Махсус биттәр
8 Февраля 2025, 17:00

Кем хаҡлы?!

Күсемһеҙ милек арҡа­һында кемдәр генә талашмаған икән... Иң яҡын туғандар ҙа фатир, йорт бүлешеп, дошманлашып бөтә. Автобус турында янымда тура килгән тел биҫтәһе Сул­пандарҙың* да ғаиләһен был хәл урап үтмәгән. Буш ҡолаҡ тапҡас, юл буйына шул турала һөйләне лә һөйләне. Әйләнгән һайын: “Күҙ алдына килте­рәһегеҙме?” – тип, ҡаштарын юғары сөйөп, һораулы ҡа­рашын миңә йүнәлтһә лә, ҡыҙ, яуаплағанды көтөп тормай, хәбәрен тетте генә. Юлда ни башҡа эш тә юҡ, башты ҡағып, һүҙ араһында “ммм” тип ымлыҡтар менән һөйләшеүҙе ялғап, тыңлап тик киленде.

Кем хаҡлы?!Кем хаҡлы?!
Кем хаҡлы?!


Барыһы ла, асыҡланыуынса, Сулпандың Мәрйәм исемле әбейенең өс бүлмәле фатирынан башланған.
– Әсәйемдәр дүрт бала үҫкән: Әсмә, Мәрйәм, Йәмилә һәм Айтуған, – тип бар­маҡтарын бөгөп һананы Сулпан. – Айтуған ағай армияла саҡта өйләнеп, ситтә, ҡаты­нының тыуған яғында, төп­ләнгән. Мин уны ни бары ике тапҡыр – олатай менән өлә­сәйҙе һуңғы юлға оҙатырға килгәнендә генә күрҙем. Ҡатыны яғына ауған, киҫелгән икмәк инде.
Әсмә әбейҙең иңенә, ғаилә­ләге өлкән балаға, һеңле-ҡустыларын ҡарау бурысы йөкмәтелеп, уға йүнле уҡыу эләкмәгән. Иртә ҡул араһына ингән ҡыҙ һыйыр ҙа һауған, утын да ярған, бесән дә сапҡан – иртәнән кискәсә уны эштән бушатмағандар. Һеңле-ҡус­ты­лары эш боҙһа ла, ауыртынһа ла, тәү сиратта уға, апай кешегә, туҡмаҡ эләккән (олатай ҙа, өләсәй ҙә ҡаты, уҫал холоҡло ине). Шуға ла Әсмә әбей тиҙерәк кейәүгә сығыу хаҡында хыялланған. Һәм уны, мәктәпте тамам­лаған ун һигеҙ йәшлек ҡыҙҙы, үҙенән ете йәшкә өлкән егет һоратып килгәс, ул “сығам” тип һикереп төшкән. Егет етеш йәшәгән һәйбәт ғаиләнән булғанға, олатай менән өләсәй ҡыҙҙарының теләгенә ҡаршы килмәй, туй үткәреп, бер тана эйәртеп, бирнә менән тулы һандыҡты тейәп, уны ҡайны-ҡәйнә йортона оҙатҡан. Йәштәр матур итеп йәшәп киткән. Әсмә әбей иренән уңған. Ул үҙе лә эшкә шәп, ҡара тырыш бит, Илдар бабай ҙа егәрле, хужасыл кеше булған, бригадир булып эш­ләгән. Уны, аҡыллы, ғәҙел, ипле холоҡло ине, тип ауылдаштары һаманғаса онотмай, оло хөрмәт менән телгә ала. Ләкин бәхеттәре оҙаҡҡа бар­маған шул, Илдар бабай утыҙ һигеҙ генә йәшендә, йөрәге туҡтап, ҡапыл вафат булған. Әсмә әбей бер үҙе өс бала менән тороп ҡалған: өлкән ҡыҙҙарына 11 йәш, икенсе­һенә – һигеҙ, улдарына – бер йәш... 31 йәшендә тол ҡалған Әсмә әбей башҡаса кейәүгә сыҡмай, балаларын яңғыҙы аяҡҡа баҫтырҙы.
Әсәйемдең икенсе апаһы, Мәрйәм әбей бер ҡасан да кейәүгә сыҡмаған. Ғаилә, ир, бала бәхетен татыу урынына карьераны һайлаған. Һәм быға һис ҡасан үкенмәне. Әсәйем, Мәрйәм бәләкәй сағынан уҡ яҡшы уҡырға, һәйбәт һөнәр һайларға, бай йәшәргә ынтылды, тип һөйләй. Теләген тормошҡа ашырған – ҙур ғына ойошманың етәксеһе ва­зифаһында эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡайны. Үҙен ҡарап ҡына йөрөткән, йыл һайын санаторий-курорттарҙа ял иткән, һаулығын нығытҡан әбейем уйламағанда бәләгә тарыны: ҡышын ер аҫты үткәүеленә төшөп барғанда, боҙло баҫ­ҡыста тайып, тәгәрәп төшкән. Шулайтып, үҙ йәшенән бай­таҡҡа йәшерәк күренгән, йүгереп йөрөгән әбейем инвалидҡа әйләнде лә ҡуйҙы. Беҙ, яҡын йәшәгәс, әсәйем менән уны алмашлап тәр­биәләнек. Әсмә әбей ҙә, һирәк-һаяҡ булһа ла, һеңлеһен килеп ҡарашты. Балаларынан өлкән ҡыҙы Фәриҙә генә яр­ҙам­лашты. Ҡалған икәүһе йылына бер генә хәл белешеп, килеп күренә торғайны.
Биш йыл түшәктә ятты Мәрйәм әбей. Һуңғы ике йылда мин уның менән бергә йәшәнем. Әбейем мине “пра­во”ға уҡытты, ма­шинаһын бирҙе. Әсәйем менән минән риза ине ул. Донъя хәлен белеп булмай, тип, алдан уҡ ва­сыятнамә төҙөтөп, рәхмәт йөҙөнән өс бүлмәле фатирын, сит ил автомобилен миңә ҡалдырҙы. Был турала бер кемгә лә әйтмәнек. Хәйер, һораған кеше лә булманы.
Их, йүнләп йәшәп тә өл­гөрмәгән һымаҡмын, көн­дән-көн нығыраҡ йәшәге килә, тип көйәләнгән Мәрйәм әбей төндә баҡый донъяға китеп барҙы... Айтуған ағайға хәбәр итһәк тә, ул килмәне, аҡса ғына ебәрҙе. Әсмә әбей, уның ике ҡыҙы, кейәүе, улы менән килене килде, өсөн, етеһен үткәрештеләр, ә ерләү мәсьә­ләләре, документтар юллау менән мин шө­ғөлләндем.
Етеһен уҡытып, кешеләр таралышҡас, Әсмә әбей әсә­йемә: “икебеҙ ҙә мираҫҡа инеп, Мәрйәмдең фатирын, маши­наһын икебеҙҙең исемгә күсерәйек тә, һатып, аҡсаһын өсөбөҙ араһында бүлешәйек. Айтуғанға ла өлөш сы­ғарһаҡ, ғәҙел булыр”, – тине. Шунда әсәйем Мәрйәм әбейҙең бөтә нәмәне миңә васыят итеп ҡалдырғанын әйтте. Әсмә әбей тәүҙә, ни әйтергә белмәй, юғалып ҡалды. Йөҙө үҙгәреп китте. Ахырҙа, ултыра биргәс: “Йәмилә, улай булмай инде”, – тине. Һүҙгә мин ҡушылдым: “Ә нишләп “булмай” тиһегеҙ? Бөтәһе лә ғәҙел. Мәрйәм әбей үҙе шулай ҡарар итте. Беҙ уны көсләмәнек, өгөтләмәнек. Ихласлап ҡараныҡ. Түшәктә ятҡан кешене тәрбиәләү еңел түгел, үҙегеҙ ҙә аңлап то­раһығыҙ”. Әсмә әбей, уныһы шулай, тине лә һаман һүҙ ҡуйыртты: “Бәхәсләшмәйем, ҡаранығыҙ. Ләкин Фәриҙә лә хәленән килгәнсә ярҙам итте. Һеҙҙең һымаҡ ҡалала йәшә­һәм, оломон, тип тормай, мин дә ҡарашыр инем. Ауылдан йөрөүе йыраҡ, мәшәҡәтле. Ҡош-ҡортто, йорт-ерҙе лә гел күршеләргә ҡалдырып булмай... Нимә генә тимәгеҙ, Мәрйәмдең васыяты менән килешмәйем. Йәмилә, Сулпан, әйҙәгеҙ, талашмайыҡ, килешеп, мин әйткәнсә эшләйек. Мәрйәмдең мөлкәтенә Ай­туған менән минең дә, хатта беҙҙең балаларҙың да хаҡы бар. Ғаиләлә иң өлкәне бу­лараҡ, өсөбөҙгә бүлешеү – иң ҡулайы буласаҡ, тим”.
Әсәйем апаһының яғына ауыр ҙа ине, мин мөлкәтте бүлешеүҙән ҡәтғи рә­үештә баш тарттым. Әгәр Мәрйәм әбей тап миңә васыят итеп ҡалдырған икән, ни өсөн мин фатирҙан, машинанан баш тартырға тейеш?! Үҙемдең мәнфәғәттәрҙе үҙем яҡла­маһам, кем яҡлар? Фатирҙы һаттыртһам, кескәй эш хаҡым менән ғүмерҙә лә торлаҡлы була алмаясағым көн кеүек асыҡ.
