Махсус биттәр
7 Октябрь 2025, 16:55

Айырылған ҡатын

– Үрге ос Азамат мәрхүм булып киткән. Бесән сабырға сыҡҡан ерҙә йығылған, ти... – Ғәҙиләнең ҡулынан әсәһенә ашатып ултырған ҡалағы төшөп китте. Тик күрше ҡарсыҡ һүҙгә әүрәп, быға иғтибар итмәне. – Көндәр былай-алай томорҡо бит, ҡан баҫымы күтәрелеп киткән, ти. Һуңғы йылдары йөрәк менән дә яфалана ине. Ҡуйһаңсы, ҡайҙа, ҡасан ятып үлереңде белеп булмай. 60 та тулмағайны бит әле ул...

Айырылған ҡатынАйырылған ҡатын
Айырылған ҡатын


Ҡыҙының ҡулдары ҡалтырауынан кисерештәрен аңлаған Әсмә уны сит күҙҙән алыҫыраҡ ебәреү яйын ҡараны.
– Балам, тауыҡтарҙы асыҡ ҡалдырҙым, ти инең, баҡсаға инмәһендәр, ҡара әле. Бер ыңғайҙан, кисәге мунса һыуы йылылыр әле, булған керҙәрҙе йыуыштыр.
Ғәҙилә сығып китергә яй сыҡҡанға ҡыуанып, тиҙ генә ишеккә йүнәлде. Мунса буйлатып эшләнгән һәндерәгә ултырҙы ла, дөп-дөп типкән йөрәген тынысландырырға була, тәрән итеп тын алырға тотондо. Ҡасандыр уның тормошон пыран-заран килтергән, күңел ғазаптарына дусар иткән, һөйгәненән айырған, улай ғына ла түгел, ауылды ташлап китергә мәжбүр иткән кеше бөгөн юҡ. Ул хыялында уны әллә нисә тапҡыр үҙ ҡулдары менән үлтергәйне инде. Тик ысынбарлыҡтағы үлем хәбәре генә уға еңеллек алып килерҙәй түгел икән.
Ғәҙилә мунсалағы керҙәрҙе йыуып элгәс, йылымыс һыу менән үҙе лә сайынып алды. Тупһаға күҙ һалды: күрше ҡарсыҡ ҡайтып киткәндер, галушы күренмәй. Ҡатын еңел һулап, өйгә инде. Ултыра бирһә, ул мотлаҡ бынан 12 йыл элек булған хәлдәрҙе иҫенә төшөрөп, берәй нәмә әйтер ине. Әсәһенә әйтмәгән булһа әле. Фәйрүзә ҡарсыҡтың өйҙән-өйгә йөрөп, ғәйбәт сәйнәгәнен яратмай Ғәҙилә. Тик ҡараңғы сырай ҙа күрһәтә алмай – көнө уға ҡалып тора. Берәй эш менән баҡса тирәһендә йөрөһә, район үҙәгенә барырға булһа, ҡунаҡҡа саҡырһалар, түшәктә ятҡан әсәһенә ул күҙ-ҡолаҡ булып ҡала. Белә: кискә табан, элеккеләрҙе иҫләп, Фәйрүзә әбей ҡабат уларға инәсәк тә, эс-бауырына үтерҙәй булып, шуны һорашасаҡ. Ә аҙаҡ теге осҡа барып, үҙенекен ҡушып, фараздарын ысынбарлыҡ итеп, Ғәҙиләнеке итеп һөйләйәсәк. Элек булһа, ҡатын быға борсолор, илар ине. Тик хәҙерге Ғәҙилә өсөн кеше һүҙе күптән үҙенең көсөн юғалтты. Уға күберәк үҙ кисерештәре, тойғолары яҡын.
– Тынысландыңмы, балам? Ултырып сәй эсеп ал. Иртәнсәктән ауыҙыңа ризыҡ ҡапманың шикелле...
– Хәҙер, бергәләп эсербеҙ. Һине лә йүнләп ашата алманым бит...
– Ярай, ярай... Фәйрүзә күршене әйтәм, белмәгән нәмәһе юҡ.
– Мине берәй нәмә тип әйттеме әллә?
– Әлегә унда һинең ҡайғың юҡ. Азаматтың Светланаһын иҫе китеп һөйләй. Өс көн ҡайтмай, теләһә кемдең өйөндә эсеп ятҡан икән. Ауыл ирҙәре эйәреп йөрөй, ти. Аллам һаҡлаһын, Хоҙай күрһәтмәһен. Ғәйбәт булмаһын, әстәғәфируллаһ, күршенең һүҙен һөйләп, гонаһ алып ултырам...
Ғәҙилә әсәһенең карауаты ҡаршыһындағы диванға барып ултырҙы.
– Әсәй... Теге юлы мин уға: “Үҙеңдең дә ҡыҙың бар бит”, – тип илағайным. Ҡарғаманым, бары аңына килер, уйланыр тип кенә әйткәйнем. Ниңә атаһына булған рәнйештәр балаларына төшә икән ул?
– Барыһы ла Аллаһ ҡулында, балам. Рәнйеш көслө була. Мин дә күҙ йәштәре түктем. Ҡыҙ баламды илатҡанға рәхмәт әйткәнменме ни? Кем белә, бәлки, ул бер һинең генә намыҫыңа ҡул һуҙмағандыр? Кемдер өндәшмәй ҡала, кемдер үҙе теләп ята, тигәндәй. Икенсенән, Светланаһы үҙенә оҡшап та тотанаҡһыҙ булыуы бар. Һиңә яҡҡан ҡараһы үҙенә кире ҡайтыр, тип уйламаған инде ул саҡта. Ҡыҙы ҡалайтып йөрөй, Азаты теге саҡ сығып китте лә, ҡайтып әйләнгәне юҡ. Шөкөр, һин юҡҡа сыҡманың. Ярай, балам, был турала уйламаҫҡа тырыш.
Уйланма, тип әйтеүе генә рәхәт. Ғүмер буйы күңел йөгө менән йәшәү бер ҙә еңел булманы Ғәҙиләгә. Ир-егеттәрҙән, йәшәүҙән, хатта ауылынан биҙеп, башы һуҡҡан яҡҡа сығып китергә мәжбүр ине. Барыһына ла ул – үрге оста йәшәүсе Азамат ғәйепле.
...Ғәҙилә педучилищела уҡып йөрөгәндә икенсе райондан бер егет менән танышҡайны, диплом алыуға уныһы кейәүгә сығырға тәҡдим дә яһаны. 20 йәше яңы тулған ҡыҙ сит тарафҡа кейәүгә сыҡты. Тик ир тигәне эшләргә яратмаған әҙәм булып сыҡты. Төшкән йорттағы бар мәшәҡәт ҡәйнәһе менән уның елкәһендә булды. Утын әҙерләү, мал ҡарау, ихата-ҡаралтыны рәтләү йәш кәләште ҡурҡытманы, ни тиһәң дә иртә тол ҡалған әсәһенә өс ҡыҙ һәр ваҡыт ярҙам итте – ҡулы эш белә. Иренең ҡасан да булһа аҡылға ултырырына, донъя көтөп китеүенә өмөтләнде. Шуға ла Заһиты, Себер тарафтарына эшкә китәм, тигәс, әсәһенән бурысҡа аҡса алып, юлға оҙатҡайны. Уныһы ярты йыл тирәһе һәйбәт кенә эшләп йөрөнө: ваҡытында барҙы, ҡайтты, аҡсаһын да теүәл генә ғаиләһенә тапшырҙы. Тик тора-бара эсеүгә һабышты, ялды ҡыҫҡарттылар, тип ике аҙналап ҡына өйҙә тора ине. Эштә тотҡарлайҙар, тип аҡсаһыҙ ҡайта башланы. Сираттағы киткәнендә ярты йыллап өйгә юлын онотто. Шылтыратыуына ла яуап бирмәй ине. Ә бер көндө ир Ғәҙиләгә: “Мин һинән айырылам, икенсегә өйләнәм. Яңы йыл байрамына уны үҙебеҙгә алып ҡайтам, шуға тиклем һин ҡайтып кит”, – тип СМС-хәбәр ебәрҙе.
Быға ҡатын артыҡ ҡайғырманы, нисектер йәшлек хатаһын шулай еңел генә төҙәтергә яй сыҡҡанға еңел һулап, әйберҙәрен йыйҙы ла, әсәһе биргән һыйыр менән атты һатып, ҡайтты ла китте. 24 йәшендә ҡайһы бер класташтары кейәүгә лә сығып өлгөрмәгәндә, ул ирҙән айырылған ҡатын булып ҡалды. Тап шул йылды ауылдағы балалар баҡсаһында бәләкәстәр төркөмө асылды – үҙенә эш булды. Яңғыҙ әсәһенә һыйынып, яратҡан эшенә күңел баҫып, йәшәне лә китте. Ситтән тороп юғары уҡыу йортон тамамланы. Үҙенең яңы “статусынан” ояла ине, шуға ла дуҫтары менән киске уйындарға йөрөмәне. Иренең холҡонан биҙеп ҡалғайны – ҡабат кейәүгә сығыу тураһында уйланманы. Димсе диңгеҙ кисерә, тиһәләр ҙә, уға “теше үтеүсе” табылманы.
Тик хистәр генә күңел түренә рөхсәт һорамайынса инеп оялай икән. Класташының туйына саҡырҙылар. Инде 30-ға яҡынлағанда ҡамыт кейергә батырсылыҡ иткән Мансурҙы ҡотларға күмәкләп йыйылдылар ҙа, табынды бер итеп, уйнап-көлөп күңел астылар. Аҙаҡ, клубҡа йүнәлгән “йәштәрҙән” айырылып ҡына үҙҙәре осона боролорға иткәйне, дуҫтары ирек бирмәне.
– Клуб юлына баҫмайым, тип әйтеү әйтмәгәнһеңдер әле. Әйҙә, тороп ҡалма инде. Берәй сәғәт йәш саҡтарҙы иҫкә төшөрөп бейеп алайыҡ та, бергә ҡайтырбыҙ, – тип, ике яҡтан ике әхирәте ҡултыҡлап уҡ алды. Ризалашмай сараһы ҡалманы.
Йәштәр күп ине, туйҙағылар тағы ла шау-шыу өҫтәп ебәрҙе. Бер аҙ гармун көйөнә тыпырҙашып бейеп алдылар, артабан заманса музыка ҡуйылды. Талғын көй башланғас, Ғәҙиләне йәш кенә ят егет бейергә саҡырҙы. Бер аҙ һүҙһеҙ генә әйләнгәс, өндәшмәүҙе уңайһыҙ күреп, үҙе өндәште.
– Туйҙа кеше күп ине, барыһын да иҫтә ҡалдырмағанмын. Әллә һин дә табында булдыңмы?
– Юҡ. Саҡырғайнылар ҙа, ҡайтып өлгөрмәнем.
– Ә ҡайһы ауылдан булаһың?
Егет ихлас итеп йылмайып ебәрҙе:
– Ғәҙилә апай, танымайһығыҙмы әллә? Мин бит Азат булам, ошо ауылда тыуып үҫтем.
– Э-эй, йәштәрҙе танымайым шул, ғәфү ит. Ҡалай уңайһыҙ булды...
– Клубҡа йөрөмәгәс, кешеләр менән аралашмағас, белмәйһегеҙ инде. Етмәһә, мин аҙ ғына һеҙҙән йәшерәкмен дә. Бәләкәй кластар менән ҡыҙыҡһынмайһығыҙҙыр...
– Нисә класҡа түбән уҡының инде?
– Биш шикелле...
Егет күрәләтә алдашҡан икән, ныҡлап һораша торғас, уның ете йәшкә кесе булыуы асыҡланды. Бейеү тамамланғас, Ғәҙилә рәхмәт әйтте лә, класташтары янына йүнәлде. Ниңәлер Азаттың үҙен оло күрһәтергә тырышыуы уның күңелен күтәреп ебәрҙе – туҡтауһыҙ көлдө, йылмайҙы. Ҡайтырға сыҡҡандарында төн уртаһы уҙғайны инде. Уларҙың төркөмөнә клубтан сыҡҡан 5 – 6 йәш егет һәм ике ҡыҙ ҙа ҡушылды. Араларында Азат та бар ине. Һөйләшә-көлөшә тәүҙә Мансур менән кәләшен оҙатып ҡуйҙылар, кире килгәндә Ғәҙиләләр урамына боролдолар. Нисектер кәмей барыуҙарын һүҙгә әүрәп килеп, һиҙмәй ҙә ҡалған. Ҡапҡа төбөнә етеүҙәренә, бер класташы ире менән һәм Азат ҡына ҡалғайны. Ҡыҙ хушлашып, ҡапҡанан инеп китте.
Өҫтөн алмаштырып, йыуынып, урын әҙерләгәнсе ваҡыт үтте. Утты һүндергәйне генә, тыштан берәү һаҡ ҡына тәҙрә шаҡыны. Ғәҙилә мажара етмәй ҡалған класташтары икән, тип уйлап, өҫтөнә йоҡа курткаһын ғына эләктереп, әсәһе уянмаҫ борон тышҡа сыҡты. Төн ҡараңғы булһа ла, нигеҙ буйында тороусының Азат икәнен шунда уҡ танып, аптырап ҡалды.
– Нимә булды? Ниңә тәҙрә шаҡыйһың ул?
– Һөйләшеп тә өлгөрә алманыҡ, индегеҙ ҙә киттегеҙ. Шылтыратырға телефон номерың юҡ. Шуға тәҙрә янына килдем. Ингәндә үк туҡтатайым, тинем дә, класташығыҙ алдында барыбер ризалашмаҫһың, тип өндәшмәнем.
– Ә хәҙер ризалашыр тинеңме?
– Мин бит яман уй менән килмәнем. Әйҙә ҡапҡа төбөнә генә сығып ултырайыҡ...
Шул көндән Азат уның янына көн һайын, дөрөҫөрәге, төн һайын тиерлек килә башланы. Ғәҙилә тәүҙә әсәһенә бер нәмә лә һиҙҙермәне. Егет күрше-тирә, әсәһе йоҡоға талғансы киске уйында йөрөй ҙә, уттар һүнеп бөткәс, һаҡ ҡына тәҙрә шаҡый. Ҡыҙ ҡапҡа төбөнә сыға. Таң һыҙыла башлағансы шым ғына һөйләшеп ултыралар. Азат уны унда-бында һаҡ ҡына ҡосаҡлап ала, шаяртыу ҡатыш сәсенән, битенән һыйпай. Бер нисә тапҡыр ирененән үбергә үрелгәнен дә һиҙҙе ул, тик ҡыйыулығы етмәне шикелле. Ғәҙилә лә күңеле тартылыуға ҡарамаҫтан, тәүге аҙымды эшләргә ҡыйманы.
Бер көн әсәһе:
– Ике төн рәттән уянып, һиңә өндәштем, тауышың сыҡманы. Бөгөн аптырағандан тороп, урыңды ҡараным. Буш инесе, – тип һүҙ башланы.
Дөрөҫөн һөйләп бирҙе ҡыҙы.
– Ай-һай, балам, егет кеше даныңды һатмаһа ярай ҙа...
– Юҡ, әсәй, ул ундай егет түгел. Ул шул тиклем ихтирамлы... Оялсан да. Хатта үбешкәнебеҙ ҙә юҡ. Шуға даным сығыр, тип ҡайғырма ла.
– Һиңә ышанам мин. Тик кеше күңелен белеп булмай. Үҙем 37-лә тол ҡалып, кеше һүҙен күп ишеттем, шуға ышанысым юҡ минең. Ир-егеттәрҙең дә төрлөһө булды. Асыҡтан-асыҡ та мыҫҡыл иттеләр, теше үтмәгәндәр юрамал алдап һүҙ сығарып маташты. Ә һин йәш, уҫаллығың юҡ.
– Улайһа Азат менән аралашмайыммы?
– Үҙең беләһең... Аралашһаң да, артыҡҡа өмөт итмә. Үҙе ниндәй уйҙалыр, белмәйем. Ә бына ата-әсәһе уны күрәләтә үҙенән өлкән, етмәһә, ирҙән айырылған ҡатынға өйләндермәйәсәк. Шуға ныҡлы эҫенеп китмәҫ борон арағыҙҙы өҙһәң, һәйбәт булыр ине. Тиң күргән берәйһе осрар әле үҙеңә...
Әсәһе хаҡлы булыуын Ғәҙилә ваҡыт үткәс кенә аңланы. Уҡыу йылы башланыр алдынан балалар баҡсаһын ремонтлауға төҙөлөш кәрәк-ярағы бүлделәр. Мәғариф идаралығы алдында буяу, цемент кеүек әйберҙәрҙе өйөм итеп ҡуйып, хеҙмәттәше менән нисек ҡайтырға белмәй торғанда, яндарына Азаттың атаһы Азамат килеп туҡтаны.
– Сәләм, ҡыҙҙар! Байынығыҙмы?
– Һаумыһығыҙ. Эйе, әллә алып ҡайтаһығыҙмы?
– Күрәләтә ҡалдырып китә алмайым инде. Әйҙәгеҙ, һыйҙыра алһаҡ, тейәп ҡарайыҡ.
Юлдары уңған ҡыҙҙар шатлана-шатлана әйберҙәрен урынлаштырғас, үҙҙәре лә машинаға инеп ултырҙы. Ауылға тиклем юл рәхмәт уҡыуҙар һәм шаян һүҙҙәр менән һә тигәнсе үтелде. Ир ихласлап йөрөп йөктө бинаға тиклем ташып, урынлаштырышты.
– Һеҙҙең кеүек сибәркәйҙәрҙән йөк ташытып йөрөмәйем бит инде. Эй, мин ҡартайғайным, ҡыҙҙар сибәрләнде, тип әйткән, ти, бер бабай. Шуның кеүек, миңә лә уфтанырға ҡына ҡалды шикелле. Әллә өмөт бармы икән, ә, ҡыҙҙар? – тип сығыр алдынан юҡ-бар һөйләп торҙо ла, көтмәгәндә Ғәҙиләне ҡыҫып ҡосаҡлап алды, шул арала ҡулдары арҡа буйҙарын, янбашын ойпалап өлгөрҙө.
Гөлнур ҠЫУАТОВА.
(Дауамы бар).
Ҡыҙ аңына килгәнсе, Азамат уны ысҡындырып, тағы ла нимәлер һөйләй-һөйләй ишеккә йүнәлгәйне инде. Ирҙең был ҡылығына нимә уйларға белмәне. Ҙур ауылдың кешеләрен белеп тә бөтөрөп булмай, шуға ла ул Азаттың ата-әсәһе ниндәйерәк икәнен белмәй ине. Шаяртыу булдымы, әллә ҡыҙҙы үҙенсә мыҫҡыл иттеме – аңламаны. Ә бер көндө балаларға рәсем дәресе алып бара ине, иҙән йыуыусы ҡатын ишек шаҡыны.
– Ғәҙилә, һине унда Азамат ағай саҡырасы... Күрешкәндә әйтергә онотҡан хәбәрем бар, ти...
Үҙе ҡыҙыҡһынып та, аптырап та ҡыҙҙы күҙәтә ине: балалары үҫеп бөткән, өйләнгән ирҙең яңғыҙ ҡатынға ниндәй хәбәре бар? Ҡасан, ҡайҙа күрештеләр икән? Ғәҙилә үҙе лә аптырап ҡалды, теге юлғы ҡылығы иҫенә килеп төштө. Шикләнһә лә, көттөрөү килешмәҫ, тип тышҡа сыҡты.
– Һаумы, һеңлем. Хәлдәр нисек? – ҡапҡа төбөндә торған Азамат шат йылмайып, ҡысҡырып сәләмләне. Урамдан үткән кешеләрҙең уларға теклеүе лә ирҙе тыйманы. – Үтеп барҙым да, туҡталырға булдым әле. Эштәр барамы?
– Һаумыһығыҙ! Һәйбәт кенә, рәхмәт, – ҡыҙ артабан ни әйтерһегеҙ тигәндәй уға текәлде.
– Теге саҡ юл буйы әйтермен, тип килдем дә, онотҡанмын. Минең номерҙы яҙып ал, һылыу. Ярҙам кәрәкһә, шылтыратырһың. Бында ғына түгел, өйҙә лә. Яңғыҙ ҡатынға ир кәрәк булып китә бит ул, ха-ха-ха, – үҙенең һүҙҙәренә үҙе көлдө лә: – Утын кәрәкме унда, берәй нәмә ремонтларғамы. Мал тотаһығыҙ шикелле, бәлки, бесән килтерергәлер. Трактор бар, йөк машинаһы ла ихатала тора. Оялма, әйт кенә. Һә тигәнсе эшләп ҡуйырбыҙ. Беҙҙең кеүек ир-егеттәр бар яҡтан булдыра ул. Һүҙ генә һөйләп йөрөмәйбеҙ, ҡулдан да эш килә.
– Рәхмәт әйтеүегеҙгә. Утын-бесәнгә еҙнәләр ҡайтҡанда ярҙам итеп тора, етерлек булды...
– Еҙнәңдәр маладис икән, ярҙам итеп торғас. Һинең генә бәхетең булманы инде, һылыу. Йәп-йәш көйө иргә һыуһап йөрөйһөң.
– Ниңә улай тиһегеҙ, ағай?
– Шаяртып әйтәм бит, һеңлекәш, асыуланма. Шулай ҙа ярҙам кәрәкһә, әйт. Ауылда ни, ирҙәр артыҡ булмаҫ, – тине лә машинаһына ултырып китеп барҙы. Ғәҙилә нимә уйларға белмәй, оҙаҡ ҡына ҡапҡа төбөндә баҫып торҙо.
Атаһы менән аралашыуын Азатҡа һөйләргәме икән, тип бер нисә тапҡыр уҡталып ҡуйҙы ул. Әммә һүҙҙе нимәнән башларға белмәне. Әсәһенә лә әйтергә ҡыйманы. “Кешенең төрлөһө була, холҡо шулай уйламай һөйләүсәндер”, – тип ҡуйҙы. Ихтирамлы, әҙәпле егеткә ҡарай ҙа, атаһы менән сағыштырып, аптырап та ҡуя. Төҫкә-башҡа оҡшаһалар ҙа, холоҡтары буйынса бер генә уртаҡлыҡтары юҡ кеүек. Егет һаман да осрашыуға килеүен дауам итте. Яңы йыл байрамында ғына тәүге тапҡыр ҡыҙҙың ирендәренән үбергә батырсылыҡ итте. Бынан һуң ҡыйыуланды, ҡосаҡтары ла ҡайнарланды, әммә уның намыҫына ҡул һуҙманы.
Ә Азаматтың уйында нимә булғанын белһә, Ғәҙилә уның яғына әйләнеп тә ҡарамаҫ ине лә бит. Ғәмһеҙлеге, ихласлығы менән тәүге осрашыуҙарҙағы ҡылығын, һүҙҙәрен аңлашылмаусанлыҡ тип уйланы ла, оноторға тырышты. Унда-бында юлдары киҫешһә, ипле генә һаулыҡ һорашты, һүҙҙәрен шаяртыуға борорға тырышты.
Яҙ иртә килеп, март аҙағында ер ҡарҙан әрселеп бөткәйне инде. Апрель башында тау биттәре, яландар умырзаяға күмелгән, тинеләр. Ғәҙилә эштән һуң шул матурлыҡты күрергә, тип өйөнә лә ҡайтып тормай тәбиғәт ҡосағына сығып китте. Бөрөләргә тулышҡан ағастарҙың, ҡара ерҙе тишеп морон төртә башлаған үләндәрҙең, зәңгәр диңгеҙ булып елгә тирбәлгән сәскәләрҙең матурлығына һоҡланып, байтаҡ йөрөнө. Талғын елгә иркәләнеп, эре ташта ла байтаҡ ултырҙы. Нисектер ысынбарлыҡҡа ҡайтҡандай булып, ауыл яғына ыңғайлағанда эңер төшә башлағайны инде. Арттан килгән машина тауышын ишетеп, юлдан ситкә сыҡты. Күҙ сите менән уның Азаматтыҡы икәнен абайлап ҡалды.
– Һаумы, һеңлекәш! Ҡайҙан киләһең йәйәүләп кенә?
– Һаумыһығыҙ. Яланға сыҡҡайным.
– Әйҙә, ултыр. Елдертеп алып ҡайтайым.
– Күп ҡалманы бит, йәйәү генә ҡайтырмын.
– Байтаҡ әле, анау боролоштан ғына тағы дүрт саҡрым. Ҡараңғы төшөп килә, яңғыҙыңды ҡалдырмайым инде. Ултыр! – ниәтенең буш һүҙ түгеллеген белдергәндәй, машинаһын һүндереп үк ҡуйҙы. – Ултырмаһаң, ауылға тиклем йәйәү оҙатам да, машинаны кире килеп алам.
Ғәҙилә теләр-теләмәҫ машинаға инеп ултырҙы ла, ҡуҙғалып киттеләр.
– Рәхмәт. Бер сәғәт тә үтмәҫ, ҡайтып етер инем...
– Ниңә тәбиғәткә сыҡҡым килә, тип шылтыратманың? Үҙем алып сығыр инем, – тип Азамат уға ҡараш ташланы.
– Машинала сыҡһаң, уның матурлығы күренәме ни? Йәйәүләп, иркенләп йөрөргә кәрәк, – тигән булды ҡыҙ.
– Дөрөҫ әйтәһең. Беҙ ни шул машинаға йәбешкәнбеҙ ҙә, айырыла алмайбыҙ бит. Йә эш, тип сабабыҙ, йә аҡса, тип...
Шул саҡ Ғәҙилә машинаның ауыл яғына илткән боролоштан икенсе яҡҡа боролоуын абайлып ҡалды.
– Азамат ағай, һеҙ бит ауыл яғына бармайһығыҙ...
– Борсолма, һеңлекәш, аулаҡлап ҡына һөйләшә торған һүҙ бар.
– Бында ла аулаҡ бит, ошонда һөйләшәйек. Туҡтатығыҙ машинаны!
Ул арала Азамат машинаһын йылға буйына алып барып та туҡтатты һәм ас йыртҡыстай ҡыҙҙы ҡосаҡлап үбергә тотондо. Ҡыҙ көсөнән килгәнсә сәбәләнде, ҡаршылашып маташты. Тик ир унан күпкә көслөрәк ине.
– Ниңә ир күрмәгән кешеләй ҡаршылашаһың? Ҡыланма инде, – тип һөйләнә-һөйләнә Ғәҙиләнең күлдәк итәген күтәрҙе.
– Ағай, зинһар, үтенәм миңә теймәгеҙ! Үҙегеҙҙең дә ҡыҙығыҙ бар бит! Ниңә аңларға теләмәйһегеҙ ул?
– Ә нимә аңларға тейеш мин? Ә минең ҡыҙға һүҙ тейҙермә, ул һин түгел һәм булмаҫ та...
Ғәҙилә ирҙең ниәтенән кире ҡайтмаҫын аңлағайны инде, аптырағандан беләгенән умырып тешләп алды. Был ҡылығы ирҙе оторо ярһытты: ул йән асыуы менән йоҙроҡлап ҡыҙҙың йөҙөнә тондорҙо.
– Яҡшылыҡты аңламайһың икән, мин көс тә ҡуллана беләм!
Азамат ауыртыуҙан шаңҡып ҡалған ҡыҙҙың күлдәк иҙеүен бер тартыуҙа йыртты ла, түштәренә ҡапланды. Ул инде бер кем дә туҡтата алмаҫлыҡ хәлдә ине. Теләгенә ирешкәнсе ҡыҙҙың илауын да, ялбарыуын да ишетмәне. Ә аҙаҡтан...
– Ҡыҙҙар кеүек кенәһең. Тотонолған тауар тип әйтерлек түгел. Минең малай юҡҡа ғына һин тип һеләгәйен ағыҙмай икән... – тип мыҫҡыллы көлөп, үҙен рәткә килтерә башланы.
