

Сәмиға
36 йәшендә генә тол ҡалғас, ул бар күңелен улы – Айнурына* баҫты. Әсә һөйөүенә ваҡытһыҙ үлгән Айҙарына ҡарата булған мөхәббәте лә ҡушылды. Атаһына ике тамсы һыу кеүек оҡшаған ул ғынаһы берсә юғалтыу яраһы булып әрнетте, берсә шул яраны дауалар йыуаныс булып имләне. Айнурына ризыҡтың иң татлыһы, кейемдең иң затлыһы булырға тейеш, тип һананы. Белем алһын, тип тырышты. Үҙендәге юҡ ауырыуҙы бар итеп, ҡараусыһыҙ булмай, тип юллай-юллай әрме хеҙмәтенән дә алып ҡалды. Ҡайны мәрхүм килгән һайын килененең ейәнен өф-төф иткәненә йәне көйөп: “Һай, шашындыраһың бит баланы! Һөйөклө һөйәгең көйөклөгә әйләнә күрмәһен”, – ти торғайны.
Көйөклө шул, балаһы. Күҙ йәштәренә мансыны. Юҡ, Айнуры аҡыллы, зирәк булып буй еткерҙе. Мыҡты кәүҙәле, оҙон буйлы, ҡара һылыу улына ҡарап, һәр саҡ Айҙарын иҫкә төшөрҙө. “Балам, атайың үҙенең баһаһын белде, теләһә ниндәй ҡыҙ-ҡырҡын менән сыуалып, исем сығарманы. Мин уны ихлас яраттым, бар ғүмеремде уға арнаным. Әгәр вафат булмаһа, ошо көндө Өфөлә берәй түрә, бик булмаһа, түрә урынбаҫары булып эшләр ине. Һин дә уның кеүек булырға тейешһең. Ҡыҙҙарға яҡынайырҙан алда энә күҙәүенән үткәр: сибәр, уңған, лайыҡлы ғаиләнән булһын. Һин иң аҡыллы, сибәр егет, юғары белем алдың, шөкөр хәллеләр иҫәбендә йәшәйбеҙ. Буласаҡ кәләшең, тәү сиратта, һинең ҡыҙыҡһыныуҙарҙы өҫтөн ҡуйырға тейеш!” – тип көн-төн тигәндәй туҡыны.
Әсәһенең был кәңәшен, аҡылын Айнуры һанға һуҡманы. Буласаҡ киленен Сәмиға тәү күргәндән яратманы. Етен сәсле, һипкелле, йылмайғанда ике теше араһындағы бушлыҡ ыржайып торған ҡыҙҙы йәндәй күргән улына лайыҡ түгел, тип һананы. Юғары белеме булмағанлығын, балалар йортонда үҫкәнен белгәс, оторо асыуы ҡабарҙы ҡатындың.
– Баҡса ҡарасҡыһы кеүек ҡыҙҙар конкурсына барып, иң йәмһеҙен һайлап алдыңмы әллә? Ни төҫө, ни аҡылы, тигәндәй, нимәһенә ҡыҙыҡтың!? Детдом балаһы ғаиләнең нимә икәнлеген аңлаймы һуң?! – ул ҡыҙҙың тыңлап тороуынан да тартынманы, улын битәрләргә тотондо. – Эргә-тирәңдәге анауындай аҫыл ҡыҙҙарҙы һанға һуҡмай йөрөй торғас, тишек ҡашыҡҡа ла тормаҫ бер бәндәне һайлағанһың бит! Фатихамды бирәһем юҡ!
Ҡыҙ ҡырҡа боролдо ла, сығып китте. Әсә быға шатланды ғына. Тик Айнур әйберҙәрен бер сумкаға йыйҙы ла, икенсе көнө үҙе лә сығып китте.
– Әсәй, беҙ Миләүшә менән барыбер бергә буласаҡбыҙ. Ул ауырлы, ЗАГС-ҡа ғариза бирҙек. Һиңә, бәлки, ул ҡарасҡы кеүек күренәлер, әммә минең өсөн – иң аҡыллы, сибәр ҡыҙ һәм бары тик уны ғына яратам. Беҙҙең бергә булыуға күнһәң, уны ҡабул итһәң генә, был йорттоң ишеген асып инермен, – тине ул хушлашҡанда.
Шул көндән алып улар ара-тирә тик телефондан ғына аралаша. Улын да, ике ейәнен дә күргәне юҡ. Улы үҙҙәренә саҡырмай, әсәһе саҡырыуына төрлө һылтау, сәбәп табып, баш тарта. Сәмиғаның иң йәне әсегәне – Айнуры һуңғы арала йыш ҡына ҡыҙмаса булып шылтырата. Бына бөгөн дә иҫерек килеш шылтыратып, хәл-әхүәлдәр белеште лә, әсәһенә һүҙ ыңғайы ғына үпкәһен белдерҙе. “Әсәй, ваҡытында телеңде тыйһаң, мин яратҡан кешене ҡабул итһәң, ошо көндө уллы ғына түгел, ҡыҙлы ла, ике ейәнле лә булып йәшәр инең...”
– Анауындай улымды юҡҡа сығара бит был ҡарасҡы! Йүнле бисәнең ире эсәме? Һай, күңел тартманы бит уға! Тигенгә булмаған икән! Һөлөк кеүек егетте алкашҡа әйләндерә! Зарлана инде ул, игәй. Шуға ла Айнур үпкә һүҙҙәрен миңә әйтә. 27 йәшкә тиклем миңә ҡаршы бер һүҙ өндәшмәгән балаҡайым, бөгөн бер йыбытҡы бисә ыңғайына миңә ҡаршы сыҡһын әле, ә! – Сәмиға төнө буйы йоҡлай алмай, эсе бушанғансы киленен әрләне.
Миләүшә
– Бер ҡап та, бер һап һеҙ! Ирле, әсәйле булам, тип һиңә кейәүгә сығып, бәхетһеҙ булдым. Һинең алкаш икәнеңде белһәм, әйләнеп тә ҡарамаҫ инем! Ә әсәйең, йүнле тәрбиә бирә белмәһә лә, үҙеңде алтын бөртөгөләй күреп, мине юҡҡа сығарып маташа. Үҙенең ауыҙын да тыя алмаған мәүеш, көсһөҙ ул тәрбиәләгәненә оялмаймы икән? – ҡатын эсендәге бар ярһыуын иренә сығарып, ҡысҡырынды-ҡысҡырынды ла, ярһып иларға тотондо. Бер аҙҙан, иҫенә килгәндәй, аталары янында мәж килеп уйнаған ике улын ҡармап алып, бүлмәләренә индереп ебәрҙе. – Бынан һуң эскән килеш минең балаларыма ҡағылаһы булма! Уларға ундай атай кәрәкмәй. – Атаһына ынтылып илаған Айбулаттың арт һынына бер-нисә эләктереп тә алды.
Миләүшәнең шундай ғәҙәте бар – кемгәлер сығара алмаған асыуын, барып сыҡмаған эшенең ҡоһорон яҡындарына төшөрә. Бөгөн дә, балалар йортонда бергә үҫкән әхирәтенең тыуған көнөнә барып, туҙынып ҡайтып инде. Һуҡырҙың теләгәне ике күҙ, тигәндәй, ата-әсә наҙын күрмәй үҫкәнгәме, улар тәүҙә үҙҙәрен, кемдәрҙер тәрбиәгә алһын, тип хыялланды. Аҙаҡ инде буласаҡ ирҙәренең матур ғаиләнән булып, ҡайны-ҡәйнәләренән ата-әсә һөйөүен алырға теләнеләр. Шуға ла танышҡан, дуҫлыҡ тәҡдим иткән егеттәрҙән иң тәүҙә ғаиләһе тураһында һорашты улар. Фирҙәүестең ул яҡтан бәхете булды – ҡайныһы менән ҡәйнәһе, балаҡайым, тип өҙөлөп тора. Бөгөн дә, тыуған көнөндә матур-матур теләктәрен, рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙеләр, алтын сылбыр бүләк иттеләр. Улай ғына ла түгел, бикәстәре лә, кейәүҙәре лә еңгәләрен күккә күтәреп маҡтаны.
Үҙенә бындай бәхет тәтемәгәс, Миләүшә көнләшеүҙән ҡара янды. Ҡиммәтле бүләк, матур һүҙҙәр түгел, ә йылы мөнәсәбәт уның күңелен үртәне. Үҙенең бар бәхетһеҙлегендә ҡәйнәһе Сәмиғаны ғәйепләне. Тик, уйлағандарын үҙенә еткерә алмағас, асыуын көсө еткән иренә – Айнурына төшөрөргә булды. Уныһы, табын башланыу менән, 2 – 3 рюмка араҡыны төшөрөп алғайны, донъяһы теүәл кеше кеүек уйнап-бейеп тик йөрөнө. Ҡатыны янында ултырманы ла тиерлек. Етмәһә, ҡайтып килгәндә Миләүшәнең йөҙөнән алды:
– Фирҙәүесте яраталар инде, ул бит иренә лә, ҡайны-ҡәйнәһенә лә ярау өсөн сәсе менән иҙән һеперергә әҙер. Һинең кеүек, бер һүҙгә ишекте шарт ябып, ете йыл буйы аралашмай, һөйләшмәй йәшәмәй. Иҫерек ҡайныһын да ҡунаҡтар алдында, беҙҙең атай эштән тура килде, асығып, арығанға биреште инде ул, тип майлап, яҡлап тора. Алты сәғәтлек ҡунаҡта ире менән ғаиләһенә алтмыш тапҡыр рәхмәт әйткәндер... Яраттыра, ихтирам яулай белә. Көнләшһәң дә, илаһаң да, һиндә ундай һығылмалылыҡ юҡ. Һәр кем үҙе яулай алған тиклем ҡәҙер-хөрмәтте күрә. Әсәйемде, хаҡлы, тип әйтмәйем. Тик ул да таш йөрәк түгел. Ауыр булһа ла, бер-нисә тапҡыр саҡырып, яҡты йөҙ күрһәтһәң, балалар менән аралаштырһаң, ул да ирер, үҙ ҡыҙылай күрер ине...
– Ниңә мин уны саҡырырға, яҡты йөҙ күрһәтергә тейеш? Ул бит мине, ҡарасҡыға тиңләп, мыҫҡыл итте. Фатиха бирмәй, имеш... Миңә ундай ҡәйнә кәрәкмәй ҙә. Тәүҙә һиңә, үҙ балаһына матур тәрбиә бирһен ине. Араҡы күрһәң, ашауҙы онотоп, эсергә тотонаһың. Детдомда үҫһәм дә, әсә тәрбиәһе күрмәһәм дә, эсеп, аҙып-туҙып йөрөмәйем әле...
Миләүшә, ысынлап та, ҡәйнәһен ғәфү итә алманы, итергә лә тырышманы. Киреһенсә, Айнур, әсәһенең һүҙенә ҡарамай, уның артынан килгәс, үҙен Сәмиға алдында еңеүсе һанап, әллә кем булып китте. Тора-бара иренең дә иң нескә урынын тапты: үҙе атайһыҙ үҫкән Айнур улы Айтуған өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер ине. Икенсе улдары – Айбулаты тыуғас, бигерәк тә шатланды. Хәҙер ҡатын һәр әрләштә, һүҙгә килеүҙә уларҙы үҙ ҡоралы булараҡ ҡулланырға хәл итте. “Бар, әсәйеңә ҡайтып кит! Йәшәгеҙ икәү-икәү, үҙе теләгән ҡыҙға өйләндерһен. Мин һинһеҙ ҙә йәшәй алам. Тик һин, улдарыңды күрәм, тип был йортҡа килеп йөрөмә! Улдарыма алкаш атай кәрәкмәй. Тағы бер эсһәң, опека саҡыртып, атайлыҡтан мәхрүм иттерәм!” – тип йәненә тейҙе.
Әсәй тиклем әсәһенә ҡаршы барғас, Айнурҙың үҙен, улдарын сикһеҙ яратыуына ышанды, уны үҙ яйына йөрөтөргә теләне. Теләгенә иреште лә кеүек. Тик бына уның эскеһе генә йәненә тейә. Айыҡ Айнур уға ҡаршы бер һүҙ өндәшергә ҡыймаһа ла, эскән сағында уйындағын әйтеп ҡуя шул. Ә бөгөн бөтөнләй, улдарын унан айырып, бүлмәгә бикләгәс, һикереп торҙо ла фатирҙан сығып уҡ китте. “Һыуыныр ҙа инер”, – тип үҙен йыуатһа ла, күңеленә шик төштө.
“Әсәһе янына китмәгәндер ҙә ул? Ете йыл бармағанды бөгөн бараһы иттеме икән? Иртәгә тағы бер киҫәтәм әле, йә ул, йә беҙ, тип. Үҙ һүҙемде һүҙ итмәһәм, исемем Миләүшә булмаһын. Ул бисә үҙе минән ғәфү үтенергә, хаҡлы булмағанын аңларға тейеш. Ҡайтһын ғына әле...” – йәш ҡатын борғалана-борғалана төнө буйы иртәгәгә план ҡороп ятты...
Гөлнур ҠЫУАТОВА.
* Исемдәр үҙгәртеп алынды.
(Дауамы бар).
Айнур
Ир бер-бер артлы дүрт тәмәке тартып бөтөрҙө. Әсе төтөндөң үпкәләренә инеп, бөтә тәнгә таралғанынан ғына йөрәк әрнеүе баҫылманы. Машинаһының асҡысын да алмаған – кисә алған бер яртыһын ҡатынынан шунда йәшереп ҡуйғайны ла бит. Эсһә, бәлки, еңел булып ҡалыр ине. Хәйер, эскелек уға ваҡытлыса ғына онотолоу бирә. Ә айыға башлаһа, баш ауыртыуына тормош ысынбарлығы ҡушылып, тағы ла ғазаплыраҡ, тағы ла һағышлыраҡ хистәр барлыҡҡа килә. Бына инде ете йыл дауамында ике ут араһында яна-яна, йәшәү мәғәнәһен юғалтты. Дөрөҫөрәге, өс ут араһында яна ул аҙаҡҡы йылда. “Ике бисә араһында өҙгәләнгәнсе, әйҙә, илебеҙ өсөн көрәшәйек. Көндәлек мәшәҡәттәр, проблемаларҙан тыш, мәңгелек ҡиммәттәр ҙә бар бит. Борон беҙҙең ата-бабалар дүртәр ҡатынға өйләнеп, уларға хужа булып йәшәгән. Сөнки улар илебеҙҙе дошмандан һаҡлап, характер, рух нығытҡан” – тигәйне махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан класташы үҙенең хәл-әхүәлен һөйләгәс.
Һуңғы арала шул турала нығыраҡ уйлана ул. Быға тиклем ике улынан айырылыуҙы күҙ алдына килтерә алмай ине. Әммә хәҙер аңлай: уларҙың ихтирамын бында яулай алмаясаҡ. Ҡасан да булһа, улдары ата-әсәһен ташлап китһә, ҡаршы әйтә алмаясаҡ. Сөнки ҡәҙерләп, яратып үҫтергән әсәһенән баш тартып, уларға насар миҫал күрһәтте.
Айнур яҡшы белә: улын мохтажлыҡ күрһәтмәй үҫтереү өсөн әсәһе ҙур көс һалды. 10 – 11 кластарҙа уҡығанында, өҫтәлмә дәрестәргә түләү өсөн өсәр эштә эшләй ине. Шул саҡтарҙа арманһыҙ булып ҡайтҡан ҡәҙерле кешеһенең йонсоу йөҙөнә ҡарап: “Эшләй башлаһам, һине курортҡа ял итергә ебәрәм”, – тип хыялланды. Элекке йыл, юбилейына алдан йыя килеп, аҡса күсерҙе. “Һине шифаханаға ебәрәм, тигән хыялым бар ине, шуға тотон”, – тигәс, әсәһе баш тартты.
– Балам, миңә аҡса ла, шифахана ла кәрәкмәй. Берҙән-бер баламдан ҡәҙер, иғтибар күреп, аралашып йәшәгем килә, – тине ул.
Айнур Аллаһы Тәғәлә ҡушҡан бер бурысты атҡара алмай, оло гонаһҡа батты – әсәһенә хөрмәт күрһәтмәй. Бер яҡтан әсәһе үҙе ғәйепле – тәү күрешкәндән үк Миләүшәнең күңелен күңелен ҡалдырыр һүҙҙәр әйтте. Шулай ҙа белә, аралашып йәшәһәләр, күптән киленен дә, улын да үҙ күрер ине. Иртә тол ҡалып, донъяны бер үҙе тартҡан кеше булараҡ, әсәһе бер аҙ ҡырыҫ, тура һүҙле. Айнурҙан башҡаға сөсөләнеп, татлы телләнеп торманы, ваҡыты ла булманы. 27 йыл буйы әсәй ҙә, дуҫ та булған, атаһын да алыштырған кешеһен ул өҙөлөп һағынды. Ете йылда булған күңел серҙәрен һөйләгеһе, бешергән аштарын ашағыһы килеп китә. Шешә менән “дуҫлығы” ла ошо бушлыҡты тултырыу өсөн башланды бит...
Миләүшәне лә аңлай – балалар йортонда етен сәсе, һипкелдәре өсөн кескәй саҡтан мыҫҡыллауҙарға дусар булған ҡыҙ тышҡы ҡиәфәте өсөн һаман да ояла. Ә оло ҡатындың күрәләтә ҡарасҡы менән тиңләүе йөрәгенә уҡ булып ҡаҙалды. Ете йыл буйы шуны онота алмай.
Айнур уның тап шул һипкелле йөҙө, етен ҡеүек сәстәре өсөн иғтибар итте лә инде. Башҡаларға оҡшамаған ҡиәфәте матур тойолдо. Был турала үҙенә әйткәс, Миләүшә тәүҙә, көлә, тип уйлап үпкәләне. Егет дуҫлыҡ тәҡдим итеп, осраша башлағас ҡына хистәренең ысын икәненә ышанды. Тәү ҡараштан ғашиҡ итте лә бит ҡатыны, әммә холҡо менән ете йыл эсендә үҙенән тамам биҙҙерҙе. Ғашиҡлығын ҡулланып, уны бер мәүеш ир яһап алды. Әсәһе йортонан сығып китеп, бергә йәшәү өсөн янына барғас та: “Мине һайлағанһың икән, минең яҡлы ғына булаһың. Әсәйең әйткән һүҙҙәренә ғәфү үтенмәй тороп, аралашмайбыҙ!” – тигән шарт ҡуйҙы. Айнур, ваҡыт үтеү менән барыһы ла яйланыр, тип ризалашты. Бер-бер артлы тыуған улдары өләсәләре барлығын белмәй үҫә. Әсәһе ҡаты, ҡырыҫ булһа, Миләүшә лә унан ҡалышмай шул.
Бындай тормош тураһында хыялланманы Айнур. Яңғыҙлыҡҡа дусар булған әсәһен ауырлыҡтарға бирешмәй, үҫтергән өсөн рәхмәтле булып, яратҡан ҡатыны, балалары менән аралашып, ҡайғы-шатлыҡтарҙы бүлешеп йәшәгеһе килә. Улдары өләсәләренә ҡунаҡҡа барһа, ул кәләше менән аулаҡлап ҡына концерт-киноларға йөрөр, ике йыл буйы хыялланған Ирәмәлгә лә барып ҡайтыр ине. Икәү барып әсәһенең баҡсаһын эш итергә ярҙамлашырға ла булыр ине. Ундағы емеш ағастарын да һағына Айнур. Атаһы ултыртҡан алмағастар иҫәнме икән?
“Илсур класташ дөрөҫ әйтә: тыныс тормоштағы, ғаиләләге ыҙғыштарҙа яфаланғансы, ир-егеттәр кәрәкле ерҙә булыуың хәйерлерәк...” – тигән ныҡлы ҡарарға килде ул һәм ҡулына телефонын алды.
– Сәләм, һабаҡташ. Хәлдәрең нисек?
– Һәйбәт кенә. Бик һәйбәт эләктең әле, бәйләнеш бар ваҡытта.
– Минең шул бер мәсьәлә инде. Әрме хеҙмәтен үтмәгәс, ҡулға ҡорал да тотоп ҡараған юҡ бит инде. Бер аҙ шөрләтә.
– Айнур дуҫ, мин һине өгөтләмәйем, үҙең хәл ит. Шулай ҙа дөрөҫөн әйтәм: һин бит комьютер белгесе, юғары белемең бар. Бында һинең кеүектәр ҡорал тотоп, шартлауҙар араһында йөрөмәй. Онлайн эшләйһе эштәр ҙә бар, заманы шулай. Контракт төҙөр алдынан военкоматҡа бар, һораш, белеш. Тик ҡыҙыу баштан бер нәмә лә хәл итмә. Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ, тиҙәр бит.
– Күп уйландым инде, үҙем өсөн хәл дә иттем...
– Улайһа, уңыштар һиңә! Ниндәй ҡарар ҡабул итһәң дә, мин һинең яҡлы, дуҫ! Иң ҙур теләк: иҫәнлектә, имен илдәрҙә осрашырға насип булһын!
– Амин!
Артабанғы аҙымын эшләргә икеләнеп, Айнур тағы ла бер тәмәкеһен тоҡандырҙы. Йоҡоһоҙ үткән был төндә ул хәл иткес ҡарар ҡабул итергә тейешлеген аңлай ине...
Гөлнур ҠЫУАТОВА.
* Исемдәр үҙгәртеп алынды.