Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Үҙһүҙлегегеҙ арҡаһында уйламаған сығымдар килеп сығыуы ихтимал. Йондоҙҙар аҡсаға бәйле мәсьәләләрҙә яҡындарығыҙ менән кәңәшләшергә ҡуша. Осраҡлы, өмөтлө күренгән тәҡдимдәрҙән ары тороғоҙ.
Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Эштәрегеҙ көткәндән күберәк булмаҡсы. Яҡындарығыҙ төрлө ваҡ-төйәк мәшәҡәт өҫтәп торор. Ҡайһы берҙәренән баш тартырға тырышығыҙ. Был арала кемдер элекке бурысын ҡайтарыр, бәлки.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Тормошоғоҙҙа үҙгәрештәр булыр. Бының ахырын әлегә төҫмөрләүе ҡыйыныраҡ. Был арала бәғзеләр элекке бәйләнештәрҙе яңыртыр. Көткән аҡса әлегә килмәҫ.
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Көндәлек эштәрегеҙ ҙур ҡыйынлыҡтар менән барыр. Йыш ҡына эсегеҙ бошоуы ла ихтимал. Яҡындарығыҙ менән араларҙы боҙмаҫ өсөн һеҙҙән түҙемлек талап ителә. Күптән күрмәгән танышығыҙ үҙе хаҡында белгертер.
Буға (21.04 – 21.05)
Үҙ көсөгөҙгә ышанысығыҙ артыр. Шулай ҙа шишәмбелә хаталар, буталыш килеп сығыуы бар. Бәғзеләрҙең яңылыш кәрәкмгән һүҙ ысҡындырып ебәреүе мөмкин. Шәхси тормошоғоҙҙа үҙгәрештәр көтөлә.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Мәшәҡәтле осор. Буш ваҡытығыҙ бик аҙ булыр моғайын. Ниндәйҙер етди мәсьәлә һеҙҙе һаман да борсой һымаҡ. Әлегә уны хәл итеү өсөн мөмкинлектәрегеҙ бөтөнләй юҡ, тиерлек.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Килеп сыҡҡан ҡыйынлыҡтар кәйефегеҙҙе бер аҙ төшөрөр. Ысынында, эштәрегеҙ бигүк насар бармай. Иң мөһимен башҡара алырһығыҙ. Кесе йомала уйламаған яҡтан ярҙам да килер, бәлки.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Был арала үҙегеҙгә иғтибар артҡанын асыҡ тойорһоғоҙ. Ярҙам һораған кешеләр ҙә мотлаҡ күбәйер. Яңы танышлыҡтар ҙа булдырырһығыҙ. Йомала һәләттәрегеҙҙе күрһәтергә сәбәп табылыр.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Аҙна ҡыйыныраҡ башланып китер. Алдығыҙҙа хәл итә алмаҫлыҡ мәсьәләләр күбәйеп киткәндәй тойолор. Шишәмбенән һуң ыңғай үҙгәрештәр асыҡ беленә башлар. Кесе йомала кәйефегеҙҙе күтәрерлек яңылыҡ ишетерһегеҙ.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Аралашыуҙа мотлаҡ уңырһығыҙ. Таныштарығыҙҙан файҙалы хәбәрҙәр ишетерһегеҙ, ниндәйҙер этәргес көс тә алырһығыҙ. Янығыҙҙа ышаныслы кешеләр барлығын да күрерһегеҙ. Был арала элекке теләгегеҙ бойомға ашыр.
Саян (24.10 – 22.11)
Көндәр һәйбәт килергә оҡшай. Шишәмбелә кемгәлер етди ярҙам итерһегеҙ, бәлки. Бәғзеләр үҙ эштәрен дә туҡтатып торор хатта. Кесе йомала элек ауыр күренгән мәсьәләне еңел генә хәл итерһегеҙ.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Мәшәҡәттәрегеҙ ҡәҙимгенән күбәйер. Ҡайсаҡ бер юлы ике-өс эште башҡарырһығыҙ. Алыҫ булмаған юл-сәфәрҙәр уңышлы көтөлә. Йомала бер кемгә ҡарамай, етеҙ эш итергә кәрәк булыр.
ӨМӨТБАЙ.