– Гәүһәр, һин бында ни эшләйһең ул? Ҡайҙа Нина?
– Уф, уяндың, ниһайәт. Бигерәк оҙаҡ йоҡланың. Улар ни, һине килтерҙе лә, кире китте. Нина ла нишләптер ҡалманы. Миңә һине ҡарабыраҡ, күҙ-ҡолаҡ булып торорһоң, тине лә ашығып машинаға сығып ултырҙы, хатта яуабымды ла көтөп торманы. Күтәреп индергәс, хәлеңдең насар икәнен аңланым, шуға ғына бында йөрөүем.
– Нисек инде улар менән китте? – Кәрим тороп ултырырға уйлағайны ла, ауыртыныуҙан ыңғырашып, кире карауатына тәгәрләне. Үҙе менән булған хәлде күҙ алдынан үткәреп, шытырҙатып күҙҙәрен йомдо. Уф, уйлауы ла ҡурҡыныс. Ярай, иҫән ҡалған әле.
Туҡтале, ҡатыны ни өсөн уны шундай ваҡытта ҡалдырып китте һуң? Улай тиһәң, эштәр ҙә күбәйеп киткәндер инде. Үҙе бер айҙан ашыу дауаханала ятты. Ул етәкләгән төҙөлөш компанияһының эшен урынбаҫарҙары менән Нинаһы алып барҙы бит. ниңә Өфөләге фатирға ғына алып ҡайтманы икән? Ярай, ауыл һауаһы нығыраҡ килешер, тигәндер. Үҙе килгәс, һөйләшерҙәр әле.
Авариянан һуң, күпме генә тырышһалар ҙа, уны аяҡҡа баҫтыра алманылар. Умыртҡа һөйәге йәрәхәтләнгән, тинеләр. Бында ятыуҙан фәтүә юҡ ине. Ҡайтыуҙан башҡа сара ҡалмағайны.
– Артабан ни булыры билдәһеҙ. Германияла операция яһайҙар, тик ҡыйбат инде, – тине дауалаусы табип.
— Ярай, ҡарарбыҙ. Аҡса бар бит.
Дауахананан Кәримде шоферы күтәреп алып сығып машинаға ултыртты. Һыҙланыуың бер аҙ баҫылыр, тип ҡатыны уға ниндәйҙер таблетка эсерҙе. Ҡуҙғалып китеп, бер аҙ барғас та йоҡлаған. Хатта индереп һалғандарын да белмәй.
...Ауылдағы был йортона һирәк-һаяҡ ҡына ҡайтып йөрөй Кәрим. Хәлит дуҫы сыраҡҡа төшөргә саҡырғас, кире ҡаға алманы, кискә ҡарай ғына Өфөнән юлға сыҡты. Ҡайтып етергә күп тә ҡалмағайны, боролоштан ҡапыл ҙур тиҙлектә ҡаршыһына машина килеп сыҡты. Аҙаҡ нимә булғанын Кәрим хәтерләмәй. Күҙҙәрен дауаханала ғына асты.
– Гәүһәр, һин бындамы ул?
– Эйе, бына, ҡапҡыларыңа берәй нәмә әҙерләйем дә ҡайтам, тип йөрөйөм.
– Ярай, ҡайтырһың. Һинең бында йөрөгәнеңде Нина оҡшатмаҫ. Хәҙер килеп етер ул.
Ризыҡ һалынған батмусты Кәримдең янына килтереп ҡуйҙы ла Гәүһәр, бер ни өндәшмәй, шым ғына сығып китте. Мәләүездән өлкән улы Салауаттың балалары килгәйне, көтөп, аптырап бөткәндәрҙер инде. Ҡараңғы төшөп тә өлгөргән икән. Былай һуңға ҡалырын белһә, ҡул фонарын алған булыр ине. Бағаналағы лампочка күптән янып сыҡҡайны, алмаштырған кеше юҡ. Һәрмәнеп, өйөнә саҡ ҡайтып етте Гәүһәр.
– Өләсәй, ҡайҙа йөрөнөң ул? Беҙ һине юғалттыҡ. Ҡарт өләсәйем, әҙерәк серем итеп алам, тип ятып торғайны, йоҡлап китте, ахырыһы. Асыҡҡас, табалағы бәрәңгене ашап алдыҡ. Оло өйҙә бөгөн ут яна ине, берәйһе килгәнме әллә?
– Эй, алтындарым минең. Үҙ тамағығыҙҙы үҙегеҙ ҡайғыртҡанһығыҙ икән, — тип Рәмилә менән Ниязды арҡаларынан тупылдатып яратып алды. Сәй эсеп алғас, йоҡларға әҙерләнделәр. Балалар бер аҙ шырҡылдашып ята торғас, әүен баҙарына киткәндәрен һиҙмәй ҙә ҡалдылар.
Ҡатын оҙаҡ йоҡлап китә алманы. Ейәндәрен әйт әле, ҙур йорттағы ут яҡтыһын күргәндәр, тиген... Кәримдең эштәре яҡшынан түгел, буғай. Нинаһы ла килергә оҡшамаған. Их, Кәрим, Кәрим...
* * *
...Гәүһәр был ауылға ун һигеҙ йәшендә генә килен булып төштө. Ул ваҡытта уларҙан да бәхетлерәк кеше юҡ кеүек ине. Ҡатын ирен сите менән генә йылмайып ҡуйҙы. Шул тиклем пар килгәнһегеҙ, тип һоҡланмаған кеше булмағандыр үҙҙәренә. Тура мәғәнәһендә ире уны ҡулында ғына күтәреп йөрөттө. Бер ваҡыт һауынсы Баныу апай үтеп киткәс, бер айға ғына Гәүһәрҙе эшкә саҡырҙылар. Үтенеп һорағастар, ире ҡаршы булһа ла ризалашты. Һыйыр һаумаған кешеме ни ул? Бармаһа, ялҡау килен тигән даны сығыр, етмәһә. Бер ай ни үтер ҙә китер.
Таң һарыһы менән эшкә йөрөгән кәләшен һөйгәне көн дә оҙатып ҡуйҙы. Шул тиклем ҡараңғыла нисек бер үҙен ебәрһен инде? Ыҡсым ғына кәүҙәле ҡатынын ҡосағына һыйындырып ҡына алып бара.
– Бигерәк яратам бит үҙеңде. Шуны һиҙәһеңме ул һин, Гәүһәрем, аҫыл ташым минең?
– Юҡсы, бер нәмә лә һиҙмәйем, – тигән булды тегеһе иркәләнеп.
– Әһә, шулаймы ни, хәҙер мин һине, – тип еңел генә күтәреп алып өйрөлткәс, кәләше зыңғырлатып көлөп ебәрҙе лә ҡапыл туҡтап ҡалды.
– Төшөр инде, айыу, башым әйләнде.
– Нимә, берәй ереңде ауырттырҙыммы әллә?
– Юҡ, юҡ, ныҡ әйләндерҙең бит үҙең...
Дөрөҫөн ул ҡайтҡас әйтәсәк. Шундай хәбәрҙе урам уртаһында һөйләп тормайһың инде: оҙаҡламай уларҙың бәләкәсе буласаҡ.
– Ярай улайһа. Юғиһә фермаға еткәнсе ҡулымда ғына алып барырмын тигәйнем.
Кәләшен оҙатып ҡуйғас, ире ятып та тормай, бер аҙ ҡапҡылап ала ла үҙе эшкә сығып йүгерә. Киске һауындан йәнә ялан сәскәләрен бер ҡосаҡ итеп йыйып, һөйгәнен ҡаршы алырға ашҡына. Ауыл халҡы ла был күренешкә өйрәнеп бөткәйне. Яманлап һөйләгән кеше булманы шикелле.
* * *
...Буласаҡ ирен тәү күргәс тә донъяһын онотоп ғашиҡ булғайны Гәүһәр. Егет уларға күрше генә йәшәгән Зарифтарға ҡунаҡҡа килгәйне. Бергә хеҙмәт иткәндәр икән. Ҡыҙ уны йылға буйында осратты. Бәләкәй баҫмала йырлай-йырлай кер сайҡай ине. Эше бөткәс, биҙрәләрен көйәнтәһенә элеп, ҡуҙғалам тигәндә генә ҡаршыһында мөһабәт кәүҙәле егет торғанын күрҙе лә, ҡойолдо ла төштө.
– Күптән тораһығыҙмы?
– Әллә ни түгел. Бигерәк матур йырлайһығыҙ бит. Тыңлап бөтәйем, тип ары китә алмай торҙом, – тигән булды егет, ни әйтергә белмәй.
Гәүһәр көйәнтәһен тигеҙләне лә өндәшмәй-нитмәй ҡайтырға юлланды. Егеткә күтәрелеп ҡарарлыҡ хәлдә түгел ине ул. Йөрәге сығырҙай булып типте. “Хоҙайым, абынып ҡына йығылмаһам ярар ине... Үтеп китһә, һәйбәт булыр ине...” — тип уйланы. Юҡ, хәбәрен һөйләп, эргәһенән тик бара.
– Ҡайҙа, үҙем күтәрәйем, ауыр бит, – тип ярҙам ҡулын һуҙғайны, Гәүһәр ҡырҡа ҡаршы булды.
Эстән генә: “Хәҙер бына, күтәрмәһәң ярар ине”, – тип уйланы ла, атлауын дауам итте. Тегеһе юл буйына әллә нимәләр һөйләне, тик Гәүһәр бер ни ҙә ишетмәне. Ике сикәһе ут булып янды, көн дә йөрөгән юлы үтә лә оҙон кеүек тойолдо. Бәләкәй ҡапҡаны асып, эскә үткәс кенә, иркен тын алып ҡуйҙы.
Иртәгәһенә ҡунаҡ егет ҡайтып китте. Уның менән бергә Гәүһәрҙең бөтә тыныслығы юғалды. Бер тапҡыр ғына күргән кеше өсөн шул тиклем өҙгөләнергә мөмкин икән, тип үҙенә асыуы килде. “Эй, Хоҙайым, тағы ла килерме икән уларҙың ауылына? Ә ҡабат бер ваҡытта ла күрә алмаһа? Уф, ниңә генә килде икән уларҙың ауылына, етмәһә, күршеләренә? Ниңә генә осратты? Уның ялға ҡайтҡан ваҡытына тура килеүен әйт...” Ҡунаҡ егетен уйлап кәйефе берсә күтәрелде, берсә бүлмәһенә бикләнеп, уйланып оҙаҡ сыҡмай ултырҙы ҡыҙ.
* * *
Халыҡ бесәнгә төшә башлаған ваҡыт. Йәй айының иң йәмле ваҡыты. Бөтә еләк-емеш өлгөргән. Теләһәң, рәхәтләнеп һыу инәһең. Медицина училищеһының икенсе курсын тамамлаған Гәүһәр каникулға ҡайтты. Ошо мәлде ярата Гәүһәр. Айырыуса бесән ваҡытын. Яланда сәй эсеп, ата-әсәһе менән сөкөрләшеп, кинәнеп йөрөп эшләй.
Иртән торғас, шишмәгә һыуға барып, йорт тирәһендә әсәһенә булышты ла, кисә сапҡан бакуйҙарҙы әйләндерергә, тип артҡы баҡсаға сыҡты. Күршеләре яғынан тауыш килгәс, шул яҡҡа күҙ һалғайны, Зариф менән бергә бесән сабып йөрөгән таныш һынды күреп, йөрәге ярһып тибә башланы. Улар яғынан күҙен алмай йөрөгән егет тә уны күргәс, салғыһын ташлап, артабан нимә эшләргә белмәй туҡтап ҡалды. Шунан ашығып сәскә йыйырға тотоноп китте. Зариф эштең ниҙә икәнлеген аңлап, ситтән генә йылмайып дуҫын күҙәтте.
– Ярҙам кәрәкмәйме? – тип шаян йылмайҙы.
– Юҡ, юҡ, үҙем, – матур ғына гөлләмә яһаны ла бөтә ҡыйыулығын йыйып, ҡунаҡ егет кәртә аша күрше баҡсаға һикереп төштө. Был юлы иҫәңгерәп йөрөргә ярамай: ике көндән ҡайтып китә. Тимерҙе ҡыҙыуында һуғырға кәрәк, тип уйланы.
– Гәүһәр! – янына килгәнен ябайламайыраҡ ҡалған ҡыҙ терт итеп ҡалды. Ҡаушауы һиҙелерлек булып йөҙөнә сыҡты. – Гәүһәр, һаумы. Хәлдәрең нисек?
– Һәйбәт кенә. Ҡунаҡҡа килдегеҙме?
– Эйе, юҡ, мин... ней... Уф, телем көрмәлде лә ҡуйҙысы. Һине күрергә тип килдем.
– Нисек мине күрергә?
– Теге ваҡыт үҙеңде ситән аша көн буйы күҙәтеп йөрөнөм. Йылға буйына төшкәнеңде күргәс, артыңдан барҙым. Унда һүҙҙәр әллә ни берекмәне. Кискеһен урамға сыҡмаҫһыңмы икән, тип өмөтләндем, сыҡманың. Һәм шул көйө ҡайтып киттем. Уйымдан бер ҙә сыҡҡаның булманы. Ҡайҙа барһам да, күҙ алдымда һин булдың.
“Минең дә шулай”, – тип саҡ ҡысҡырып ебәрмәне Гәүһәр. Бер күреүҙән бер-береһенә ғашиҡ йәрҙәр тураһында ишеткәне бар ине. Әммә үҙе менән бындай хәл килеп сығыр, тип башына ла килтермәне. Егеткә һиҙҙермәҫкә тырышһа ла, ошо минутта унан да бәхетлерәк кеше юҡ ине. Ғашиҡтар кискеһен осрашырға һүҙ ҡуйышып айырылышты.
Өсөнсө тапҡыр егет әсәһе, туғандары менән күмәкләп килде был ауылға. Үҙе теге ваҡыт буласаҡ ҡайныһы, ҡәйнәһе менән танышып, һөйләшергә өлгөргәйне инде. Ҡыҙҙары риза булғас, ата-әсәләре ҡаршы торманы. Матур итеп никах уҡыттылар ҙа, Гәүһәрҙе алып та киттеләр. Бигерәк алыҫ йәшәй икән һөйгәне. Уның ҡарауы ауылы Өфөгә яҡын ғына. Ҡапҡаны асып, эскә үткәс, ҡыҙ ундағы матурлыҡты күреп хайран ҡалды. Торғаны бер әкиәт донъяһы инде. Бар ергә оҫта ҡуллы кешенең ҡулы тейгәне күренеп тора. Сәскәләрҙең ниндәйен генә үҫтермәйҙәр, күҙҙең яуын алып ултыралар. Тимәк, бик уңған ҡатын кеше йәшәй бында. Йәшелгә буялған ҡупшы йорттары төптәрәк, ағастар араһында, урынлашҡан. Уртанан бәләкәй генә йылға ағып ята, уның аша күпер ҙә һалынған. Семәрләп биҙәлгән бит әле үҙе. Ағастан юнып нимәләр генә яһалмаған: төрлө хайуан, ҡош һыны... Ошонда ул һөйгән кешеһе менән йәшәйәсәк. Гәүһәр бер аҙ ваҡыт иҫ китмәле матурлыҡтан күҙҙәрен ала алмай торҙо.
– Төклө аяғың менән, балам. Әйҙә, үт, – тип ҡәйнәһе аяҡ аҫтына мендәр сығарып һалды.
Ауыҙына бал, май ҡаптырып, шартына килтереп ҡаршы алдылар уны. Өҫтәл әҙерләп, көтөп торғандар икән үҙҙәрен. Һомғол буйлы, сибәр киленде күреү менән:
– Үәт, Кәрим, кәләште һайлай белгәнһең, юҡҡа ғына шул сама ара үтеп йөрөмәгәнһең икән, – тип тел шартлаттылар.
– Атыу, һайлағас шундайын һайлайһың инде. Юғиһә ике араны бер итеп шулай йөрөр инемме ни? Әллә ҡайҙан, төпкөлдән барып алып килдем бит мин уны. Эйеме, кәләш? — Гәүһәр, уның әйткәндәрен ҡеүәтләгәндәй, йылмайып иренә ҡараны.
Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА.
(Дауамы бар).
...Бына шулай башланып китте Гәүһәрҙең яңы тормошо. Бәхетле ине ул. Кәриме иһә йәнен бирерҙәй булып торҙо. Уңған, тырыш киленен ҡәйнәһе лә ҡыҙы кеүек яҡын күрҙе, һүҙҙәре беректе. Кәримдең ауылда үҙенең эше бар. Бәләкәй сағынан төҙөүсе булырға хыялланған егет, үҫкәс, ниәтен тормошҡа ашырған. Гәүһәр ҙә буш ултырманы: бухгалтерҙар курсын тамамлап, бөтә иҫәп-хисап эшен алып барҙы. Табип булыу хыялы ғына тормошҡа ашманы. Ситтән тороп уҡырға булһа, дауам итер ине лә бит... Ярай, үкенерлек түгел, ошо бәхете уның бөтә был ваҡ-төйәктән юғарыраҡ тормаймы ни?
Ҡатыны малай тапҡас, Кәрим атҡа атланғандай ҡыуанды. Ярһып эшләне, ашҡынып, ҡанатланып өйөнә ҡайтты. Өйҙәгеләрҙең дә үҙен һағынып көтөп алыуы күңеленә әйтеп аңлата алмаҫлыҡ рәхәтлек бирҙе. Ҡыҙҙары ла тыуғас, донъялары бөтөнләй түңәрәкләнде. Ир яҡшынан бер йорт һалып инеү теләге менән янып йәшәй башланы. Итексенең итеге тишек, тимерсенең балтаһы китек, тигән һымаҡ, үҙе төҙөүсе булып, һаман яңы йорт һалып инә алмай йөрөмәһен әле. Ғаиләләре лә ишәйҙе хәҙер.
– Кәләш, минең башҡа бик шәп бер уй килде әле ул, – тип һүҙ башланы бер көндө Кәрим кискеһен телевизор ҡарап ултырған еренән. — Дөрөҫөн әйткәндә, күптән хыялланып йөрөйөм инде.
Иғтибар менән тыңлайым, тигән һымаҡ, Гәүһәр, бәйләм бәйләп ултырған еренән, уның яғына боролдо.
– Ғаиләбеҙ артты, кирбестән ике ҡатлы итеп тороп үҙебеҙгә йорт һалып сығайыҡ әле.
– Кирбестән?
– Эйе, уның нимәһе бар? Үҙебеҙҙән һуң балаларға ҡалыр. Унан, ағастың мудыһы бөттө инде хәҙер.
– Эйе шул. Тик, мин ағастан матур итеп семәрләп төҙөрһөң, тип уйлағайным. Ярай, кирбестән ныҡлы була инде. Уйлашайыҡ, ҡәйнәмдең дә кәңәшен һорайыҡ.
Оҡшай ул Кәримгә ҡатынының ҡәҙерле кешеһенә шулай хөрмәт менән ҡарауы. Ә әсәһе шәп кеше. Бөтә ошо уңыштары өсөн уға рәхмәтле. Берҙән-бер бала булһа ла артыҡ иркәләтмәне. Бәләкәйҙән бөтә нәмәгә яуаплы ҡарарға өйрәтеп үҫтерҙе. Үҙе колхоз эшенән ҡайта белмәне. Кәрим бер үҙе арҡыры бысҡы менән утынын да бысты, һыуын да ташып ҡуйҙы, ҡош-ҡорт, мал ҡарау ҙа уның елкәһендә булды. Бөгөнгөләй хәтерендә, бер кис һуң ғына ҡайтып ингән әсәһе: “Таҡталар араһындағы ек еүешләнмәгән, иҙәнде һәйбәтләп йыумағанһың бит”, – тип төн уртаһында киренән иҙән йыуҙырғайны. Шунда, шәм яҡтыһында, уның ҡоролай ғына һөртөп сыҡҡанын нисек күрҙе икән?
Әсәһенең уйнап йөрөмәгәнлеген яҡшы аңлай ине. Арып ҡайтып йығылғанын күреп, хәленән килгәнсә тырышты. Маҡтау һүҙен йыш ишетмәне. Шуғамы икән, ҡайһы саҡта башынан һыйпап: “Таянысым минең, әлдә һин бар әле”, – тип бер-ике йылы һүҙ әйтһә лә шатлығынан түбәһе күккә тейер ине.
Кәрәкле төҙөлөш материалдарын табып, урамына килтереп ауҙарғас, Кәрим ярҙамға бригадаһын алып килде. Егеттәр эшкә йылғыр тотондо. Уларға башҡа ауылдаштар ҙа ҡушылды. Ауылда шулай бит, бер кеше ҙур эшкә тотонһа, ярҙам итергә әҙер генә торалар.
Тау башында ултырғас, ҡыҙыл кирбес йорт , ауылға ингәс тә, әллә ҡайҙан күҙгә ташланып торҙо. Шәп килеп сыҡты. Башҡа бер кемдә лә юҡ ундай йорт. Беренсе ҡатта ҙур аш бүлмәһе, зал һәм Маһинур әбейҙең йоҡо бүлмәһе булһа, икенсе ҡатта – үҙҙәренең, Салауат менән Наҙгөлдөң бүлмәләре. Матур йыһаздар алып ултыртҡас, иҫ китмәле булды. Ҡалала бындай фатир һәр кемгә эләкмәйҙер әле. Бигерәк тә балалар ҡыуанды. Айырым бүлмәң булыу шәп икән ул. Бер кемгә лә ҡамасауламайһың, һиңә лә бер кем дә ҡыҫылмай. Маһинур әбейҙең генә ғүмер иткән йортон ташлап киткеһе килмәне. “Бер үҙең ни эшләмәксе булаһың? Унда үҙеңдең бүлмәң бар, йылы, яҡты”, – тип ай-вайына ҡуймай алып сыҡтылар. Өй туйларға бөтә ауыл халҡын саҡырҙылар, тиһәң дә хата булмаҫ. Ысын байрамға әйләнде ул көн, тирә-яҡ гөр килеп торҙо. Хөрмәт итә ауылдаштары уларҙы. Шулай булмай, күпме кешегә эш урыны булдырҙы Кәрим. Аҡса артынан әллә ҡайҙарға сығып йөрөп эшләгән ирҙәре өсөн ҡатындарының рәхмәте сикһеҙ. Шуға күрә үҙҙәре лә ярҙам итергә әҙер генә торҙолар.
Яңы йортта рәхәтләнеп йәшәп киттеләр. Бөтә уңайлыҡ булдырылған бит. Йортонан ҡәнәғәт ине Кәрим. Үҙенең проекты менән төҙөнөләр бит, ҡулынан килә, тимәк. Тора-бара ҙурыраҡ объекттар хаҡында хыяллана башланы. Әмәлгә ҡалғандай, бер көндө уға ҙур ғына төҙөлөш кампанияһынан шылтыратып, Өфөгә эшкә саҡыралар. Кем еткергәндер, уның тураһында бөтә мәғлүмәтте белеп торалар. Бик мауыҡтырғыс итеп һөйләнеләр. Кәримдең күҙҙәре янды. Шулай ҙа: “Өйҙә ғаиләм менән кәңәшләшергә кәрәк”, – тип вәғәҙә бирмәй торҙо.
– Әллә инде, ҡапыл ғына нимә тип әйтергә лә белмәйем әле. Бындағы бригадаң нимә эшләр? Тағы эшһеҙ ҡалырҙармы? – тип ҡатыны ҡырҡа ҡаршы килмәһә лә, тел төбөнән ебәргеһе килмәгәнлеген белдерҙе.
– Уларҙы ла үҙем менән бергә алам бит. Кеше етешмәй, тинеләр. Эш хаҡы һәйбәт, ара алыҫ түгел, уҙа барһа, бер сәғәтлек юл. Көн дә ҡайтып йөрөрбөҙ. Йә, нисек?
Ризалашмай ҡайҙа барһын инде Гәүһәр. Ана, ире нисек ҡыуанып ҡайтҡан. Кәримде шунда уҡ мастер итеп ҡуйҙылар. Быға тиклем ҙур проекттар менән эшләгәне булмаһа ла, айышына тиҙ төшөндө. Бригадаһына эш рәтен белгән, тырыш егеттәр йыйылған, һәйбәт итеп эшләп алды ла киттеләр. Участка начальнигы үҙҙәрен маҡтап ҡына тора. Тик ҡайһы ваҡытта, их ,был урында мин ошолайыраҡ итер инем, тигән уйҙар тынғы бирмәне Кәримгә. Үҙенең эшен асырға ине ул. Уның проекты менән төҙөлгән йорттар бөтөнләй икенсе төрлө буласаҡ, ҡала урамдарына йәм биреп ултырасаҡ. Әллә күпме һыҙмаһы ла бар. Саҡ ҡына буш ваҡыты булыу менән Кәрим шуларға тотондо.
