Махсус биттәр
19 Август 2025, 02:00

Тормош дауам итә...

***

Зиннәтулланың әрменән яҙған һуңғы хатын уҡып, ата-әсәһе генә түгел, бөтә ауыл халҡы шаңҡып, аптырап ҡалды. Белоруссияның баш ҡалаһы Минскиҙа хеҙмәт иткән һалдат, башта хәл-әхүәл һорашып, үҙенең иҫәнлеген белдереп яҙған. Ауыл яңы­лыҡтары менән ҡыҙыҡһын­ғандан һуң: “Донъялар боларып тора, "шығуһ" булыр ул”, – тип өҫтәп яҙып ҡуйған. Һалдат хаттары ныҡлы тикшереү – цензура үткәнгә күрә, улдары “һуғыш” тигән һүҙҙе кире­һенсә яҙырға мәжбүр бул­ғандыр инде. Улын әрмегә оҙатҡанда, өҙҙөрөп гармунда уйнап, "Хуш ауылым"ды йырлай башағас, Мәрфуғаның күңеле леркелдәп, йөрәге өҙөлөп төшкәндәй булғайны шул. Әсә күңеле һиҙмәй буламы?!
Бөйөк Ватан һуғышының тәүге йылында уҡ, әрме сафында йылдан артыҡ хеҙмәт иткән Зиннәтулла хәбәрһеҙ юғала. Мәрфуғаға “ҡара ҡағыҙ” тапшыралар. Балаһының, кә­бән араһына төшөп юғалған энә кеүек, юҡҡа сығыуына ышан­маны ул. Дошман ил­баҫарҙарының тәүге һөжүме беҙҙең илдең хәрби гарнизондарына йүнәлтелгәнен ябай ауыл ҡатыны ҡайҙан белһен! Баштараҡ:
– Яраланып гуспитәл-фәлән­дә яталыр, балаҡайым. Йү­нәлеп, иҫенә килһә, ҡайтып та төшөр әле, – тип, улын көтөп йәшәне. Йылдар уҙа барған һайын улының иҫәнлегенә өмөтө һүрелә барған әсә:
– Иҫән түгелдер, иҫән булһа, был тимгә ҡайтыр ине, – тип өҙгөләнде.
Һуғыш башланырҙан бер аҙна элек, ғаиләләрендә һигеҙенсе бала булып ҡыҙҙары Рәшиҙә тыуғас, ҡыуанғайнылар. Тик әлеге шатлыҡ хистәрен һу­ғыштың ҡара һөрөмө күмеп китерен уйламанылар шул.
Ибраһимы алдынғы урман ҡырҡыусы, стахановец та булғас, һуғыш башланған йылда уға бронь биреп,  һуғышҡа ебәрмәгәйнеләр. Улы хәбәрһеҙ юғалғандан һуң, балаларҙың атаһы өйҙә ятып ҡала алманы, һуғыштың икен­се йылында үҙ ирке менән фронтҡа китте. Иренең ки­теүенә бер йыл булды тигәндә, Һаҡатҡаҙы буйындағы муйылдар ап-аҡ сәскәгә күмелеп ултырған саҡта, Мәрфуға Ибра­һимының батырҙарса һәләк булыуы хаҡында “ҡара ҡағыҙ” алды. Оло улын, ирен юғалтыу ҡайғыһынан шаңҡып ҡалған ҡатындың Әбәйтулла исемле икенсе улын да һу­ғыш­ҡа саҡырҙылар. Ире киткәндә:
– Мәрфуға, балаларҙы һаҡла! Ас-яланғас итмәй генә ҡарап үҫтерергә тырыш! Донъяны туҙҙырмай ғына йәшәгеҙ! – тигәйне.
– Беҙ һине көтәбеҙ! Нисек итеп булһа ла йәшәргә ты­рышырбыҙ, үҙең дә дошманды тиҙерәк еңеп, иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға тырыш! – тип яуапланы ҡатын.
Өй эсендәге өрлөктәй ирҙәр һуғышҡа киткәндән һуң, Мәрфуға ҡарамағында алты бала тороп ҡала. Тормоштоң иң ауыр йөгө Ғәлимә менән Зөләйха исемле ҙурыраҡ ике ҡыҙҙың иңенә төшә. Ғәлимә урман ҡырҡыусы булып эш башлай. Зөләйхаға ла, йәшең етмәгән, тип тормайҙар, ашнаҡсы итеп эшкә алалар. Ул,  оло ҡаҙан аҫтына ут яғып, урман ҡырҡыусыларға ашарға бешерә. Һуғышҡа тиклем ҡыҙҙар ауылдағы дүрт йыллыҡ мәктәпте тамамлап өлгөргән була. Һуғыш башланып китеү сәбәпле уларға, уҡыуҙарын ташлап, эшкә сығырға тура килә. 
Эштән ҡайтҡас, эргәләге тау­ға менеп, утын ҡырҡып алып ҡайтырға ла кәрәк Ғәлимә менән Зөләйхаға. Сей утынға ут тиҙ генә тоҡанып бармай. Шуның өсөн утты тыпа һүндерергә ярамай. Бөтөнләй һүнгән саҡта, ҡайһы өйҙөң мөрйәһенән төтөн сыға, шунда ут алырға йүгерәһең. Магазинда шырпы ла, тоҙ ҙа һатылмай. Утының булып, утыңды һүндермәй йәшәй алһаң, шырпыһыҙ ҙа көн күрергә мөмкин. Ә бына тоҙһоҙ бешергән аштың   бер тәме юҡ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ауыр­лыҡтарға бирешмәйенсә,  донъя көтөргә тырышып ятҡан көндәре.
Ана, бәләкәй һеңлеләре Фәүзиә менән Тәслимәгә икеһенә бер пар аяҡ кейеме. Шунлыҡтан, береһе мәктәптән ҡайтып инмәйенсә, икенсеһе өйҙән дә сыға алмай ултыра. Мәктәп уларҙың өйө эргәһендә генә. Ярай әле Тәслимә төштән һуң уҡый, Фәүзиә ҡайтҡас,  дәресенә барып өлгөрә.
Берең сискәндән һуң, икенсең кейгән кейемдәрҙе ваҡыты-ваҡыты менән йыуып та, киптереп тә өлгөрөргә кәрәк. Ярай, күлдәк, ыштан кеүек йоҡараҡ кейемдәрҙе йыуғандан һуң, әсәләре элеп, әҙерәк елләтеп ала ла:
– Һурыҡҡан, йылы тәнегеҙҙә кибер әле, – тип кейҙерә. Ҡыҙҙар әлеге дымлы күл­дәктәрҙе кейгән саҡта:
– Әтөкөш, – тип сирҡанып,  бер аҙ ҡалтыранып  алалар ҙа, сығып йүгерәләр. Күлдәктәр, ысынлап та, тәндең йылыһына тиҙ генә кибә. Еүешләй кейеп алғанғамы – йәһәт кенә керләнеп, йыш йыуғанғамы, йә булмаһа, өҫтән һалмай кей­гәнгәме, тиҙ туҙа.
Егәрле ҡатын, үҙенең бәләкәй балаларына, ҡалған-боҫҡан ҡырҡындыларҙан ялғап, ҡорап булһа ла кейем тегеп кейҙерер ине. Әммә балаларын ас та, яланғас та итмәне. Ашарға кәртүктәре бөткәс, Мәрфуға үҙенең бер туған һеңлеһе Мәғүзәне өйөнә саҡырып алды ла:
– Беҙҙең кәртүк сименәлек кенә ҡалған. Һеҙҙең кәртүгегеҙ йыл да уңа. Мин һиңә үҙемдең теген машинаһын бирәм, ә һин уның хаҡына бер-ике биҙрә кәртүк бир. Машинаһыҙ тере ҡулһыҙ ҡалһам да, балаларҙы күрәләтә асҡа үлтереп булмаҫ инде. Иҫең­дәлер, берәй нәмә тегергә кәрәкһә, һин ул машинаны минән алып тора инең. Хәҙер, киреһенсә, мин уны һинән алып торормын, – тип  үҙенең йәндәй күргән машинаһын һатып ебәрҙе...
Һуғыш йылдарында ураҙа эҫе йәй мәленә тура килә. Мәрфуға, имсәк балаһы була тороп, бер көн ҡалдырмай, ураҙа тотто. Һуғыштың тиҙерәк бөтөүен, иренең, балаларының иҫән булыуын, еңеү яулап ҡайтыуҙарын теләп, доғалар ҡылды.
Һуғыштағы улы Әбәйтул­ланан бер мәл хат-хәбәр килмәй башлағас: “Иҫән генә булһа ярар ине”, – тип хафаға ҡалғайны. Яраланып, ҡамауҙа ҡалған яугир әсирлеккә эләккән икән. Иҫенә килеп, әҙерәк хәл кергәс, ҡасып маташа. Тик уны эттәрҙән талатып, һыу эскеһеҙ итеп туҡмап, ҡабаттан концлагерға илтеп ырғыталар. Өсөнсө тапҡыр ҡасҡанында, боҙ ҡатыш сыйҙым ағып ятҡан йылға аша йөҙөп, ярға сыҡҡас, хәл йыйырға ята. Уның үлеме, тереме икәнен белер өсөн, немецтар штык менән сәнсеп ҡарай. Шул тиклем ыҙалыҡтар менән плендан ҡасып ҡотола алған һалдаттың ҡабаттан дошман тырнағына эләккеһе килмәй: штык ҡаҙалһа ла, ауыртыуға түҙеп, ҡымшанмай ҙа ятып ҡала. Немецтар китеп, ҡараңғы төшкәс, мең бәлә менән, үҙебеҙҙекеләрҙе эҙләп табып, уларға барып ҡушыла. Шул ваҡиғанан һуң уға яңынан һалдат шинеле кейеү бәхете тейә. Әсәһен, туғандарын хаты менән ҡыуандыра.
Һуғыш бөткәндән һуң,  Мәр­фуғаның ишеген берәү килеп шаҡый.
– Здравствуйте! Марфа, Марфуга здесь живет? – тип, өйгә бер ир килеп инә. – Я с твоим мужем вместе воевал. Я его вот этими руками сам похоронил. Я Шаншин Степан, в Ревете живу. Мы с ним земляками были. У нас уговор был. Кто жив останется умершего похоронит и после войны семью навестит. Чтобы жёны зря не надеялись, – ти.
Мәрфуға тиҙ генә самауырын ҡайнатып, килгән ҡунаҡты сәй менән һыйлай. Ирен ҡәҙерләп ерләгән кешегә рәхмәттәр әйтеп, күстәнәскә ҡоротон тоттороп, оҙатып ҡала. Ибра­һимын тағы берҙе булһа ла күрергә ине, тигән өмөтө һүрелеп, ҡапҡа янында бер үҙе оҙаҡ ҡына баҫып тора ул. Бик оҙаҡ йылдар үткәс, Фәүзиә исемле ҡыҙының улы Рәмил, Смоленск яҡтарына барып, Ибраһимдың ҡәберен табып, тыуып-үҫкән еренән тупраҡ алып барып һалырын белһә, бәлки, күңеле әҙерәк йыуаныс табыр ине.
Һуғыш бөткәндән һуң, әрме хеҙмәтенең дә срогын тултырып, 1946 йылдың йәйендә генә тыуған ауылына Әбәй­тулла әйләнеп ҡайта. Үҙенең ҡыҫҡа ғына йәшәү дәүерендә, дүрт балаға ғүмер биреп өлгөрә ул. Плендан ҡасҡан саҡта, һыуыҡ үткәреп, үпкә ауырыуынан 1957 йылдың сентябрендә вафат була. Шулай итеп, ҡәһәрле һуғыш Мәр­фуғаның икенсе улын да тартып ала. Өсөнсө улы Фуатҡа атаһы һуғышҡа киткәндә бары тик өс кенә йәш була. Тәүге балаларының белем алыуы ауыл мәктәбе менән генә сикләнһә, бәләкәс Фуат менән Рәшиҙәне әсәләре ситкә ебәреп уҡытыу мөмкинлеге таба. Береһе Белорет ҡала­һында Металлургия техникумын тамамлап, Өфөгә Мо­торҙар эшләү заводына урынлаша, икенсеһе педагогия училищеһында уҡытыусы һөнәрен үҙләштереп, үҙ ауылына эшкә ҡайта.
Мәрфуға үҙе уҡый-яҙа бел­мәһә лә, балаларына, унан ҡала ейән-ейәнсәрҙәренә йомаҡтар ҡойоп, әкиәттәр һөйләр булды. Балалар ҙа әүрәй, үҙе лә, тормош ығы-зығыһынан арынып, бер-аҙ ял иткәндәй була шул саҡтарҙа. Эш менән булған саҡта ла, әкиәттәр, мәҙәктәр һөйләп, балаларҙы эшкә ылыҡтырҙы, хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләне. Уның менән бесәнгә барған балалар үҙ­ҙәрен әкиәттә йөрөгән кеүек хис итте, арығанын да тойманы. Ғүмерен балаларына бағышлаһа ла, Мәрфуға, ике улынан тыш, тағы ике ҡыҙын, бер нисә ейән-ейәнсәрен үлем тырнағынан ҡотҡарып алып ҡала алмай. 
89 йәше тулған йылдың 9 майында бөтә балалары эр­гәһендә ине уның. Быға тиклем бер нисә көн инде йоҡо алманы Мәрфуғаны. Ысынын әйткәндә, үҙе лә йоҡларға ҡурҡа ине ул. Еңеү көнөн, балаларының ялға ҡайтыуын көттө. Балалары ҡайтҡас, ейәндәренең йәшерәктәрен, бүлә-бүләсәрҙәрен ауыл клубына, еңеү байрамын ҡарарға ебәрҙе. Шунан һуң балаларына, ҡайһы беренә шаяртып, икенселәренә кинәйәләп, әй­тер һүҙен әйтеп сыҡты. Аҙаҡтан бөтәһенә күҙ ташлап:
– Бер-берегеҙҙе ташламағыҙ, туғанлыҡ ептәрен өҙмәгеҙ. Башҡаларға үрнәк булып, татыу ғына йәшәргә тыры­шығыҙ. Тормош дауам итә, ғүмерегеҙҙең ҡәҙерен белеп йәшәгеҙ, – ти. Һуңынан: – Эргәмдән китмәй тороғоҙ, мин әҙерәк серем итеп алам, – тип күҙҙәрен йома ла ҡабат уянмай.

 Рәфиға ҒӘЛИУЛЛИНА.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас