

Итле бәлеш
Аҙыҡ-түлекте самалап алам. Ауыл ҡаймағына кефир, йомортҡа һалып бутарға ла, тоҙ, сода, он һалып, йомшаҡ ҡамыр баҫырға. Тигеҙ булмаған ике өлөшкә бүлеп, йәймәләр йәйергә. Ҙурырағын майланған табаға йәйеп, эслекте һалып тигеҙләп сығырға. Бәләкәй йәймә менән ҡаплап, ситтәрен бөрөп йәбештерергә.
Эслек өсөн үткәрелгән иткә ваҡлап туралған картуф, һуған һалып, самалап тоҙ, ҡара борос, укроп орлоғо, йәшел тәмләткестәр (укроп, сельдерей, һуған) өҫтәп, яҡшылап бутарға.
Бәлеш 180 градус эҫелектәге мейестә 40 минут бешә.
Еңел аш
Йәйге эҫе көндә итһеҙ аш үтемле була: еңел дә, файҙалы ла.
Кәстрүлгә өс баш картуфты турап, һыуҙа йәки һурпала бешерергә ҡуйырға. Бер кишерҙе ҡырып өҫтәргә. Мул ғына итеп сөгөлдөр һабағы, бер баш һуған, өс помидорҙы турап һалырға.
Бешеп сыҡҡас, һурпаға туҡылған ике йомортҡа, самалап тоҙ, укроп һалып бутарға ла, утты һүндереп, биш минут томаларға.
Табынға ҡаймаҡ, әсе ҡатыҡ менән бирергә. Шулай уҡ бешкән йомортҡаны урталай бүлеп һалырға мөмкин.
Йәшелсә салаты
Ике помидорҙы, бер ҡыярҙы артыҡ ваҡ итмәй генә турарға. Бер кишерҙе ҡырырға. Руккола, укроп, салат япраҡтарын турарға.
Ике ҡалаҡ грек йогуртына бер балғалаҡ гәрсис, бер ҡалаҡ тар-тар соусы һалып бутарға.
Йогуртлы ҡатнашманы йәшелсәләргә ҡушырға. Салаттың өҫтөн моцарелла сыры менән биҙәргә.
Г. ҠЫУАТОВА яҙып алды.