Махсус биттәр
6 Май 2025, 00:55

"Йондоҙ"ло табын - Фаил ЙОРТБӘКОВ

Бөгөн үҙенең аш-һыу серҙәре менән йырсы, Сибай театр-концерт берекмәһе солисы Фаил ЙОРТБӘКОВ бүлешә.

Ҡыҫтыбый

270 г иләнгән онға 130 мл йылымыс һөт, 50 г иретелгән аҡ май, ярты балғалаҡ тоҙ һәм сода, бер балғалаҡ шәкәр һалып, ҡалаҡ менән бер аҙ бутағыҙ. Артабан ҡамырҙы баҫып, эслек әҙер­лә­гәнсе йылы урында ултыртып торорға кәрәк.
5 – 6 картуфты тоҙло һыуҙа бешереп алғас, 200 мл йылымыс һөт, 50 г аҡ май, самалап ҡара борос өҫтәп, иҙмә әҙерләйбеҙ. Уға ике ҡалаҡ үҫемлек майында ҡыҙ­ҙырылған бер баш һуғанды (ваҡ­лап туралған булһын) һалып, бутарға. Шулай уҡ йәшел тәм­ләткес үләндәр турап һалырға ла мөмкин.
Ҡамырҙы ваҡ өлөштәргә (9 – 10) бүлеп, йәйергә. Уларҙы ҡоро табала ике яҡлап икешәр минут тирәһе бешереп алғас, иретелгән аҡ май менән майлап, йылы килеш урталай бөкләп һалырға кәрәк (һыуынһа, ҡамыр һынып сығасаҡ). Йәймәләрҙең уртаһына картуф иҙмәһен һалып сыҡҡас, йылы көйөнсә табынға бирәбеҙ.

Еңел һурпа

Был ашты оҙайлы табындарҙан, байрамдарҙан һуң әҙерләргә мөмкин. Туҡлыҡлы, шул уҡ ва­ҡытта еңел ризыҡ.
Ярты тауыҡты бер нисә өлөшкә бүлеп, 1 л һыуҙа бешереп алырға. Ҡайнап сыҡҡас, тоҙ өҫтәргә. Ярты кәсә (50 г тирәһе) дөгөнө йыуып, ҡайнар һыуҙа бүрттереп алырға. Аҙаҡ тағы ла берҙе һыуыҡ һыу менән сайҡатып алырға кәрәк буласаҡ. Һуғанды турарға. Бер ус ҡара емеште йыуып, һәр береһен яртылай бүлергә.
Бешкән итте һурпанан алғас, дөгөнө, һуғанды, ҡара емеште һалып, әҙер булғансы быҡтырып бешерергә. Утты һүндергәс, бөр­төклө борос, лавр япрағы, йәшел тәмләткестәр һалып, 5 минут тирәһе томалап торорға. Табынға һурпалы тәрилкәгә ит киҫәктәре һалып биргәндә матур буласаҡ.

Телдән рагу

Һыйыр малының телен (1 – 1,2 кг тирәһе) йыуып, һыулы кәс­трүлгә һалырға ла, утҡа ҡуйырға. Ҡайнап сыҡҡас, һыуын түгеп, ҡабаттан һалҡын һыу ҡойоп, 2 сәғәт бешерергә. Әгәр һурпаһы кәмеһә, ҡабаттан һыу өҫтәп торорға кәрәк. Бешкән телде кәстрүлдән алыу менән һалҡын һыуға һалһаң, тиресәһе еңел генә әрселер. Таҙартылған телде уртаса киҫәктәргә турарға.
Өс эре картуфты әрсеп, эре шаҡмаҡлап турарға ла, таҫтамал өҫтөнә һалып, бер аҙ ҡоротоп, үҫемлек майында яртылаш әҙер булғансы ҡыҙҙырырға. Артабан уға эре итеп туралған икешәр кишер менән һуған өҫтәп, 5 минут утта тоторға.
Ҡыҙҙырылған йәшелсәне тәрән кәстрүлгә һалып, 100 г спаржа (3 – 4 см оҙонлоҡта туралған), ике помидор, туралған тел итен һәм бер стакан ит һурпаһы өҫтәргә лә, бешерергә ҡуйырға. Ҡайнап сыҡ­ҡас, тоҙ, бөртөклө борос, лавр япрағы һалып, йәшелсә әҙер булғансы быҡтырырға.

 Гөлнур ҠЫУАТОВА әҙерләне.

Читайте нас