Махсус биттәр
4 Февраль 2025, 00:00

“Йондоҙло табын” - Иршат ҠАРАСУРИН

Бөгөн үҙенең аш-һыу серҙәре менән Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Нефтекама дәүләт филармонияһы солисы, йырсы Иршат ҠАРАСУРИН бүлешә.

“Наполеон” торты

400 г ондо иләп, өҫтөнә 250 г аҡ майҙы (туңған килеш) ҡырғыста ҡырып һалып бутағыҙ. 100 мл һыуыҡ һыу ҡойоп (һыуытҡыстан алынған булырға тейеш), ҡамыр баҫығыҙ. Үтә ныҡ йомшаҡ булһа, тағы ла 30 – 50 г он өҫтәргә мөмкин. Әҙер ҡамырҙы туғыҙ өлөшкә бүлеп, йоҡа ғына йәймәләр йәйегеҙ һәм һәр береһен 200 градус ҡыҙыулыҡтағы мейестә 3 – 4 минут бешереп алығыҙ.
Крем өсөн 500 мл һөттө ҡалын кәстрүлгә ҡойоп, утҡа ултыртығыҙ. Ул йылынып сыҡҡансы 2 йомортҡаға 300 г шәкәр, 2 балғалаҡ ванилин ҡушып, миксер менән күперткәнсе туҡығыҙ. Артабан туҡый-туҡый 3 ҡалаҡ он, 500 мл һөт ҡушығыҙ. Был массаны яйлап ҡына эҫей башлаған һөткә ҡушып, талғын утта 10 – 15 минут ҡайнатырға. Крем йогурт ҡуйылығына етергә тейеш. Тортты биҙәр алдынан уның һыуынғанын көтөргә кәрәк буласаҡ.
Йәймәләр араһына крем һылап, 8 ҡатлы торт эшләгеҙ. Ә туғыҙынсы йәймәне ваҡларға ла, торттың өҫтөнә, ситтәренә һибегеҙ. 3 – 4 сәғәт һалҡын урында ултырып торһа, торт әҙер. Табынға биргәндә өҫтөн емештәр менән биҙәргә мөмкин.
Ошо уҡ тортты магазинда һатылған ҡатлы ҡамырҙан әҙерләргә була. Тик ул сүпрәһеҙ булырға тейеш.

Ҡаҡланған помидорҙан салат

8 артыҡ эре булмаған оҙонса помидорға (“Дамские пальчики” сорты һәйбәт буласаҡ) ҡайнап сыҡҡан һыу һалып, 1 – 2 минут тотоғоҙ ҙа, өҫтөнә һалҡын һыу ҡойоғоҙ. Шулай иткәндә уның тышы еңел генә һыҙырылып сығасаҡ. Таба өҫтөнә фольга йәйеп, майлап, 4 өлөшкә бүленгән помидорҙарҙы теҙеп сығығыҙ. 1-әр балғалаҡ зәйтүн майы менән үҫемлек майына 1 балғалаҡ киптерелгән базилик, самалап ҡара борос, шәкәр һәм тоҙ һалып, яҡшылап бутарға. Был соусты помидор те­лемдәренә һылап, табаны 100 градус ҡыҙыу­лыҡтағы мейестә 15 минут тоторға. Артабан 20 минут мейестең ишеген асып, быуын сығарып алырға кәрәк. Унан инде утты һүндереп, ишеген ябып, 12 сәғәт ултыртып торорға.
150 г пекин кәбеҫтәһен (аҫҡы аҡ өлөшө), 1 ҡыярҙы, 2 татлы боросон (һары төҫтәгеһен алғанда, салат матур буласаҡ) – һаламлап, 70 г төшһөҙ йәшел зәйтүн емешен түңәрәкләп турарға. Киптерелгән помидорҙы, ҡалған йәшелсәне бергә ҡушып, 2 ҡалаҡ зәйтүн майы һалып бутарға.
Кемгәлер помидор киптереү ҡатмарлы тойолһа, магазиндан әҙерен һатып алырға мөмкин.

Ябай ҡабымлыҡ

Был еңел генә әҙерләнгән ризыҡты әҙерләү өсөн 1 йоҡа ләүәш, 1 ҡап эремсекле сыр (150 г), 1 татлы ҡыҙыл борос кәрәк.
Боросто орлоғонан таҙалап, ваҡ шаҡмаҡтарға турағыҙ. Ләүәште йәйеп, өҫтөнә сырҙы һылағыҙ. Самалап тоҙ, борос, паприка, йәшел тәмләткестәр һибергә мөмкин. Туралған боросто тигеҙ итеп һалып сыҡҡас, рулет итеп тығыҙлап төрөгөҙ һәм 20 – 30 минутҡа һыуытҡысҡа ҡуйығыҙ. Кибеп кит­мәһен өсөн өҫтөн полиэтилен менән ҡаплағыҙ. Табынға 3 см ҡалынлыҡтағы киҫәктәргә телеп бирегеҙ.

                              Гөлнур ҠЫУАТОВА әҙерләне. 

Читайте нас