Әлбиттә, был туғандарға оҡшаманы, Әсмә әбейҙәр ныҡ көйөп ҡайтып китте.
Аҙна-ун көндән Әсмә әбей әсәйемә шылтыратҡан. Улым менән ауырлы киленемде Сулпан үҙе янына йәшәргә индереп торһон, тип һораған. “Бер үҙе йәшәй, ә минең балалар ҡуртымға алынған фатирҙа көн күрә. Аҡса еткерә ал­майҙар. Һеҙҙән ярҙам булыр ине”, – тигән. Изге күңелле әсәйем, минең менән һөйләш­мәйенсә, кәңәшләшмәйенсә, риза булған, һәм Әсмә әбейҙең улы Таһир шул уҡ көндә үк әсәйемдән запас асҡыстарҙы барып алған. Был турала миңә әсәйем кисен хәбәр иткәс, туҙындым. Балалары тыуһа, уларҙы ҡыуып та сығарып булмаясағы билдәле бит. Рә­хәтләнеп йәшәп тик ятасаҡтар.
Әммә әсәйем ҡоро ғына итеп, эт булма, тине. Шулайтып ул мине Таһирҙар менән бергә йәшәргә мәжбүр итте. Улар килеү менән үҙҙәрен хужа кеүек тотто. Ялҡау, һа­уалы Таһирҙың ҡатыны шап­шаҡ, хатта үҙҙәренән һуң һауыт-һабаны ла йыуып ҡуя белмәй. Ванна-бәҙрәфте әйтеп тә тормайым. Мин та­ҙарт­маһам, сусҡа һарайына әйлә­нер ине фатир. Үҙҙәренә һүҙ әйтерлек түгел. Саҡ ҡына дәғүә белдереп ҡара, ауырлы ҡа­тыны ятып киткән була, “Ашығыс ярҙам” саҡыралар. Әсәйемә шул турала әйт­кәйнем, түҙ, һеҙ туғандар бит, күҙ йом, өндәшмә, тине. Әсмә апаһы менән араларын боҙ­ғоһо килмәне.
Яңыраҡ Әсмә әбей менән Айтуған ағайҙың (уны ла ҡо­тортҡандар!) Мәрйәм әбей­ҙең мөлкәтен бүлешеү маҡсатында судҡа ғариза яҙыуҙары асыҡ­ланды. До­кументтың ғәмәл­дән сыҡ­ҡанын иҫбатларға йыйыналар. Йәнәһе лә, Мәрйәм әбей васыятнамәне баҫым аҫтында яҙған. Шунан һуң ғына әсәйем мине яҡлашырға тотондо. Әсмә әбейҙәр менән ирешеп-талашабыҙ. Таһирҙар фа­тирҙан сығырға уйламайҙар ҙа. Нимәлер оҡшамай икән, үҙең сығып кит, бер үҙеңә ҡайҙа ла мөйөш таба алаһың, тиҙәр. Асыуланып, машинаны һаттым да, шуның аҡсаһына әсәйемде санаторийға ба­рырға өгөтләп күндерҙем, адвокат та яллаясаҡбыҙ, үҙем, һауа алыштырып, автобус турында ял итергә булдым. Фатирҙы, ысынлап, өсәүгә бүл­һәләр, исмаһам, ма­шинаның рәхәтен күрәйек, тинем. Ҡал­ған суммаға, был мәхшәр бөткәс, арзаныраҡ берәй автомобиль алырмын әле.
Ҡыҙып-ҡыҙып һөйләгән Сулпанды ыңғайына ла һы­пырмай, кирегә лә ҡайырмай, шым ғына тыңланым. Бер уйлаһаң, ул хаҡлы ла кеүек. Хәҙерге заманда мөлкәт бү­лешеүҙе ахмаҡлыҡҡа тиң­ләйҙәр, һәр кем күпме байлыҡ һыя, шунса һоғоноп, күберәк эләктереп ҡалырға тырыша, кемдеңдер нәфсеһе бөтөнләй төпһөҙ ҡойо ише, туйыуҙы белмәй. Ләкин бар нәмәне лә мал-мөлкәт туплауға ғына ҡалдырһаҡ, туған ҡәҙерен белмәһәк, тамам кешелектән сығып бөтмәҫбеҙме? Уйҙа­рымды үҙемдә ҡалдырҙым...

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.

Фото: Т.АМАНОВ

*Бөтә исем дә үҙгәртеп алынған.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас