

Һәр емеште эшкәртеү өсөн алдан әҙерлек кәрәк, хатта эш баҡсаға ултыртыр алдынан сортын һайлауҙан башлана, ти Дилә ИҪӘНДӘҮЛӘТОВА. Баймаҡ районында йәшәүсе уңған апайҙың һүҙҙәренсә, ҡарағаттың эре емешле, татлы булыуы – ҡайнатманың уңышы нигеҙе. Ул гәзит уҡыусыларыбыҙға бик матур рецепттарын тәҡдим итә.


Ҡарағаттан “һыуыҡ” ҡайнатма
Кәрәк: 1 кг ҡарағат, 1 кг шәкәр.
Ҡарағатты йыуып, блендерҙа иҙергә йә ит турағыстан үткәрергә. Артабан 1:1 нисбәтендә шәкәр ҡушып, миксер менән болғатырға. Килеп сыҡҡан ҡатнашманы һыуытҡысҡа ултыртып торорға. Иртәнсәккә бауыр һымаҡ өлпөлдәп китә. Был массаны тағы миксер менән болғатырға.
Банкаларҙы ҡойма рәшәткәһенә элеп киптерәм. Ҡояшта тороп, стерилләнә. Өйҙә әҙ генә парға тотоп алырға була.
Был һыуыҡ ҡайнатманы алдан әҙерләгән банкаларға тултырып, туңдырғыста йә һыуытҡыстың иң һалҡын ерендә һаҡларға кәрәк.


Ҡаҡ
Ҡарағаттан, еләктән ҡаҡ ҡоям.
Башта емеште иләктән үткәрергә, шунан ағас таҡтаға, тәүҙә майлап, үтә йоҡа итмәй йәйеп һалырға. Пергамент ҡағыҙы өҫтөнә лә һалырға мөмкин. Еләҫ урында киптерергә.
Хәҙер һәр төрлө махсус киптергес бар, уларҙы ҡулланырға ла була. Минең ҡаҡ ҡойоуҙа бер серем бар. Әҙер тарттырылған массаны, шыптырҙарға һалып, туңдырғыста һаҡлайым. Шунан йылдың ҡайһы миҙгелендә лә рәхәтләнеп ҡаҡ ҡоям. Борон еләктән генә ҡаҡ ҡойғандар. Мин ҡарағатҡа әҙерәк кенә шәкәр өҫтәйем. Сөнки, шулайтһаң, әсеһе баҫыла. Әсәйем, емешкә тимер тейҙермә, тәмен ала, тип, ҡаҡ ҡойоу серҙәрен өйрәтте.


Ҡарағаттан ҡайнатма
Кәрәк: ике стакан һыу, һигеҙ стакан ҡарағат, ун стакан шәкәр.
Һыуҙа биш стакан шәкәрҙе иретергә, шунан ҡарағатты һалып, ете минут ҡайнатырға. Ҡалған шәкәрҙе өҫтәп, шул ирегәнсе болғатырға. Бауыр кеүек хәлгә инә, йәғни желе һымаҡ була.


Сейәнән ҡайнатма
Кәрәк: 1 кг сейә, 1 кг шәкәр.
1:1 нисбәтендә сейә менән шәкәрҙе ҡушып, биш минут ҡайнатҡас, һүндереп, һыуытырға. Тағы биш минут ҡайнатып, һүндерергә. Һыуынған ҡайнатманы өсөнсө тапҡыр биш минут ҡайнатырға кәрәк. Талғын утта болғап торһағыҙ, бик һәйбәт килеп сыға.
Сейәнең төшөн (һөйәген, орлоғон) алып та ҡайнатырға мөмкин. Ул сағында марляға урап, ҡуша тығып ҡайнатырға була. Үҙенсә тәм бирә.


Сейәнән повидло
Кәрәк: 1 кг сейә, 1 кг шәкәр.
Сейәнән шулай уҡ повидло яһайым. Һөйәкле ҡалдығынан компот ҡайнатам.
Сейәне бешереп, блендерҙа иҙергә. Һуңынан иләктән сығарырға. 1:1 нисбәтендә сейә менән шәкәрҙе болғап, ҡарап тороп, талғын утта ҡайнатырға. Тиҙ генә көйөп бара. Шуға сейәне бешергән һыуҙы әҙерәк ҡушып, туҡтауһыҙ болғарға кәрәк. Ҡуйыра башлағас, утты һүндерергә. Аҙағынан агар ҡатнашмаһын һалырға була. Тик уны ҡайнатырға ярамай.


Ҡурай еләгенән ҡайнатма
Кәрәк: 1 кг ҡурай еләге, 1 кг шәкәр.
Ҡурай еләге лә туҡтауһыҙ бешеп тора. Уны эшкәрткәндә тимер тейҙермәһәң, яҡшыраҡ. Ағас картуф төйгөс менән генә иҙеп, әҙерәк шәкәр ҡушып, туңдырғысҡа ҡуйырға була. Әлбиттә, ҡайнатмаһы ла бик шәп килеп сыға.
Ҡурай еләгенә 0,5 кг шәкәр ҡушып, еңелсә болғап, ултыртып торорға. Күпмелер ваҡыттан, татлы һут барлыҡҡа килгәс, ошо ҡатнашмаға ҡалған шәкәрҙе өҫтәп, талғын утта ҡайнатырға. Биш минут тирәһе ҡайнатыу ҙа етә. Артығыраҡ булһа, емеш бөрөшә башлай.
Тәмле булһын! Уңыштың файҙаһын күрегеҙ!
Римма АҠМАНОВА яҙып алды.