Мин инде өлкән йәштәге инәй булам. Йәш саҡта оло мөхәббәт менән кейәүгә сығып, өс бала үҫтерҙем. Татыу ғәилә ҡороп, матур ғына йәшәп ятҡанда, ирем “йәшел йылан” менән мауығып китте. Туғандарым араһында эсеүсе кеше булмағас, бындай проблема булалыр, тигән уй башыма ла килмәне. Йәшлек йүләрлеге менәнме икән, шуларға ваҡытында иғтибар итмәгәнмен. Ни өсөндөр бөтә ғаилә лә мин үҫкән ғаилә кеүек татыу, айыҡ, матур булалыр, тип уйланым. Яңылышҡанмын...
Дуҫлашып йөрөгән саҡта ла юҡ-юҡта төшөргөләп килгән мәлдәрен етди ҡабул итмәнем. Етмәһә, әхирәтемдең әсәһе, ир-ат буйҙаҡ саҡта төшөргөләһә лә, ғаиләләнгәс, эсмәй улар, тип шигемде таратты. Ҡауыштыҡ, матур туй үткәрҙек...
Шулай һәүетемсә генә йәшәп ятҡанда, иптәшемде эсеүе арҡаһында эшенән бушаттылар. Ул бер эштән икенсеһенә күсеп йөрөй башланы, һуңынан бөтөнләй эшләмәҫ булды. Эшләмәгәс, аҡсаһы ла юҡ бит инде, ә эскеһе килә моғайын, өйҙәге әйберҙәрҙе сығарып һата башланы. Өс тапҡыр дауаханаға һалып дауалап, кодировать иттереп тә ҡараным, файҙаһы теймәне. Сабырлығы бер-ике аҙнаға ла етмәй ине. Тормош ул уйлағанса уҡ төҫһөҙ түгел, матур яҡтарын да күрһен, тип театр-киноларға ла йөрөттөм. Балалар менән бергә туғандарға, урамға уйнарға, парктарға барҙыҡ...
Тик ул:
– Ғәфү ит, кәләш, башҡа түҙер әмәлем ҡалманы. Донъям аҡлы-ҡаралы төҫтә, йәшәүемдең бер йәме, мәғәнәһе юҡ. Тағы саҡ ҡына йөрөһәм, башымды элмәккә тығам, – тине. Икенсе көндө барып кодированиеһын алдыртты. Врачтар шулай ҡушҡан, имеш... Әгәр алдыртмаһаң, үләһең, тигәндәр...
Ә һуңғы икәүһен алдыртып та торманы:
– Ҡара, врачтар алдаҡсы икән, үлеү түгел, суртым да юҡ, бер ерем дә ауыртмай, – тип эсеүен дауам итте.
Әүәл, иҫереп берәй ерҙә туңып-нитеп ята күрмәһен, тип артынан эҙләп барып, табып, һөйрәп тиерлек өйгә алып ҡайтһам, аҙаҡ, күрше-тирәнән оялып, өйҙән сыҡмаҫ булдым. Ул осор беҙҙең тирәлә уның кеүек эсеүселәр бик күп ине. Бер-береһен ҡарауыллап, ҡарап ҡына йөрөйҙәр. Атлай алмаһа, “дуҫтары” һөйрәп килтереп, ишеккә шаҡып-шылтыратып китә ине...
Бер нисә һүҙ менән әйткәндә, шулай юҡҡа сыҡты беҙҙең бәхетле булырбыҙ тип төҙөгән ғаиләбеҙ. Ниңә улай булды һуң әле ул?.. Мин бит киләсәгемде бөтөнләй икенсе төрлө итеп күҙаллай инем...
* * *
...Мәктәптең сығарылыш класында уҡыған йылдарҙа булды был хәл. Әхирәтемә эйәреп, шаярып ҡына күрәҙәсегә барҙым. Яҙмышымды юратырға бөтөнләй уйымда ла юҡ ине, тик Мәскәй әбейгә оҡшаған теге ҡарсыҡ:
– Килеүен килгәс, балам, күрәм, аҡсаң да бар, – тине, усыма йомған ҡағыҙ аҡсама ымлап, – әйҙә, үт, киләсәгеңде алдан белеү зарар булмаҫ.
Үтеп ултырҙым. Әбей устарымды асып, аҡсамды өҫтәленә күсереп һалды ла, шунан яҙмышымды «уҡый» башланы. Уратып-суратып, башта мине тапҡанда әсәйемдең нисә ҡан тамыры өҙөлгәнен, тағы ла әллә нимәләр тураһында сурытты...
Хәтеремә һеңеп ҡалғандары: ирең юғары белемле, үҙ милләтеңдән, төҫ-башҡа ҡупшы, нескә күңелле, тип бик күп ыңғай сифатын һанап үтте.
«Илаһи матур мөхәббәт менән ҡауышһағыҙ ҙа, бәхетегеҙ оҙаҡҡа бармаясаҡ, юлдарығыҙ айырыласаҡ. Шунан икенсегә кейәүгә сығасаҡһың. Үкенескә күрә, был аҙымың да уңышлы булмаясаҡ, тормошоң үҙ-үҙеңә ҡул һалыу менән бөтәсәк!» – тине.
Мин, ул ваҡытта иләҫ-миләҫ йөрөгән йәш ҡыҙ, әбейҙе тыңланым да оноттом. Аҙаҡ, үҫеп буй еткәс, балаларымдың атаһы менән ғаилә емерелгәс кенә, был әбейҙең һүҙҙәре иҫемә төштө.
– Әбейҙең һүҙҙәре хаҡ булып сыҡты түгелме һуң?.. Их, мин, йүнһеҙ!
Яҙмыштан уҙмыш булмаҫ, тип, яҙғаныма ҡаршылашманым. Айырылыштыҡ. Тик икенсегә кейәүгә сығырға ғына ашыҡманым, дөрөҫөрәге, был хаҡта уйламаным да. Ир тип, үҙ-үҙемә ҡул һаласағым юҡ, тип был уйҙан бөтөнләй баш тарттым. Балаларым үҫеп, үҙ ояларын ҡороп йәшәһә лә, кейәүгә сыҡ, тип саҡырыусылар булһа ла, сыҡманым...
Күрәҙәсенең әллә белеп, әллә белмәй аҡса эшләү маҡсаты менән генә һөйләп сығарған “яҙмышын” ҡабул итеп, уны тормошҡа ашырып, яңғыҙым ҡалдым.
Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы: һеҙ минең хатаны ҡабатламағыҙ, күрәҙәселәргә йөрөмәгеҙ!
Күп сәләмдәр һәм иң изге теләктәр менән – Ғәйшә инәйегеҙ.