Махсус биттәр
18 Июль 2025, 17:00

Һинд килене

Ишекте шар асып ауыҙы ҡолағына еткән Мансур килеп инде.– Әсәй, атай, мин кәләш алырға булдым!Һауыт-һаба йыуып торған әсәһенең ҡулынан кәсәһе тө­шөп китә яҙҙы.

Һинд киленеҺинд килене
Һинд килене


– Әстәғәфирулла... Мәшал­лаһ! Ниһайәт, минең улым кәләш алырға булды. Күптән кәрәк ине, ҡырҡҡа етеп бараһың. Баҫыуҙағы техни­каңдан айырыла алмайһың, шунан ҡайта белмәйһең. Сит илдән ҡайтып етмәгән, һөрән һалып ҡотто алып тора. Сәй эскәндә әйтеп булмай инеме ни? Кем инде ул беҙҙе ҡыуандырыр килен?
Мансур күкрәген киреп баҫып, көр тауыш менән:
– Һинд ҡыҙы! – тине.
– Әстәғәфирулла... Атаһы, ишетәһеңме? Улың, һинд ҡыҙын кәләш итеп алам, ти. Беҙҙән ҡыҙ тапманыңмы ни?
– Ишетәм, әсәһе, ишетәм. Һин ишеткәнде мин дә ишетеп ултырам.
– Улыбыҙ алдынғы механизатор тип, беренсе урын бир­ҙеләр...
– Икенсе, тигән, – ир ҡа­тынын бүлдерергә маташты.
– Ниндәй икенсе? Беренсе урын биргәндәр. Бүләккә балаҫ булғас, алырға теләмәй, икенсе урын алған механизатор менән урынын алмаштырған. Һиндостанға юллама кәрәк булған бит берәүгә! Бына күр, нимәгә килтерҙе!
– Әсәһе, ниңә ҡыҙаһың? Баҫыуҙан ҡайтмаған улың донъя күреп ҡайтты. Шатла­нырға кәрәк. Етмәһә, күптән килен көтә инең. Бына киленле булдың, Аллаға шөкөр. Айшвария Рай һымаҡ матур бит ҡыҙҙары. Үҙең дә уларҙың киноларын яратып ҡарайһың, – тип ир ҡатынын тыныслан­дырырға тырышты.
– Китсәле, нимә һөйләйһең ул? Ҡыҙҙар тип күҙҙәре майланып китте. Ул килен менән нисек һөйләшәбеҙ? Күрше­беҙҙә генә йәй башында урынлашҡан уңған, һылыу һауынсы ҡыҙ бар, тиҙәр. Шул тиклем уңғандыр инде – ферманан ҡайта белмәй. Үҙем дә күргәнем юҡ. Шул ҡыҙҙы ғына кәләш итеп алып булмай инеме ни? Әллә ҡайҙан алып ҡайтып йөрөмәһәң...
– Әсәй, бәлки беҙ уны өйгә саҡырайыҡтыр? Тышта көтөп тора бит.
– Әстәғәфируллаһ. Ул бындамы ни? Үҙең менән ҡуша алып ҡайттыңмы ни?
– Эйе, әсәй. Әйҙә, тиҙ арала туй яһайыҡ. Мин унһыҙ йәшәй алмайым. Хәҙер индерәм, үҙегеҙ күрерһегеҙ, ул шундай һылыу, матур, – Мансур йүгереп сығып та китте.
Аптырап ҡалған әсәһе менән атаһы тиҙ генә өҫтәл әҙерләй башланы. Күп тә үтмәй улдары сариға төрөнгән матур, һылыу ҡыҙ менән килеп инде. Инеү менән һинд ҡыҙы биленә тиклем эйелеп:
– Намасте! – тиеп һаулыҡ һорашты.
Аптырап ҡалған ир менән ҡатын бер юлы:
– Һаумыһығыҙ! – тине. Унан әсәһе үҙен ҡулға алып: – Hello! Do you speak English?* – тине.
Ҡыҙға ла йән ингәндәй булды.
– Yes!** – тиеп, яуап ҡай­тарҙы.
Шунан әсәһе еңел тын алды:
– Аллаһҡа шөкөр, мәктәптә инглиз телен уҡытам. Былайһа бер нәмәһен дә аңламаҫ инем. Бына атайың уның менән нисек һөйләшер икән? – шунан ҡыҙҙың йөҙөнә ҡараш ташланы. – Ҡарамаҡҡа нисауа ғына. Һылыу Айшвария Райға етмәй, әлбиттә. Беҙҙең һа­уында йөрөгән ҡыҙҙарҙың йөҙө шикелле көнгә янған. Башҡорт ҡыҙына оҡшап тора бит әле, маңлайындағы ҡы­ҙылын алып ташлаһаң. Where are from?***
– I am from USSR****.
– Ыста. Беҙҙең илдә йәшәйме ни?
– Әсәй, нимәһенә аптырай­һың? Хәҙер СССР-ҙа күп милләт йәшәй бит.
Әсәһе ҡыҙға яҡыныраҡ килеп:
– Do you speak Russian?*****
Ҡыҙҙа уға йылмайып баш ҡаҡты.
– Атаһы, ҡара әле, хәҙер һин дә уның менән һөйләшә алаһың икән. А в России где именно живешь?
– В Башкортостане.
– Ыстағафирулла. Улым, Баш­ҡортостанда һиндтар йәшәйме ни?
Атаһы ла һүҙгә ҡушылды:
– Нимәһенә аптырарға, әсәһе. Мәскәүҙә үткән олимпиаданан һуң бөтә СССР-ға таралғандарҙыр.
– А башкирский понимаешь? – тине әсәһе ҡыҙға тағы бер күҙ һалып.
– Эйе, – тине ҡыҙ йылмайып ҡына.
– Ыстағафирулла. Ул бит беҙҙе вис аңлап ултыра ла баһа.
– Әсәй, ул райондан бит.
Әсәһе тағы ла нығыраҡ аптыраны.
– Ҡыҙым, ниндәй райондан булаһың?
– Ҡыйғынан.
– Ҡыйғынан?! Ҡыйғының Ҡыйғыһына тиклем һиндтар тулғас, белмәйем... Ә ниндәй ауылдан һуң?
– Ибрайҙан.
– Ыста, ыста. Ул әллә беҙҙең ауылданмы? Бер ҙә һинд ҡыҙҙарын күргәнем юҡсы. Исемең нисек, һылыу?
– Гөлзаһира.
– Улым, был ҡыҙ менән ни­сек таныштың? Бер ҙә аң­ла­майым.
– Әсәй, беҙ шаярттыҡ. Ул бит беҙҙең күрше ҡыҙ – Гөлзаһира. Һауынсылар конкурсында Һиндостанға юллама алған. Шунда мин уны беренсе тапҡыр күрҙем һәм һинең кеүегерәк итеп таныштым.
Әсәһе иркен тын алды:
– Аллаға шөкөр. Атыу яңы бешергән бишбармағымды нисек ашатырға, тип аптырап бөткәйнем. Үҙебеҙҙең ҡыҙ булғас, бик яҡшы!

* – Сәләм! Һеҙ инглиз телендә һөйләшәһегеҙме?
** – Эйе.
*** – Һеҙ ҡайҙан?
**** – Мин СССР-ҙан.
***** – Һеҙ рус телендә һөй­ләшәһегеҙме?

Тимур РӘХМӘТУЛЛИН.

Автор:Рөстәм Илтенбаев
Читайте нас