Бөтә яңылыҡтар
10
Махсус биттәр
2 Март , 21:00

Йондоҙнамә (3 – 9 март)

Йондоҙҙар юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә...

 

Ылаҡ (22.12 – 20.01)

Аҙна яҡшы ғына башланып китер. Ыңғай ваҡиғалар шишәмбе һәм йәкшәмбелә көтөлә. Элек аралашмаған кешеләр ҙә һеҙгә ҡарашын үҙгәртер. Күптән күрмәгән дуҫтарығыҙҙан хәбәр килер.

 

Һыуғояр (21.01 – 19.02)

Был арала уҡыу һәм фән менән булышҡандар бигерәк тә уңыр. Бәғзеләр ниндәйҙер сетерекле һорауға яуап эҙләр. Уның буйынса кәңәш бирерлек кеше әлегә табылмаҫ. Рәсми ойошмалар менән бәйле эш килеп сығыр.

 

Балыҡ (20.02 – 20.03)

Ижади кешеләр үҙҙәренең һәләттәрен тағы ла күрһәтә алыр. Мөмкинлектәрегеҙҙе дөрөҫ баһалай белеүегеҙ һәр осраҡта ла ярҙам итер. Йомоштары менән ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәр ҡәҙимгенән күбәйер.

 

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)

Шишәмбе төп эшегеҙҙә бер етди мәсьлә буйынса бәхәстәр килеп сығыуы ихтимал. Һеҙҙең фекерегеҙҙең дөрөҫ булыуы байтаҡ ваҡыт үткәс кенә раҫланыр. Шәмбеләге аралашыуҙар файҙалы булмаҡсы.

 

Буға (21.04 – 21.05)

Ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр, эс бошорғос хәлдәр осрап торор. Донъяға ыңғай ҡарашығыҙҙы һаҡлай алырһығыҙ, барыһы ла һәйбәт булыр. Иң мөһиме – етди маҡсаттарҙы күҙ уңында тотоу.

 

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)

Йондоҙҙар күпте һөйләмәҫкә, артығына өмөт итмәҫкә, хәлегеҙҙән килгәнсә генә эш итергә ҡуша. Был әйтелгәнде үтәү еңел түгелдер. Йомалағы уңайлы мәлде күрергә тырышығыҙ.

 

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)

Аҙна тынысһыҙ булырға оҡшай. Шуға ҡарамаҫтан, уның йомғаҡтары һәйбәт көтөлә. Шуныһы мөһим – эшегеҙҙә бер кем дә ҡамасауламаҫ һымаҡ. Шаршамбынан һуң ҡайһы бер мөмкинлек тә асылыр, моғайын.

 

Арыҫлан (24.07 – 23.08)

Шишәмбелә ниндәйҙер көтөлмәгән хәлдәр килеп сығыр. Шулай ҙа аптырап ҡалмаҫһығыҙ. Тәғәйенләнгән эштәрҙең барыһын да тейешенсә баһаларһығыҙ. Ҡәҙимгенән күбәерәк аҡсалата килем алырһығыҙ.

 

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)

Үҙегеҙҙең тирәләге хәлдәрҙе дөрөҫ баһалауығыҙ мөһим. Йондоҙҙар ныҡлап белмәгән кешеләрҙең хәбәренә ышанмаҫҡа кәңәш итә. Һәр саҡ эске тауышығыҙға ышанығыҙ. Күптән көткән ваҡиға яҡынлашып килә, буғай.

 

Үлсәү (24.09 – 23.10)

Шишәмбелә ыңғай яңылыҡтар ишетерһегеҙ. Был арала өмөтлө күренгән тәҡдим алыуығыҙ бар. Унан баш тартыуығыҙ хилаф булыр, моғайын. Һеҙҙе кемдер аҡса мәсьәләһендә алдарға маташыр, һаҡ булығыҙ.

 

Саян (24.10 – 22.11)

Уңайлы мәлдәр осрап торор. Шаршамбыла үҙегеҙ һәм башҡалар өсөн дә ниндәйҙер файҙалы эште атҡара алырһығыҙ. Кесе йомала һеҙҙән ныҡышмалылыҡ талап ителә. Һүҙегеҙҙә ныҡ тороғоҙ.

 

Уҡсы (23.11 – 21.12)

Аҙна араһында көтөлмәгән осрашыу, һөйләшеүҙәр булыр. Аралашыу файҙалы үтер. Кешеләр менән уртаҡ тел таба белеүегеҙ һәр саҡ ярҙам итер. Эшегеҙ ҡәҙимгенән күберәк булһа ла, бер ниндәй ҙә арыу тоймаҫһығыҙ.

 

ӨМӨТБАЙ.

Читайте нас: