

“Нимә бар”
пиццаһы
Ғәҙәттә беҙ пиццаны ҡул аҫтында булған ризыҡтарҙан әҙерләйбеҙ. Ҡамыры ла, эслеге лә еңел генә әҙерләнә. Йылымыс һөткә йәки һыуға 2 йомортҡа, 3 ҡалаҡ үҫемлек майы, самалап тоҙ, 10 г ҡоро сүпрә һәм 1 ҡалаҡ шәкәр һалып бутарға ла, яйлап ҡына, он өҫтәй-өҫтәй йомшаҡ ҡамыр баҫырға. Сүпрә урынына – сода, һөт урынына кефир һалып, сөсө ҡамырҙан да бешерергә була.
Эслек өсөн колбаса йәки бешкән итте, помидорҙы, тоҙло ҡыярҙы, болгар боросон, һуғанды турарға. Ниндәйҙер ингридиент булмаһа ла ярай. Иң мөһиме – ҡаты сыр мул булһын.
Ҡамырҙы йәйеп, майлы табаға һалырға. Өҫтөнә 2-шәр ҡалаҡ томат пастаһы менән майонез һыларға, самалап гәрсис өҫтәргә лә мөмкин. Артабан эслек өсөн әҙерләгән ризыҡтарҙы һибеп сығырға. Иң аҙаҡтан ҡырылған сырҙы мул итеп һибергә.
Пицца 180 градуслы мейестә 30 минутта бешеп сыға.
Кавказса аш
400 г итте ҙур булмаған киҫәктәргә турап, һыу һалып, 50 минут бешерергә. Әҙер һурпаны икенсе кәстрүлгә һөҙөп алғас, иткә 40 г һары май һалып, 5 минут тирәһе ҡыҙҙырырға. Уның өҫтөнә һурпаны ҡабат ҡойоп, туралған картуф (300 г), 100 г йәшел фасоль ҡуҙағы һалып, талғын утта томалап ҡайнатығыҙ.
1 баш һуғанды – ярымтүңәрәкләп, 1-әр болгар боросо менән баклажанды – шаҡмаҡлап, 1 кишерҙе йоҡа ғына телемдәргә турарға. Йәшелсәләрҙе 2 ҡалаҡ үҫемлек майында әҙер булғансы быҡтырырға.
Итле һурпаға быҡтырылған йәшелсәләрҙе һалғас, тоҙ, йәшел тәмләткестәр (кинза менән базилик мотлаҡ), борсаҡлы ҡара борос һәм туралған 2 – 3 помидор һалып, тағы ла 10 минут бешерергә.
Маринадланған
балыҡтан
ҡабымлыҡ
Тәүҙә маринад әҙерләйбеҙ: кәстрүлгә 1-әр стакан һыу менән алмалы уксус, 1-әр лавр япрағы, ҡәнәфер, 3 – можжевельник емеше, 5 борсаҡлы борос һәм самалап ҡара борос менән тоҙ һалып бутарға ла, ҡайнатырға.
6 сельд балығын таҙартып, умыртҡа һөйәгенән арындырырлыҡ итеп, оҙонсалай икешәр киҫәккә бүлергә, һәр береһенә ике яҡлап гәрсис һыларға. Уларҙы һауытҡа тығыҙ итеп тултырып, өҫтөнә ҡайнар маринад ҡойорға һәм, 4 – 5 көнгә өҫтөн ҡаплап, һыуытҡысҡа ҡуйырға.
2 тоҙло ҡыяр менән 2 баш һуғанды оҙонсалап турарға. Балыҡ киҫәктәрен маринадтан алып, ҡағыҙ таҫтамал менән ҡороторға. Һәр береһе өҫтөнә туралған ҡыярҙы һалып, рулет кеүек төрөргә һәм ситтәрен ағас теш таҙартҡыс менән беркетергә. Һауыттарға теҙеп һалғас, өҫтөн туралған һуған менән биҙәргә.
Гөлнур ҠЫУАТОВА әҙерләне.