Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
28 Ғинуар , 22:00

Иремдең дуҫы

Зәлифә, һиҙҙермәҫкә тырышып, бай­таҡтан әхирәте Әлфинурҙы күҙәтә. Әхирәт тип тә әйтеп булмайҙыр: аҙаҡҡы күрешеүҙәренә ун йылдан ашыу ваҡыт үткән. Бына әле лә, интернат-мәктәпте тамамлауҙарына 30 йыл тулыу айҡанлы осрашыуҙан һуң, аҙ ғына ваҡыт табып, район үҙәгендәге кафела сәй эсеп ултыралар. Ике сәғәттән автобус менән ул – Өфөгә, ә әхирәте ауылына юлланасаҡ. Шулай ҙа, интернатта йәнәш кара­уаттарҙа йоҡлап, бер партала уҡып йөрөгәнгәме, улар күптән теләктәш, йәндәш булып бөткәйне. Аралар алыҫ­лығы уларҙың аралашыуына ҡамасау булһа ла, дуҫлығын өҙә алманы.

Иремдең дуҫы
Иремдең дуҫы


Һәр хәлдә Зәлифә бөгөнгө көнгә тиклем шулай уйлай ине. Тик элекке шаян, ихлас, күңел көрлөгө менән баш­ҡа­ларҙы үҙенә ылыҡтырған әхирәте урынына донъяға һағышлы, хатта һүнгән ҡараш менән ҡараған, йылмайыуынан да би­тарафлыҡ бөркөлгән ҡатынды күреп, аптырауға ҡалды. Элек – хат, хәҙер телефон аша аралашҡан саҡта Әлфинурҙың барыһы ла һәйбәт кеүек ине. Шуға ла, уратып булһа ла, һүҙ башланы:
– Илсур ни хәлдә? Тормошоғоҙ нисек бара?
– Һәйбәт кенә... Малайҙар үҫте, беҙ ҡартайҙыҡ...
– Ниндәй ҡартайыу һөйләйһең ул? Беҙгә бит әле 50 лә тулмаған. Шул ба­лаларҙы үҫтереп, мәшәҡәттәрҙән ҡо­толоп, үҙебеҙ өсөн йәшәй башлаған ғына саҡ.
– Шул-шул, балалар үҫеп таралыш­ҡайны, йәшәүҙең ҡыҙығы ҡалманы ла ҡуйҙы. Улар үҫкән саҡта тормошомдоң мине урап үткәненә нисектер артыҡ иғтибар итмәгәйнем. Хәҙер бына уй­ланырға ваҡыт күп...
– Әлфинур, нимәлер эсеңде бошорамы әллә?
– Шулай шул... Барлыҡ ғүмерем эс бошорғос минең. Тәү ҡарашҡа тормошом матур бара кеүек: ирем, балаларым, күңел биргән эшем, йәмле йортом бар. Күңел ғазаптарын белмәгән ке­шеләр мине бәхетле ҡатынға һанай. Әммә бер ғүмерлек үкенесем, бәхет­һеҙлегем, бар: яратҡан кешем мине яратмай. 30 йыл тормошом ошо дөрөҫлөккә әсенеп, эстән һыҙып үтте. Һәм барлыҡ ғүмер бушҡа үткән кеүек тойғо ҡалдыра. Илсур менән беҙ район үҙәгенән ҡайтҡанда автобуста танышып киттек. Йәштәр башлыса арттараҡ өймәкләшеп ҡайта. Мин дә автобусҡа инеү менән, таныштар бул­маҫмы, тип түргәрәк үттем. Шул саҡ бер егет шаяртып: “Кил, алдыма ултыр!” – тине. “Шәп булһаң, урыныңды бир!” – тип яуапланым. Ул тороп урын бирҙе. Танышып киттек тә, ҡалған юлды һөй­ләшеп үттек. Уларҙың ауылы беҙҙекенән 25 саҡрым алыҫыраҡ булып сыҡты. Йор һүҙле Илсур оҡшаған кеүек булды. Шуға беҙҙең ауылға етеүгә ул: “Кис киләм, клубҡа сыҡ, йәме”, – тигәс, ризалыҡ бирҙем.
Ике ай тирәһе дуҫлашып йөрөгәс (ул ял һайын беҙҙең ауылға килә лә, клубтан мине өйгә тиклем оҙатып ҡуя. Шунан башҡа артыҡ етди мөнәсәбәттәр булманы), Илсур үҙе менән эйәртеп, Айҙар дуҫын алып килде. Класташтар булыуҙан тыш, күрше генә йәшәйҙәр икән. Зәңгәр күҙле, етен сәсле, мыҡты кәүҙәле Айҙарға тәү ҡараштан ғашиҡ булдым. Иғтибарын йәлеп итергә тырышып, уйын-көлкө хәбәр һөйләй башланым. Ә ул миңә, еңгәй ҙә еңгәй, тип өндәшә.
– Ниндәй еңгәй булайым мин һиңә? Беҙ Илсур менән дуҫтар ғына, – тинем иң ахырҙа.
– Еңгәй инде. Беҙ ни, оҡшатҡан ҡыҙ­ҙарҙан һорап тормайбыҙ, урлай ҙа ҡай­табыҙ. Оҙаҡламай мин өйләнәм, унан инде сират Илсурға етә, – тине.
– Әтеү кәләш алырға уйлап йөрөй­һөң­мө? Кем инде башыңды әйләндереүсе? – тип һорамай түҙмәнем.
– Үҙебеҙҙең ауылдан Сәлиә исемле ҡыҙ. Мәктәп йылдарынан уҡ дуҫлашып йө­рөйбөҙ. атаһы эштән ҡайт­ҡанын көтәбеҙ, никах уҡытырға ине иҫәп. Туй, моғайын, йәйгә ҡалыр. Илсур дуҫ менән икегеҙҙең урын табындың түрендә буласаҡ, – тигән яуапты ишет­кәс, бө­төнләй кәйефем төштө.
Айҙар менән танышҡандан һуң, Ил­сурҙан бөтөнләй күңелем ҡайтты, ара­лашҡым да, осрашҡым да килмәй башланы. Ә үҙем, Айҙар тураһында берәй хәбәр булмаҫмы, тип араны өҙөргә ашыҡмайым. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ярат­ҡан кешем ғаилә ҡорҙо. Нимә уйлаған­мындыр, белмәйем, туйға барырға ризалаштым. Бәхетле йәштәрҙең байрамында уларҙың йылмайған йөҙҙәренә ҡарап, үҙ-үҙемде язалап ултырҙым. “Сәлиә урынында мин булырға тейеш инем”, – тигән уйҙар ҙа инде башыма. Ә ауыл халҡы мине Илсурға ҡушып, “ҡауыштырып” та ҡуйҙы.
– Килен, ярҙам итеш әле...
– Үҙебеҙҙең кеше инде һин, әйҙә, шул эште генә атҡарып ҡуяйыҡ та...
– Илсур, киленде ҡарап йөрө, баш­ҡалар күҙ һалмаһын...
– Сират һеҙгәлер инде...
Туйҙан һуң тамам өмөт өҙөп, район үҙәгендәге эшемдән сығып, Өфөгә күсеп киттем. Тик Айҙарҙы онота алманым, һағыныуым үҙәгемә үтте. Бер генә күреү өсөн дә әллә ниҙәр бирерлек хәлгә еттем. Китеүемә бер йыл тигәндә, әсәйемдән адресты алып, Илсур яныма килде:
– Әлфинур, мин һине аңламайым. Матур ғына йөрөй инек, бер ни ҙә аң­латмайынса киттең дә барҙың. Бала-саға түгелбеҙ, инде ғаилә ҡорор ваҡыт етте. Аңлашмай-нитмәй икенселәргә әүрәр кеше түгелмен. Шуға ныҡлы һөй­ләшергә тип килдем. Минең уйҙар етди. Һинең икенсе дуҫлашҡан егетең бармы әллә?
Дуҫыңды яратам, тип әйтә алмайым бит инде. Шуға телемә килгән тәүге хәбәрҙе һөйләнем:
– Ауылда йәшәге килмәгән кеүек ине. Ҡалала ҡуртымға алынған фатирҙа йәшәү ҙә еңелдән түгел икән...
Оҙаҡ һөйләшеп ултырҙыҡ ул көндә. Айҙарҙың өй һала башлауын, бәпәй көтөүҙәрен дә һөйләне. Тамам кәйефем ҡырылды. Ҡайтыр алдынан Илсур өй­ләнешергә, бергә булырға тәҡдим яһаны. Ике ай тирәһе икеләнеп, уйланып йөрөнөм. Беренсенән, мөхәббәт тип яңғыҙ ҙа ҡалғы килмәй ине. Икенсенән, Илсур насар кеше түгел: ҡулынан эш килә, эсеп йөрөмәй, алама ғәҙәттәрҙән азат, ғаиләләре матур. Һәм, әлбиттә, Айҙарҙы йыш күреп, уның барлығын белеп йәшәү ҙә оло бәхет булып күренде ул саҡта. Кейәүгә сығырға ризалыҡ бирҙем.
Илсурға нисектер эйәләшеп киттем. Тик уны ағайым, дуҫым кеүек кенә күрҙем. Бик һирәк, лаяҡыл иҫерек са­ғында ул: “Яратмайһың мине. Ысын күңелдән ҡосаҡлағаның да юҡ”, – тип үпкәһен белдереп ала. Ә мин, ысынлап та, ғүмер буйы Айҙарҙы күреүемә шатланып, шул уҡ ваҡытта уның минеке булмауына һыҙланып йәшәнем. Ҡу­наҡтарға саҡы­рышабыҙ, аралашып йәшәйбеҙ. Хәҙер инде улдарыбыҙ, буй еткереп, дуҫлыҡты дауам итә. Сәлиә миңә һәр саҡ: “Әхирәт”, – тип өндәшә. Шундай саҡта үҙемде хыянатсы кеүек тойоп китәм. Әлбиттә, иремә хыянат итеү тураһында башыма инеп тә сыҡҡаны юҡ. Бер генә тапҡыр Айҙарҙың ҡосаҡ йылыһын тойһам ине, тип тил­мереүем былтыр тормошҡа ашты. Кесе улыбыҙҙы әрмегә оҙатҡан саҡта үкһеп илағайным, шунда ул: “Сабыр бул, Әл­финур, бер йыл үтә лә китә ул, Аллаһ бирһә”, – тип ҡосаҡлап йыуатты. Тик борсолоуҙар менән ул мәлдә иғтибар ҙа итмәнем.
Быйыл Илсур менән ғаилә ҡоро­уы­быҙға 25 йыл булды. Өс малай үҫтерҙек. Олоһо өйләнеп, үҙ аллы йәшәй. Кейәүгә сы­ғыуыма үкенмәйем дә кеүек. Шул уҡ ваҡытта иремде бәхетле итә алманым. Уға кейәүгә сыҡмаһам, бәлки яйлап мин дә Айҙарҙы онотор инем. Ни тиһәң дә, ваҡыт – дауа, тиҙәр, күрешмәһәк, арала­шмаһаҡ, хистәр төҫһөҙләнер ине. Юғиһә, көн аша тиерлек уны күреп, күңел берсә талпынып, берсә ға­зап­ланып, юҡҡа өмөтләнеп йәшәлде. Бәлки, насар ир, ялҡау хужа, эскесе булһа ла күңел ҡайтыр ине. Ә ул үҙенең матур йәшәйеше, холҡо менән бөгөнгө көнгә тиклем күңелемдең түрендә. Бына шулай үтә тормошом...
Зәлифә автобусҡа ултырғас та, күңеле тыныслана алмай, ҡайтып еткәнсе уйланып килде. Уға Әлфинурҙың, яуапһыҙ мөхәббәт хистәренән теткеләнгән йө­рәгенән бигерәк, булған бәхетен татымай, йәшәү матурлығын күрмәй үткән мә­ғәнәһеҙ ғүмере йәл ине...

Гөлнур ҠЫУАТОВА.

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас: