Бөтә яңылыҡтар
10
Махсус биттәр
23 Февраль , 21:00

Йондоҙнамә (24 февраль – 2 март)

Йондоҙҙар юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә...

Ылаҡ (22.12 – 20.01)

Өмөтлө аҙна. Көндәр ҙур яңы эштәрҙе башлап ебәреү өсөн уңайлы. Элекке эштәрегеҙҙе тамамлау өсөн дә мөмкинлектәр табылыр. Янығыҙҙа ярҙам итерлек кешеләрҙең булыуы ла мөһим.

Һыуғояр (21.01 – 19.02)              

Был арала файҙалы һөйләшеү булыуы ихтимал. Үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алыу өсөн форсат сығыр. Кесе йомала яҡын кешеләрегеҙҙән бер ҙә көтөлмәгән хәбәр ишетеүегеҙ ихтимал. Бәғзеләргә аҡса эҙләргә тура килер.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)

Ниндәйҙер милек менән бәйле мәсьәләне ашығыс хәл итергә кәрәк булыр. Уның буйынса ҡаршы фкекерҙәр ҙә килеп сығыуы мөмкин. Йомала мотлаҡ аҡса йәки бүләк алырһығыҙ.

Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)

Мәл аралашыу өсөн үтә уңайлы. Көтөлгән һәм уйламаған осрашыуҙарҙан ҡәнәғәт ҡалырһығыҙ. Яңы таныштарығыҙ менән еңел уртаҡ тел табырһығыҙ. Шишәмбелә кеше йомоштарын хәл итеү күп ваҡытығыҙҙы алыр.

Буға ( 21.04 – 21.05)

Аҙна бик һәйбәт башланып китер. Ыңғай ваҡиғалар ҙа мотлаҡ булыр. Шишәмбелә килеп сыҡҡан ҡыйынлыҡтар һеҙҙе һис тә ҡурҡытмаҫ. Кесе йомала ишеткән өмөтлө тәҡдимгә икеләнмәйенсә ризалыҡ бирегеҙ.

Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)

Ҡәҙимге көндәр көтөлә. Уңыштар күберәк шаршамбыға һәм шәмбегә тура  килер. Шаршамбылағы хәлдәр элекке эшегеҙҙә кире әйләнеп ҡайтырға мәжбүр итер. Йомала һис тә уйламаған эш менән мәшғүл булырһығыҙ.

Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)

Шишәмбеләге ваҡиғалар бер аҙ аптыратыр. Ашығыс рәүештә бөтөнләй уйламаған эшкә тотонорһоғоҙ, моғайын. Шулай ҙа бөтә мәсьәләне лә бик тиҙ асыҡларһығыҙ. Нигеҙҙә үҙаллы эш итерһегеҙ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)

Ғөмүмән, был арала йондоҙҙар ярҙамын һәр саҡ һиҙерһегеҙ. Шаршамбыла ишеткән хәбәр күңелегеҙҙе мотлаҡ күтәрер. Кесе йомалағы ваҡиғаларҙы ашыҡтырмғыҙ, барыһы ла үҙ яйы менән барһын.

Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)

Шишәмбелә аралашыуҙарҙа ҡытыршылыҡтар килеп сығыуы ихтимал. Яҡындарығыҙҙан кемдер күптән башлаған эшегеҙҙе уңышлы тамамларға ярҙам итер.

Үлсәү ( 24.09 – 23.10)

Аҙна мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн уңайлы. Бигерәк тә шаршамбы һиҙелерлек уңыштар килтерер. Кесе йомала өмөтлө һөйләшеү булырға оҡшай. Унда ниндәйҙер дөйөм эш тураһында һүҙ булыр, бәлки.

Саян ( 24.10 – 22.11)

Барыһы ла һәүетемсә барыр. Тыныс ҡына үҙаллы эш итерһегеҙ. Бер ниндәй ҙә ярҙам кәрәкмәҫ. Шаршамбыла эш урынығыҙҙа бәхәс килеп сығыуы бар – улар оҙаҡҡа һуҙылмаҫ, моғайын.

Уҡсы ( 23.11 – 21.12)

Көндәр ҡәҙимгесә килер. Шишәмбелә бер аҙ борсолорға ла тура килер, бәлки. Ысынын да иһә бының өсөн етди сәбәптәр юҡ. Был арала кемдер һеҙгә ниндәйҙер дәғүә белдереүе ихтимал. Тыныс булығыҙ, бында һеҙҙең ғәйебегеҙ юҡ.

ӨМӨТБАЙ.

Читайте нас: