Махсус биттәр
10 Июль 2025, 00:55

"Йондоҙ"ло табын - Франгизә ИЛБӘКОВА

Бөгөн үҙенең аш-һыу серҙәре менән режиссер, журналист, йырҙар авторы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Франгизә ИЛБӘКОВА бүлешә.

Тиҙ әҙерләнә
торған былау

500 г дөгө ярмаһын бер нисә тапҡыр йыуып алғас, һалҡын һыу ҡойоп, бүрттерергә ҡуйырға.
ваҡлап туралған 400 г һуғанды ҡаҙанда 100 мл үҫемлек майында 2 – 3 минут ҡыҙҙырырға. Утты ҡыҙыулатып, 1 кг һөйәкһеҙ тауыҡ итен (30 – 40 г өлөштәргә туралған) һалып, бутай-бутай тағы ла 3 минут ҡыҙҙырырға. Утты һүрәнәйткәс, һаламлап туралған 300 г кишер өҫтәргә. Дүрт минуттан берәр балғалаҡ зира, куркума, ҡара борос һәм чили боросо бөртөктәре (хлопья), самалап тоҙ, барбарис, 4 лавр япрағы һалырға, 500 мл ҡайнар һыу ҡойорға. Талғын утта 10 минут бешерергә.
Бүрттерелгән дөгөнөң һыуын һарҡытып, ҡаҙанға һалырға, ҡалаҡ менән тигеҙләргә (бу­тарға кәрәкмәй). Һурпа уның өҫтөн бер иле ҡаплап торорға тейеш. Әгәр ҡапламаһа, һыу өҫтәргә кәрәк. 3 – 4 баш һарымһаҡты йыуып, бөтөн килеш дөгө ярмаһына батырырға ла, ҡаҙандың ҡапҡасын ябып, 25 минут быҡтырырға. Әгәр һурпаһы артыҡ тойолһа, ҡалаҡ менән ҡаҙандың төбөнә тиклем уйымдар яһағыҙ. Утты һүн­дергәс, былауҙы һаҡ ҡына ике ҡалаҡлап бутағыҙ һәм бер нисә минут томалап тороғоҙ.

Бауырҙан 
запеканка

250 г бауырҙы оҙонсалап турарға. Үҫемлек майында ярым түңәрәкләп туралған ике һуған менән бауырҙы 4 – 5 минут тирәһе ҡыҙҙырырға. 1 стакан һөт, 1 ҡалаҡ он, самалап тоҙ, ҡара борос һалып, яҡ­шылап бутарға ла, әҙер бул­ғансы быҡтырырға.
250 г туҡмасты тоҙло һыуҙа бешереп алырға ла, һалҡын һыу менән сайҡатып, һар­ҡытырға.
1 йомортҡаға 2 ҡалаҡ бүлмә температураһында йомшарған май, 3 ҡалаҡ сохари онтағы, 250 г ҡырылған ҡаты сыр һалып, яҡшылап бутарға.
Майланған табаға бешкән туҡмасты йәйеп һалырға ла, ҡалаҡ менән тигеҙләргә. Өҫтөнә быҡтырылған бауырҙы һалырға. Иң һуңынан сырлы массаны һыларға. 180 градус эҫелектәге мейестә 20 – 30 минут бешерергә.

“Гавай” пиццаһы

250 мл йылымыс һөткә 3 балғалаҡ шәкәр, 10 г ҡоро сүпрә һалып, йылы урынға ултыртырға. 5 ҡалаҡ үҫемлек майына самалап тоҙ, 2 йомортҡа һалып, яҡшылап туҡырға. Был массаны һөткә һалып, 500 г он өҫтәп, йомшаҡ ҡабыр баҫырға. Ул ҡабарған арала эслек әҙерләргә: колбасаны – һаламлап, консерва­ланған ананасты шаҡмаҡлап турарға. Ҡаты сырҙы ҡырғыста ҡырырға.
Ҡамырҙы йоҡа ғына итеп (4 – 5 мм) йәйеп, майланған табаға һалырға. Тәүҙә – үҫемлек майы, өҫтөнә томат пастаһы һылай­быҙ. Ананас менән колбасаны һибеп кенә сығырға, сырҙы иң аҙаҡ һалырға. Пицца 200 градус эҫелектәге мейестә 20 минутта бешеп сыға.

Гөлнур ҠЫУАТОВА әҙерләне.

Читайте нас