Был кампанияла апаруҡ эшләп, байтаҡ тәжрибә туплаған ир уйланып йөрөй торғас, бер көн тәүәккәлләне. Үҙенең бизнесын асасаҡ. Башлап ебәреүе, әлбиттә, еңелдән түгел. Тегеһе кәрәк, быныһы –юҡ. Ярай, нимә булһа ла була инде, кирегә юл юҡ хәҙер. Үҙенең егеттәре унан ҡалмаясаҡтары хаҡында әйткәс, кәйефе күтәрелеп киткәндәй булды. Улар менән утҡа ла, һыуға ла инергә була, исмаһам.
Яңы вазифала тәүге эш көнө иҫке генә бер йорттоң подвалында башланып китте. Ал-ял белмәй, баш күтәрмәй эшләне Кәрим. Үҙе белгән, ышаныслы ярҙамсыларын алды. Эш күп, өйөнә һуңлап ҡына ҡайтты ла иртән таң ҡараһы менән сығып китте. Быға ҡатыны өйрәнеп тә бөттө. Ярай, балалары ҙурайҙы инде. Салауаты хәҙер студент, Наҙгөлдәре мәктәпте тамамлай. Үҫкәндәрен аталары йүнләп күрмәне лә. Ул эшкә киткәндә лә, һуң ғына ҡайтып ингәнендә лә балалары йоҡлаған була. Ҡатыны ғына һәр ваҡыттағыса йылы ашы менән көтөп ала. Улар янына әсәһе килеп сыға, бергәләп сәй эсәләр. Иртән иртүк торорға булғас, иркенләп һөйләшеп ултырырға ла ваҡыттары ҡалмай.
...Уға ҡарата ҡасан һыуына башланы һуң Кәрим? Эш, донъя, тип йүгереп йөрөп, бер нәмә лә абайламай ҡалғанмы? Насар уйҙар башына инеп тә сыҡманы Гәүһәрҙең. Ваҡыт еткереп булмай, тип күпме ҡайтмай ҡалған саҡтары булды иренең. Ә ул йәлләне: бахырҡайы йылы аш күрмәй, улар тип интегеп йөрөй, йәнәһе. Шикләнерлек сәбәбе лә булманы кеүек ине. Иренең үҙенә иғтибары етеңкерәмәгән саҡтары булһа, арыйҙыр, тип аҡланы.
Уйланып ята торғас, Гәүһәр таңға табан ғына йоҡлап китте. Иртәнсәк ҡәйнәһенең шыштыр-шыштыр йөрөгән аяҡ тауышына уянды.
– Бер-бер хәл булдымы әллә, килен? Бик оҙаҡ йоҡлай алмай яттың.
– Эй, ҡәйнәм, кил әле, әҙерәк эргәмдә ултырып тор. Кәрим ҡайтты. Кисә кисләтеп кенә килтерҙеләр.
– Эһ... Кәрим... – Маһинур әбей йөрәгенә йәбеште. – Хәле нисек?
– Бик шәптән түгел шикелле.
– Алай икән... Ярай, янына барып киләйем, бала бит.
– Ҡәйнәм, бер үк ҡаты бәрелмә инде.
– Бәрелмәм... Йәлләй бит әле һаман.
Әсәһе килеп ингәндә, Кәрим бер нөктәгә төбәлеп, уйға батып ята ине. Ҡалҡынырға итте, булдыра алманы. Тешен ҡыҫып кире ауҙы. Маһинур әбей берсә йәлләп, берсә йәне көйөп улына ҡарап ҡатып ҡалды.
– Әсәй, улай тишеп ҡарама әле. Миңә былай ҙа ауыр.
– Ҡайҙа һуң йәш бисәң? Ниңә яныңда түгел? Мин һиңә күпме тыҡыным, яңылышаһың тинем, тыңламаның. Үҙеңдән нисә йәшкә кесе? Һин кәрәкме ни уға? Аҡсаң ғына кәрәк ине. Күҙең томаланды, ниндәй ҡатыныңды шуға алыштырҙың...
– Нимә һөйләйһең һин, әсәй? Ваҡыты юҡтыр. Сашаны мәктәпкә алып барырға кәрәк. Хәҙер килеп етәсәк ул.
– Ярай, күҙ күрер. Ашағың киләме?
– Сәй генә әҙерләп китһәң. Ашағым килмәй.
“Нина, Нина, ни эшләп һаман килмәйһең һин? Өмөт юҡ бында, тип ташлап ҡуйырға уйланыңмы ни?” Мең төрлө уй Кәримдең мейеһен ярҙы. Нисауа, операция яһатҡас, барыбер аяғына баҫасаҡ ул.
Оҙаҡ ҡына көттөрөп, бер көндө, ниһайәт, Нинаһы шылтыратты. Ҡоро ғына һөйләште, килеп китәсәге хаҡында әйтте. Ваҡыты юҡлыҡҡа йөҙ сәбәп тапты. Нимәлер йөрәген телеп үтте Кәримдең. Килеп китермен, тине. Тимәк, бында ҡалырға ла, уны баш ҡалаға алып ҡайтырға ла уйында юҡ ҡатынының.
* * *
...Яңы офисҡа күскәс, Кәрим үҙенә секретарь, хәҙергесә әйткәндә, директор ярҙамсыһы кәрәклеге хаҡында гәзиткә иғлан бирҙе. Эшләргә теләк белдеүселәр күп килде. Тик, ни эшләптер Кәримдең күңеле береһенә лә ятманы. Ә бына Нинаны күргәс тә оҡшатты. Төҫкә-башҡа сибәр. Был бик мөһим, ни тиһәң дә секретарь ул – етәксенең йөҙө. Үҙ-үҙен тотошо, сатнатып һөйләшә белеүе лә шәп. Был эштә тәжрибәһе лә бар булып сыҡты, етмәһә. Тап үҙе — ул теләгән кеше.
Тәүге көндән үк башын баҫып эшкә тотондо Нина. Татлы телле ҡыҙ килгән кешеләрҙе матур итеп ҡаршыланы, яғымлы һөйләште. Документтар тулы тәртиптә. Тағы ла нимә кәрәк? Бер көндө ҡыҙыҡ булды. Ҡыҙыҡ тип әйтеү бик дөрөҫ тә түгел, әммә ләкин Кәримде шаҡ ҡатырҙы был күренеш. Секретары кофе яһап индерҙе лә ғәҙәттәгесә ашығып сығып китмәне, сынаяҡтарҙы өҫтәлгә ҡуйғас, яйлап ҡына ул ултырған креслоның артына барып баҫты. “Арыйһығыҙҙыр инде, Кәрим Саматович, компьютер артында ла оҙаҡ ултырырға тура килә”, – тип йомшаҡ ҡулдары менән яурындарына массаж яһай башламаһынмы.
– Был нимә? — Кәрим ҡапыл боролоп уҫал итеп ҡараны ла ҡыҙҙың ҡулдарын алып ташланы. – Башҡаса бер ваҡытта ла ҡабатланмаһын. Аңлашылдымы?
– Мин һеҙҙе йәлләп кенә...
– Мине йәлләргә, кәрәкмәй. Был һеҙҙең бурысығыҙға инмәй, барығыҙ эш урынығыҙға! Һы, йәлләйем, имеш... – аптырауҙан ир шаңҡып ҡалды. — Үәт, нахал, әй.
Унан һуң әллә күпме ваҡыт үтте. Был турала Кәрим онотто, ә бына Нина нисектер үҙен икенсе төрлөрәк тота барыбер. Ҡайһы саҡта күҙҙәрен алмай, иркә генә йылмайып ҡарап тора. Яҡын күреп шулай ҡыланамы икән? “Әллә... оҡшатамы? Кит инде, юҡ нәмә тураһында уйлап торам мин дә. Ғаиләм барлығын белеп тора ла инде...” — тип уйланы ир. Ә Нина көндән-көн директорына ҡарата иғтибарын арттыра ғына барҙы. Кәрәкһә-кәрәкмәһә лә эргәһенә инергә, яйын тура килтереп ҡағылырға тырышты. Кәримгә ҡайһы ваҡыт хатта уңайһыҙ булып китә ине. Тора-бара ул быға нисектер өйрәнеп китте, хатта оҡшата башланы.
...Эш урынында Яңы йылды ҡаршылған төндө һөйләшеп, ашап-эсеп ултырҙылар, апаруҡ ҡыҙмаса булып алғандар ҙа бар араларында. Бер заман еңел генә музыка уйнай башланы. Шуны ғына көткәндәй, Нина йүгереп барып тигәндәй хужаһын бейергә саҡырҙы. Оҙаҡ әйләнде улар. Нинаның сәстәренән килгән илерткес еҫ ирҙең танауын ҡытыҡланы. Торған һайын ҡыҙҙы үҙенә нығыраҡ ҡыҫты. Барыһы бейей, күңел аса. Бер кемдә бер кемдең ҡайғыһы юҡ. Уларҙың юҡҡа сыҡҡанын һиҙмәнеләр ҙә.
Иртән йоҡоһонан уянғас, башта Кәрим ҡайҙа ятҡанын аңламаны. Өйөндә түгеллеген белеп, һикереп торғанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Аш-һыу бүлмәһендә йөрөгән Нинаның күҙенә күтәрелеп ҡарарға ла оялды. Тегеһе бер ни булмағандай, сәй әҙерләп йөрөй. Ә Кәримдә сәй ҡайғыһы юҡ ине, тиҙерәк өйөнә ашыҡты. Гәүһәргә нимә тип әйтер? Ҡайта алмайым, тип кистән иҫкәртмәне лә бит исмаһам. Әллә нимәләр уйлап бөткәндер инде. Ояты ни. Салауаты бына-бына өйләнергә йөрөй, ҡыҙы үҫеп бөткән. Юҡ, башҡаса был хәл ҡабатланмаясаҡ. Белеп кенә ҡалмаһындар инде...
Йәшлек, матурлыҡ үҙенекен итте. Кәри ҡаршы тора алманы, күңеле Нинаға тартылды. Йәшерен осрашыуҙар дауам итте. Кәримдең өйгә ҡайтмай ҡалған саҡтары йышайҙы, үҙ-үҙен тотошо ла үҙгәрҙе. Ҡатынына ҡатыраҡ та бәрелеп ҡуҙы. Ҡыйын булып китһә лә, Гәүһәр артыҡ иғтибар бирмәҫкә тырышты. Ире эшләй, уның тырышлығы арҡаһында шулай етеш йәшәйҙәр түгелме ни? Барыһы ла бар. Ана, Салауатына ниндәй итеп туй яһанылар. Өфө ресторанында үтте. Ә туйға бүләк ителгән ике бүлмәле фатир һуң! Наҙгөлгә лә машина алып бирҙеләр. Медицина университетында уҡып йөрөгән ҡыҙҙары ялға үҙе руль артында ғына ултырып ҡайта хәҙер. Кемгә эләгә ундай бәхет? Маһинур әбей иһә хафаланды, йөрәге нимәлер һиҙенде. Әсәй кеше бит, улының килененә ҡарата һалҡынайыуын күрмәй буламы һуң? Бер көндө түҙмәне, киленен янына саҡырып алды:
– Балам, ҡалаға барып, донъя күреп ҡайт. Бер ҡайҙа йөрөмәйһең бит. Донъяны ҡараштырып торормон. Сәс-башыңды матурла, үҙеңә бер ҙә иғтибар бүлмәйһең һуңғы ваҡытта. Һин бит ауылдың беренсе сибәре инең.
– Э-э-й, ҡәйнәмде, был йәштә ул матурлыҡ кемгә кәрәк, тиһең?
– Атаҡ, кемгә тип ни, тәү сиратта үҙеңә, унан ирең өсөн. Ирҙәр күҙҙәре менән ярата, тип белмәй әйтмәйҙәр инде.
– Нимә, әллә улың, башҡаса киленеңде яратмайым, тинеме, – тип зыңғырлатып көлөп ебәрҙе лә, ҡәйнәһен яратып ҡосаҡлап алды. – Беҙ былай ҙа бәхетле уның менән. Матур ғына олоғайып киләбеҙ, Аллаға шөкөр.
– Шулай ғына була күрһен. Ярай, бар, бар йөрөп ҡайт...
* * *
Кәриме Нина менән килеп ингәс, бер ни аңламаған Гәүһәр тиҙерәк аш бүлмәһенә ашыҡты.
– Ниңә ҡунаҡ менән ҡайтам, тип шылтыратып әйтмәнең? Әҙерләнеп торған булыр инек.
– Ашыҡма, Гәүһәр, бер ни ҙә кәрәкмәй. Беҙ туҡ.
Маһинур әбейҙең йөрәге һулҡ итеп ҡалды. Һиҙемләүе шулай уҡ дөрөҫкә сығырмы икән ни, эй, Хоҙайым. Ул борсолоп, улына ҡараны. Кәрим дә тыныс түгел.
– Әсәй, Гәүһәр, ултырығыҙ әле. Нина һин дә үт, һөйләшеп алырға кәрәк.
– Эшеңдә бер-бер хәл булдымы әллә?
– Тыныслан, Гәүһәр. Эштә барыһы ла яҡшы. Тик...
– Улым, ашығаһың. Уйла, зинһар өсөн, ныҡлап уйла.
– Барыһы ла уйланылған, әсәй.
– Минең ризалығым юҡ. Фатихамды бирмәйем.
– Нимә тураһында һөйләйһегеҙ ул, һеҙ? Кәрим, ҡәйнәм...
– Гәүһәр, һин аңларға тырыш инде, зинһар. Мин башҡаны яратам. Нина менән таныштырып тороу кәрәкмәй, уны беләһең. Ул бында йәшәргә килә, мин уға өйләнәм. Ғәфү ит. Уйлама, һеҙҙе ташламайым. Аҡсаға интекмәҫһең, балаларға ярҙам итермен.
Гәүһәр үҙ ҡолаҡтарына үҙе ышанманы. Ләкин үҙен тиҙ ҡулға алды.
– Күптәнән бергәһегеҙме?
— Ике йылдан ашыу инде.
– Маладис, сер һаҡлай беләһең икән. Ҡайһылай оҫта йәшереп йөрөгәнһең.
Гәүһәр шаңҡып бер аҙ торҙо ла атылып тышҡа сығып йүгерҙе. Маһинур әбей ҙә урынынан тороп баҫты.
– Әсәй, һин ҡайҙа?
– Үҙемдең өйөмә. Гәүһәр ҡыҙым, балаларым ҡайҙа — мин шунда.
– Ә мин кемдең балаһы һуң?
– Белмәйем улым, хәҙер һин кемдекелер? Һүҙемә ҡолаҡ һалманың. Нимә булғандыр, нимә эшләткәндәрҙер, аңламайым. Һинән быны көтмәгәйнем. Үҙемсә һәйбәт тәрбиә бирҙем, ә һин йомшаҡ булып сыҡтың. Йыбытҡы. Үкенергә тура килмәһен, Гәүһәр кеүек ҡатындар юлда аунап ятмай.
– Әсәй, минең бәхетле булғанымды теләмәйһеңме ни?
– Ниңә, быға тиклем бәхетһеҙ инеңме ни? Мөхәббәтегеҙгә һоҡланмаған кеше булманы. Ошондай аҙғындар бәхетһеҙ итә ир-атты. Олоғайған көнөңдә йәш кәләш кәрәк булдымы? Ярай әле теге ваҡыт өйөмдө һүттермәгәнмен, хәҙер ҡайҙа барыр инем? Кешенән оят. Ошо көндәрҙе күрәһем булған икән, йә Хоҙай...
Гәүһәр бер нисә көн аңҡы-тиңке йөрөнө. Аҡырып илағыһы килде — илай алманы. “Исмаһам, алдан белгертһәсе. Бер нимә әйтмәй, тот та алып ҡайт. Йөрәгең ярылып үлерһең. Ул тип өҙөлөп тора ине лә һуң, нимә булды һиңә, Кәрим? Инде ғүмер көҙөнә аяҡ баҫҡан мәлдә шулай ҡыланырһың, тип кем уйлаған? Аҡса, байлыҡ шулай боҙҙомо? Был донъяны бергәләп йыйҙыҡ та һуң. Һәр ташына тиклем үҙем һалыштым. Хәҙер бер мәрйә хужа булып йөрөһөнмө? Мәңге ғәфү итмәҫлек эш ҡылдың. Ауылдаштар, балалар алдында кәмһеттең. Һөйәркәң генә булһа, бер хәл, юҡ, һиңә алып килергә кәрәк булды. Балаларың ни әйтер? Нисек күҙҙәренә ҡарарһың? Мине ҡайҙа барыр, тип уйланың? Насар йәшәмәнек. Әллә сихырланымы икән был бисә һине? Ҡайҙа барырға хәҙер?”
Бындай ваҡытта өндәшмәүең хәйерлерәк, тип Маһинур әбей һүҙ ҡушырға ҡыйманы, килененең тынысланғанын көттө. Ә ул һөйләшмәне, йүнләп ашаманы, үҙенә бикләнде лә ҡуйҙы. Сирләп китеп, бер-бер хәл булып ҡына ҡуймаһын, тип көйҙө ҡәйнә кеше. Анау тиклем йөктө нисек күтәрмәк кәрәк? Гәүһәр үҙенең яғына ҡайтып китәсәге хаҡында әйткәс, Маһинур әбей үкһеп илап ебәрҙе.
– Балам, унда һине кем көтә? Балалар ҙа бында ҡайтып өйрәнгән. Йөрөмә, бергә-бергә көн итербеҙ. Мин үҙемде уйлап әйтмәйем, һиңә ҡыйын буласаҡ. Барыһын да яңынан башлар өсөн аҡса ла, көс тә кәрәк. Ныҡ бул, хәлемдән килгәнсе ярҙам итермен.
– Бында нисек ҡалайым ти, ҡәйнәм? Йәндәй күргән кешеңде көн һайын икенсе берәү менән күреү үлем менән бер буласаҡ. Күрмәүем хәйерлерәк.
– Ярай, килен, улайһа үҙең ҡара. Тик орҙо-бәрҙе сығып китмәй тор, ашыҡма. Балаларың менән һөйләшерһең, улар нимә тип әйтер...
Гәүһәргә ысынлап та ныҡ ҡыйын ине. Иренә рәнйене ул. Үҙен нимә менән әүрәтергә лә белмәне. Ҡулына эш барманы. Бары Хоҙайҙан сабырлыҡ һораны.
Балалары ҡайтып, улар менән һөйләшкәс, Гәүһәр бер аҙ тынысланғандай итте. Үҙҙәренә йәшәргә саҡырғайнылар, риза булманы. Салауат та, Наҙгөл дә элекке йәшәгән йорттарына әйләнеп тә ҡараманы. Атаһының был ҡылығын бигерәк тә ҡыҙы аңламаны. Яратҡан кешеләреңдән шулай ваз кисергә мөмкинме икән ни? Балаларының үҙенә ҡарата мөнәсәбәте Кәримде һиҫкәндерҙе, әлбиттә. Ул был турала уйламағайны. Ә ниңә, шундай ғаиләләр бар ҙа инде: атаһы менән әсәһе айырылыша, ә балалары менән аралашып йәшәй. Ә былар яҡын да килмәй. Осрашһалар өндәшмәй үтәләр. Эйе, әсәләре менән йәмһеҙерәк килеп сыҡты. Һәйбәтләп һөйләшергә уйы бар ине, Нина ашыҡтырҙы. “Һуҙылаһың, күпме көтөргә була? Ошо араларҙа ҡатының менән һөйләшмәһәң, офисыңды ла, үҙеңде лә ташлап сығып китәм,” — тип ҡурҡытты.
* * *
Нина килә торған көндө тулҡынланып көтөп алды Кәрим. Хәлен белергә килеп йөрөгән иптәш егеттәренән үҙен тәртипкә килтереүен үтенде. Һаҡал-мыйығын ҡырҙырҙы, сәс-башын төҙәттерҙе, өҫтөн алыштырҙы. Ҡатыны үҙе генә түгел ине: түп-түңәрәк һимеҙ йөҙлө, елкә яғында өс бөртөк сәсе тырпайып торған таҡыр башлы, төпөш бер ирҙе эйәртеп алған. Кәрим һағайып ҡалды.
– Ой, ҡалай ябығып киткәнһең Каримчик, – тип ҡатыны йылмайып янына килеп ултырғас, ирҙең күңеленә бер аҙ йылылыҡ йүгергәндәй булды.
Үҙе лә йылмайырға тырышты.
– Ауырыу кеше шулай инде, – тигән булды. Ҡатынының ҡулынан алырға уйлағайны, тегеһе уттан ҡурҡҡандай тартып алды.
– Кәрим, мин эш менән килдем. Һин хәҙер ауырыу, эшкә сыға алаһыңмы, юҡмы — билдәһеҙ. Аңлайһыңдыр, бизнес туҡтап ҡалырға тейеш түгел. Һин ял ит, беҙ артабан үҙебеҙ дауам итербеҙ. Тик, бына ошо документтарға ҡул ҡуйырға кәрәк булыр, – тип Нина сумкаһынан ҡағыҙҙар килтереп сығарҙы. – Ә был кеше адвокат, һорауҙарың булһа, бирерһең, — тип таҡыр башҡа ымлап күрһәтте.
Кәрим ҡатыны килтергән документтарға күҙ йүгертеп сыҡты. Унан күренеүенсә, бөтә бизнес Нинаның ҡулына күсергә тейеш.
– Дә-ә, был тиклемен көтмәгәйнем. Шулай ҙа һуңғы ваҡыттағы тотошоңдан нимәлер һиҙендем. Дауаханаға килгәндә үк һөйләшәүеңдең рәте юҡ ине. Эш бына нимәлә булған икән. Ләкин мин әле тере, Нина. Үлмәгәнмен, башым да Аллаға шөкөр, үҙ урынында.
– Һин – инвалид. Был хәлеңдә нимә ҡыйрата алырмын, тиһең?
– Нимә-ә?
– Ҡәҙерлем, ҡыҙма, – тип адвокат уны тынысландырырға тырышты.
– Ҡәҙерл-е-ем? Шә-әп... Бына нимә, адвокат ишараты, ҡәҙерлеңде ал да, һыпырығыҙ минең өйөмдән! – тип яман итеп ҡысҡырып, Кәрим ҡағыҙҙарҙы иҙәнгә быраҡтырҙы. – Барығыҙ, барығыҙ, нимә ҡарап тораһығыҙ! Ҡарале, нимә һөйләй, ә? Ваҡытынан алда ерләргә йыйыналар.
Тауышҡа Маһинур әбей менән Гәүһәр килеп инде.
– Нимә булды тағы? – тип Гәүһәр уҫал итеп Нинаға ҡараны.
– Ул һиңә ҡағылмай, эшең булмаһын, әбейүшкә.
Ярһыған улын тынысландырырға тырышҡан Маһинур әбей эштең ниҙә икәнлеген тиҙ генә аңлап алып, ишекте барып асты ла “ҡунаҡтарға” юлдарын күрһәтте:
– Минең киленемә тауышыңды күтәрәһе булма, – тип янап ҡуйырға ла онотманы.
Улар килеп киткәндән һуң Кәримдең хәле хөртәйгәндәй булды. Һыҙланыуҙары үҙәгенә үтте. Атаһы йәш ҡатын алып ҡайтҡандан һуң, уның менән йүнләп һөйләшкәне булмаһа ла, әсәһенең үтенесе буйынса Салауат ирҙе Өфөгә алып китте. Түләп, тиҙ арала тикшереү үткәрҙеләр. Табиптар операция яһарға кәрәклеген әйтте.
... Операция Германияла үтте. Хәҙер Кәрим тороп ултыра, үҙе ашай ала. Һыҙланыуҙары ла баҫылғандай булды. Ләкин аяғына баҫтыра алманылар. Башта ир ҡайғырҙы, аҙаҡ тынысланды. “Барыһы ла яҡшы, Ер йөҙөндә күпме кеше шулай инвалид коляскаһында, йәшәйҙәр бит. Ул бер үҙе түгел. Эшкә лә йөрөр. Егеттәре ташламаясаҡ. Ана, Америка президенты Рузвельт инвалид коляскаһында ил менән идара иткән әле...” — тип йыуатты үҙен.
Улының ҡайтыуын Маһинур әбей түҙемһеҙләнеп көттө. Киленен дә әҙерләргә тырышты. Яҙмыштары уларҙыҡына оҡшаған ғаиләләр тураһында һөйләне. Уларҙың бергә булыуын теләне, ләкин быға күңеленән үҙе лә ышанманы. Бергә йәшәмәгәндәренә хәттин ашып киткән бит инде. Бер-береһенә ҡарата һыуынып та бөткәндәрҙер. Унан иренең хыянатын кисерә алырмы Гәүһәр? Ғорур ҡатын бит ул.
Кәрим үҙе атайһыҙ үҫте. Бының ауырлығын үҙ елкәһендә татыған кеше аңларға тейеш ине бит. Атаһын юҡһынып илаған саҡтары әҙ булманы. Ире урманға утын әҙерләргә барған еренән генә ҡайтманы ла ҡуйҙы. Ағас баҫып үлтерҙе. Һоратып килеүселәр күп булһа ла, Маһинур башҡаса иргә сыҡманы, улын бер үҙе үҫтерҙе. Ярай әле ейәндәре үҫеп өлгөрҙө, юғиһә килененә бигерәк ауырға тура килер ине. Гәүһәр Кәримдең бындай хәлгә төшөүенә ҡыуанманы, киреһенсә, күңеленә ауыр ине. Йәлләне, уның ошо бәхетһеҙлегендә нисектер үҙен ғәйепле итеп тойҙо. Ашарына бешерҙе, кейемен йыуҙы. Ләкин ҙур йортҡа инмәне, элекке иренең күҙенә салынырға тырышманы. Бешергән ризығын да ҡәйнәһе алып барҙы.
Йылдан ашыу өйҙә торғас, Кәрим нығынып эшкә сыҡты. Шоферы алып барҙы, алып ҡайтты. Ирҙең кәйефе күҙгә күренеп үҙгәрҙе, тынысланды. Тик буш өйгә ҡайтып инеүе генә эсен бошорҙо. Их, яңылышты шул. Хәҙер ҡалай ултырған булыр ине ирәйеп, балалары, ейәндәре араһында. Ейәндәре тигәндән, Саша тыуғас, уларға артыҡ иғтибар бирә лә алманы. “Атай-әсәйҙәре бар, нимә шулар тип иҫең китә. Ана, үҙеңдең балаң үҫә”, – тип Нина туҡтауһыҙ ризаһыҙлыҡ белдереп кенә торҙо. Шуның арҡаһында әсәһенә лә ҡаты бәрелде хатта. Үҙенең башы булмағас ни. Нисек шулай тиҙ биреште икән ул? Хәҙер, ана, күргеһе лә килмәй үҙен.
Донъялары гөрләп торған саҡ бар ине. Ҡайһылай бәхетле булған икән Кәрим. Шул ваҡыттарҙы кире ҡайтарырға ине лә ул. Булмаҫ шул, Гәүһәр уны бер ваҡытта ла ғәфү итмәйәсәк. Операциянан ҡайтҡаны бирле янына инеп сыҡҡаны ла юҡ.
* * *
Әсәһенең үлеме Кәримде аяҡтан йыҡты. Хәҙер ул бер үҙе, башҡа бер кеме юҡ. Артабан нисек йәшәргә? Кис һайын хәлен белешеп кем килер? Иркәләп сәстәренән һыйпаһа, тыныслана торғайны. Нишләп кешегә аҡыл шулай һуң килә икән? Әсәкәйем, бер үк ғәфү итә күр улыңды.
Эштән ҡайтҡас өйөндә йәм тапманы Кәрим. Ишек асылыр ҙа, йылы ашын күтәреп, әсәһе килеп инер төҫлө тойолдо. Шуға күберәк урамда булырға тырышты. Ҡарт алмағас төбөндә ултырып, Гәүһәрен, балаларын юҡһынды. Бында рәхәт, эре ботаҡтар араһынан уны бер кем күрмәй. Уның ҡарауы үҙе ситтән генә булһа ла өйгә инеп-сығып йөрөгән Гәүһәргә ҡарап ултыра ала. Ҡыҙыҡ, әле ҡасан ғына Зариф дуҫының урамынан ситән аша шулай һөйгәнен күҙәтеп мәж килгән ваҡыты бар ине. Ғүмер тигәнең аҡҡан һыу һымаҡ. Нәҡ шул ваҡыттағы кеүек, әле лә уны күреү менән йөрәге жыу итеп ҡала.
Наҙгөлдөң ҡайтҡанын ишеткәс, Кәрим түҙмәне, бәләкәй өйгә юлланды. Солан күтәрмәһенә килеп еткәс, туҡталып ҡалды. Ҡыҙы нисек ҡаршылар, Гәүһәр ни әйтер? Кейәүе алдында ла оят. Шулай уйлап та өлгөрмәне, ишек асылып китеп, кейәүе үҙе килеп сыҡты.
– Кәрим Саматович, һаумыһығыҙ. Беҙгә килдегеҙме, әйҙәгеҙ, ярҙам итәм, — тип коляскаға килеп йәбеште.
– Эйе, бына ҡайтҡанығыҙҙы белеп ҡалдым да, – тигән булды. Ә үҙенең башынан йәшен тиҙлегендә, барыбер ҡайным, тип әйтмәй, тигән уй үтеп китте. “Йә, ярай, үпкәләп ултырырға һин кем әле ул тиклем,” – тип үҙен тынысландырырға тырышты эстән. Кейәүен дә беренсе тапҡыр – никахта, аҙаҡ туйҙа ғына күрҙе.
Өҫтәл артында бәләкәс ҡыҙын ашатып ултырған Наҙгөлдө күреп, Кәрим телһеҙ ҡалды. Үҫеп бөткән балаһы бар ҡыҙының, ә ул уның тураһында ишетеп кенә белә. Үҙе тағы ла матурланыбыраҡ киткән.
– Наҙгөл... ҡыҙым?
– Атай! – Наҙгөл тороп баҫты.
Атаһына ҡаршы барырға теләне, ләкин туҡтап ҡалды. Ҙур күҙҙәре йәшкә мансылды. Шул арала әллә нимәләр кисереп өлгөрҙө. Уның алдында ғына ултырып, иркәләнеп үҫкән сабый сағы, уларҙы ҡалдырып икенсе ғаилә ҡороуы, үпкәләп һөйләшмәй йөрөүе – барыһы күҙ алдынан үтте. Ҡәҙерле кешеһен юғалтыуы бигерәк ҡыйын булғайны. Атаһы шул ҡатыны менән баш ҡалаға күсеп киткәс, үҙен күреүҙән бөтөнләй мәхрүм ҡалды бит. Үҙе нисек кенә атаһын яратмаһын, ул ваҡытта бөтөнләй аралашырға теләмәне. Үпкәһе ҙур ине шул. Ә әле ул шул тиклем йәл булып күренде. Элеккесә уға барып һыйынғыһы килде.
Шулай күпме ваҡыт үткәндер, бер ваҡыт Гөлнур ҡапыл өҫтәл араһына һыпырылып төштө лә, йүгереп Кәрим янына барып баҫты. Иғтибар менән уға ҡарап торғас: ”Ә һин кем?” – тип һораны. Кәримдең тыны ҡыҫылды.
– Һинең олатайың ул ҡыҙым, – тип Гәүһәр ярҙамға килде.
– Олатайым? Тимәк, минең хәҙер ике олатайым бар, — бер нәмә лә аңламаған сабый сәбәкәйләп алды ла: — Бир бишеңде, – тип бәләкәй генә усы менән Кәримдең ҡулына килтереп сәпәгәс, рәхәтләнеп көлөп ебәрҙе.
Гәүһәр барыһын да сәй янына саҡырҙы. Ул элеккесә йүгереп йөрөп аш-һыу әҙерләй. Ғәҙәттәгесә, күмәкләп өҫтәл артына ултырҙылар. Бына-бына төпкө бүлмәнән йомшаҡ ҡына баҫып, әсәһе килеп сығыр төҫлө. Бөтә нәмә әсәһен хәтерләтеп торған кеүек. Уның төҫө, йылыһы һаҡланған. Барыһы ла элеккесә. Әйтерһең, Кәрим бер ваҡытта ла уларҙан айырылмаған. Барыһы ла яҡын, ҡәҙерле. Ғүмеренең иң бәхетле минуттары ошо йортта үткән икән дәһә. Их, бер ҡайҙа бармайынса ошонда ғына ҡал да ҡуй ине лә бит. Үҙенең ике ҡатлы ҙур йортона бөтөнләй ҡайтҡыһы килмәне. Үтә лә шыҡһыҙ, һалҡын кеүек хәҙер. Ә нисек дәртләнеп һалып ингәйнеләр! Ауылда берәү, имеш. Кемгә кәрәк ул хәҙер?
Сәй янында ла Гөлнурҙың теле телгә йоҡманы.
– Ә һинең исемең кем?
– Кәрим олатай.
– Ә минең исемемде беләһеңме?
– Беләм — Гөлнур.
– Дөрөҫ әйтмәнең. Мин – Тәтелдәк. Өләсәйем шулай ти.
– Тәтелдәк? Ҡайһылай матур исем тапҡан өләсәйең, үҙеңә килешеп тора...
Гөлнур бер минут тик торманы. Һөйләгәндәре Кәримдең йөрәгенә май булып яғылды. Хас та әсәһе бит әле ул үҙе: уның кеүек илгәҙәк, һөйкөмлө.
– Салауаттар ҙа бында түгел инеме ни? – тип һорап ҡуйҙы бер аҙҙан Кәрим, Гәүһәр яғына күҙ ташлап.
– Улар кисә кистән ҡайтып китте. Уҡыу йылы башланыуға күп ҡалмаған, Рәмилә менән Ниязды мәктәпкә әҙерләргә кәрәк.
– Шулай шул, – улының инеп сыҡмауына эстән генә үпкәләгәндәй итһә лә, белгертмәне.
Кәрим ҡайтырға йыйына башлағас, Гөлнур: “Иртәгә тағы кил,” — тип ишеккә еткәнсе ҡысҡырып ҡалды. Гәүһәр уны үҙе оҙатып сыҡты.
– Шундай шәп ейәнсәребеҙ үҫеп килә, белмәгәне юҡ. Тәтелдәк тип дөрөҫ исем биргәнһең үҙең дә.
– Йәл, Маһинур өләсәһе генә күреп өлгөрмәне. Икәүләп мәж килерҙәр ине. Тыныс ятһын инде, — ҡәйнәһенең үлемен ауыр кисергән Гәүһәрҙең күҙҙәренә йәш төйөлдө. Кәримдең дә сикәһен нимәлер яндырып киткәндәй булды.
Маһинур әбей Гәүһәрҙең ҡулында йән бирҙе. Үлер алдынан ғына киленен янына саҡырып алып, эргәһенән урын күрһәтте лә ҡулдарынан алды:
— Балам, рәхмәт һиңә барыһы өсөн дә. Бәхиллегемде биреп, риза китәм. Шул тиклем матур тәрбиәләнең, ҡырын ҡарағаның булманы. Балаларың үҙеңә ҡарата ла шулай игелекле булһын.
– Ҡәйнәм, улай ҡурҡытма әле һин беҙҙе. Әллә ҡайҙа китергә йыйынған кеүек...
– Бүлдермә, әйтеп бөтәйем. Һүҙем Кәрим хаҡында. Һәр әсәй өсөн бала нисә йәштә булыуына ҡарамаҫтан, бала булып ҡала. Ә бына балаңды шул хәлдә ҡалдырып китеүе бигерәк ауыр. Килен, артығын һорай, тип әйтмә. Ташлап ҡуймағыҙ, зинһар, – тине лә мөлдөрәп уға ҡараны. Ҡарашы Гәүһәрҙең йөрәген өтөп алғандай булды.
– Нимә һөйләйһең һин, ҡәйнәм, — тип уның күкрәгенә башын һалып буҫыҡҡансы илағайны. Шунан һуң, Маһинур әбей күп тә тормай, йән тыныслығы алып китеп барҙы.
Гәүһәр шуларҙы иҫләп, бер аҙ һүҙһеҙ торҙо ла, колясканы этеп алға атланы. Кәрим аптырап ҡалды.
– Гәүһәр, туҡтале, ҡайҙа алып барырға йыйынаһың ул мине?
– Үҙеңде әҙерәк донъя күрһәтеп алып киләйем, тием. Юғиһә, көн дә бер урында ултырыу ялҡытҡандыр. Алыҫ араға үҙең генә сыға алмайһың.
– Кәрәкмәй, Гәүһәр. Ауыр бит.
– Ярай, уңайһыҙланма, йәш саҡта мине әҙ күтәреп йөрөтмәнең. Ә мин тәгәрләтеп булһа ла йөрөтөп килтерәйем, – тип зыңғырлатып берҙе көлдө лә ары атланы.
Элек үҙҙәре булырға яратҡан урындарҙы күрһәтте, аҙаҡ күл буйына килеп туҡтанылар. Бында эскәмйәләр ҡуйылған икән, тирә-яғын да матурлағандар.
– Гәүһәр, мин өшөйөм.
– Ҡайҙа һуң, одеялыңды ҡыҫтырыңҡырап ҡуяйым. Хәҙер ҡайтырбыҙ.
– Юҡ, миңә һинең йылың етмәй.
– Кәрәкмәй, Кәрим. Минең дә өшөп туңыр хәлгә еткән саҡтарым күп булды. Нисә тапҡыр үлеп терелгәнемде үҙем генә беләм. Ә яңынан башларға һуң инде, бер киҫелгән икмәк кире йәбешмәй. Ваҡытында иҫ китмәле бәхетле минуттар бүләк иттең. Оло һөйөүҙең нимә икәнен һинең менән татыным. Бәхеттең етенсе ҡатында булдым. Ә бына хыянатыңды кисерә алмайым. Сит кешеләр түгелбеҙ, ҡалған ғүмерҙе бер ихата эсендә күршеләрсә генә йәшәрбеҙ инде. Тик бер ҡыйыҡ аҫтында, юҡ, булмай. Кәрәк булһа, ярҙам итешермен, ул турала борсолма. Балалар менән дә аңлашырһығыҙ. Ана, Гөлнур ҡайһылай инеп бара үҙеңә. Аңлауымса, Наҙгөлдөң күңеле ҡатмаған. Салауат менән генә бер аҙ ҡыйынға тура килер.
– Аңлайым, бөтәһенә лә үҙем генә ғәйепле. Ғәфү ит, булмаҫтайҙы һорап ултырам. Һағынам үҙегеҙҙе, үлеп һағынам.
– Миңә лә рәхәт түгел, – Гәүһәр ауыр көрһөндө лә яйлап ҡына атлап, ай яҡтыһында ялтырап ятҡан күл янына барып баҫты. Бер аҙҙан, киске һиллекте боҙоп, уның иҫ китмәле моңло тауышы әллә ҡайҙарға таралды.
“Көндө төнгә ялғай-ялғай
Айҙар үтә, йылдар үтә.
Япраҡтарын ҡоя-ҡоя
Ғүмерҙәрҙең көҙө етә.
Көҙгө елдәр әсе икән,
Ғүмер үкенесле икән.
Һуңлап ҡына ҡәҙерҙәрен
Белеүҙәре ҡыйын икән...”
Кәримдең тамағына төйөр килеп тығылды. Ә Гәүһәр йырланы ла йырланы.
– Был йырҙы элек бер ҙә йырлағаның юҡ ине. Тәүгә ишетеүем. Һүҙҙәре ниндәй бит әле!
– Һәр йырҙы үҙеңдең күңел торошоңа ҡарап йырлайһыңдыр инде ул, Кәрим. Элек сәбәбе булмағандыр. Уны тәү тапҡыр эсем бошоп йөрөгәндә ишеткәйнем, илай-илай тыңланым. Ваҡыт дауалай, тигәндәре дөрөҫ. Барыһы ла артта ҡалды, инде күпкә еңелерәк. Балаларыма, ҡәйнәмә рәхмәт, улар менән йәшәүгә көс таптым. Тимәк, һин дә табырға тейешһең... Ярай, ҡайтайыҡ инде, һыуыта башланы. Көҙ үҙ көсөнә тулыһынса инеп бөтмәһә лә, еле ҡайһылай әшәке. Өшөттөрә.
– Өшөттөрә...
Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА.