Бөтә яңылыҡтар
10
Махсус биттәр
9 Февраль , 21:00

Йондоҙнамә (10 – 16 февраль)

Йондоҙҙар юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә...

 

Ылаҡ (22.12 – 20.01)

Йондоҙҙар әлегә яңы эштәрегеҙҙе башламаҫҡа, уңайлы мәлде көтөргә ҡуша. Тәүҙә элек башлағандарын тамамлағыҙ. Кесе йомала бәғзеләргә үҙ фекерен яҡларға ла тура килер.

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)

Яҡындарығыҙ менән аралашыуҙа ҡыйынлыҡтар килеп сығыу ихтимал. Һәр хәлдә һеҙҙән түҙемлелек талап ителә. Шаршамбыла ниндәйҙер етди мәсьәлә буйынса ҡаты бәхәстәр булыуы мөмкин.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)

Көндәр һәйбәт килергә оҡшай. Шулай ҙа бөтә эштә лә, бигерәк тә аҡса менән бәйлеләрендә, иғтибарлыраҡ булығыҙ. Шаршамбыла рәсми ҡағыҙҙарҙа хата ебәреүҙән һаҡланығыҙ.

Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)

Борсолоу өсөн сәбәптәр табылып торор. Шишәмбеләге ваҡиғалар эсегеҙҙе бошорор. Артабан хәлеге7 ыңғай яҡҡа үҙгәрә башлар. Йомала күптән осрашмаған дуҫығыҙҙан хәбәр алырһығыҙ.

Буға ( 21.04 – 21.05)

Был арала ниндәйҙер файҙалы нәмәгә өйрәнерһегеҙ. Аҙаҡ уның һеҙгә кәрәге тейер, моғайын. Ошо көндәрҙә бәғзеләр элек ебәргән хатаһын асыҡлар. Уны башҡалар белмәҫ борон төҙәтерһегеҙ.

Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)

Күптән иғтибар талап иткән етди мәсьәләгә тотонорһоғоҙ. Шаршамбы ауырыраҡ уҙыр. Бер юлы ике-өс эш менән булышырһығыҙ. Шишәмбелә бәләкәй генә ваҡиғаның күңелегеҙҙе төшөрөүе ихтимал.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)

Һеҙҙең тирәләге хәлдәр яйлап тынысланыр. Киләсәккә ышаныслыраҡ ҡарай башларһығыҙ. Шаршамбылағы ваҡиғалар көтөлмәгәнерәк, ләкин һөҙөмтәлә ыңғай буласаҡ. Бөтөнләй уйламаған ерҙән аҡса килер.

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)

Мәл шәхси мөнәсәбәттәрҙә әүҙем аҙым яһау өсөн уңайлы. Күңелегеҙгә яҡын кеше менән аралашыуөсөн шәмбе һәйбәт булыр. Бәғзеләр был көндәрҙә элек боҙолған араларҙы ыңғай яҡҡа үҙгәртер.

Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)

Аҙна ҡәҙимгесә килмәксе. Шишәмбелә көтөлмәгән ваҡиғалар килеп сығыр. Бәғзеләргә тыныс ҡалыу еңел бирелмәҫ. Һәр хәлдә лә башҡалар менән уртаҡ тел таба белеүегеҙ ярҙам итер.

Үлсәү ( 24.09 – 23.10)

Был арала бер нисә өмөтлө осрашыу булыр. Аралашыу күңелегеҙҙе күтәрер, ҡайһы бер файҙалы фекер ишетерһегеҙ. Йомала кемдеңдер ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүе бар.

Саян ( 24.10 – 22.11)

Эшегеҙ күбәйер. Үҙ мәсьәләгеҙҙән башҡа, бүтәндәрҙекен дә хәл итерһегеҙ. Кесе йомалағы хәлдәр яҡын киләсәккә төҙөгән пландарығыҙҙы бер аҙ үҙгәртергә мәжбүр итер.

Уҡсы ( 23.11 – 21.12)

Осор өмөтлө осрашыу-һөйләшеүҙәргә бай булмаҡсы. Үҙегеҙҙе яҡшы яҡтан күрһәтерһегеҙ. Бәғзеләр ниндәйҙер уртаҡ эш тураһында һөйләшеп килешер, бәлки. Кесе йома бигерәк тә файҙалы үтер.

 

ӨМӨТБАЙ.

Читайте нас: