– Һәр хәлдә ярты быуатлыҡ тормош тәжрибәһе йыйылырға тейеш тә инде, – тим һылыу ҡатынға. – Бөтөнләй тормош күрмәгән кеше түгелһең.
Ул һыны ҡатҡансы көлә:
– Булмағас, булмай ул әй! Аҡылды әйтәм...
Мин уны төрлөсә йыуатам. Бының ғилләһе гел дә яҡшыға ышаныуымдан, һәр кемдең бәхетле булыуын теләүемдән...
Таңһылыу – ябай ауыл ҡыҙы. Ләкин шул тиклем һылыу һәм уңған! Ҡара тырыш! Ике юғары белемле (“аҡыллы” тип тә яҙырға иттем дә, туҡтап ҡалдым, сөнки хәҙер уның тормошон бәйән итһәм, ҡайҙа уның аҡылы, тип һеҙҙең дәғүә белдереүегеҙ ихтимал). Ныҡышмаллығы, егәрлелеге менән, һис бер ярҙамһыҙ, үҙ эшен асып, ҡалала фатир, сит ил автомобилен һатып алған ҡатын. Балалары юҡ. Үҙе һөйләүенсә, беренсе юғары уҡыу йортонда уҡыған сағында оло хата яһаған: “экватор”ҙы байрам иткәндә ныҡ иҫереп, осраҡлы егет менән яҡынлыҡ ҡылған да “яңылыш” балаға уҙған. Һөйләшеп–кәңәшләшер яҡыны булмағанға, һаулығына зыян килтереүен уйламай, ауырын алдырған. Кемдер ун тапҡыр аборт эшләтһен, “ыһ” та итмәй ун беренсеһенә ауырға ҡаласаҡ, ә Таңһылыу хатаһы арҡаһында бала табыу бәхетенән мәхрүм ҡалған. Был тәүге ире менән өйләнешеп, донъя ҡорғас, асыҡланған. Йөрөмәгән дауаханаһы, шифаханаһы, әбей-һәбейе ҡалмаған, һылап-һыйпап та, өшкөрөп тә, дарыуҙар менән дә килештерә алмағандар. Таңһылыу һуңғаса өмөтөн өҙмәй, барыбер бала табам, тип ныҡышһа ла, ире сыҙамаған, балаһыҙ ғаилә – ғаилә түгел, нәҫелде дауам итергә миңә вариҫтар кәрәк, тип айырылышҡан. Ирен ғәләмәт яратҡан ҡатын. Артынан әллә күпме инәлеп түшәлгән, кире ҡайтарырға маташҡан, ләкин ыҡҡа килмәгән хәләле.
– Хатта талаҡ ҡысҡырҙы, – үтә хисле Таңһылыуҙың кинәт күҙҙәренә йәш тула. – Уны юғалтҡандан һуң, аҡылдан яҙмаҫ өсөн, башкөлләй эшкә сумдым. Әйткәндәй, ирем бик бәхетле, балалы ҡатынға өйләнеп, бер итәк уртаҡ балалар үҫтерҙеләр. Бәхетенә көнләшмәйем, үҙем уға балалар таба алмағанға ғына көйәм. Әгәр ҙә балабыҙ булһа, һәүетемсә – һөйөшөп тә, көйөшөп тә – ҡалай ҙа парлы булып, йәшәп ятыр инек...
Бер үҙем аяҡҡа баҫып, етеш тормошта көн итә башлағас, яңғыҙлыҡ үҙен һиҙҙертте. Ашайым тиһәм – ашарыма бар, шөкөр, йоҡлайым тиһәм – фатирымда киң карауатым бар, тик мине һағынып көткән кешем генә юҡ. Бер көндө эштән ҡайтып киләм, күп фатирлы йорттоң һәр тәҙрәһендә тиерлек уттар балҡый, бер минекенән генә шомло ҡараңғылыҡ миңә төбәлгәндәй... Ҡурҡтым шул ҡараңғылыҡтан... Киренән машинаға ултырҙым да эшкә киттем. Унда яңы һаҡсы ир менән һөйләшеп, яҡындан танышҡас, йәшәргә урыны юҡлығын белгәйнем, әлегә миндә йәшәп тора алаһың, тип саҡырҙым да ҡуйҙым.
Ваҡытлыса ғына, торлаҡ тапҡансы, тип күсеп килгән ирҙең хужабикә менән борсағы бешкәс, ул бөтөнләйгә тороп ҡала. Хеҙмәт һөймәгән, бер эштә лә оҙаҡ тотҡарланмаған эт ялҡауын Таңһылыу яратмаһа ла, мин ҡайтҡанда, исмаһам, тәҙрәләрҙә ут булһын, тип ир ишаратын ун йылға яҡын аҫраған. Уңғанбикәнең эш хаҡына йәшәгәндәр, ял иткәндәр, кейем, йыһаз алғандар. Артабан да уның елкәһендә йәшәр ҙә ятыр ине ир, күрше ҡатыны менән сыуалып, тотолған. Һин үҙең ғәйепле, гел дә эштәһең, ә миңә аралашырға кеше кәрәк, тип бәлә һалған әле ул. Өйҙән сығып китергә теләмәгән, фатирҙы бүлешергә маташҡан.
– Тәки мине ҡаңғыртып ятыр ине һәм ахырҙа мин уны кисерер ҙә инем, ярай ҙа күрше ҡатын уны үҙенә һыйындырҙы ла, ҡайҙалыр күсеп киттеләр, – тип көлә Таңһылыу шуны иҫләп. – Тағы ла яңғыҙ ҡалғас, танышыу сайттарының береһендә теркәлдем.
Бер аҙҙан һөйкөмлө йәш ир менән таныштым. Күҙлек кейгән, ҡупшы кейенгән Вадим үҙенең фотоһы аҫтына: “Яңғыҙлыҡтан арыным, туған йәнде эҙләйем. Һин барҙыр ҙа бит?! Үҙем тураһында: буйҙаҡ, уңышлы эшҡыуар”, – тип яҙған. Шундай ипле, аҡыллы, белемле. Белмәгән нәмәһе юҡ, матур итеп һөйләшә. Иртәле-кисле яҙышабыҙ, һөйләшәбеҙ. Бер аҙна аралашҡандан һуң, ниһайәт, эҙләгәнемде таптым, шикелле, тип яҙҙы: “Ул – һин... Һине күргем килә! Бөгөн үк! Юҡ, хәҙер үк! Әйт, ҡайҙа осраша алабыҙ?” Ҡойолоп төштөм. Шундай бай, сибәр, йәш ир мине реалдә күргәс, һыуынмаҫмы, тип ҡурҡтым. Бер нисә көн эсендә уға апаруҡ эҫенгәнмен... Нимә кейергә, нисек буянырға белмәй аҙапландым.
Һәйкәл янына осрашыуға Вадим бер ҡосаҡ ҡып-ҡыҙыл раузалар тотоп килде. Күҙемә ҡарап, мин яңылышманым, был ысынлап та һин, тип ҡосаҡлап алды, сәсемде еҫкәне, илай яҙҙы. Шул уҡ секундта мин уға ғашиҡ булдым, аҡылымды юйҙым. Ай-вайыма ҡарамай, Вадим мине ресторанға алып китте, һуңынан туҡталҡала ҡалған машинама тиклем оҙатып ҡуйҙы... Был әкиәттер, бының булыуы мөмкин түгел, башҡаса ул миңә яҙмаҫ та, күрешмәҫ тә, тип уйланым. Әммә ул, тағы ла осрашҡым килә, түҙеп булмай, шундай һине күргем килә, тип миңә иҫ киткес матур һүҙҙәр яуҙырҙы: “Башҡаса бер минут та түҙә алмайым, һиңә ҡағылмаһам, һине ҡосаҡламаһам, үпмәһәм – үләм! Адресыңды әйт, киләм дә һине урлайым!” Атлап түгел, осоп сыҡтым янына! 18 йәшлек ҡыҙҙар кеүек, асыҡ ҡосағына атылдым. Ул мине яр буйына алып барҙы, унда туйғансы һөйләшеп, үбешеп, ҡосаҡлашып йөрөнөк. Һөйләшеп һүҙҙәр бөтмәне. Шул төндә ул миңә тәҡдим яһаны, киләсәккә пландар ҡорҙо. Ләззәт ине уның янында булыу, тауышын ишетеү, ҡулын иңбашымда тойоу...
Вадим миңә бер ваҡытта ла исемем менән өндәшмәне. Һәр саҡ “минең бүләгем” тип йөрөттө. Йәнәһе лә, мин уның өсөн – яҙмыштың иң оло бүләге.
Ҡиммәтле машинала йөрөй ине. Затлы кейем, ҡыйбатлы аксессуарҙар... Гөлләмәләргә батырҙы... Баш әйләнде... Шуға ла көтмәгәндә уның, йәнәһе лә, бизнесына хәүеф-хәтәр янағас, һис бер икеләнеүһеҙ ҙур суммаға кредиттар алып бирҙем. Мин һиңә аҡсаны арттырып кире ҡайтарам, һиңә генә ышана алам, башҡа бер кемгә лә ышанырлыҡ түгел был донъяла, тип һайраған бойоҡ Вадим, бизнесты ҡотҡарыр өсөн машиналарымды ла һатырға мәжбүр булдым, әммә барыбер етмәне, ләкин һин борсолма, берәй әмәле килеп сығыр әле, тере ҡалһам, тигәс, үҙемдең автомобилде һатып, аҡсаны уға тотторҙом: “Баш һау булһын, икәүләп йырып сығырбыҙ әле нисек тә!” Йырҙы икән, ти. Икенсе көндө Вадим: “Миңә конкуренттарҙан күпмелер ваҡытҡа йәшенеп торорға кәрәк буласаҡ, шуға ла һинең аша мине табып йәки һиңә берәй нимә эшләп ҡуймаһындар өсөн, әлегә аралашмаҫбыҙ, ләкин ошо мәхшәр тамамланыу менән мотлаҡ өйләнәсәкбеҙ, – тип ышандырҙы. – Әлеге ваҡытта бизнесты ҡотҡарыу иң мөһиме, сөнки унда миллиардтар һалынған. Ярты, бер йыл үтеүе ихтимал, әммә мине көтөүҙән туҡтама, мин яныңа киләсәкмен, бөтәһе лә яҡшы буласаҡ, мин һине бәхетле итәсәкмен!” Иҫәр кеүек көттөм Вадимды. Сикһеҙ ышандым. Уның өсөн борсолдом. Ә ул килмәне. Аҡсаларым менән юғалды. “Һөйөү” тигәне шыр алдаҡ булған. Нимә һөйләгән – бөтәһе лә алдаҡ булғандыр, тим. Уйлап сығарғандыр бизнесын да, мәхшәрен дә, башҡаһын да... Әлеге мәлдә тағы берәй ҡатынды алдап йөрөйҙөр. Полицияға ғариза яҙыр ҙа инем, беренсенән, оят, икенсенән, кредиттарҙы үҙемдең исемгә алғанмын, авто аҡсаһын үҙ ҡулым менән тотторғанмын, өсөнсөнән, мин уның ысын исем–шәрифен дә белмәйем, фотоһы ла юҡ... Әй, суҡынып китһен... Әлдә фатирыма ҡул һуҙмаған, тип ҡыуанам.
– Һуҙыр ҙа ине, нимәлер өркөткәндер, – тим. – Әле оҙаҡ түләргәме кредиттарҙы?
– Аҡсаһы “сурт с ним”, хистәрем, һөйөүем, ышанысым өсөн “обидно”... Һау булһам, кредиттарҙы түләп бөтөрмөн әле... Бөтәһе лә күҙ асып йомған арала булды, ҡапыл алйытты, аңды юйҙы... Һаман да аңламайым, шулай ҙа аҡылды юйып була икән, тип үҙемә үҙем аптырайым...
Ә мин Таңһылыуҙың ни өсөн алданғанын аңлайым. Ул бит япа-яңғыҙ, ә күңеле – мөлдөрәмә тулы һөйөү. Шуны тулайым ғына килеш кемгәлер бирергә әҙер генә. Көндән-көн ғүмерҙең ахыры яҡынлаша. Алтындарҙан ҡиммәтерәк һәр көндө, һәр сәғәтте, минутты көндәлек мәшәҡәттәргә, ығы-зығыға, юҡ-барға тәләфләргәме? Тик яратырға, ҡосаҡларға, наҙға тулырға, күңел йылыһы менән бүлешергә, ҡәҙерле кешеңдең ҡосағында иркәләнергә, уның йөрәк тибешен тыңларға, уйҙарың, хис-тойғоларың менән бүлешергә, бер тулҡында тирбәлергә – һөйөүҙә йәшәп ҡалырға ашығырға. Ә һөйөүгә сарсағандарҙы нисек ғәйепләйһең? Һәр кемдең бәхеткә хаҡы бар.
Баныу ҠАҺАРМАНОВА.
* Исемдәр үҙгәртелде.