

Хәҙисә өләсәйем ҡыҙыҡһыныуын еңә алмай, тегеләрҙе йәшенә-боҫа тәҙрә аша ҡарап ҡалыуы тураһында һөйләгәйне.
Түбәндәге хәл дә уның менән булған. Бер мәл өләсәйем Иҙел буйына муйыл йыйырға юлланған. Байтаҡ ҡына йөрөп арығас, сиҙәм өҫтөнә хәл йыйырға ятҡан. Быны серемгә тарта башлаған. Шул ваҡыт йоҡо аралаш үҙен ниндәйҙер тауыштың өҫтө- нән төшөргә өгөтләгәнен ишеткән. Әммә йыбанған, арыуы ла үҙенекен иткәндер инде. Уянһа, ни күрһен, йөҙө бер яҡҡа салышайған, һөйләшергә теле әйләнмәй икән. Илай-илай ҡайтып киткән был. Туғандары уны шунда уҡ ауылдың иң көслө муллаһына алып киткән. Дауа- ланыр өсөн уға был мәлдә алыҫ тараф- тарҙан да ки- лер булған- дар. Әле лә зыярат ҡылыр- ға ҡәберенә киләләр икән. Яман уйлылар- ға ел-дауыл кеүек ҡурҡыныс кирәмәт- тәр күрһәтеп ҡайтарып ебәрә, тип тә һөйләй ҙәр. Мулла өләсәйемде күреп ҡалыу менән: “Эй, балам, нишләп әйт- кәнде тыңламаның, һиңә, өҫтөмдән тор, тип әйткән- дәр бит. Ҡәбер өҫтөнә ятҡанһың. Бынан ары “бисмилла”һыҙ хатта ултырыр булма”, – тип өшкөрөп, яңағын яулыҡ менән бәйләп ҡайтарып ебәргән. Ошонан һуң өләсәйем һин дә мин шәбәйеп киткән.
Был хәлде иһә танышым һөйләне. Йәшлегендә бер кистә әхирәтен күрергә тип сығып киткән. Урамдан китеп барғанында төҙөлә башлаған йорт һәм уға терәлгән ҡойма араһында быҙау ҡыҫылып торғанын шәйләгән. Эй йәлләткес итеп баҡыра икән үҙе. Быны ысҡындырып ебәрергә ҡарар иткән. Әммә яҡынлашыуы менән теге юҡҡа сыҡҡан да ҡуйған. ”Күҙгә генә салынғандыр. Кисен нимә күрмәҫһең”, – тип үҙ-үҙен тынысландырған да артабан юл тотҡан. Әхирәтенең өйө эргәһенә барып етһә, ихатала сең- ләп-сеңләп тегенең һеңлеһе илап ултыра икән. Йөҙөн ҡулдары менән ҡаплаған. “Рәшиҙә, ниңә илайһың, нимә булды?” – тип һораһам, был да ҡапыл юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы. Аяҡтарым ҡалтыранып китте, ҡурҡышымдан өйгә йүгереп индем. Тегеләр иһә күмәкләшеп һин дә мин киске сәй эсергә йөрөй, Рәшиҙә лә яндарында. Хәлде һөйләп биргәс, күмәк- ләп кире оҙатып ҡуйҙылар. Яңғыҙ ҡайтырға ҡурҡа инем”, – тип һөйләгәйне ул.
Сығанаҡ: «Шоңҡар» журналы.