Ҡулда барҙа алтындың ҡәҙере юҡ
(Дауамы)
2022 йыл.
...Үкенескә, Элина* беҙҙең һүҙҙәргә ҡолаҡ һалманы. Шунда уҡ өҙә һуҡмаһа ла, тәүге һөйөү – мәңгелек, тип, хис-тойғоларына тулыһынса бирелде. Ире вахтала саҡта аҙна һайын һөйәркәһенә барып, ҡанатланып йөрөнө. Марат вахтанан ҡайтҡанда Максимы менән интернет аша йәшерен-бошорон һөйләште, яҙышты, фотоларын ебәрҙе.
Асыуын йәшермәй, иренә ерле-юҡтан бәйләнде, көйһөҙләнде, балаларын да теткеләне. Ниндәй тыныс, һәлкәү, ялҡауыраҡ ҡатын күҙебеҙ алдында дәртлегә, Вилә әйтмешләй, енлегә әйләнде.
Енлекәй ике арала йөрөп туйғас, ғаиләһен пыран-заран килтереп, айырылышырға ғариза яҙҙы ла, Максимы янына күсеп китте. Марат шаңҡыған хәлдә ҡатынын аңына килергә, кире ҡайтырға саҡырҙы, айырылышмаҫҡа өндәне. Әммә Элина алдына алғанды ҡуйманы. Суд залында иренә ҡарамай, фамилияһы менән генә атап, мин уны яратмайым, ауыр хәлгә ҡалыуым сәбәпле генә уға кейәүгә сыҡтым, артабан бер көн дә бергә ҡала алмайым, тигән.
Мөлкәт өсөн Марат талашманы. Йортто һатыуға ҡуйғас, Элина һатып алыусы табылғанға тиклем элекке иренә шунда йәшәп торорға рөхсәт итте. Ләкин ир кейемдәрен, йөк машинаһын алды ла, ауылына, оло йәштәге ата-әсәһе янына күсеп ҡайтты.
Ә Элина яңы тулған ай кеүек балҡыны. Өс ҡатын менән ғаилә ҡора алмаған, туҙғаныраҡ ҡиәфәтле абышҡаһы менән төшкән фотоларын “Беҙ – бәхетле”, “беҙ ресторанда”, “беҙ театрҙа”, “беҙ күргәҙмәлә” кеүегерәк хэштегтар ҡуйып, сәхифәһенә һалды, өҙлөкһөҙ маҡтанды: “Мин әле генә йәшәй башланым! Яратҡан кешең менән йәшәү башҡаса икән ул! Күпме ғүмерем заяға үткән!” Беҙ уның Марат менән айырылышыуына башта аптырашта ҡалһаҡ, һуңынан, килештерҙең, тип көйһәк тә, йәшәй килә, әллә Элина хаҡлымы икән, тип шиккә бирелдек. Йөрөй торғас, беҙ кем уны хөкөм итергә, тормошона ҡыҫылырға, аҡыл өйрәтергә, тип танышыбыҙға бәхет теләнек.
Тик беҙҙең бәхет теләү менән ни...
Бер йыл да үтмәне, Элинаның боғаҡ биҙенә бәйле ҡатмарлы сиргә тарыуы мәғлүм булды. Ошо хаҡта уртаҡ таныштарҙан ишетеп, хәлен белешеп яҙғас, Элина аудио аша тоноҡ ҡына тауыш менән сире тураһында бәйән итте:
- Дауахананан – дауаханаға, клиниканан клиникаға йөрөлдө, бирмәгән анализ, тикшермәгән табип ҡалманы. Табиптар оҙаҡһыҙ ниндәй ауырыу булыуын асыҡлай алманы.
Ул сирен атағас, йөрәгем өшөнө:
- Диагнозды ишеткәс, ҡурҡтыңмы?
- Юҡ, киреһенсә, ниндәй сиргә юлыҡҡанымды асыҡлағастары еңел тын алдым, сөнки билдәһеҙлек күпкә ҡыйыныраҡ ине.
Ниндәй ярҙам кәрәк, тигән һорауға, ҡайғылы яуапланы:
- Бер ниндәй ҙә. Ярай ҙа өйҙөң аҡсаһын тулыһынса тотоноп, сарыфламағанмын. Биҙҙе ҡырҡып алдылар, әлеге мәлдә дауалау курсын үтеп бөтөп барам. Хәҙер ғүмерҙең ахырынаса дарыуҙар эсеп йәшәргә тура киләсәк.
- Максимың ярҙамлашамы?
- Ҡайҙан... Бигерәк йүнһеҙ ир икән ул, ҡатындары бушҡа ҡасҡан, тиһеңме. Ауырығаныма енләнә, башыма бәлә булдың, тип ҡолаҡ итемде ашай. Әйтерһең дә, ауырыуҙы мин һорап алғанмын. Аҡса бирмәй, йыш эсә, яҡынлыҡ талап итеп маҙаһыҙлай. Иң ҡыйыны, балалар менән аралашыуымды яратмай, телефондан һөйләшкәнде ишетһә, һарыуы ҡайнай. Өлкән бала – һинеке, тигәйнем, теләһә кемдән тапҡан балаңды миңә тағырға маташма, тип өҙә һуҡты, тыңлап та торманы.
- Әйтмәһәң дә булыр ине.
- Әйттем шул, бәлки уртаҡ балабыҙға ҡарата атайлыҡ хисе уяныр, тигәйнем. Мин ҡапҡанға эләккәндәй, ни сығып китә алмайым, сөнки барыр ерем юҡ, ни был әҙәм менән йәшәрлек түгел... Өйҙө һатҡаныма, Марат менән айырылышҡаныма үкенәм генә. Аҡылым ҡайҙа булған, нишләп үҙ бәхетемде үҙем тапағанмындыр, аңламайым. Мараттан айырылып, шундай ныҡ хаталандым... Үҙем ғәйепле барыһы өсөн дә. Төп сирем генә түгел, “иҫәрлек” тә минең диагноз...
“Беҙ һине иҫкәрткәйнек”, тип әйтке килде, әммә йығылғанды түпәләү сикһеҙ алама ҡылыҡ, ололар әйтмешләй “ҡолаған етмәй, өҫтәүенә йоҙроҡ” ише.
Беҙ Вилә менән уның янына барып ҡайттыҡ. Элина танымаҫлыҡ булып үҙгәргәйне, үтә ябыҡҡан, күҙ ҡабаҡтары һәленеп төшкән, сирҙең башҡа билдәләре лә күренеп тора. Ниндәй һылыу ҡатын арыған сырайлы әбейгә әйләнгәйне. Күңелһеҙ көлөмһөрәп, минең турала яҙ, башҡаларға фәһем булыр, тине:
- Майҙы майлап ашамағандарын әле генә аңланым, ниндәй аҫыл ирҙән, яҡшы тормоштан баш тартып, буш ҡыуыҡҡа, ялтыр-йолторға алдандым.
- Беҙгә һәр саҡ нимәлер етмәй, булғандың ҡәҙерен белмәйбеҙ, - тине Вилә.
Элина һүҙһеҙ ризалашты:
- Һеҙ белмәйһегеҙ, мин бит Маратты тиң күрмәнем. Уны үҙемдән кәм һананым. Ул минең өсөн наҙан крәҫтиән балаһы, мәҙәнилектең ни икәнен белмәгән “мужлан” ине. Ә хәҙер уйлайым да, рухи сифаттары буйынса уның миңә ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ та, әхлаҡи йәһәттән юғарыраҡ та булыуын аңлайым. Марат - саф күңелле, ярҙамсыл, ышаныслы кеше. Халыҡ йырҙарын бирелеп тыңлағанын оҡшатмай, о, тағы олойҙар, тип ирендәрҙе ҡымтыһам, йырҙы һүндерә ине. Өйләнешкән генә саҡта ул үҙе лә халыҡ йырҙарын йырлай, көйләй ине, ҡыҙҙар. Тауышы моңло-о... Минең арҡала йырлауын ташланы. Бәлки, юлда йөрөгәндә йырлайҙыр ҙа, әммә минең алда йырларға йөрьәт итмәне. Мин, опера-симфониялар тыңлап үҫкән бәндә, яңыраҡ башҡорт халыҡ йырҙарын иғтибар менән тыңлағайным, уларҙың ниндәй юғары сәнғәт өлгөһө булыуы, иремдең музыканы нескә тойоуы аңыма барып етте. Мин “мужлан” тип иҫәпләгән Марат миңә ҡарағанда күпкә мәҙәнилерәк булып сыҡты. “Яратам” тип әйтмәһә лә, ул мине яратҡан, тәрән ихтирам иткән, ҡәҙерләгән...
Марат, әйтмәксе лә, иҫ киткес кешелекле, мәрхәмәтле кеше. Элинаның ауырығанын белгәс, уны барып алып ҡайтты, ҡалалағы ҡуртым фатирына урынлаштырҙы. Элина, диңгеҙгә барғым килә, тигәс, Ҡара диңгеҙгә барырға аҡса бирҙе, поезға билет юлланы. Ҡатын, икәүләп бергә барайыҡ, тип уны байтаҡ өгөтләне. Эштән башҡа бер ниҙе лә белмәгән Марат, унда барып нимә эшләйем мин, тип ҡырталашһа ла, Элина, миңә һинең ярҙамың кәрәк буласаҡ, әле йүнләп һауығып бөтмәгәнмен бит, тип һылтаулап, барыбер уны алып китте. Алып китте, тип ни, Марат уны үҙе машинала алып барҙы. Артыҡ теләкһеҙ генә сығып киткән ир Ҡырымға барғас, диңгеҙгә ғашиҡ булған.
- Мараттың нисек ҡыуанғанын күрһәгеҙ ине! – тип һөйөнөсө менән уртаҡлашты Элина. - Тәүге тапҡыр шарҡылдап көлгәнен ишеттем! Әйтерһең дә, уның хис-тойғоларын тышҡа сығартмай, биктә тотҡан тимер ҡоршау ҡыйралды ла, йәне-тәне иреккә осто, ул үҙ асылына ҡайтты! Диңгеҙҙән сыҡмай, кинәнеп бер булды! Балалар кеүек инде! Тау башына күтәрелгәйнек, ҡыуанысынан йырланы. Ә бит ул, балаларыбыҙ етеш тормошта йәшәһен, ҡытлыҡ кисермәһен, тип йылдар буйына отпускыһыҙ эшләне, вахта араһында йөк ташыу менән шөғөлләнде. Зарланманы, ауырлыҡтарҙы үҙе генә күтәрҙе, ауырыуҙарҙы аяғөҫтө үткәрҙе. Ғаиләм, тип үҙен-үҙе йәлләмәй эшләне лә эшләне. Их, ниндәй ирҙең ҡәҙерен белмәгәнмен...
Ҡәҙерен белмәне шул.
Диңгеҙҙә ял итеп килгәс, Марат ауылына ҡайтты. Хыянатты кисергән һымаҡ тойолһа ла, уға, ғаиләгә ҡарата ҡылынған тоғроһоҙлоҡто ғәфү итмәне.
2024 йыл.
Элина әлеге ваҡытта яңғыҙы ҡуртымға алынған фатирҙа көн күрә, аутоиммун сире менән йәшәргә өйрәнә. Ә Марат ике балалы ҡатынға өйләнде, ауылда гөрләтеп донъя көтә (уның кеүек шәп ирҙәрҙең оҙаҡ буйҙаҡ йөрөмәгәне билдәле). Үҙенән ун йәшкә кесерәк ҡатыны уртаҡ бала тапҡан, ти әсенеп Элина:
- Марат балаларыбыҙҙы ташламаны, хәленән килгәнсә уларға ярҙам итә. Йомартлығы, киң күңеллелеге өсөн рәхмәтле булырға тейешмен дә бит, ә минең эсем боша, уға асыуым килә. Ниңә ул шундай һәйбәт, ә?! Шаҡшы әҙәмде онотоуы еңелерәк булыр ине...
Элинаны йәлләһәк тә, Вилә менән үҙ-ара һөйләшкәндә, халыҡтың әйткәне раҫ: алтындың ҡулда барҙа ҡәҙере юҡ, тигән фекергә киләбеҙ.
* - бөтә исем дә үҙгәртеп алынды.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.