Махсус биттәр
13 Апрель 2025, 18:30

Бәләле “инвесторҙар”

35 йәшлек Аҡбулат* инде өс көн буйына эсә. Айынмайынса эскән ирҙе туғандары әрләмәй, йәлләй. Ә бына уның ҡатынын, Зәмиәне, пыр туҙҙыралар. Күҙен дә астырмайҙар бахырҙың. Бигерәк тә ҡәйенбикәһе Айгизә тетмәһен тетә генә килененең: - Диуана! Һиңмай! Һыумейе! Булыр-булыр ҙа кеше, һинең һымаҡ ҡаҡтүбә булмаҫ! Шунан ҡыҙыулығын кәметеп, ҡустыһына йүнәлтә һүҙҙәр уғын: - Ҡайҙан тап иттең был диуананы?! Башҡа ҡыҙҙар бөткәйнеме һиңә?

Бәләле “инвесторҙар”Бәләле “инвесторҙар”
Бәләле “инвесторҙар”

Бәләле “инвесторҙар”

            ...35 йәшлек Аҡбулат* инде өс көн буйына эсә. Айынмайынса эскән ирҙе туғандары әрләмәй, йәлләй. Ә бына уның ҡатынын, Зәмиәне, пыр туҙҙыралар. Күҙен дә астырмайҙар бахырҙың. Бигерәк тә ҡәйенбикәһе Айгизә тетмәһен тетә генә килененең:

- Диуана! Һиңмай! Һыумейе! Булыр-булыр ҙа кеше, һинең һымаҡ ҡаҡтүбә булмаҫ!

Шунан ҡыҙыулығын кәметеп, ҡустыһына йүнәлтә һүҙҙәр уғын:

- Ҡайҙан тап иттең был диуананы?! Башҡа ҡыҙҙар бөткәйнеме һиңә?

Зәмиә, башын ташҡа бәрерҙәй булып, үкереп илай ҙа илай, ҡаршы өндәшеү түгел, ҡарашын да күтәрмәй.

Аҡбулаттың айынмайынса эсеүенең, апаларының дыу килеүенең, дау ҡуптарыуҙарының сәбәбе елле – өс бала әсәһе Зәмиә биржала аҡса эшләргә ниәтләп, биш миллион һумды мутлашыусыларға “инвестициялаған”. Ире вахтала ауыр эштә эшләп тапҡан аҡсанан тыш, Зәмиә биш йөҙ меңде - кредитҡа, ҡалған өс миллионды кешеләрҙән, шул иҫәптән ҡәйенбикәләренән, ҡайнағаларынан бурысҡа алған. Мутлыҡ ауына оло йәштәге ҡәйнәһен дә апарып тыҡҡан: уның исеменә кредит та рәсмиләштергән, әбейҙең үлемдеккә тип йыйнап ҡуйған 95 мең һум аҡсаһын да “брокер иҫәбенә” һалған. Зәмиә ҡәйенбикә-ҡайнағаларынан үтескә аҡса алғанда, Аҡбулатҡа тыуған көнөнә сюрприз яһайым, ләкин был әлегә сер, бер кемгә лә өндәшмәй тороғоҙ, аҙаҡ белерһегеҙ, тигән. Тиҙҙән ғәләмәт байыйым, аҡсаны көрәп аласаҡмын, бурыстарҙы “һә” тигәнсе ҡайтарам, тип дәртләнгән, ғаилә менән диңгеҙгә ял итергә барырға, ҡалала бер-ике фатир алырға, машинаны яңыртырға хыялдар ҡорған Зәмиәнең ҡыуанысы эсенә һыймаған. Уның күҙҙәре ялтырап торғас, Айгизәләр аптыраған, ләкин артыҡ әһәмиәт бирмәгән. Сит кеше булһа, бәлки муллап аҡса ла тоттормаҫтар ине, килен үҙҙәренеке бит, етмәһә, бер айға ғына, тип һорағас, финанстары менән бүлешкән.

- Эшләне ҡустыбыҙға “сюрприз”! Барыбыҙға ла “сюрприз” яһаны аҡылһыҙ килен, - тип һыуына алмай пыр туҙа Айгизә. – Ҡустыбыҙҙың тыуған көнөнә онотолмаҫлыҡ бүләк булды. Әсәйебеҙҙең ҡан баҫымы кинәт күтәрелеп, инсульт һуҡты. Мин үҙем дә сәсрәп көйөүҙән саҡ тәгәрәмәнем. Ҡылды ҡылыҡты килен! Ярай, беҙ көтөрбөҙ ҙә, ти. Ә башҡалар бит көтөп тормай, аҡса таптыра! Кредит йөкләмәләре лә түләүҙе талап итә. Ҡустым бер үҙе эшләй, килен өйҙә ултыра, өс бала... Беҙ ҙә туйып һикермәйбеҙ, беҙҙә лә артыҡ аҡса юҡ. Юҡты бар итеп бирҙек.

Килен нимәһен уйлап, инвестиция тигәнгә ҡыҙыҡҡандыр. Белеме булһа, бер хәл. Уғамы инвестиция баҙарына тығылырға? Мин, бухгалтер була тороп, биржа-миржаның рәтен-сиратын белмәйем, аңлап етмәйем. Килендең уйламай эш итеүе арҡаһында күпме бәлә... Хәҙер ана ҡустыбыҙ, әсәй өсөн дә борсолоп, ул ҡәҙәрем аҡсаны ҡалайтып түләп бөтөрбөҙ, тип тә ҡайғырып, эсеп йөрөй...

Бер Аҡбулаттарҙың ғына түгел, бихисап ғаиләләрҙең үҙ “Зәмиәләре” яҡындарын ҡайғыға һалып, бәкәлдәренә һуға, бурыс һаҙлығына батыра.

Өфөнән 29 йәшлек ир ҙә шул уҡ мутлыҡ схемаһының ҡорбаны. Ул интернетта билдәле банктың аҡса һалып, килем алыу мөмкинлеге тураһындағы рекламаһын күрә. Енәйәтселәр банктың исемен үҙ мәнфәғәтендә файҙалана, тип башына ла индермәй. Ҡыҙыҡһынып, һылтанма буйынса күскәндән һуң, уның телефонында автоматик рәүештә билдәһеҙ ҡушымта барлыҡҡа килә. Ҡушымтала уға йәше, гражданлыҡ хаҡындағы һәм башҡа һорауҙарға яуап бирергә, телефон номерын теркәргә тәҡдим ителә. Ир һорауҙарға яуап яҙа.

Бер аҙҙан уға мессенджер аша шылтыраталар. Шылтыратыусы үҙен халыҡҡа биржала сауҙа итергә ярҙам итеүсе компанияның хужаһы итеп таныта: "Ярҙам бушлай түгел, клиенттарҙың килеменең 30 процентын алабыҙ". Ул иргә тағы бер ҡушымтаны күсереп алырға һәм почтаһын, телефон номерын һәм паролен күрһәтеп, шунда теркәлергә күндерә. Бынан һуң иргә 5 мең һум күләмендә һынау суммаһы индерергә тәҡдим итәләр. Артабан уға өсөнсө инвестиция ҡушымтаһын ("алмаштырыусы"ны) телефонға күсереп алырға, почта, электрон аҡса янсығы һәм телефон номерын яҙып, шул "алмаштырыусы" менән мессенджер аша бәйләнешкә инергә ҡушалар. "Куратор" эш схемаһын аңлата: ир аҡсаны "алмаштырыусы" аша ебәрергә тейеш була, йәнәһе лә, һуңғараҡ сумма уның электрон янсығына кире ҡайтарыла ла, биржала сауҙа итеү өсөн ҡулланыла.

Мутлашыусыларға ышанып, ир үҙенең иҫәбен 2,5 миллион һумға тулыландыра. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, иҫәбенең 35 мең долларға етеүен хәбәр итәләр. Әммә артынса иҫәптең блокка ҡуйылыуы тураһында белдереү килә. Мутлашыусылар “блокты алыу өсөн” 4 мең доллар таптыра. Ир уларға ышанып, кредиттар ала ла, күрһәтелгән сумманы күсерә. Тик иҫәп һаман “блокта” ҡала. Уны алыр өсөн мутлашыусылар "ышаныслы кеше" эҙләп табырға ҡуша. Зыян күреүсе ҡатынына мөрәжәғәт итә, һәм улар бергәләп "страховка" түләй башлай. Ләкин табышты алырға маташҡан саҡтарында һәр ваҡыт яңы "хаталар" табыла һәм өҫтәмә түләүҙәр талап ителә. Ирле-ҡатынлы, мутлашыу ҡорбаны булыуҙарын аңлағансы, 5,5 миллион һумға яҡын аҡсаһын юғалта.

- Был тарихтар - алдаҡсыларҙың халыҡтың ышанысын файҙаланып, "табышлы инвестициялар" менән ылыҡтырыуҙарының сағыу миҫалы, - тип яҙа Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте. - Шуны иҫтә тотоу мөһим: әгәр таныш булмаған кешеләр юғары килемле инвестиция тәҡдим итә икән, айырыуса шикле ҡушымталар йәки сайттар аша, был һәр саҡ алдаҡ! Бер ҡасан да сит кешеләргә аҡса күсермәгеҙ һәм аҡсағыҙҙы шикле "кураторҙарға" ышанып тапшырмағыҙ. Аҡса һалыр алдынан, финанс эксперттары менән кәңәшләшегеҙ һәм компания тураһында мәғлүмәтте тикшерегеҙ. Һаҡ булығыҙ! Финанс именлегегеҙ үҙегеҙҙең ҡулда. 

Ошоға өҫтәп, кемдер һеҙҙән ҙур сумма аҡса һорай икән, бирергә ашыҡмағыҙ, тип кәңәш итәбеҙ. Бәлки, ул муттарҙың ҡапҡанына эләккән бисаралыр. Тиҙ арала анһат ҡына аҡса эшләргә йыйынған кешеләр үҙҙәрен генә түгел, башҡаларҙы ла кредит ҡолона әйләндерә – быға миҫалдар донъя! Айыҡ аҡыл менән эш итегеҙ, Зәмиә кеүек булмағыҙ.

Баныу Ҡаһарманова.

* - бөтә исем дә үҙгәртеп алынды.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас