Махсус биттәр
30 Сентябрь 2025, 00:55

"Йондоҙ"ло табын - Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА

Бөгөн үҙенең аш-һыу серҙәре менән матбуғат ветераны, Журналистар союзы ағзаһы, яҙыусы Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА бүлешә.

Сәк-сәк

Биш йомортҡаны берәй тәүлек туңдыр­ғыста тоторға ла, әрсеп, бүлмә темпе­ратураһында ире­тергә. Артабан уға самалап тоҙ һәм ярты балғалаҡ ҡамыр ҡа­бартҡыс (разрыхлитель) һалып, блендер менән күпергәнсе туҡырға. Аҙ-аҙлап он өҫтәй-өҫтәй йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫҡас, ярты сәғәт ултыртып торорға. Унан сәтәкәй бармаҡ ҡалынлы­ғында оҙонсалап әүә­ләргә һәм уларҙы 4 – 5 см оҙонлоғондағы киҫәктәргә ҡырҡып сығырға.
Суйын ҡаҙанға ҡа­мыр киҫәктәре йөҙөп бешерлек итеп үҫемлек майы ҡойоп, ҡайнар утта тоторға. Шунан утын һүндереп, бер аҙ һыуытырға. Ҡамыр киҫәктә­ренең бер аҙын майға һалып бутарға. Суйынды тағы ла талғын утҡа ҡуйып, бутай-бутай алтынһыу төҫкә ингәнсе бе­шерергә. Сәк-сәкте һөҙөп алып, ҡалғандарын да шундай тәр­типтә бешерергә. Ҡыҙыу майға һалһаң, ҡамыр киҫәктәре ярылып бешәсәк, шуға уны бер аҙ һыуытырға кәрәк.
Балды утта йылытып, 1:1 иҫәбе менән шәкәр һалып, сироп эшләргә һәм бешкән сәк-сәкте бутап, тәрилкәгә өйөп, бер  сәғәт самаһы ултыртып, ҡатырырға.

Эремсекле шарҙар

Ике стакан кипкән йөҙөмдө ҡайнар һыуҙа йыуып, бер аҙ бүрттереп, киптерергә. 400 г майһыҙ эремсекте ваҡ иләктән үткәреп, ике ҡалаҡ аҡ май, дүртәр ҡалаҡ шәкәр менән шыйыҡ ҡаймаҡ, бүрттерелгән йөҙөм һалып бутарға.
Ҡулдарҙы һыулап, килеп сыҡ­ҡан массанан бәләкәй генә шарҙар эшләргә. Төрлө төҫтәге кокос вағында (стружка) шар­ҙарҙы әүәләп, тәрилкәгә теҙеп һалырға ла, 1 – 2 сәғәт һыуыт­ҡыста ултыртып алырға.

Витаминлы салат

Таҙартылған дүрт кишер ме­нән бер алманы – эре, 3 см тирәһе имбир тамырын ваҡ ҡырғыста ҡырырға.
Имбир иҙмәһенә өс ҡалаҡ зәйтүн майы, берәр ҡалаҡ бал һәм лимон һуты, өс әстерхан сәт­ләүеген ваҡлап һалып, ту­ҡырға. Был соусты кишер менән алмаға ҡушып бутарға. Табынға биргәндә салат өҫтөн ваҡланған сәтләүек һәм алма киҫәктәре менән биҙәргә мөмкин.

Гөлнур ҠЫУАТОВА 
яҙып алды.

Читайте нас