

Төпкөл ауылдың һуғыш осорондағы ғәҙәттәге бер көнө ине. Төшкә табан силсәүит рәйесе Туғанашҡа килеп төштө лә, депутаттарҙы, активты бик ашығыс рәүештә мәктәпкә кәңәшмәгә йыйып алды. Көн тәртибендә бер генә мәсьәлә – үҫмерҙәрҙе ФЗО-ға ебәреү заданиеһын үтәү. Рәйес тәүҙә фронт, ил хәле тураһында ҡыҫҡаса аңлатты ла, үрҙән төшөрөлгән күрһәтмәләргә күсте. Береһе менән, бик мөһим икәненә ныҡ баҫым яһап, таныштырҙы:
– Башҡортостан дошмандан азат ителгән өлкәләргә ярҙам йөҙөнән мал бүлеп, уны ҡыуып алып барырға төркөмдәр ойоштора. Ана шунда ныҡлыраҡ йәштәрҙе һайларға ҡушалар. Иптәш депутаттар, актив! Беҙгә был мөһим сарала ҡатнашырға әҙер торорға күрһәтмә бирелде. Бына, ФЗО планын ошо көндәрҙә үтәп, ул партияны оҙатабыҙ ҙа, саҡырырбыҙ испалкум ултырышына!
– Ныҡлыраҡ, тип... Йәше тулған егеттәрҙе фронтҡа оҙатып ҡына торабыҙ ҙаһа! Бар ышаныс шул ҡатын-ҡыҙҙа инде!.. – был хәбәрҙе борсолоп ҡабул иттеләр.
Элекке рәйес һуғышҡа киткәс ҡуйылған яңыһы бигерәк аяуһыҙ шул! Үткән ултырышта хәрби заем йыйыу буйынса яуаплылар итеп депутаттарҙан Шәмсинур менән магазин мөдире Шәкирҙе, өсөнсөгә – активтан уҡытыусы Фәниәне тәғәйенләнеләр. Һәр эштә – фронт өсөн аҡсалата ярҙаммы, йылы әйбер йыйыумы, ойоҡ-бирсәткә бәйләүме, сезонлы эштәргә мобилизация ойоштороумы – барыһына ла депутаттар менән бергә уҡытыусылар алдан йөрөй. Байрамдарға әҙерлек тә, унда доклад менән сығыш яһау ҙа улар елкәһендә! Хатта фронтовик ғаиләләренә ярҙам ойоштороуҙы ла йөкмәттеләр. Аталары хәбәрһеҙ юғалғандарҙың хәле бигерәк аяныс. Бындай хәбәр алған ғаиләләр хәҙер “ҡара ҡағыҙ”ын йәшерә – рәйес, ундайҙарға ярҙам “не положено”, ти. Бәлки, ул пленгә төшкәндер, тип тә ебәрә.
– Комбинатҡа эшселәр кәрәк, ФЗО-ға йәштәрҙе ебәреү планын өҙәбеҙ. Хәл бик ҡатмарлы. Ошо арала ебәреләсәк яңы партия өсөн силсәүиткә төшөрөлгән һанды мотлаҡ тултырырға кәрәк! Һеҙҙән һуң, Ҡыҙылташҡа ла барам. Дауай, һеҙҙән кемдәрҙе ебәрергә була, тиҙ генә барлай һалып сығайыҡ! Тә-әк, “13-сө бюро” исемлеге-е-е...
Ул исемлеккә эләгеүҙән ҡоттар ғына осоп тора. Хатта ҡайһы берәүҙәр, ҡыҙҙарының йәше етмәһә лә, йырағыраҡ, аулағыраҡ яҡҡа кейәүгә биреп ебәрергә риза. Силсәүите лә гел генә шул “13-сө бюро” менән ҡурҡыта. Ауылдар буйынса хужалыҡтар кенәгәһендә кемдең ҡайҙа, ниндәй һөнәр буйынса эшләүе тураһында мәғлүмәттәр теркәй торған графа бар. Унда, эшселәрҙән башҡа, хужабикәләр, ҡарттар, эшкә яраҡһыҙҙар ҙа теркәлә. Өлгөрөп килгән йәш кенә ҡыҙҙар, йәш кәләштәр, ирҙәренә “похоронка” килгән балаһыҙ ҡатындар шул айырым билдә менән теркәлә.
Фәниә үҙ алдына ғына һөйләнеп ҡуйҙы:
– Исмаһам, һанын да икенсене ҡуймағандар... 13 – “чертова дюжина”, йәғни “шайтан ун икеһе” ләһә урыҫта. Бахырҙарҙы, йә Хоҙайым! Бәхетһеҙҙәр инде, бәхетһеҙҙәр...
Шым ғына әйтһә лә, рәйес ишетте, туҙына башланы:
– Һин нимә, башыңды төрмәлә сереткең киләме әллә? “Шайтан ун икеһе”, имеш! Бирермен мин һиңә! Беҙҙең халыҡта ун өс һаны уңыш килтерә торған һан, бик белгең килһә! Уҡытыусы панимаеш, шуны ла белмәҫкә! Ҡара әле һин уны, ҡотҡо таратып ултыра бында! Урам буйында әйтеп ҡара шул һүҙеңде, тушна башың төрмә китер!
– Һуң, ағай, йәлләп әйтәм дә инде, бигерәк донъя күрмәгән, сабый ғыналар күбеһе...
– Какуй йәлләү, тей ул бында! Һуғыш бара, панимаеш! Уларҙы йәлләһәк, беҙҙең үҙебеҙҙең баш китәсәк. Беҙҙе кем йәлләр һуң, ә? Атишиствиннай вайна бара, шуны беләңме һин, канса ла кансуф? Шулай булғас, беҙгә лә паваяннаму эшләргә, башҡаларҙан да шуны талап итергә кәрәк! Мин пирдуприждат иттем, башҡаса ҡабатламайым! Үҙең дә шул кәтигурийәгә тартаһың, мәтри! – иренә һуғыштың тәүге йылында уҡ “ҡара ҡағыҙ” килгәненә, балалары юҡлығына ишаралай рәйес.
– Аңланым ағай! Был турала башҡаса, валлаһи-билләһи, ауыҙымды ла асмайым! – Фәниә ҡурҡышынан анттар итә.
– Ана шулай тип әйт! Әтеү йәлләй, имеш, берәү... Аллаңды танытырмын мин һинең! Туҡта-туҡта! Әллә, мулла балаһы булғас, балалар алдында ла шулай аллаңды иҫләп алаңмы? – ана, тағы ҡайһы яҡтан килтереп ҡыҫты рәйес...
– Юҡ-юҡ, ҡур-ҡурҡышымдан ысҡынды, – ҡото осоп ҡалтырай Фәниә.
– Шулай тип ҡотол! Йә, бына күпме ваҡытты әрәм иттең, әйттем бит башта уҡ – Ҡыҙылташтан да урап ҡайтаһым бар, тип?! Бер һеҙ генәме, алты ауыл бит елкәлә, алты! Давай...
– ...паваяннаму эшләйек! – Шәмсинур рәйестең “ыңғайына һыйпай”.
– Үәт, имынна шулай! Йә, нимәлә туҡтаныҡ әле?
– Туғанаштан был ысписыктағы Сәғиҙә, Мәрйәм, Фәниә, Факиһаларҙы бынан алда ФЗО-ға оҙатҡайныҡ, ә Сания Тирлән заводына мобилизацияланды, – тип аңлатыуҙы кәрәк тапты депутат Шәмсинур.
– Ярай, улары инде беҙҙең яуаплылыҡта түгел. Әйҙә, аръяҡтан төшәйек әле! Мынау Ғилминур исемле ҡыҙҙы индерергә була бит?!
– Һуң фронтовик ғаиләһенән, өй тулы бала, нисек ебәрәһең уны? – фин һуғышынан ҡаты яраланып ҡайтҡан Шәкир ризаһыҙлыҡ белдерә, – ҡатыны ауырыу. Тотош ыбыр-сыбыр балалары шул ҡыҙыҡай елкәһендә лә...
– Улайһа, пакаға ҡалдырып торайыҡ, ә бына – Хәмдиә исемле ҡыҙ, уның атаһы төрмәлә бит... Фәниә, һин, дауай, яҙып бар! Ул түрүмшиктең Тәнзиләһе лә бар түгелме? Тағы, шулай уҡ түрүмшик ҡатыны Фатиманың Уйылданы...
– Тәнзилә Асыла уҡый ине, ташланы уҡыуын, Сәүгән ағайҙың ҡыҙы Сәйҙә менән леспромхоздың Урта Телмәй бүлексәһенә мобилизацияландылар... Ә Уйылдан яңыраҡ астан үлде, урманға ҡурысҡа барған, ҡайтышлай юлда үлеп ятҡан. Пайук та юҡ уларға – атаһы төрмәлә!
– Кем мобилизация менән киткән, уларға теймәйбеҙ! Ә малай йәл, ҡалайтаң инде, не палужен уларға пайук! Ары киттек! Тәк, бынау Инйәр силпаһында кустарь булып теркәлгән Разия бар ҙа?! Йәше лә үтеп бара...
– Харрасты оҙаҡламай фронтҡа алалар, барам, тип йөрөй үҙе лә. Урынына уны ҡалдырырбыҙ, тигәйнем. Ете класс белеме бар, бик зиһенле, зирәк ҡыҙыҡай, башҡа уҡыта алырлыҡ кеше лә ҡалманы. Әле кистәрен яйлап өйрәтә башланым үҙен...
– Ярай улайһа, ул егетте һуғышҡа алһалар, шулайтырбыҙ! Тик әлегә ысписыктан һыҙмай тор, алып китһәләр – күҙ күрер. Балаларҙы уҡытырға ла кеше кәрәк! Әлегә үҙен, ана, мал ҡыуыусылар ысписыгына башлап теркәп ҡуй әле! Унта, ней, күп булһа, бер-ике ай йөрөр ҙә ҡайтырҙар...
...Байтаҡ ултырҙылар. Ҡайһы ғаиләгә барып төртөлмә – хәлдәр мөшкөл. Һуңғы сиктә фронтовик ғаиләһе булһа ла, үгәй әсә ҡулында артыҡ тамаҡ булыуға ҡарағанда ФЗО-ла яҡшыраҡ булыр, тип Ғәлим ҡыҙы Әминәне, ҡаты яраланып ҡайтып, һаман һауыға алмай ятҡан Йомағол ҡыҙы Гөлмәрйәмде, леспромхоздың Нуҡат бүлексәһендә бысҡы үткерләүсе Ишғәленең Мөбәйнә ҡыҙын ошо партияла оҙатырға булдылар. Ә малайҙарҙы, йәше етәме-юҡмы, ҡарап тормайҙар, леспромхозға мобилизациялайҙар ҙа ҡуялар. Йә әртилдә, ир көсө кәрәк, тип шунда ҡушалар. Шуға ла егеттәрҙән атаһы репрессияланған Ғәйфулла ғына инде исемлеккә. Атаһын ултыртҡас, апаһы менән Ҡөҙрәтйылға ауылындағы өләсәһендә йәшәнеләр. Егет, һуғыш башланғас, ауылға ҡайтып, Ҡаратау битләүен ҡаҙып тикшереүҙәр алып барған геологтар партияһында эшләй. Етәксеһе егәрле, зирәк Ғәйфулланы, уллыҡҡа алам, Мәскәүгә алып ҡайтам, уҡытам, кеше итәм, тип өгөтләй икән. Егет быға теше-тырнағы менән ҡаршы:
– Ни эшләп мин фамилиямды алмаштырайым, атайым ҡасан булһа ла төрмәнән ҡайтыр, тинем, – тип яңыраҡ Фәниәгә һөйләп торғайны. Инде етәксеһенең күҙенә бик күренеп бармаҫҡа ла тырыша:
– ФЗО-ға китәм лутсы, Фәниә апай! Ул, ней, һаман үҙ һүҙен һүҙ итеренә өмөтөн өҙмәй...
Үҙенең теләге булғас, уны ла яҙҙылар. Рәйес, киләһе партияға Гөлсөм, Гөлйемеш, Фәйрүзә, Сәғиҙә, Сәхирә, Фәхирә исемле ҡыҙҙарҙы индерергә ҡушты ла:
– Бәлки, мал ҡыуыусылар исемлегенә лә күсерербеҙ бер нисәһен! Тә-әк, иртәгә һуңға был партия Ҡамайылға стансаһында булырға тейеш. Әгәр ҙә берәйһе генә лә бармай ҡалһа, ҡарағыҙ уны! Бая мин һеҙгә әйттем, периут атишиствиннай вайна – был енәйәт! Ҡасып ҡалғандар дезертир һаналасаҡ, төрмә көтә ундайҙарҙы! Тулы килеш оҙатыуға барығыҙ ҙа яуап бирәһегеҙ! Кәримов, һине – ыстарший, Фәниәне ярҙамсың итеп тәғәйенләйем! – тип өҫтәне.
...Әлегә был исемлеккә ингән балаҡайҙар үҙҙәрен ниндәй яҙмыш көткәнен белмәй ҙә. Һай, күп михнәт аша үтәсәк улар барыһы ла! Аслы-туҡлы йөрөп, ауыр эшкә сыҙамай, ҡасып ҡайтырға маташыуҙар, тотоп алып, кире килтереүҙәр, ауыр эштә имгәнеүҙәр, башҡа күп-күп ыҙа көтә уларҙы...
Етем үҫеп, сыныҡҡан Ғәйфулла, байтаҡ йылдар заводта эшләп, үҙе кеүек яҙмышлы ҡыҙ менән тормош ҡорор. Алыҫ лагерҙарҙа ыҙа сигеп, вафат булған атаһы аҡланғандан һуң ғына, тартып алынған өйҙәрен кире ҡайтарып, ниһайәт, кәләшен ауылына алып ҡайтыу бәхетенә ирешер. Ә ФЗО тамамлап, комбинат эшселәре булып киткән ауылдаш ҡыҙҙарҙың байтағы шунда ҡартаясаҡ. Ҡыҙҙарҙың бер нисәһен яҙмыш алыҫ Үзбәкстан яҡтарына алып барып ташлар. Унда ла оборона предприятиеларына эшселәр кәрәк! Араларынан береһенә генә үҙе һымаҡ эшелонға тейәп оҙатылған яҡташ егет менән тормош ҡороу бәхете тейер ҙә, сит-ят ерҙә күп ыҙа сигеп, йылдар үткәс кенә тыуған яғына ҡайта алыр. Ә ҡалғандарын күрше-тирәнән дә эләккән әхирәттәренең байтағы менән алыҫ үзбәк ерендә бөтөнләйгә тороп ҡалыу көтә. Башҡа яҡтан бында килеп эләккән егеттәр менән ҡауышҡандарҙың да ғүмерҙәре ситтә үтер. Уларға башҡа милләт балаларын тәрбиәләргә тура киләсәк.
Ә ҡыҙҙарҙың бер нисәһе, тәүәккәлләп, яраланып, имгәнеп ҡайтҡан фронтовиктарға кейәүгә барғас ҡына, был “шайтан һанлы” исемлектән төшөп ҡаласаҡ. Ире урынына ғына уҡытырға ҡалған Фәниә, иҫән ҡалған уҡытыусылар яуҙан ҡайтҡас, үҙе лә Ҡаҙағстан яҡтарына мобилизацияланасаҡ...
...Ә әлегә Фәниә, ауыр уйҙарға сумып, мәктәптән ҡайтып килә. Уға ла бит бөгөн “шайтан һаны” баҫтылар! Киләсәген үҙе лә белмәй шул был ҡатын! Теге балаҡайҙар ҙа... Белмәгәндәре яҡшыраҡ! Йә, Хоҙайым-Аллам! Ҡасан ғына бөтөр был аяуһыҙ һуғыш, ҡасан?!
Һуғыш осороноң төпкөл ауылдағы ғәҙәттәге бер көнө ине...
Ринат ШӘЙБӘКОВ