Бөтә яңылыҡтар
10
Махсус биттәр
20 Март , 11:53

Тимер бығау эҙҙәре

***

Хәҙисә ата-әсәһен иҫләмәй ҙә. Уны өләсәһе менән ҡартатаһы ҡарап үҫтерҙе. Ҡарттар һөйләүе буйынса, әсәһе нин­дәйҙер бик йыраҡ, поездар үтеп-һүтеп йөрөгән ҡалаға киткән. Эше бик мөһим булғанға уны ауылға ҡай­тармайҙар икән. Былай ҙа өләсәләрен әсәй урынына күреп эҫенгән балаға ул ҡатын сит кеүек ине инде. Теремек, еңел кәүҙәле Сафура әбей фермала һаман быҙау ҡараусы булып эшләй. Шуға ла улар аҡтан өҙөлмәне. Ейәнсәрен дә һәр ваҡыт үҙе менән йөрөттө. Аҡмулла бабай колхозға ҡышын – сана, йәйен арба эшләне. Икеһе лә эшкә әрһеҙ булды. Әбейе аш-һыуға оҫта, йорттарын да балҡытып тотто, тик әҙерәк ҡолаҡҡа ҡатыраҡ ине. Янына барып, ҡысҡырып әйтмәйенсә ишетмәне. Хә­ҙисәнең дә әҙерәк ғәриплеге булды: уң аяғы аҡһаңҡырап атланы. Сабый донъяға килгәс тә һыңар аяғы ҡайтышыраҡ  икәне һиҙелде. “Тора-бара тигеҙләнәсәк”, – тип йыуатты табиптар әсәне. Үҫә төшә, тиҫтерҙәренән айырмалы рәүештә, уның кәмселеге нығыраҡ күҙгә ташлана башланы. “Сатан” ҡушаматы ла йәбештер­ҙеләр. Өләсәһенең алдына ятып әллә күпме: 
– Бынан һуң мәктәпкә бармайым! Мине Ғәлимә әсәй янына ебәрегеҙ, бөгөн үк китәм! – тип илағаны  булды. Уныһы ҡытыршы ҡулдары менән ейәнсәренең сөм-ҡара сәстәренән һыйпап: 
– Эй, балаҡай, ни хәлдәр генә ҡылайым икән? Ҡулымдан килһә, үҙем өҫтәр инем һиңә аяҡтар. Ябай түгел, ә көмөштән! – ти ҙә, баланы алдаштырып, үҙе уйлап сығарған серле, мөғжизәле хикәйәткә күсә. Уныһы илауынан туҡтап, күҙҙә­ренән осҡондар сығарып, тыңларға тотона. 
Тормош һәр ваҡыт әкиәттәгеләй дауам итһәсе. Юҡ шул. Уның артында тағы ла шомлорағы ҡалҡып сыға. Ҡыҙыҡай бишенсе класҡа күскән ваҡытта, ҡартатаһы үпкә сире менән мәрхүм булып ҡалды. Сафура әбейҙең дә ҡайғынан хәле мөшкөлләнә төштө. Ферма юлын ташлап, өй эсендәге ваҡ-төйәк менән генә булыша башланы. Ә Хәҙисә кәкүк әсәһен эҙләп күпме генә хаттар ебәрһә лә, яуап килмәй. Ҡыҙ уның был донъяла юҡ­лығына тамам ышанып, ҡул һелтәргә булды. Һигеҙенсене этеп-төртөп ти­гәндәй тамамланы ла, өләсәһе юлын дауам итеп, фермаға һыйыр һауырға сыҡты. Унда-бында һөтөн алып ҡайтып, ҡатығын ойотоп, ҡорот киптерҙе. Эштә олораҡ апайҙар уға ярҙам итеп, кәңәштәрен бирҙе. Иртән иртүк барыуға ферма умарта кеүек геүләп торор ине. Мал ҡараусы ир-аттың “һайтылдап” һыйырҙарҙы айырғандары, ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡысҡырып көлгәндәре... Эттәрҙең ләүкелдәгәндәре хатта ауылға ишетелә. Хәҙисә эшкә һәр ваҡыт күрше Зәйтүнә апаһы менән йөрөнө, сөнки иртүк барыуы шомлораҡ. Ҡышын бигерәк тә. Етмәһә, ауылға бүреләр төшә, тип тә һалдырҙылар.
Һыуыҡ ҡыш үтеп, ергә йәмле яҙ килде. Бар тирә-яҡ йәшел хәтфәгә күмелде. Хәҙисә был айҙы 15 йәшен тултырып ҡаршы алды. Ҡарлуғастай ҡыйғас ҡаштары, оҙон керпектәре, аҙ генә бүлтәйеп торған алһыу ирендәр ап-аҡ йөҙөн тағы ла матурлап, сафландырып ебәргән төҫлө. Парта артынан киткәне бирле “сатан” ҡушаматы онотолоп тора. Шулай ҙа урам араһында бик йөрөргә яратмай. Ҡыҫҡа аяғын күрһәтмәҫ өсөн, оҙонораҡ итәкле күлдәк кейергә тырыша. Бөгөн һауынсы апалары уға бүләк әҙерләгән. Эшкә барыуға барыһы ла ап-аҡ муйыл сәскәһенән әҙерләнгән гөлләмәләр тотоп ҡаршы алды. Бригадир Ләлә апай һүҙ тотоп: “Һеңлекәшебеҙ, һине бөгөн сәскә атҡан ваҡытың менән ҡотлайбыҙ!” – тип матур теләктәр әйтеп, аҡса тотторғас: “Теләгәнеңде алырһың”, – тип күҙ ҡыҫты. Унан һуң башҡалар ҡушылды был ихлас ҡотлауҙарға. Араларындағы осоп-ҡунып торғаны: “Ҡыҙҙар, былай булмай, эштән һуң Сафура инәйебеҙҙең тәмле сәйен эсеп ҡайтабыҙ”, – тип ҡуйҙы. Барыһы ла бер тауыштан риза булды. Ҡыҙ йәһәтләп эшен бөттө лә, тиҙерәк ҡайта һалып, өҫтәл әҙерләргә ашыҡты. 
Һауынсылар килеүгә бар нәмә шартына килтерелгән ине. Йырлашып-көлөшөп, Сафура әбейҙең уҫал балын эсеп бер аҙ ултырғас, һәр кем ҡайтырға таралышты. Хәҙисә тышҡа сыҡты. Ниндәй рәхәт: саф һауа, танауына яҙ, муйыл еҫе килеп бәрелде. Береһенән-береһе уҙҙырып ҡоштар һайрай. Исмаһам, ошондай илаһи минуттарҙы бергә кисереп ултырыусы әхирәте лә юҡ бит уның. Күптән үҙенең тиҫтерҙәренән ситләшеп бөттө шул. Уларҙың һәр береһе кәмһетеп ҡараған төҫлө ине уға. Шуға ла күберәк олораҡтар менән аралашты. Берәүгә лә ғашиҡ булып, мөхәббәт хисен татығаны юҡ. Атаһы менән әсәһен күрмәй үҫкән балаға ундай хискә күңел төпкөлөндә урын юҡ һымаҡ. Бала саҡтан уҡ йомолоп үҫкәнгәме, ҡаты бәғерләнә башланы. Урамдан әсә менән баланың етәкләшеп уҙғанын рәшәткә ярығынан ғына күҙәтеп ҡалыр ҙа, кәмһенеүенән оло өйәңке төбөнә ҡартатаһы эшләп биргән кескәй ҡыуышҡа инеп, ергә ҡапланып илар булды. Әсәһе уны, ғәрип баланы үҫтергәнсе, тип ташлап киткәндер. Башына ошондай уйҙар килһә, йөрәге тағы ла дөпөлдәп тибә башлай. Яҡты тормошто үҙенсә кисерә Хәҙисә. Өләсәһенә генә кәрәк ул.
Тағы ла яңы көн тыуҙы. Ҡыҙ иртәнге һауынға барырға йыйынды. Сафура әбей ейәнсәрен оҙатҡанда:
– Балам, бер юлы Байсәләмгә әйт, өй ҡыйығының мөйөшөн ябып китһен әле. Ямғыр яуһа, стена һыулана ла тора, – тине. 
Хәҙисә фермаға барғас та өләсәһенең йомошон еткерҙе. Уныһы алдан уҡ ошо һүҙҙәрҙе көтөп йөрөгән кеше кеүек күҙҙәрен ялтыратып: “Булдырабыҙ уны,  һеңлекәш!” – тип, устарын бер-береһенә һуғып алды. Ул да белә кемдең йомошон йомошларға: әбейҙең әсе балын һәр кем ауыҙ итә алмай шул.
Ҡыҙ арып-талып ҡайтҡанда ир ҡушылған эште тамамлап, өҫтәл артында ултыра ине. Өйөндә әрләп ҡаршы алыусы ҡатын-ҡыҙ булмағас, иркенләй бирҙе. Әбейгә ни, хәбәр һатып, көн үткәрергә иптәш кенә булһын. Тора-бара элеккегә төшөп киттеләр. Байсәләмдең дә йәше үтеп бара, ул да яңғыҙ ҡарға кеүек донъя көтә. Ата-әсәһе йәшләй генә вафат булды. Ике ағаһы ла үҙ ғаиләһен ҡороп, ситкә сығып киткән. Ҡарап тороуға баҫалҡы, ипле һөйләшә. Эсендә нимә ҡайнайҙыр, уны белгән әҙәм юҡ. Ҡулынан килмәгән эше юҡ. Ошо осорҙа ғына әллә күпме файҙа килтерҙе Хәҙисәләргә. Килгән һайын утынын бысып, ярып китә. Ә бер нисә көн  килмәй торһа, уларға кемдер етмәгән төҫлө тойола. Хәҙисә уны яҡын ағаһы һымаҡ үҙ итте. Кескәй ваҡыттан яңғыҙ үҫеп, һәр ваҡыт ишле ғаиләләргә күҙе ҡыҙыға ине. Ә ир, киреһенсә, яңы бөрөләнеп, тулышып килгән ҡыҙҙы ҡосағына ҡыҫып, һутлы ирендәренән үпкеһе килде. Төндәр буйы ҡыҙҙы ана шулай күҙ алдына килтереп, уйланып ятыр булды.
Бер көн Хәҙисә киске һауындан арып ҡайтып, тиҙ генә ҡапҡыланы ла, яғылған мунсаға инеп китте. Бер аҙ парланып йыуына ғына башлағайны, мөгөҙһөҙ һыйыр һымаҡ, һалмыш Байсәләм килеп кер­мәһенме! “Һеңлекәш, һыуыҡ һыу алып килдем”, – ти. Ә үҙенең күҙҙәре  эләүкә өҫтөндә ултырған сыр яланғас ҡыҙҙы ҡапшай. Хәҙисә ҡурҡышынан сәрелдәп ҡысҡырып ебәрҙе. Оран һалыу менән ни, ҡолаҡҡа ҡаты Сафура әбей ишетәме һуң уны?! Ир эстән келәне элеп, оят ерен тас менән ҡаплап, дер ҡалтыранған ҡыҙ янына килеп, шашып үбергә кереште. Әзмәүерҙәй ир янында ҡыҙ үҙен бәләкәй генә сысҡан шикелле тойҙо. Ҡаршы­лашып та ҡараны, тик файҙаһыҙға ғына булды. Хәлһеҙләнгән кәүҙәһенә баш була алмай, иҙәнгә шыуып төштө. Иргә шул етә ҡалды: ҡалтыранған ҡулы менән ҡыҙҙың сәстәренән һыйпап: “Рәнйемә бер үк,  Хәҙисә! Һинең яныңдан мин бер нисек тә тыныс үтеп китә алмайым. Сихырланың бит мине! Һиңә тиклем бер ҡатын-ҡыҙ менән дә улай булғаны булманы. Теләйһеңме, һине кәләшлеккә алам?” – тине. Ҡыҙ оялышынан да, ҡурҡышынан да нимә әйтергә белмәй, тороп кейенде лә, өйөнә ҡарай йүгерҙе...
Йәмле йәйҙәр, көҙҙәр үтеп, ер үҙенең ап-аҡ юрғанын ябынды. Мунсала булған ваҡиғаны ир менән ҡыҙҙан башҡа берәү ҙә һиҙмәне. Ябылған ҡаҙан ябыуы менән ҡалды. Хәҙисә башҡаса ирҙе үҙ янына яҡын да ебәрмәне. Байсәләм Сафура әбейҙәргә һирәк кенә булһа ла килгеләп йөрөнө. Тик, беҙ ҡапсыҡта ятмай, тигән кеүек, күпме генә йәшерергә тырышһа ла, ҡыҙҙың яйлап ҡорһағы беленә башланы. Эшкә барһа, эсен һыҡтырып бәйләп йөрөгән булды. Шулай бер күрше Зәйтүнә апай:
– Һин, балаҡай, йөклөгә оҡшайһың! Төҫөң дә үҙгәрҙе, башҡалар менән аралашыуҙан ҡаса башланың. Байсәләм берәй эш ҡылып ташланымы әллә? – тип, алдан шәпләп китеп барған ҡыҙҙың ҡулынан тартты. 
Уныһы һорау урынына ыҡ-мыҡ итеүҙән башҡа һүҙ әйтә алманы. Берәү менән дә йүнләп асылып  һөйләшкәне  юҡ шул. Үҙ-үҙенә бикләнде. Өләсәһе – “ҡарт бүре” – ейәнсәренең тамаҡ ашамай, көн дә бойоғоп бер нөктәгә ҡарап тик ултырыуынан һиҙеп тора. Юҡ-бар һорау биреп, йәнен телгеләмәйем, тип кенә өндәшмәй. Шунда ла үҙ кәңәшен бирҙе:
– Байсәләмдең дә  яҡын бер кеме юҡ, әллә бергә килешеп тормош ҡороп ҡарайһығыҙмы? Балаға бит атай кәрәк. Минең дә йәшем үтеп бара, бөгөн-иртәгә  ҡартатайың үҙ янына саҡырыр. Һине ҡурсалаусы ир-ат кәрәк, балаҡайым! Яҙмышыңа үпкәләмә, Аллаһы Тәғәләнең тәҡдире. Был яҡты донъяға үҙ ризығың менән тыуғанһың, күрәсәгең шулай булыр, тип кем уйлаһын. Ҡабул ит уны, балам! – тип ҡыҙының үҫмер генә көйө саллана башлаған сәстәрен нәҙек бармаҡтары менән тараны.
Хәҙисәгә күптән өләсәһенең аҡыллы һүҙҙәре генә кәрәк булғандай, башын яҡынының алдына һалып үкһеп илап ебәрҙе. Күҙенә йәш эркелгән әбей ҙә ҡолонсағына ҡушылды...
Уның үҙенә оҡшап, аҡ йөҙлө, ҡап-ҡара сәсле улы тыуҙы. Бала тыуҙырыу йортондағы ҡатындар уға ҡарап: “Үҙе бала кеүек кенә, етмәһә, баһадир сабый тапты!” – тип тел шартлатты. Йәш әсәне кемеһелер йәлләп: “Эй, ҡуй инде, ғәриплегенән көлөп берәйһе мыҫҡыл иткәндер. Йәш баланы әрәм иткәндәр. Ярай ҙа ул әҙәм аҡтығы ҡатынлыҡҡа алыуҙан баш тартмаһа?” – тип уфтанды. Сабый тос ҡына ине. Әсәһенең һөтө етмәй аптыранғас, палаталағы бер апай йәлләп имеҙҙе. Баланы ауырға уҙыуын һиҙгәндән үк Хәҙисә яратмай ине. Унан ҡотолоу сараһын күрер өсөн, өләсәһенән йәшереп мунсала төрлө төнәтмәгә лә ултырып ҡараны. Файҙаһы булманы. Тыуғас та янына алып килеп һал­ғайнылар, башын борғослап, имергә тип әсәһенең түшен эҙләгән сабыйын алып ырғытырҙай булды. Шунда ла көр тауышы менән ҡысҡырып илап ебәргән балаһының йөҙөнә ҡарамайынса ғына, түшен ауыҙына ҡаптырҙы. Уныһы мыш-мыш килеп, супылдатып һура башланы. Ҡатын ҡытығынан саҡ түҙеп, балаһының имеп йоҡлап киткәнен  көтөп, урынына ипләп кенә һалды ла, тороп китте. Тәҙрәнән тышҡа ҡараны. Ана, бер матур, олпат ҡына, ауыҙы ҡолағына еткән ир ҡулына гөлләмәләр тотоп тегеләй-былай йөрөй. Тегендәрәк еңел машинанан ыҫпай ғына кейем кейгән ирле-ҡа­тынлылар төштө. Үҙҙәре был яҡҡа ҡарап ҡул болғай. Хәҙисә ят әҙәмдәрҙе күреп уңайһыҙланып китте. Әллә үҙенә сәләм бирәләрме? Әсәһе ҡыҙының бәпес тапҡанын ишетеп ҡайтҡанмы? Әйләнеп ҡараһа, артында торған бүлмәләш ҡатын уларға яуап итеп ҡул болғай икән. Йөҙөнән ҡыуаныс сатҡылары һирпелеп тора. Йүгереп барып карауатта мышнап йоҡлап ятҡан сабыйын күтәреп, те­геләргә күрһәтә башланы. Үҙе: “Ана-а, өләсәй менән ҡартай килгән. Зөлфиә ҡыҙым ҡайҙа, күрһәт, тиҙәр. И-и, минең еҫлегөлөм, тәмлекәсем!” – тип, ҡыҙының битенән үбә-үбә һөйләнә башланы. Ошо минутта Хәҙисәнең йөрәген нимәлер сыйып үткән һымаҡ тойолдо. Хәлһеҙ­ләнгән аяҡтарын көскә һөйрәп сабыйы ятҡан карауаты янына саҡ барып етте.
Хәҙисәләрҙе алып ҡайтырға  колхоз бригадиры үҙенең еңел машинаһын бирҙе. Гөлләмәләрҙе Зәйтүнә күршеһе табиптарға тотторғас, сабыйҙы үҙ ҡулына алды. Бергәләшеп, шау-гөр килеп, ҡайтып та еттеләр. Сафура әбейгә бергә эшләгән һауынсы апалары ярҙамлашып, өҫтәл әҙерләгән. Өрлөккә сөй ҡағып сәңгелдәк тә элгәндәр. Сабый ҡайтыуға өйҙә барыһы ла тейешенсә әҙерләнгәйне. Иртәгеһен мунсаға һыу ташып,  өләсәһе менән сабыйҙы ҡойондороп алдылар. Ауыл муллаһына, күрше-күләнгә генә әйтеп, Ғимран тип исем ататтылар.

Зифа ИШМЫРҘИНА. 
Ейәнсура районы.

(Дауамы бар).

Зәйтүнә апай килһә баланы уйнатып, көлдөрөп, яратып ҡайтып китә. Хәҙисә баланан һуң өҙлөк булып, бер аҙ ауырып алды. Түшенең һөтө кәмегәнгә шешәгә күстеләр. Малай тиҙ асыға, шуға төндәр буйы ҡысҡырып илап сыға. Былай ҙа яратмаған сабыйын күрә алмаҫлыҡ хәлгә етә башланы йәш әсә. Көндөҙ уны йоҡларға һала ла, тыштан өйгә инмәҫ өсөн юҡ-бар менән булышып тик йөрөй. Балаһының ярһып илағанын ишетмәмеш була. Өләсәһе аптырап:
– Ҡуй, балам, ал инде, ярһытма шуны. Шешәһен бирһәм дә алмай бит ауыҙына, һинең ҡулыңа алғаныңды көтә, – тигәс, Хәҙисә өйгә йүгереп инеп кейемен һалды ла, сәңгелдәктә ятҡан сабыйын алып, карауатҡа елләп ебәрҙе.
– Тымаһыңмы, юҡмы? Мә, им! – тип һөтлө шешәнең имеҙлеген баланың ауыҙына көсләп тыҡты. Уныһы ҡурҡышынан тағы ла көслөрәк илай башланы.
Бер көн шулай имсәк иммәй, әллә берәй ере ауырттымы, башын борғослап, эй, ярһыны бала. Сафура әбей күршеләренә йомош менән ингәйне. Был юлы инде, сығарынан сыҡҡан ҡатын улын иҙәнгә атып бәрҙе. Бахыр кескәй йән эйәһе иҫен юғалтып, “Тиҙ ярҙам” саҡыртып, дауаханаға алып барҙылар.
...Тормош шулай дауам итте. Йәш ҡатындың холҡо үҙгәрҙе. Аптырағандан дауаханаға алып барғайнылар, табиптар: ”Психикаһы боҙолған, был сир тыумыштан булған!” – тип әллә күпме дарыу яҙып бирҙе. Малайына бер  йәш тирәһе булғандыр, әбейҙе яҡын һеңлеһе, бер аҙ беҙҙә ял итеп ҡайт, тип икенсе ауылға алып китте. Ғимран ниндәйҙер уйынсыҡ таптырып илағас, әсәһе елкәһенән һөйрәп алып сығып, эт урынына улының аяҡтарына тимер сынйыр тағып, бағанаға бәйләп ултыртты. Үҙе өйгә инеп, илаған тауышын ишетмәҫ өсөн башын мендәр менән ҡаплап, карауатҡа ауҙы. Бәлки, яҡлаусы булмағанлыҡтан файҙаланғандыр. Былай булһа оло кеше ейәнен улай кәмһетергә юл ҡуймаҫ ине. Көн кискә ауышҡас, Хәҙисә арҡаһына алама ғына йоҡа шәлен һалып, тышҡа сыҡты. Тауыш-тын юҡ. Бала илауҙан арып, һалҡындан ҡасып, Аҡтырнаҡтың ояһына инеп йоҡлап киткән. Ҡатынға шул ғына кәрәк ине. Усаҡлығына инеп, ҡаҙан аҫтына яғып ебәрҙе. Тауыҡтарына ем бүрттерергә кәрәк. Һыуы ҡайнап сығыуға бойҙайын һалып ебәрҙе. Тирә-яҡҡа тәмле генә, боҫло аш тәме таралды. Оялағы малай ҙа, аш еҫен һиҙеп, алдағы ап-аҡ өс тешен күрһәтеп йылмайып, кирелеп алды. Һаҡаулап : ”Әззәү”, – тип тауыш бирҙе. Аяғына баҫып, әсәһенә ҡаршы, бер ике генә аҙым яһағайны ла... Яңы ғына  ҡыуанып, тәпәй баҫып йүгергеләгән аяҡтары тимер сынйырға бәйләнгән килеш, түкмәс атып, маңлайын һыҙырып та алды. Кескәй ҡулдары менән ергә таянып тағы аяғына баҫты ла: ”Әззәү!” – тип көслөрәк тауыш сығарып, ҡысҡырып илап ебәрҙе. Хәҙисә сабый баланың илауын эттең туҡтауһыҙ ләүкелдәгән тауышы һымаҡ ҡабул итте. Шуға ла бер ни булмағандай үҙ эше менән була бирҙе. Бала тамағы ҡарлыҡҡансы иланы ла, кире урынына  ултырып, аяғындағы тимер бығау менән уйнай башланы. Ул да булмай, ҡайҙалыр йөрөгән Аҡтырнаҡ та ҡайтып инде. Малай этте күреү менән ҡыуанысынан ҡысҡырып көлөп ебәрҙе. Бының был яғына, иптәш табылды, уға ҡурҡыныс түгел хәҙер. Ҡатын ҡаҙандағы бойҙай ашын әҙ генә әсеп ойоған һөткә болғап, эт алдына алып барып ултыртты ла, улына ла ашарға берәй нәмә алып сығайым, тип өйөнә инеп китте. Сыҡһа, бала эте менән бергә теге бутҡаны йыпыртып ултыра. Шунда ла сөм һауытҡа һалынған бутҡаны улының ҡулына тотторҙо. Уныһы әсәһенең ҡулындағы табаҡты этеп, ике ҡулын яҡынына һуҙҙы. Сөм ҡара күҙҙәрен йәшләндереп: ”Һоп ит, әззәү!” – тигән булды. Уныһы балаһының күҙҙәренә тура ҡарамаҫ өсөн, нисектер күңеле йомшарып, сынйырын ысҡындырҙы ла, күтәреп өйгә алып инеп китте. Эй, сабыйҙың ҡыуанғаны шунда. Кескәй ҡулдары менән әсәһенең сәсәтәренән яратып, алмаш-тилмәш биттәренән үпте, башын яҡынының күкрәгенә һалып, һөйгән булды. Хәҙисәнең туңған йөрәге ошо кескәй сабыйҙың иркәләүенә лә, тәмле еҫтәрен лә, матур ғына өндәшеүенә лә иреһәсе. Юҡ шул. Ул хәҙер улын ғына түгел, бар донъяны күрә алмаҫлыҡ сиккә етте. Ҡасандыр ғаилә дуҫы булған Зәйтүнә апаһы ла ситләште уларҙан. Ауыл халҡы тора-бара ҡатынға ”Монашка” ҡушаматы таҡты. Уны әҙ генә урам араһында күрһәләр, бер-береһенә төртөшөп, ситкә тайпылдылар.
Айҙар, йылдар үтте. Малайҙың атаһы ҡайҙалыр олағып, юҡҡа сыҡты. Аҡ сәсле, йомшаҡ күңелле Сафура әбейҙе һуңғы юлға оҙаттылар. Үлерен белгәндер инде, Хәҙисәһенә һәр ваҡыт кәңәш биреп:
– Эй, балаҡайым, күпме генә үҙ әсәңдән артығыраҡ, тормошсан тәрбиә биреп ҡараным. Үҙеңә кәрәген алғанһыңдыр, тип уйлайым. Һәр кем ғүмерлек түгел. Кемдер тыуа, кемдер үлә, тигәндәй, мин китһәм, һеҙгә ауыр булыр инде. Шунда ла бирешмә. Тормоштоң ағышына ҡаршы атла. Үҙеңде, балаңды бер ваҡытта ла сит-яттарҙан кәмһетергә бирмә. Яңғыҙ ҡарға яҙ килтермәй, ти. Тормош юлын бергә атларлыҡ пар тап, һәр нәмәне дөрөҫ аҡыл менән эшлә. Зинһар өсөн сабыйыңды ҡара, матур итеп үҫтер. Ул һинең буласаҡ ярҙамсың, йәшәүгә дәрт биреүсе нурың! – тине.
Әбейгә ейәнсәренең холҡо бер остоҡ та оҡшамаған ине шул. Сафура әбей шул тиклем оло йөрәкле, һүҙгә бай, аҡыллы, талашып айырылышҡан парҙарҙы йылы һүҙҙәре менән иретеп ҡауыштыра ине. Йомош һорап килгән бер кемде лә кире бороп сығарманы. 
Хәҙисә ике ҡулһыҙ тороп ҡалғандай булды. Ирҙәр эшенең барыһын да булдыра алмағас, күрше ауылдан йомош-фәләнгә килеп йөрөгән Вәлиулла исемле бер әҙәмде йортҡа индереп алды. Килгәндә йолҡош хәлендәге ир, мунса төшөрөп, йыуындырып алғас, әҙәм рәүешенә инеп ҡалды. Тик эсергә ярата ине. Һәр ауыр эште башҡарған һайын, “аҡ баш” һораны. Иртәнсәк баш төҙәтергә тағы кәрәк. ”Әйҙә, арығаның бөтөр!” – тип, ҡатынды ла үҙ артынан өйрәтеп алды. Өйҙә йүгереп уйнап йөрөгән малайҙы бар тип тә белмәнеләр. Бала үҙ тамағын үҙе туйҙырырға өйрәнеп китте. Үҙенән ҡалған ризыҡтан, тышта ҡойроғон болғап ятҡан Аҡтырнағына ла өлөш сығарҙы. Уныһы ла рәхмәтен әйтә белгән кеүек малайҙың ҡулын, битен ялап алған була. Бер көн шулай, бесән күбәләп ҡайтҡан әсәһе, йыуынып ашарға инһә, иртәнсәк бешереп киткән ашы мейес эсендә юҡ. Суйыны эт алдында ултыра. Был хәлде күреп, сығарынан сыҡҡан әсә кеше: ”Ғимран! Һин ҡайҙа?!” – тип ҡысҡырып ебәрҙе. Ауыҙы йырылған малай әсәһенең тауышын ишетеп, кәртә артынан йүгереп килеп сыҡты ла, ҡыуанысынан: ”Әззәү ҡайтҡан!” – тип ҡосаҡлайым тигәнсе, уныһы балаһының арҡаһына шыйыҡ сыбыҡ менән һуғып ебәрҙе. Сабый ауыртыуына сыҙай алмай ҡысҡырып илап ебәрҙе. Хәҙисә туҡтарға уйламаны, эт алдындағы суйынды алып, улының башына бәрҙе.
– Был нимә ул? Ҡайҙа аш? – тип сыбыҡ менән тағы шыйырҙы.
Бала аяҡтарын тотоп сүкәйеп, илау ҡатыш:
– Ауыта, теймә, һуҡама! – тине.
Эт тә баланы йәлләгән кеүек шыңшып алды. Ас кешенең асыуы яман, тигәндәй ҡатын:
– Бөгөндән үк өс көн тамаҡһыҙ ултырасаҡһың! – тип, улын тағы ла тимер сылбырға эләктереп өйгә инеп китте.
Төн етте, өйҙәгеләр уттарын һүндереп, йоҡларға ятты. Август айының уртаһы булғанғамы, көҙгә тартым – кистән үк һалҡынайта башлай. Кескәй Ғимран илауҙан да, һыҙланыуҙан да арып, Аҡтырнаҡҡа һыйынып тәмле йоҡоға талды. 
Тау араларында ыуыҙланып ҡына ҡалҡып килгән яҡтылыҡ  күренде. Сабый йоҡлаған ҡыуышты йылытырға теләп, ҡояш апай бар нурҙарын шунда йүнәлтте. Эт тә малайҙы уятып ҡуймайым, тигән кеүек, һәр тауышҡа һаҡ ҡына ҡолаҡ һалып ятты. Көн яҡтырыр яҡтырмаҫтан, кешеләр малын көтөүгә ҡыуҙы. Хәҙисә лә, гөмбөрҙәтеп һыйырын һауып алып, ихатанан сығып китте. 
Шулай итеп, Ғимрандың михнәтле тормошо башланды. Ярай тоғро юлдашсыһы – Аҡтырнағы бар. Бауҙа бәйле ултырған ваҡыттарында ас ҡалдырманы: икмәк һынығы, һөйәк ташыны. Икәүләшеп ҡатҡан икмәк кимереп, әсегән һөт эсеп тамаҡ туйҙырҙылар. Ә инде үҫә килә үҙенә йәтеш кенә итеп аҫтына алам-һалам сепрәк түшәп ҡыуыш ҡороп алды. Ҡыуышы хәҙер уға туған йортона әйләнде. Бер юлы этен дә өйҙәш итте. Төн етеп, кеше аяғы тымһа, бикләнмәй ҡалған сит усаҡлыҡтарҙағы ризыҡтарҙы өпләне, тауыҡ кетәктәренән йомортҡалар һелтәне. Кешеләр юғалған әйберҙәрен эттәрҙән күрҙе.
Үҙ тамағын үҙе ҡайғыртҡан Ғимранға мәктәпкә барырға ваҡыт етте. Уҡытыусылары уҡырға барасаҡ балалары менән ата-әсәләрен дә бергә мәктәпкә саҡыртты. Сәстәре өртәйгән сибек кенә малайға ҡарап, директорҙың һушы китте. Ул һуғыш ваҡытында концлагерҙа иҙелгән әсир балаға оҡшап тора ине. Йәше етмәй тиергә, етеһе тулып һигеҙенсегә киткән. Уҡытыусы тиҙ генә үҙен ҡулға алып: ”Балаһы менән бергә әсәһен дә күҙәтеүгә алып, ныҡлап эшләргә кәрәк!” – тип уйланы. 
Хәҙисә, малайын кейендереп, сумка тоттороп белем көнөнә ебәрҙе лә, артынса уҡ әшнәһе менән атҡа ултырып, ҡайҙалыр сығып та китте. Ғимран уҡыусылар менән бергә  класҡа инеп ултырҙы. Янындағы аҡ бантиклы ҡыҙ ҡулын күтәреп:
– Апай, мөмкинме мин икенсе партаға күсеп ултырам? Унан һаҫыҡ эт еҫе килә, – тигәс, барыһы ла ҡысҡырып көлөп ебәрҙе.
Уҡытыусылары ҡыҙҙы буш урынға ултыртты. Тәүге уҡыу, танышыу көнө шулай үтте. Ҡыҙҙың ”эт еҫе” тигән һүҙҙәре малайҙың мейеһенә мәңгегә һеңеп ҡалды. Һәм шул көндән алып, нисек тә булһа класташтарынан үс алырға маташты. Мәктәптән ҡайтҡанда кемеһенеңдер ҡулын тешләне, кемеһенең сумкаһын йыртты, көсө еткәндәрҙе ергә йығып һалып туҡманы, этен һөскөрттө. Әсәһен мәктәпкә саҡыртһалар ҙа, килеп әйләнмәне. Һуңынан малайға ”Психбольной” тигән ҡушамат таҡтылар.
Ғимран этеп-төртөп, саҡ һигеҙенсе класты бөтөрҙө. Эсеп, тартып йөрөгән малайҙан нимә көтәһең инде: Хәҙисәнең иренә көн булманы, егеттән йоҙроҡ көн аша ла эләгеп торҙо. Полиция саҡыртһалар ҙа, бушҡа ғына – өс көнгә бикләйҙәр ҙә, ҡабат сығаралар. Ә әсәһе нимә сәсһә, шуны урҙы: берҙән-беренән яҡшылыҡ көтмәне. Уныһы аҡырынып, екеренеп, икеһен дә өйҙән ҡыуып сығарҙы. Ирле-ҡатынлы ҡайҙа етте шунда йәшәп, йоҡлап йөрөнө, йөҙҙәренән күк төшмәне. Тамаҡ хаҡы өсөн кешегә көтөү көттөләр, картуф ҡаҙыштылар. Ғимран иһә шешәләш дуҫтарын үҙ янына йыйып, кәйеф-сафа ҡорҙо. Шулай ҙа ауылдаштарына зыян килтермәне.
Бер көн кис нисектер Хәҙисәнең күңеле йомшарып китеп, ярһып илап ебәрҙе:
– Ниңә тормош миңә һаман киреһе менән ҡарай һуң? Берҙән-бер баламдың рәнйеше һаман ошо көнгәсә ҡара шәүлә булып торормо? Ҡылған гонаһтарым өсөн теге донъяла ла яуап бирермен. Тик әлегә яҡты тормошта башҡалар кеүек һөйөп-һөйөлөп, тыныс ҡына йәшәгем килә бит. Боронғолар, ”Күрәсәгеңде күрмәй, гүргә инеп булмай”, тип белмәй әйтмәгәндер. Ниңә миңә гел ҡайғы тейеш һуң?!!
Яуап ҡына булманы...
Бер ни тиклем ваҡыттан ир менән ҡатын ауылдан  юғалды. Һәммәһе лә, ситкә эшкә киткәндәрҙер, тип уйланы. Участковыйҙың ғына күңеленә ниндәйҙер шик тыуып, полицияға хәбәр итте. Эҙләй башланылар, тирә-яҡҡа фотоһүрәттәренә исем-шәрифтәрен яҙып тараттылар. Ғимран да һорау алдылар. Бер көн дә айыҡмаған кеше: ”Белмәйем!” – тип кенә яуап бирҙе.
Ергә тағы йәмле яҙ килде. Хоҡуҡ һаҡлаусылар яйлап юғалыусыларҙың эҙенә төшә башланы. Бар тирә-йүнде өйрәтелгән эт менән эҙләргә сыҡтылар. Үҙҙәре менән ҡуша Ғимранды ла алғайнылар. Эттәр ауылдан ике-өс саҡрым алыҫлыҡтағы шырлыҡ эсенә алып инде. Егет ҡапыл: ”Улар ошонда ята”, – тип ҡар һыуҙарынан һуң яңы ғына йәм-йәшел булып үлән ҡапланған балсыҡ өйөмөн күрһәтте лә, ергә сүгәләп, башын тотоп илап ебәрҙе. 
...Көҙ айы, әсәләре кемгәлер ялланып көтөү көткән ваҡыт ине. Нисәмә көн буйы айнымаған егет, ғибрәтле үткән бала саҡтарын иҫләп, яҡынынан үс алмаҡсы булды. Уларҙы эҙләп, яланға килгәс, өсәүләшеп ултырып, бер-бер артлы ике шешә бушаттылар. Һүҙ артынан бәхәс сығып, араларында оло ғауға ҡупҡас, Ғимран әсәһенә йоҙроҡ менән ташланды. Әсәһе улынан ҡасмаҡсы булғайны ла, нимәгәлер эләгеп, сикәһе менән генә ташҡа барып төштө. Шунда уҡ йән бирҙе ул. Тик күҙҙәрен йыртҡыс кеүек ҡан ҡаплаған егет асыуын үгәй атаһына төшөрөп, бар тәнен иҙгесләне. Ҡаршыһында ятҡан ике мәйетте күргәс кенә бер аҙ айныҡҡандай булды. Эҙҙе яҙлыҡтырыу өсөн икәүһен дә туғайға һөйрәп индереп, ауылдан көрәк алып килде. Ай яҡтыртҡан төндә ер ҡаҙып, икеһен бер соҡорға һалып, өҫтөн ҡара тупраҡ менән тигеҙләп ҡуйҙы. 
Суд ваҡытында һорау алыусы егеттән:
– Ҡылған эшеңә үкенәһеңме? – тип һорағас, ул: “Юҡ!” – тигәнде аңлатып баш һелкте.
Ғимранды егерме йылға иркенән мәхрүм итеп, ҡулына тимер бығау һалып, суд залынан алып сыҡтылар. Егет ҡулдарына  ҡарап: ”Әсәй, һин мине яҡты донъяға тыуҙырғанда уҡ ошо тимер бығауҙар менән тапҡанһыңдыр!” – тип күҙҙәренән әсе йәш ағыҙҙы. Ҡараусыһыҙ ҡалған йорттары шомло, йәмһеҙ булып ултырып ҡалды. Хужаларына тоғро ҡалған, малайҙы үҙ ояһында өйҙәш итеп, ялбыр йөндәре менән һыуыҡтан һаҡлаған, икмәк һыныҡтарын уртаҡ бүлешкән Аҡтырнаҡ ҡына нигеҙҙе ташлап китмәй, дуҫы Ғимранды  юҡһынып, төндәр буйы олоп сығыр булды.

Зифа ИШМЫРҘИНА. 
Ейәнсура районы.

Читайте нас: