Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Көндәр мәшәҡәтле килергә оҡшай. Был күңелегеҙҙе төшөрмәҫ, дәрт кенә өҫтәр. Шаршамбыла көтөлмәгән, ләкин файҙалы һөйләшеү булыуы ихтимал. Бәғзеләр был арала ниндәйҙер йәмәғәт сараһында ҡатнашыр.
Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Һеҙҙе ҡәҙимге аҙна көтә. Яҡшы таныш мәсьәләләр менән булышырһығыҙ. Кесе йомала бер аҙ аҡса йәки бүләк алыуығыҙ мөмкин. Кемдер элекке бурысығыҙ тураһында иҫегеҙгә төшөрөр.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Осор ыңғай яңылыҡтарға, өмөтлө ваҡиғаларға бай булмаҡсы. Мәл яңы эште башлап ебәреү өсөн уңайлы – йондоҙҙар ярҙамы һәр саҡ һиҙелеп торор. Эшлекле һәм шәхси осрашыуҙар өсөн шаршамбы уңайлыраҡ булыр.
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Еңел уңыштарға өмөт итмәгеҙ. Яҡшы таныш эштәрегеҙ ҙә ауыр барыр. Шаршамбылағы ауыр хәлдәр борсолдорор, моғайын. Йондоҙҙар был арала түҙемлерәк булырға ҡуша. Кесе йоманан һуң барыһы ла ыңғай яҡҡа үҙгәрер.
Буға (21.04 – 21.05)
Аҙна тынысһыҙ буласаҡ, ләкин етди ҡыйынлыҡтар килтермәҫ. Шишәмбелә етди ҡарарҙар ҡабул итергә ашыҡмағыҙ, хәлдәрҙең тиҙ үҙгәреүе ихтимал. Башҡалар менән тиҙ уртаҡ тел табырһығыҙ.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Был арала әллә ни ҙур эштәр ырата алмаҫһығыҙ, буғай. Күп ваҡыт кеше йомошо менән мәжғүл булырһығыҙ. Ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәр күбәйер. Ошо көндәрҙә күптән көткән аҡса килер.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Был көндәр яңы уй-фекерҙәр, мөмкинлектәр килтерер. Шишәмбелә эш урынығыҙҙа бәхәстәр ҡуйырыр кеүек. Улар оҙаҡҡа бармаҫ, һеҙҙең һүҙегеҙ мотлаҡ үтер. Йомала уйламаған яҡтан ярҙам алырһығыҙ.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Күптәр үҙен күрһәтергә тырышыр. Тик һиҙелерлек уңыштарға өлгәшеү еңел булмаҫ. Кесе йома һәм йома ыңғай яғы менән айырылып торор. Йондоҙҙар шуны иҫкәртә: яңы таныштар араһында ышанысһыҙ кешеләр осрауы мөмкин.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Яҡшы аҙна. Был арла хатта дошмандарығыҙ ҙа үҙҙәрен тыныс тотор. Икеле хәлдәрҙән тәжрибәгеҙ һәр саҡ ярҙам итер. Шаршамбыла иҫегеҙҙә оҙаҡҡа ҡалырлыҡ ниндәйҙер ваҡиға булыр.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Был көндәрҙе бик әүҙем үткәрерһегеҙ. Уңыштарығыҙ ҙа булыр, абруйығыҙ ҙа артыр. Бындай хәл барыһына ла оҡшамаҫ. Яҡын арала дошмандарҙың йәнләнеп киткәнен көтөгөҙ.
Саян (24.10 – 22.11)
Шишәмбе бигерәк тә яҡшы үтер. Ашыҡмай ғына күңелегеҙгә оҡшаған шөғөл менән булышырһығыҙ, моғайын. Кесе йомала көтөлмәгәнерәк ваҡиғалар булыр һәм һеҙҙән сыҙамлылыҡ талап итер.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Был осор аралашыуға бай булмаҡсы. Элек әллә ни ҡатнашмаған кешеләр менән дә уртаҡ тел таба алырһығыҙ. Шаршамбыла ниндәйҙер ҡатмарлы мәсьләгә юлығыуығыҙ бар. Борсолмағыҙ, яҡындарығыҙ ярҙамһыҙ ҡалдырмаҫ.
ӨМӨТБАЙ.