Бөтә яңылыҡтар
10
Махсус биттәр
27 Февраль , 05:55

“Йондоҙло табын” - Зөһрә РӘХМӘТУЛЛИНА

Бөгөн үҙенең аш-һыу серҙәре менән Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, философия фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Зөһрә РӘХМӘТУЛЛИНА бүлешә. 

“Карина” печеньеһы

Ике йомортҡаға ике ҡалаҡ бал, яртышар балғалаҡ сода һәм тоҙ, самалап ванилин, бүлмә температураһында йомшарған 150 г аҡ май һалып, бутарға. Артабан ҡара он (цельнозерновая) өҫтәп, йомшаҡ ҡамыр баҫырға һәм 15 минут тирәһе ултыртып торорға.
Ҡамырҙы артыҡ йоҡа итмәй генә (2 см тирәһе) йәйеп, стакан менән түңәрәктәр ҡырҡырға һәм майланған табаға теҙеп сығырға. Өҫтөнә сәнске менән биҙәк эшләргә мөмкин. 180 градус ҡыҙыулыҡтағы мейестә 10 – 15 минутта бешеп тә сыға.

Тултырылған картуф

Уртаса ҙурлыҡтағы 7 – 8 картуфты ҡабыҡлы килеш бешереп алырға ла, бер аҙ һыуынғанын көтөргә. Был арала эслек әҙерләргә мөмкин. Бының өсөн бер баш һуғанды – ярымтүңәрәкләп, бер боросто һаламлап турарға, бер тырнаҡ һарымһаҡты махсус пресс менән иҙергә. Уларҙы үҫемлек майында 4 – 5 минут талғын утта ҡыҙҙырырға. 100 г консерваланған кукуруз, ваҡлап туралған йәшел петрушка менән һуған өҫтәп, тағы ла ике минут быҡтырырға. Йәшелсәләрҙе уттан алғас, 100 г ҡырылған ҡаты сыр, самалап тоҙ, борос, гәрсис ҡушып бутарға.
Бешкән картуфтың өҫтөн ҡырҡып алып, балғалаҡ менән эсен соҡоп (ҡабығы 0,5 см ҡалырлыҡ итеп) алырға. Уны турап, быҡ­тырылған йәшелсәләргә өҫтәргә лә була. “Буш” картуфтың эсенә йәшелсә ҡатнашмаһын тултырып, майланған табаға теҙеп, 200 градус ҡыҙыулыҡтағы мейестә 20 минут бешерергә. Табынға үҙен генә лә, ит менән дә бирергә мөмкин.

 Гөлнур ҠЫУАТОВА әҙерләне.

Читайте нас: