Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
28 Июнь 2025, 07:00

“Мине еңгәм ҡоллоҡҡа һатты...”

Ситтә йәшәгән Фатима* менән социаль селтәрҙә таныштыҡ. Башҡортостанда ҡырҡ йылға яҡын булғаным юҡ, тигәс, тыуған яҡ һағындырмаймы, тип һораным. 


– Һағындырмай торғаны бармы... ны-ыҡ һағындыра, – тип һуҙҙы, – тик ҡайтыр юлдарым бикле шул. Хәйер, ҡайтып та кемгә барам?! Атайымды белмәйем, әсәйем күптән мәрхүмә, башҡа яҡын­дарым да үлеп бөттө...
Ошо тыйнаҡ, үтә баҫалҡы ҡатын менән бер нисә йыл буйы өҫтөн-мөҫтөн генә – видеолар, матур һүрәттәр ебәрешеп, байрамдар, тыуған көндәр менән ҡотлашып, аралаша торғас, ул асылып, үҙенең тормошон һөйләп ташланы. Тыныс ҡына бәйән итте, әйтерһең дә, ғәҙәти хәл-ваҡиғаларҙы тасуирланы, ә мине уның кисергәндәре тетрәндерҙе.
– Мин – әсәйемдең берҙән-бер ҡыҙы, – тине Фатима. – Атайымды белмәйем, әсәйем иҫән сағында, ул ҙур кеше, ти торғайны, ә кем икәнен әйтмәне. Нин­дәйҙер Фәнистең ҡыҙы булып йөрөйөм. “Райпотребсоюз”дың һатыу­сыһы булып эшләне әсәйем. Гелән уны төрлө сельпоға ебәргәстәре, бер ауылдан икенсе ауылға күсеп йөрөнөк. Әсәйҙең өҫтөндә гел дә ҡара халат, башында яулыҡ булды. Ул егәрле ине, таҙалыҡ, тәртип яратты. Матурлыҡҡа ынтылды. Дәфтәр биттәрен селтәрләп ҡырҡып, буяп, магазин кәштәләрен биҙәгәне һаман иҫтә. Ҡышҡы зәһәр һыуыҡта тауарға барғанда, юлда машиналары боҙолоп, шунда һалҡын алдырып, мандыманы, 33 йәшендә үлде. Әсәйҙе һуңғы юлға оҙатырға союздаш республикала төпләнгән бер туған ҡустыһы килгәйне (ике йәшкә кесе), ул мине, 13 йәшлек үҫмерҙе, үҙҙәренә алды. Сөнәғәт ағай миңә ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы ине, йәлләне. Ә еңгә кеше яратманы, ят бауыр итеп ситкә ҡаҡты. Уның ҡәнә­ғәтһеҙлеген тойғас, ҡыйын ине миңә уларҙа, ләкин ярарға, ыңғайына торорға тырыштым, хәлдән килгәнсә ярҙам­лаштым. Ағайымдың ғүмере иртә өҙөл­мәһә, минең дә яҙмышым биттәре бәхет, ҡыуаныс ҡәләмдәре менән яҙылыр ине. Әммә, үкенескә күрә, ул ике йылдан шәкәр диабетынан вафат булды. Шулайтып, Сөнәғәт ағай ҙа 33 йәшендә гүргә инде. 
Мәктәптән-мәктәпкә йыш күсеп йөрө­гәс, насар уҡыным, шуға ла һигеҙенсе класты саҡ-соҡ тамамлағас, һөнәрселек училищеһына барырға йыйынғайным. Еңгәм, балаларҙы кем ҡараша, тип ебәрмәне. Былай үҙем дә уҡырға атлығып торманым, еңгәмә лә ҡаршы килергә ҡурҡтым. Яҡлаусым булмағас, нисек тә ярарға теләнем инде. Ҡулына эш тей­ҙермәй, өйҙәрен гөлдәй итеп таҙартып, йыуып, һепереп, ашарға бешереп, йүгереп йөрөп балаларҙы хәстәрләһәм дә, еңгәнең йөрәген яулай алманым, яҡты йөҙөн күрмәнем. 18 йәшем тулыр-тулмаҫ, ул мине көсләп икенсе милләт кешеһенә кейәүгә бирҙе, дөрөҫөрәге, ҡоллоҡҡа һатып ебәрҙе, сөнки килен булып төшкән ғаиләлә мине ҡол итеп тоттолар. 
Еңгәмә, кейәүгә бирмәгеҙ, тыуған яғыма ҡайтайым, тип инәлеп, түшәлеп ятып иланым, ялбарҙым, әммә хәлемә инмәне. Киреһенсә, “тыуған яғыма ҡайтайым” тигәнде ишеткәс, мине бер ҡайҙа ла сығармай, бик аҫтында тотто, йәрәшеүҙе тиҙләтте. Мул мәһәргә ҡыҙыҡҡайны (буласаҡ ирем ғәрип ине, шуға ла ата-әсәһе аҡсаны йәлләмәгән). 
Һуңғаса яҙмышыма ышанмай, никахта ла илап, шешенеп бөткән килеш, аңҡы-тиңке ултырҙым. Өйләнешеп, күпмелер йәшәгәс, Мөхәммәт тар ғына түшен киреп, ҡуҡырайып йөрөй башланы. Йәнәһе лә, ул да һис кемдән кәм түгел, күрегеҙ, ғаиләле кеше! Ҡаҡса ғына кәүҙәле, һөйкөмһөҙ Мөхәммәттең тәне генә түгел, күңеле лә ғәрип булып сыҡты. Һәйбәт, яғымлы кешегә кем дә әүрәр ине бит, ә ул – аҫтыртын, яуыз. Башҡалар алдында кеселекле йылмайып-көлөп кенә, ҡаршы бер һүҙ әйтмәй, талағы ташҡансы йөрөй ҙә, бөтә асыуын миңә төшөрә. Ғәрип булыуынан кәмһенеп, мине кәмһетергә тырыша. Нимәлер оҡшамаһа, ауырттыр­ғансы йөҙөмә һуға. Күҙ йәшемдән садист ише ләззәт ала, ыңғырашһам, тауышың сыҡмаһын, өнөңдө тыҡ, тип ыҫылдай. 
Ҙур өйҙә күмәк йәшәйбеҙ, береһе-бер мине яҡлашмай. Бөтә эш минең елкәлә. Иртәнге сәғәт етегә тиклем ҡапҡа алдын һепереп, һыу һибеп, болдорҙо, топчанды саңдан таҙартырға, һигеҙгә тиклем ашарға бешерергә, аҙаҡ һауыт-һабаны, иҙәндәрҙе йыуып, өйҙәге саңды һөртөргә, гөлдәргә һыу һибергә, икегә тиклем төшкө ашты өлгөртөргә һ.б. Уның араһында барыһына ла ярарға, баш баҫып, күндәм генә әйткәндәрен үтәргә, ирҙең, ҡайны-ҡәйнәнең көйөн көйләргә... Барыбер һәр аҙымымда, башҡарған эшемдә етеш­һеҙлек эҙләйҙәр, үҙебеҙҙең милләттән алырға кәрәк булған, тип бурылдайҙар. 
Һәр тере йән йылы һүҙгә, хәстәрлекле мөнәсәбәткә мохтаж. Ә миңә йомшаҡ итеп ҡараған кеше юҡ. Мин бында ла, еңгәм өйөндәге кеүек, ят, артыҡ бауыр. Һыуһыҙ, яҡтыһыҙ кипкән гөл кеүек, үтә ябыҡтым, ҡаҡ һөйәккә ҡалдым. Ике ай ыҙалап йөрөнөм-йөрөнөм дә, ҡасырға ниәтләнем. Паспортымды эҙләп ҡарайым, бер ҡайҙа ла тапмайым. Ул тәүҙә еңгәм  ҡулында булды, аҙаҡ – ҡайны-ҡәйнәмдә. Эҙләгән сағымда ҡәйнәм күреп ҡалып, киленде урлашҡан сағында тоттом, тип ғауға ҡуптарҙы. Иҫләүе лә ҡурҡыныс: Мө­хәммәт, мине хурлыҡҡа ҡалдырҙың, тип енләнеп, сәсемдән һөйрәтеп йөрөп  таяҡ менән туҡманы. Ҡәйнәмдең йөрәгендә миңә ҡарата тамсы ла миһырбанлыҡ табылманы, кәрәген бир, башҡа урлаш­маҫтай ит, тип улын йөпләп ҡарап торҙо... 
Ҡанға батырғансы, иҫемдән яҙҙырғансы тиерлек туҡмап, ирем мине төпкө бүлмәгә индереп, иҙәнгә бәрҙе, тыштан бикләп ҡуйҙы. Үҙеңдең алама ғәмәлең тураһында уйлап, тәүбә итеп ят, тип ырылданы. 
Тәнемдең ауыртыуҙары, тын ала алмай интегеүҙәрем... Битем, тәнем күм-күк ине. Танауым, ике бармағым һынғайны. Аҙаҡ ике ҡабырғамдың да һынғаны, мейем һелкенгәне, бөйөрҙәремә зыян килеүе асыҡланды. Анау ҡәҙәрем туҡмауына нисек тере ҡалғанмын... Миңә табип та саҡырманылар, үлә, тип тә ҡурҡманылар. Гөлсирә килендәш кенә ашарға аҙыҡ, һыу, дарыу килтереп биреп, бәҙрәфкә барырға ярҙамлашып йөрөнө. Атаһы райкомда юғары вазифа биләгәс, өйҙәгеләр уға ҡырын ҡарарға ла шөрләй, ҡоҙаларына ярамһаҡланалар. Институт бөткән Гөлсирә үҙе лә иҡтисадсы булып эшләй ине. Яҡшы тәрбиә алған, ололарҙы ололаған ки­лендәшем шым булғас, баҫымсаҡ кеүек күренһә лә, атаһына ныҡ арҡаланды. Ләкин иң ауыр ваҡытта тик ул ғына мине ҡараны, ярҙам ҡулын һуҙҙы. 
Еңгәм мине кейәүгә биргәндән һуң иҫенә лә төшөрмәне, исмаһам, бер тапҡыр ҙа хәлде белешмәне. Бәлки, килһә, ниндәй сүрәттә ятҡанымды белһә, йәлләр, үҙҙәренә алып ҡайтыр, тигән өмөтөм аҡланманы...
Мине оҙаҡ һалып ҡуйманылар. Аҙна-ун көн ҡан төкөрөп, ҡан һейеп ятҡанымдан һуң, һин бында ял итергә килмәгәнһең, мәһәреңдең хаҡын ҡайтар, тип көсләп эшкә ҡуштылар. Төндәр буйы йоҡлай алмай һыҙланып, тәрән итеп тын ала алмай, танауым тоноп, ыҙалауҙарым... Үҙәгемә үтте ул ауыртыу-һыҙланыуҙар. Бармаҡтарым, танауым ҡыйыш килеш төҙәлде.
Оҙаҡһыҙ ауырға ҡала алмағанға ла, әллә күпме әр ишеттем. Битәрләп, хәлде алдылар. 
Бер көндө сәй яһағанда ҡулым ҡалтырап китте лә, эҫе һыу яңылыш ҡәйнәнең беләгенә сәсрәне. Мөхәммәт мине төртөп йығып, эсемә, башыма, артыма типте. Ныҡ аҡырғанымды күршеләр ишеткән. Шуға ғына “Тиҙ ярҙам” саҡырҙылар, былай булһа, ыжлап та бирмәҫтәр ине. Мөхәммәт минең менән бергә барҙы, икенсе ҡаттан баҫҡыстан тәгәрәп төштө, тип алданы. Ләкин докторҙар былай ҙа эштең ниҙә булыуын һүҙһеҙ аңланы. Ҡатынығыҙҙың ауыры төшкән, тип Мөхәммәттең күҙен аҡрайтып, мине шунда уҡ реанимацияға һалдылар. Эсемә тибеп, ике айлыҡ ауырымды төшөргән, ҡоймосто һындыра типкән ҡәбәхәт. Тағы мейем һелкенгәйне. Ана шул ваҡытта дауаханала алдан ике ҡабырғамдың һыныуы, мейем һелкенеүе, бөйөрҙәремә зыян килеүе асыҡланды ла инде. Табиптар, милицияға ғариза яҙа­һығыҙмы, тип ҡат-ҡат һораны. Тәүҙә яҙырға ла уйлағайным, әммә паспорт булмағас, ниәтемдән кире дүндем. Ә Мөхәммәт хәстәрлекле ир ролен үтәп, көн дә дауахана юлын тапаған булды, ысынында иһә милицияға ғариза яҙыуымдан, яманаттарын һатыуымдан ҡурҡты. Ҡәй­нәмдәр күрше-тирәгә, килендән уңманыҡ, баш өйәнәге менән яфа­ланғанын бел­мәнек, тигеҙ ерҙә лә эләгеп, йығыла ла ята, тип һөйләп бөткәндәр...
Мине тамам эшлектән сығарып, үҙе кеүек ғәрипкә әйләндергәс, Мөхәммәт  айырылышыуға ғариза яҙҙыртты. Паспортымды алыуыма, ситлектән ҡотолорома ныҡ өмөтләнгәйнем. Әммә Мөхәммәт яңынан өйләнһә лә, мине бер ҡайҙа ла ебәрмәнеләр, хеҙмәтсе итеп ҡалдырҙылар. Киленде йәлләп, үҙебеҙҙә ҡалдырҙыҡ, бисараның барыр ере лә юҡ, тип хәбәр тараттылар, ысынында иһә мине өнһөҙ-тынһыҙ ҡол урынына тоттолар. 
Гөлсирәнән ярҙам көткәйнем, әммә ул беҙҙең тормошҡа ҡыҫылманы, ғаиләһе менән ҙур ҡалаға күсеп киттеләр... 
Ике-өс тапҡыр ҡасып та маташтым, ләкин тоттолар, Мөхәммәт һуштан яҙ­ҙырғансы туҡманы. Ахырҙа яҙмышыма күндем. Бөтә нәмәгә лә риза инем, тик туҡмамаһындар ғына... Мәрхәмәтһеҙ Мөхәммәт яңы бисәһе Әмирәне лә аяманы, йыш ҡына ҡул күтәрҙе. 17 генә йәшлек ҡыҙ баланы бигерәк ныҡ йәлләй инем. Әмирә игеҙәк ир балалар тапҡас, ҡайны-ҡәйнәнең ҡыуаныстан башы күккә тейеп, килендәрен үҙ ҡанаттары аҫтына алды, башҡаса Мөхәммәттән тел-теш тейҙертмәне. Яҡлаулы икәнен тойғас, Әмирәнең холҡо ҡырҡа үҙгәрҙе, ул да мине рәнйетеүселәрҙең береһенә әйләнде. 
Игеҙәктәрҙе ҡарауҙы ла миңә йөк­мәттеләр. Төндәрен йоҡо эләкмәй, көнө буйы эштән бушамай, алйып йөрөнөм. Башым ауыртыуға, йөрәгем һыҙлауға сыҙарлыҡ әмәл ҡалмағас, аҫылынып үлергә ҡарар ҡылдым. Был әсе тормош минең үҙәгемә үткәйне. Игеҙәктәрҙе һуңғы тапҡыр һөйөр өсөн бишектәренә эйелгәйнем, Йософ уянды ла, ығылдап, кескәй генә ҡулдары менән бармаҡ­тарымдан тотто. Гонаһһыҙ сабый шундай итеп йылмайып ҡараны, бар күңелем аҡтарылып сыға яҙҙы! Уны күтәреп алдым да, күкрәгемә ҡыҫып, һеҙҙең өсөн генә йәшәйем, тип иланым. Күңелем ҡатып, ауыртыуҙан башҡа бер ниндәй ҙә тойғолар кисермәгәндәй һымаҡ инем, Йософтоң йылмайыуы йөрәгемдә ятҡан ташты иретте. 
Бар һөйөүемде игеҙәктәргә бирҙем. Мөхәммәт менән Әмирәнең башҡа балаларын да ҡарап үҫтерештем, әммә Йософ менән Үмәргә булған һөйөүем сикһеҙ булды. Һуңғы аҙымдан, оло гонаһ ҡылыуҙан аралаған Йософ үҫеп еткәс, өйләнгәс, мине үҙенә алды. Хәҙер инде нисәмә йыл Йософ улымда ҡәҙер-хөрмәт күреп йәшәйем, шөкөрана ҡылам тормошома. Уның балаларын ҡарашам. Үмәр менән дә бик яҡынбыҙ, ул да миңә үҙ балам кеүек. Ата-әсәләренә бер ҙә оҡ­шамаған Йософ менән Үмәр, үҙҙәре бер башҡа. Бигерәк изге күңелле, кеше йән­леләр. Йософ миңә яңы документ юллап бирһә лә (паспортымды Мөхәммәт утҡа яҡҡан булған), тыуған яҡҡа ҡайтманым, уларҙы ташлап китә алманым. 
Шулайтып сит төбәктә мең ыҙа си­геп, бөгөн именлектә тыныс ҡына йәшәп ята Фатима исемле бер яҡ­ташыбыҙ. Уның күргән-кисергәндәрен Хоҙай дошманыңа күрһәтмәһен. “Ҡай­ҙа ла ғына бармай, ниҙәр күрмәй ир-егеткәй менән ат башы” ғына түгел, ҡатын-ҡыҙ башы ла ниҙәр генә күрмәй, ниҙәр генә кисермәй...
     
 Баныу ҠАҺАРМАНОВА. 
* Исемдәр үҙгәртелде.

Читайте нас