Бөтә яңылыҡтар
10
Махсус биттәр
9 Март , 21:00

Йондоҙнамә ( 10 – 16 март)

***

Ылаҡ ( 22.12 – 20.01)

Аҙна бигүк еңел булырға оҡшамай. Шишәмбеләге хәлдәр бер аҙ борсолорға ла мәжбүр итер, моғайын. Ҡайһы бер эшегеҙҙе ваҡытлыса туҡтатып торорға ла тура килер, бәлки.

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)

Был арала иғтибарлыраҡ булырға ҡушыла. Мөмкинлектәрегеҙҙән сығып эш итеүегеҙ мөһим. Күп вәғәҙәләр бирмәҫкә тырышығыҙ, аҙаҡ һүҙегеҙҙә тороу ауыр буласаҡ. Кесе йомала бөтөнләй көтөлмәгән уңышҡа өлгәшерһегеҙ.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)

Был арала ҡаршылыҡтар күбәйер. Әгәр һәр саҡта ла тыныс ҡалып, һалҡын аҡыл менән эш итһәгеҙ, аҙна йомғаҡтары ҡәнәғәтләнерлек булыр. Кире хәлдә һөҙөмтәләре ҡыуандырмауы ихтимал.

Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)

Етди һөйләшеүҙәр күбәйер, төрлө уй борсор. Күптәр ике юл сатында оҙаҡ икеләнеп торор. Элекке хаталарығыҙҙы барлап сығыу ҙа файҙалы булыр ине. Әгәр ҙә уларҙан тейешле тәжрибә алһағыҙ, һеҙҙе оҙайлы уңышлы осор көтәсәк.

Буға (21.04 – 21.05)

Был арала мәшәҡәттәр ҡәҙимгенән күбәйер. Артҡа сигенмәү өсөн икеләтә көс түгерһегеҙ. Күпселек осраҡта төрлө мәсьәләне үҙаллы ғына хл итерһегеҙ. Элекке ярҙамсыларығыҙ юҡҡа сығыр.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)      

Йондоҙҙар әүҙем эш итергә ҡуша. Кеше кәңәштәренә иғтибар итмәһәгеҙ ҙә була – уларҙан бер ниндәй ҙә файҙа күрмәҫһегеҙ. Кесе йомала ниндәйҙер ҙур уңышҡа өлгәшерһегеҙ.

Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)

Элек башлаған эштәрегеҙ күбәйеп китте. Бөтә көс-ваҡытығыҙҙы шуларҙы тамамлауға йүнәлтһәгеҙ, дөрөҫ булыр ине. Әле киләсәккә маҡсаттар ҡорорға иртәрәк һымаҡ. Йомала көтмәгәндә аҡса килер.

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)

Был арала яҡындарығыҙ менән уртаҡ тел табыу ауырлашыр. Эштә лә, өйөгөҙҙә лә шишәмбе-шаршамбыла бәхәстәр килеп сығыр. Ҡайһы бер мәсьәләне хәл итеү оҙаҡҡа һуҙылыр.

Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)

Көндәлек эштәрегеҙ һәйбәт барасаҡ. Мөмкинлектәрегеҙҙе дөрөҫ баһалауығыҙ һәр саҡ булышлыҡ итер. Рәсми ҡағыҙҙар менән булышһағыҙ, мотлаҡ уңырһығыҙ. Элек биргән вәғәҙәләрегеҙҙе онотмағыҙ.

Үлсәү ( 24.09 – 23.10)

Аҡса менән бәйле мәшәҡәттәр бер аҙ борсоп торор. Һәр хәлдә бурысҡа алырға һәм үтескә бирергә кәңәш ителмәй. Һеҙгә лә ҡайтармаҫтар, үҙегеҙ ҙә ваҡытында ҡайтара алмаҫһығыҙ.

Саян ( 24.10 – 22.11)

Эштәрегеҙ ҡапыл күбәйеп китер. Бәғзеләрен башҡаларға ҡушыуығыҙ дөрөҫ булыр ине. Үҙегеҙ барыбер барыһына ла өлгәшмәҫһегеҙ кеүек. Шаршамбыла эш урынығыҙҙа етди һөйләшеү булыуы мөмкин.

Уҡсы ( 23.11 – 21.12)

Яҡындарығыҙ менән күп аралашырһығыҙ. Кемдер яңынан торлаҡ мәсьәләһе менән булышыр. Шишәмбелә етди ҡағыҙҙар һеҙҙән үтә иғтибар талап итер. Уларға ҡул ҡуйғанда һәр береһен ентекләп тикшерегеҙ.

ӨМӨТБАЙ.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: