тыңлаусы булмаһа ла, һуңғы ҡунаҡ ҡуҙғалып киткәнсе уйнап баҫып торҙо. Был минутта ул үҙен “Титаник”тағы музыканттарға тиңләй ине шикелле.
Балалары алда үткән мәжлестәрҙәге кеүек, табынды 10 – 15 минутта йыйып, тәрилкә-кәсәләрҙе һауыт-һаба йыуыу машинаһына тултырҙылар ҙа, иртәгә электр уты биреүҙәренә өмөтләнеп, һәр береһе үҙ бүлмәһенә таралышты. Арығандар ине. Зәбирә лә билле күлдәген, үксәле туфлиҙарын һалып, эске күлдәге өҫтөнә ебәк халатын кейҙе. Көҙгө алдында алтын алҡаларын, беләҙектәрен, йөҙөктәрен систе, сәсен тарап, бит-ҡулдарына кремдарын һөрттө. Нисек кенә тынысланырға тырышһа ла, ҡалтыраныуын баҫа алмай ине ул.
– 30 йыл! 30 йыл үтте! 30 йыл бергә йәшәнек, ә һин һаман Гөлсинә, тип ауыҙ һыуың ҡоротаһың!
– Кәрәкмәй, башлама, – тине ир, тыныс ҡалырға тырышып. – Минең уны иҫкә алғаным да булманы. Бына бөгөн генә...
– Ә нимә бөгөн? Сәриә апайҙың моңло йырҙарынан хисләнеп киттеңме? – Зәбирә ирендәрен мыҫҡыллы ҡыйшайтып, көлөп ҡуйҙы ла тештәрен ҡыҫып ыҫылдауға күсте. – Әйттем саҡырмайыҡ тип шуны!
– Сәриә апайҙың ни ғәйебе бар инде, Зәбирә?
– Бар! – тип ҡысҡырып ебәрҙе ҡатын. – Ул да һинең яныңда ғүмер буйы Гөлсинәңде күрергә теләне. Ә беләһеңме нимә? Теге саҡта һиңә яҙған хатын мин алдым бит уның! – Зәбирәнең күҙҙәрендә ялҡын сығарырлыҡ осҡон сәселә ине төҫлө.
– Һин?!
– Эйе, мин! Ул Үзбәкстанға ауырыу апаһының балаһын ҡарашырға ғына киткәйне. Ҡайтам, көт, тип яҙҙы. Һин күргән фотола ла туғанының балаһы менән ине ул.
Ғамир, ҡатынын ғүмерендә беренсе күргәндәй, аптырап:
– Ни өсөн? – тип бышылданы.
Эсендәге утын тышҡа сығарып бөтөргәс, Зәбирә лә тынысланды булһа кәрәк. Бите буйлап ағып төшкән һыңар күҙ йәшен ҡул һырты менән һөртөп алды ла, карауатҡа килеп ултырҙы.
– Яратҡанға, Ғамир, яратҡанға... Эх, бер көнгә яумай торһа ярамағандыр был ямғырға ла! Тамада килһә, бер ни булмаҫ ине бит! Ярай беренсе мәжлестәр үтеп өлгөргән әле. Ә быныһы...
Ир, һүҙһеҙ генә стенаға табан боролоп ятты. Уның әңгәмәне дауам итәһе килмәй ине. Әле булһа ҡолағында сыңлап торған Сәриә апаһының йырҙарын ишетергә тырышты. Шуларҙы тыңлағыһы, күңеленән генә булһа ла уға ҡушылып йырлағыһы килә ине Ғамирҙың...

Эльмира ИБРАҺИМОВА.

 

Автор:Рөстәм Илтенбаев
Читайте нас