Билмән
Ике йомортҡаға самалап тоҙ, ярты стакан йылымыс һыу ҡушып туғырға ла, аҙ-аҙлап он һала-һала (ҡулға йәбешмәҫлек булғансы) йомшаҡ ҡамыр баҫырға. Фарш әҙерләгәнсе уны бер аҙ ултыртып торорға кәрәк.
Фарш өсөн бер үк күләмдә тана һәм йылҡы ите алһаң, бик тәмле була. Уны ит турағыс аша үткәргәс, ваҡ ҡына туралған һуған, самалап тоҙ, борос ҡушып, яҡшылап бутайһың. Әгәр ит майлы булмаһа, бер аҙ иретелгән йәки ваҡлап туралған ҡаҙ майы өҫтәргә була.
Бындай ысул менән әҙерләнгән билмәнде һурпала түгел, тоҙло һыуҙа ғына бешергәндә лә тәмле һәм һутлы.
Йәшелсәләр менән ит
250 г һөйәкһеҙ һыйыр итен йоҡа оҙонса киҫәктәргә турап, тоҙ, борос һибеп, әҙер булғансы үҫемлек майында ҡыҙҙырырға.
Ике помидорҙы – өлөшләп, бер татлы боросто – шаҡмаҡлап, бер ҡыҙыл һуғанды ярымтүңәрәкләп турарға. Йәшелсәләргә иҙелгән ике бүлкәт һарымһаҡ, икешәр ҡалаҡ зәйтүн майы менән алма һеркәһе (яблочный уксус), йәшел тәмләткестәр һалып, яҡшылап бутарға ла, йәлпәк һауытҡа һалырға. Табынға өҫтөнә ҡыҙҙырылған ит һалып бирергә.
Яҙғы салат
Өс картуфты ҡабығы менән бешереп, һыуынғас, әрсергә. Картуфты, һигеҙ редисты, бер ҡыярҙы – шаҡмаҡлап, салат япрағын, йәшел һуғанды ваҡлап турарға. Самалап тоҙ һәм ҡара борос һибергә.
Йәшелсәләрҙе майонез менән дә бутарға була. Шулай уҡ махсус соус әҙерләргә була. Бының өсөн өсәр ҡалаҡ зәйтүн майы менән лимон һутына бер ҡалаҡ француз гәрсисе (бөртөклө), бер балғалаҡ бал һалып, яҡшылап бутарға кәрәк.
Гөлнур ҠЫУАТОВА әҙерләне.