

Хөрмәтле туғандар!
20 июнгә тиклем «Йәшлек» гәзитенә яҙылып өлгөрөргә була әле. Бөгөн күп йәштәребеҙ ҡалаларҙа йәшәй. Һеҙҙең өсөн 1 мең һум әллә ни күп аҡса түгел. Әммә ҡалаға килгәс, гәзит уҡыуҙы күптәребеҙ онота. Әйҙәгеҙ, ауылдарҙа йәшәгән ата-әсәйгә, туғандарға бүләк-сюрприз эшләйек! Уларға әйтмәй генә «Йәшлек» гәзитенә яҙҙырайыҡ. Ауылға ҡайтҡанда, үҙегеҙ ҙә рәхәтләнеп шәп хикәйәләрҙе, матур мәҡәләләрҙе уҡырһығыҙ.
Әйткәндәй, гәзиткә яҙылып, бер юлы өс тапҡыр бүләк оторға була. Тәүгеһе – «Аҙна һайын – бүләк» уйыны. Унда гәзитебеҙҙең дуҫы, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Тимерғәле Ураҙғолов инселәгән бүләктәрҙе оторға була. Икенсеһе – Ейәнсура районынан бағыусыбыҙ Самат Имелбаев инселәгән быҙау ҙа һеҙгә эләгергә мөмкин. Бынан тыш, подписка тамамланғас, редакция отош уйынын үткәрә. Һәм килеп «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто акционерҙар йәмғиәте әҙерләгән туңдырғыс, робот-саң йыйғыс, мотоблок, телевизор кеүек бүләктәр ҙә тап һеҙгә эләгергә мөмкин. Бының өсөн ни бары гәзиткә яҙылырға һәм квитанцияғыҙҙы редакцияға ебәрергә генә кәрәк.
Ваҡыт аҙ ҡалды. Ашығайыҡ, дуҫтар!
"Йәшлек"кә интернет аша ла яҙылып була. Бының өсөн ошо сайтҡа үтегеҙ: https://podpiska.pochta.ru/press/%D0%9F2757
Унан һуң тейешле урында адрес һәм нисә айға тигәнде яҙырға һәм кәрзин аша түләргә кәрәк.