“Донат” десерты
Үҙемде, аш-һыу оҫтаһы, тип атай алмайым. Шулай ҙа ғаиләмде, һирәкләп булһа ла, еңел генә әҙерләнгән тәмлекәстәр менән һыйлап алам. Шуларҙың береһе “Донат” тәмлекәсе.
Татлы икмәк – “Ромашка” күмәсен алып, һәр бүлкәтен икешәр киҫәккә теләһең дә, 3-әр балғалаҡ ҡуйыртылған һөт (сгущенка) һылайһың һәм тәрилкәгә теҙеп һалаһың. Өҫтөнә ҡырылған шоколад һәм шәкәр онтағы һибәһең.
Тауыҡ итенән
шешлек
Был ризыҡтың үҙенсәлеге – маринад. 800 г тирәһе тауыҡ ите өсөн 200 мл һөт өҫтөнә (сливки) 2 ҡалаҡ соя соусы, 1 ҡалаҡ зәйтүн майы, ваҡлап туралған 3 – 4 бүлкәт һарымһаҡ, 30 г имбирь, ярты әсе борос, 1 татлы борос, кинза тәмләткесе һәм кориандр һалып, яҡшылап бутарға. Киҫәктәргә бүленгән тауыҡ итенә (8 – 9) ошо маринадты һалып бутағас, 12 сәғәт һыуытҡыста ултыртып торорға.
Шешлекте бешергән саҡта өҫтөнә әҙ-әҙләп маринадты ҡойоп торһаң, ул йомшаҡ һәм һутлы булыр.
Йәшелсә ашы
Таҙартылған 1 болгар боросон – туҡмаслап, 3 картуфты, 2 кишер, 1-әр пастернак һәм петрушка тамырын йыуып, әрсеп, шаҡмаҡлап турарға. Барлыҡ йәшелсәне һыулы (2 л) кәстрүлгә һалып, һүрән утта 15 минут ҡайнатырға.
300 г сәскәле кәбеҫтәне йыуып турарға ла ашҡа һалырға. Тағы ла 20 минут бешергәс, самалап тоҙ, йәшел тәмләткестәр (укроп, петрушка, һуған), 100 г аҡ май өҫтәп, 5 минут утта тоторға. Табынға ҡаймаҡ йәки майонез менән бирергә мөмкин.
Гөлнур ҠЫУАТОВА әҙерләне.