Махсус биттәр
27 Май 2025, 08:59

Ҡарттарҙың да була төрлөһө...

***

Республиканың көнбайыш район­дарының береһенә эш сәфәре менән барғанда Фәрхәнә* апай менән танышҡайным. Район хакимиәтенән уның тураһында мәҡәлә яҙыуымды һоранылар. “Изге күңелле, оло йөрәкле ҡатын. Ун йыл буйы ҡарттар йортонда эшләй, барыһы ла тик рәхмәт һүҙҙәре генә әйтә. Олораҡтар “балам” тип йөрөтә. Үткән йыл һыу торбаһы туңғас, йылылыҡ биреүҙе туҡтатып торорға тура килде. Бер һүҙһеҙ унлап әбейҙе үҙ өйөнә алып ҡайтып, өс көн буйы йәшәтте”, – тинеләр.
Ҡала тибындағы ҡасабаның тыныс ҡына районында урынлашҡан ҡарттар йортона барғанда төш мәле етеп килә ине. Миңә кәрәкле ханым кейенеп, ҡайтырға әҙерләнә булып сыҡты. “Бер инәй ауырып киткәс, кисә төндә килергә тура килде лә, шунан бирле ошондамын. Ярты көн эштән китергә һорағайным бит әле...” – тине ул ыуаланып.
– Әйҙәгеҙ, берәй аулағыраҡ бүлмәгә инеп, ярты сәғәт булһа ла һөйләшеп алайыҡ.
– Эй һеңлем, минең бында икәнде белһәләр, һөйләшергә ирек бирмәҫтәр шул. Ололар сабый бала менән бер бит. Ауырыраҡ та. Балаларҙы әҙерәк әрләргә була, ә быларҙың аҙ ғына шелтәләүгә лә күңелдәре кителергә тора.
Ысынлап та, ишек төбөндә һөй­ләшеүебеҙҙе күргән өс әбей коридорҙың теге башынан беҙҙең янға ыңғайланы ла, ҡап урталыҡҡа етәрәк туҡтап, һөйләшеүгә ҡолаҡ һалырға йыйынды.
– Әйҙәгеҙ, улайһа минең йортома барайыҡ. Тик төндә урынымды ла йыймай сығып киттем, ғәйепкә алмаҫһығыҙ инде...
...Фәрхәнә апай өйгә инеү менән сәй ҡуйып ебәрҙе, ашын йылыта башланы. Түрьяҡты биҙәгән матур ҡул эше өлгөләре менән танышып сығыуыма ул мине өҫтәл артына саҡырҙы. Тик уның гәзиткә яҙыуҙан баш тартыуы кә­йефемде төшөрҙө.
– Һеңлекәшем, зинһар, асыуланма. Бында эш башлауыма ун йылдан ашты. Тик башҡаса сабыр итер әмәлем ҡалманы. Ошо арала китермен, тип йөрөйөм. Өйөмә яҡыныраҡ булған икенсе урын тапҡансы ғына ҡалдым. Маҡтап-маҡтап яҙырһың да, китһәм, кеше алдында оят булыр...
– Сит кешеләр менән эшләүе еңелдән түгел инде, аңлайым...
– Эйе, төрлөһө бар. Осрашҡас та баш тартыуымды әйтергә уйланым да ул... Һөйләгәндәремде яҙып сыҡһаң, башҡаларға ҡарттар йортоноң нимә икәнен аңларға ярҙам итер, тип кире уйланым. 3 – 4 йылдан яҙырһың, әтеү хәҙер сыҡһа, минең ҡатнаш икәнде һиҙерҙәр. Үҙем өсөн ҡурҡмайым, бергә эшләгәндәргә һүҙ тейер, тим...
– Ә ни өсөн китергә булдығыҙ һуң? Район хакимиәтендә һеҙҙе ихтирам итәләр, әбей-бабайҙар ҙа ярата, тинеләр...
– Төрлө кеше бар бит... Шуға хәлдәр ҙә төрлө була. Ике йыл элек үк китергә уйлағайным ул, үҙемә өйрәнгән ҡарттарҙы йәлләп, тағы тороп ҡалдым. Был юлы инде ныҡлы ҡарар иттем: китәм. Ваҡытым булғанда барып, әбейҙәремдең хәлен белеп йөрөрмөн. Гәзит аша минең миҫалымда ҡарттар йортондағы ҡайһы бер хәлдәрҙе яҙып, уҡыусыларға бер аҙ ысынбарлыҡты аңлатһаң ине. Туғандарын, таныштарын бында ебәреүселәр уларҙы ниндәй тормош көтәсәген белеп, уйланһын ине. Эшкә килергә теләүселәр ҙә тәү сиратта аҡсаға ҡыҙыҡмаһын. Ҡайҙа, кемдәр араһына килеүеңде белеп килергә кәрәк. Нимәһенә үҙәгем өҙөлә: беҙҙең райондағы ҡарттар йортона респуб­ликаның 18 төбәгенән һәм 3 ҡалаһынан оло йәштәгеләр килә. Мөмкин тиклем уңайлыҡтарҙың барыһын да булды­рырға тырышалар. Ҡайһы берәүҙәр үҙ балаларынан бындай ҡәҙер-хөрмәт күрмәйҙер әле... 
Үҙемдең таныштар араһында һыуын өйҙән ташып, мейескә утын яғып йәшәгәндәр, балалары йылына бер ҡайтып, ҡунаҡ булып ҡына киткәндәр бар. Һәр хәлдә, беҙгә хөкүмәт эш хаҡы  түләп, уларға тәрбиә бирә. Иң йәнемде әрнеткәне: беҙҙәге ҡарттарҙың өстән бер өлөшө генә беҙҙә күрһәтелгән хөрмәткә, тәрбиәгә лайыҡ бит. Ҡал­ғандары – ғүмере буйы эсеп, аҙып-туҙып йөрөгәндәр ҙә, ҡартайып һаулыҡтары бөткәс, бында килеп йығылған әҙәмдәр. Биш тапҡыр йылы аш, ярты йыл һайын энәнән-ептән сыҡҡан яңы кейем, йылы бүлмәләр, уңайлыҡтар – был ҡәҙер-хөрмәт өсөн уларҙың ниндәй хаҡы бар һуң? Уңайы сыҡҡан һайын артистар килеп концерт, байрам кисәләре ойоштора, мәсеткә йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙар ҡорбан ашы  әҙерләй, бүләк бирә. Шәфҡәт туташы бүлмәләренә килеп дауалау курстары үткәрә. Ундайҙар үҙҙәренең хоҡуғын бик яҡшы белә: аш тоҙлораҡ булһа ла, йылылыҡ етмәһә лә, кейеме бысраһа ла,  ялыу яҙа. Директорға барып ҡына ошаҡлашһа, рәхмәт әйтер инең әле, улар район хакимиәтенең йәки министр­лыҡтың социаль селтәрҙәге рәсми битенә яҙа. Алты бабай ултырып сыҡҡан, береһенең иректәге тормошо биш йылға ла тулмай. Бер бабайға 75 йәш, һәр ҡатын-ҡыҙҙы оятһыҙ тәҡдимдәре менән ялҡытып бөттө. Һуңғы дүрт йылда ғына  беҙҙән бишенсе шәфҡәт туташы китте: процедуралар ваҡытында бәйләнә, телефон номерын табып, аҡсаға айырым хеҙмәт һорай икән. Зарланыуҙар күп булғас, директор үҙ күҙәтеүе аҫтына алды, берәй ялыу булһа, ул бабайҙың үҙен ҡыуырға, тинеләр. Барыр ере юҡ, шуға бер аҙ тыйылып ҡалды. Элек һаҡсыларыбыҙ юҡ ине, ике ҡатын вахтала килгән-киткәндәрҙе генә теркәп ултырҙы. Тик элек төрмәлә “характер нығытҡан” ағайҙар берәм-һәрәм йыйыла башлағас, ысын һаҡсылар алырға, һәр мөйөш һайын камералар ҡуйҙырырға тура килде. Ике аҙна һайын полиция хеҙмәткәре килеп, профилактика үткәрә. Юғиһә ул бабайҙарҙың өсәүһе урлашҡан өсөн 2 – 3 тапҡыр ултырып сыҡҡан. Икәүһе  кеше үлтергән, икәүһе  йәш ҡыҙҙарҙы көсләгән өсөн. Бер осор төрмә закондары урынлаштырып маташтылар әле: ҡурҡытып, әбей-бабайҙарҙан аҡса алғандар, туғандары килтергән ризыҡтар менән бүлешеүҙе талап иткәндәр. Етәү ине улар, араларындағы иң ҡанһыҙын (3 тапҡыр көсләү өсөн ултырған, береһе 13 йәшлек кенә ҡыҙ бала булған), тәртипһеҙен ҡыуғас, ҡалғандары бер аҙ тыйылды. Бынан бер нисә йыл элек күрше төбәктәге ҡарттар йортоноң береһендә шундай енәйәтселәр бер-береһенә бысаҡ менән ташланған осраҡ булды бит. Береһе алған яраһынан дауаханала йән биргән. Шуға күрә йыуашыраҡ әбейҙәргә бергә йөрөргә, телефондарын үҙҙәренән ҡалдырмаҫҡа өйрәтеп ҡуйғанмын. 
Әбейҙәр араһында ла төрлөләре бар. Ышанаһыңмы, берәүһенең 11 балаһы булған. 23 йәштә үк әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителгән, шуға ҡарамаҫтан ике йыл һайын бала таба торған, һәр береһен балалар йортона алып китә торғандар. Ҡартайған көнөндә беҙгә килеп йығылды. Ярты йыл элек директор өҫтөнән ялыу яҙып, беҙҙе ҡайҙан ғына килеп тикшермәнеләр. Ул бисә пенсия аҡсаһы күсеү менән йәшереп кенә магазиндан араҡы ташый ине, аптырағас, директор картаһын тартып алған. Аҡсамды үҙләштерә, тип кемдәргә генә мөрәжәғәт итмәгән?! Банк ике ай буйы килгән аҡсаның бер генә тине лә тотонолмағанына справка ла биргән, әммә ялыу булғас, тик­шереүселәр, бер юлы тигәндәй,  барлыҡ документацияны ҡуҙғатты...
Фәрхәнә апайҙың һөйләгәндәренән күңелдә ауыр тойғолар барлыҡҡа килде.
– Һеҙҙең һөйләгәндәрҙән һуң, бындай ҡарттар йорто кәрәкме икән, тигән уйҙар башҡа килә башланы. Хөкүмәт ғүмерен эскелектә, енәйәт ҡылып  үткәргәндәргә хөрмәт күрһәтә булып сығамы? Һеҙҙә лайыҡлы кешеләр йәшәйме һуң?
– Аллаға шөкөр, бар. Әлбиттә, матур тормош кисергәндәр балаларына ла лайыҡлы тәрбиә бирә: улар яҡындарын ташламай. Шулай ҙа тормошта төрлө хәлдәр була бит. Ундай апай-олатайҙар менән эшләүе йән рәхәте. Бер нимәгә зарланмайҙар, һәр нәмәгә шөкөр итеп, доға ҡылып ҡына торалар. Ә яҙ­мыштары аяуһыҙ... Мәҫәлән, Мәйсәрә тигән апай беҙгә ире үлгәс килде. Мутлашыусылар яңғыҙ ҡатындың фатирын үҙләштергән дә, урамда тороп ҡалған. Фәнил бабай ҙа ҡатыны үлгәс япа-яңғыҙы. “Ҡатыным 50 йәшкә еткәнсе,   үҙебеҙгә етем бала алып аҫрайыҡ, тип инәлде. Хоҙай үҙ балабыҙҙы бирмәгәс, яттар кәрәкмәҫ, тип баш тарттым. Тыңламағаныма үкенәм”, – ти. Бик билдәле сәнғәт кешеһе лә беҙҙә йәшәй. Берҙән-бер улы үлгән. Башҡор­тос­тандың теге башынан 73 йәшлек инәй үҙе килде – ҡартайған көнөндә ҡул күтәргән иренән сығып киткән. 
Үҙебеҙҙең райондан тиҫтәгә яҡын оло йәштәгеләрҙең беҙҙә булыуына ҡайһы берәүҙәр аптырап та ҡуя. Уларҙың барыһының да балалары ситтә, үҙҙәренә йәшәргә илай-илай саҡырыуҙарын күп күрергә тура килде. Ә ҡарттар бер аяғы менән гүрҙә торғанда нигеҙ алыш­тырырға теләмәй. Ана, күрше Әмилә апайҙың хан һарайындай йорто тора. Ҡыҙы – Мәскәүҙә, ике улы Ҡазан ҡалаһында йәшәй. Кинйәһе: “Беҙҙең данды таратып, ҡарттар йортонда йәшәйһең. Үҙең ғүмер буйы уҡығыҙ тип ҡырға оҙаттың да, хәҙер беҙгә йәшәргә лә бармайһың”, – тип рәнйеп китте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙ балаларына кәрәкмәгән, килен-кейәүҙәренә, ейән-ейәнсәрҙәренә һыймаған ҡарттар ҙа бар. Ундайҙарҙың иңдәре нисектер ауыр йөк менән баҫылған кеүек. Күңел­дәрендәге әрнеү-һағыш, йәшерен рәнйеү уларға иркен тын алырға бирмәй.
Ун йыл эшләп, күңелем икегә бүлгеләнә... Лайыҡһыҙҙарға – нәфрәт, асыу, ерәнеү тойғоһо. Ә һуңғыларын йәлләйем. Улар менән һөйләшеп ултырам да, ҡайтҡас төнө буйы йәш түгәм. Яҙмыштарына өҙгөләнәм, тормоштарын, күңел яраларын еңеләйтә алма­ғанға үҙем әрнейем. Шуға уйланым-уйланым да, китергә булдым. Бындай эштә эшләү өсөн битараф, хатта ҡаты күңеллерәк булыу кәрәктер...
Был осрашыуға дүрт йыл ваҡыт үтте. Фәрхәнә апай эшен алыштырҙы. Йылына бер нисә тапҡыр аралашып тора­быҙ. “хәҙер күңелемә бер аҙ тынысыраҡ. Шулай ҙа яратҡан әбейҙәремдән бө­төнләй үк айырылманым: Ураҙа, Ҡорбан, 8 март байрамдарында барып, бүләктәр, күстәнәстәр тапшырып китәм. Ике әбейем, ниһайәт, балалары янына күсергә ризалашып, ҡарттар йортонан китте. Мәйсәрә әбейем мәрхүмә булды, үҙебеҙҙең туғандар ятҡан зыяратҡа ерләттем. Ҡәберен тәрбиәләп, барған һайын доғалар ҡылып торорға ниәтләнем...” – тип һуңғы яңылыҡтары менән бүлеште аҙаҡҡы һөйләшкәндә.
Ә мин уның теләген иҫәпкә алып, һөйләгәндәрен гәзит уҡыусыларға бәйән итергә форсат таптым...
                                 
  Гөлнур ҠЫУАТОВА.
* Исемдәр үҙгәртеп алынды.

Читайте нас