– Азаттың минең менән дуҫлашыуын белә тороп, миңә ҡул һуҙҙығыҙмы?
– Ниндәй дуҫлыҡ?! Әҙәм көлдөрмә. Ирҙән айырылған бисә йәш егетте нимә менән әүрәтһен инде? Дуҫлыҡ, имеш! Әллә үҙемә өйләндерәм, тип өмөтләнеп йөрөгән булаһыңмы? Буйың етмәҫтәйгә үрелмә! Һинең кеүек ирҙән ҡалғандарға минең кеүектәр ҙә ярай.
– Улығыҙҙың миңә килеп йөрөүенә үс алырға булдығыҙмы? Көсләп торорға кәрәкмәҫ ине. Һүҙ менән әйтһәгеҙ ҙә, яҡын юлатмаҫ инем.
– Һинең кеүек аусы ҡатындар яҡшылап әйткәнде аңламай ул. Бына нимә, тәтәй бисә, икенсе юлы наҙлыраҡ, яғымлыраҡ булырһың, тип өмөт итәм. Ә бөгөнгө тешләшеүең, ҡаршылыҡ күрһәткәнең өсөн һиңә яза – ошо ҡиәфәтең менән ауылға тәпәйләп кенә ҡайтырһың. Уйларға ла ваҡытың булыр... – ир ҡыҙҙы машинаһынан этеп төшөрҙө лә, тәҙрә аша курткаһын елләп, ауыл яғына елдерҙе.
– Ҡанһыҙ! Ҡәбәхәт!
Ғәҙилә тәүҙә ергә ятып үкһеп-үкһеп иланы. Улай ҙа тыныслана алмағас, ташҡыны ла ҡайтып етмәгән йылғаға төшөп, бит-ҡулын, йыртылған күлдәге аша тәнен йыуҙы. Һыуҙың боҙҙай һалҡынлығын да һиҙмәне. Шунда уҡ батырға йәки нисек тә үҙ-үҙенә ҡул һалырға тигән уй тынғылыҡ бирмәне. Әммә мейеһенең бер мөйөшөндә айыҡ аҡыл баш ҡалҡытты. “Әсәйем өйҙә борсолалыр... Бындай ҡиәфәттә үлһәм, күпме һүҙ буласаҡ. Ул быны кисерә алмаҫ. Уға был хәлдәрҙе лә һиҙҙерергә ярамай...” Ҡыҙ тамам ҡараңғы төшкәс кенә туғай буйынан сығып, юл ситләп ауылға табан атланы, кәртә арты буйлап ҡайтты. Юл буйы күҙ йәштәре аҡты, тынысланырға тырышһа ла, килеп сыҡманы. Тетрәнеү, ҡурҡыу, өшөү, физик көсләнеү барыһы бергә ҡушылып, ҡыҙҙы аяҡтан йыҡты – Ғәҙилә болдорҙан да үтә алмай иҫһеҙ ҡоланы.
Шылт иткән тауышҡа ла иғтибар итә-итә ҡыҙын көткән Әсмә апай солан ишегенә нимәлер бәрелгәнен ишетеп, тышҡа сыҡты ла, ҡыҙының аңһыҙ ятыуын күреп, ярҙам һорап ҡысҡырынырға тотондо. Тәүҙә урамдан үтеп барыусы бер ҡатын, аҙаҡтан ике яҡ күршеһе килеп инде, кемдер фельдшерға шылтыратты. Уныһы “Тиҙ ярҙам” саҡыртты. Әсәй кеше малын күршеләренә өндәшеп, балаһы менән бергә дауаханаға юлланды.
Ҡыҙ икенсе көндө генә иҫенә килде. Янында йоҡомһорап ултырған әсәһен күргәс, үткән хәлдәрҙе хәтерләне лә тағы ла ярһып иларға тотондо. Ғәҙиләнең көсләнеүен табиптар әсәһенә лә, полицияға ла хәбәр иткәйне. Әсмә апай ҡыҙын һорау биреп яфаламаны. Ә тәфтишсегә барыһын да һөйләп бирергә тура килде. Ауылда ла хәбәр таралып өлгөргәйне инде. Азамат, күрәһең, эштең былай тәрәнгә китерен күҙалламаған, бер көндө күстәнәстәр тотоп, Ғәҙилә янына килеп инде. Инде тыныслана башлаған ҡыҙ уны күреп, ҡабаттан ярһып китте, үкһеп иларға тотондо.
– Сығып кит, күҙемә күренмә!
Ҡыҙҙы үҙе яйлай алмаясағын аңлаған ир икенсе яҡтан эш итергә булды. Дауаханала ипле генә һөйләшкән тәфтишсе ике аҙнанан өйҙәренә килгәндә бөтөнләй икенсе кәйефтә, мөнәсәбәттә ине.
– Һеҙ бит алдан Кирәев Азаматҡа күҙ һалып йөрөгәнһегеҙ түгелме? Эш урынында ла осрашҡанһығыҙ, район үҙәгенә бергәләп барып, ҡайтып йөрөгәнһегеҙ, шаһиттар бар. Ваҡиға булған көндө лә уның машинаһына үҙегеҙ инеп ултырғанһығыҙ. Бәлки, кеше күҙенән ситтә осрашырға үҙегеҙ һөйләшеп-килешергә булғанһығыҙҙыр? Миңә бер генә нәмә аңлашылмай: ни өсөн тап хәҙер уның өҫтөнән ғариза яҙҙығыҙ? Был юл менән аҡса эшләргә булһағыҙ, үҙе менән һөйләшеп-килешегеҙ. Ул бит һеҙгә электән ярҙам тәҡдим иткән...
Ғәҙилә башҡаса дөрөҫлөк эҙләмәне. Өфөлә йәшәгән бер туған апаһы менән еҙнәһенә эйәреп, ауылдан сығып китте. Уларҙа өс ай тирәһе йәшәп, бер аҙ тынысланғас, институтта бергә уҡыған танышы аша эш белешеп, Мәскәүгә күсте. Ун йыл бөтөнләй ауылға ҡайтманы – күңеле биҙгәйне. Әсәһе менән Өфөлә күрештеләр, ҡала ситенән торлаҡ һатып алғас, үҙе лә ике тапҡыр ҡыҙына ҡунаҡҡа барып килде. Йыл ярым элек Әсмә апай боҙлауыҡта йығылып ауыр йәрәхәт алды. Тәүҙә Өфөләге ике ҡыҙы алмаш-тилмәш ҡараны, үҙҙәренә лә алып ҡайтты. Ә бер йыл элек Ғәҙилә фатирын һатты ла, ипотека кредитын ҡапланы. Ҡалған аҡсаһына Өфөнән бәләкәй генә фатир алды. Һәм әсәһенә ярҙам итеү өсөн ауылға күсеп ҡайтты. “Үткәндәрҙән ҡасып булмай. Яралар, һыҙланыуҙар менән йәшәп өйрәнелде инде. Үҙемде генә ҡайғыртып, әсәйемде ярҙамһыҙ ҡалдырмайым инде”, – тип уйлағайны. Шулай ҙа яҙмыш уға мәрхәмәтле булды: бер йыл буйы Азамат менән осрашырға тура килмәне. Ә бына уның эсеп, аҙып-туҙып йөрөгән ҡыҙы Светлананы урамда йыш осратты.
Азат... Ғәҙиләнең күңелендә ул үкенес тә, онотолмаҫ һөйөү ҙә, хыял да булып йәшәүен дауам итә. Теге хәлдәрҙән һуң егет әллә күпме шылтыратты. Яуап булмағас: “Мин кемгә ышанырға ла белмәйем. Атай һинең менән осрашып йөрөнөк, ти. Асыҡлыҡ индер әле, дөрөҫөн яҙ, зинһар. Миңә һинең бер генә һүҙең кәрәк!” – тип смс ебәрҙе. Тик яуап яҙыр урынға һөйгәне уны ҡара исемлеккә индерҙе. Ә инде батырлығын йыйып аңлашыр өсөн өйҙәренең ишеген шаҡығанда, ул Өфөгә сығып киткәйне инде. Әсмә: “Үҙеңә тиңде эҙлә. Атайың көсләгән ҡатын инде һинеке булмаҫ. Үҙеңде лә, Ғәҙиләне лә яфалап, дөрөҫлөк эҙләп йөрөмә”, – тип егеткә өмөт ҡалдырманы. Был хәлдән һуң Азат атай йортонда йәшәргә теләмәне, Себергә сығып китте. Ғәҙилә кеүек ул да тыуған яғына юлды онотто.
“Эй, Азамат ағай, үҙеңдең бәйелһеҙлегең, әллә кем булыуың менән минең генә түгел, балаңдың да яҙмышын боҙҙоң. Минең ир затын күрә алмаҫлыҡ хәлдә булыуым да, яңғыҙлығым да – һинең намыҫыңда. Рәнйешем иҫән сағыңда тыныс йәшәргә биргәнме-юҡмы, белмәйем. Әммә теге донъя тамуҡтары ла урап үтмәһен, тип теләйем! Доғаға түгел, бәддоғаға лайыҡ булып киттең был донъянан...”
Ҡатын үҙенең нахаҡҡа рәнйетелгән, мыҫҡыл ителгән мәлен ҡабат кисереп, күҙ йәштәрен күкте лә түкте.

Гөлнур ҠЫУАТОВА.

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас